Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
27 Октябрь 2023, 06:45

Һуңлап килгән бәхет Повесть (8) Миңзәлә Хәлилова

Улының иҫән-имен ҡайтып төшөүенә ихлас ҡыуанһа ла,башҡортса ауыҙ асып һүҙ әйтмәгән киленде Нурисламдың әсәһе өнәп бөтмәне. -Сит заттан кәләш алып ҡайтҡанһың,балаҡайым,зат-зәүерен белмәйбеҙ.Сәс-башын да йыя белмәй ҙә ул...

Һуңлап килгән бәхет Повесть (8)  Миңзәлә ХәлиловаҺуңлап килгән бәхет Повесть (8)  Миңзәлә Хәлилова
Һуңлап килгән бәхет Повесть (8) Миңзәлә Хәлилова

***

        Илдә һуғыш уты тынып,тыуған яҡҡа ҡайтырға сыҡҡас,ауылдашы Сәлих менән тағы бер осраштырҙы уларҙы яҙмыш. Валя менән  вокзалда өс көн буйы ҡайтыр яҡҡа поезд көтөп ултырҙылар.Ә поездар туп-тулы, эргәләренә яҡын юларлыҡ түгел.Халыҡ, ярҙарынан сыҡҡан дарьялай эркелеп, поездарҙы төрлө яҡлап ҡамай,тауыш,шау-шыу,илау,ҡысҡырыш.

          Бына,ниһайәт,Өфө яғына барыусы поезға эләгеү мөмкинлеге табылды.Поезд килергә тейеш ваҡытҡа ике сәғәт самаһы ҡалғайны,Нурислам Валяны әйберҙәр эргәһендә ҡалдырып, перронға сыҡты.Шул саҡ бер яҡ ситтә өс ирҙең бер һалдатты уратып алып, түңәрәккә ҡуйып , бәргесләгәндәрен күреп ҡалды.

-Мин һине таныным,һин майлы бутҡа ашап ҡына йөрөнөң һуғышта.Беҙҙең кеүектәрҙе һанламаның,ҡана, сумаҙаныңды күрһәт әле,ниҙәр тейәп алып ҡайтып бараһың яу яланынан?Мин беләм,һин өйөңә посылка һалып яттың,беҙҙең елкәлә йөрөп,”Һуғыштым,илде һаҡланым!”,тип ҡайтып төшмәксе булаһыңмы?Нет,не пойдет! Мин һиңә үҙем хөкөм сығарам!-тип һөйләнде береһе,ут яҡтыһында уң ҡулында бәке йылтыратып.

-Яҡташтар,егеттәр!Әйҙәгеҙ тыныс ҡына аңлашайыҡ. Бирәм,сумаҙанымды алығыҙ,тик йәнемде генә ҡыймағыҙ!

-Ә,беҙ хәҙер һиңә иптәшме ни? Мин бит һиңә әйттем тегендә,яу ҡырында, барыбер эләктерәм ,тинем!

-Егеттәр,зинһар ,үлтермәгеҙ ,әсәйем хаҡына ярлыҡағыҙ,ул бит мине көтә!

Нурислам яйлап ҡына низағлашыусылар яғына ыңғайланы.

-Эй,егеттәр берәй  проблема бармы әллә?

-Юҡ!Бер ниндәй ҙә проблема юҡ!

Өс ир тиҙ генә  ҡулдарына сумаҙанды эләктереп,ҡаршы юлда торған поезд аҫтына инеп юғалды.

Нурислам ерҙә көсөк кеүек шыңшып ятҡан әҙәм эргәһенә килде.

-Рәхмәт,яҡташ,ҡотҡарҙың.Һин булмаһаң, бынау бандиттар... Еңеү яулағас,тыуған яҡҡа ҡайтып еттем тигәндә ...бандиттар ҡулынан ... 

Был тауышты ҡайҙалыр ишеткән  кеүек булғанға ,Нурислам туйтаңлап тороп килгән әҙәмдең йөҙөнә текләп ҡараны,шунан сырт итеп ергә төкөрҙө :

-Һин икәнде белгән булһам,яҡын килмәҫ инем,эт бәхет икәнһең!

-Нурислам!Дуҫ!Ауылдаш!Рәхмәт,мәңге онотмам изгелегеңде!Йән арама индең,рәхмәт,ҡорҙаш.Йә, Хоҙай яҙғас,ҡайҙа килеп күрештек бит, рәхмәт яуғыры!Тик үтенеп һорайым, Нурислам,бер үк ауылға ҡайтҡас ,был ваҡиға хаҡында бер кемгә лә һөйләмә инде...

      Нурислам ҡырт ҡына боролдо ла Валяһы  эргәһенә инеп китте.

                                           ***

         Һуғыш барған ерҙәге ,фашистар итеге аҫтында ҡалып, яндырылып, шартлатылып бөткән ауыл тормошо ауыр икәненә үҙе шаһит ине Валентина,ләкин тылдағы,һуғыш барып етмәгән алыҫ Уралда, Асылыкүл буйында  йәшәгән ауыл  халҡының тормошо уны бигерәк аптыратты,дөрөҫөрәге, шаңҡытты.

 Улының иҫән-имен ҡайтып төшөүенә ихлас ҡыуанһа ла,башҡортса ауыҙ асып һүҙ әйтмәгән киленде Нурисламдың әсәһе өнәп бөтмәне.

-Сит заттан кәләш алып ҡайтҡанһың,балаҡайым,зат-зәүерен белмәйбеҙ.Сәс-башын да йыя белмәй ҙә ул...

-Өйрәнер.

-Әллә инде...Ана һөтө менән инмәгәс...Ә Зәйнәп?Ул лаһаң...көттө бит һине!Тыны менән тартып алырҙай булып көттө.

-Әсәй!-Нурислам  саҡ тоҡандырған папиросын бырғап,итегенең үксәһе менән иҙҙе.-Яраға тоҙ һалма әле,әсәй!Миңә еңел тиһеңме?

-Аңлайым да ул...

-Юҡ,әсәй,  аңламайһың!  Валя мине  аслыҡтан, туңып үлеүҙән әрсәләп ҡалды.Уның тегендә ... торор ере юҡ!Ул...уға мин иҫән ҡалыуым менән  бурыслымын.

-Аңларға тырышам  да бит, балаҡайым,рәхмәт уға һине ҡотҡарғаны өсөн!Тик  мин бит урыҫса белмәйем.Ашағас, амин да тотмай.Ҡулын йыуғас, таҫтамалға һөртмәй,тирә-яҡҡа һыу сәсрәтеп,болғап,һелтәй ҙә ҡуя. Күрше-күләндән оят...

-Әсәй,кемдең кемдә эше бар?Өйрәнер,айыу балаһын да бейергә өйрәтәләр. Әйҙә,үпкәләшмәйек,бер-беребеҙҙән сей эҙләмәйек,туғандарҙы,күрше-күләнде саҡырып,барынса әҙерләнеп,туй һымаҡ нәмә үткәрәйек ,киленеңдең дә күңеле булыр,һөйләшеп ултырайыҡ,һуғышта йөрөгәндә мин гел генә шундай осрашыуҙар хаҡында хыялландым.

     Ауыҙы тулы ҡан булһа ла төкөрмәҫ ине инде Әсмә,табын йыйҙы,туғандарын, күрше-күләндәрен саҡырҙы.Табын ҡарашып йөрөгән Валяға көсләп тигәндәй яулыҡ ябындырҙы.Никах бөтөп,мулла амин тотҡас,Валя ,үрелеп,Нурисламдың битенән  үбеп алды. Быны күргән ҡунаҡтарҙың күҙе дүрт булды.Нисек инде кеше алдында ҡатын иренә үбешергә үрелә?Ҡунаҡтарҙы оҙатырға сыҡҡан Әсмәнең бите тағы бер буҙарҙы. Ҡатын-ҡыҙ ҡашығаяҡ тирәһендә булашҡансы,ир-ат нигеҙ буйына ултырып,хәл-әхүәл һорашырға тотондо.Һуғышта  тартырға өйрәнеп ҡайтыусылар, кеҫәләренән янсыҡтарын сығарып, бер-береһе менән бүлешергә,ҡағыҙ киҫәктәренә самосад урарға кереште.Һүҙ артынан һүҙ сығып,бөтә аралашыу тағы һуғыш темаһына барып ялғанды.Кем ҡайҙа һуғышҡан?Ниндәй яра алған? Ҡайһы ерҙә Еңеү көнөн ҡаршылаған?

     Нурисламды күҙ уңынан ысҡындырған Валя өйҙән атылып килеп сыҡты ла йүгереп  килеп, иренең тубығына ултырып,муйынынан ҡосаҡлап алды.Иренең бармаҡ араһына ҡыҫтырып тартып ултырған тәмәкеһен алып,ирендәренә терәне,танауынан төтөн бөркөп,һыуға сарсаған юлсылай,ашығып һурырға тотондо.Нурислам да уңайһыҙланып китте.Ауыр тынлыҡ урынлашты.

-Әстәғәфирулла!Гөнаһ шомлоғо!Тәүбә! Тәүбә!Был ни булды.Ҡарт урыҫ кеүек тәмәке борҡолдатып ултыра,хәсис!-тине ҡунаҡҡа килгән әбейҙәрҙең береһе.

-Ул ирҙәр менән бергә һуғыш юлын үткән,-тине Әсмә.

        Әсмәнең  тауышы бар халыҡты был торошонан сығарҙы. Йәшерәк ҡатындар, яулыҡтары менән ауыҙҙарын ҡаплап,ситкә һибелде.Олораҡтары,Валяға туп-тура ҡарап,бындай мосолман ҡатын-ҡыҙына хас булмаған фиғеленә нәфрәт тулы ҡараштарын йәшермәне.Әсмә,күҙенә йәш алып,усаҡлыҡҡа инеп китте. Яу ҡырҙарын урап,төрлөһөн күреп, аптырамаҫҡа күнеккән яугирҙар,әлбиттә, бер ни өндәшмәне.

         Нурислам ипләп кенә Валяны алдынан төшөрөп,ҡулынан тәмәкеһен алды ла, ҡулынан етәкләп,баҡса артына ыңғайланы. Ә ҡатыны,  бер артына әйләнеп ҡарап,бер иренә төбәлеп,ниндәй ярамаған аҙым яһауын аңламайынса, аптыранды,буғай...

      Ҡыҙыу бесән ваҡытында тағы бер ваҡиға халыҡты сығырынан сығарҙы, йылдар буйына өҙмәй ҙә ҡуймай һөйләгән ғәйбәт түгел,ғибрәт булып кешеләр хәтерендә ҡалды.

      Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра ,ти халыҡ.Шуға күрә  ҡояшлы көндө мөмкин тиклем күберәк файҙаланып ҡалырға тырыша ауыл кешеһе.Әле лә бөтә эшкә яраған әҙәм бесән сабыу,йыйыу,күбә,кәбән ослау мәшәҡәте менән мәж килә.Әсмәнең өйөндә лә бөтәһе бесәндә,өйҙә уға ярҙамға Валя ғына тороп ҡалды.Ауыр эш ваҡытында һурпа файҙалыраҡ булыр тип,тауыҡ һуйып,аш бешерергә булды ҡәйнә кеше.Тауыҡ салырға берәй малай-шалай осрамаҫмы тип,урамға сыҡты . Үргә ҡараны,түбәнгә.Бер әҙәм заты ла күренмәй,барыһы ла эштә. Ике өй аша йәшәгән сырхабыраҡ торған ҡайнағаһы Һәүбәнгә табан ыңғайланы,оло булһа ла һүҙен йыҡмаҫ әле,тауыҡ ҡына салып бирә алыр.Килененә  ҡайҙа барғанын аңлатырға тырышты ҡарсыҡ:

- Мужик искать барам.Курица ҡых-ҡых!-тип муйынына ҡулы менән иҙәне.

      Һәүбән ҡайнағаһы сатан аяғын яҙып,ах та ух ҡуҙғалып сыҡҡансы арыу ғына ваҡыт уҙҙы.Ҡапҡа асып килеп ингән был икәү иҫ китерлек хәлдең шаһиты булды. Бәйле торған Аҡтырнаҡ лауылдай...Арыраҡ,утынлыҡта ,бер ҡулына башһыҙ тауыҡ,икенсе ҡулына балта тотҡан Валя баҫып тора.Биттәре ,ҡулдары ла ҡып-ҡыҙыл ҡан.Ерҙә башы сабылған икенсе тауыҡ ҡанаттары менән бәрелә-һуғыла осоп йөрөй.Ҡалған тауыҡтарын ҡурсалап,тиреҫ башына баҫып,ҡыҙыл әтәс, тәстәләкәй килеп ,яу һала.

-Аһ-аһ!Был ни эш,килен?

-А че?

-Как так ты смогла?

-Пустяки...Я их всегда сама режу,когда мать живая была ,она тоже самое делала!

-Нам бит не можно!Мосолманға  нельзя!

-Ой,Господи!То нельзя,это нельзя..Что за дикие нравы?!.

Валя кискелеккә тауыҡты таҙартып һурпа бешерҙе,ләкин үҙенән һәм Нурисламдан башҡа ашаусы булманы...

Был хәлдән һуң Нурислам ҡатынын алып ауылдан сығып китергә ҡарар итте.

-Әсәй,Валяға ауылда йәшәүе ҡыйын.Беҙ ҡалаға китергә булдыҡ.

-Тимәк,бисәң туғандарыңдан,әсәйҙән дә ҡәҙерлерәк!

-Асыуланышмайыҡ ,зинһар!Әсәй,ғәфү ит,ләкин мин башҡаса булдыра алмайым!

-Күреп танһығым да ҡанманы бит,улым!

-Беҙ ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөрбөҙ!

-Ярай ,улым,нишләйһең,әсә күңеле балала,баланыҡы-далала!

       Шул көндән Нурислам менән Валентина,туғандарын хафаға һалып,  ҡалаға күсеп киттеләр.

                                              ***

        Көттө Зәйнәп Нурисламды.Һуғыш бөтөп,яугирҙар ҡайта башлағас, һөйгәнен күрергә ышанысы артты.

Ул арала  кешеләр ең һыҙғанып, тыныс тормошта йәшәргә өйрәнделәр, донъя көтөргә,эшләргә ашыҡтылар.

     Зәйнәптең йәше лә үтеп бара,хәҙер Миңислам,Зөһрәләрҙең дә ғаилә  ҡорор мәле етә...Ҡыҙ өҙөлөп  һағынды һөйгәнен,күҙ алдында гел генә тыныс ҡына йылмайып,сабыр холоҡло,ҡара бөҙрә сәсле, баһадир кеүек Нурислам һыны тора.

Өнөндә лә,төшөндә лә тик  ул ғына.Ана бер көндө нисек итеп төшөнә килеп инде Нурислам.

      ...Имеш,Зәйнәп Ҡарағас тауы битендә еләк йыя.Ер еләгенең күплеге!Аяҡ аҫты ҡып-ҡыҙыл!Инде күнәге лә өймәләмә тулған. Шул саҡ тау түбәһендә Аҡбуҙатҡа атланған Нурислам күренде.Юҡ,Аҡбуҙат түгел,Ыласын икән бит!Сабып килешләй , егет ҡыҙҙы йәлп иттереп кенә биленән ҡымтып алып,алдына ултыртты. Зәйнәптең ҡулынан ысҡынып киткән еләкле күнәк тау битенә тәгәрәне,аяҡ аҫты ҡып-ҡыҙыл булды...

Ай!-Зәйнәп тауышына үҙе уянып китте.Өнмө,төшмө икәнен дә белерлек түгел,йөрәге ярыш  атыныҡы ише дарҫлап тора.Ниндәй юғалтыу янай ҡыҙға?Тағы ниндәй һынау әҙерләнең,яҙмыш?!

”Төш -убырлы,”-тип белеп әйтә икән халыҡ, бер-нисә   көндән  ауылды һә тигәнсе яңылыҡ урап сыҡты:

-Нурислам ҡайтҡан...

-Бисә алып ҡайтҡан...

-Бисәһе мәрйәме,мимесме ти шунда ...

        Зәйнәп һығылып төштө.Өмөтө өҙөлдө,һөйөүе сәскә атмай ғына томаланды,нисә йылдар күңелендә генә йөрөткән хыялдары селпәрәмә килде.Артабан нисек йәшәргә? Ҡайҙан көс табырға?Үҙенә ҡул һалһа,әсәһен йәлләй.Әсәкәйе яңғыҙ, ҡыу башы нишләр?

       Ҡыҙ бөтә күңеле менән эшенә бирелде.Эшһеҙ торһа,йөрәге ярылыуҙан ҡурҡты.Төндәрен,йоҡо алмағанда,китап уҡырға әүәҫләнеп алды.Шәм яҡтыһында уҡыусыларының дәфтәрҙәрен тикшереп,икенсе көнгә дәрескә план яҙып бөткәс,китап уҡый.Ҡайһы саҡ таң атҡансы ултырып,ятып та тормайынса ,эшкә йүгергән мәлдәре булды.Көндөҙ эш менән үтә,агитатор булып,фермала һауынсыларға лекциялар уҡый,яланда комбайнсылар,тракторсылар алдында сығыш яһай,ырҙын табаҡтарына ла барып өлгөрә,мәктәптә байрамдар ойоштора.Тик кистәрен,оҙон төндәрҙә,үҙенә үҙе урын таба алмай,яралы айыу кеүек яфалана.Уныһын ҡыҙ үҙе генә белә һәм әсәкәйенең тынғыһыҙ йөрәге һиҙә торғандыр...

                                                                     ***

 

Автор:
Читайте нас