Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
1 Ноябрь 2023, 07:40

НОКТЮРН Хикәйә (1) Мирас Иҙелбаев

Их, Ғәзиз аяғына баҫа алһа! Ошо егеттәр кеүек, бер ни булмағандай, палата иҙәнен, хирургия бүлеге коридорын «ыһ» та итмәй арҡыры-буй атлап йөрөй алһа! Һис талаштырмаҫ ине шуларҙы. Йүгереп кенә аҫҡы ҡатҡа төшөп, туғандары килтергән күстәнәсте елтерәтеп мендереп, карауаттарына һалыр ине. Бары тик шуларҙың йәнгә тейеп тауышланыуҙарын ишетмәҫ өсөн генә!

НОКТЮРН Хикәйә (1) Мирас ИҙелбаевНОКТЮРН Хикәйә (1) Мирас Иҙелбаев
НОКТЮРН Хикәйә (1) Мирас Иҙелбаев

Эргәләге карауатта һөйләшкән ике егеттең тауышы Ғәзиздең йә ҡолаҡ төбөндә генә яңғырап китә, йә ер аҫтынан сыҡҡандай тоноҡ ишетелә. Һүҙҙәренең мәғәнәһе лә ара-тирә мейегә килеп етә.

– Бар төшөп кил, һинең сират.

– Юҡ, һин төш, бөгөн һинең сират.

– Кисә ике тапҡыр төштөм бит, һинең сират...

Һаман бәхәсләшәләр. Игеҙәктәрҙе татыу була, тиҙәр ине. Татыу һиңә! Палатаға килеп эләккәндән бирле Ғәзиз шуларҙың талашыуын ғына ишетә. Яраларына боҙ ҡуйып, ыңғырашмаҫҡа тырышып уңайлап ятып, йоҡларға самалап ҡарай. Биш минут үтәме-юҡмы, ойоп барған еренән тегеләрҙең тауышына һиҫкәнеп уяна.

– Бар һуң, кешене көттөрмә!

– Көттөрмә шул, нишләп төшмәйһең?

Их, Ғәзиз аяғына баҫа алһа! Ошо егеттәр кеүек, бер ни булмағандай, палата иҙәнен, хирургия бүлеге коридорын «ыһ» та итмәй арҡыры-буй атлап йөрөй алһа! Һис талаштырмаҫ ине шуларҙы. Йүгереп кенә аҫҡы ҡатҡа төшөп, туғандары килтергән күстәнәсте елтерәтеп мендереп, карауаттарына һалыр ине. Бары тик шуларҙың йәнгә тейеп тауышланыуҙарын ишетмәҫ өсөн генә! Өйҙән килгән әйберҙе төшөп алыу өсөн һатыулашалар. Ниңә шулай иренәләр? Әгәр Ғәзизгә өйҙән берәйһе килһә! Аяҡҡа баҫып, коридор буйлап бер атлап үтеү, аҫҡа төшөп, ишек янындағы саф һауаны һулау – һауығыуға бер аҙым бит. Тиҙерәк ауылға ҡайтыуға оло өмөт. Шуның ҡәҙерен белмәйҙәр. Юҡтан сәбәп табып көн һайын тиргәшәләр.

– Нишләп гел мин генә, һиңә ни булған?

– Ҡара-ҡара, арҡаға эҫе һыу һипте лә үҙе «ни булған» тип тора.

– Ә һин минең аяғыма һиптең. Кемгә атлауы ҡыйыныраҡ!

– Бер ҙә ҡыйынға оҡшамаған. Медсестра Вераның артынан ҡалмай эйәреп йөрөйһөң. Ул дежур булһа, ординаторскийҙан сыҡмайһың.

