

Ҡып-ҡыҙыл булып китте Хәкимә, - бәй, Зариф менән уның тураһында өлкән ағаһы ла белә икән дә... Моғайын, еңгәһе һөйләне инде.
Ул арала Нуретдин менән Зариф ҡаршы килделәр һәм Хәкимә менән еңгәһенең ҡулынан картуфлы биҙрәләрҙе алып, һөйләшеү өсөндөр инде, арттараҡ тороп ҡалдылар. Аш бешеп, сәй ҡайнауға ғына килеп инделәр улар. Улар ингәс, Хәкимә ҡаушауынан үҙен нисек тоторға, ҡулдарын ҡайҙа йәшерергә белмәй мәж килде. Нисек тә ағайҙарының, Зарифтың күҙҙәренә тәл булмаҫҡа тырышты.
Их, был күҙ йәштәре...Ниңә уның күҙҙәрен ҡаплай икән? Хәҙер, хәҙер танау буйлап ағып төшәсәк һәм уны уңайһыҙ хәлгә ҡалдырасаҡтар. Ахырыһы түҙмәне, сәбәп тапҡан булып тышҡа сығып китте, сыҡты ла һығылып төшөп тағы күҙ йәштәренә ирек бирҙе.
Зариф та сыҙаманы, Нуретдингә бер һирпелеп кенә ҡараны ла тышҡа атылды. Иңдәренән Зариф ҡосаҡлап алғас ҡына аңына килде Хәкимә. Әйләнеп, Зарифтың киң күкрәгенә башын һалды ла тағы түгелде.
–Илама, ҡәҙерлем, илама. Мин Әхтәм ағайым менән дә, атайымдар менән дә һөйләшеп килдем.Сәйфетдин ағай менән еңгәй ҙә ҡайта ауылға. Мулла менән дә килешелгән, бер юлы никах уҡытырбыҙ.
– Ә мине... мине ҡайтаралармы һуң, - Хәкимә өмөт тулы күҙҙәрен һөйгәненә төбәне.
– Әлбиттә, әтеү миңә кем менән никахлашырға һуң, Әсмәбикә әбей менән түгелдер бит? – тип уны ҡайғыһынан арындырырға теләп шаярҙы Зариф, асығын белмәүҙән эсе янһа ла.
–Хәкимә,- тип һөрәнләне еңгәһе, ишекте ҡыҫып ҡына, – сәй һыуына, инегеҙ.
–Бар, һин ин, мин саҡ ҡына һуңыраҡ инермен, - тип Хәкимә Зарифтың ҡосағынан ысҡынды.
–Тик һин, илама, йәме, миңә ышан, - Зариф инеп китте. Хәкимә бер аҙ тынысланды, ағаһының эш араһында ҡабалан ғына ярған утындарын рәтләп һала башланы, үҙе лә һиҙмәҫтән бирелеп, утын өйөргә кереште. Эшкә әүрәп, ҡайғыһы ла бер аҙ онотолоп торҙо.
Ағалары тышҡа сыҡҡанда, ул утынды өйөп бөтөп, тап-топтарын йыйыштырып та ҡуйған ине.
– Һе, үҙем өйөр инем әле, - тине Сәйфетдин, эштән сикәләре алланып, күҙҙәре нурланып киткән һеңлеһенә яратып ҡарап, - бар, еңгәң эргәһенә ин, һинең бит йүнләп ашағаның да юҡ.
Нуретдин, ауыҙы ҡолағына етеп, һеңлеһенә ҡараны. Бер аҙ төрткөләп, шаяртып та алыр ине, аҙаҡ ағаһынан эләгәсәк – һапалы, уйлап һөйләүсән, уйлап эш итеүсән Сәйфетдин өйҙәрендә атаһынан ҡала ҙур абруйлы, ауыл халҡы ла бик ихтирам итә үҙен.
