

Риф Йөҙлөкбай (11) Аҙағы
Ҡарт ҡыҙ
Повесть
11
Йәнбикә яҫтығынан һикереп торҙо. Нишләп илап ятам әле? Илау – ул көсһөҙлөк билдәһе. Уның тәбиғәтенә хас түгел. Апаһына ҡаты, ауыр һүҙ әйтеүҙән саҡ тыйылып ҡалды. Әсәһен уйланы. Уларҙың әйтешеүенән әсәһенә ауыр буласаҡ. Апаһы белмәй, ул элекке, һайт тигәнгә, тайт итеп торған Йәнбикә түгел. Ауыҙын ябырлыҡ һүҙ таба аласаҡ.
Көҙгө ҡаршыһына килеп баҫты. Ҡалын ҡара оҙон сәстәрен тарап, бергә йыйып ураны ла, баш түбәһенә ҡыҫтырып ҡуйҙы. Ул үҙ-үҙен белгәндән алып сәстәрен киҫтермәне. Сәстәрҙе ҡырҡып, химкаға биреп, бөҙрәләтеү модаһы сыҡҡанда ла, теймәне. Мода артынан эйәрмәне, курсташтары һүҙен тыңламаны. Егеттәрҙең күбеһе ошо оҙон сәстәренә ғашиҡ булды. Уның башҡа ҡыҙҙарға оҡшамауы күбеһен йәлеп итте. Хатта йәшерәк ир уҡытыусылар ҙа уға һоҡланып ҡараны. Башҡаларға оҡшамауы, яҡшы уҡығаны өсөн хөрмәт иттеләр. Уның һомғол буй-һынына, сәстәренә ҡарап, бөтәһе лә, уҡып бөтөп диплом алғас та, кейәүгә сығыр тип уйланы. Ләкин береһенең дә уй-теләге ҡабул булманы. Ҡулына диплом алғанына ун биш йыл ғүмер үтте, ул яңғыҙ, ултырған ҡыҙ, ҡарт ҡыҙ булып ҡалды. Ҡысҡырып әйтмәһәләр ҙә, кешеләрҙең ҡарашынан быны һиҙә. Шулай ҙа ҡысҡырып әйтеүсе лә булды. Үткән йыл әсәйҙәр көнөндә бөтәһе лә районға байрамға китте. Йәнбикә, мин әсәй түгел, бармайым, тип тороп ҡалды.
Шул көндө, бер нисә йыл элек ауылға күсеп килеп, ауылдың аҫҡы урамында йәшәгән ҡатын, белешмә ҡағыҙы һорап, ауыл Советына килеп инде.
– Ҡайҙа ҡалғандар? – тине Йәнбикәнең бер үҙе генә ултырғанын күреп, иҫәнләшеп тә тормай.
– Байрамға киттеләр, әсәйҙәр көнө бит. Һеҙҙе байрам менән! – тине Йәнбикә, тыныс ҡына, күҙҙәрен тирә-яҡҡа ялт-йолт килтереп торған ҡатынға.
– Бөтмәҫ был байрамдар, миңә бында йәшәгәнгә справка кәрәк!
– Иртәгә киләһегеҙ инде, бөгөн булмай, ҡыҙҙар юҡ.
– Ә һин ни бысағыма бында ултыраһың, справка ла яҙып бирә алмағас?
– Справка яҙыу минең эшем түгел, уның үҙ кешеһе бар. – Ҡатындың дорфа һөйләшеүе Йәнбикәгә оҡшаманы, асыуы сыға башланы. – Һау булығыҙ.
– Һинең хаҡың юҡ мине ҡыуырға. Миңә справка кәрәк. Бөгөн үк кәрәк!
Йәнбикә ҡатынға башҡа һүҙ ҡушманы, башын да күтәрмәне.
– Әйтәм кейәүгә береһе лә алмаған, һөйләшә белмәйһең икән. Ҡарт ҡыҙҙар шулай була шул. Ә мин ахмаҡ бер ир менән таныштырырға уйлап йөрөй инем. Кәрәгең юҡ. Старая дева... – тип һөйләнеп ишекте шап итеп ябып, сығып китте.
Ҡатын сығып киткәс, Йәнбикә нимә эшләргә белмәне. “Мәсхәрәләп сығып китте түгелме? Ниңә ҡаршы бер һүҙ әйтмәне? Дөрөҫ булғанғамы? Тимәк, бөтәһе лә шулай уйлай. Бәреп кенә әйтмәйҙәр”. Йәнбикәлә эшләү ҡайғыһы китте. “Миндә уларҙың ни эше бар? Мин бит кеше тормошона ҡағылмайым. Һәр кем үҙенсә йәшәй”. “Үҙенсә! Үҙенсә!” тип ҡысҡыраһы килде Йәнбикәнең. Йөрәге түренән нимәлер өҙөлөп төшкәндәй булды. Тәненә һалҡынлыҡ йүгерҙе. Күңеленә уҫаллыҡ инеп урынлашты. Ҡарт ҡыҙҙар уҫал, дорфа була тигәнде ишеткәне бар ине. Үҙемә лә шулай булырға ваҡыт еткәндер. Һәр кемдең рәнйеткәнен тыныс ҡына ҡабул итеп тороу – ахмаҡлыҡтыр. Күҙҙәре сыҡҡансы бәреп әйтергә, башҡа ваҡыт ҡурҡып торорлоҡ булһын. Башына шундай уйҙар килде. Ошо уйҙарҙан һуң, күҙенә йыйылған йәштәр юҡ булды. Баяғы ҡатынды ҡыуып тотоп, елтерәтәһе, ҡарт ҡыҙҙар бына шулай була ул, тип әйтәһе килде.
Шул көндән башлап Йәнбикәне алмаштырып ҡуйҙылармы ни? Бер кемде йәлләмәне. Матур һөйләшкәндәр менән генә үҙҙәре кеүек һөйләште, ярҙам итте. Саҡ ҡына ҡатылыҡты, мәғәнәһеҙлекте тойоп ҡала икән, үҙҙәре кеүек булды. Быны күптәр һиҙҙе.
– Йәнбикә, һин үҙгәрҙең әле, – тип әйтеүселәр ҙә булды. Ә ул уларға:
– Кешеһенә ҡарата. Хәҙер заман башҡа, яҡшылыҡты аңлаусылар юҡ, – тине.
Әсәһе һаман дауахананан сыға алмай. аяҡтарынан бигерәк йөрәген дауаларға кәрәк, тинеләр табиптар. Йәнбикә бер нисә мәртәбә барып, үҙе лә һөйләшеп ҡараны.
– Бында ятыу яҡшыраҡ булыр, дауалау курсын алып бөтөрөргә кәрәк. Ашыҡтырмағыҙ, аҙаҡ һуң булып ҡуйыуы бар, – тине дауалаусы табип, бүлмәһенә саҡырып.
Әсәһе өйҙә булмағас, уға күңелһеҙ, көндөҙ эштә ваҡытын үткәрһә лә, кистәрен моңһоуланды. Телевизор ҡарап та ялҡты. Класташтары, курсташтары шылтыратһа, телефонды алманы. Үҙе лә һиҙмәҫтән, бикләнде, береһен дә ишеткеһе килмәне. Үҙенә, донъяға асыуы килде. Апайҙары ла кәңәш биреү урынына, йорттан өлөш көтөп яталар. Асыуын килтерһәләр, йортто әсәһенән үҙенә бүләк иттереп тә яҙҙырып ҡуйыр әле. Шунан тоторҙар өлөштө. Әсәһе лә ҡаршы килмәҫ. Кинйә ҡыҙын урамда ҡалдырмаҫ. Эшләгән урыны ла бының өсөн ҡулайлы.
Йәнбикәнең, яратам, тип йөрөгән егеттәренә лә асыуы килде. Ебегәндәр, бешмәгәндәр. Шунда ныҡлап йөрөп, әмәлен табып, өйләнеп ҡуйырға уйламанылар. Ауылда байтаҡ ғаиләләр шулай барлыҡҡа килде. Ауыл Советында эшләгәс, ундай яңылыҡтарҙы белә. Ҡыҙ кеше ҡаршы булып ҡылана инде. Үҙ уйҙарынан үҙе ҡурҡып китте. “Йәнбикә, һин бындай түгел инең, нимә һөйләйһең ул? Егеттәр бәйләнеп үҙенеке итһә, баштарын төрмәлә серетер инең бит. Һиңә береһе лә яҡын килә алманы” тине эске бер тауыш.
Шунан йомшара биреп, үҙенә күҙ атып йөрөгән егеттәрҙе иҫенә төшөрҙө. Раил. Ярамаҫлыҡ егет түгел ине, биш йыл буйы уның һаҡлауын, яҡлауын һиҙеп торҙо. Нимә булһа ла беренсе булып ярҙамға килә ине. Кисектереп килә торғас, апаларының кейәүгә сыҡҡанын көтә торғас, ауылдарына ҡайтып, башҡаға өйләнеп ҡуйған. Әле райондарында хакимиәт башлығы булып эшләй икән. Ауыл хакимиәте башлығы артынан сәләм әйтеп ебәргән. Күрәһең, онота алмай. Уның тураһында белгәс, сәләмен алғас, Йәнбикәгә ҡыйын булып китте. Хакимиәт башлығы ҡатыны булыр инем бит, тип уйланы. Айратҡа табынып, бына тигән кешене ҡулынан ысҡындырған.
Булат. Уны иҫенә төшөрһә, битенә алһыулыҡ йүгерә, оятынан нимә эшләргә белмәй. Йәш инем шул, иҫәр инем, тип күңелен йыуата алмай. Институт тамамлап ҡайтҡан ҡыҙ шундай ахмаҡлыҡ эшләргә тейеш инеме? Егет менән ҡыҙ араһында булғанды әсәйгә һөйләйҙәрме һуң? Шул саҡта әсәһе лә аҡыллы кәңәш биреү урынына сыҡты ла Булатты әрләне. Әсәһен аңларға тырыша, әсә кеше ҡыҙын һаҡларға, яҡларға теләгәндер. Ләкин был хәл бер рамкаға ла һыймай. Йылдар үтһә лә, үҙен бер нисек кисерә алмай. Күңелендә ҡара тап булып уйылып ҡалды.
Зәбир, Урал. Улары ла ярамаҫлыҡ егеттәр түгел ине. Зәбир – ауылында мәктәп директоры, ә Урал ситтән тороп ауыл хужалығы институты тамамлап, колхоз рәйесе, колхоздар тарҡалғас, фермер булып киткән. Был турала практикала бергә булған Гөлназ телефондан түкмәй-сәсмәй һөйләне.
Йәнбикә барыһын да уйлап, иҫкә төшөрөп, үкенеп ҡуйғандай итте. Айратҡа үс итеп, берәйһенә кейәүгә сығырға булған да бит. Артыҡ ғорурлыҡ та насар икән, бөгөн ул ир ҡатыны, әсә булыуҙан мәхрүм. Бер көн килеп бөтөнләй яңғыҙ ҡаласаҡ. Сирләп китһәң, ауыҙыңа һыу һалыусы ла булмаясаҡ. Ул саҡта нимә эшләр? Йәнбикә ошо уйҙарҙан ҡалтыранып ҡуйҙы.
Бынан бер нисә йыл элек йыраҡ туғаны, апай кеше:
– Йәнбикә һеңлем, һүҙемә ҡолаҡ һал әле. Ғүмер, ваҡыт шундай шәп үтә, һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Бер көн килеп бер үҙең ҡалһаң, нимә эшләрһең? Үҙең өсөн булһа ла бала тап. Хәҙер ирһеҙ бала тапҡандарға бер кем аптырамай, киреһенсә, ундайҙар ғорурланып йөрөй. Хөкүмәттән шаҡарып аҡса таптыра. Был һүҙҙәрем һиңә ят тойола, һиҙеп торам, ләкин башҡа сара юҡ.
– Апай, һин нимә һөйләйһең, мин ундай юлға баралмайым. Ауылда...
– Ауылдан сығып китерһең, кейәүгә сыҡтым, йәшәй алманыҡ тейерһең. Бер кем аптырамаясаҡ, күп ҡатындар шулай йәшәй. Хатта бик матур йәшәй. Мин һиңә егет эҙләп ҡарармын ҡарауын, –тигәйне.
Гөлназ да бер шылтыратҡанында:
– Хәҙер бит интернет аша танышалар, фотоңды биреп ҡара, кем белә, һиңә тигәне көтөп торалыр. Минең һеңлекәшем шулай танышып кейәүгә сыҡты. Бына тигән итеп йәшәп яталар, – тине.
– Юҡ, юҡ кәрәкмәй, ояты ни тора, – тине. Күптәрҙең шулай танышҡанын ул белә, ләкин ул ундайҙарҙан түгел.
Әсәһе өйҙә булмағас, яңғыҙлыҡтың бик ауыр икәнен аңланы. Уны күңелһеҙлек биләп алды. Бер көн килеп шулай бер үҙе ҡалһа? Нимә менән күңелен йыуатыр? Әсәһе булғас, рәхәт, уның менән һөйләшеп йыуана. Әсәһе һәр саҡ уның менән булмаҫ бит. Ҡасан булһа ла бер үҙе ҡаласаҡ. Был уйынан йөрәге өшөп китте.
Яңғыҙлыҡ… Яңғыҙлыҡ – был бит бөтә насарлыҡтың да иң яманы. Бер кемгә лә кәрәкмәй булыуыңды тойоу, белеү битарафлыҡ тыуҙыра. Юҡтан ғына үпкәләп барыу, кешенең һәр һүҙен тәнҡит аша үткәреү, яңғыҙлыҡ бәләһе түгелме? Әсәһе әйтмешләй, йортҡа йәм индерер өсөн бала алырғамы? Ҡалған ғүмерен уға бағышларғамы? Кинәт кенә Йәнбикәнең башына шундай ҡыйыу уй килде. Әсәһе ҡаршы килмәҫ. Ул да ҡыҙының яңғыҙ ҡалыуын ауыр кисерә. Ҡыҙына ҡарай ҙа уйға бата. Тик нисек ярҙам итергә генә белмәй.
Фәриҙә ҡыҙынан йәшереп кенә, туғандарына, таныштарына кейәү эҙләргә лә ҡушҡайны. Тик береһе лә эҙләргә ашығып бармай, шикелле. Ярай, ярай, тиҙәр ҙә шуның менән эш бөтә. Апайҙары ҡул һелтәне, буғай, ул турала һүҙ ҙә ҡушмайҙар. Йәнбикәне яңғыҙ ҡалырға тейеш кеүек күрәләр.
Йәнбикәне һуңғы көндәрҙә бөтөнләй битарафлыҡ баҫты. Йәшәүҙән йәм тапмай башланы. Кем өсөн йәшәй ул? Ниңә йәшәй ул? Бер нәмәгә лә күңеле төшмәй. Ашарға ла ике көнгә бер бешерә. Иртән кәзә һауып, тауыҡтарына ем бирә лә эшкә бара. Эштән ҡайтҡас, сәй эсеп ала ла кәзә, тауыҡтарын ҡарап, аҙбарҙы бикләп ҡуя. Өйгә ингәс, телевизорын ҡабыҙып, музыка каналына баҫып, яҫтығына һуҙылып ята. Ноутбугын күптән ҡулына алғаны юҡ. Илдәге яңылыҡтар менән дә ҡыҙыҡһынмай.
Эштә, егерме беренсе декабрь көндө, донъя бөтә икән, тигән хәбәр ишеткәс тә, артыҡ бошонманы, ғәжәпләнмәне. Эстән генә, бөтһә, илап торған балаларым, мыжып йөрөгән ирем юҡ әле, минең ғүмерем, йәшәүем – бушлыҡ. Мин кемгә кәрәк? Ҡарт ҡыҙ, ҡороған ағас булып йәшәнең ни йәшәмәнең ни, тип уйланы. Ауылдаштары кеүек, ашыға-ашыға, кибеттән шәм дә, шырпы ла, аҙыҡ-түлек тә ташыманы. Бөтһә, бик һәйбәт, яңғыҙ башым, интегеп йәшәгәнсе... Бөтәһенән дә ҡотолормон, тип һөйөнөп, битенә йылмайыу сыҡты. Әнә, байҙар, балалылар ҡайғырһын, тип кеше ишетерлек итеп әйтеп ҡуйҙы. Ләкин уны бер кем дә ишетмәне, өйҙә ул яңғыҙы.
Утыҙ һигеҙ йәшен тултырып, ҡырҡ йәше яҡынлашып барған Йәнбикә йәшәүенең барып сыҡмағанына йөрәге янды, өҙгөләнде. Тормош тигән һуҡмаҡтың дөрөҫ һайланмағанына, бушлыҡ тип аталғанынан киткәнен аңланы. Ләкин артҡа юл юҡ, боролоу мөмкин түгел. Ғүмеренең йәшлек тип аталған иң матур өлөшө яңғыҙлыҡта үткән. Әсәһенең тәрбиәһен дөрөҫ тип, уның һүҙен тыңлап, күп хата эшләгәненә үкенде. Егеттәрен ҡулдан ысҡындырҙы. Ә бөгөн ҡарт ҡыҙ исеме күтәреп, өйҙә яңғыҙы ултыра. Атаһы иҫән булһа, бәлки, былай уҡ булмаҫ ине. Их, атай? Ниңә ваҡытһыҙ ташлап киттең беҙҙе? Шуға уға был донъя бар ни, юҡ ни. Бөтһә – бөтһөн, тиҙерәк бөтһөн!
Тәҙрә яңағына һөйәлеп, Йәнбикә тышты күҙәтә башланы. Уң яҡ күршеһе ике ҡатлы йортонан сығып, бер аҙна элек кенә һатып алып ҡайтҡан сит ил машинаһына ултырып, ҡайҙалыр сығып китте. Уның киткән юлына ҡарап: “Әйҙә, йөрөп ҡал, ике көн генә ҡалды донъя бөтөргә”, – тип ҡуйҙы. Ҡаршылағы йорттан өс баланың йүгерешеп, ҡар бәрешеп шаярыуҙарын онотолоп китеп ҡарап торҙо. Эй, бала саҡ, бәхетле бала саҡ! Үҙенең бала сағы күҙ алдына килде. Күҙҙәренә йәш йыйылды. Тиҙ генә үҙен ҡулға алып: “Уйнап ҡалығыҙ, балаҡайҙар...” – тине аҡрын ғына.
Уның күңелен рәнйеү, үпкәләү, уҫаллыҡ биләп алғайны. Бар донъяға асыуы килә. Ҡасан етә инде ул көн, ҡотолор инем, тип календарға күҙ һалды. Бөтһөн донъяһы...
Егерменсе декабрь көндө Йәнбикә туйғансы ашаны, иң матур күлдәген алып кейҙе. Әсәһенең өйҙә булмауы ғына күңелен ҡырҙы. Дауахананан һаман ҡайтармайҙар, рәхәтләнеп һөйләшеп тә ултыра алмай. Әйтер һүҙҙәре лә, бәлки, булғандыр. Һуңғы тапҡыр бер-береһен күрә алмай теге донъяға күсерҙәр микән ни?
Кисен, битен, ҡулдарын йылы һыу менән йыуып алды ла, әсәһенә тип алып ҡайтҡан дин китабын асып, башҡортса хәрефтәр менән яҙылған Йәсин сүрәһен уҡып сыҡты. Сирләп ятҡандарға әсәйем шуны уҡырға ҡуша ине, теге донъяға китеү еңелерәк булыр, тип һөйләнде. Фотоальбом алып, бала саҡта төшкән фотоларҙы ҡараны. Күҙҙәренән йәштәр тәгәрәне. Бөтәһе лә бөтөр микән ни? Күп уйламаҫҡа булды, утты һүндерҙе лә юрғанына төрөнөп яҫтығына ятты. Һау бул, яҡты донъя!
Таң атты. Офоҡ һыҙығынан сығып килгән алһыу ҡояш нурҙары, тәҙрә аша, өй эсенә үтеп инеүен күргәс: “Әһә, әнә, донъя янып, бөтөп килә, – тип юрғаны менән битен ҡапланы. – Күҙҙәрем күрмәһен...”
Йәнбикә шул көйө күпме ятҡандыр, йорто янына машина килеп туҡтаған тауышҡа һикереп торҙо. “Кем йөрөй унда?” – тип тәҙрәгә ҡапланды. Йорт алдында машина торғанын күргәс, йөрәге жыу итеп ҡалды. Уға бер кем килергә тейеш түгел. “Әсәйемде алып ҡайттылармы, әллә донъя бөтөп килә, тип хәбәр алып килделәрме икән?” тигән уй үтте башынан.
Машинанан урта йәштәрҙәге ир төштө. Башҡа бер кем күренмәне. Ул ихата ҡапҡаһын асып, эскә үтте. Йәнбикәнең башында әллә ниндәй уйҙар бөтөрөлдө. Кем булырға мөмкин? Нимә эшләргә белмәй, тиҙ генә башына яулыҡ бәйләне. Көҙгөгә ҡарап, сәстәрен яулыҡ эсенә йәшерҙе. “Кем булыр, мин кемгә кәрәк булдым?” тигән уй тынғылыҡ бирмәне.
Ишектән оҙон буйлы, ҡара мыйыҡлы ир килеп ингәс, артҡа сигенеп ҡуйҙы.
– Һаумыһығыҙ. Һеҙ булаһығыҙмы, Йәнбикә? – тине ир кеше, йылмайып. – Мин Илшат.
– Эйе, мин булам, донъя бөткәнен әйтергә килдегеҙме? – тине Йәнбикә, ҡоро ғына.
– Донъя бөткәнен? Юҡ һүҙ...
– Шулай булғас, мин ниңә кәрәк?
– Мин иғлан буйынса.
– Ниндәй иғлан?
– Танышырға тип бирелгән.
Кем бирҙе икән, тип уйларға өлгөрмәне, Йәнбикәнең күҙ алды ҡараңғыланып, йығылып китә яҙҙы. Ир кеше уны йомшаҡ ҡына итеп биленән тотто ла залдағы диванға алып барып һалды.
– Йәнбикә... Йәнбикә... – тип ир өҙгөләнеп өндәште.
Йәнбикә күҙҙәрен асып ебәреүгә уға йылылыҡ бөркөп торған бик тә яҡын ҡара күҙҙәр ҡарап тора ине.
Альбина Таҡалова һүрәте.