Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
2 Ноябрь 2023, 13:42

Ҡарт ҡыҙ Повесть Риф Йөҙлөкбай (2)

– Ниндәй егет? Уҡырға кәрәк. Һин мине беләһең бит. Ә бына һеҙгә, егеттәргә, ышаныс бик аҙ, – тине Йәнбикә егетенә һыйына биреп.

Ҡарт ҡыҙ Повесть Риф Йөҙлөкбай (2)Ҡарт ҡыҙ Повесть Риф Йөҙлөкбай (2)
Ҡарт ҡыҙ Повесть Риф Йөҙлөкбай (2)

2

Унынсы класта уҡып йөрөгән йылда, әрмелә йөрөп ҡайтҡан ауылдашы Айрат Йәнбикәне күреп, һоҡланыуын белдерҙе.
– Нисек матур булып үҫеп киләһең, ғашиҡ та булып ҡуйырмын әле, – тип шаяртып алды. Күҙҙәре уттай яна, йылмайыуы ихластан ине. Йәнбикә егеттең һүҙҙәренән оялып китте, битенә алһыулыҡ йүгерҙе.
– Китсе, Айрат ағай, шаяртма әле, мин әлегә уҡыусы ғына. – Шулай тип әйтһә лә Айрат әйткән һүҙҙәр рәхәтлек бирҙе, хисләндереп ебәрҙе. Йөрәге тиктомалдан шәп итеп тибә башланы. Уны һалдат кейемендә күреп һоҡланып торғайны.
Ошо һөйләшеүҙән һуң, һирәк кенә булһа ла, осрашҡан саҡта һөйләшеп китер булдылар. Икеһенең дә йөрәктәрендә ниндәйҙер хис тирбәлде. Тик был турала бер-береһенә һиҙҙермәнеләр. Айрат колхозда шофер булып эшләп йөрөнө, Йәнбикә имтиханға әҙерләнде.
Беренсе май байрамына клубта концерт әҙерләгәндә, клуб мөдире Йәнбикәнең матур, моңло йырлағанын белеп, уны концертта ҡатнашырға саҡырҙы. Имтиханға әҙерләнһә лә, Йәнбикә ризалыҡ белдерҙе.
Йәнбикәнең моңло тауышы күптәрҙе аптыратты, ауылдан артист сығасаҡ тип һөйләнделәр. Айрат шул көндө ҡыҙҙы оҙатып ҡуйҙы. Тауышының матур, моңло булыуын бер нисә мәртәбә әйтеп алды.
– Һиңә йырсы булырға, уҡырға барырға кәрәк, – тине ҡыҙҙың ҡулына ҡағылып.
– Юҡ. Артислыҡ миңә бармай, уларҙың тормошо гел юлда, мин йөрөргә яратмайым. Минең бухгалтер булғым килә, – тине Йәнбикә, артист тормошон ныҡлап белмәһә лә.
Айрат уның был һүҙенә һөйөндө генә. Ул үҙе тураһында уйланы. Йәнбикә менән ныҡлап йөрөп китеп, өйләнергә булһа, уға артист кәрәкмәй, бухгалтер булыуы ҡулай буласаҡ.
Айрат уңайын тура килтереп, ҡулын ҡыҙҙың иң башына һалды.
– Айрат ағай, һин нимә? Ҡулыңды ал! Кәрәкмәй... Башҡа улай ҡағылма! Мин уҡыусы! – тине лә, киҫкен хәрәкәт эшләп, егеттең ҡулынан ысҡынып атлап китте.
Айрат ҡаушап, юғалып ҡалды. Ҡыҙҙың был ҡылығы уның намыҫына тейҙе. Шулай булһа ла, һиҙҙермәҫкә тырышып:
– Кис һалҡын, өшөп китмә тигәйнем, – тине башҡа һүҙ таба алмай.
– Өшөмәйем.
Һөйләшмәй генә ҡыҙҙы йортона саҡлы оҙатып ҡуйҙы ла егет, һаубуллашып, үҙ яғына атланы.
Өйгә ингәс, Йәнбикә үҙенең ҡыланышына үҙе ғәжәпләнде. Ҡоро, мәғәнәһеҙ килеп сыҡты түгелме? Айратты ул бит оҡшата, матурыраҡ әйтһә лә, аңлар ине. Егеттең иң башына ҡул һалыуы ҡурҡытты шул. Әсәһенең бала саҡтан уҡ ир-атҡа ышанмаҫҡа кәрәк, уларға бары бер генә нәмә кәрәк, тип тәрбиәләүе эҙһеҙ юғалманы. Йәнбикә ир-аттан ҡурҡып үҫте. Бәләкәйерәк сағында әсәһенең, уларға бары бер нәмә генә кәрәк, тигән һүҙен аңлап бөтөрмәһә лә, йырағыраҡ булырға тырышты. Шуға ир-ат менән һөйләшеү күп ваҡыт ҡырыҫ, тупаҫ килеп сыҡты. Үҫә төшөп, барыһын да аңлай башлағас, әсәһенең һүҙендә дөрөҫлөк барлығын дуҫының тыуған көнөндә аңланы. Гөлнәзирәнең ун алты йәшен үткәргәндә йыраҡ туғандары ла йыйылған ине. Дуҫының ҡаланан килгән ике туған ағаһы Йәнбикәне күҙ алдынан ебәрмәне. Янына килеп әллә нимәләр һөйләне, бейергә саҡырҙы. Аҙаҡ оҙатып ҡуйҙы. Ҡапҡа төбөнә еткәс, Йәнбикәне ҡосаҡлап үбә башланы, ҡулдары менән күкрәгенә үрелде. Ҡыҙ нимә эшләргә белмәй юғалып ҡалды. Үҙен тиҙ генә ҡулға алып, егетте бар көсөнә этеп ебәрҙе. Был хәлде көтмәгән, ярайһы ғына эсеп алған егет, арты менән ергә йығылды. Ауыҙҙын тултырып һүгенеп алды ла:
– Ҡырағай што ли? Айҙан төштөң што ли? – тип асыуланып, һикереп торҙо ла, ҡыҙҙы яңынан ҡосаҡларға итте. – Һин нимә, бөтәһе лә егеттәр менән ҡунып йөрөй. Белая ворона што ли? Булмай торһон, мин һине үҙемдеке итәсәкмен, көсләйәсәкмен.
Ул арала Йәнбикә ихатаға инде лә ҡапҡаны ябып ҡуйҙы. Ҡапҡаға арҡылы һала торған тимер киҫәген ҡулына алып:
– Башыңды ярырмын, инеп кенә ҡара! Мин һиңә ҡала ҡыҙҙары түгел! Бар ҡайт!
Ошо хәлдән һуң ир-аттарҙан һаҡ булырға кәрәк тигән уй башына нығыраҡ инеп урынлашты ҡыҙҙың.
Айрат башҡа Йәнбикәгә ҡул һалманы. Ҡыҙҙы аңларға тырышты, бәлки, дөрөҫ тә эшләйҙер, тип фекер йөрөттө. Унан бына тигән тоғро ҡатын сығасаҡ, тип күңелен йыуатты. Йәнбикәгә лә егеттең башҡа инеп бармауы, тәртипле булыуы үҙенә тартты. Йөрәге төбөндәге хис-тойғо мөхәббәттән ҡайнаны. Йыш ҡына осрашыр булып киттеләр. Шулай ҙа Йәнбикә Айратҡа үҙен ҡосаҡларға, үбергә рөхсәт бирмәне. Үҙенең яңылышып ҡуйыуынан ҡурҡты. Иркәләй башлаһа, ҡаршы торалмаҫ кеүек булды. Егет менән һөйләшеп йөрөгәндә, әсәһенең, һаҡ йөрө, егеттәр үҙенеке итһә, уларҙа ҡыҙыҡһыныу юғала, башҡа боролоп та ҡарамаясаҡтар, тигән һүҙҙәре иҫенә килә лә төшә.
Йәнбикә мәктәпте тамамлап, ауыл хужалығы институтына уҡырға инеп ҡайтҡас, Айрат уны шатлыҡтан ҡосаҡлап үбеп алды. Был юлы ҡыҙ ҡарышманы. Егет ошо күренештән файҙаланып, ирендәренән үпте. Йәнбикә уңайһыҙланып, башын борған булһа ла, егеттең үбеүе оҡшап ҡалды. Улар шул көндән алып, осрашҡанда үбештеләр.
Август аҙағында Айрат ҡыҙын ҡалаға саҡлы оҙата барып, дөйөм ятаҡҡа урынлаштырҙы. Һаубул­­лашҡан саҡта:
– Мин бында юҡ тип егеттәргә ҡарай күрмә, – тигән булды. Уның был һүҙҙәрендә көнләшеү һиҙелеп тора ине.
– Ниндәй егет? Уҡырға кәрәк. Һин мине беләһең бит. Ә бына һеҙгә, егеттәргә, ышаныс бик аҙ, – тине Йәнбикә егетенә һыйына биреп.

Ауырлыҡтар төшһә, әйт үҙемә,
Йәнбикәм, Йәнбикәм,
Һинең янға осоп килермен.

Айрат йырҙың һүҙҙәрен бер аҙ үҙгәртеп, әкрен генә йырлап ебәрҙе.
– Һинең дә тауыш моңло икән.
– Минең кеүек бөтәһе лә йырлай... Ә бына һиндә ысынлап та моң бар.
Йәнбикә бер һүҙ әйтмәй, бары ҡулбашын ғына күтәреп ҡуйҙы.
Сентябрь уртаһында Йәнбикә бәрәңге сығарышырға тип ялға ауылға ҡайтты. Бәрәңге сығарыу уға эләкмәне, апалары ҡайтып эште бөтөргән булып сыҡты. Айрат менән кисен осрашҡанда:
– Иртәгә буш булһаң, күрше ауылға, минең менән бергә уҡыған Санияға барып киләйекме? – тине, егетенең күҙҙәренә ҡарап.
– Барырбыҙ. Әлбиттә, барырбыҙ. Берәй йомошоң бармы ни? – тип һорап ҡуйҙы.
– Юҡ. Ул да бәрәңге сығарырға ҡайтҡайны, бәлки, ярҙам итешербеҙ.
Йәнбикә бәрәңге сығарыуҙан бигерәк үҙенең егетен иптәш ҡыҙына күрһәткеһе, маҡтанғыһы килде. Ул нимә әйтер?
Икенсе көндө, иртәнге ун беренсе яртыла, Айрат атаһының “Жигули”йы менән, колхоз идараһы янында Йәнбикәне көтөп тора ине.
– Әллә көттөрҙөм? – тип ҡыҙ ашығып машинаға инеп ултырҙы.
– Юҡ, ваҡытында килдең, – тине егет, уның ҡулын тотоп.
– Ҡуҙғалдыҡмы?
Санияларҙың ауылдары артыҡ алыҫ түгел, ун биш саҡрым самаһы ғына. Ауылға барып ингәс, урамдағы бер апайҙан дуҫының йортон һораны Йәнбикә.
– Сания? Институтта уҡып йөрөгән Саниямы? Ул бит минең күршем. – Ҡатын кеше рөхсәт тә һорап тормай, машинаның арт ишеген асып инеп тә ултырҙы. – Әйҙәгеҙ, һәйбәт булды әле, магазинға барғайным, аяғыма ял булыр. Бәрәңге шәп үҫкән. Саниялар ҙа бәрәңге сығара, шикелле. Тураға, унан һуң уң яҡҡа борорһоң. Икенсе урам беҙҙеке. Бына ошо йорт уларҙыҡы. Мине төшөр. Рәхмәт.
– Апай, үҙеңә рәхмәт.
Ҙур ғына, матур ҡоймалы йорт ҡапҡаһын асып ихатаға инделәр. Быҙау ҙурлығы эт уларға ҡарап торҙо ла ҡалын тауыш менән бер нисә мәртәбә өрөп алды. Йорттан ҡатын килеп сыҡты ла:
– Рекс, етте. – Шунан Айрат менән Йәнбикәгә ҡарап. – Ней йомош? – тип һораны.
– Мин Йәнбикә, Сания менән бергә уҡыйбыҙ. – Ҡатын йәнләнеп китте, йөҙөнә йылмайыу сыҡты.
– Ҡыҙым һөйләне, күрше ауыл ҡыҙы ла бар тигәйне шул. Ул баҡсала, хәҙер саҡырам.
– Кәрәкмәй, үҙебеҙ инәбеҙ, сюрприз булһын!
Сания ҡулындағы көрәген ташланы ла Йәнбикәне ҡосаҡлап алды.
– Ниндәй елдәр ташланы?
– Был, Айрат, һөйләгән инем бит. Сания Айратҡа ҡулын һуҙҙы.
– Сания булам.
– Айрат. – Күҙ ҡараштары осрашты. Айратҡа был ҡараштан ниндәйҙер ялҡын үткәндәй тойолдо, ҡулдары буйлап нимәлер йүгерҙе. Оҙаҡ ҡына күҙҙәрен ҡыҙҙан алалмай торҙо. Ҡыҙҙың ҙур ҡара күҙҙәре, тирләгән алһыу бите, таҙа ҡулдары, һылыу буй-һыны үҙенә тартты. Үҙен нисектер сихырланғандай тойҙо. Ҡулын ҡыҙҙың ҡулынан алғас, аңына килергә теләгәндәй башын һелкетеп алды. Был нимә булды? Бер күреүҙән әллә ғашиҡ булды? Юҡ, юҡ ярамай, янында Йәнбикәһе тора. Тиҙерәк яндарынан китер өсөн:
– Машинанан штормовканы алып киләм әле, – тип атлап китте.
Бәрәңге сығарғанда ла, ашап ултырғанда ла Айрат ирекһеҙҙән Санияға ҡарап-ҡарап алды. Күңелендә барлыҡҡа килгән тойғоно аңларға тырышты. Ни өсөн ул уға тартыла һуң? Был күренеште Йәнбикә һиҙмәне түгел, һиҙҙе. Эстән генә, юҡҡа ғына алып килдем, шикелле, тип уйлап ҡуйҙы.
Уның һиҙенеүе юҡҡа булманы. Айрат юҡ-бар сәбәп табып уның янына килмәй башланы. Бер айҙан уның Сания менән йөрөй башлағаны ишетелде. Йәнбикә был хәлде ауыр кисерҙе. Нимә эшләргә белмәне. Айратҡа ла, Санияға ла үпкәләне. Егеттәргә ышанмай ғына түгел, уларҙы күрә алманы. Әсәһенең һүҙҙәре иҫенә төштө. Бер кемгә ышанма! “Ысын дуҫлыҡ юҡмы ни ул?” – тип үҙ-үҙенә һорау бирҙе ҡыҙ. Теләһә, Айратты кире тартып ала ала, ләкин ул ундай юлға бара торғандарҙан түгел. Санияның дөйөм ятаҡтан кисен сығып китеп, таңда ғына ҡайтҡанын үҙ күҙҙәре менән күргәне булды. Айратҡа әйтергә лә уйлап ҡуйғайны, кире булды, дөрөҫ аңламаҫ, тине. Юрамал араны боҙорға итә тиер. Нисек булһа ла Айратҡа ул башҡа боролоп та ҡарамаясаҡ. Бер ышанысты юғалтҡан кеше тағы ҡабатлаясаҡ. Бынан һуң кемгә ышанырға?
Йәнбикә уҡыған йылдарында башҡа ҡыҙҙар менән дуҫлашманы, серләшмәне. Бүлмәләштәре менән бары уҡыу тураһында ғына һөйләште, күңелендәгеһен асып һалманы. Улар менән киноларға, күңел асыуға йөрөмәне. Бөтәһен дә Сания кеүек итеп күреп, бер ҡалыпҡа һалды. Дөрөҫ эшләмәүен белһә лә, бер ни эшләй алманы, күңеле тартманы. Бирелеп уҡыны, шулай Айратты күңеленән алып ташларға тырышты. Беренсе оҡшатҡан егетте онотоу уға еңел түгел ине. Төндәр буйы илап сыҡҡан саҡтары күп булды. Ниңә әле мин егетемде башҡаға биреп торам, Айратты тартып алырға кәрәк тип уйлап ҡуйған саҡтары ла булды. Был уйынан тиҙ ҡайтты. Бер ваҡыт күҙе асылыр, аҡылына килер, яныма йүгереп килер тип көттө. Башҡа егеттәрҙе яҡын ебәрмәне. Бәйләнеп ҡараусылар, хатта, яратам бит мин һине, тип ялыныусылар ҙа булды. Шул ваҡытта Айрат иҫенә килә лә төшә. Ул да, яратам, тип йөрөнө, нисек яратыуы аҙаҡ беленде. Йәнбикәнең егеттәргә ышанысы юғалды. Уларҙың матур һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмаҫҡа тырышты.

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас