

7
...Икенсе фатирға уларҙы бухгалтерияла эшләгән ҡыҙ алып инде. Торасаҡ фатирҙары колхоз идараһынан бер йорт аша ғына икән, ҡыҙҙар быға һөйөндө.
– Былар тәртипле кешеләр, бабайы фронтовик. Йәштәре оло булһа ла, фекер йөрөтөүҙәре йәштәрсә, – тип аңлатты ҡыҙ, ихатаға ингәс.
– Күренеп тора, май сүлмәге тышынан билдәле, тиҙәрме әле? Ихатанан белеп була кемдәр йәшәгәнен, шулай бит? Йәнбикә? – тине Гөлназ йөҙөнә шатлыҡ сығарып.
Йәнбикә бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Ул күрмәй, белмәй алдан маҡтарға ла, яманларға ла ашығып бармай.
– Вазиха апайҙы уңайһыҙ хәлдә ҡалдырҙыҡ, – тип ҡуйҙы.
– Үҙе ғәйепле.
Йорт хужалары ҡыҙҙарҙың инеп килгәнен күреп, ҡаршы сыҡтылар. Уларҙы күреп, ҡыҙҙар саҡ көлөп ебәрмәнеләр. Әбейе янында бабайы бер башҡа тәбәнәк.
– Ошо матурҡайҙарға урын кәрәкме? Рәхим итегеҙ! Минең исемем Маһинур, ҡартымдыҡы Шаһинур, ике нурҙы бергә ҡушһаҡ, өй эсенә тула нур, тип хужабикә таҡмаҡлап та алды.
– Ҡыҙҙарҙы аптыратма инде, кире боролоп китерҙәр. Әллә нимә уйлауҙары бар, – тине йорт хужаһы ҡарсығына ҡул һелтәп.
– Китмәҫтәр. Аҡ менән ҡараны айыра беләләрҙер. Шулай бит, ҡыҙҙар?
Ҡыҙҙар был фатирҙа үҙ йорттарына ҡайтҡандай хис иттеләр. Йорт өс бәләкәйерәк бүлмәләргә бүленгән. Береһенә ҡыҙҙар урынлашты. Бабай менән әбей күңелле, ихлас кешеләр булып сыҡты. Уларҙың ике ҡыҙы ла кейәүгә сығып, ситтә, ҡалала йәшәйҙәр икән. Шуғамы, Йәнбикә менән Гөлназға, балам, ҡыҙым, тип кенә өндәштеләр.
Йәнбикә был йортта бер нисә көн йәшәгәндән һуң, һыуыҡ тейҙереп сирләп китте. Эшкә баралманы. Ауылдағы шәфҡәт туташын саҡырттылар, ул:
– Постельный режим һиңә, шул саҡта оҙаҡҡа бармаҫ, тиҙ, үтер, – тип дарыу биреп китте.
Йоҡомһорап ятҡан Йәнбикәнең ҡолағына.
– Мөмкинме? – тип ишек шаҡып ингән ир-егет тауышын ишеткәс, тиҙ генә күҙҙәрен асты. Кем булыр, тигән уй үтте башынан.
– Инеп кит, Зәбир, – тине Маһинур.
– Ҡыҙҙарҙың ҡул сәғәте юғалған булған, таптым, шуны алып килгәйнем.
– Береһе өйҙә, һыуыҡ тейҙергән, ятып тора. Бар үҙең бир.
Зәбир бүлмәнең таҡтаһын шаҡыны.
– Мин сәғәтегеҙҙе алып килгәйнем.
– Инегеҙ, – тине Йәнбикә. Уның ниндәйерәк егет икәнен күргеһе килде. Егет ҡыйынһынып ҡына бүлмәгә инеп, өҫтәлгә сәғәтте ҡуйҙы. – Рәхмәт.
Ҡыҙҙы күреп Зәбир өнһөҙ ҡалды. Ниндәй сибәр ҡыҙ, тип уйланы. Күңеле төбөндә ниндәйҙер хис уйнап ҡуйғандай итте. Ҡыҙҙың ярҙамға мохтаж булып ятыуын күреп ярҙам иткеһе килде. Мөмкинлектән файҙаланырға уйланы.
– Иҙән ярығына төшкән булған... Сирләп киттегеҙме? Дарыуҙарығыҙ бармы һуң? – тип һорашты.
– Медсестра бер аҙ ҡалдырғайны.
– Былар менән генә тиҙ һауыға алмаҫһығыҙ, – тине өҫтәлдә ятҡан дарыуҙарға күҙ һалғас.
Зәбир шул уҡ көндө, машиналы дуҫы менән, район үҙәгенә барып, дарыухананан дарыуҙар алып ҡайтып, Йәнбикәгә килтереп китте.
– Тиҙерәк һауығығыҙ.
– Рәхмәт. Күпме аҡса бирәйем, – тине Йәнбикә урынынан ҡуҙғалып.
– Юҡ, юҡ мин аҡса алмайым, һеҙгә ярҙам итеп. Шундай матур ҡыҙ сирләп ятырға тейешме?
Йәнбикә ял көндәрендә ауылына ҡайтып килергә тейеш ине, сирләп киткәс, юлға сыҡманы. Гөлназ, мин ҡайтып киләм әле, тип район үҙәгенә барыусы машинаға ултырып китте.
Ялға ғына ҡайтҡан Зәбир, юҡ-бар сәбәп табып, Йәнбикә янына бер нисә тапҡыр килеп китте. Ҡыҙ тураһында күберәк белгеһе килде. Үҙе тураһында ла һөйләне. Университеттың тарих бүлегендә уҡып йөрөй икән.
– Ауылға ҡайтасаҡмын. Әсәйем бер үҙе, – тине Зәбир ышаныс менән.
– Уйың яҡшы, – тип хупланы Йәнбикә. – Мин дә ауылыма ҡайтасаҡмын, эш урыны көтә, һөйләшенгән.
Йәнбикәнең ике йәшкә оло булыуы Зәбирҙең кәйефен төшөрҙө. Ҡыҙҙың туған итеп һөйләшеүе һиҙелеп тора. Китер көндө Зәбир бар батырлығын йыйып:
– Йәнбикә, һин минең менән ҡустың кеүек күреп һөйләшәһең, ә мин һине оҡшатып та өлгөрҙөм. Танышлыҡты дауам итһәк ине тим.
– Дуҫ булырбыҙ, ауылда егетем бар. – Зәбирҙең башына таяҡ менән һуҡтылармы ни?! Ҡаушап китте. Нимә әйтергә белмәне.
Гөлназ ауылдан килгәс, Зәбирҙең килгәнен белеп, шаяртып алды.
– Минең ҡайтҡанды ғына көткәнһең икән, егеттәр яныңа килә башлаған.
– Оҡшаттым, ти, дуҫ булайыҡ, ти.
– Ярамаҫлыҡ егет түгел.
– Йәш шул, балалар менән йөрөү килешмәҫ, – тигәс Йәнбикә, икеһе лә көлөп ҡуйҙы.
Йорт хужаһы Шаһинурҙы, Еңеү көнөнә саҡлы, һуғышта бергә булған уҙамандар менән осрашырға Өфөгә саҡырҙылар. Китер көндө байрамда ғына кейә торған орден-миҙалдар тағылған костюмын кейеп алды ла ҡарсығына:
– Йә, нисек, ҡарсыҡ, һәйбәтме? – тине.
– Һәйбәт, һәйбәт. Һин унда яҡшы ғына йөрө, артығын эсмә, – тине Маһинур ҡартының костюмын рәтләп.
– Һин мине беләһең. Лейтенант Таһиров һәр ваҡыт үҙ аҡылында, – тип смирно баҫты. Йорт хужаһын оҙатырға ҡайтҡан ҡыҙҙар бер-береһенә ҡарашып көлөшөп алдылар.
– Ышанам. Вольно, – тип бойороҡ бирҙе ҡарсығы.
Һуғыш уҙаманын районға алып барыр өсөн, колхоз рәйесенең машинаһы ҡапҡа төбөнә килеп туҡтаны.
– Машина килде. Ике көндән ҡайтырмын, ҡарсыҡ, һағынырһың инде, – тип шаяртып алды, өйҙән сыҡҡанда.
– Ярар, ярар. Түҙермен. Һуғыштан көтөп алған кеше әле мин. Матур йөрө, имен йөрө, – тине ҡарсығы. Ҡыҙҙарға уларҙың һөйләшеүе, хушлашыуы ҡыҙыҡ тойолдо, бер-береһенә ҡарашып йылмайыштылар.
Маһинур бабайы өйҙә булмағас, күңелһеҙләнеп ҡалғандай булды. Быны һиҙеп ҡыҙҙар, кисен эштән ҡайтҡас, өсәүләп һөйләшер булып китте. Хужабикә үткәнен, тормоштоң ауырлығын, һуғыш осорондағы аслыҡты һөйләне. Бабайы менән һуғышҡа саҡлы өйләнешеп, бер ҡыҙы менән фронтҡа оҙатып ҡалған.
– Маһинур инәй, Шаһинур бабай менән йөрөп өйләнештегеҙме? – тип һораны Гөлназ.
– Юҡ. Ниндәй йөрөү? Атайым һөйләшкән. Ул йылдарҙа күпселек атайҙар һөйләшеп, үҙҙәре теләгән егеткә бирәләр ине. Шаһинурҙы никах булыр көндө генә күрҙем. Ат менеп килеп төштө. Ат башында бәләкәй генә малай ултыра, мин уны буласаҡ иремдең ҡустыһы икән тип торһам, буласаҡ ирем булды. Аттан һикереп төшһә, минең янда бер башҡа бәләкәй. Нимә эшләйһең, атайға ҡаршы килеп булмай, риза булдым да ҡуйҙым. Яҙмышыма яҙғаны ошолор тинем.
– Маһира инәй, яҙмыш бармы ул? Йәнбикә шундай һорау бирҙе.
– Мин оло кеше булһам да, ике фекерҙәмен. Тормошоңдо үҙгәртерлек ваҡиғалар була, быны яҙмыш, тибеҙ. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Күпселек үҙеңдән торалыр. Мин атайыма ҡаршы килеп Шаһинурға сыҡмаһам, тормошом бөтөнләй башҡа төҫ алыр ине. Бәлки, бәхетһеҙ булыр инем. Шаһинурым бик һәйбәт ир булды, артығын эсмәне, башҡаларға ҡараманы, тырыш булды.
– Күренеп тора, донъяғыҙ матур, – тине Гөлназ.
– Йөрөгән егетең икенсе менән йөрөй башлаһа, был да яҙмышмы?
– Һинең шулай булдымы? Йөҙөңдә ниндәйҙер моңһоулыҡ сағыла шул. Онот һин уны, ул һинеке булмаған, аңлайым был ауыр хәл. Минең дә оҡшатып йөрөгән егетем бар ине, атайым ауыҙҙы ла астырманы. Ул һиңә кәрәкмәй, тине. Мал врачы булып эшләй ине, араҡы эсергә яратты. Һуғышта үлеп ҡалды. Атайым тапҡан Шаһинурым ҡайтты. Ошо булалыр инде яҙмыш.
Колхоз рәйесенең шоферы Урал, йорт хужаһы өйҙә юҡта, инеп утын ярып киткеләне. Бухгалтерияға инеп ҡыҙҙарҙың хәлен һорашты. Әле береһенә, әле икенсеһенә күҙ һалды.
– Был Урал беҙҙең беребеҙ менән дуҫлашырға теләй, юҡҡа ғына беҙҙең янда буталмай, – тине Гөлназ Йәнбикәгә.
– Мин дә һиҙҙем. Һүҙ башларға ғына ҡыймай тора. Күреп тор бөгөн кисен беҙгә инәсәк.
Ишекте элеп кенә ингәс, ишек шаҡынылар. Маһинур өй ишеген асып:
– Кем бар унда? – тип өндәште.
– Был мин, Урал. Маһинур инәй, Йәнбикә сығып ҡына инһен әле. Әйтер һүҙем бар ине. – Маһинур ишекте япты ла:
– Йәнбикә, һине Урал саҡыра, һүҙем бар, ти.
– Кемгә күҙ һалғанын белдек инде, – тип йылмайҙы Гөлназ. – Бар сыҡ, бәлки, яҙмышыңдыр.
– Сығам шул, – тине лә өҫтөнә польтоһын кейеп, һәҙәптәрен эләктермәй генә сығып китте.
– Ниндәй йомошоң бар ине, Урал? – тине тышҡа сыҡҡас.
– Бер аҙ йөрөп килһәкме тигәйнем.
– Урал, асыуланма, минең – егет, һинең ҡыҙың бар, ярамай.
– Егеттәребеҙ юҡ тинегеҙ бит.
– Мин әйтмәнем, уны Гөлназ әйтте.
– Һөйләшеп йөрөүҙең ғәйебе юҡтыр.
– Эш күп булды, арытты... Һау бул... Асыуланма... – Йәнбикә инеп китте.
– Нишләп бик тиҙ, – тип ҡаршы алды Гөлназ.
– Булмай, егетем баштан сыҡмай.
– Бик һәйбәт егет ул. Атаһы – склад мөдире, әсәһе заправщица булып эшләй. Төплө ғаилә.
Йәнбикә Маһинур әбейһенең һүҙенә бер нисек тә яуап бирмәне. Башында уйҙар сорнала ине. Бер аҙҙан ғына:
– Яҙмышыма яҙғаны булыр әле, – тип ҡуйҙы.
Ике көнгә тип киткән йорт хужаһы бер аҙнанан ғына ҡайтып төштө. Уны көтөп Маһинур нимә эшләргә белмәне. Хужаларға ла барып белеште. Улары:
– Ҡайтыр, ашаған мал урынына ҡайта ул, – тип шаярттылар ҙа, шунан: – Осрашыуҙарға йөрөтәләрҙер, Маһинур инәй борсолма, – тип тынысландырып ҡайтарҙылар.
Ҡартының ҡапҡанан инеп килгәнен күреп һөйөнһә лә, ҡулына уҡлау тотоп ишек янына барып баҫты:
– Ҡайҙа йөрөнөң, әйт?! Әтеүһәләй бына, – тип ҡулындағы уҡлауын уйнатты, ишектән инеп килгән ҡартына.
– Бәй, ҡарсыҡ, һағыныуың ошолаймы ни? Белмәнем, ҡайтмаҫ инем.
Был хәлде күҙәтеп торған ҡыҙҙар көлөргә лә аптырарға ла белмәне. Уларҙың ҡыланышы сәхнәлә уйнаған артистарҙы хәтерләтте.
– Бәхетең, ҡыҙҙар өйҙә, юғиһә, эләгер ине. Ярар инде, ин.
– Мин һине һағынып ҡайттым, ә һин грамм да һағынмағанһың. Ярамай улай, ярамай. Һаумығыһыҙ, ҡыҙҙар. Әбейем нимә эшләгән ул?
Практика көндәре һиҙҙермәй генә үтеп тә китте. Йәнбикәгә был тормош мәктәбе булды. Төрлө кешеләр менән осрашты, һөйләште. Ҡайҙа ғына барһа ла, егеттәрҙең үҙенә битараф булмауҙарын аңланы. Ләкин ул институтты тамамламай тороп егеттәр тураһында уйламаҫҡа үҙенә һүҙ биргәйне. Айраттың алдауы уның күңелен ҡатырҙы, егеттәргә ҡарашын үҙгәртте.
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.