Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
28 Октябрь 2023, 16:30

Һуңлап килгән бәхет Повесть (9) Миңзәлә Хәлилова

Табында ҡунаҡтар башҡортса йырҙар һуҙа башлаһалар, Валя пыр туҙып ,ене ҡуба ла китә: -Тағы олой башланылар,олойҙар ҙа олойҙар!

Һуңлап килгән бәхет Повесть (9) Миңзәлә ХәлиловаҺуңлап килгән бәхет Повесть (9) Миңзәлә Хәлилова
Һуңлап килгән бәхет Повесть (9) Миңзәлә Хәлилова

                                                                     ***

          Көн көҙгә ауышты.Ауыл халҡы  уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыр өсөн бөтә көсөн һалып эшләне, колхоз етәксеһе ярҙамға мәктәп балаларын да саҡырҙы. Бер көн дә ҡалдырмай дәртләнеп йөрөгән Фәхрислам икенсе көн инде эшкә килмәй .Класс етәксеһе булараҡ,Зәйнәптең Нурислам йәшәгән өйгә малайҙың хәлен белергә бармай хәле юҡ,мәктәп директоры ла бөтә уҡыусыларҙың эшкә йөрөүен талап итә.Ырҙын табағынан  ҡайтып,бер аҙ ял итеп алғас,Зәйнәп Әсмәләргә ыңғайланы.Ишек алдында бер кем дә күренмәй,ләүелдәп өрөп,абалап торған эт тауышына ла сығыусы юҡ.Алан-йолан ҡарап алғас,ҡыҙ ишек туҡылдатты.Тотҡаһына үреләм тигәндә генә өй ишеге асылып китте лә унан ...Нурислам пәйҙә булды.

-Һаумы...Һаумыһығыҙ!

Зәйнәп тиҙ генә ҡулын артына йәшерә һалды.

-Зәйнәп!?.Һаумы,Зәйнәп!

Нурислам,ҡыҙҙан да нығыраҡ тулҡынланды,тауышы ҡалтыранып китте.

Зәйнәп ,илап ебәрмәҫ өсөн, бөтә көсөн йыйып,тауышын күтәрә биреберәк:

-Фәхрислам ...эшкә килмәне...нимә ...булды?-тип саҡ һорай алды.

-Бәй,сит кеше кеүек нишләп тупһала тораң,Зәйнәп?Өйгә үт!

Әсмәнең тауышы икеһен дә уңайһыҙ хәлдән ҡотҡарҙы.

-Үт,әйҙә,өйгә ин!Фәхрислам ни ҡапыл ғына сәсрәп ауырыны ла китте,тәне лә ҡыҙыу.Духтыр саҡырайыҡ тигәйнем,Нурисламдыҡы килен үҙе дауалайым,тамағы шешкән ,ти.

       Шул саҡ Зәйнәп урындыҡ ситендә   ултырған Валяны күреп,уның иҫ китәрлек сибәр булмауын  билдәләне.Ингән  кешегә аптырап ҡарап ултырған ҡатын,Зәйнәптең русса  һорауҙарына йылмайып ,ихлас яуап ҡайтарҙы.

-Исеме уның хәҙер Вәлимә булыр ...-тип һөйләнде Әсмә ,килене менән таныштырып .

Үҙе Зәйнәпкә ҡарап һоҡланды,улына ниндәй шәп иш булырҙай ине лә бит !

          Нурисламдар йәшәгән өйҙән сығып урамдан  барғанда ла,ҡаршыһына осраған ауылдаштарын сәләмләгәндә лә Зәйнәп бөтә ҡайғыһын күңеленең иң төбөнә йәшерҙе,бары өйөнә инеп,унда бер кем дә юҡлығына инанғас ҡына, күҙ йәштәренә ирек бирҙе...

Иҫен йыя алмай ,аңҡы-тиңке булып оҙаҡ йөрөнө Зәйнәп.

Әмәлгә ҡалғандай, райондың  мәғариф бүлеге мөдире уны үҙенә саҡыртып алды.

-Һеңлекәш!Һиңә уҡырға кәрәк! Ғүмер буйы ете класс белем менән  йөрөй алмаҫһың!

Зәйнәп икеләнде.

-Әсәйем нишләр икән?

-Хәлеңде аңлайым,ситтән тороп уҡырһың,эшләп тә йөрөрһөң!

-Әллә инде!

Ҡыҙ төплө генә яуап бирмәне

-Әлләләп торма!Ятаҡтан урын бирербеҙ,әсәйеңде лә алып кил!

       Әсәһенә был хаҡта һөйләгәс,Зарифа ҡыҙыҡайының теләгенә ҡаршы килмәне,берҙән- бер улының,иренең юҡлығы тураһында гел генә иҫенә төшөрөп торған ерҙән китергәме-китмәҫкәме тип икеләнмәне тиерлек.Бер-ике көндә иң кәрәкле нәмәләрен ,ятыр-торор ҡаралтыны мәғариф бүлеге ебәргән йөк машинаһына ырғыттылар ҙа,ишекте йоҙаҡлап,асҡысын күҙ-ҡолаҡ булырға күршеләренә ҡалдырып,ауылдан сығып та киттеләр.

          Ҡала  мөхите уға бер аҙ онотолорға ярҙам итте,Нурисламға булған хистәре юҡҡа уҡ сыҡмаһа ла, баҫыла бирҙе. Бары  ғаилә ҡорорға ғына ашыҡманы ҡыҙ, саф мөхәббәтенә хыянат итеүҙән ҡурҡты. Ул арала эш тип янған Зәйнәпте  тағы ла үрләттеләр,район советына депутат итеп һайланылар,партия сафына инде,хатта Мәскәүгә съезға делегат булып барыу бәхете тейҙе. 

                                                               ***

             Бәхетле яҙмыш Миңислам менән Зөһрәне лә  ҡауыштырҙы. Һуғыш тамамланғас, шахта эшен ҡалдырып,тағы ла мыҡтыланып,һомғолланып ,ир ҡорона тулып ҡайтып төштө егет ауылға.Колхозға ҡайтҡан  трактор рулен дә ышанып Миңисламға тапшырҙылар.Эш мәнеһен белгән,усында ут уйнатҡан егетте Зөһрәнең аталары ла үҙ итте,яусы ебәргәс, ҡыуанып, ҡыҙҙарын кейәүгә бирергә риза булдылар.

          Ике яҡ туғандар йыйылып, өмә яһап,өй нигеҙе ҡорҙолар,бура күтәрҙеләр, көҙөнә йәш ғаилә яңы өйҙә донъя көтөп алып та китте.Бер-бер артлы улдары,ҡыҙҙары  донъяға килде.Зөһрә эшкә сымыры,егәрле,ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр ҡатын булып сыҡты.Һыйыр ағын тәләфләмәй,ҡаймаҡ айырып,май яҙып,ҡорот,эремсек яһап,ҡаҙан тирәһендә орсоҡтай бөтөрөлә.Ҡомалаҡтан сүпрә ҡайнатып,ҡабартып,күпертеп һалған икмәктәре һәр саҡ уңа.Ҡул эшенә лә маһир,кәрәк саҡта теген машинаһында ла бөтә кейем-һалымды һә тигәнсе генә тегә лә ала.Ә Зөһрәнең моңло тауышын ишеткәндәр мәңгегә уның күңеленә,моңона ғашиҡ !Миңислам һыҙҙырып гармунда уйнай,Зөһрә үҙәкте өҙөп йырлай.Кешеләр әйтмешләй, уларҙың никахы Хоҙайҙың бер матурға-бер матур,бер даланлыға-бер даланлы тигән ваҡытында күктәрҙә яралған һөйөүҙән туҡылған.Малайҙары аталарына оҡшап,ҡара матур булһа,ҡыҙҙары ,әсәләренә оҡшап,аҡ йөҙлөләр.Бәхетле өйҙә ҡот уйнап тора,мөхәббәтле парҙың йөҙөндә лә бәхет нуры сағыла.Бик ҡунаҡсыл, киң күңелле лә Зөһрә. Ҡәйнәһе Әсмә менән  әсәй менән ҡыҙ кеүек йәшәйҙәр,килгән-киткән туғандарға,таныш-тоноштарға ла был йортта һәр саҡ асыҡ ҡараш,алсаҡ йөҙ күрһәтәләр.Йылы ергә йылан эйәләй ,тигәндәй, барса  туғандары был йортта ҡәҙерле ҡунаҡ.

       Ағаһы Нурислам ҡалаға сығып киткәс,атаһы яу яланында ятып ҡалғас,әсәһе Әсмә апайға таяныс,Ғәйнислам менән Фәхрисламға ярҙамсы булып, үҙ өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ алды Миңислам.Бер ҙур,татыу ғаилә булып йәшәй Ыласыновтар. Тик  Нурисламдың яҙмышы ғына эсен бошора өй хужаһының.Ағаһы ауылда ҡалған булһа,бергә көңгөр-ҡаңғыр итеп,кәңәшләшеп донъя көтөрҙәр ине.Хажғәли ҡартатаһы ла яратҡан ейәненең тормошон тыуған  ауыл менән генә бәйләп күҙ алдына килтерә ине.Кешенең ниәт ҡылғанына көлөп ултыра икән ,ти бит шайтандар ҙа! ”Әйҙә,әйҙә,хыяллан әҙәм балаһы!Иртәгә һине нимә көткәнде белмәйһең шул!”

                                                       ***

         Нурислам менән Валентина-Вәлимә ҡалаға барып урынлашып,тәүҙәрәк баракта йәшәнеләр,шунан ҡала осона өй һалып,күсенделәр.Нурислам яңы ғына асылған шахтаға эшкә төштө,Валя ҡала дауаханаһына медсестра булып урынлашты.Ситтән ҡарағанда уларҙың тормошо һәүетемсә генә  кеүек.Эшкә баралар,ҡайталар,йөҙ төрлө донъя мәшәҡәте менән ваҡыттың   уҙғанын да һиҙмәйҙәр.Миңислам менән Зөһрәнең балалары тупырҙашып үҫеп килә,Ғәйнисламдың да өй эсе балалар тауышына күмелде.Хатта кинйәләре Фәхрисламдың   ҡыҙҙары мәктәп йәшенә етеп килә.Иң аяныслыһы-Нурислам менән Валяның сабыйҙары тыуманы.Төрлө кимәлдәге врачтар ҙа көсһөҙлөктән ҡулдарын ғына йәйҙеләр.Валя шунан Нурисламға үҙ уйын еткерҙе:

-Әйҙә, Минислам менән Зөһрәнең өсөнсө ҡыҙы... Миләүшәне үҙебеҙгә һорайыҡ.Улар бит йәштәр,тағы алып ҡайтырҙар.Моғайын,риза булырҙар, һин һораһаң... Миләүшәне беҙгә бирһәләр, үҙ балабыҙ кеүек булыр ине.

          Валя бер-ике ай элек ауылға ҡайтҡанда зәңгәр күҙле Миләүшәнең үҫә килә  украин ҡыҙына оҡшай барыуына ғәжәпһенгәйне.Сит кешенән ятһынып тормай,саҡырһаң килә,алға уҡ менеп ултыра.Шунда ул ҡыҙҙың ҡылын тартып ҡараны.Зөһрә менән Миңисламдың һәр балаһына тәмле әтәстәр,перәниктәр алып ҡайтҡайны.Балалар бер-береһенә мәмәйҙәрен күрһәтеп,маҡтанышҡан булалар.Бәләкәстәр,һанай белмәһәләр ҙә,Миләүшәнең ҡулындағы күстәнәстәрҙең күберәк булыуына иғтибар иттеләр,ҡайһы берҙәре уның үҙ өлөшө менән тигеҙ бүлешеүен теләне.Валя:

-У тебя хотят отнять сладости?Әйҙә миңә ҡыҙ бул да ҡуй!Мин һиңә кү-ү-п итеп конфет,шоколад алам!Күлдәктәр,сандалиҙар алып бирәм!-тине.-Миңә,Нурислам олатайыңа ҡыҙ булаңмы?

Күп итеп тәмлекәс ашау мөмкинлеген бала  ысҡындыра буламы?

-Эйе!Булам!

-Беҙҙең менән ҡалаға китәңме?

-Китәм!

Валяның күңеле албырғап ҡуйҙы,Миләүшә бит риза!Был һөйләшеү уның күңеленә ҡорт кеүек ояланы,тынғы бирмәй ҡыжмырҙап ҡына торҙо.

         Үҙенең ниәтенең бойомға ашыуына тамсы ла шикләнмәгән Валентина Нурисламды ҡыуыртып ,өйгә төкәтмә яһарға күндерҙе.Миләүшә килгәс , ҡыҙ балаға айырым бүлмә кәрәк ,тине.Ҡатынының алдына алғанын ҡуймай,үҙ һүҙен һүҙ итерен аңлаған Нурислам ял көндө урман яғына барып, өс яҡ төртөр өсөн бура белеште,иҙән , түбә йәйергә кипкән таҡталарын да тапты.Оҫталар яллап,тиҙ арала бураны күтәреп, башын ябып та ҡуйҙы.

         Валя эш хаҡы алыу менән төрлө төҙөлөш материалдары һатылған магазиндарҙы ҡыҙырҙы,оҙаҡ эҙләгәндән һуң теләгәненә иреште,бүлмәгә Миләүшәнең күҙҙәренә оҡшатып,зәңгәр күк йөҙөндә йондоҙҙар янып торған обой табып йәбештерҙе. Тәҙрәһенә фирүзә төҫөндәге ҡорғандар элде,иҙәненә затлы балаҫ түшәне.Ҡыҙ баланың зауығына тап килерлек мебель ҡайтартты,хатта үҙе бәләкәй саҡта хыялланып та бер ваҡытта ла уйнай алмаған һарыҡай сәсле ҡурсаҡ,оло ап-аҡ йомшаҡ айыу һатып алып ултыртып ҡуйҙы.Украинала ,ата йортонда йәшәгәндә үҙенең айырым бүлмәһе булыуын теләгәне гел иҫендә уның.Балаҡайы бер нәмәгә лә мохтаж булмаясаҡ,аҡтан аҡ,суҡтан суҡ итеп кейендерәсәк ул ҡыҙғынаһын.Башҡа ваҡытта ял көндәрендә аш бүлмәһенән сыға белмәгән Валя балалар өсөн тәғәйенләнгән магазиндарҙы йөрөп сыҡты,сәскәле күлдәктәр,матур таҫмалар,йоҡлау өсөн пижаманан башлап,миҙгеленә ҡарап кейергә плащ,пальтоларға тиклем һатып алып,бүлмәнең шифонерына элеп ҡуйҙы.

         Булды!Бүлмә әҙер,тик Миләүшәне барып һорайһы ғына ҡалды.Миңислам менән Зөһрә риза булырҙар әле,уларҙың бит былай ҙа балалары күп.Ә Миләүшәне, моғайын, бөгөн үк алып ҡайтырҙар!  

         Нурислам, ҡатынының тәҡдименә бер аҙ шикләнеп  торһа ла,Валя  ныҡығас,риза булды.Шул ниәт менән киләһе ялға уҡ икәүләп ауылға ҡайтып төштөләр.

         Күстәнәстәр,бүләктәр тейәп ҡайтып төшкән ағаһы менән еңгәһен Миңислам менән Зөһрә ихлас ҡаршы алды.Ҡыҙыу итеп мунса яҡтылар,ҡаҙан тултырып аш һалдылар.

         Рәхәтләнеп ҡыҙыу мунсала сабынып,Зөһрә бешергән  тәмле бишбармаҡты ашап бөтөүгә,ҙур ҡорһаҡлы еҙ самауыр ҙа,боҫон борҡотоп ,урындыҡтан урын алды. Хуш еҫле мәтрүшкәле сәйҙе эсеп алғас,тамаҡ ҡырып алып,һүҙ башланы Нурислам:

-Минислам ҡустым ,Зөһрә килен!Беҙ Валя еңгәгеҙ менән ун бер йыл бергә йәшәйбеҙ,балабыҙ һаман юҡ.Сит баланы тәрбиәгә алғыбыҙ килмәй ,ят кеше балаһын үҙ итә алмабыҙ ,тип ҡурҡабыҙ.Унан ...бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай,тиҙәр бит.Зинһар өсөн һеҙ... беҙгә Миләүшәне бирегеҙ .Беҙ уны яратып ҡына , иркәләп кенә үҫтерербеҙ.Миләүшәгә беҙгә өйрәнеүе ҡыйын булмаҫ,әле уға биш кенә йәш бит,еңгәгеҙ уға бауыр баҫыр...Һеҙгә осрашырға рөхсәт итербеҙ, килеп күреп йөрөрһөгөҙ,беҙ уны байрамдарға, каникулдарға алып ҡайтырбыҙ.

      Зөһрә күҙенең ҡыры менән генә Минисламға күҙ һалды. Иренең бите ағарып китте,уң яҡ күҙе  тартышып ҡуйҙы.Өйҙә себен осҡан тауыш ишетелерлек- ауыр тынлыҡ урынлашты. Һәр береһе артабан нимә булырын көтә.

       Шул саҡ Минислам яндырайланып урынынан һикереп торҙо:

-Ағай ,әле һин быны уйнап әйттеңме,әллә уйлапмы?Был тәҡдимде нисек уйлап таптығыҙ? Минең балам кәзә бәрәсеме,йә бесәй балаһымы,әллә көсөкмө?Нисек? Һеҙ әллә ... балабыҙ күп булғас та берәйһе артыҡ икән тип уйлайһығыҙмы? Тауҙан таш артамы? Беҙҙең  артыҡ балабыҙ юҡ!Тешләп ҡарағыҙ әле,ҡайһы бармағығыҙ ауыртмай? Бөтәһе лә ауырта.Был хаҡта ҡабат  һүҙ ҙә ҡуҙғатмағыҙ.Вәссәләм!

 Шунда Валяның илағаны ишетелде:

-Минислам,дорогой,пожалуйста,отдай нам ее,она так на украиночку похожа, голубоглазая, светловолосая! Мы ее Мариной назовем.

-Бар сығығыҙ,ҡайтып китегеҙ! Мин һеҙҙең менән был турала  башҡа һөйләшмәйем, хатта күрергә лә теләмәйем!Минең балаларым күп булһа ла,ас ултырмайҙар, тамаҡтары туҡ,өҫтәре бөтөн,күңелдәре көр!Бала-бауыр ите!Зөһрәмдең эсенә һыйған балабыҙ тышыбыҙға ла һыя.Беҙҙең артыҡ балабыҙ юҡ!Эй ,кемгә һөйләп торам, һеҙ уны барыбер аңламаясаҡһығыҙ!

          Минислам ҡапыл ғына ҡулын  һелтәп,яндырайланып,ишекте шартлатып ябып,ултырып сыҙай алмай, урамға  сығып китте.Ҡунаҡтарҙың иһә йыйынып ҡайтып китеүҙән  башҡа саралары ҡалманы.

             Шул көндән алып туғандар араһынан ҡара бесәй үтте.Валентина Нурисламдың туғандарын дошман күрә башланы,уларҙың һәр бер эшенән,һүҙенән сей эҙләне. Тәүҙәрәк һирәгерәк булһа ла  ҡайтып-китеп йөрөһәләр,хәҙер инде аралар өҙөлдө.Тау менән тау ғына осрашмай кеше менән кеше юлдары һирәк булһа ла киҫешмәй ҡалмай.Нурислам менән Минислам да  ғаиләләре менән ҡайһы бер мәжлестә  тура килгеләнеләр.Ул саҡта Валя  әрләшер өсөн сәбәп табырға әүәҫләнде. Табында ҡунаҡтар башҡортса йырҙар һуҙа башлаһалар, Валя пыр туҙып ,ене ҡуба ла китә:

-Тағы олой башланылар,олойҙар ҙа олойҙар!

Хужалар бишбармаҡ бешерһә,ауыҙына ла ҡапмай:

-Шул шаҡмаҡлы ашығыҙҙы бешереүҙе туҡтатағыҙмы,юҡмы?Бынау заманда ағас ҡалаҡтан аш эсеп,ҡул менән ит һоғондороп ултыраһығыҙ!Ашамайым мин ул нәмәкәйегеҙҙе!

          Ҡай саҡ табын артында ултырыусылар аштан да,ризыҡтан да өҫтөн булырға ярамағанлыҡты аңлатырға тотонһа,Валяны тотоп алырмын тимә,ауыҙынан ут сәсә.

Тора-бара туғандар уны табынға саҡырмаҫ булды,шуның менән бергә Нурисламдың да тыуған ауылына эҙе һыуынды.

Валя иренең башҡа туғандарын да өйөнә яҡын юлатманы:

-Ниндәй  бөтмәгән бер-береңә ҡунаҡҡа йөрөшөү ул?Мин һинең эт өйөрө кеүек  туғандарыңа ярайым ,тип ҡунаҡ саҡырып ултырмайым! Эҙҙәре булмаһын! Береһен дә күргем килмәй!

        Ә инде Нурислам тигән кеше донья йөҙөнән юғалды,тик уға Коля,Николай тигән ҡушамат ҡына  йәбеште.

        Нурисламды әсәһен ерләргә ауылға ҡайтҡан өсөн дә айҙар буйына таланы Валя,бөтә бәләләрҙе ул Әсмә  исеме менән бәйләне.Имеш,ҡәйнәһе уны тәүҙән үк һөйһөнмәгән, улына башҡорт ҡыҙын алып бирергә хыялланған.

-Старая стерва прокляла ,из-за этого у нас нет детей!-тип бер гонаһһыҙ Әсмәнең һыртынан тетмәһен тетте. Туғандары ла инде уларҙан өмөттәрен өҙҙө.Үҙҙәренең тупһаһы аша туғандары ғына түгел,башҡорт милләтенән булған күршеләре, таныштары ла ашатлап үтә алманы.Әҙерәк башҡортса һупалай башлаған  Валентина гелән урыҫса һөйләшергә кереште.

         Нимә булды Валяға? Әллә ен алмаштырҙымы?Нурисламға эйәреп ,Ҡаф тауы артына ла китеп олағырға,хатта икенсе ҡатын булып  килергә лә риза ине бит. Динен алмаштырып,үҙен Вәлимә тип атауға ла риза булғайны !Зәйнәпкә булған һөйөүенә хыянат итеп,Валяға өйләнгәнгә һынау итеп ебәрәме әллә Хоҙай бындай яҙмышты?

         Зәйнәп!Күңеленең түрендә генә  был исем!Иҫенә төшһә,уның матур йылмайыуы, серле ҡараштары йөрәген айҡалдыра.

      Нурислам башында бал ҡорттарылай гөжләп торған мең  һорауға яуап таба алмай  хитлана.Ҡара ҡыйғас ҡашлы Зәйнәпте иҫенә төшөрһә,йөрәге ситлегенә һыймай,шашып-ярһып тибергә тотона.

Дауамы бар. 

 

Автор:
Читайте нас