Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Әҙәбиәт һәм ижад
5 Ноября 2023, 07:16

Ҡарт ҡыҙ Повесть Риф Йөҙлөкбай (5)

Тик кемдән ауырға ҡалаһың? Бөгөндән алам тип тороусы ла юҡ.

Ҡарт ҡыҙ Повесть Риф Йөҙлөкбай (5)Ҡарт ҡыҙ Повесть Риф Йөҙлөкбай (5)
Ҡарт ҡыҙ Повесть Риф Йөҙлөкбай (5)

5

...Йәнбикә мунсала эҫе итеп, оҙаҡ сабынырға ярата. Ул сабынғандан һуң миндектең ярты япрағы ҡойолоп бөткән була. Күп ваҡыт әсәһе менән инә. Ҡыҙы сабынғандан һуң, Фәриҙә миндекте ҡулында әйләндергеләп ҡарай ҙа:
– Һинән һуң, хет икенсе миндек бешер, япраҡтары ҡойолоп, ҡоро сыбыҡҡа ҡала, – ти. Йәнбикә әсәһенең һүҙенә шарҡылдап көлөп ебәрә лә:
– Танһығым ҡанғансы сабынырға ла эшкинмәгән миндек буламы?! – Соланға сығып яңы миндек алып инә лә тасҡа ҡуйып, башта йылымыс, аҙаҡ эҫе һыу ҡоя. Бер аҙ һыу эсендә ятҡас, бер нисә тапҡыр әйләндереп ала унан таш өҫтөнә ҡуйып бешерә. Мунса эсенә тәмле булып, ҡайын еҫе менән әрем еҫе тарала.
– Әсәй, ят, үҙем сабам.
Фәриҙә эләүкәгә менеп ята ла балаларса ҡыуанып, иркәләнеп, ҡыҙының сапҡанына:
– Ҡалай шәп, ҡалай яҡшы. Әйҙә, әйҙә, нығыраҡ сап, аяҡтарыма шифа булһын, – тип һөйләнеп, әле ал, әле арт яғын ҡуя.
Йәнбикә миндек араһына әрем, һары мәтрүшкә ҡыҫтырып бәйләргә ярата. Әсәһе менән миндек һындырырға барғанда:
– Ҡышын мунса ингәндә үҙеңде йәйге урманда, аҡланда йөрөгәндәй һис итәһең ул, – тип һөйләнә-һөйләнә әрем менән мәтрүшкә лә йыя. Әсәһенә лә ундай миндек бик оҡшай.
Бөгөн Йәнбикә әсәһен мунсаға алдан ебәрҙе.
– Әсәй, һин ашыҡмай ғына инә тор, мин һуңыраҡ барырмын, минең бер аҙ эшем бар, – тип ноутбугына баҫҡылай башланы.
– Бик һуңлама, арҡаларҙы ышҡыйһы бар. Сабынаһы ла... Фәриҙә ноутбукка текәлеп ултырған ҡыҙына ҡарап алды ла, уйланып, алмаш кейемдәрен алып, мунсаға китте.
Әсәһе йыуынып ҡайтып киткәс, Йәнбикә ғәҙәттәгесә эҫе итеп сабынып алды ла, эләүкәгә һуҙылып ятты. Ҡайнар тәне менән иҙәнгә төшөргә йә соланға сығырға ашыҡманы. Эҫелектән алһыуланып, йылынып киткән боттарына ҡараны. Мунса эсенә таралған әрем еҫен еҫкәй-еҫкәй күҙҙәрен йомдо.
Бер аҙ ятҡас, әкрен генә тороп, соланға сыҡты. Бөтөн кәүҙәһен күрһәткән көҙгө алдына баҫып, оҙон сәстәрендәге һыуҙы ҡулы менән һыҙырып иҙәнгә ҡойҙо. Иҫке шифоньерҙың көҙгөһөн ташларға йәлләп, мунса соланына ҡуйғайнылар.
– Мунсала көҙгө ниңә кәрәк инде, – тип әсәһе ҡаршы килеп ҡараһа ла, Йәнбикә:
– Иҫке тип бына тигән көҙгөнө сүплеккә ташлап булмай инде, – тип мунса соланына индереп ҡуйҙы. Бына әллә нисә йыл инде, мунса инергә килгәндә ҡаршы алып, оҙатып тора ул.
Көҙгөләге сағылышына оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо Йәнбикә. Бер ҙә ярамаған, етешмәгән ере юҡ һымаҡ, бөтәһе лә урынында. Түше лә, биле лә ярарлыҡ. Был тәнде кемдер иркәләргә, һөйөргә тейеш тә бит. Ни өсөн ул бөгөн бер үҙе? Кем ғәйепле? Үҙеме, егеттәрме, ата-әсәһеме?
Уға инде утыҙ һигеҙ йәш. Ошо йәшкә еткәс, Йәнбикә был турала йыш уйлана башланы. Кейәүгә сығырына бөтөнләй өмөт өҙҙө. Уны был йәштә кем ҡатынлыҡҡа алһын? Ҡатыны үлеп киткән, йә ғаиләһенән ҡыуылып сыҡҡан ирҙәр һирәк булһа ла, горизонтта күренгеләп ҡалалар. Тик Йәнбикә улар менән һөйләшмәй ҙә.
Ғаиләһенән ҡыуылғандар, әсәһе менән генә йәшәгәнен белеп, торор өсөн үҙҙәренә урын эҙләгәнен ул һиҙеп тора.
– Күсеп килергә лә ризамын, әсәйең менән генә донъя көтөүе ауырҙыр, – тигән булалар. Үҙҙәре айнып та бөтмәгәндәр. Ҡатыны үлгәндәр бала­лар­ын ҡаратыр өсөн ҡатын эҙләй.
– Миңә тыныс ҡына, донъя көтөрлөк, балалар ҡарарлыҡ ҡатын кәрәк инде, – тип һүҙ уңайында әйтеп ҡуялар. Нишләп Йәнбикә кеше балаларын ҡарарға тейеш? Башына тай типмәгән әле! Уның үҙе табып, үҙ балаһын ҡарайһы килә.
Йәйҙең эҫе көндәренең береһендә, бер ир, ҡайҙан белгән, ҡайҙан тапҡан, Йәнбикәне эштән сығыуын урамда көтөп тора. Һөйләшеп киткәс, шул билдәле булды, ҡатын эҙләй икән. Ҡатыны сирләп үлеп киткән, үҙе ҙур урында хужа, донъяһы етеш.
– Миңә бер бала булһа ла таба торған ҡатын кәрәк, булған мөлкәтемде ҡалдырырға, – тине ир матур ғына һөйләшә башлағас. Ҡыҙға ирҙең буй-һыны, тотошо, әрһеҙлеге оҡшап та ҡалғайны, ләкин һуңғы һүҙҙәре ҡыҙҙың бәғеренә үтте лә ҡуйҙы. Үҙен кибеттәге әйбер кеүек һис итте. Бына ни өсөн кәрәк уға? Йәнбикә уны-быны уйлап торманы, асыуы килеп:
– Юҡ, мин бала таба алмайым, юҡҡа килгәнһеҙ, һуң инде, – тине.
– Ғәфү итегеҙ, – тине лә ир кеше, машинаһына ултырып, ҡуҙғалып китте.
Аҙаҡ үҙенең шулай киҫкен яуап биргәненә үкенде. Бөтөнләй өмөтөн өҙмәҫкә булған икән тип уйланы. Теләгәндә, бала ла таба ала. Үткән йыл ғына диспансеризация үткәндә, гинеколог уның бер ҙә кейәүгә сыҡмағанын белгәс:
– Һеҙ ауырға ҡала алаһығыҙ, бөтәһе лә яҡшы. Әле һуң түгел, – тигәйне. Табиптың был һүҙенә шатланып ҡайтҡайны. Тик кемдән ауырға ҡалаһың? Бөгөндән алам тип тороусы ла юҡ. Кейәүгә сыҡмай ғына бала табыуҙы ул күҙ алдына ла килтерә алмай. Бындай, башҡа һыймаҫлыҡ эшкә бер ваҡытта ла бармаясаҡ. Уның алған тәрбиәһе ундай түгел. Ул үҙенең аҡылына, булмышына бер нисек тә ҡаршы килә алмай. Бер үҙем ҡалам, тигән уй Йәнбикәнең йөрәген кимерһә лә, хатта был уйы ла уны гонаһлы юлға алып баралмай. Был мөмкин түгел!

Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас