Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
3 Ноябрь 2023, 13:45

Ҡарт ҡыҙ Повесть Риф Йөҙлөкбай (3)

Әсәйем, былай йәшәп булмаҫ, айырылам, ти. Ә мин атайымды яратам. Эсһә лә, яратам.

Ҡарт ҡыҙ Повесть Риф Йөҙлөкбай (3)Ҡарт ҡыҙ Повесть Риф Йөҙлөкбай (3)
Ҡарт ҡыҙ Повесть Риф Йөҙлөкбай (3)

3

Гөлнәзирә күреп ҡалмаһын тип, Йәнбикә ихатаға сыҡманы. Күреп ҡалһа нимә тиер? Мин ҡасып ҡалдым, һиңә күренәһем килмәне, сөнки, һинең ирең, балаларың бар, һинең менән һөйләшергә уртаҡ һүҙем юҡ, тиерме? Быға саҡлы уның бер кемде лә алдағаны булмағанға уңайһыҙланды, гонаһ эш эшләнем, тип борсолдо. Ата-әсәһе ҡыҙҙарын:
– Алдашыу – ҙур гонаһ, нисек кенә булһа ла дөрөҫөн әйтергә кәрәк. Бер алдашыу тағы алдашыуға этәрә, ҡасан булһа ла беленә. Ул ваҡытта кешеләрҙең һиңә ышанысы юғала. Ышанысты юғалтыу яныңдағыларҙы ситләштерә. Ҡыҙҙарым шуны белегеҙ, – тип үҫтерҙе. Үҙҙәре лә алдашманылар.
Ғөмүмән, Фәриҙә менән Хәлит мөмкин ҡәҙәр ҡыҙҙарына яҡшы тәрбиә бирергә тырышты. Ҡыҙҙары янында әрләшеп, тауыш сығарманылар. Хәлит һуңғы йылдарҙа эскеләп ҡайтһа ла, бер ваҡытта ҡатынына тауыш күтәрмәне, һүгенмәне.
Ҡатыны: “Тағы эсеп ҡайттыңмы? Ҡыҙҙарыңдан оялыр инең, кейәүгә сығырлыҡ булып баралар, ә һин эсеп йөрөйһөң. Буласаҡ кейәүҙәреңә ниндәй өлгө күрһәтәһең? Йәш ваҡытыңда эсмәнең бит”, – тип битәрләгәндә, “Фәриҙә, ярай инде әрләмә – килешмәй. Ҡыҙҙар ишетеп ҡалмаһын, оят булыр”, – тип тышҡа сығып китә.
Йәнбикә уларҙың ошондай һөйләшеүҙәрен бер нисә мәртәбә ишетте. Атаһына ҡарап һоҡлана ине. Башҡаларҙың атайҙарының нисек булғанын бик яҡшы белә. Класташы Әлфиә уға илай-илай зарланғайыны:
– Атайым көнө-төнө иҫерек, әсәйемде туҡмай, әйберҙәрҙе күтәреп һуға. Беҙҙең тыныс ҡына йоҡлаған юҡ. Атайым йоҡлап киткәнсе күмәкләп ихатала йөрөйбөҙ. Әсәйем, былай йәшәп булмаҫ, айырылам, ти. Ә мин атайымды яратам. Эсһә лә, яратам. Ул мине әрләмәй. Ағайымды әрләй, һин минеке түгел, ти. Ниңә улай тип әйтәлер, аңламайым.
Ул ваҡытта Йәнбикә Әлфиәгә бер нәмә лә әйтә алманы. Әлдә үҙемдең атайым ундай түгел тип, эсенән генә ҡыуанып ултырҙы.
Әлфиә һигеҙ класты тамамлағас, фермаға һыйыр һауырға китте. Уның башҡа уҡығыһы килмәне. Ҡаланы ла яратманы. Фермала мал ҡараусы Зарифҡа кейәүгә сыҡты ла ҡуйҙы. Йәнбикәләр унынсы кластты тамамлағанда, уның бер ҡыҙы бар ине. Класташ ҡыҙҙар йыйылышып, бәпесен күрергә барҙылар.
Бер көндө Йәнбикә күңелһеҙләнеп торғанда, күптән күреп һөйләшкән юҡ тип, Әлфиәләргә барып, бер аҙ һөйләшеп килергә булды. Ни хәлдә йәшәп яталар икән? Һуңғы ваҡытта класташтары менән аралашҡаны ла юҡ. Үҙе лә һиҙмәҫтән кешеләрҙән йыраҡлашып, кейәүгә сыҡмай ҡалдым тип, үҙ-үҙен кәмһетеп ҡарай башланы түгелме?
Әлфиә уны нисектер күңелһеҙ генә ҡаршы алды, һөйләшкәндә арты менән торҙо. Йәнбикәгә уның ҡыланышы оҡшамаһа ла, сәбәбен белергә теләне. Юғиһә, алсаҡ йөҙлө класташына нимә булған?
– Әлфиә, әллә мин ваҡытһыҙ килдемме? – тип һорарға мәжбүр булды.
Шуны ғына көткәндәй, хужабикә илап ебәрҙе.
– Оят миңә, һиңә күренергә… Ирем… Бына нишләтте. – Әлфиәнең уң яҡ бите ҡап-ҡара янған, күҙенә ҡан һауған. – Иҫереп ҡайтты ла туҡмарға тотондо. Мин аңламай ҙа ҡалдым. “Һөйрәлсек” тип аҡыра, өйҙән ҡыуа. Ике көн эшкә барғаным юҡ.
– Зарифмы? – Йәнбикә нимә әйтергә белмәй һүҙһеҙ ҡалды. – Бик матур йәшәй инегеҙ бит. Полиция саҡыртам, былай ҡалдырырға ярамай.
– Зинһар өсөн, кәрәкмәй. Кеше алдында оят. Йәнбикә үтенәм, эште ҙурға ебәрмәйек.
– Сәбәбен әйттеме? – Йәнбикә телефонын ҡулына алды.
– Фермалағы ирҙәр менән эсеп ултырғанда, дүрт ҡатын алып айырған Закир, бөтә ҡатындар ҙа йөрөйҙәр, береһенә лә ышанырға ярамай, тигән. Минең дүрәк, минеке йөрөмәй, тигән. Закир ҡыҙған да киткән: “Һинекеме? Минән һора!” Һуғышып киткәндәр. Шул ҡыҙыулыҡ менән ҡайтып…
– Ғәйебең юҡ икән, ялған һүҙ өсөн Закир өҫтөнән ғариза яҙ. Яуап бирһен. Зариф ҡайҙа?
– Кәрәкмәй, ир менән ҡатын араһында була инде. Атай-әсәйемдең мөхәббәте лә йоҙроҡ аша булды. Зариф әсәләрендә.
Шул ваҡыт ишек асылып, Әлфиәләргә күрше йәшәгән Рәшиҙә күренде.
– Йәнбикә инеп барған кеүек ине шул, – тип һөйләнә-һөйләнә ишекте япты. – Ни хәлдәһең Йәнбикә? Әсәйеңдең хәле нисек кенә? – Йәнбикәгә бер нисә һорау биреп тә өлгөрҙө.
– Рәхмәт, Рәшиҙә апай, әсәйем дә, үҙем дә һәйбәтбеҙ.
– Әлфиәнең хәлен белергә килдеңме? Ирле кешенең күҙе лә, тәне лә күгәрә. Элек ата-бабалар, ҡатынды аҙнаһына бер саңын ҡағырға ҡушҡан. Зариф та шуны үтәгән. Ғөрөф-ғәҙәтте оноторға ярамай шул, ярамай, – тине йөҙөнә йылмайыу сығарып.
Йәнбикә Рәшиҙә апаһына шаяртамы, ысынлап һөйләйме тип ғәжәпләнеп ҡарап ҡуйҙы.
– Йәнбикә, һин миңә аптырап ҡарама инде. Йүнһеҙ ир булһа ла, балалар хаҡына тип, йәшәй бирәһең. Ауылда йәшәгәс, ир кәрәк. Иҫеректәрҙе көйләп йәш ғүмеребеҙ үтте инде. Минекенең айныҡ көнө булманы, шикелле. Йоҙроғона ла йығылырға тура килде. Ул саҡта әлдә һыйыр бар ине, күгәргән урындар өсөн ул ғәйепле булды. Бөгөн һыйыр ҙа, ир ҙә юҡ, бит тә күгәрмәй.
– Минең атай һуғышманы. Тыныс булды, мәрхүмең, – тине Йәнбикә Рәшиҙә апаһын бүлдереп.
– Минең әсәйем, ир менән ир араһы, күк менән ер араһы. Күк зәңгәр була, ер ҡара була, ти ине. Бөтә ирҙәр ҙә бер булмай, ҡайһы берҙәре юҡтан ғына көнләшеп бара, тауыш сығара. Ундайҙарҙы беҙ, тимәк, ярата, тибеҙ.
Әлфиә һүҙгә ҡушылмай ғына ҡунаҡтарға сәй әҙерләне. Ара-тирә тәҙрәгә ҡарап алды. Зарифы өйҙә булмағас, уның күңеле тыныс түгел ине. Рәшиҙә уның уйын белгәндәй:
– Күршекәйем, борсолма, ҡайтыр. Әсәһе ҡыуып сығарасаҡ. Бер ҡул күтәргән кеше, икенсегә күтәрергә тартынып тормаҫ, ғәфү үтендер. Ҡалғанын үҙең беләһең… Ирҙәр ул бала кеүек, уйната белергә генә кәрәк. Әлфиә, һиңә кәңәшем шул: ҡатын ир өсөн һөйәркә лә, дуҫ та булырға тейеш. Ҡыҫҡаса әйткәндә, әртис булырға тейеш.
– Тырышам инде, быға саҡлы тыныс ине, Закир ғына бутаған. Зариф уҫал түгел ул.
– Үҙенең башы юҡмы ни? Закир һөйләр ул. Эскән, гулять иткән ҡатындарға өйләнә лә…
Йәнбикә Әлфиәләрҙән уйлана-уйлана ҡайтты. Үҙенең кейәүгә сыҡмағанына шатланғандай итте. Әртисләнеп, ир көйләп йәшәргә тейеш булыр инеме? Ул ундайҙарҙан түгел, дөрөҫөн бәреп әйтә торғандарҙан.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас