Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
8 Ноябрь 2023, 04:52

Ҡарт ҡыҙ Повесть Риф Йөҙлөкбай (8)

– Нимә эшләйһең ул? Ниңә һәрмәнәһең? Мин һиңә... Әсәй...

Ҡарт ҡыҙ Повесть Риф Йөҙлөкбай (8)Ҡарт ҡыҙ Повесть Риф Йөҙлөкбай (8)
Ҡарт ҡыҙ Повесть Риф Йөҙлөкбай (8)

8

– Нимә эшләйһең ул? Ниңә һәрмәнәһең? Мин һиңә... Әсәй... Әсәйгә әйтәм. Әсәй, Булат һәрмәнә! – Йәнбикә яҫтығында тегеләй-былай борғаланды. “Әсәй!” тип ҡысҡырған үҙ тауышына тертләп күҙҙәрен асып ебәрҙе. Йөрәге күкрәгенән сығырҙай булып тибә. Үҙе шыбыр тиргә батҡан. Тиҙ генә өй эсенә күҙ йүгертеп алды. Әсәһе күренмәй, тимәк, уның ҡысҡырғанын ул ишетмәгән. Ишетһә, янына килеп:
– Йәнбикә, балам, алама төш күрҙеңме? Икенсе яғыңа боролоп ят, – тип ҡыҙының арҡаһынан ҡағып, юрғанын рәтләп ябып ҡуйыр ҙа, ауыҙ эсенән генә нимәлер уҡынып, үҙенең яҫтығына барып ятыр ине.
Өй эсе әле ҡараңғы, күрәһең, таң атырға иртәрәктер. Йәнбикә карауаты янында торған ултырғыстан телефонын алып сәғәт нисә икән тип ҡараны. Ваҡыт дүртенсе яртыны күрһәтә ине. Тирен киптерер өсөн, ябынған юрғанын асып ташланы. Йөрәге тыныслана башлағандай итте.
Төш. Ниндәй төш күргәйне әле? Төшөн иҫенә төшөргәс, тағы шул Булат, тип уйлап ҡуйҙы. Ниңә әле ул был төштө бик йыш күрә? Күргән һайын һаташып уяна. Ул нимәһе менән күңеленә инеп урынлашты һуң? Үҙенең ахмаҡлығы менәнме? Тормош тәжрибәһе булмауы менәнме? Егеттәр менән булған хәлде әсәһенә һөйләүе менәнме? Ә әсәһенең Булатты сығып әрләүе менәнме? Их, ахмаҡ мин, ахмаҡ, тип Йәнбикә үҙ-үҙенә һөйләнеп алды. Бала-саға түгел ине бит инде, егеттең ҡосаҡлауын, ҡулдары менән иркәләргә теләүен инеп әсәйгә һөйләйҙәрме ни? Егет менән ҡыҙҙың нисек йөрөүен кинонан күреп, китаптан уҡып та белә ине бит. Бала саҡтан әсәһенең, тәрбиәле бул, балам, егеттәргә асылып, бирелеп барма, тигән һүҙҙәрен ҡолағына һеңдереп, әсәйем дөрөҫ әйтәлер тип үҫеүе, бөгөн уны яңғыҙ ултырта түгелме? Ошо йәшенә етеп, Айратты иҫәпкә алмағанда, уның егеттәр менән рәхәтләнеп үбешкәне лә, иркәләнгәне лә юҡ. Ә ниндәй заманда йәшәй, ирекле мөхәббәт заманында. Һөйләһәң, кеше ышанмаҫ. Нимә, айҙан төштөңмө әллә, тип көләсәктәр.
Булат, Булат... Нисек танышҡайынылар әле улар? Ирекһеҙҙән Йәнбикәнең уйҙары үткәндәргә алып ҡайтты.
Йәнбикә бухгалтерлыҡҡа уҡып ҡайтҡас, ауыл Советында баш бухгалтер ярҙамсыһы булып эш башланы. Быға саҡлы уның урынында ҡасандыр курс ҡына бөткән, күптән хаҡлы ялға сыҡҡан апай эшләй ине. Ҡыҙ ауыл Советы рәйесе менән һөйләшеп, үҙенең ауылға ҡайтырға теләге барлығын әйтте. Рәйес шатланып риза булды.
– Мин һине көтәм, башҡа кеше алмайым. Рәйсә апайың, арыным, ялға китер инем, тип күптән һөйләнә, урынына кеше булмағас, тотоп килдем, – тине. Уҡып ҡайтып ярты йыл самаһы эшләгәс, район үҙәгенән документтарҙы тикшерергә килгән егет менән танышып, дуҫлашып алды. Булат телефон аша, юҡ-бар сәбәп табып, шылтыратып торҙо. Бер шылтыратҡанында, эштән һуң һинең янға барам, күрәһем килә, тине. Йәнбикә егеттең был тәҡдименә шатланһа ла, әллә инде, әллә, тигән булды. Ә эсенән генә килеүен теләне. Оҙон буйлы, төҫ-башҡа ярайһы сибәр егетте оҡшатҡайны. Шул көндән башлап, Булат ике көнгә бер ҡыҙ янына килә башланы. Тәүге мәлдәрҙә уларҙың аралашыуы, һөйләшеүе ике дуҫ кешене хәтерләтте. Булат ҡыҙҙы ҡосаҡларға ҡыйманы. Шулай ҙа бер көндө уңайын тура килтереп ҡулын ҡыҙҙың иң башына һалғайны, Йәнбикә ток һуҡҡандай һикереп китте лә ҡулын алып ташланы. Булаттың тәртиплелегенә, һеҙ тип кенә һөйләшеүенә ҡарап яҡшы тәрбиә алған, тип һөйөнөп йөрөй ине, быныһы ла ҡалғандар кеүек икән, тигән уй үтте. Йәнбикәнең кәйефе төштө. Ир-егеттең бөтәһе лә бер ҡалыптан микән ни? Һөйләшеп кенә йөрөй алмайҙармы? Тиҙерәк ҡосаҡларға ашығалар. Йәнбикә егеттәрҙең ҡосаҡлауын, иркәләүен үҙенеке итергә теләй тип аңлай. Шуға уның ҡыланышы, һүҙҙәре ҡырыҫ килеп сыға. Был күренеш Булатты ғәжәпләндерҙе. Быға саҡлы бер ҡыҙҙың да был саҡлы ҡырағай булғанын күргәне юҡ ине уның. Айҙан төштө микән әллә, тигән уй килде. Ҡыҙҙар менән йөрөгәне бар, киреһенсә, улар үҙҙәре инеп баралар. Булат нимә уйларға белмәне. Тәүҙә, аҡыллы ҡыҙ, боҙолмаған ҡыҙ, тип һөйөнһә лә, көн дә шундай хәл ҡабатланғас, ҡыҙға яҡын килә алмағас, аңлай алманы. Айҙар, йылдар буйынса йәнәшә атлап ҡына йөрөй алмайҙар бит инде. Күрәһең оҡшатмай, былай ғына йөрөй тигән уй ҙа килде. Түҙмәне Булат бер көндө:
– Йәнбикә, һин быға саҡлы егеттәр менән йөрөнөңмө? – тип һорарға мәжбүр булды.
– Юҡ та, бар ҙа... – тине ҡыҙ. Һорауҙың мәғәнәһен аңламайынса. – Ниңә һораның әле?
– Шулайҙыр шул... Мине яҡын ебәрмәгәнгә әйтәм.
– Мин шундай тәрбиә алғанмын, әсәйем өйрәтте.
– Егет менән ҡыҙ ҡосаҡлашырға тейеш түгелме ни?
– Уныһы өйләнешкәс...
Ни булһа шул булыр тип, Булат Йәнбикәне ҡосаҡлап алды ла, ҡарышыуына ҡарамай, үбә башланы. Ҡулдары тәндәрен ҡапшаны, әрһеҙләнеп китеп, түштәренә үрелде. Йәнбикә әсе тауыш менән:
– Әсәй!.. Әсәйгә әйтәм мин һине!.. – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Икенсе көндө ҡапҡа төптәренә Йәнбикәне оҙата килгән Булатты әсәһе сығып:
– Һин, нимә, егет кеше, минең ҡыҙымды боҙорға уйлайһыңмы? Ул ундай түгел! Үҙеңә кәрәген алғас, ташлап китмәксе булаһыңмы? Булмай торһон. Өйлән, аҙаҡ һинеке, – тип әрләгәс, егет башҡа килмәне. Йәнбикә килер, килер, тип өмөт итһә лә, өмөтө аҡланманы. Айратты бөтөнләй онотмаһа ла, Булатҡа йөрәгенең бер мөйөшөнән урын биргәйне. Уның менән бергә булырына ышанысы арта башлағайны. Әллә нишләп әсәһен дуҫы итеп күреп һөйләне бит.
– Бирермен мин уға, күрһәтермен күрмәгәнен, һин уға һөйрәлгес ҡатынмы ни? – тип әсәһе ҡыҙҙы ла китте. – Өф итеп кенә үҫтергән ҡыҙыбыҙға нисек ҡаты бәрелгән.
Йәнбикә әсәһен улар янына сығыр тип һис уйламағайны. Үҙенең һәм әсәһенең ахмаҡлығы арҡаһында ул бөгөн яҫтығында бер үҙе ята түгелме. Күптән ғаиләле булыр, балалар үҫтереп, йәшәп ятырҙар ине.
Фәриҙә, ҡыҙы әйткәнгә, сығып егетте әрләүен иҫенә төшөрһә, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй. Үкенә. Ниндәй көс егетте әрләргә этәрҙе икән? Егет менән ҡыҙ араһында булған хәлде, серҙе әсәйҙәр белергә тейешме, тип үҙ-үҙенә һорау бирә. Үҙенең дә йәшлеге булды бит. Хәлит ҡосаҡлап үпкәнде инеп әсәһенә бер ҙә һөйләмәне. Ҡыуанып, һөйөнөп, күңеле күтәрелеп йөрөнө. Ҡыҙына ҡарай ҙа, мин генә бәхетһеҙ иттем балаҡайымды тип йөрәге яна. Ниңә ҡыҙ менән егет араһына инергә? Үҙенең мәғәнәһеҙ рәүештә уҫал, ҡаты булыуына ғәжәпләнеп тә ҡуя.
Күп йылдар үтһә лә, Булат Йәнбикәнең төшөнә инеп, үҙе тураһында белдереп тора. Күргән төшөн әсәһенә һөйләй алмай. Нисек итеп әллә ҡасан булған хәлде төшөндә күреп һаташыуын һөйләһен. Әсәһе үпкәләп ҡуйыр. Булаһы булған, яҙмышыма яҙмағандыр тип, килешергә генә ҡала. Уф, тип ҡуйҙы Йәнбикә. Булат менән булған хәл иҫенә төшһә, оятынан нимә эшләргә белмәй, үҙ-үҙенә асыуы килә. Әллә ошо уйҙарынан өшөй башлағандай итте. Юрғанын өҫтөнә япты ла, башына саҡлы төрөнөп, һул яҡҡа боролоп ятты.

Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас