Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
10 Ноябрь 2023, 10:48

Ҡарт ҡыҙ Повесть Риф Йөҙлөкбай (10)

– Йомошом юҡ, һине күргем килде. Һағынам мин һине... Белһәң ине...

Ҡарт ҡыҙ Повесть Риф Йөҙлөкбай (10)Ҡарт ҡыҙ Повесть Риф Йөҙлөкбай (10)
Ҡарт ҡыҙ Повесть Риф Йөҙлөкбай (10)

10

Ноябрь аҙаҡтарында Йәнбикәнең оло апаһы Фатима яңғыҙы ғына ауылға ҡайтып төштө.
– Уф, һағындым ауылды, төштәремә инә, – тине сәй эсеп ултырғанда. Йәнбикәгә апаһының был һүҙе оҡшаманы.
– Беҙҙе, әсәйҙе һағынманыңмы? – тине.
Фәриҙә кинйә ҡыҙына ҡарап алды.
– Атаҡ, атаҡ, һеҙҙе лә һағындым.
– Шулайҙыр шул, яҙҙан бирле ҡайтҡанығыҙ юҡ. Балаларығыҙ ҙа күренмәй. Шылтыратыуығыҙ ҙа һирәгәйҙе. Әсәйем борсола, һеҙҙе йыш иҫкә ала. Һағыныуығыҙ көслө булғандыр, элек йыш ҡайта инегеҙ, – тине Йәнбикә үпкәһен белдереп.
– Ҡыҙым, нимә һөйләйһең? Ваҡыттары юҡтыр. Әсәй кеше борсола инде, – тине Фәриҙә был һөйләшеүгә сик ҡуйырға теләп.
– Әсәй булып ҡарамағас, ҡайҙан белһен инде. Һиңә рәхәт ул, әҙер өйҙә тораһың. Беҙ көнө-төнө эштә, ипотека түләргә кәрәк. Әллә ҡалала рәхәт тип уйлайһыңмы? Унда кеше ҡайғыһы юҡ. – Апаһы ярһый башланы.
– Аңлашылды. – Йәнбикә өҫтәл артынан тороп тышҡа сығып китте. Апаһының, әсәй булып ҡарамағас, тигән һүҙе бәғеренә үтте. Күҙҙәренә йәш һарҡылды. Бер туған апайың шулай тигәс, ҡалғандарға үпкәләргә лә ярамай.
– Ҡыҙым, һин ҡайҙа? – тип Фәриҙә өндәшеп ҡалды.
– Ҡайҙа барһын, хәҙер инер.
– Ҡыҙым, һин оло бит, апай кеше, уның хәлен аңларға тырыш. Ниңә уның ауыртҡан еренә ҡағылаһың. Мине ҡарай. Шул арҡала кейәүгә сығалмай ҡалды. Теймә һин уға.
– Зато, бына тигән, атай һалған йортта тора. Сыҡһын ине, егеттәре булманы түгел, булды...
– Етте һиңә, рәнйетмә беҙҙе. – Ҡыҙының һүҙҙәре Фәриҙәнең йөрәгенә бәрҙе. Тиҙ генә тороп, бүлмәһенә инеп, дарыу эсеп алды.
Өс көн ҡунғандан һуң, Фатима әсәһен ҡалаға алып китергә, табиптарға күрһәтергә булды.
– Ауыртҡан аяҡтарыңды, йөрәгеңде ныҡлап тикшерергә кәрәк. Бында һиңә кем ярҙам итә ала? Ауылда условия юҡ. Бында нисек йәшәп яталарҙыр, – тине Фатима, Йәнбикәгә ҡарап. Тағы нимәлер әйтергә уйлаған ине, әсәһенең уҫал ҡарашын күреп, тынып ҡалды.
Ҡалаға барасаҡ автобус туҡталышына барырға сыҡҡас, Фәриҙә артына боролоп туҡтаны ла, донъяһына күҙ һалды. Уның быға саҡлы донъяһын ҡалдырып сығып киткәне лә юҡ. Ҡыҙҙарының туйына һәм бер нисә ҡунаҡҡа барғанын иҫәпкә алмағанда. Белеп булмай, дауаханаға һалып ҡуйһалар, күпме торор?
– Йәнбикә ҡыҙым, мин оҙаҡ торорға тырышмам. Көндәр һыуытып ебәрһә, кәзәләрҙе сығарма, аҙбарҙа ғына торһондар. Юғалып ҡуйыуҙары бар, – тине.
– Әсәй, борсолма. Терелеп ҡайтырға тырыш. Туҡталышҡа ҡәҙәр оҙатам...
– Йөрөмә, беҙ үҙебеҙ генә. Имин-аман тороғоҙ!
Ун метр самаһы атлағас, Фатима кире боролоп Йәнбикә янына килде лә:
– Һин шуны бел, әсәйем олоғайҙы, сире лә ҡаты, китеп барһа, донъяны өскә бүләбеҙ. Атайым һалған йортта беҙҙең дә өлөш бар. Улыма торорға урын кәрәк. Һинең әллә кем булып йөрөп кейәүгә сыҡмағаныңда беҙҙең эшебеҙ юҡ. – Апаһының күҙҙәренән уҫаллыҡ сатҡылары һибелде. Йәнбикә ҡурҡып китте. Ул апаһының бындай сағын күргәне юҡ ине.
– Апай... Нимә һөйләйһең?.. Һиңә нимә булды? – Уға ҡыйын булып китте, артҡа сигенде.. Апаһының был ҡәҙәр икәнен белмәй ине. Нимә булған уға?
– Атай-әсәйем уҡытып, юғары белем алдың, яҡшы урында эшләйһең. Беҙ наҙан ҡалдыҡ. Әле лә әсәйем һине ҡарай.
– Әсәй – мине? – Йәнбикә башҡа һүҙ әйтә алманы, тамағына нимәлер тығылғандай булды. Күҙҙәренә йәш йыйылды. Апаһы алдында илағанын күрһәтмәҫ өсөн, йортона атланы.
Өйгә ингәс, яҫтығына һуҙылып ятты ла, үкһеп-үкһеп иланы. Сит кешенән түгел, үҙ апайыңдан бындай һүҙҙәр ишет инде. Ул әсәһен түгел, әсәһе уны ҡарай икән, быны белмәгән ине әле. Апайҙарым бына нисек уйлай? Атайымдың йорто минеке генә буласаҡ тип уның уйлағаны ла юҡ. Алырҙар, ул үҙенә өлөш тә алмаясаҡ. Был йортҡа йәбешеп ятмай ул. Уның күптән ауылдан сығып киткеһе килеп йөрөй, тик әсәһен бер үҙен ҡалдырып китә алмай. Тыуҙырған, ҡарап үҫтергән, аяҡтары ауыртып һыҙланған әсәйеңде ташлап сығып китеү оятһыҙлыҡ булыр ине. Бер нисә йыл элек әсәһе үҙе был турала һүҙ ҡуҙғатты.
– Ҡыҙым, әллә ҡалаға китәһеңме? Ауыл бөтөп, һүрелеп бара, йәштәр ҡалмай, беҙ ҡарттарҙың көндәре һанаулы инде, – тине.
– Әсәй, нимә һөйләйһең? Һин әле йәш, матурһың, йәшәргә лә йәшәргә! Эшем булмаһа бер хәл, эшем бар, хеҙмәт хаҡы алам. Шунан һинең бер үҙеңә ауыр буласаҡ. Әсәй, башҡа был турала һөйләшмәйек, яраймы?
– Шулай ҙа ул, ҡыҙым, һине уйлап йөрәгем яна, йоҡлай алмай ятам. Үҙемде ғәйепле һанайым. Бер егет ҡулыңды һорап килгәс, бирмәнек, апайыңдар кейәүгә сыҡһын тинек. Тағы... Үҙең беләһең инде, иҫкә лә төшөрәһе килмәй. Тәрбиәне дөрөҫ бирмәнек, шикелле. Артыҡ тәртипле булдың. Апайыңдар баш бирмәне, һигеҙ класты тамамлағас та, сыҡтылар ҙа киттеләр. Ваҡытында кейәүгә лә сыҡтылар. Дөрөҫ, Фатима апайың икенсегә сыҡты, беренсе еҙнәң эскесе булды, саҡ ҡыҙымды эсергә өйрәтмәне. Әле улы эсә, ти, атаһына оҡшаған инде. Улар ситтә булғас, күҙ күрмәй, иҫән генә булһындар инде.
– Ана шуға кейәүгә сыҡмайым инде, әсәй, – тип Йәнбикә шаярыуға бороп, әсәһен ҡосаҡлап алды. Көлгән булһалар ҙа, икеһенең дә башында ауыр уйҙар ине.
Йәнбикә яңғыҙ тормошҡа өйрәнә лә башланы, шикелле. Үҙенең янында кемдеңдер йөрөүен күҙ алдына ла китерә алмай. Йәш саҡта парланып ҡалмағас, был йәштә ниңә кәрәк инде, ти. Шулай тип уйлаһа ла, кис ятҡас, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй. Ни өсөн йәшәй ул? Халыҡ балаһы булмағанды ҡороған ағас менән сағыштыра. Ә ул, ысынлап та, ҡороған ағас. Киләсәккә өмөтһөҙ, бер кемгә кәрәкмәгән кеше. Ярай әле әсәһе иҫән, уға ғына кәрәк. Бер ваҡыт бөтөнләй бер үҙе ҡаласаҡ.
Ни өсөн кейәүгә сыҡмай ҡалды? Сәбәбе ниҙә? Егеттәре булманы түгел, булды бит. Апаһы был турала дөрөҫ әйтә. Кейәүгә сыҡҡан булһа, апаһының был һүҙҙәрен ишетмәҫ ине. Ул да Гөлнәзирә дуҫы кеүек ғаиләһе менән машинала ҡайтып ҡына әсәһенең хәлен белеп китер ине.
Айрат. Беренсе мөхәббәте. Унан башланды түгелме, мөхәббәт өлкәһендәге күңелһеҙлектәр? Уға ныҡ ышанған, өйрәнгән ине, хатта, әсәһенең, егеттәргә һыйынып барма, тип киҫәтеүен дә онотҡайны. Уны тәүге саф һөйөү менән яҡын күрҙе. Күҙенә башҡа егеттәр күренмәне. Ләкин Айрат бөтәһен дә селпәрәмә килтерҙе. Һөйөүен аяҡ аҫтына һалып тапаны. Йәнбикәнең егеттәргә ышанысы бөттө. Бөтәһе лә Айрат кеүек булып күренде. Ысын йөрәктән һөйөүен белдергәндәргә шундай ҡарашта булды. Айратты әле булһа ла онота алмай. Йөрәгенең бер мөйөшөндә уға булған хис һаҡлана. Бөтөнләй алып ташларға мөмкин түгел. Ул, нисек кенә булһа ла, беренсе булып ҡала. Осрашһалар, йөрәге дөпөлдәп тибә башлай. Тәүге хистәре ҡалҡып сыға. Бөтәһен дә онотоп, һыҙып ташлап, ҡосағына ташланаһы килә. Санияларға алып барғанына үкенә. Әллә ниңә уларға алып барҙы бит. Уныһы белә тороп, тартып алды. Бөгөн Айрат үҙенә лә башҡаға ла кәрәкмәй. Алып бармаһа, бәлки, өйләнешкән булырҙар ине. Эй Айрат, Айрат. Һин генә минең тормошомдо боҙҙоң, үҙең дә бәхет күрә алманың.
Айраттың ауылда күренгәне лә юҡ. Тәүге йылдарҙа ҡайтҡылап, Йәнбикәне күрер өсөнмө, ауыл Советына юҡ-бар йомош тапҡан булып инеп сыға ине. Бер нисә тапҡыр өйләнеп, йортҡа инеп тә ҡараған тип һөйләнеләр. Санияһы, балаһын инәһенә ҡалдырып, йылы яҡҡа сығып киткән тип ишетеп ҡалды.
Йәнбикә диплом алып ауылға ҡайтып төшөп, ауыл Советында бухгалтер булып эшләй башлаған йылды, Айрат уның эштән сыҡҡанын көтөп алды.
– Һаумы, Йәнбикә. Бына һине көтөп торам әле, – тине, балалар кеүек башын күтәрергә оялып.
– Һаумы. Йомошоң бар инеме? Иртәрәк килергә булған, – тине Йәнбикә ҡоро ғына.
– Йомошом юҡ, һине күргем килде. Һағынам мин һине... Белһәң ине...
– Нишләйем һуң? Мин дә элегерәк һине һағындым, хәҙер йөрәгем боҙға әйләнде. Уны бер кем иретә алмай. Хатта һин дә.
– Беләм, ғәфү итмәҫлек эш эшләнем, ләкин был бит йәшлек йүләрлеге ине. Сания башымды әйләндерҙе. Яратмайым мин уны. Мин һине генә яратам. Ғәфү ит мине, Йәнбикә...
– Киткән саҡта үкенмәгән, ғәфү үтенмәгән инең бит. Һәм хәҙер ҙә уның кәрәге юҡ. Нисек булған – ҡалһын шул килеш... Айрат, һуң инде. Сания менән йәшәргә тырыш. Бөтөнләй хис-тойғо булмаһа, өйләнешмәҫ инегеҙ. Барып сыҡмағас, шулай тойола ғына. Башҡа килеп, ваҡытыңды әрәм итеп йөрөмә. Мин һиңә дуҫ булараҡ әйтәм.
– Их, Йәнбикә... Йәнбикә,
Әжәлдәрең етһә әйт үҙемә,
Һинең өсөн үҙем үлермен...
Айраттың күҙҙәренән йәш тәгәрәп төштө. Йәнбикәгә күрһәтмәҫ өсөн тиҙ генә битен ҡапланы ла, атлап китте. Йәнбикә уның артынан ҡарап, ҡуҙғалалмай баҫып тороуын белде. Шул саҡ уның, Айрат, бәғерем, яратам мин һине, тип ҡысҡыраһы, бөтә донъяға һөрән һалаһы килде. Үҙен көскә тыйып ҡалды.

Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас