Айгиз Баймөхәмәтов
Ҡалдырма, әсәй!
Повесть
(2)
* * *
Атайымды ауылда "апа" тип йөрөттөләр. Русса әйткәндә, "дядя" була инде. Беҙҙең яҡта атайыңдан оло ир затын шулай атайҙар. Ауылдың аҡһаҡалы булһынмы, барыбер атайыма ҡустым тип өндәшмәй, ә апа ти. Бындай исем биреүҙең сәбәбе лә бар. Атайым техниканы шул хәтлем яҡшы белде. Тракторҙы бер көн эсендә вис һүтеп, иртәгәһенә "һә" тигәнсе яңынан йыйып ҡуйыр ине. Ярҙам һорап килгәндәргә лә һис ҡуй тип әйткәне булманы. Тракторҙың тауышынан ҡайһы урыны насар эшләгәнен белә ине. Хатта берәүҙәр аҙналар буйына йүнәтә алмаған "тимер атты", атайыбыҙ бер көндә "теҙгенләй" торғайны.
Бер заман колхоз гөрләп торған осорҙа "апаны" баш механик итеп ҡуйғандар. Ул ап-аҡ күлдәк кейеп эшкә килгән. Ҡараһа, йәш тракторист нимәнелер ремонтлап маташа. Атайым ҡайһы ерен сисергә, нисек нығытырға кәрәклеген өйрәтеп киткән. Төштән һуң тегенең эргәһенә барһа, ул һаман соҡона икән. Атайым йәне көйөп, үҙе ремонтларға тотонған. Эштән ап-аҡ күлдәге мазутҡа буялып ҡайтҡан. Ә бит баш механиктың бурысы башҡа. Иртәгәһенә колхоз етәкселегенә барған да:
— Кире тракторист итеп ҡуйығыҙ. Кешегә аҡыл өйрәткәнсе үҙем эшләйем! — тигән.
Ябай һәм ярҙамсыл булғанға ауыл халҡы уны хөрмәтләп "апа" тип йөрөттө. Ә мине "апаның улы" тиҙәр ине...
...Атайҙы өйҙән алып сыҡтылар. Урам кеше менән тулды. Яңы ғына аңлай башланым: атай бит башҡаса бер ҡасан да был өйгә ҡайтмаясаҡ. Уның яғымлы тауышын да ишетмәйәсәкбеҙ. "Балаҡайым, тор инде", тип уятыусы ла булмаҫ.
Класташтарға атайым шуны алып бирҙе, быны алып бирҙе, тип хәҙер маҡтана алмаҫмын. Урманға ла еләк ашарға кем менән йөрөрбөҙ икән?
Зөлфирә һеңлебеҙ, атайҙың кәүҙәһен алып сыҡҡанда, йәнә нәҙек тауышы менән сеңләп ебәрҙе:
— Атайҙы алып китмәгеҙ. Өйҙә ҡалдырығыҙ!
Әлиә апайым да илауҙан туҡтай алманы:
— Үҙем дә үләм. Атайһыҙ беҙ нисек йәшәрбеҙ!? — Уға Алһыу ҙа ҡушылды.
— Һеҙ ҙураймайынса ташлап китмәйем, тигәйне бит!
Зыярат алдында мулла доға ҡылды. Шунан атайҙы тәрән соҡор янына алып килделәр.
— Һуңғы тапҡыр атайығыҙға ҡарап ҡалығыҙ, — тине ауыл аҡһаҡалы. — Уның кеүек яҡты йөҙлө, изге күңелле булып үҫегеҙ. Үлгән артынан үлеп булмай инде. Йыш илап, атайығыҙҙың йәнен тулатмағыҙ, йәме.
Шул саҡ атайымдың йөҙөнә һуңғы тапҡыр ҡараным. Һуңғы тапҡыр...
Аҙаҡ атайҙы ипләп кенә ҡәбергә төшөрҙөләр.
— Атай, атай! — тип йөрәгем ярылырҙай булып ҡысҡырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Беҙгә өсәр ус тупраҡ ташларға ҡуштылар.
— Атайҙы күммәгеҙ! — тип Зөлфирә һеңлем үкһей-үкһей көрәк тотҡан ағайҙарҙы туҡтатырға маташып, алға ынтылды. — Күммәгеҙ инде. Китегеҙ бынан. Һеҙ насар кешеһегеҙ. Анау тапҡыр әсәйҙе лә шулайттығыҙ! Ә мин беләм — унан кире ҡайтмайҙар. — Һеңлебеҙ нәҙек ҡулдары менән көрәккә барып йәбеште. Тыпырсына торғас, саҡ соҡорға төшөп китмәне. Ололар уны көскә тотоп алып ҡалды. Тиҙ арала атайҙы күмеп тә ҡуйҙылар. Ҡәберен уратып, өс рәт бура ла һалдылар.
— Хоҙайҙың был бәндәһе донъяла нисек йәшәне? — тип һораны башҡаларҙан мулла.
— Яҡшы! — тинеләр бер тауыштан. Шунан һәр кем үҙ һүҙен әйтте.
— Апа кешелекле булды, кешелекле.
— Йәне йәннәттә булһын, инде!
— Ауыр тупрағы еңел булһын!
— Ҡараңғы гүре яҡты булһын!
— Ярай, туған-тыумасалар. Мәрхүмдең урыны ожмахта булһын. Тик зыяратта оҙаҡ торорға ярамай, әйҙәгеҙ, ҡайтыу яғына сығайыҡ, — тине иң аҙаҡтан мулла.
Ә беҙ етәүләшеп зыяраттан сығырға ашыҡманыҡ. Ҡалала уҡып йөрөгән ике ағайым һәм апайым шаҡ ҡатып илап тик торҙо. Зөлфирә лә тыныслана алмай, бер урында оҙаҡ тыпырсынды.
— Нисек атайҙы ҡалдырып китәйек бында? — ти иң кесебеҙ. — Уға бит бында ҡыйын, ҡурҡыныс. Йүткерһә, кем дарыу бирер? Мин атайҙы ҡалдырмайым. Әйҙә, уны кире өйгә алып ҡайтайыҡ. Унһыҙ нисек йәшәрбеҙ?!
Беҙ оҙаҡ атай ҡәбере янында торҙоҡ.
— Атай, мин һине сикһеҙ яратам! Донъяла һинән дә ҡәҙерлерәк кеше юҡ, — тип ҡәберен ҡосаҡлап уға әйткем килде. Ҡысҡырһам да, был һүҙҙәрҙе атай ишетмәҫ шул.
Беҙ элек иртәнсәктән кискә тиклем шау-гөр килгән өй тынып ҡалды. Йорттағы телевизор ҙа, ялтырап торған һауыт-һабалар ҙа моңһоу күренә ине. Мин алып килгән умырзая гөлләмәһе лә һулыған...
Атайҙы ерләгән көндә үк өсөн уҡытырға булдылар. Әбейҙәр ҡаҙан аҫып, аш әҙерләгән. Бөтәһе лә зыяраттан ҡайтҡас, аят ашына өҫтәл артына ултырғанда ғына өйөбөҙгә милиционер һәм ике һары сәсле ҡатын килеп инде. Милиционер училищела уҡыған апайыбыҙҙы янына саҡыртып алды. Шунан уның ҡолағына ниҙер шыбырланы. Милицонер нимә тип әйткәндер белмәйем, әммә апайымдың шундуҡ йөҙө ағарып китте.
Милиционерҙың өйөбөҙгә элек килгәне юҡ ине. Шуға ла уны күргәс, ҡурҡып ҡалдыҡ! Ике апайҙы эйәрткән. Уларҙы күргәс, аят ашына йыйылғандар ҙа һағайҙы.
Ят ағай оло апайымды саҡырып, ниҙер шыбырлағас, ул тәүҙә аптырап ҡалды, шунан килешмәгәнлеген белдерҙе ахырыһы, башын сайҡаны. Аш-һыу әҙерләшеп йөрөгән Гөлнара исемле күрше апай тегеләрҙең нимә бышылдағанын ишетте, күрәһең, өндәшмәй түҙә алманы:
— Бынағайыш, ул ниндәй эш?! Әле генә зыяраттан аталарын ерләп ҡайттыҡ, ә һеҙ кеше башын ҡаңғыртып йөрөйһөгөҙ! Тапҡанһығыҙ ваҡыт!
— Әйҙәгеҙ, көйөшмәйек, — тине милиционер, бүтәндәрҙе тынысландырырға тырышып. — Беҙ һеҙҙең башығыҙҙы бутарға килмәнек. Иң өлкән апайҙарына ҡусты-һеңлеләренең кейемдәрен йыйышһын тигәйнек.
— Аһ, аһ! Бына һиңә мә! — Аш әҙерләүсе апай ҡыҙа төштө. — Нишләп әйберҙәрен йыяйыҡ, ти. Улар үҙ өйөндә. Һеҙҙән йоҡларға урын һорап йөрөймәйҙәр, шикелле. — Бәхәсте туҡтатырға тырышып, ҡаланан килгән теге русса һөйләшкән апай ҙа һүҙгә ҡушылды.
— Мин етем ҡалған балалар эше буйынса белгес, — тине ул яғымлы тауышы менән. — Аталары үлеүе хаҡында хәбәр алғас, бында килергә булдыҡ.
— Исмаһам, күңел яраларын уңалғанын көтһәгеҙсе.
— Бөтә ғиллә шунда иптәштәр, — тине теге белгес. — Ата-әсәһе булмағас, балалар хәҙер хөкүмәт ҡарамағында. Шуға ла уларҙың артабанғы яҙмышын беҙ хәстәрләргә тейешбеҙ.
— Эйе, ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмайыҡ. — Милиционер күҙе менән йүгертеп беҙҙе ҡараштырҙы. — Әйҙәгеҙ, кейемдәрен йыйышығыҙ.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, тәнем зымбырлап китте. Беҙҙе ҡайҙалыр алып барырға уйлайҙар! Ҡараһам, Әлиә апайымдың да йөҙө ҡасҡан. Иң кесебеҙ ҙә бына-бына илап ебәрергә тора.
Өҫтәл артында ултырғандар ҙа зыҡ ҡупты ла китте:
— Кит, оятһыҙҙар! Бәлә өҫтөнә бәлә өҫтәп...
— Исмаһам, һуңғараҡ килһәләр нимә булған?
— Бала күңелен уйлау ҡайҙа инде ул...
Ахырҙа иң оло апайым һүҙ ҡушты:
— Туғандарымды бер ҡайҙа ла бирмәйем. Бик тә кәрәк булһа, уҡыуымды ҡалдырып торам да, уларҙы үҙем ҡарайым.
— Улай ғына булмай шул, һеңлекәш. — Белгес үҙенекен дауам итте. — Беренсенән, әле үҙең дә аяҡҡа баҫмағанһың. Икенсенән, мотлаҡ эш урының, етерлек килемең булырға тейеш. Етмәһә, һылыуҡай, һин кейәүгә лә сыҡмағанһың. Яңғыҙыңа дүрт баланы хөкүмәт нисек тапшырһын ти!? Улай булмай. Әйҙәгеҙ, кейемдәрен йыйырға ярҙам итегеҙ. Ваҡытты һуҙмайыҡ.
— Бер ҡайҙа ла бармайбыҙ! — тип Әлиә апайым урынынан һикереп торҙо.
— Өйөбөҙҙән бер ҡайҙа ла китмәйбеҙ, — тинем мин дә.
— Ҡурҡмағыҙ беҙҙән, — тәртип һаҡсыһы йылмайған булып, минең эргәмә килеп баҫты. Егеттәрсә ҡулымды ҡыҫты. — Мәйтәм, әйҙәгеҙ беҙҙең менән ҡалаға берәй сәғәткә барып килегеҙ. Унда табип һеҙҙе тикшерә лә кире ҡайтара. Апайығыҙ менән йәшәрһегеҙ шунан.
Ҡалай шәп булып сыҡты был милиционер. Ә теге мәрйә апай ул ярамай, быны хөкүмәт ҡушмай, тигән буласы.
— Һуң бөгөн аят бит. Аш та әҙер. Иртәгә тикшертерһегеҙ әле. — Аш әҙерләүсе Гөлнара апай нисек тә булһа беҙҙе ебәрмәҫкә тырышты.
— Юҡ, юҡ, имынны бөгөн. — Милиционер үҙ һүҙендә ныҡ торҙо. — Балалар ҙур стресс кисергән, психолог ярҙамы кәрәк. Быны иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Ҡустым, һинең ҡалаға барғың килә бит? — тип башымды һыйпап алды.
Бик әҙәпле, яғымлы тойолдо ағай. Апайым, ағайҙарым ҡаршы булһа ла, тегеләр беҙҙе алып китергә тәким күндерҙе. Бер сәғәттән кире өйөбөҙгә алып киләбеҙ, тигәстәр, әллә ни кәзәләнеп торманыҡ. Машинаға индереп ултырттылар ҙа, унан һуң өйгә инеп, әйберҙәребеҙҙе алып сыҡтылар. "Тимер ат" яйлап ҡына урынынан ҡуҙғалды. Ауылды сығып киткәнсе, ҡарашым өй яғында ине...
Ҡалалағы дүрт ҡатлы балалар дауаханаһына алып килделәр. Эскә ингәс тә беҙҙе ишек төбөндә ултыртып ҡалдырҙылар. Ә теге апайҙар кабинетта ниндәйҙер ҡағыҙҙар тултырҙы. Милиционер ағай ғына яныбыҙҙан бер аҙымға ла ситкә баҫманы. Бер аҙҙан алсаҡ йөҙлө, аҡ халатлы ҡатын кабинетынан сыҡты.
— Ҡарағыҙсы, ниндәй матур балалар. Ҡурҡмағыҙ, бында һеҙгә бер кем дә теймәйәсәк. Дүртегеҙҙе лә бер палатаға урынлаштырабыҙ. Иртәнсәк тәмле бутҡа ашарһығыҙ, төшкә кәтлит бирәләр. Йоҡлар алдынан көн дә кефир эсерәләр.
Мин берсә табипҡа, берсә милиционерға ҡарап алдым. Беҙгә бит бер сәғәткә генә ҡалаға алып барабыҙ, тигәйнеләр. Ә табип киреһен әйтә. Алданғаныбыҙҙы аңлағас, Әлиә апай ҙа шунда уҡ киреләнергә тотондо:
— Беҙ бында ҡалмайбыҙ. Һеҙ бит бөгөн кире өйөбөҙгә алып барабыҙ, тинегеҙ!
— Эйе, һеҙҙең бутҡағыҙ ҙа, кефирығыҙ ҙа кәрәкмәй, — тинем.
— Өйгә ҡайтам. Сығарығыҙ беҙҙе. — Зөлфирә аяғы менән тыпырсынып илай башланы. — Ата-ай, һин ҡайҙа. Алып ҡайт беҙҙе!
— Тынысланығыҙ, зинһар! — Табип та эштең ниҙә икәнен аңланы. Күрәһең, ваҡытынан алда теге һүҙҙәрен ысҡындырып ташлаған. — Һеҙҙе, ысынлап та, тикшерергә кәрәк. Әгәр һау икәнһегеҙ — иртәгә үк ҡайтарабыҙ. Әйҙәгеҙ, дүртенсе ҡатҡа күтәреләйек, палатағыҙҙы күрһәтәм.
— Юҡ, бер ниндәй ҙә палатаға бармайбыҙ!
— Етәр һеҙгә киреләнергә! — Милиционер асыуланып китте. — Һеҙҙең алдығыҙҙа инәлеп торорға малаймындыр шул!
— Һеҙ бит үҙегеҙ бер сәғәткә генә тип әйттегеҙ. Хәҙер өйҙә апай-ағайҙарыбыҙ борсолалыр. Ҡайтарығыҙ инде беҙҙе, ағай. — Әлиә беҙҙең арала иң олоһо булғанғалыр, яҡларға тырышты.
— Етәр, башымды ҡаңғыртмағыҙ! Итәк, күп ваҡытымды алдығыҙ! — Шунан милиционер минең менән Әлиәнең ҡулынан ныҡ итеп тотто ла, өҫкә һөйрәп тигәндәй алып китте. Сараһыҙҙан, илай-илай артыбыҙҙан Алһыу менән Зөлфирә эйәрҙе. Палатаға урынлаштырғас та беҙҙе бикләп ҡуйҙылар.
Быға тиклем ят ерҙә ҡунырға әллә ни тура килмәгәйне. Шуға ла дауаханала йоҡлай алмай төнө буйына ыҙалап сыҡтым. Таң атыр-атмаҫ борон бер үк ваҡытта Әлиә апайым да уянды. Палатала эҫе, етмәһә, әллә ниндәй һаҫыҡ дарыу еҫе аңҡып тора.
— Нисек йоҡланың, апай? — Тәүге һорауым шул булды.
— Уй-й, бында бер көн дә торғом килмәй. Төнө буйына һаташтым. Әллә ниндәй ҡурҡыныс төштәр күреп бөттөм. Шайтандар аяҡты ҡытыҡлай кеүек...
— Мин дә насар йоҡланым. Ә беҙҙе бөгөн ҡайтарырҙар микән?
— Әллә инде. Бында балаларҙы оҙаҡ тоталар, тиҙәр ҙә һә, — Әлиә уфтанып ҡуйҙы.
— Юҡ, юҡ. Ҡасып булһа ла ҡайтам!
— Минең дә ҡайтҡы килә лә ул. Ауылға тиклем йыраҡ бит. Билет алырға аҡсабыҙ ҙа юҡ...
Эйе, аҡсаһыҙ беҙ нисек кире ҡайтабыҙ инде. Етмәһә, дүртәүбеҙ. Ә өйгә шул тиклем ҡайтҡы килә. Үҙемдең карауатымды ла, баҡсабыҙҙы ла, урамды ла шул тиклем һағындым. Ниңә генә мин ҡошҡа әйләнә алмайым икән!? Анау әкиәттәге кеүек, ауылым янына осор ҙа китер инем. Туғандарымды ла үҙемә ултыртып, ишегебеҙ алдына ғына илтер инем. Ниңә генә атайыбыҙ үлде икән? Әгәр ул яныбыҙҙа булһа, ошолайтып беҙҙе ҡалдырыр инеме?!
Атай менән һуңғы тапҡыр һөйләшеп ултырғаным иҫемә төштө. Туҡта әле, туҡта... Нимә тигәйне шул мине саҡырып янына? "Ғүмер буйына минең иң ҡәҙерле әйберем булды. Шуны һиңә бирергә уйланым..."
— Нимә уйланып киттең, Ильяс?
— Беләһеңме, апай, миңә атай бер нәмә бирәм тигәйне.
— Әлләсе. Ул нәмә минең өсөн иң ҡәҙерлеһе тине.
— Кисен үҙе янына саҡыртып шул хаҡта һөйләй башлағас, ныҡ итеп йүткереп алып китте. Ярай, был һөйләшеүҙе иртәгә ҡалдырайыҡ тигәйне. Ә иртәгәһенә... — Үлде, уянманы тигән һүҙҙәрҙе һис тә генә әйтке килмәне. Былай ҙа атайҙы иҫкә төшөрһәң, күңелгә шул тиклем ауыр булып китә.
Ипләп кенә палатаның ишеге асылды. Иҙән йыуыусы ингән икән. Апайым менән һөйләшеп ултырғаныбыҙҙы күргәс, аптырап китте.
— Ниңә йоҡламайһығыҙ, балаҡайҙар? — тине шыбырлап ҡына.
— Өйөбөҙҙә йоҡлар инек тә ул, ә бында ниңәлер ҡурҡыныс төнөн. — Әлиә лә шым ғына яуапланы.
Минең шундай ғәҙәтем бар: яғымлы тауышлы, асыҡ йөҙлө кешене күрһәм, һүҙ ҡушырға әҙер торам. Был юлы ла шулайттым.
— Апай, табип булыуы ауырмы?
— Әлләсе, улым. Табип булмағасым әйтә алмайым.
— Нисек? Һеҙ бит аҡ халатта. — Төпсөнөүемде дауам иттем.
— Бында бөтәһе лә аҡ халатта. Ябай ғына санитаркамын. Иҙән йыуып, палаталарҙы йыйыштырам.
— Апай, ә беҙҙе ҡасан ҡайтарырҙар икән?
— Әй-й, балаҡайҙар. Кемгә ҡайтырға уйлайһығыҙ һуң? Яҙмыш тигәндәре лә бигерәк мәрхәмәтһеҙ икән. — Санитарка һөйләнә-һөйләнә иҙән йыуа башланы. — Хәҙер һеҙгә берҙәм булырға кәрәк. Детдомда ла бер-берегеҙҙе йәберләтергә бирмәгеҙ.
"Детдом" һүҙе ҡолаҡҡа салынғас, ҡойолдом да төштөм. Элегерәк был һүҙҙе ишеткәнем бар, ундағы тормош хаҡында һөйләүҙәр буйынса ла беләм. Атай-әсәйем ауырығанда , үлеп фәлән китһәләр, детдомға ғына алып китмәһәләр ярар ине, тип эстән генә теләй инем. Ә бөгөн килеп санитарка әллә нимә һөйләп торасы.
— Нимә-ә?! Ниндәй детдом? — Әлиәнең йөҙө үҙгәреп китте, бына-бына күҙ йәштәре бәрелеп сығыр төҫлө. Үҙемде иң көсһөҙ кеше итеп тойҙом шул мәлдә. Эйе, көсһөҙ. Алдағы көндәремде, ҡайҙа йәшәйәсәгемде, кем менән аралашасағымды үҙем билдәләй алмайым бит. Ҡайҙалыр өҫтән берәү һинең менән идара итә кеүек.
Санитарка бер ни булмағандай һөйләнде.
— Ҡайһы детдомға һеҙҙе алып барыуҙарын белмәйем. Әммә табиптарҙың ауыҙынан үҙем ишеттем. Әле бына һеҙҙең һаулыҡты тикшерәләр ҙә, һуңынан шунда алып китәсәктәр.
Апайым урынынан уҡтай атылып килеп торҙо. Санитарканың ҡулына йәбеште лә иларға тотондо:
— Апай, апай, һеҙ алдамайһығыҙмы? Детдомға барғыбыҙ килмәй. Әйтегеҙ әле шуларға, беҙҙе өйгә ҡайтарһындар. Ап-пай! — Әлиәнең йәшкә тулған күҙе ярҙам һорағандай, санитаркаға төбәлгәйне.
Мин дә түҙә алманым. Быны күреп иҙән йыуыусының да күңеле ҡырылды. Уның йөҙөндә йыйырсыҡтары күбәйгәндәй тойолдо. Ул бер нисек тә беҙгә ярҙам итә алмай. Шуғалыр ҙа нимә әйтергә белмәй. Ахырҙа, үҙенән дә тамсылаған йәштәрен һөртә-һөртә, палатанан сығып китте.
Әлиә апайым менән һөйләшмәй генә оҙаҡ илап ултырҙыҡ. Элек күҙгә сүп инһә лә, илаһаҡ, баштан һыйпап йыуаталар ине. Ә хәҙер түгелеп илаһаң да тынысландырыусы, йылы һүҙ әйтеүсе кеше юҡ ине яныбыҙҙа. Бына шунан да ауыры юҡтыр ул...
иреккә сығыу кәрәк икәнен яҡшы аңлайым. "Ҡасырға, бөгөн үк ҡасырға!" — тигән уй мейемде телеп үтте.
— Әйҙә, апай, бөгөн ауылға ҡасайыҡ. Урманға йәшенһәк, унда беҙҙе берәү ҙә тапмаҫ. Өйҙә лә һағынғандарҙыр. Атай миңә бирәм тигән әйберҙе лә эҙләп ҡарарбыҙ. Берәй тартмала яталыр...
— Әллә инде... Юл алыҫ бит...
— Беҙгә автовокзалға тиклем барып етергә кәрәк, ә артабанғы юлды мин беләм. Әгәр иртәрәк сыҡһаҡ, кискә тиклем ҡайтып етербеҙ.
— Ильяс, беҙҙе кем тышҡа сығарһын ти. — Апайымдың ҡалтыраулы тауышы йөрәкте семетеп алғандай итте.
— Бына бит көн тәртибе эленеп ҡуйылған. — Ишеккә эске яҡтан йәбештерелгән ҡағыҙға төбәп күрһәттем. — Сәғәт көндөҙгө 11-ҙән 12-гә тиклем саф һауала йөрөргә рөхсәт ителә. Ә тышҡа сыҡҡан булабыҙ ҙа — һыпыртабыҙ!
Тауышыбыҙҙы ишеткәс, Зөлфирә һеңлебеҙ ҙә уянып китте. Күҙен асып та өлгөрмәне, иларға тотондо:
— Апай, әйҙәгеҙ өйгә ҡайтайыҡ. Бында насар, ҡурҡыныс... — Әлиә шул саҡ илауын онотоп, һеңлебеҙҙе йыуатырға тотондо:
— Илама, бәләкәсем, илама. Бөгөн үк ҡайтабыҙ өйгә. Тик һин илама, йәме!
— Ярай, иламам, тик, апай, тиҙерәк өйгә ҡайтайыҡ.
Шулай итеп, бөгөн үк сәғәт 11-ҙә табандарыбыҙҙы ялтыратырға килештек. Тәүҙә мин Алһыу менән тышҡа сығам, аҙаҡ Әлиә апайым Зөлфирәне етәкләп яныбыҙға киләсәк. Ҡасырға йөрөгәнебеҙҙе белмәһендәр өсөн еңелсә кейенергә кәрәк. Бөтә алып килгән әйберҙәребеҙ ҙә палатала ятып ҡаласаҡ. Әй, кәрәге лә юҡ ул сепрәктең! Ҡайтһаҡ ҡына ярар ине. Дүртебеҙ ҙә тышта булһаҡ, күҙебеҙ ҡайҙа ҡарай, шунда сабасаҡбыҙ. Ә инде дауахананан алыҫыраҡ китһәк, автовокзалдың ҡайҙа икәнлеген табырбыҙ әле. Бына күрерһегеҙ, ҡараңғы төшмәҫ элек өйҙә сәй эсеп ултырасаҡбыҙ...
***
Дауамы бар.