Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
30 Октябрь 2023, 03:05

Һуңлап килгән бәхет Повесть (11) Миңзәлә Хәлилова

-Нимә?Ҡалаҡлап ашатып,аҫтын алмаштырып ,к...н һөртөп ултырырғамы?Юҡ инде!Ауырыуҙы ҡарау,дауалау -врачтарҙың эше,был һорау менән мине башҡа борсомағыҙ!-тип ҡырт киҫте Валя...

Һуңлап килгән бәхет Повесть (11) Миңзәлә ХәлиловаҺуңлап килгән бәхет Повесть (11) Миңзәлә Хәлилова
Һуңлап килгән бәхет Повесть (11) Миңзәлә Хәлилова

***

     ...Еңеү көнө етәрәк шахта профсоюзы һуғыш ветерандарына ял йортона юлламалар таратты.Нурислам менән Валентинаға бер юлламаны ун икешәр көнгә бүлеп, шифаханаға барып, һаулыҡтарын нығытыу мөмкинселеге сыҡты.Тик  өй эргәһендәге баҡсаны ҡалдырып,донъя ташлап ,ишек бикләп, икәүләп сығып китеп булмай,шуға Нурислам Валентинаны бер үҙен ял итергә барырға күндерҙе.Әҙерәк ҡолағы ла тынып торор...

       Өйҙә яңғыҙы ултырып арыған ҡатын шатланып риза булды,бер-ике көндә баҙарға сығып, кәрәк-төйәген төйнәне лә юлға сығып та китте.

        Ҡатынын оҙатҡас,ул ғәҙәте буйынса,Зәйнәпкә юл тотто.Тик...нишләптер ...уның өй ишеге бикле булып сыҡты. Ишек шаҡыған тауышҡа,күршеләре килеп сыҡты.

-Ә...Зәйнәп...ҡайҙа?Ауырып киткән мәллә?

-Юҡ!Зәйнәп иҫән-һау!Ә бына әсәһе, эләгеп ҡолап, бот төбөнән аяғын һындырған. Тиҙ ярҙам машинаһы менән дауаханаға алып киттеләр.Бәлә өҫтөнә бәлә,күҙе күрмәүе етмәгән!

          Ишеткән яңылыҡтан Нурисламдың йөрәге тулап китте,ул тиҙ генә алма,әфлисун, лимон үлсәтеп алды ла автобус туҡталышына йүгерҙе.

       Шыптыр моҡсай күтәреп палатаға инеп килгән Нурисламды күргәс,Зәйнәп ихтыярһыҙҙан йылмайып ебәрҙе,йөҙөнә һарылған һағыш таралғандай булды,ике ҡаш уртаһында барлыҡҡа килгән бураҙна яҙылып,күҙҙәре осҡонланып китте.

         Йәйғор төҫтәренә тиң донья матурлығын күреүҙән мәхрүм ине шул   Зарифа. Ә  был бәхетһеҙлеге уны инде аяҡтан да яҙҙырған,етмәһә, врачтар ҙа тынысландырырлыҡ өмөтлө хәбәр әйтмәй.Нурислам дауалаусы врачтан ауырыуҙың хәле тураһында һорашҡас,уныһы:

-Беҙ Алла түгел,ә операцияны ҡәйнәгеҙ күтәрә алмаясаҡ.Унан оло кешенең һөйәктәре лә мурт,был урындан төҙәлһә,икенсе урында һынырға тора. Остеопороз һөйәктәрҙең ныҡлығын бөтөргән,-тип яуапланы.Ә Нурислам”ҡәйнәм”түгел тип аңлатып тороуҙы кәрәк тапманы.

              Бер аҙна көн дә дауахана юлын тапаны ирекәй,Зәйнәп  тә уны тәҙрәнән ҡарап көтөп алыр булды.Зарифаның хәлендә алға китеш булмағас,врачтар уны өйгә алып ҡайтырға рөхсәт бирҙе,сөнки әбей мәрхүм булып китһә,  үлем осрағы берәүгә артасаҡ, дауалау йортоноң  юғары күрһәткестәре боҙоласаҡ .

         Ауырыуҙы өйгә алып ҡайтыу өсөн транспорт хәстәрләүсе лә Нурислам булды,Зәйнәпкә ҡулынан килгәнсе ярҙам итте.Түшәктә ятҡан оло кешене ҡарау бигерәк ауыр: арҡаһы арып китһә,массаж яһарға кәрәк.Торғоҙоп ултыртырға,аҫтын алмаштырырға.Бында бер Зәйнәптең генә ҡулынан килерлек түгел.Әбейҙең хәле ауырайғас, ҡыҙҙың бер үҙен ҡалдырырға ҡурсып,төнгөлөккә лә тороп ҡалды. Бер аҙна ятты әбей түшәктә,күҙен мәңгегә йомор алдынан, Зәйнәпте эргәһенә саҡырҙы.

-Балам,бер үҙең ҡалаһың инде.Таяныр туғандарың да юҡ бит.Нурислам миңә бик оҡшай,үҙебеҙ кеүек ябай,ярҙамсыл.Тик...балаҡайым,ул ғаиләле кеше бит әле..

-Әсәй,минең ғүмерем буйы уны яратып йәшәгәнемде беләһең бит.Мин Нурисламһыҙ йәшәй алмайым. Уның ғаиләле икәнен дә беләм ,әммә йөрәгемә бойора алмайым. Яҙмыш беҙҙе тәккә генә икенсе тапҡыр осраштырмағандыр!..Һин бит үҙең”Бер генә булһа ла бала тап,”-тинең.

-Ҡыҙым,һин башһыҙ бала  түгел,үҙең ҡара,ауыртмаған яғыңа ят.Һин бәхетле булһаң,мин дә бәхетле булырмын.Фәтихамды бирәм,балаҡайым!

         Зарифаны ерләү мәшәҡәттәрен дә Нурислам үҙ өҫтөнә алды:мәсеткә барып, һөйләшеп,мулла алып килде,ҡәбер ҡаҙырға ир-егеттәрҙе йыйҙы.Әбейҙең өсөн,етеһен уҡытыу ҙа Нурисламһыҙ үтмәне.

         Зарифаны ҡуйып ҡайтҡас,мәйет сыҡҡан өйҙә бер үҙе ҡалырға шөрләгән ҡыҙҙы йәлләп,ҡуна ҡалды.Валентина ял йортонан көс-хәл йыйып ҡайтыуға Нурислам менән Зәйнәп араһына ел дә үтерлек түгел ине...  

         Туғыҙ айҙан ...Зәйнәп бала табыу йортонан  ап-аҡ битле,һөйкөмлө малай алып ҡайтты.Уға булат ҡоросолай ныҡ,түҙемле ,айҙай һөйкөмлө булып үҫһен,тип  Айбулат тигән матур исем һайланылар.Эй,ул әсәй булыуҙың рәхәтлеккәйҙәре!Ҡулыңа тәү тапҡыр килтереп биргәстәр,һоҡланып,балаңа ҡарап туя алмай ултырыуҙарың ғына үҙе ни тора?Ул балаңдың тәмле еҫен һулап туймайһың!Ауыҙҙарын сәпелдәтеп, имергә тамшанып ятҡан сабыйҙан да ҡәҙерлерәк бер кем дә юҡтыр донъяла!

        Ә атаһы?Аҙымдары олпатланды,үҙенә ышанысы артты,сөнки улы- уның ышанысы, өмөтө,ерҙә ҡаласаҡ нәҫел ебен дауам итеүсе.Тимәк,бушҡа йәшәлмәгән.Ир кешенең иңенә төшкән бурысты үтәп сыҡты Нурислам-ағас ултыртты,өй һалды,бына инде улы-Айбулаты тыуҙы.

        Улының эргәһенән ҡайтып китә алмай яфаланған Нурислам Зәйнәпкә үҙенең уйын асып һалды:

-Зәйнәбем!Мин улым менән икегеҙҙең янға күсеп киләм!

          Нурисламдың ошо хаҡта һүҙ башларын көтөп  йөрөгән Зәйнәп,яуап көткән Нурислам эргәһенә килеп ултырҙы,башын яурынына ҡуйҙы.

-Нурислам,ҡәҙерлем,миңә булған мөнәсәбәтеңә ҡыуанам,балабыҙ эргәһендә булырға теләгәнеңде лә аңлайым.Мин кеше бәхетһеҙлеге өҫтөндә үҙемдең бәхетле доньямды төҙөй алмайым,был янып көлгә әйләнгән йорт ҡуҙында яланаяҡ бейеүгә тиң булыр ине.Унан, Валентина белеп ҡалһа,миңә был ҡаланан китеүҙән башҡа сара ҡалмаясаҡ.Әйҙә нисек бар,шулай ҡалһын. Улыбыҙ эргәһенә килеп йөрө,уның метрикаһында атаһы урынында һинең исем торһон,ләкин фамилияһы минеке буласаҡ.Был  икебеҙ өсөн дә уңайлы булыр ,тип уйлайым.

          Нурислам, эсе һыҙып ҡына,Зәйнәптең тәҡдиме менән ризалашты. Ә Айбулат,әкиәттәгесә, йыл үҫәһен ай үҫте,ай үҫәһен,көн үҫте.Нурислам йыш килеп йөрөгәс,атайһыҙлыҡты тойманы,ләкин ҡайһы саҡта,иптәштәренең ата-әсәһе бер ҡыйыҡ аҫтында донъя көтөүен күреп ,әсәһенә сетерекле һорауҙар биреп аптырата ине,ләкин үҫә килә үҙенең был торошона күнде.

         Нурислам улын күрергә йән атып торҙо,ҡартайып килгәндә татыған атайлыҡ хисе шундай татлы,ҡәҙерле икән.Айбулат ҡойоп ҡуйғандай Нурисламға оҡшаған.Валя күрһә,был балала һис шикһеҙ ирен таныр ине. Ҡара бөҙрә сәстәр,ирендәре, ҡашы, күҙҙәре,хатта атлап китеүҙәре хас Нурисламса.

         Атаһы улына атаһы  яйлап ҡына туғандары,яҡындарының күп булыуы тураһында һөйләне,Ыласыновтарҙың йорт-нигеҙе ,тамыры ҡайҙа икәнлеген дә белеп үҫте Айбулат.

-Минең тыуған ауылыма барып,иң ҙур,бейек өйҙө тапһаң,шунда һинең Хажғәли ҡартатайыңдың,Фәйзулла ҡартатайыңдың нигеҙе булыр.Һин бер үҙең түгел,улым,ауыр саҡтар тыуһа,туғандарыңа ҡайтып һыйынһаң,һине бер ҡасан да ситкә типмәҫтәр.

       Тик Нурислам иҫән сағында улын туғандары менән таныштырырға батырсылыҡ итмәне,Зәйнәп тә  быға ҡул ҡуйманы.Ә Валя белеп ҡалһа,ниндәй шайтан туйы ҡубырын күҙ алдына ла килтереүе лә хәтәр.

                                                                   ***

         Бер йылды  шахтаның профсоюз ойошмаһы ир-егеттәрҙе 23 февраль-Совет Армияһы  көнө менән ҡотлап,затлы одеколон бүләк итте.Аҙаҡтан бергәләп  табын артында ихлас гәпләшеп ултырҙылар,мәжлес мәртәбәһенә тост әйтеп, коньяк та күтәрҙеләр.

       Эштән кәйефе күтәрелеп,йылмайып ҡайтып инеүсе ирен күреп ҡалыу  менән Валя  ҡыҙыл сепрәк шәйләгән күркә кеүек ҡабарынды.Унан   Нурислам яғына ырғыны ла ҡулынан  бүләкте тартып алып,  тышҡа ырғытты, уның артынан башҡа быяла һауыт-һаба урамға сығарып елгәрелде.

      Шунан  милицияға шылтыратты:

-Тиҙ арала килеп етегеҙ,иҫерек ирем ҡаңғырта,миңә ҡул күтәрә.

        Ул-был иткәнсе тәртип һаҡсылары выжлап ҡапҡа төбөнә килеп тә туҡтаны. Милиция телендә “кухня боксеры”тип аталып йөрөтөлә икән өйөндә янъял ҡуптарыусылар. Нурисламды  шул  исемлеккә индереп,Валяның илап,ярһып, күҙ йәштәрен түгеп  әртисләнеүенә ышанып,  ун биш тәүлеккә ябып та ҡуйҙылар.Эш урынынан бирелгән ыңғай баһа ла ярҙам итмәне, етмәһә ғаилә кеҫәһенә һуғып,арыу ғына  штраф та сәпәнеләр.

         Байрамды эскеселәр,янъялсылар менән бер камерала уҙғарҙы һуғыш афәтен күреп,Еңеү яулап ҡайтыусы ветеран...

        Көндән- көн  бәйеле аҙҙы ҡатындың. Йәшәүе ауырлашты,ашауы ашау,йоҡоһо йоҡо түгел. Валя иртәнән кискә тиклем ҡорт кеүек Нурисламдың мейеһен кимерә, йырғыслай.

        Хатта күршеләр баҡсаларында тыныс ҡына эшләй алмай. Йә Валяға эт өргәне оҡшамай,йә уларҙың бесәйҙәре баҡсаға инеп,картуф һабағын тапай,имеш , сәскәләрҙе йыға.Аптырағас, күрше-күлән , ул урамға сыҡһа,тиҙерәк өйҙәренә инеп ҡасыуҙы хуп күрә. Ә Зәкиә күршеһенә бигерәк ауыр ,сөнки ул бер үҙе дүрт бала тәрбиәләй,шахтала оло КРАЗ машинаһын йөрөтөүсе ире аварияға эләгеп,әрәм булып ҡуйҙы. Валя уның балаҡайҙарын уғрылыҡта ғәйепләй.

-Ты зачем молчишь?Ее дети огурцы воруют?

-Ҡуй инде,Валя! Бәлә яҡма!Киреһенсә,беҙҙең икебеҙгә күпме генә кәрәк,балаларға үҙең индереп бир!Сауап булыр!

-Хәҙер бына,шулар тип көн-төн тимәй түтәл утап бөксәңләйемме?Не надо было плодить нищету!

Валяны еңеп булмаҫын аңлаған Нурислам ҡул һелтәй.

Икенсе юлы тағы бәлә һала:

-Эти чертенята яйца воруют,наверное.Сегодня собрала всего пять штук!

-Етәр балаларҙы ғәйепләргә!Тауыҡтар ҙа ял итәләрҙер бит!Йә көн аралаш һалаларҙыр!-Нурислам был низағтарҙың осон-ҡырыйын күрмәй.Валяның фантазияһына сик юҡ!

        Бер гонаһһыҙ балаларын  хәҙер үҙҙәрен генә уйнарға ла сығармай Зәкиә, әсәйҙәре ҡарап торғанда ғына урамда уйнайҙар ҙа,бергәләшеп өйгә инеп ултыралар. Бәләһенән баш аяҡ,тағы берәй бәлә тағыр,балаҡайҙарға бур тигән мөһөр баҫылыр.  Тол ҡатынға,ярты етем сабыйҙарға булмаған  ғәйеп тағып,бысраҡ өҫтөнә бысраҡ өйөп,эшенә –уҡытҡан мәктәбенә тиклем ялыу менән  барып етте бит Валя.Ярай, мәктәп коллективы аңланы,эште ҙурға ебәрмәне.Юғиһә ғәзиздәреңдең  исеме балиғ булмаған балалар эштәре буйынса комиссияға эләгеүен көт тә тор.Яҙмышты насар яҡҡа бороп ебәрергә бер ауыҙ һүҙ етеүе мөмкин.Ә Зәйнәп тураһында белеп ҡалһа,был эштең нимә менән бөтөрөн күҙаллауы ла ҡурҡыныс.

             Икенсе юлы мәтрүшкәле миндек менән сабынып,мунсанан сығып,ҡан йүгертер өсөн бер генә рюмка коньяк төшөрөп,  йылыға һөйәктәре йомшап,иҙерәп йоҡлаған иренең мыйығын ҡайсы менән тунаны Валяһы.

          Нурислам уянып,көҙгөгә күҙ һалғас,үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы.Был юлы , ҡатынының мыҫҡыл итеүенә түҙә алмайынса,ысынлап та ,тос йоҙроғо менән киҙәнде ир.

         Шул ваҡыт быуа йырылып киттеме ни!Валя ҡот осҡос һүҙҙәр менән иренә ябырылды:

-Мин һине күрә алмайым!Аңлайһыңмы? Кү-рә ал-ма-йым!

 -Йәшәмә!Кит!

- Һин үҙеңде аҡыллы ,тип уйланыңмы?Ни өсөн беҙҙең балабыҙ юҡ,беләһеңме?

-Ну!-Ярһыған  Нурислам йәшел бактан сүмес менән һыу һоҫоп ,ирененә терәне.

  -  Белмәйһең!-Валя ,бармағы менән  янап,ҡысҡырҙы.- Мин... Фрицман тигән немец һалдатына сафлығымды бүләк иттем!

         Нурислам төбөндә һыуы ҡалған сүместе бак өҫтөнә атып бәрҙе.Һыу түгелеп,иҙән буйлап ағып китте,сүмес тәҙрә төбөнә түңкәрелде.

-Кәнтәй!-Нурислам йоҡо бүлмәһенә инеп,ишекте япҡанға,тәҙрә быялалары сыңланы.

-Нет!Ты дослушай! Ана шул Фрицман арҡаһында  һин аслыҡтан ҡотолдоң,ул  минең үтенесемде кире ҡаҡманы!Уның миңә булған һәйбәт мөнәсәбәте арҡаһында селлә һыуыҡтарын имен –аман үткәрҙең!-Ҡысҡырыуҙан тамағы ҡарлыға башлаған Валя залдағы диванға ауҙы.Шунан тороп,ишек эргәһенә барып,эт ирештергән кеүек,ҡысҡырып-ҡысҡырып һамаҡлай башланы:

- Мин, миһырбанлығыма барып,һинең йәш ғүмереңде йәлләп,ярҙам итмәксе булдым!Унан балаға уҙҙым,тик Фрицман минән,украин ҡатынынан, балаһы тыуыуын теләмәне.Сөнки был бала таҙа арий расаһынан булмаясаҡ ине!

        Был  бысраҡлыҡты ишетеп,бүлмәлә сыҙап ултыра алмайынса,Нурислам ,һикереп тороп,зал ишеген асты.

-Фашист ҡалдығы!Мин бит һинең саф булмауыңды йәшлек хатаһы,тип уйлағайным!Эх,һин...-Нурислам битенән аҡҡан күҙ йәштәрен дә һөртмәй,башын баҫып,стена буйындағы ултырғысҡа сүгәләне.-Как ты смогла?

-Смогла! А что мне нужно было умереть сголоду!Зато осталась жива!И тебе спасла жизнь!-Валя,үҙенең шул хәле менән ғорурланған кеүек,башын күтәрҙе.-Да! Миңә немец докторы  аборт яһаны.Шул доктор минең башҡа балам булмаясағын әйтте!Ә һин...бер ҡатлы...

       Нурислам ғүмер буйына алданып йәшәгәне өсөн үҙен үҙе ғәйепләне.

-Мин бит һиңә ышандым...Яраталыр, тинем...

-Как бы не так!Ауылға партизандар баҫып инә башлағас,мин Фрицмандың аяҡтарын үбеп,үҙе менән алып китеүен үтендем-юҡҡа ғына. Ул мине ашатлап,ташлап сығып китте.Ә һиңә кейәүгә мин...аптырағандан сыҡтым!

-Ҡатын- ҡыҙ заты шул тиклем хаяһыҙ була аламы?-Нурислам,бөтөнләй хәлһеҙләнеп,әлһерәп ҡалды.

-.Мин... ауылыма ҡайтмаҫ өсөн...  һинең менән ошо йәһәннәм тишегенә китергә риза булдым!Мине танымаһындар,үлгән,тип уйлаһындар ,онотһондар өсөн бер ҡасан да тыуған яғыма ҡайтып килергә теләгем булманы.Мин... ғүмер буйы... Фрицманды һағынып йәшәнем!

        Валя,ярһып-ярһып ҡысҡырҙы-ҡысҡырҙы ла ,хәлдән тайып арып,   тағы карауатына барып ятты.

       Нурислам ишетелгән хәбәрҙән ҡатып,шаңҡып  ҡалды...

-Нишләнек беҙ,Зәйнәп!Кем хаҡына һуңлап килгән бәхетебеҙҙән баш тарттыҡ?Өс көнлөк донъяла Хоҙай беҙҙе юҡҡа ғына осраштырмаған булған бит!Айбулатым, берҙән-бер улым хаҡына миңә тағы аҙ ғына ғүмер бир,Хоҙайым!Яратҡан кешем эргәһендә йәшәр өсөн көс бир-,тип аҙарынды.

            Ҡапыл мәрт йоҡоһонан уянғандай , һикереп тороп баҫты , йоҡо бүлмәһенән сумаҙанын алып сығып,шифонерҙан кейемдәрен йолҡоп, шунда тултыра башланы.Ләкин шул саҡ,ҡапыл ыңғырашып,уң яҡ күкрәгенә  ҡулын ҡуйып,иҙәнгә шыуып төштө.

         Тиҙ ярҙам машинаһы һә тигәнсе килеп етте,Нурисламды реанимацияға һалдылар. Врачтар уның инфаркт кисереүен хәбәр итте,ике көндән инсульт булып, ир түшәккә ятты...Нурисламдың уң яҡ аяғы,ҡулы йөрөмәй,ашау-эсеүенең дә йүнгенәһе юҡ.Эргәһенә килеүсе булмағас,дауалаусы врач Валентинаға шылтыратты:

-Зинһар больницаға килегеҙ әле!

     Валя Нурисламдың хәле тураһында мәғлүмәт алғас,врачтың күҙенә туп-тура ҡарап үҙ алдына һөйләнде:

-Мин медицина училищеһы тамамланым,инсульттың эҙемтәләре тураһында беләм!Тимәк,ул түшәккә ятты!

-Төрлөсә булырға мөмкин.Кемдер тиҙ генә алға китә,берәүҙәр кеше көнлө булып ҡала...Хатта биш-алты йыл буйына үҙгәрешһеҙ түшәктә ятырға мөмкин.Беҙ бит бары врачтар,Алла түгел.Һеҙгә реанимациянан палатаға сығарғас,эргәһендә торорға кәрәк булыр.

-Нимә?Ҡалаҡлап ашатып,аҫтын алмаштырып ,к...н һөртөп ултырырғамы?Юҡ инде!Ауырыуҙы ҡарау,дауалау -врачтарҙың эше,был һорау менән мине башҡа борсомағыҙ!-тип ҡырт киҫте Валя...

       Ошо уҡ бүлектә санитарка булып эшләүсе  Мәҙинә исемле ауылдаштары  булмаһа,туғандары ла Нурисламдың хәлен белмәҫ ине.Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ тигәндәй,Минислам менән Зөһрә ағаларының хәлен ишеткәндең иртәгеһенә үк күтәренеп-йөкмәнеп килеп еттеләр.Туғандары палатаға килеп ингәс,Нурисламдың ике күҙенән дә йәш атылып сыҡты.

                                                            ***

Автор:
Читайте нас