Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
31 Октябрь 2023, 03:05

Һуңлап килгән бәхет Повесть (аҙағы) Миңзәлә Хәлилова

-Хәле һәйбәттән түгел,кеше көнлө.Етмәһә мәрйәһе уны ҡарауҙан баш тартҡан.Кисә Минислам менән Зөһрә килгәйне,улар алып ҡайтып ҡарарға итә ти шикелле.Баш врач шулай ,тип әйткән.

Һуңлап килгән бәхет Повесть (аҙағы) Миңзәлә ХәлиловаҺуңлап килгән бәхет Повесть (аҙағы) Миңзәлә Хәлилова
Һуңлап килгән бәхет Повесть (аҙағы) Миңзәлә Хәлилова

***

            Зәйнәптең һуңғы арала эсе боша.Нишләптер Нурисламдан бер хәбәр ҙә юҡ,ике көнгә бер   килеп,улы менән уйнап,күңеле булып ҡайтып китә ине,бына өс көн инде килеп күренгәне юҡ.Эштән һуң Айбулатты балалар баҡсаһынан алғас,икәүләп көн дә урам аша урынлашҡан магазинға инәләр. Улы йә берәй уйынсыҡ һорай,йә тәмле әтәс таптыра.Бына бөгөн дә әсәһенең ҡулынан тартҡылап магазинға алып инде.

       Һатыусының өҫтәленән күҙе генә күренеп торған малай һыу менән ата торған пистолет күреп ҡалды.

-Әсәй,ал миңә шул пистолетты!

-Улым,уйынсығыңдан күп нәмә юҡ,әйҙә,икенсе берәй нәмә ҡарайыҡ ,-тип улының иғтибарын ситкә йүнәлтергә тырышты Зәйнәп.

-Юҡ!Миңә шул пистолет кәрәк!Атайым килһә,мин уны атайымдан һорайым.

Малайҙың был һүҙенә һатыусы менән һөйләшеп торған ҡатын көлөп ебәрҙе:

-Кемдән һорарға белә ул,атайҙар ундай уйынсыҡҡа аҡса йәлләмәй!Бәй!Зәйнәп,был һинме ул?- Ҡатындың тауышы таныш кеүек тойолдо,иғтибарлап ҡарағас ҡына ауылдашы Мәҙинәне таныны Зәйнәп.

-Эйе, мин.Әллә ныҡ үҙгәргәнменме?

-Юҡ,танырлыҡ былай.Был һинең улыңмы?Ҡалай  үҙеңә оҡшаған.-Мәҙинәнең һорауҙарына яуап бирә-бирә Зәйнәп пистолет өсөн аҡса түләне лә атҡа менгән кеүек ҡыуанған улын етәкләп урамға ашыҡты.Алаһы әйберен алып,йәһәтләп уның артынан сыҡҡан Мәҙинә Зәйнәпте тағы туҡтатты.

-Зәйнәп, Нурислам  менән икегеҙҙең һөйөү тарихы нисә йыл  бөтә ауылдаштарҙың  телендә булды,бәлки был турала һин белергә тейешһеңдер.Ишеттеңме икән, Нурисламды беҙҙең больнисҡа килтерҙеләр, инфарктмы ,инсультмы булған уға. Реанимацияла ине,әле палатаға сығарҙылар инде.

-Ҡасан?!.Ниндәй инфаркт? Нисек больниста?-Зәйнәп һорау артынан һорау яуҙырҙы.

-Хәле һәйбәттән түгел,кеше көнлө.Етмәһә мәрйәһе уны ҡарауҙан баш тартҡан.Кисә Минислам менән Зөһрә килгәйне,улар алып ҡайтып ҡарарға итә ти шикелле.Баш врач шулай ,тип әйткән.

       Ишеткән хәбәр Зәйнәпте аяҡтан йығырлыҡ ине,ҡатын тиҙ генә улын етәкләп , автобус туҡталышына йүгерҙе.

       Өс көн буйына Нурисламдың хәлен белешмәүенә үкенде лә сабынды.Һөйгәнен тиҙерәк үҙ күҙҙәре менән күреп,хәленең тотороҡло булыуына инанғыһы килде.

      Быға тиклем үҙе биләгән вазифаның мөмкинселектәре менән файҙаланып өйрәнмәгән Зәйнәп,һөйгәнен үлемдән йолоу өсөн бер ниндәй ҡаршылыҡ алдында ла туҡтап ҡалмаясағын аңланы.Улын етәкләп, баш врачтың кабинетына йомолдо:

-Зинһар, миңә дөрөҫөн әйтегеҙ,Ыласынов ...Нурислам... йәшәрлекме?Хәле нисек?

      Йүгереүҙән хәле бөткән,аһылдап торған ҡатынға баш врач өҫтәлдә торған йәшел графиндан һыу һалып бирҙе.

-Бик ныҡ хафаланмағыҙ,Зәйнәп Ғәйзулловна!Улығыҙҙы уйлағыҙ!Былайтып үҙегеҙ ҙә аяҡтан йығылырһығыҙ бит!

-Иҫәнме...Хәле нисек?-Зәйнәптең ирендәре ҡалтыраны.

-Инсульт кисергән икәнлеген беләһегеҙҙер...Ул ауырыуҙың ҡурҡыныслығын күҙ уңында тотҡанда,  хәле тотороҡло, тип  әйтергә мөмкин.Кемегеҙ була һуң  Ыласынов?

-Ирем...-Зәйнәп туҡтап ҡалды.-Улымдың атаһы!

        Бындай тура яуап алырын көтмәгән баш врач башҡа бер нәмә лә өндәшмәне.Ул барыһын да аңланы...

                                                   ***

         Ай буйы больница тупһаһын тапаны Зәйнәп,эшкә йөрөгән кеүек,иртән дә,кис тә күстәнәсен күтәреп,һөйгәне янына йүгерҙе.Дауалау курсын үткәс,ял йортона барырға ҡырҡа ҡаршы булған Нурисламды өйөнә алып ҡайтты.Атаһын алып ҡайтҡанға Айбулаттың нисек ҡыуанғанын һүрәтләп тә бөтөп булмаҫ!Ул бер әсәһенә килеп һыйына,бер атаһы эргәһенә йүгерә.Ҡыуанысынан ҡолонсаҡ кеүек һикерә,осоноп хәбәр һөйләй.Атаһына пистолетын ,уйынсыҡтарын күрһәтә.Зәйнәп Нурисламды ашата башлаһа,бәләкәй ҡалағын алып килеп,бер үҙе ҡаба,бер атаһына ҡаптыра.Кискә арып,талып,атаһы эргәһенә һыйынып саҡ йоҡлап китте.Нурислам да бала кеүек ҡыуана,һөйләгәне бик үк аңлашылып бөтмәһә лә ҡайҙа ым,ишара менән аңлашалар.Унан ғашиҡтар өсөн һүҙҙең кәрәге бармы? Игеҙ йәндәр бит йөрәк менән һөйләшә!

       Нурисламды дауахананан алып сығыр алдынан Зәйнәп тағы бер тапҡыр   дауалаусы врач менән күреште.Тик уныһы өмөтләнерлек хәбәр әйтмәне.

       -Ауыр һуғыш юлын,концлагерь ғазабын үтеп  ҡайтҡан кешенең ҡайҙан ғына хәле һәйбәт булһын!Йөрәге бөткән,унан мейеһенә ҡан һауған.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,уның ғүмер сәғәте артҡа табан һанай.Бәлки бер ай йәшәр,ә бәлки бер аҙна.Һәр кемдең организмы үҙенсә көрәшә.

       Врач  яңылышты.Һуңлап ҡына килгән бәхете ,Зәйнәпкә булған һөйөүе, Нурисламдың ғүмерен  оҙайтҡандыр,моғайын.Ул тағы биш ай йәшәне.Ғүмерлек мөхәббәте,берҙән-бер улының әсәһе,Зәйнәбе ҡулында яратылып, ҡәҙерле булып ятты.Һөйгәненең күҙҙәренә йотлоғоп ҡарап,яратып туя алмайынса бер булды...Зәйнәп уны бала кеүек тәрбиәләне ,бер һыҙланыуһыҙ аҫтын алмаштырҙы,өҫтөн йыуҙы.Көн дә иртән яҫтыҡҡа һөйәп ултырта,ҡулын-битен йыуа,ҡалаҡлап ашата,аяҡ-ҡулына массаж яһай.Нурисламға бүләк иткән һәр көн ғүмере өсөн Хоҙайға рәхмәт уҡый.Яратҡан кешеһенең һуңғы көндәрендә эргәһендә була алыуына ҡыуанып бөтә алмай.Мөхәббәт емеше булып донъяға килгән Айбулаты өсөн дә һөйгәненә рәхмәтле.Тағы ла бер шатлыҡлы  ваҡиға Нурисламдың бәхетен икеләтә арттырҙы .Зәйнәптең йөрәк аҫтында  бер кескәй генә йөрәк леп-леп тибә,үҙенең барлығын белдертеп, ҡуҙғалып ала.Һөйгәненә серен сисергә яйлы ваҡыт көтөп йөрөгән Зәйнәп,был хаҡта Нурисламдың тыуған көнөндә әйтергә ниәтләгәйне. Тик Нурислам больницаға эләкте,шунан реанимация,дауаланыу курсы оҙаҡҡараҡ китте.Был шатлыҡлы яңылыҡты Нурисламға баҡыйлыҡҡа күсер алдынан ғына әйтә алды.Ирҙең ике күҙенән йәш тиртеп сыҡты,хәлһеҙ генә ҡулдары менән Зәйнәбен эргәһенә тартып ултыртты,битен һөйгәненең ослайып ҡына торған ҡорһағына терәне.

-Ҡыҙ булһа,Айһылыу,малай тыуһа,Азамат тип ҡушырһың-,тип бышылданы.Ҡыҙарып ҡына таң  атып,яңы көн тыуып килгәндә Нурисламдың йәне күккә ашты.

           Ә Валя ,Нурислам мәрхүм булып ҡалғанын ишеткәс, сәсен-башын туҙҙырып килеп инде.Мәйет эргәһендә тиҫбе тартып ултырған мулла яулыҡ ябынмаған өсөн  шелтә яһағас, янъял ҡуптарырға  ла оялманы.Имеш,ире Николайҙы мосолман зыяратына түгел,урыҫ зыяратына ҡуйырға кәрәк.Ошо мәлдә Миңислам ирлек сифатын күрһәтте:

-Ғүмер буйы мыҫҡыллауың  етмәгән,үлгәс тә тынғы бирмәҫкә итәһеңме? Һинеңсә булмаясаҡ,ағайымды мосолман зыяратына,мосолмандарҙың бөтә йолаларын үтәп,шартына килтереп ерләйбеҙ.Ғүмерен ағыулағаның етмәгән,теге доньяла ла тыныс ятҡырмаҫҡамы ни иҫәбең?

         Бындай ҡәтғи яуапты ишетеп өйрәнмәгән еңгәһе,ҡапыл тынып ҡалды,башҡа һүҙ көрәштереп торманы.

     ...Нурислам мәрхүм булып ҡалғас ҡына Валя үҙенең өйһөҙ ҡалғанын белде.Был хәбәрҙе ул нотариус ауыҙынан ишетте.Сөнки Нурислам үҙ исеменә яҙылған өйҙө Айбулатҡа бүләк иткәйне.Ә Валяға ғүмеренең ахырынаса өйҙә йәшәү хоҡуғы бирелгән . Быны ишеткән ҡатын,этлегенә барып, ғүмеренә бер тапҡыр  мосолман зыяратының ҡапҡаһын асып инмәне,Нурислам исеменә аят уҡытманы,хатта Коляһына атап сиркәүҙә  майшәм яндырманы . Нурисламдың ҡәберенә мәрмәр һәйкәлде лә,тимер ҡоймаһын да Зәйнәп ҡуйҙырҙы,тик был турала,зыяратҡа барып йөрөмәгәс,Валя белмәй ҡалды.

Айбулат әсәһе менән  Нурисламдың ҡәберенә йыш йөрөнө,атаһы яратҡан сирень ботағын да үҙ ҡулы менән ҡәбер өҫтөнә ултыртты.

        Нурислам ысын донъяға күскәс  аңланымы,юҡмы уның ҡәҙерен,әммә Валентина  япа-яңғыҙ ҡалды.Осҡор күҙҙәр һүрәнләнде,төп-төҙ арҡа көйәнтәләнде, ҡолаҡ һаҡбайланды.Өйгә инһә лә,тышҡа сыҡһа ла яңғыҙ. Кешеләрҙе һағынды,ләкин берәү ҙә уның ҡапҡаһын асып, тупһаһын аша атлап үтмәне, бөтәһе лә унан туйып,биҙеп бөткәйне.

       Урам осонда ғына торған магазинға икмәк менән һөткә лә бара алмай башлағас, социаль яҡлау бүлегенән уны тәрбиәләргә бер ҡатынды беркеттеләр.Тик ул ҡатын да оҙаҡ торламаны,аҡса урлауҙа ғәйепләнеп, эшенән китергә мәжбүр булды .Ә башҡаса уны тәрбиәләргә риза булыусылар табылманы. Аптырағас,изге күңелле кешеләр, Рәсәй буйлап Валентинаның  туғандарын эҙләй башланылар. Ниһайәт,Украинала йәшәгән   Олесяның ҡыҙҙары  табылды,  улары үҙҙәренең тыуған яғына алып ҡайтырға ризалаштылар. Ғүмер буйы йәшәгән өйөнән сығырға уйламаған  Валяның саҡ ризалығын алдылар.

       Бына,ниһайәт,ул аҡ машинала  алты тиҫтәнән ашыу  ваҡыт  ҡайтып урамаған тыуған яғына,үткәндәренә ҡарай  елдерә...

                                                         ***

          Айҙы айҙар алмаштырҙы,йәмле йәй артынан моңһоу көҙ килде,буранлы ҡыш ҡарҙан бейек тауҙар өйҙө..Тәбиғәттең үҙ ҡануны,үҙ көйө.Бына инде ҡарҙар даръя булып ағып китте,ер йәшәрҙе, алмағастар, сейәләр ап-аҡ сәскәгә тумаланды.  

        Айһылыуын етәкләп,беренсе класта уҡыған Айбулатты мәктәптән ҡаршы алып, өсәүләп ҡайтып килешләй,Зәйнәп почта ҡумтаһына  күҙ һалды.Гәзитте асып ебәргәйне, эсенән бер хат килеп төштө.Тышына  Украина адресы яҙылған  .Һағайып ҡына ҡулына алды Зәйнәп алыҫтан килгән аманатты. Ашығып,хатты асып,уҡый башланы.Тәүге хатты Нина яҙғайны.Ул Валяның мәрхүм булып ҡалыуы хаҡында хәбәр иткән.Апаһы үлер алдынан  үҙ ҡулы менән яҙылған  хатты  Зәйнәпкә ебәреүен һораған.Нина уның һуңғы үтенесен кире ҡаға алмаған.

Икенсе хат Валянан:

     “Зәйнәп!Мине зинһар өсөн ярлыҡа!Беләм,Коля  һине ғүмер буйы яратты.Мин һеҙҙең арағыҙға инеп,  үҙем дә бәхетле була алманым,һеҙҙе лә бәхетһеҙ яһаным.

     Хоҙайымдан үлем һорап ятам,минең бит  хәҙер бер кемгә лә кәрәгем юҡ,һеңлеләрем дә миһырбанлы, изге күңелдәренә барып ҡына миңә яҡшы мөнәсәбәттәләр,инде мин быны ла һәйбәт аңланым.Тәүбә итәм,Зәйнәп,ғәфү ит зинһар мине.Тыныс ҡына,әҙ ауырыу,анһат үлем менән  ысын донъяға инергә ярҙам ит!Һеҙ гонаһтарымды ярлыҡаһағыҙ,мин тыныс күңел менән был донъянан китер инем.Рәнйемә миңә,иҫәрлегемде ғәфү ит.Нурисламдан да мине ғәфү итеүен ялбарып һорайым!Мин  уның  бер тапҡыр ғына,бары бер генә тапҡыр төшөмә инеүен теләйем.Күҙҙәренә ҡарап,кәрәк булһа,алдарына тубыҡланып,төштә булһа ла мине ярлыҡауын үтенер инем. ”

Ғәжәп...Ошо тәүбәле хат Зәйнәптең бәғерен  өткән  юшҡынды таҙартҡандай итте,һулышын еңеләйтте.

                                                       ***

             Йәйҙең иң гүзәл мәле.Тирә-яҡта сәскә,бал еҫе.Бейектә,баш осонда һабантурғай моңон түгә,сиңерткәләр сырылдай,сәскәнән сәскәгә ҡунып, аллы-гөллө күбәләктәр оса.Наҙлы ғына еләҫ ел сәстәрҙән һыйпай.Ҡояш та шундай йомарт,шәлкем-шәлкем йылы нурҙарын ер өҫтөнә һирпә.Күктә әрпәк-һәрпәк  болоттар талғын ҡына офоҡ ситенә ыңғайлай.

            Ошо һиллекте һиҫкәндереп,түбәһе  монарланып ятҡан Балҡантау итәгенә бер-нисә  машина килеп туҡтаны.Спорт кейемендәге ирҙәр,ҡатын-ҡыҙҙар,көлөшә-көлөшә килеп төштөләр,оло йәштәге ҡатынға машинанан сығырға ярҙам иттеләр. Тирмә ҡорғансы,үләнгә балаҫ,юрғандар түшәп,балаларға ял итергә  урын әтмәләнеләр.Ир-егеттәр үҙ мәшәҡәттәре менән булғансы ,ҡатын-ҡыҙҙар йәһәтләп  самауыр ҡуйырға, ҡаҙан аҫырға тотондо.Ул арала күмәкләп эргәләге урман эсенән сатыр-сотор йыйып алып сығып,ҡаҙан аҫтына ут тоҡандырып та ебәрҙеләр.

     Ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып ,уйҙарға сумып,ғашиҡтар төйәге-Балҡантауға оҙаҡ  текләп ҡарап торған  ҡатынға әленән-әле күҙ һирпеп алған  урта йәштәрҙәге ир ,бар эшен ташлап,уға табан ыңғайланы.

-Әсәй!Хәлең нисек?Ныҡ арыманыңмы?

-Юҡ,улым!Киреһенсә,хәл инеп китте,тындарым иркенәйҙе!

Зәйнәп  ҡулы менән тауға иҙәне:

-Йәшлегем эҙҙәре ҡалған ,атайығыҙ менән икебеҙҙең вәғәҙә бирешкән изге тау ул -Балҡантау! Шәбәйеп,йәшәреп киткәндәй булдым!

        Ағаһы менән әсәһенең ниҙер һөйләшкәнен күреп ҡалған Айһылыу ҙа улар эргәһенә килде.

-Балҡантау ҙа Балҡантау  тип хыяллана инең,әсәй,йә,шунан?Күңелең булдымы?

Зәйнәп ике балаһын да ҡосаҡлап алды.

-Мин бөгөн ныҡ бәхетле ,балаҡайҙарым!Һеҙ икегеҙ ҙә эргәмдә,ана ,ейән-ейәнсәрҙәрем йүгереп йөрөй. Был үҙе бер бәхет!Тик... атайығыҙ ғына был шатлыҡты күрә алманы!

Зәйнәп,кеҫәһенән ҡулъяулыҡ алып,күҙ йәштәрен һөрттө.

-Хәҙер Балҡантау түбәһенә менә алһам,минең өсөн башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй!

-Әсәй!Хәлең етмәһә,мин һине күтәреп алып менермен!-Айбулат әсәһенең яурынынан ҡосаҡланы.

Күп тә үтмәне тау итәгендә тирмә йыйылды,уны тирәләп балалар сыр-сыу йүгереште.Тирә-яҡҡа тәмле еҫтәр таралды. Бер аҙҙан күмәкләшеп Балҡантауға  ыңғайланылар.Оло йәшенә ҡарамаҫтан,йәштәрҙән ҡалышмай ,Зәйнәп тә тау үренә тиҙерәк менеп етергә ашҡына.Гүйә,унда ғүмерлек мөхәббәте ,Нурисламы,ҡолас йәйеп көтөп тора.

 

 

 

 

.

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас