Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
4 Ноябрь 2023, 03:15

Ноктюрон Хикәйә (аҙағы) Мирас Иҙелбаев

Егет өҙөлгән ҡулын яңынан ялғарға мөмкинлек тыуғандай ҡыуанды. Ә күҙҙәре Вераға һораулы төбәлде. Бөтә булған хәлен йыйып, шыбырлап һораны: – Ә уның менән берәй нәмә күтәреп буламы? Ике ҡуллап.  

Ноктюрон   Хикәйә (аҙағы)  Мирас ИҙелбаевНоктюрон   Хикәйә (аҙағы)  Мирас Иҙелбаев
Ноктюрон Хикәйә (аҙағы) Мирас Иҙелбаев

Ҡыҙҙың матур тауышынан рәхәт тыныслыҡ алып, Ғәзиз уның һүҙҙәренең айышына төшөнмәй тиерлек тыңланы. Вераның һиҙгер күңеле быны абайланы, ахыры. Егеттең кәйефен күтәрерлек бүтән һүҙҙәр эҙләне.

– Вера, дөрөҫөн генә әйт әле, гангрена ҡурҡыныс түгелме? Иҫән ҡалырмынмы мин?

– Что ты, что ты?! Әлбиттә, һауығаһың. Дөрөҫөн генә әйтәм: ундай икеләнеү бар ине бер саҡ. Хәҙер үтте. Хәҙер һүҙ һинең ҡасан тиҙерәк һауығыуың тураһында ғына булырға тейеш.

– Ысынмы? Бүтән кешеләр кеүек урамда саф һауала йөрөй алырмынмы икән?

– Ышан миңә. Исемем менән ышанып әйтәм, Ғәзиз. Ой, саҡ онотмағанмын! Бөгөн генә юлдан ҡайттым, Ғәзизчик. Баш врач ебәргәйне. Үҙебеҙҙең өлкә үҙәгенә. Унда ортопедия институтында ла булдым. Һин бер аҙ хәлләнгәс, шул институтҡа күсерәләр. Ҡулыңа протез ҡуясаҡтар. Күлдәк йә костюм кейеп ебәрһәң, башҡаларҙан бер ни менән дә айырылмаясаҡһың. Ишетәһеңме, Ғәзиз?

Протез?! Ғәзиз был һүҙҙе ишеткәс, ҡалҡына биреп ҡуйҙы. Тик тәне ауыртыуҙан кире мендәргә һөйәлде. Хәлһеҙ аҡ йөҙөнә һүрән нур йүгереп үтте. Күҙҙәре шатлыҡлы янды. Протез! Ни эшләп элегерәк иҫенә төшмәгән Ғәзиздең? Ул мөмкинлек тә бар бит әле. Исмаһам, кейгән кейемдең буш еңе һәлберәп, күҙгә салынып тормаясаҡ. Егет өҙөлгән ҡулын яңынан ялғарға мөмкинлек тыуғандай ҡыуанды. Ә күҙҙәре Вераға һораулы төбәлде. Бөтә булған хәлен йыйып, шыбырлап һораны:

– Ә уның менән берәй нәмә күтәреп буламы? Ике ҡуллап.

– Була, нишләп булмаһын.

– Күпме ауырлыҡта?

Егеттең уйҙарын һиҙенгәндәй яуапланы Вера:

– Борсолма. Теләһәң, һөйгәнеңде лә күтәреп йөрөтә алырһың.

Ғәзиз көтөлмәгән ҡыуаныслы кисерештән бер аҙ онотолоп торҙо. Күҙ алдына төштәге тау үҙәне килеп баҫты. Тап-таҙа шишмә сылтырап ағып ята. Эргәлә – бәкәлде күмерҙәй күпереп торған йәм-йәшел ҡаҙ үләне. Арыраҡ – ал-ҡыҙыл сәскәлек. Саҡ ҡына түбәндәрәк – бөтә төҫтәре лә теп-теүәл ике ҡатлы йәйғор. Бер ынтылһаң, үтә сығып, үткәнеңә ҡайтып инерлек кенә. Ғәзиз, ике ҡулы менән Гүзәлде күтәреп, шишмәне аша атлап үтә. Гүзәл, һуңғы күргәндәге кеүек, үҫеп, буй етеп килгән зифа буйлы һылыу ҡыҙ. Тулҡынланып торған оҙон ҡара сәстәре алһыу битенә һибелеп, яңаҡтарын, танау, ирендәрен ҡаплай төшкән. Ғәзиздең ике ҡулы ла теүәл. Береһенең протез икәне беленмәй ҙә! Йәнгә шундай рәхәт, йөрәге шундай ярһып, тулҡынланып тибә.

         Ошо мөғжизәле күренештең ысынбарлыҡта ҡабатланыу мөмкинлеге бар микән ни донъяла? Бындай мәл өсөн бөтә ҡалған ғүмерен һораһалар ҙа йәлләмәҫ ине ул...

Вераны мыжыҡ ир саҡырып алды. Ҡыҙ, Ғәзиздән ғәфү үтенеп, уның янынан китте. Наҙлы тауышы менән инде тегенең сәләмәтлеген һораша башланы.

Яҡты хистәр Ғәзиздең хәлен бер аҙ еңеләйтеп ебәрҙе. Кем менәндер һөйләшкеһе, күңелен бушатҡыһы килде. Вера палатанан сығып киткәс, ике карауат аша ятҡан шул иргә өндәште:

– Һеҙ ҡайһы яҡтан, ағай?

Бығаса ғазап эсендә өнһөҙ ятҡан ауырыуҙың үҙенә өндәшеүенә аптырай төшөпмө, бүтән төрлө ҡыҙыҡһыныуҙанмы, битендәге тигеҙ йыйырсыҡтар буй дәфтәрҙе хәтерләткән оҙон танаулы ир, Ғәзизгә тәүге тапҡыр күргәндәй баштан-аяҡ ҡарап сыҡты ла, салҡан ятҡан килеш, шым ғына һөйләп алып китте.

– Ҡайһы яҡ тип әйтәйем? Ҡайҙа ғына булманым, ҡайҙарҙа йәшәмәнем. Хәрби кеше мин. Аяҡ баҫмаған урын ҡалмағандыр. Тыуған еремде күрмәгәнгә илле йыл. Алты йәштә атайым (ул да офицер ине) бөтәбеҙҙе күсереп алып китте. Тәүҙә уға эйәреп, аҙаҡ үҙем – ик өс йыл һайын урын алмаштырып, тик йөрөлдө. Ҡайҙа ла бер миңә. Мой адрес – моя страна. Онотолған инде тыуған яҡ. Шулай ҙа ғәжәп, йыш ҡына ап-асыҡ булып төшкә инә. – Ул тамырҙары ташып торған ҡытыршы ҡулы менән сикәһендәге ҡара шырт йөндәрен һыйпап ҡуйҙы. – Тәүге тапҡыр килеп эләктем бындай йортҡа. Күпме йәшәп, бер ваҡытта ла грипп менән дә ауырығаным юҡ ине. Донъяны бер итеп йөрө лә, тар бүлмәгә, ошо карауатҡа ҡаҙаҡланып ят. Сығырыңдан сығырһың. Ҡасан ҡотолона инде...

Һүҙсән булып сыҡты был. Ғәзиз ихлас тыңланы. Тағы күпме һөйләр инелер – уны бүлдерҙеләр. Ҡапыл ишек асылды ла, Вераның шат йөҙө күренде. Ашығыуҙан тыны бөтөн Ғәзизгә өндәште:

–Ғәзизчик! Родненький мой! Һиңә килделәр. Хәҙер аҫҡа төшөп, үҙем менән алып менәм.

«Кем булыуы мөмкин?» тип, Ғәзиз оҙаҡ баш ватырға өлгөрмәне, палатаға тәүҙә үҙ ҡыуанысын кисергәндәй ҡәнәғәт йөҙлө Вера, уның артынса урта буйлы, баһадир күкрәкле мыҡты йәш егет килеп инде. Аҡ халат уның ни бары яурынын ғына ҡаплағайны. Оло ҡара костюмы ла тар был егеткә: төймәләре тартылып тора. Егеттең маңлай өҫтөнә төшөрә биреберәк ҡырын уратып таралған сәсе, уйсан күҙ ҡараштары Ғәзизгә шундай таныш.

Вәғиз!.. Ысынлап та, һинме был? Ҡалҡыулыҡтағы тыуған ауыл, Дим туғайы, Бөгөлдәге ятыу... – әҙәм аяғы баҫмаҫлыҡ, хыял осо етмәҫлек алыҫлыҡта һымаҡ ине бит. Шул ерҙәрҙән килдеңме һин, Вәғиз? Тыуған ерҙең күреп туймаҫлыҡ наҙлы нурын, һулап туймаҫлыҡ татлы еҫен алып килдеңме? Ниндәй рәхмәттәр әйтергә һиңә, Вәғиз?..

Вәғиз палатаға ингәс, бөтә ауырыуҙарға күҙ йөрөтөп, Ғәзизде эҙләп тапты ла, уның ап-аҡ ябыҡ йөҙөн күргәндән һуң, үҙ күҙҙәренә ышанмай, артҡа сигенгәндәй итте. Аҙаҡ яй ғына карауаты янына килеп, көслө ҡулдары менән уны ятҡан еренән яурынынан ҡыҫты.

– Ғәзиз, туғаным!

Ғәзиз, йылмайып, хәлһеҙ баш ҡаҡты. Күрешеү шатлығынан икеһе лә бер аҙға ғына өнһөҙ ҡалып торғандан һуң, алмашлап хәл һораштылар. Ғәзиз тураһында өйгә күптән хәбәр иткәндәр. Уның янына үҙебеҙҙең илгә сығарғас ҡына килергә ҡушҡандар. Часть командирының хәбәренән тыш, батальон командиры ла, Ғәзиздең иптәштәре лә һаман хат яҙып торалар икән.

– Һинең янға атай менән әсәй йыйынғайны, – тине Вәғиз, – мин инәлеп һораным. Колхоз председателе көн бирҙе – бер аҙна. Атай ризалашты, әсәйҙе лә күндерҙе. Улар мин ҡайтҡас килергә ҡалдылар.

Ғәзиз ауыл яңылыҡтарын ентекләп һорашты. Гүзәл тураһында ғына өндәшергә баҙнат итмәне ул. Аҙмы-күпме  ваҡыт һөйләшкәс, врачтарҙың палатала оҙаҡ торорға ҡушмағанын, бында тағы-ике өс көн буласағын белдереп, алып килгән әйберҙәрен, күстәнәстәрен  биреп сығыр алдынан Вәғиз ул ҡыҙҙы үҙе иҫкә төшөрҙө:

– Гүзәл килгәйне беҙгә. Хәтерләйһеңме, әсәйҙең ҡалалағы әхирәтенең ҡыҙы. Шундай ҡыҙыҡ, илгәҙәк, һаман бала сағындағы кеүек.

Ғәзиздең тәнендәге бөтә яралар бер юлы ҡуҙғалып киткәндәй итте. Ниңә иҫкә алды уның исемен? Тағы ни әйтер Гүзәл тураһында? Ни әйтер тағы?

– Эй, ныҡышмал икән үҙе. Сәғәттәр буйы клубта пианино менән булашып тик ултыра. Бер көй сығарҙы беҙҙә саҡта, һиңә арнаған.

Ғәзиз, күҙҙәрен ағаһынан йәшереп, ситкә текәлеп тыңлап ятҡан еренән тиҙ генә боролоп, ышаныр-ышанмаҫ һораны:

– Миңә?

– Эйе. Беләһеңме, шуны тыңлатыр өсөн өй эсендә беребеҙҙе ҡалдырмай клубҡа эйәртеп алып барҙы, Һәйбәт көй килеп сыҡҡан ысынлап та. Миңә бик ныҡ оҡшаны. Үҙе исемен дә әйтә ине әле. Нимә тиҙәр әле һүҙһеҙ көйҙәрҙе? Н...

Ғәзиз инструменталь жанрҙарҙың белгәндәрен теҙеп һораны:

– Соната? Увертюра? Рондо?..

– Юҡ.

– Фантазиялыр, бәлки? Прелюдия йәки этюдтыр?

– Юҡ, «Н» хәрефенә ул. Һағышлы ла. өмөтлө лә  булырға тейеш, тип аңлата ине үҙе.

– Ноктюрн?

– Шулай шикелле. Эйе, иҫкә төштө. Шулай – ноктюрн. Тағы, минең китерҙе белгәс, һиңә тауҙай сәләм әйтергә ҡушты. Бойоҡмаһын, тине. Өс ҡул менән дә уйнап була, бик һәйбәт килеп сыға ул, ти. Осрашҡас, ошо көйҙө икәүләп өс ҡул менән уйнарбыҙ, тине. Онотма, әйт, тип ҡат-ҡат һорап ҡалды.

Ғәзиздең ҡапыл күңеле тула башланы. Шатлыҡтан илаған кешеләргә ул элек аптырай торғайны. Нисек инде – ҡыуан да, ила ла? Ике ҡапма-ҡаршы тойғо... Хәҙер инде ышанды: илатыр хәлгә еткереп тә тула икән шул күңел. Әммә барыбер иламаны егет. Ҡолағы төбөндә Гүзәл яҙған ноктюрн яңғырап киткәндәй тойолдо. Ғәзиздең алдағы тормошо хаҡында һымаҡ ине был көй. Һағышлы ла, өмөтлө лә...

 

Автор:
Читайте нас