Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
30 Октябрь 2023, 06:20

Актер ҙа, йырсы ла

Ул – Ғафури халыҡ театрының да иң сағыу артисы.

Актер ҙа, йырсы лаАктер ҙа, йырсы ла
Актер ҙа, йырсы ла

Ижадтың сиге лә, яры ла юҡ, тиҙәр. Ысынлап та, уның мөмкинлектәре бик ҙур, сөнки мәҙәниәт ул, тәбиғи байлыҡтарҙан айырмалы булараҡ, һәр ваҡыт тулыланып, яңырып торған ҙур байлыҡ. Быуындар алмашынған һайын күпме йәш, талантлы йондоҙҙар ҡалҡа. Шулай, кешелектең гүзәл сифаты ул - мәҙәниәткә ынтылыу, матурлыҡты, ижади хазинаны тамашасы күңеленә сәсеү. Күңел талабын ҡандырған концерт-спектаклдәр тәрбиәүи яҡтан да фәһем алырлыҡ сара бит.

Әле мәҙәниәттә яңы миҙгел, сезонды асыу осоро. Театр-концерттар яңы миҙгелде асып, тамашасыға матурлыҡты күрһәтеп кенә ҡалмай, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре яңы пландар ҡора. Ә төп һүҙем оҙаҡ йылдар район мәҙәниәт һарайында эшләгән, ҙур тәжрибә туплаған, йыр-моңға маһир, үҙенсәлекле моңло тауышлы йырсы, ҡурайсы Хызыр Нәзиров тураһында булыр. Ул – Ғафури халыҡ театрының да иң сағыу артисы.
Ул бик күп спектаклдәрҙә ҡатнашып тамашасы ихтирамын яуланы. М.Ғафури әҫәре буйынса ҡуйылған “Ҡара йөҙҙәр” спектаклендә – Закир, “Башмағым”да (Ғ.Ибраһимов) – Ғәлимйән, “Рәйсә+Фәйзи”ҙә (Н.Асанбаев) - Хәлим, “Ай тотолған төндә”лә (М.Кәрим) - Ялсығол, “Гөргөри кейәүҙәре”ндә (Т.Миңнуллин) – Микуш, “Байраҡ аҫтында”ла (С.Әбүзәров) - председатель, шул уҡ авторҙың “Бомба”һында – бомж, А.Вәлиевтең “Кәләш әйттергәндә” әҫәрендә – Имсе, М.Багаевтың “Ҡауышалар парҙар”ында – Әхмәт ролдәрен килештереп, еренә еткереп башҡарған актёр ҙа. Төрлө характерлы булһалар ҙа, ул башҡарған ролдәр йырлы-моңло һәм гармунлы. Өҙҙөрөп гармунда уйнап, йырлап, спектаклдәрҙе тағы ла юғарыраҡ күтәрә.
Ҡауарҙы егете Хызыр Нәзиров Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай бүлегендә белем ала. Ҡулына диплом алған йәш белгес, күп уйлап тормай, тыуған ауылы, мәҙәниәт йортона художество етәксеһе булып урынлаша. Директоры Фәүзиә апай Аҡмырҙина әле лә уның тураһында маҡтап һөйләй, ул эшләгәндә агитбригада, концерттар менән ауыл-
да ғына түгел, күрше ауыл сәхнәләренә йыш бара торғайныҡ, - ти. Тик егеткә ауылында оҙаҡ эшләргә тура килмәне, район мәҙәниәт йортона ҡурайсы итеп саҡырылды.
Район мәҙәниәт йортонда бөтә эштә лә ҡатнашып концерттарға йәм бирә. Һыҙҙырып ҡурайҙа уйнап, йырҙары менән тамашасыны әсир итә, оло ихтирам яулай. Йәшерәк саҡта “Айгүзәл” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә лә бейене ул. “Ҡыр ҡаҙҙары”, “Субботия”, “Ауылым урамдары” һәм башҡа бейеүҙәрҙә үҙенең оҫта бейеүсе икәнен күрһәтте.
Ә минең өсөн уның спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе күңелгә ятышлы итеп уйнауы, һәр ролде еренә еткереп башҡарыуы, бер-береһенә һис оҡшамаған образдар тыуҙырыуы оло һөйөнөс, ҡыуаныс ине. Уның менән иң башта М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” трагедияһын әҙерләп, районда бөтә клубтарҙа сығыш яһаныҡ. 2000 йылда ошо спектакль менән Халыҡ театрҙарының Миәкәлә үткән “Алтын тирмә” фестивалендә ҡатнашып, 50 театр араһында 2-се урын алдыҡ. Хызыр төп Закир ролен башҡарҙы. Жюри рәйесе Гөлли Мөбәрәкова Закир (Хызыр Нәзиров) һәм Ғәлимә (Рима Шәрипова) ролдәрен юғары баһаланы, икеһе лә “Иң яҡшы ирҙәр ролен башҡарыусы” һәм “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙҙар ролен башҡарыусы” номинацияларында еңделәр, беренсе дәрәжәле диплом һәм ҡиммәтле бүләк менән бүләкләнделәр. Театрыбыҙҙың был еңеүе оло ҡыуаныс, тағы ла дәртләнеп эшләргә этәргес тә булғандыр, моғайын.
Яңыраҡ сәхнә оҫтаһы Хызыр Мөхәмәтгәрәй улы үҙенең 50 йәшлек юбилейын билдәләгән. Уға ижадының тағы ла сағыуыраҡ биҙәктәргә бай, тормош күге һәр ваҡыт аяҙ, яҡты булыуын теләге килә.
Зәйтүнә ЗӘЙНЕШЕВА,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

"Табын" гәзитенән.

Автор:
Читайте нас