Быларҙың һөйләшеүендә нимәлер Ғәзизгә таныш. Нимә һуң әле? Оҙаҡ иҫенә төшөрә алмай аҙапланды ул. Игеҙәктәрҙең тауышы ҡолағына бәрелгән һайын ошо таныш тойғо аңына яҡын ғына килә лә, хәтеренә барып етә алмай, ҡабат юғала. Йәки, инде хәтерләнем тигәндә, терһәктән аҫтараҡ өҙөлгән һул ҡулдың яраһы үҙәктән алып, һуштан яҙҙырырлыҡ итеп әрней. Хатта ошо ҡулдың әллә ҡасан әллә ҡайҙа ятып ҡалған усы, бармаҡтары ла түҙеп торғоһоҙ  ауыртҡандай тойола Ғәзизгә. Шуға ла тыныс ҡына тыңлай алмай ул тегеләрҙең бушҡа әйтешкәндәрен. Ни кешесә һөйләшә, ни саҡ ҡына ихлас көлә, ни ысын күңелдән ҡыуана белмәйҙәр. Ун һигеҙ түгел, һигеҙ йәшлек бала-саға һымаҡ тоталар үҙҙәрен. Төҫкә ике тамсы һыу кеүек оҡшаштар. Бер кешеме ни – айырып алырлыҡ түгел. Бер үк һауаны һулап, бер һауыттан ашап, бер үк тәрбиә күреп үҫкәндәрҙер, моғайын. Ә татыулыҡ юҡ. Эләгешергә әҙер генә торалар. Тыңлаһаң, күңелде ытырғандыра.

– Һин дә артынан бик ҡалмаҫ инең дә бит, Вера һиңә күҙ һалмай шул.

– Әйтәм, һиңә күҙ һала.

– Һалмаһа – һалыр.

Вера... Йөҙөнән бала сырайы ла китмәгән яғымлы ҡыҙ.

Медсестралар араһында иң матуры, иң инсафлыһы. Уколды ла бүтәндәр кеүек ҡаҙамай. Һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Яраны яңыртып бәйләгәндә, бар көсөңә аҡырып ебәрерҙәй ауыртыуҙы, йомшаҡ ҡулдары, хәстәрле йыуатыуҙары менән баҫа ла ҡуя.

– Хәҙер, хәҙер, йән киҫәгем. Саҡ ҡына түҙ инде. Хәҙер еңеләйә.

Ҡайҙан килгән был балаға бөтмәҫ-төкәнмәҫ наҙ? Алыҫ мөйөштә ятҡан ун йәшлек малайға ла, уның эргәһендәге мыжыҡ ҡартҡа ла, теге икәүгә лә, Ғәзиздең үҙенә лә бер тигеҙ яғымлы ул. Ә игеҙәктәрҙең бер һыңары уның бөтә наҙын үҙенә генә тип ҡабул итә. Башҡаларға тейешен күрмәй. Икенсе һыңары әҙерәк күрә икән әле. Тел төбөнән шулай һиҙелә.

– Һалды, ти. Һинең менән минең кеүек ҡолғалар уның күҙенә салынды, ти. Көнөнә ике тапҡыр йомшаҡ ереңә энә ҡаҙай торғас, һинән туйып бөткәндер әле.

Тегеһе, баш аҫтына ике ҡулын ҡуйып, түбәгә ҡарап вайымһыҙ бәхәсләшеп ятҡан еренән ҡапыл һикереп тора ла, туғанына ҡулын һуҙа:

– Әйҙә бәхәсләшәбеҙ! Күпме ваҡыт бирәһең: өс көнмө, аҙнамы? Шул ваҡыт эсендә Вераны ҡулымда күтәреп йөрөтәсәкмен!

Келт! Иҫкә килеп төштө. Үҙенән ике йәшкә генә оло ағаһы Вәғиз менән әйткеләшеп ала торғайны бит Ғәзиз. Бәләкәй саҡта. Бигерәк тә көтөүгә сыҡҡан көндәрҙе. Бер йылда, Ғәзиз бишенсене, Вәғиз етенсене бөткән йәйҙә, ауыл көтөүен һәр өй сиратлап көттө. Ғәзиздәргә сират етһә, мал һанына ҡарап өс көн рәттән сығырға тура килә торғайны. Аталары, таң менән ауыл осона көтөүҙе йыйып, ҡуҙғатып алып китә лә, әсәләре ике малайҙы уятып ебәргәс, малдарҙы тотош шуларға тапшырып, үҙенең эшенә ашыға. Ғәзиз менән Вәғиз бөтә көтөүгә, ауылдан өс-дүрт саҡрым алыҫлыҡта бөтә тәбиғәткә – сәскә үләнле йәшел туғайға, бөҙрә таллы, муйыллы ҡыуаҡлыҡтарға, тулы һыулы Димдең бөгөл тапҡырындағы ятыуына хужа булып ала. Һарғылт күн менән ябылған өр-яңы эйәрле ат та уларҙыҡы. Эй, уңайлы йомшаҡ эйәр. Атланып алһаң, үҙеңде мотоцикл өҫтөндә кеүек хис итәһең. Аҡыллы күҙҙәре менән малайҙарға ышанып ҡараған «Йондоҙ» исемлә был ат тап Ғәзиз менән Вәғиз өсөн: үҙе тыныс, зирәк, үҙе салт. Шыйыҡ сыбыҡ менән өҙәңге артына эләктереүҙе лә көтмәй – ҡулыңды күтәреүең була, һелтәнеп өлгөрмәҫ элек сығып та китә. Иң һөмһөҙ һыйыр ҙа, көндөң иң эҫе мәлендә лә ситкә ҡаса алмай.

Көндөҙ малайҙарҙың береһе ауылға йөрөп килә. Тан шунда башлана ла инде һатыулашыу.

– Бына төйөнсәк, бына оҙон сыбыртҡы, – ти Вәғиз Ғәзизгә. – Малдарҙы ҡараштырып тор, мин ҡайтып киләйем.

– Һин кисә ҡайттың бит, бөгөн минең сират.

– «Йондоҙ»ҙо ла ҡалдырам бөгөн, ҡалып тор, туғаным, йәме?

– Юҡ, ҡайтам.

– Иртәгә лә көтәбеҙ бит әле. Иртәгә үҙем ҡалырмын. Тыңла инде, туғаным.

– Ҡайтам. Минең сират. Нишләп гел һин генә...

Тулы тығыҙ кәүҙәле, киң яурынлы булып үҫеп килгән ҡыҙыу Вәғиз нәҙек оҙон Ғәзизгә бер-ике биргеләп ала. Ғәзиз илай.

– Туҡмап еңмәксе булаһыңмы?.. Барыбер минең сират...

Тамам йәне көйгән Вәғиз оҙон сыбыртҡыһын асыу менән үләнгә атып бәрә.

– Бар, ҡайт! Үҙем ҡалам. Әйләнеп килерһең әле!

Инде Вәғиз еңелгәс, Ғәзиздең ҡапыл ғына күңеле ҡайта. Ысынлап та, көтөүҙе ағаһының ризалығынан тыш ташлап китһә, йәм булмаясаҡ. Өҫтәүенә, үҙе әйткәнсә, кире килгәс тә көн күрһәтмәҫ.

– Ҡайт әйҙә, ярар ҡалам, – ти Ғәзиз.

Вәғиз, шул һүҙҙе генә көткәндәй, бер һикереүҙә таҡыр үләндә ятҡан сыбыртҡыны эләктереп алып, туғанына һуҙа.

– Шулай тиген! Вәт рәхмәт, туғаным! Иртәгә һис һүҙһеҙ һин ҡайтырһың. Мә, сыбыртҡы, мин остом!

Ғәзиз уның артынан көнләшеп ҡарап ҡала.

Бер уйлаһаң, ҡайтҡан кеше һис тә отмай. Өс саҡрым тегеләй, ос саҡрым былай йәйәү һәлпәңләргә кәрәк.

Тик барыбер ҡайтҡы килә шул. Унда, пәрҙәләре ҡоролған бүлмәләрҙә, себен-серәкәйһеҙ һалҡынса һауа. Күгәүен тауышы ла йәнгә теймәй, тып-тыныс. Унда бер сынаяҡ сәй эсһәң, йәнгә рәхәт. Ә бында көн буйы һыу эс, барыбер һыуһата ла һыуһата. Унда ҡайтып ярты сәғәт кенә торһаң, өйҙәге, күрше-тирәләге яңылыҡтарҙы белеп ҡалаһың. Юғиһә, һин юҡта ауылда әллә ниҙәр булып ятҡан кеүек. Унда тағы... Гүзәл. Ғәзиздең әсәһенең ҡалалағы таныштарының ҡыҙы. Йәйгелеккә ҡунаҡҡа килгән ул. Бешкән ҡарағат төҫлө сөм-ҡара күҙле, нәҡ магазин кәштәһендә күҙҙең яуын алып ултырған ҙур ҡурсаҡтыҡы кеүек, ҡалын тулҡынлы ҡара сәсле матур ҡыҙ. Үҙе иҫ киткес алсаҡ, ирәбе. Ғәзиз бәләкәстәрҙе элек тә ярата торғайны. Йыш ҡына урамдағы бала-сағаға һүҙ ҡушып, мәрәкәләп һөйләндереп ҡыҙыҡ таба ине. Ә Гүзәлде үҙенә бер төрлө яратты. Ауылдағы ҡыҙҙар малайҙарҙы бар тип тә белмәй, айырым бер төркөм булып эркелешеп йөрөйҙәр. Саҡ ҡына былайыраҡ өндәшмәһәң, турһая башлайҙар, телдәрен сығарып күрһәтә һалалар. Гүзәл улай түгел. Ул – ҡыҙҙарға ла, малайҙарға ла, үҙ тиңенә лә, Ғәзиз кеүек алты-ете йәшкә олораҡ ағайҙарға ла бер тигеҙ. Тартынып-нитеп тормай – кемгә булһа ла өндәшә, ниҙе булһа ла һораша. Үҙе шундай йомарт. Ауыл балаларын ҡаланан алып килгән шоколад менән һыйлай.

Тәүге көндә үк Ғәзиз, ҡунаҡ ҡыҙға балыҡ тотоп алып ҡайтып биреү ниәте менән, ҡармаҡ сыбыҡтарын барлай башланы. Уның янына «тып» итеп Гүзәл килеп баҫты.

– Балыҡҡа бараһыңмы, ағай?

– Эйе, Димгә төшөп, һиңә балыҡ тотоп алып бирәм.

– Мин дә барам.

– Оҙаҡ йөрөйөм бит мин. Арырһың.

– Арымайым.

– Ярар, мин әҙерәк тотҡас, балыҡты килеп алырһың, йәме? Мин анауында, Димдең боролған ерендә булырмын.

Ғәзиз ҡармаҡлаған арала Дим буйына малайҙар йыйылып китте. Сәғәт ярым самаһы үткәс, ысынлап та, тигеҙ оҙон ҡалҡыулыҡта ултырған ауыл осонан Дим туғайына табан, аҡ ебәк күлдәген елберләтеп, Гүзәл күренде. Ул бөтөнләй яҡынайғас, малайҙар ғәжәпләнеп китте.

– Беҙҙең янға йүгерә бит.

– Матур ҡыҙ, ивет!

– Кем икән ул?

– Гүзәл ул. Минең ҡалалағы һеңлем.

Ғәзиз ҡапыл ҡармаҡ сыбығын ярҙа ялтырап ятҡан сыбыҡтар янына ырғытты ла, Гүзәлде йүгереп килгән еренән эләктереп, ике ҡуллап күтәреп алды. Тегеһе малайҙарҙан оялды шикелле – уңайһыҙланып сәбәләнде.

...Вера улай сәбәләнеп кенә ҡалмаҫ. Ғәзиздең күңеле һиҙә – еңел-елпе ҡыҙ түгел ул. Ауырыуҙарға алсаҡлығы – үҙ эшенә яуаплы ҡарап, бирелеп эшләүенән. Ә был егет ҡалай анһат ҡыланмаҡсы. Бәхәсләшәйек, имеш. Әйберме ни!

Аҡылға ултыртыр ине лә Ғәзиз уны. Һөйләшерлек хәле юҡ. Яралар туҡтауһыҙ һыҙлай. Исмаһам, берәр сәғәт һыҙлаһын да, бишәр генә минут тәнәфес яһап алһын ине. Ҡуҙғалып, уңайлап ятыуы бер үлем. Ҡайҙа ул һөйләшеү ҡайғыһы. Ярай әле, уйлап була. Ауылда, хәрби хеҙмәттә күргәндәрҙе, егерме йыл ғүмер эсендә кисергәндәрҙе туйғансы хәтерләп сығырға мөмкин.

Гүзәл өй эсендәге, күрше-тирәләге бөтә кеше араһынан Ғәзизгә нығыраҡ эйәләште. Малай уны велосипедҡа ултыртып, ауылды күрһәтеп йөрөнө. Күҙенә салынған һәр нәмәне ҡыҙ төпсөп һорашты.

– Был ниндәй өй ул?

– Был – клуб. Унда кино күрһәтәләр, концерт ҡуялар.

– Концерт? Пианино бармы?

– Бар, шикелле.

– Әйҙә, инеп уйнайыҡ.

Ғәзиз уның һәр бер теләген үтәргә тырышты. Ләкин клуб көндәр буйы бикле тора. Ә кистәрен бала-сағаникеы индермәйҙәр. Ҡыҙҙың күңелен китмәҫ өсөн генә ризалашҡан булды.

– Әйҙә һуң, барып ҡарайыҡ әле.

Бәхеткә ҡаршы, йыйыштырыусы апайҙың яңы килеп торған сағына юлыҡтылар. Ҡунаҡ ҡыҙҙың теләген әйтеп биргәс, ул рөхсәт итте. Гүзәл инструменттың ҡапҡасын ҡыйыу ғына асты ла, аяҡ өҫтө торған килеш шунда уҡ көй сығарып, үҙе лә ҡушылып китте:

Тень, тень, потетень,

Выше города плетень...

Ғәзиз күҙҙәрен шар асып, аптырап ҡалды.

– Ҡайҙан өйрәндең һин улай, Гүзәл?

– Нулевой класта.

– Ҡайҙа, ҡайҙа? Ә беҙҙә нулевойҙа музыканан өйрәтмәйҙәрсе.

– Музыканы өйрәтә торған нулевой бит ул. Нота менән.

– Ә башҡортса берәй көй уйнай беләһеңме?

– Башҡортса? – Гүзәл стеналағы билдәһеҙ нөктәгә ҡарап, маңлайын йыйырған булып, ниҙер хәтерләргә тырышты. – Беләм, тик нотаһыҙ ғына. Атайым өйрәткәйне.

Ул тағы пианиноға ҡушылып йырланы. Ғәзиз уның һығылмалы ҡулдарына, клавишаларға бер-бер артлы етеҙ төшкән бармаҡтарына ҡарап баш сайҡаны:

– Ике ҡул менән уйнайһың, ә?

– Дүрт ҡул менән дә уйнайҙар ул. Икәүләп бергә ултыраһың да уйнайһың. Мин әле белмәйем. Икенсе йәйҙә икәүләп уйнарбыҙ, йәме? Һин дә өйрән.

Гүзәл килгән көндәрҙә Ғәзиз хатта ауылдағы дуҫтарын онотоп торҙо. Ошо бала менән һөйләшеү, уны алып йөрөү малайға ҡыҙыҡ та, рәхәт тә ине. Унан әллә күпме яңы нәмә ишетте. Үҙе лә ҡыҙҙың әллә күпме һорауҙарына яуап ҡайтарҙы.

 

Фото:

str-cbs.ru

Автор:
Читайте нас