

Ә һеҙ “Шоңҡар”ҙың киләһе ярты йыллығына яҙылдығыҙмы?
“Шоңҡар” йәштәр журналы булып һыналһа ла, ул – төрлө йәштәге уҡыусыларыбыҙҙың яратҡан баҫмаһы. Ғафури районының Юлыҡ ауылында ғүмер кисергән, 29 октябрҙә 94 йәшен тултырған Зөһрә Ҡужина ла был баҫманың һәр һанын көтөп ала. Журналды уға ейәнсәре Эльвира Яҡупова бүләккә яҙылған.
“Ике-өс көн дауамында рәхәтләнеп уҡыйым. Төрлө темаға яҡтыртылған мәҡәләләр заман һулышын тойорға, уңышлы, өлгөлө йәштәр менән танышырға ярҙам итә. Октябрь һанында ейәнем Салауат Урманшиндарҙың ғаиләһенең Дағстанға барып ҡайтыуы тураһындағы мәҡәләне яратып уҡыным, уларҙы журнал биттәрендә күреп шатландым”, - ти ул.
Рәзинә Зәйнетдинва.