

4
Институттың дүртенсе курсында уҡып йөрөгәндә, башҡа студенттар менән бергә Йәнбикә Салауат һәйкәле янында ойошторолған уйынға барҙы. Ул ниндәйҙер бер датаға бағышланғайны. Йәнбикә уныһын ныҡлап иҫләмәй ҙә. Ул бындай кисә-уйындарҙан ҡыҙыҡ та, мәғәнә лә тапманы. Уның моңло йырлағанын белеп, институтта үткәрелгән кисәләрҙә йырларға ҡыҫтаһалар ҙа, тыңламаны. “Минең тауыш кеше алдында йырларлыҡ түгел”, – тип яуапланы.
Беренсе курстан ук, уларҙан бер курс алда уҡыған Раил исемле егет, Йәнбикәне оҡшатып, танышырға теләне. Ләкин Йәнбикә, минең егетем бар, тип уның теләген кире ҡаҡты. Ул ваҡытта Айратты уйлап, йөрәге янған, егеттәргә нәфрәте артҡан сағы ине. Раил сабыр ғына көттө. Ҡыҙ янына бер егет тә килмәгәнен белгәс, бүлмәһенә килеп, киноға ла саҡырып ҡараны. Уңышҡа ғына ирешә алманы.
Уйында Раил да бар ине. Егет Йәнбикә янына килеп:
– Һаумы, Йәнбикә, – тине.
– Һаумы.
– Уҡып буламы? Мин быйыл һуңғы курста, агроном дипломы алып районға ҡайтам инде. Мине көтәләр, эш урыны бар, – тине егет һөйләшеүҙе дауам итеп.
– Мин шатмын һинең өсөн. Мине лә ауылда эш урыны көтә.
– Мин һине ҡалала ҡалаһыңдыр тип уйлаған инем.
– Мин ҡаланы үҙ итә алманым, күңел ауылға тартыла.
– Беҙ ауыл балалары шундай инде.
Һөйләшеп торған саҡта кешеләр араһынан Айратты күреп ҡалды. Йөрәге жыу итеп китеп, ярһып тибә башланы Йәнбикәнең. Нишләп йөрөй ул? Санияһын эҙләйме? Улар өйләнешкән тип ишетеп ҡалғайыны. Айрат улар янына килде. Йәнбикә йөрәгенең ярһып типкәнен һиҙҙермәҫкә тырышты.
– Һаумы, Йәнбикә.
– Раил, был минең ауылдашым, беҙҙең һөйләшәһе һүҙ бар, беҙҙе бер аҙға ҡалдыр әле, –тине йомшаҡ, наҙлы тауыш менән.
Раил атлап китте.
– Кемде юғалттың?
– Һине эҙләйем, – тине Айрат. – Йәнбикә, мине ғәфү ит, ныҡ яңылыштым...
– Үкенешмәйек... Ғәфү ҙә үтенешмәйек... Беҙ яттарбыҙ хәҙер, ситтәрбеҙ... Үткәндәрҙән бергә килгәнбеҙ ҙә... Киләсәккә айырым киткәнбеҙ... Әнғәм Атнабаев шулай тип яҙған.
– Ул шиғыр, ә тормош бөтөнләй башҡа.
– Тормоштан алып яҙылған. Мин ниңә кәрәк булдым әле? Ҡайтып йылынырға әллә ҡыуышың юҡ?
– Көлмә әле. Һиңә килешмәй.
– Миңә килешә. Бына һинең кеүек өйләнгән иргә ҡыҙҙар эҙләп йөрөү килешмәй.
– Сания алама кеше булып сыҡты.
– Айрат, миңә бер нәмә лә һөйләмә! Ҡыҙыҡ түгел. Уныһы инде һинең проблемаң. Раил! Кил!
– Ул кем?
– Егетем. – Айрат башын эйеп китеп барҙы.
Ул көндө Йәнбикә Раил менән бейене, көлдө, шаярҙы. Ә күңеле иланы. Айрат алдында үҙен бәхетле итеп күрһәтергә тырышты. Күҙҙәре Айратты эҙләне. Уға булған йөрәге төбөндәге хис-тойғо яңырып киткәндәй итте. Йүгереп барып ҡосаҡлағыһы килде. Был ахмаҡлыҡтан үҙен саҡ тыйҙы. Аҡылыңа кил, аҡылыңа кил, тип эстән генә үҙ-үҙенә һөйләнде. Бөтәһен дә онотоп, беренсе һөйгән егетенең ҡосағына һыйынғыһы килде. Ләкин был мөмкин түгел. Йәнбикә һәр ваҡыт ахмаҡлыҡ эшләүҙән тыйылып ҡала белде. Нисек кенә ауыр булһа ла, Айратты оноторға кәрәк.
Тәбиғәттең уҫал законы бар:
Бер үк яҙҙар ике булалмай...
Мөхәббәт тә шулай рәхимһеҙ...
Шағирҙың шиғырын иҫкә төшөрҙө.
Раил уны дөйөм ятаҡҡа саҡлы оҙатып ҡуйҙы. Ҡыҙҙың ҡайһы райондан, ауылдан икәнен белеште. Ғаилә хәлен һорашты. Үҙе тураһында һөйләне.
Ял көндәренең береһендә, Раил Йәнбикәнең ауылына ҡайтып киткәнен белеп, әйтеп тормай ғына уларҙың ауылына килде лә төштө. Иҙән йыуып йөрөгән Йәнбикә ишек шаҡығанға туҡтаны ла:
– Инегеҙ, – тине. Раилды күреп ҡаушап китте. – Көтөп тор инде, иҙәнемде йыуып бөтөрәйем.
Раил ишекте ябып, ихатаға сыҡты. Ҡыҙҙың башында уйҙар ҡайнаны. Нимә эшләп йөрөй? Йомошо төштөмө? Һеҙҙең яҡҡа бараһы бар тип һөйләнгәйне. Күрәһең, барыр урыны юҡтыр, шуға миңә килгәндер. Йәнбикә иҙәнде тиҙ-тиҙ йыуҙы ла кибә торһон тип Раил янына сыҡты.
– Ниндәй елдәр ташланы, Раил? – тине.
– Колхоз идараһына килгәйнем, эш һорап. Һиңә яҡын булырға, – тине, йылмая биреп.
– Эш табырһың да ул, ләкин миңә яҡын булырға теләүең өмөтлө булыр микән?
– Мин агроном, һин бухгалтер-экономист булып эш башлаһаҡ, колхоз күтәрелеп китер.
– Мине ауыл Советы көтә шул.
Улар һөйләшеп торған арала Йәнбикәнең ата-әсәһе ҡайтты.
– Атай-әсәйем ҡайтты, – тине ҡыҙ. Иҫәнләшеп-күрешкәс, йәштәр ҙә өйгә инде
Һөйләшә-һөйләшә төшкө аш ашанылар, сәй эстеләр. Ризыҡҡа амин тотҡас, Раил:
– Мин һеҙгә ҙур үтенес менән килгәйнем.
Йорт хужалары бер-береһенә ҡарашып алдылар. Икеһенең дә башынан “ниндәй үтенес?” тигән уй үтте. – Мин... мин Йәнбикәнең ҡулын һорарға, тип килгәйнем. Риза булһағыҙ, атай-әсәйемде алдағы аҙнала алып киләм, – тине лә тирләй башлаған маңлайын һөртөп алды.
– Минең ҡулды? – Йәнбикә ғәжәпләнеп Раилға ҡараны. – Һин нимә?
– Ысын, Йәнбикә, ысын. Мин һине беренсе күргәндән алып яратам. Һин генә мине күрмәйһең, күрергә теләмәйһең. Ярай, уҡыһын инде тинем, борсоманым. Егетең юҡлығын беләм.
– Ниңә миңә әйтмәй килдең?
– Ҡыҙым, сабырлы бул әле, атайыңды тыңла, – тине Хәлит, бер аҙ уйлана биреп. – Ҡыҙымдың ҡулын һорайһың инде, ә?
– Атай, әсәй, мин әле кейәүгә сығырға йыйынмайым. Был һөйләшеүҙе ысынмы юҡмы икәнен аңламайымсы? – Йәнбикә тағы нимә әйтергә белмәй көлөп ҡуйҙы. – Урынынан һикереп тороп: – Раил, ҡыҙҙың үҙе менән һөйләшмәй, ата-әсәһенән генә һорау тарих төпкөлөндә ҡалды бит. Көлкө был.
– Ҡыҙым, өҙә һуҡма, бер олоно, бер кесене тыңла, тигәндәй…
Атаһы “етте” тигәнде аңлатып, тамаҡ ҡырып ҡуйҙы. Башын эйеп, уйға батты.
– Мин ысынлап, Йәнбикә, ысынлап. Үҙең һөйләшергә теләмәйһең бит. Ҡыҙ һорау – шаярыу булалмай. Һине юғалтыуҙан ҡурҡам.
Фәриҙә был һөйләшеүгә ҡатышмай ике яҡты ла тыңлап ултырҙы ла үҙенең фекерен әйтергә тип ауыҙ ғына асҡайыны Хәлит:
– Ҡатын, һин нимә уйлайһың? – тине. Фәриҙәнең күҙҙәренән осҡон сәселеп китте, йөҙөнә уҫаллыҡ йүгерҙе. Был ҡараштан Раил ҡурҡып ҡалды. Күҙҙәре менән осрашмаҫ өсөн башын эйҙе.
– Ҡыҙыбыҙ әле уҡып бөтмәгән – был бер. Кейәүгә сыҡмаған ике апаһы бар, уларҙан алда кейәүгә сығыу ярамай – был ике. Шунан ҡыҙым башмаҡ түгел, һатыулашып алырға – был өс. Фәриҙә һәр һанды әйткәндә баҫым яһаны. – Фекерен әйтеп бөткәс, Раилға ҡарап йылмайҙы ла: – Бына шулай, балаҡай, – тине.
– Әсәһе, балалар үҙҙәре килешһә…
– Ниндәй килешеү? Күрмәйһеңме ни, ҡыҙым ҡаршы.
Раил нимә эшләргә, нимә әйтергә белмәне. Йәнбикә лә әсәһенән бындай һүҙҙәр көтмәгәйне. Тынлыҡты Хәлит боҙҙо.
– Шулай тиһеңме, әсәһе. Ике апаһы бар шул. Ҡусты бер нисә йыл сабыр итергә тура килә инде. Сабырлыҡтың төбө – һары алтын, тиҙәрме әле?
– Раил, һин атай-әсәйгә асыуланма инде, үҙең ғәйепле, әйтмәй килеп төшкәнһең. Һин һәйбәт егет, барын да аңларһың тип уйлайым.
– Һеҙгә, ҙур рәхмәт, – тип Раил урынынан ҡуҙғалды. – Тағы осрашҡанға саҡлы.
Ихатаға сыҡҡас, Йәнбикә:
– Раил, һин ниңә кеше аптыратып йөрөйһөң? Үҙеңә уңайһыҙ булды.
– Апайҙарың тиҙерәк кейәүгә сыҡһын ине. Улар кейәүгә сыҡмайынса һиңә ризалыҡ булмаясаҡ.
– Улар әйтер ул. Бында мин бар бит әле. Раил, әйҙә дуҫ булып ҡалайыҡ, уҡып бөтөрәйем, киләсәк күрһәтер. Раилдың йөҙө балҡып китте.
– Мин риза, әллә күпме көтөргә риза. Йәнбикә, һау бул, осрашҡанға саҡлы.
Егетте ҡапҡанан оҙатып ҡалды. Ҡул да болғаны. Айратҡа ишетелһен тип шулай эшләне. Күршеләренең тәҙрә аша ҡарап торғанын шәйләп ҡалғайны.
Йәнбикәгә әсәһенең “апайҙарың кейәүгә сыҡмаған, уларҙан алда ярамай”, тигән һүҙе ғәжәпләндерҙе. Башмаҡ менән сағыштырыуы бөтөнләй оҡшаманы...
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.