Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
9 Ноябрь 2023, 04:39

Ҡарт ҡыҙ Повесть Риф Йөҙлөкбай (9)

Һинең менән бер-бер хәл булһа, береһе лә ҡайтып ҡарамаясаҡ. Ундай хәлдәр байтаҡ булды. 

Ҡарт ҡыҙ Повесть Риф Йөҙлөкбай (9)Ҡарт ҡыҙ Повесть Риф Йөҙлөкбай (9)
Ҡарт ҡыҙ Повесть Риф Йөҙлөкбай (9)

9

Йәнбикә әллә йоҡланы, әллә юҡ, башын юрғанынан сығарҙы. Ҡыҙғылт һары ҡояш нурҙары иренеп кенә тәҙрә аша үтеп, ҡаршы яҡ стенаға төшкән. Тимәк, таң атып килә. Уларҙың йорто урамда иң һуңғыһы булып, ҡояш сығышы яғында. Шуға уларҙың тәҙрәһенән офоҡ күренеп тора. Ҡояштың беренсе нурҙары иң беренсе уларға төшә. Йәнбикә бала сағынан, офоҡтан ҙур булып, күтәрелеп килгән ҡояшты күҙәтергә яратты. Ҡояш уға яҡын ғына, үрелеп алырҙай булып тойола ине. Һыйыр һауырға, көтөү ҡыуырға уянған әсәһе менән уянып, таң атҡанын, ҡояштың әкрен генә нурҙар һибеп күтәрелгәнен күҙәтеп, уйға сума ине.
– Ҡыҙым, йоҡла, таңғы йоҡо тәмле була ул, – тиһә лә, Йәнбикә әсәһенең һүҙ ҡушҡанына һөйөнөп:
– Әсәй, әсәй, ниңә ҡояш яҡын ғына ул? – тип һорау бирә башлай.
– Ҡыҙым, апайҙарың уянмаһын, аҙаҡ һөйләшербеҙ, минең көтөү ҡыуаһым бар, – тип сығып китә.
Атаһы ла торған икән, әсәһе сығып китеү менән, һауыт-һабаларҙы шалтырата-шалтырата нимәлер эҙләй башланы. Кисә эсеп ҡайтҡайыны, күрәһең, баш төҙәтергә эҙләнәлер, тип уйлап ҡуйҙы Йәнбикә. Ул атаһының эскеләп ҡайтыуына асыуы килә. Атаһы эсһә лә, өйҙә эшләй, донъялары, башҡаларҙыҡы менән сағыштырғанда насар түгел. Аҙбар тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт...
Йәнбикә түҙмәне, атаһы янына кухняға сыҡты ла, бер һүҙ ҡушмай, ишеккә башын тығып, күҙәтә башланы. Атаһы ҡыҙын күреп ҡалғас, эҙләнеүенән туҡтаны ла, йылмая биреп:
– Ҡыҙым, торҙоңдамы ни? – тине.
– Атай, нимә эҙләйһең?
– Юҡ, былай ғына, ҡыҙым...
– Эшкә бараһыңмы?
– Барырға инде... Барырға... – Хәлит ҡулы менән битен һыпырып алды. – Ҡыҙым, ят, әле иртә... Һөт эсәһеңме? Кил. – Хәлит ҡыҙының ризалығын да көтмәй, силәк менән ултырған, ҡатыны һауып керткән йылы һөттө кружка менән һирпеп алды ла, ҡыҙына һуҙҙы. Йәнбикә һөт ярата, шуға атаһы ҡулындағы кружканы алды ла, эсеп ҡуйҙы.
– Рәхмәт, атай. Үҙең дә эс... – Хәлит ҡыҙының һүҙенә тертләп китте.
– Юҡ... Мин һөт бик яратмайым... Элек эстем инде... Хәҙер бармай...
Йәнбикә ауыҙ ҡырҙарына һыланып ҡалған һөт күбектәрен таҫтамалға һөрттө лә, яҫтығына барып ятты. Бер аҙҙан атаһының тышҡа сығып киткәне ишетелде...
...Хәлит мәктәптә уҡып йөрөгәндә ата-әсәһенә, мин ауылда ҡалмайым, ҡалаға сығып китәм, тип һөйләнде. Уларҙың нисек ғазапланып донъя көткәндәрен күреп үҫте. Бесән сабып алыу, һалам килтереү генә ни тора. Һаламды көндөң матур сағында бирергә лә тормайҙар, ҡар яуып, һыуытҡас ҡына йорт башына бүләләр. Ҡулында техникаһы булғандар өсөн әллә ни ҡыйынлығы булмаһа ла, техникаһыҙҙар интекте инде. Халиттың атаһы балта оҫтаһы булды.
Бесән сабыу – үҙе бер мажара. Сабынлыҡҡа кемдәр беренсе барып төшә, уларҙыҡы була. Ниндәйҙер сәбәп менән һуңлағанһың икән, соҡор араларынан, ағастар араһынан эҙләнергә ҡала. Бесәнһеҙ ҡалмаҫ өсөн, атаһы Хәлитте салғы тоттороп, сабынлыҡҡа таң менән урын алырға ебәрә.
– Бар, улым, ныҡлап саба алмаһаң да, урын билдәләп ҡуй. Мин эштән ҡайтҡас, барып сабырмын, – ти ҙә үҙе эшкә китә. Хәлит салғыһын күтәреп, ашарға алып болонға юллана. Атаһына ярҙам итешеп йөрөгәндә ауырлыҡты артыҡ һиҙмәне ул. Бөтә ауырлыҡ ата-әсәһенә төшә ине.
Уҡыуҙы тамамлағас, дуҫтары менән шоферлыҡҡа уҡырға китте Хәлит. Машина йөрөтөргә таныҡлыҡ алам да, ҡалаға сығып китәм тип йөрөгәндә, фермала ремонт эштәре алып барғанда, токҡа һуғылып атаһы үлеп китә. Хәлиттең бөтә уй-пландары сәлпәрәмә килә. Ике апаһы күптән кейәүҙә, әсәһен яңғыҙ ҡалдыра алмай, кинйә булараҡ ауылда ҡалырға тура килде. Әсәһе:
– Улым, миңә ҡарама, бер үҙем дә йәшәй алырмын, һин бит ҡалаға сығып китәм тип хыял­ландың, – тип ҡараһа ла, Хәлит ауылда ҡалды. Яҙмышы менән килеште. Колхозда шофер булып эшләй башланы. Урып-йыйыу осоронда күрше ауыл ҡыҙы Фәриҙә менән танышып, бер аҙ осрашып йөрөнөләр ҙә, өйләнештеләр. Бер-бер артлы өс ҡыҙҙары тыуҙы.
Йәнбикә бер йәшлек булған йылды, Хәлит машинаһы менән урманға утынға барғанда, машинаһы ағас төпҫәһенә эләгеп, бензин бағы урынынан күсә һәм тишелә. Бензин аҡҡанын шәйләмәй ҡалалар. Сатҡы сығып, машина янып китә. Был колхоз өсөн дә, Хәлит өсөн дә ҙур фажиғә була. Хәлиттең яҡшы эшләгәнен иҫәпкә алып, үҙ иҫәбенә, иҫке бер машинаны рәтләргә ҡушалар. Йәй буйы машина төҙәтеп, йөрөрлөк итеп эшләп ала. Колхоз етәкселәре мөмкин булғанса уға ярҙам итешәләр. Машина руле артына башҡа ултырмай, машина миңә төҫ түгел, ти. Механизатор таныҡлығы булғас, тракторға ултыра. Ошо хәлдән һуңмы, башҡа сәбәп менәнме, эскеләй башлай. Ҡалаға сығып китә алмағанына ла үкенә. Араҡы менән күңелендәге уйҙарҙы баҫырға теләй. Ләкин эсеү ваҡытһыҙ яҡты донъя­нан да алып китә. Йөрәге күтәрә алмай. Ире мәрхүм булғас, Фәриҙә бер нисә йыл һыйыр аҫрап ҡарай ҙа, һатып ебәреп, кәзә алып ебәрә. Халыҡ та, кәзәне иң ялҡау һәм иң йүнһеҙ кеше генә аҫрай, кәзә лә булдымы мал тигән һүҙҙәр таралыуын белһә лә, үҙе өсөн еңел юлды һайлай.
Һыйырҙарын бөтөргәс, Фәриҙә иртә торорға ашыҡмай. Кәзәне таң менән һауып көтөүгә ҡыуаһы юҡ, үҙ ваҡыты менән һауа ла, ҡапҡа асып, бәрәстәре менән урамға сығарып ебәрә. Уларҙың йорто янынан ук сирәм башлана. Ул яҡтан һәйбәт, кәзә эҙләп йөрөгәне юҡ, ваҡыты еткәс, ҡайталар ҙа ҡапҡа төбөндә индергәндәрен көтөп ятып торалар.
Йәнбикә отпускыны май, июнь айҙарында ала. Июндең унына саҡлы баҡсаһына йәшелсә ултыртып, улар менән мәж килергә ярата ул. Йәшерәк сағында, ялын июль-августа алып, йылы яҡҡа сығып китә ине. Әсәһе сирләй башлағас, уны ҡалдырып сығып китеүҙе туҡтатты. Ике апаһы ла ҡалала йәшәй, йәй етһә, саф һауа тип, балаларын ауылға ҡайтаралар. Әсәһенең аяҡтары ауыртҡас, балаларҙы тәрбиәләү уның ҡарамағына ҡалды. Баштараҡ, мин ниңә әле апайҙарҙың балаларын ҡарарға тейеш, тигән уй килһә лә, тора-бара өйрәнде, хатта ҡыш килмәй торһалар һағына башлай. Улар менән шаярып-көлөшөп, ҡайһы саҡта әрләп алһа ла, йәм таба, үҙенең күңеле төбөндә йөрөгән ауыр уйҙар онотолоп тора.
Апайҙарының балалары күптән үҫеп бөттө, ауылға бик һирәк, әллә ниҙә бер генә ҡайталар. Өләсәйҙәре телефон аша саҡырһа ғына, ҡайтып күренеп китәләр.
– Бәләкәй саҡтарында ғына беҙ кәрәк инек, хәҙер үҫтеләр, эшкә ярай башланылар, ниңә ҡайтһындар, аңлашыла, – тип Йәнбикә үпкә ҡатыш әсәһенә һөйләнеп ҡуйҙы.
– Ҡуйсы, балам, улар менән булма, уҡып йөрөйҙәр, ваҡыттары юҡтыр, – тип Фәриҙә ҡыҙын бүлдерҙе.
– Беләм, ҡайтасаҡтар, кейәүгә сығып бәбәй тапһалар, мы приедем, тип шылтыратасаҡтар, апайҙар кеүек, балама саф һауа кәрәк, тип.
– Ҡыҙым, килешмәгәнде, юҡ-бар һөйләмә әле. Ҡайтһындар, өйгә йәм инеп китер.
Фәриҙә һуңғы һүҙҙәрҙең ауыҙынан сыҡҡанын иҫләмәй ҙә ҡалды. Яңылыштым. Тағы хата эшләнем. Уйламай эшләгән эштәре, һөйләгән һүҙҙәре менән ҡыҙын бәхетһеҙ итеүен аңлап, ахмаҡ мин, тип эстән генә үҙен тиргәп алды.
Йәнбикә әсәһенең һүҙенә ҡаршы өндәшмәй генә башын эйеп, тышҡа сығып китте. Өйгә йәм индерә алмаған ахмаҡ мин, ахмаҡ, тип һөйләнә-һөйләнә, йорттарынан алыҫ булмаған, ағып ятҡан йылға буйына атланы. Күҙҙәренән ирекһеҙҙән йәш аҡты. Әсәй ҙә аңламағас, мине кем аңларға тейеш? Әсәһенең тәрбиәһе арҡаһында ул бөгөн яңғыҙ. Көнө-төнө, һаҡ бул, һаҡ бул, тип егеттәрҙе йыртҡыстай итеп күрһәтте. Ҡалған ҡыҙҙар кеүек егеттәр менән рәхәтләнеп йөрөй ҙә алманы. Бала саҡтан ишетеп үҫкән һүҙҙәр үҙенекен эшләне. Ул яңғыҙ. Урамдашы Регина егеттәрҙе бирсәткә кеүек алмаштырып, типтерҙе лә, алыҫ бер районға кейәүгә сыҡты ла китте. Етмәһә, ире етәксе булып эшләй, ти. Ауылда ваҡытында һөйләнеләр ҙә тындылар. Миңә лә беренсе осрағанға кейәүгә сығырға ла ҡуйырға кәрәк булған. Бөгөн тыныс булыр инем, әсәйемдең йортона йәм бирер инем. Ахмаҡ мин, ахмаҡ. Ни арала ғүмер үтте ул? Хәҙер килеп егеттәр тураһында уйлау ахмаҡлыҡ, кем әйтмешләй, поезд күптән киткән. Күрше апай дөрөҫ әйткән икән.
– Йәнбикә һеңлем, кәңәшемә ҡолаҡ һал әле, ҡарт инәй булып, апайҙарыңдың балаларын ҡарап ғүмереңде үткәрмә, бер кем рәхмәт әйтмәҫ. Һинең менән бер-бер хәл булһа, береһе лә ҡайтып ҡарамаясаҡ. Ундай хәлдәр байтаҡ булды. Мин тормошто бер аҙ күргән кеше, бәреп әйткәнгә үпкәләмә. Бер ваҡыт һүҙҙәрем иҫеңә төшөр.
Ул ваҡытта Йәнбикә күршеһенә үпкә белдереп:
– Беҙҙекеләр улай булмаясаҡ, – тип атлап киткәйне. Әле килеп күрше Нәфисә апаһының һүҙе дөрөҫ булыуын аңланы.
Үткән йыл йәшләй генә ире үлеп киткән класташы менән йылы яҡҡа барып ҡайтырға уйлаған инеләр, ләкин бара алманы. Әсәһен, кәзәләрен, ҡош-ҡортон егерме көн ҡарап торорға береһе лә ҡайтманы. Апайҙарының да, уларҙың балаларының да ваҡыттары булманы, бөтәһе лә көнө-төнө эштә булып сыҡты. Күрше Нәфисә апаһы:
– Үҙем ҡарармын, бар йөрөп ҡайтығыҙ, – тигәйне. Йәнбикә риза булманы.
– Нәфисә апай, рәхмәт. Һин үҙең саҡ йөрөйһөң, аҙна һайын “тиҙ ярҙам” машинаһы саҡыртаһығыҙ, – тине.
– Апайҙарың ҡайта алмай икән, – тип серле генә йылмайып ҡуйҙы.
Ҡыҙ Нәфисә апаһының теге саҡта әйткән һүҙе дөрөҫ булыуын аңланы. Иң яҡын кешеләре хәленә кереп, ярҙам итергә ашығып бармауҙары Йәнбикәнең күңелен ҡырҙы, йөрәген телгеләне. Үҙенең бер ҡатлы, кешенән ғәйеп эҙләмәүен, бөтәһен дә үҙе кеүек тип уйлап яңылышҡанын төшөнгәндәй булды. Бер ҡатлылығым атайҙан килә, ул мәрхүм шулай һәр кемгә, һәр нәмәгә ышана ине. Дуҫтарына юҡ тип әйтә алмағанға эсеп, ваҡытһыҙ китеп барҙы. Һинең ябайлығыңдан, бер ҡатлылығыңдан файҙаланырға тороусылар бар икән. Был ахмаҡлыҡ түгелме ни? Әлбиттә, ахмаҡлыҡ, тип үҙ-үҙенә ҡат-ҡат ҡабатланы.
Йәнбикә йылға буйындағы иң йыуан талға терәлде лә, йылғаның әкрен генә ағып ятыуын күҙәтә башланы. Ана, йылға тыныс ҡына ағыуын белә, бер нәмәлә лә, бер кемдә лә уның эше юҡ. Малдар инеп, тапап һыуын бысратһалар ҙа, ҡайһы бер йүнһеҙ кешеләр ярына сүп түгеп китһәләр ҙә, ул ағыуын белә. Быуылһа, үҙенә яңы юл һалып ала. Үҙе менән бысраҡты ла, ҡайһы бер сүп-сарҙы ла алып китә, шунан тағы ла сафланып, матурланып ҡала. Йәнбикә үҙенең холҡон да шул йылғаға оҡшата. Ошо йәшенә етеп кешеләрҙең яҡшыларын да, насарҙарын да осратырға тура килде. Насарлыҡ эшләгәндәрҙе ғәфү итергә, яҡшыларына ярҙам итергә тырышты. Мәғәнәһеҙ һүҙҙәргә, ҡыйырһытыуҙарға саҡ ҡына үпкәләп торҙо ла, ҡул һелтәп, үҙ уйы, үҙ тормошо менән йәшәүен дауам итте.

Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас