Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
2 Ноябрь 2023, 04:50

Ноктюрн Хикәйә (2) Мирас ИҘЕЛБАЕВ

Гүзәл... Һуңғы тапҡыр ауылға ул Ғәзизде армияға оҙатҡан көндәрҙә килде. Вәт, донъяның хикмәте! Теге ваҡыттағы матур, ирәбе бала ун дүрт йәшлек алсаҡ, ҡыйыу ҡыҙға әүерелгән. Бүтән килгәндәрендә лә Ғәзизде ысынлап тороп пианинола уйнарға өйрәтә торғайны. Был юлы ла ваҡыт табылды.

Ноктюрн Хикәйә (2) Мирас ИҘЕЛБАЕВНоктюрн Хикәйә (2) Мирас ИҘЕЛБАЕВ
Ноктюрн Хикәйә (2) Мирас ИҘЕЛБАЕВ

...Вәғиз уны көтөү көтөргә ҡалдырып, үҙе ҡайтырға сыҡҡанда, ағаһын Ғәзиз илар сиккә етеп көнләшеп оҙатты: Гүзәл булғанға, донъяның бөтә йәме ошо мәлдә ауылда һымаҡ ине уға.

Ләкин өйгә тартҡан әллә күпме төрлө йәмдәрҙең тик бере генә булған икән – Гүзәл. Малай быны һуңыраҡ аңланы. Ҡыҙ ҡалаға  ҡайтҡандан һуң да, көтөү сираты нисәмә әйләнеп килде. Төш мәле етһә, Вәғиз менән Ғәзиз, әлеге игеҙәктәр кеүек, һаман әйтешә лә китә торған булдылар. Үҙендә саҡта ҡәҙере беленмәгән өй эсе, ауыл урамы, саҡ ҡына айырылһаң, серле, яҡын нәмәгә әйләнә лә ҡуя. Ара алыҫлашҡан һайын ҡәҙерлерәк була бара. Кешеләр ҙә шулай икән. Вәғиз ярты көнгә генә ҡайҙалыр юғалып торһа, Ғәзиз уны юҡһынып интегә. Ситкә китһә, һағынып бер була.

Вәғиз... Хәҙер бына уның менән дүрт йыл күрешкәндәре юҡ. Дүрт йыл... Ике йыл армияла булды Вәғиз. Ул ҡайтып етә торған яҙҙа Ғәзиз китте. Тағы ике йыл. Госпиталдәге, дауаханалағы һанһыҙ көндәрҙе ҡушҡанда, дүрттән артып та китә. Ишетһә, ике меңләп саҡрымлыҡ алыҫлыҡҡа ҡарамай, бәлки юллап табып, килеп күрер ине. Әммә хәбәр итерлек форсат юҡ: хат яҙыу түгел, ҡуҙғалырға, тороп ултырырға хәл етмәй. Вәғизде, атай менән әсәйҙе шундай һағындырған! Ә өй һуң? Ҡалҡыулыҡтағы ауыл! Дим туғайы! Бөгөлдәге ятыу!..

Ҡыҙыҡ үҙгәрә икән кешенең тойғоһо. Ғәжәп ҡыҙыҡ. Хеҙмәткә киткәндә Ғәзиз юлда уҡ өйҙө, ауылды һағынып интегә башланы. Бер-ике айҙан, сит илгә эләккәс, үҙебеҙҙә, ил эсендә булғыһы килде. Илебеҙҙең теләһә ҡайһы мөйөшөнә илтеп ташлаһалар ҙа риза ине ул. Үҙебеҙҙә үләндәр, ағастар ысыныраҡ, һауа тәмлерәк һымаҡ тойолдо уға. Бында, сит илдә, урамға сыҡһаң, ҡолаҡҡа ятышһыҙ сит тел, кешеләрҙең йөҙөндә сит ҡараш, сит йылмайыу. Унда, Тыуған илдә, кешеләрҙең һөйләшеүе лә яҡын, аяҡ аҫтындағы бөжәктәр ҙә ҡәҙерле. Бында бармаҡ тиреһе һыҙырылһа, дымлы һауаға айҙар буйы төҙәлмәй йөрөй. Ә үҙебеҙҙә батҡаҡ менән һылаһаң да уңалырға тора. Үҙ еребеҙҙең батҡағы ла шифалы дауа... Ярты йылдан көскә күнекте Ғәзиз. Унда ла һағыныу тотош онотолманы, күңелдең төбөнәрәк йәшеренде. Хәҙер бына үҙебеҙҙең илдәге дауаханала ята. Тегендәге хәрби госпиталь түгел. Инде ауыл ҡабат иҫкә төшә. Тағы ла тыуған йорттоң ҡарағай бүрәнә еҫе, һалҡынса тыныс һауаһы һағындыра.

Ғәзиздең уйҙарын игеҙәк егеттәрҙең вайымһыҙ көлөшөүе бүлә. Анау ҡарт шуларға ҡарап өндәшһә ни була! Медсестраларға арыу-талыуһыҙ мыжырға белә бит. Быларға ла бер һүҙен йәлләмәһәсе. Бигерәк йүгәнһеҙ тоталар үҙҙәрен. Тауыштары баш осонда туҡтауһыҙ ҡарҡылдаған ҡарға тауышы кеүек – былай ҙа тынғылыҡ бирмәгән яраға килеп ҡағылып, йөрәккә үтерлек итеп әрнетеп ебәрә.

– Күпме ятабыҙ әле бында? – тип һорай бәхәсләшкәне. – Айҙан ашты, шикелле.

– Ашмай, ни, хәҙер инде, – ти тынысырағы.

– Ана, урамда һалдаттар. Беҙҙең тиҫтерҙәр ҙә шулар араһындалыр әле. Их, тағы бер-ике ай ятырға. Ярты йылға алмай торорҙар ине.

– Барғың килмәйме?

– Нимәһе бар унда. Ана бит, берәү барып ҡайтҡан, – ул Ғәзиздең карауаты яғына ымлап күрһәтте. – Һин дә инде... Һипкәс, бер юлы хеҙмәткә бөтөнләй бармаҫлыҡ итеп һибергә ине. Барыбер бер интегергә.

– Юрамалмы ни мин? Эйәрмә, тинем дәбаһа. Яңғыҙ мунсаға йөрөй алмайһыңмы? Тайып киткәнгә, тас, ҡулдан ысҡынып, түгелде бит. Ә бына һин – күрәләтә. Ду-рак!

– Шул хәтлем бешеүгә, асыуың үҙәгеңә үтеүгә һин нишләр инең икән?

– Һиптең бит инде, нишләнең һуң? Һинең арҡала ят инде дарыу еҫкәп, ошондай көндө.

– Ярар, мыжыма! Бер ямандың бер яҡшыһы була, тиҙәрме әле? Ошо көндә арҡаңа рюкзак, яурыныңа автомат, янбашыңа противогаз тағып, әлһерәп йөрөр инең.

Уларҙың һуңғы һүҙе Ғәзиздең ҡолағына килеп ишетелә. Армия тураһында шулай һөйләшәләрме? Ну, егеттәр!.. Улар йәшендә Ғәзиздең бар хыялы десантник булыу ине. Физкультура уҡытыусыһына яҡынайып, артынан бер тотам ҡалмай, кәңәштәр һорап, үҙен шуға әҙерләй ине. Телевизорҙан «Тыуған илгә хеҙмәт итәм» тигән тапшырыуҙың береһен ҡалдырмай ҡарап барҙы. Десантник булырға яҙманы уға. Барыбер үкенмәне Ғәзиз. Ҡайһы ғына часҡа эләкһәң дә, гражданкала биш йылда күререңде бер йылда күрәһең. Донъяны ҡәҙерен биш тапҡыр артығыраҡ тояһың. Шуны аңламаған әле егеттәр.

Хеҙмәт срогының тап уртаһында Ғәзиз бер юлы ике шатлыҡ кисерҙе. Уға, подразделениеның комсомол бюроһы секретарына, отпуск бирҙеләр. Шул көндө үк сит илдәге совет ғәскәрҙәре төркөмөнөң комсомол конференңияһына делегат итеп һайланылар. Тиҙҙән Ғәзизде рота командиры саҡыртып алды.

– Һайла! – тине ул егеттең олпат буй-һынына, шатлыҡлы тулҡынланыуҙан алһыулана төшкән йөҙөнә һынаулы ҡарап. – Тыуған яғыңа ҡайтып киләһеңме, әллә конференцияға бараһыңмы? Белеп ҡуй: отпускыға хәҙер үк ҡайтып әйләнмәһәң, аҙаҡ тиҙ генә мөмкин булмаясаҡ.

Отпуск! Ҡалҡыулыҡтағы тыуған ауыл! Бөгөлдәге ятыу!.. Дим туғайында йәм-йәшел үлән ҡалҡҡандыр инде хәҙер. Шул ергә малдар көтөүе һибелгәндер. Бөтә туғай май ҡояшының иркә нурҙарына мансылғандыр. Уйламағанда уларҙы күреү бәхете тейә. Атай-әсәй менән, Вәғиз ағаһы менән күрешеү мөмкинлеге тора. Хәҙер үк күрермен, тип төшөндә лә хыялланмағайны бит Ғәзиз.

Ләкин конференция менән тап килеүе йәл. Унда бармау күҙ алдына килтергеһеҙ. Ул саҡта һин ниндәй комсомол эшмәкәре? Һайлау кәрәкмәй: әлбиттә, конференция! Ауылды һағыныу тәүге көндәрҙәге кеүек түҙеп торғоһоҙ түгел әле. Өйрәнелде инде хәҙер. Бында килеп, ике-өс ай үткәс, йәш һалдаттарҙы Веймарға алып барҙылар. Шунда Ғәзиз музейҙа башҡорттарҙың Гетеға бүләк иткән уҡ-һаҙағы хаҡында белде. Бер ҙә ишеткәне юҡ ине, хайран ҡалды. Ғәзиздең ата-бабалары донъяның бөйөк шағирына уны 1812 йылғы Ватан һуғышынан ҡайтышлай биреп ҡалдырғандар. Уйлап ҡараһаң, халыҡтың иҫ киткес кешелеклелеге: үҙҙәре Көнбайышҡа илбаҫарҙарҙы ҡыуып, яу юлы менән килгән, үҙҙәре шунда донъяның ҙур аҡыл эйәһе йәшәгәнлеген белеп, эҙләп табып, ололап, рәхмәт йөҙөнән бүләк ҡалдырған. Ғорурланмаҫлыҡмы ни! Экскурсоводтың һүҙҙәренән һуң, бүтән һалдаттар, Ғәзиздең башҡорт икәнен иҫләп, уға көнләшеп, йылмайып өндәштеләр: «Ай-да, башкирские джигиты!»

«Беҙ ҙә шундай кешелеклелек маҡсаты менән йөрөйбөҙ ҙә баһа, – тип уйланы егет. – Илебеҙгә осона сығып бөткөһөҙ бәлә-ҡаза килтергән фашизмдың ҡасандыр ҡалҡып сыҡҡан ерендә тыныслыҡ һаҡлайбыҙ. Беренсе сиратта – был ерҙең үҙенең тыныслығын...»

Ошо экскурсия Ғәзизгә үҙенең һағынышлы уй-хистәренән арынып, ең һыҙғанып эшкә тотонорға этәргес яһаусы ваҡиға булды. Ул сержанттар мәктәбендә уҡып сыҡты. Комсомол бюроһына секретарь итеп һайланылар. Конференция көндәрендә отпуск тураһында һүҙ булыуы мөмкин түгел. Ҡалды Ғәзиз. Аҙаҡ оҙаҡҡа һуҙылған ҙур учениелар башланды. Уның артынса, донъялағы хәлдәр ҡырҡыулашыу сәбәпле, бер кемде лә ҡайтармай торҙолар. Шулай итеп, егеттең отпускыһы бүләкләү сараһы ғына булып ҡалды. Ошо хаҡта уйланып ятып, Ғәзиз ҡапыл ҡуҙғып китте. Күрер бер көн булыр микән  ҡалҡыулыҡтағы тыуған ауылды! Күк үләнле Дим туғайын, бөгөл тапҡырындағы ятыуҙы? Әсәй, атайҙы, Вәғизде! Гүзәлде...

Гүзәл... Һуңғы тапҡыр ауылға ул Ғәзизде армияға оҙатҡан көндәрҙә килде. Вәт, донъяның хикмәте! Теге ваҡыттағы матур, ирәбе бала ун дүрт йәшлек алсаҡ, ҡыйыу ҡыҙға әүерелгән. Бүтән килгәндәрендә лә Ғәзизде ысынлап тороп пианинола уйнарға өйрәтә торғайны. Был юлы ла ваҡыт табылды.

Гүзәл ҡайһы аралалыр серлелек йәшеренергә өлгөргән сөм-ҡара күҙҙәре менән Ғәзизгә туп-тура ҡарап һораны:

– Һәйбәт ноталар алып килдем. Клубтағы теге пианинола уйнап ҡарарбыҙмы? Дүрт ҡул менән.

Ғәзиз ҡыҙ баланың уҡтай ҡарашынан ҡаушап китте.

– Әгәр һин теләһәң...

Ғәжәп, был юлы уйнағанда Ғәзиз тулҡынланды. Уның күҙҙәре ноталарҙа, бармаҡтары клавишаларҙа булһа, уйҙары ҡунаҡ ҡыҙҙа ине. Был тиклем зифа буйлы ҡыҙҙар тыуыр икән донъяға. Төп-төҙ йәш ҡайынға ла, һылыу аҡҡошҡа ла, хатта фәрештәгә лә сағыштырып булмайҙыр, моғайын. Бөтәһенән дә өҫтөн.

Ғәзиз пианинола нота менән ышаныслы ғына уйнарға өйрәнһә лә, әле шәп үк килеп сыҡманы... Гүзәл барыбер ҡәнәғәт булып ҡалды.

– Яҡшы, – тип ҡеүәтләне ул. – Икенсе уйнағанда тағы ла шәберәк сығасаҡ. Бына күрерһең. Шымарғандан-шымара бара бит...

Икенсе уйнағанда...  Бер ҡул юҡ бит инде. Һыңар ҡанат менән оса алмай интеккән ҡош кеүек, Ғәзизгә лә хәҙер ай-һай ҡыйын буласаҡ. Кейемеңдең буш еңе кәмселегеңде туҡтауһыҙ иҫкә төшөрөп торасаҡ. Гүзәл менән пианинола уйнау ҡайҙа инде...

Ғазаплы уйҙарҙан яралар нығыраҡ һыҙларға тотондо. Көсөргәнештән Ғәзиздең күҙ алдары томаланды. Ул ишек асылған тауышҡа әйләнеп ҡарап, кем икәнен айырырға тырышты, һарғылт томан эсендә ап-аҡ халат күренде. Вера! Ғәзиз уның йөҙөн айырмаһа ла, нәфис буй-һынынан төҫмөрләп таныны. Ауыртыу саҡ ҡына баҫыла биргәндәй булып ҡалды. Ләкин шунда уҡ игеҙәктәрҙең йәмһеҙ тауышы ҡолаҡҡа үтеп инде. Береһе карауатта ятҡан еренән һикереп торҙо, шикелле.

– Вера-Верочка! Кил әле, күтәреп алайым үҙеңде. Оҙаҡҡа һуҙмайыҡ бәхәсте. Ошо әҙәм һаман ышанмай, ышандырайыҡ әле.

Ғәзиз һөйләшеүселәрҙең сырайын асыҡ күрмәне, шулай ҙа Вераның ҡулдары, яурындары хәрәкәтенән, хатта тын алышынан уның ғәжәпләнеүен тойҙо, балаларса ҙур асылған күҙ ҡараштарын да шәйләгәндәй итте.

– Ну, Верочка, вәғәҙә иттең дә инде кисә. Тегендә, ординаторскийҙа...

Егеттең тупаҫ ҡулдары Вераның күкрәге тирәһендә уйнай башланы, ахыры. Аҡ халатлы матур кәүҙә тегеләй-былай сайҡалып, ҡаршылыҡ күрһәтте.

– Һеҙ нимә? Ниндәй вәғәҙә тағы?

Ике кәүҙә Ғәзиздең күҙ алдында һаман сайҡала. Ул түҙмәй тороп ултырырға, игеҙәк һыңарын ҡысҡырып туҡтатырға теләне. Тик хәлһеҙ быуындары тыңламаны, тауышы ла ни бары ыңғырашыу булып ҡына сыҡты. Ошо мәлдә ус менән сикәгә сапҡан тауыш ишетелде, медсестра менән тартышып торған егет карауатына ултыра төштө. Кинәнесенән иркен тын алып, Ғәзиз бер аҙға ауыртыуын онотоп торҙо. Күҙ алдындағы һарғылт томан да таралды. Вераның нәфрәт менән тулы осҡонло зәңгәр күҙҙәрен ап-асыҡ күрҙе. Ҡыҙ, ни өсөн ингәнлеген дә онотоп, палатанан сығып китергә ашыҡты. Ишеккә барышлай, «минең был асыуым һиңә ҡағылмай» тигәндәй, Ғәзиз яғына бер генә күҙ ташлап алды. Шул арала уның ҡарашындағы уҫал осҡон хәстәрле йылылыҡ менән алышынып өлгөрҙө. Мәңге төшөнә алмаҫлыҡ сер икән был ҡыҙҙар халҡы. Ҡайҙан килә икән уларҙың күңеленә бындай шәфҡәтлелек? Вераның ошо һуңғы ҡарашын ул ни эшләптер Гүзәлдең күҙҙәренә оҡшатты. Ғәжәп бит: бының күҙҙәре зәп-зәңгәр, Гүзәлдеке бешкән ҡарағат кеүек... Шулай ҙа ниндәйҙер уртаҡлыҡ. Ниндәй һуң, ниндәй? Мәңге төшөнә алмаҫлыҡ сер...

Автор:
Читайте нас