Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
27 Октябрь 2023, 03:10

Ҡалдырма, әсәй! Повесть (1) Айгиз Баймөхәмәтов

Бөгөн билдәле яҙыусы, "Шоңҡар" журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе,  Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтовтың юбилейы. Айгиз Ғиззәт улын 35 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Ҡалдырма, әсәй! Повесть (1) Айгиз БаймөхәмәтовҠалдырма, әсәй! Повесть (1) Айгиз Баймөхәмәтов
Ҡалдырма, әсәй! Повесть (1) Айгиз Баймөхәмәтов

 Беҙҙең атайҙан да шәп кеше юҡтыр ул донъяла. Берәүгә лә ауыр һүҙ әйтмәй, әрләшеп-талашып та бармай. Уның менән бергәләшеп өйгә эште эшләйбеҙ. Йәй еттеме — атайыбыҙ менән урмандан ҡайтышмайбыҙ. Ул бәшмәген йыябыҙ, туйғансы еләген ашайбыҙ, биҙрә-биҙрә көртмәлеһен алып ҡайтабыҙ. Хатта бер саҡ атай беҙгә боландарҙы ла күрһәтте!

Бынан дүрт йыл элек әсәйебеҙ мәрхүмә булды. Атайым ете бала менән тол тороп ҡалды. "Балаларыңды хөкүмәткә тапшыр, ә үҙең яңынан ҡатын ал. Былайтып үҙеңде бөтөрмә, Ғиззәт, самый йәшәй торған мәлең бит әле!" — тиеүселәр ҙә булғыланы.

"Быларҙы аяҡҡа баҫтыра алмаясаҡһың, әйҙә детдомға бир", тинеләр. Әммә атай уларҙы тыңламаны. Килеүселәргә яуабы ҡаты ине:

— Балаларҙы кеше ҡулына бирер өсөн тыуҙырманыҡ. Үҙем иҫән-һау саҡта уларҙың башынан бер сәсе лә төшмәйәсәк!

Шулай итеп атайыбыҙ менән бергә донъя көтөп ятабыҙ. Тик ниңәлер ул һуңғы йылдарҙа йыш ауырый башланы. Беҙгә әллә ни һиҙҙерергә тырышмай, әммә уның күҙҙәре лә хәҙер насар күрә шикелле. Ә ҡулдары минеке һымаҡ нәҙе-е-ек кенә булып ҡалды. Инде йылға яҡын кәртәнән ары сыҡмай. Нимә булды атайға — аңламаҫһың. Әсәй үлгәндән һуң төндәрен йоҡламаны. Кемдеңдер килеүен көткәндәй тәҙрә төбөндә тик ултыра. Бер саҡ төнөн тиргә батып уянып киттем. Ҡараһам, атай әсәйҙең ҙур фотоһын ҡулына алған да, текәлеп тик ултыра. Нимә уйлағандыр, миңә ул ваҡытта ҡараңғы ине...

Әле ике ағайым һәм апайым ҡалала училищела уҡып йөрөй. Алһыу менән Әлиә апайҙарым, мин һәм Зөлфирә һеңлем атай менән йәшәйбеҙ, мәктәпкә йөрөйбөҙ. Һуңғы арала ғәзиз кешебеҙ үҙе аш бешерә алмай. Шуға ла бишенсе класта уҡыған Әлиә апай ҡамыр баҫырға, аш бешерергә, хатта икмәк һалырға оҫтарып алды. Әлиәнең күмәстәре үҙебеҙ кеүек бәләкәй генә килеп сыға. Беҙ уға, әсәйебеҙҙеке кеүек булһын, тибеҙ.

— Ҙур икмәккә ҡамыр баҫыр өсөн көсөм етеңкерәмәй, — тип аҡлана апайыбыҙ. — Бына саҡ ҡына үҫеп алайым да, шул саҡта ҙу-у-ур итеп бешерермен, яраймы.

Яҙғы аяҙ көн ине. Ҡар ҙа күптән иреп бөттө. Болонда тәүге сәскәләр ҙә күренә башланы. Урамда шул хәтлем рәхәт! Тик атай ғына тышҡа сыға алмай, көнө буйына түшәктә ята.

— Улым, кил әле яныма, — тип саҡырып алды.

— Эйе, атай...

— Бына хәтеремде яңыртып алдым әле. Үткәндәр ниңәлер иҫкә килеп тик тора. Ошондай сағыу көндә әсәйегеҙҙе осратҡайным. Хәҙер инде күпме һыуҙар аҡты, күпме йылдар үтте, ә Гөлнурымды осратҡан минуттарҙы бөгөнгөләй хәтерләйем. Ул көндә әсәйегеҙгә яңы ғына сыҡҡан умырзая сәскәләрен бүләк иткәйнем. — Атай бер аҙға тынып ҡалды. Башын ситкә бороп, уйланып ятты ла, һүҙен дәртле тауыш менән дауам итте. — Улым, туғайға барып кил әле. Быйылғы умырзаяны күргән юҡ бит. Берәй гөлләмә йыйып алһаң, ҡалай шәп булыр ине. Ә мин уны карауатым янына ҡуйырмын. Шәп буласаҡ, ивет?!

— Хәҙер, атай!

Баш һелктем дә, йүгереп сығып та киттем. Иң матур сәскәләрҙе йыйып алып ҡайттым. Өйҙә хуш еҫ таралды. Атайымдың да кәйефе күтәрелеп китте, ҡараңғы бүлмә лә яҡтырғандай тойолдо. Ғәзиземде ҡыуандыра алғаныма көнө буйы шатланып йөрөнөм.

Йоҡлар алдынан атай йәнә саҡырып алды.

— Һин хәҙер барыһын да аңлайһың, улым. Бына мин һис ҡасан да ҡартайырмын тип уйламағайным. Бөтәгеҙҙе лә аяҡҡа баҫтырып, уҡытып, гөрләтеп туйҙар үткәрергә хыялландым. Хәлемде үҙең күреп тораһың. — Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, әллә нисек ҡыйын булып китте. Атай һөйләүен дауам итте. — Донъяны белеп булмай шул. Әгәр ауырып, балнисҡа ятып китһәм, берәй нисек минһеҙ йәшәп тораһығыҙ инде. Юҡҡа-барға ыҙғышмағыҙ, татыу булығыҙ! Тормошта ауырлыҡтар күп була ул, тик һин бирешмә. Атай балниста ята, эргәбеҙҙә юҡ тип уҡыуыңды ҡалдырма. Апай-һеңлеләреңде ҡарап йөрө, йәме. Хәҙер һин балта ла тота беләһең, йорт тирәһен ипләп тор. Әле һине эргәмә саҡырыуым буштан түгел. Ғүмер буйына минең иң ҡәҙерле әйберем булды. Шуны мин һиңә бирергә уйланым. — Шул саҡ атай быуылып-быуылып йүткерә башланы. Ә был бик оҙаҡҡа һуҙыла икәнен беләм. Йүткергәндә янындағы биҙрәгә әллә ниндәй ҡара төҫтәге шыйыҡсаны төкөрә. Аҙаҡ хәле бөтөп, оҙаҡ ҡына ята бирә. Бына әле лә, нимәнелер бирергә уйланым тип һөйләй башланы ла, сәсәп алып китте.

— Ярай, улым, был һөйләшеүҙе иртәгәгә ҡалдырайыҡ, — тине ул бер сама хәл ингәндәй булғас. — Баш әйләнеп киттесе яман.

Атай ауырығас, һәр ваҡыт уның менән бергә ҙур карауатта йоҡлай торғайным. Төнөн уға һыуын да, дарыуын да алып бирәм. Тик бөгөн атайға нимәлер булған.

— Улым, мин бөгөн яңғыҙым ғына ятып йоҡлайым әле, — тине.

Башҡа урында йоҡлай алмайым, был карауатҡа күптән өйрәнгәнем, тип киреләнеп маташһам да, ул үҙ һүҙендә торҙо.

Әлиә апайым менән көн дә мәктәпкә бергә барабыҙ. Шуға ла иртән иртүк торабыҙ. Ә минең бер хәйләм бар. Уянам да, йылы юрған аҫтынан сыҡмайым, Әлиә тороп, сәй ҡайнатҡанын, аш йылытҡанын көтөп ятам. Тәмле еҫ танауҙы ҡытыҡлай башлаһа ғына урынымдан торам. Был юлы ла шулайтырға булдым. Әһә, апайым торҙо. Йыуынып алды. Бер аҙҙан сәйнүк шыжлай башланы. Һауыт-һабаның сыңлауы ишетелде. Ә мин шым ғына, йоҡламышҡа һалышып, тыңлап ятам. Ғәҙәттә, атай беҙҙең менән иртән бергә сәй эсә. Шуға Әлиә тәүҙә уны өҫтәлгә саҡырҙы:

— Атай, атай, һиңә сәй яһаным.

Яуап булманы.

— Сәйең һыуына, атай... — тиһә лә апайым, атай урынынан торорға ашыҡманы. Аптырағас, Әлиә янына барып уятырға булды.

— Ата-а-й! Ат-та-ай! — Йән өҙгөс тауыштан һикереп торғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Әлиәнең йөҙө ап-аҡ ине. Ҡото осҡан, үҙе һикерәңләп миңә нимәлер аңлатырға тырыша, ҡулы менән әллә кемде ҡыуырға маташҡандай һелтәнә. Апайҙың анау хәтлем ҡысҡырыуына башҡалар ҙа уянды.

— Атайыбыҙ үл-гә-ән! Ҡот-ҡар-ығыҙ! Үл-гән! — тип йәнә һөрәнләне.

Тәнем зымбырлап китте. Нисек инде атай үлгән!? Ошо уй мейемде телеп үтте. Быуындар ҡалтырай башланы. Тын алыуы ауырлашты. Нимә эшләргә белмәй, шаҡ ҡатып ҡалдым. Ней илай алманым, ауыҙымды асып һүҙ ҙә әйтеп булмай.

Әле беренсе класта уҡыған иң кесебеҙ Зөлфирә нәҙек тауышы менән сеңләп илап ебәрҙе. Ул ауаз әле булһа ла ҡолаҡ осонда сыңлай. Әйтерһең дә, көсөктө инәһенән тартып алғандар, ә ул ярҙам һорап һөрәнләй. Алһыу апайым да үҙәк өҙгөс илауы менән уға ҡушылды.

Өй үкһегән тауыш менән тулды. Һәр беребеҙҙән сөбөр-сөбөр тамған күҙ йәштәрен тыйып булмаҫтай... Ошо мәлдә бөтә ер сөм-ҡара төҫкә буялған кеүек тойолдо миңә.

Дүртәүләшеп атай мәйете алдында оҙаҡ ҡына илап торҙоҡ. Бәлки, беҙҙе йәлләп, терелер, тип уйлағанбыҙҙыр.

— Атайым, уян инде, илатма беҙҙе! — тип иң кесебеҙ уның ҡулынан да тартып ҡараны. Ә ул хәрәкәтһеҙ тик ята. Күҙҙәре лә йомолмаған. Үлгән кешенең күҙе йомоҡ була ла инде! Бәлки, атай шаярталыр? Күмәкләшеп уның ҡулдарын һелкетергә тотондоҡ, һеңлебеҙ сәсенән дә тартҡылап ҡараны. Етмәһә, атай ҡулына нимәнелер ныҡ итеп ҡыҫҡан да, ысҡындырырға ла теләмәй. Абайлабыраҡ ҡараһам — ғаиләбеҙ менән төшкән фото. Арабыҙҙа әсәй ҙә бар. Их, булған шул бәхетле саҡтар! Атайыбыҙ әле булһа ла шул кәртишкәгә ҡарап ята кеүек.

Аҙаҡ нисек урманға барып сығыуымды әле лә төшөнә алмайым. Бейек ҡарағайҙар араһында йөрөп, үҙемде тынысландырырға тырышҡанымдыр, күрәһең. Төшкә табан ғына өйгә ҡайтым индем. Ҡапҡа шар асыҡ тора ине. Кәртә тулы халыҡ, бөтәһенең дә күҙе йәшкә мансылған.

Ололар бер-береһе менән һөйләшкәндә шундай һүҙҙәр ишетелеп ҡала:

— Их, бахырҡайҙар. Бигерәк бәләкәйҙәр шул.

— Ней алып ҡалырға яҡын туғандары юҡ.

— Оләсәй-олатайҙары иҫән булһа бер хәл...

Апайҙарымдың, һеңлемдең биттәре ҡыҙарып, күҙ төптәре шешеп бөткәйне. Атайҙы өй уртаһына һалып ҡуйғандар. Ап-аҡ тауарға урағандар. Әбейҙәр ҙә, бабайҙар ҙа беҙҙе тынысландырырға тырыша:

— Ә-ә-әй, донъяла берәү ҙә мәңге йәшәмәй...

— Ҡуй инде ҡуй. Алла бирһә, аяҡҡа баҫырһығыҙ әле.

— Тик күп иламағыҙ. Күҙ йәшегеҙ мәрхүмдең ҡәберенә тулыр ҙа, атайығыҙ һыуҙа ятыр.

Кискә табан ҡаланан апай-ағайҙар ҙа килеп төштө. Кемдер уҡыуҙарына шылтыратып әйткән, күрәһең.

Йола буйынса үлгән кешене бер төн өйөндә тоталар икән. Мәйетте көтөргә күрше-тирәлә йәшәгән бабайҙар йыйылды. Беҙҙе иһә ҡаршылағы ағайҙарға алып китергә булдылар. Мәйет ятҡан өйҙә бала йоҡларға тейеш түгел, тинеләр.

Ә шулай ҙа мин күршеләргә бармаҫҡа булдым, сөнки атайҙың үлеменә әле һаман ышанып бөтмәй инем. Уның эргәһендә ултырғы килде.

— Ярай, ир балаға ҡалырға була ул, — тине бабайҙар.

Төнө буйына атайҙың үле кәүҙәһе алдында ултырҙым. Керпек тә ҡаҡманым. Бер ваҡыт ул тын алып ебәрмәһенме!

— Атай тере, ҡарағыҙ! Ул әле генә тын алды! Атайым үлмәгән! — тип ҡысҡырҙым да ултырғыстан һикереп төштөм. Шунан битен һыйпап ҡараным. Элек кешеләрҙән ишеткәнем бар ине. Берәүҙе үлгән, тигәндәр, ә уның йөрәге саҡ ҡына туҡтап торған икән. Ул уянып киткән дә, бөтәһен дә шаҡ ҡатырған. Тимәк, минең атайым да үлмәгән!

Ололар тертләп китте:

— Бала арыған, йоҡларға алып барығыҙ, — тинеләр. Иртәгәһенә кеше өйөндә уяндым.

* * *

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас