Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Әҙәбиәт һәм ижад
29 Октября 2023, 06:45

"Доға ҡөҙрәте" беҙҙе йыйҙы

Уҡытыусы, әҙибә Минира Бикәнәсова менән осрашыу үтте. 

"Доға ҡөҙрәте" беҙҙе йыйҙы"Доға ҡөҙрәте" беҙҙе йыйҙы
"Доға ҡөҙрәте" беҙҙе йыйҙы

Сәйетбаба бихисап яҙыусыларға ҡанат биргән бәрәкәтле төбәк. Матур шиғырҙары, ҡыйыш атып тура сәпкә тейҙергән юмористик хикәйәләре аша әҙәбиәт һөйөүселәргә таныш Минира Бикәнәсова ла – ошо ауыл ҡыҙы. Ошо шәмбе ауыл китапханаһында Минира Венер ҡыҙының "Доға ҡөҙрәте" исемле китабының исем туйы үтте.  "Осрашыуҙар үҙе бер ғүмер" тип аталған кисәлә Өфө ҡунаҡтары, уҡытыусылар, ветеран уҡытыусылар, ағинәйҙәр ҡоро, "Асанай" халыҡ фольклор ансамбле, китапханасылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Әҙәбиәт байрамында  шағирә, журналист Зөһрә Ҡотлогилдина, яҙыусы-сатирик Венер Исхаҡов үҙҙәренең  хәтирәләре менән уртаҡлашты. Минира Венер ҡыҙы ижад юлында “Башҡортостан пионеры” гәзите, Зөһрә Ҡотлогилдинаның тос ярҙамы булыуы хаҡында һөйләне. Гәзиткә әүҙем яҙышҡан ҡыҙ уның “Йәш хәбәрсеһе” булараҡ “Артек”ка путевка менән бүләкләнә. “Беҙҙе Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы алып барҙы, хатта ял иткән мәлдә тағы килеп, хәлебеҙҙе белешеп, яҙышып торорға өндәне”, - тине ул. 

Кисәне китапханасы Илһөйәр Мортазина йәнле итеп алып барҙы. 

Фото: Илһөйәр Мортазина

"Доға ҡөҙрәте" беҙҙе йыйҙы
"Доға ҡөҙрәте" беҙҙе йыйҙы
"Доға ҡөҙрәте" беҙҙе йыйҙы
"Доға ҡөҙрәте" беҙҙе йыйҙы
"Доға ҡөҙрәте" беҙҙе йыйҙы
"Доға ҡөҙрәте" беҙҙе йыйҙы
"Доға ҡөҙрәте" беҙҙе йыйҙы
Автор:
Читайте нас