Хәкимә Зарифҡа күҙ һирпеп кенә алды ла йүгереп өйгә инеп китте
–Ярай,– тине Сәйфетдин ҡустыларына, – һеҙ, һөйләшкәнсә, ауылға ҡайта тороғоҙ, ә мин райкомға киттем.
Райкомға килеп инде лә ыңғай Ҡасҡынбаевтың кабинетенә йүнәлде.Тик кабинетта кемдәрҙер ҡысҡырышып һөйләшә ине, ул ирекһеҙҙән туҡтап ҡалып, уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалырға мәжбүр булды. Һүҙ, ахырыһы, улар тураһында бара ине.
– Етемдәр ил тулы бит, Ҡасҡынбаев иптәш. Һәр береһенә ундай ташлама яһай башлаһаҡ – ҡайҙа китә ул?. ФЗО-ла тиҙҙән кеше лә ҡалмаҫ.
– Ағаһы бик ипле, тотанаҡлы егет, беҙҙә эшләй...
– Ағаһы бер төрлө шәхес, һеңлеһе – икенсе. Ниңә ҡасырға? Тамаҡ туҡ, йоҡлар урын бар, паек бирелә, кейем бирелә – нимә етмәгән уға?
– Әсәләре юҡ уларҙың... етмәһә, бөтөнләй бәләкәй һеңлеһе бар, үгәй әсәй бер туған апайға етмәй инде.
– Ну-у... Кейәүгә генә сыҡмаһа... Ул саҡта мөмкин, уныһын үҙең дә беләһеңдер, иптәш Ҡасҡынбаев.
–Йәшерәк шул...
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Сәйфетдиндең артабан ишек артында тыңлап торорға түҙемлеге етмәне. Ул, ишекте туҡылдатты ла, яуапты ла көтмәй кабинеткә инде, әллә ниҙәр әйтмәксе ине, тик түрәләрҙе, улар янындағы ят, погонлы кешене күреп ҡаушап төштө.
– Бына Сәйфетдин үҙе лә килде, - тине Ҡасҡынбаев тегеләргә ҡарап.
–Беҙ Хәкимә һеңлебеҙҙе бөгөн кейәүгә бирәбеҙ, миңә ауылға ҡайтып килергә рөхсәт итегеҙ, - тине ашығып, ҡаушауын йәшерергә тырышып Сәйфетдин.
– Нимә, әллә тышта тыңлап торҙоңмо? – погонлы уға шундай уҫал ҡараны, Сәйфетдин уның ҡарашынан сүгеп киткәндәй булды.
–Юҡ, - тине ул, нисек тә ҡаушауын йәшерергә тырышып, - әле кейәү буласаҡ егет килде, шул әйтте, беҙ риза булдыҡ, - Сәйфетдин һүҙҙәрҙе бындай урындарҙа һайлап, уйлап әйтергә кәрәклеген белә ине, хужаһынан күп нәмәгә өйрәнде ул. Күҙәтеүсән, һынап, уйлап ҡына һөйләшеүсе хужаһын да яратты,эшен дә яратып башҡара ине.
Бер аҙ ҡаштарын төйөп тәҙрәгә ҡарап уйланып торҙо ла:
–Ҡарағыҙ уны, иртәгә төшкә ЗАГС ҡағыҙы өҫтәлдә ятһын. – тип алмаш-тилмәш бөтәһенә лә ҡарап сыҡҡандан һуң погонлы кеше ишекте ҡаты ябып сығып китте.
Йөрәге ҡаты ишек тауышынан жыу-у итеп ҡалды Сәйфетдиндең.
–Яҡшы кешеме һуң, исмаһам, егете? – Ҡасҡынбаевтың һорауы уны иҫенә килтерҙе.
– Бик яҡшы, бик яҡшы. Ул ата-әсәһе менән дә, ЗАГС бюро менән дә килешеп килгән.
– Ярай улайһа, иртәгә төшкә ҡалмай кире килеп ет. Беҙҙе ауыр хәлгә тарытып ҡуйма, - тине уны оҙатып Ҡасҡынбаев. Ҡайһылай итеп квартираға ҡайтып ингәнен дә хәтерләмәй ҡалды Сәйфетдин. Уҡ кеүек атылды, килеп инде лә кәләше менән һеңлеһен бер юлы ҡосағына аймап алды һәм:
– Тиҙерәк йыйынығыҙ, ҡайттыҡ ауылға, - тип ыуарама килеп, тегеләрҙе ҡабаландырҙы.
– Әллә мин дәме? – тип ғәжәпләнеп һораны Хәкимә.
–Һин инде, кем өсөн йүгерәм һуң? Әйҙәгеҙ тиҙерәк. Иртәгә төшкөлөккә мин кире бында ҡайтып өлгөрөргә тейешмен.
Йәһәт кенә йыйынып туранан ат менән Монасипҡа елдерҙе улар. Нуретдин менән Зарифтың алдан ҡайтыуҙары ла һәйбәт булған, Әхтәм ағаһы бөтә ҡағыҙҙарҙы әҙерләп, Зарифтың ата-әсәһе менән быларҙың килеп төшөүҙәрен генә көтөп торалар ине.
Тик... ҡапыл Хәкимә ҡарышты ла китте.
– Атайымды алдырайыҡ, ағайҙар. Мин уның фатихаһын алмайынса кейәүгә сыҡмайым.
– Һин нимә, тилебәрән орлоғо ашаныңмы әллә? Йәйләүҙең ҡайһы алыҫлыҡта икәнен беләһең дә инде.
– Булһын, атайым ҡайтмаһа...
– Миңә һине төрмәнән алып ҡалыу өсөн иртәгә төшкөлөккә ЗАГС ҡағыҙын алып барып өлгөртөр кәрәк, ә атайға бөгөн төнөн ат ебәрһәк тә иртәгә кисһеҙ ҡайтып етә алмаясаҡ.
– Әй, төрмәгә китәм дә барам, - тине Хәкимә иламһырап.
Сәйфетдин һеңлеһен тәүгә күргәндәй аптырап – асыуланып уға төбәлде, ә Нуретдин:
–Әй, Хәкимә, атай үткәндә генә, – йәшерәк шул, баламды ыҙалатҡансы кейәүгә генә бирер ҙә ҡуйыр инем, – тип һөйләнеп торҙо, хәҙер “төрмә”һүҙен ишеткәс һүҙһеҙ бирәсәк, Зариф менән барып ҡайтырһығыҙ, - тип әйтте лә – бар, еңгәйгә ярҙам ит, бер юлы никах та уҡытырбыҙ, - тип һүҙен бөтөрөп, Хәкимәне мейес яғына ыңғайлатты.
***
Эсе бошоуҙан йоҡлай алмай йәйләү аласығындағы урындыҡта борғоланып-борһаланып оҙаҡ ятты Ғылмитдин. Көн оҙоно эштә булыуына ҡарамаҫтан күҙенә һис кенә лә йоҡо кермәне.
–Йә инде, төрмәгә ебәреп ҡуйырҙармы икән инде балаҡайымды? Фызыуыла ул тиклем ҡурҡыныс нәмә түгелдер инде, моғайын. Кеше балаһы түҙә лә баһа?
Эй, һағыналыр инде, меҫкенем... Йә, Аллаһ, ни генә эшләп ҡарар кәрәк икән?
Иртәгә тағы һорап ҡарармын инде, бирһә әле... Шәрәфетдин дә үҙгәрҙе. Һуғыш күп кешеләрҙе үҙгәртте инде... Хәйер, Шәрәфетдингә лә үпкәләп булмай инде, уға шунһыҙ ярамайҙыр ҙа инде. Бер йомшаҡлығыңды күрһәттеңме – бөттө, халыҡ менән идара итә белергә лә кәрәк бит әле.
...Эй, Кинйәбикә, Кинйәбикә... Үтә кеше күңелле булыуың харап итте бит һине.
Эйе, тап шулай булды... 3 өй аша ғына йәшәүсе Хәлимә апаһы тиф эләктереп сирләп китте. Кинйәбикә уға көн һайын кәзә ҡымыҙы ташыны һәм... Хәлимә шәбәйеүгә үҙе түшәккә йығылды... 5 кенә йәшлек Мәстүрәгә лә йоҡто тиф. Апайын шәбәйтә алды... үҙе китеп барҙы Мәстүрәһен эйәртеп... Күп ауырынылар ул ваҡытта тиф менән Монасипта, күп үлделәр. Етмәһә гел йәш әсәләр, йә балалары менән, йә балаларын ҡалдырып...
Хатта, аптырап, Монасипта больница ла асып ҡаранылар...
Бына шулай 4 бала менән Ғылмитдин тороп ҡалды. 10 ай ғына ине Сәлимәһенә...
Ҙурайып килә инде, әсәһенең төҫкөнәһе булып... Нисек кенә ул балаға йоҡмағандыр инде ул әжәл сире? Көнө бөтмәгән булғандыр инде, балаҡайғынамдың. Ҡарттың күҙ алдынан тағы ла ҡатыны үлгән ваҡыттар,унан һуң күргән ыҙалары сағылып үтте. Ярай, улар түҙер ҙә ине, тик анауы сабый ғынаһы әсәһен таптырып иланы,тәүге осоро уны Камила исемле ҡатынға имеҙергә алып йөрөнөләр. Уның да ире һуғышҡа киткән ине, имсәк бер балаһы бар. Камила үҙе, - һөтөм бәпәйҙән артып ҡала, әсәһен әҙерәк онота төшкәнсе алып килегеҙ, яйһыҙланмағыҙ, - тигәс, Хәкимә көнөнә бер булһа ла алып барып имеҙеп алып ҡайта торғайны. Оҙаҡ онотманы Сәлимә ул өйҙө, янынан үтеп барһаң, шул өйгә тартылып бер булыр ине. Сабыйҙы тәрбиәләүҙең бар әселеге Хәкимәһе елкәһенә төштө. Сабый ғынаһы апайының ирен генәһен һурып йоҡлап китер ине. Гел генә йөкмәп йөрөп үҫтерҙе уны Хәкимәһе. Ә бер ваҡыт үкереп илап килеп инде ҡыҙы һеңлеһен йөкмәгән килеш. Ниңә илағанлығын әйттерә алмай ыҙаланылар. Һыңҡылдауҙан туҡтағас ҡына һөйләп бирҙе. Баҡтиһәң, һеңлеһен йөкмәп китеп барғанында бер төркөм ҡатындар осраған. Һаулыҡ һорашып ҡына үтеп китмәксе булған да бит, береһе:
-Эй ыҙалай бит бахыр бала, -тигән.
Икенсеһе эләктереп алған:
-Эйе шул, бахырҙың уйнарға ваҡыты ла ҡалмай бит...
Өсөнсөһө тағы ла өҫтәп ебәргән:
-Мәстүрәһе үлгәнсе, быныһы үлһә ни була инде, көтөүҙәренә еңел булыр ине...
Бына шул һүҙҙән һуң Хәкимә боролған да сапҡан.
Кеше һүҙе кеше үлтерә тип белеп әйткәндәр инде. Саҡ тынысланды ҡыҙы. Шунан һуң уйсанланып, олоғайып киткәндәй тойолдо ҡыҙы Ғылмитдингә. Хәйер, шулай булғандыр ҙа, нужа зерә лә иртә төштө бит башына...
Балалар ҡараулыраҡ булһын, тип уйлап ҡатын да алып ҡараны ул. Тәүгеһе, өндәшмәй генә балаларын ыҙалатты, икенсеһе детдомға ебәр, тип теңкәһенә тейҙе. Бына өсөнсөһөн алды инде, быныһы нисауа күренә былай, балаларға ла һүҙ әйтмәй, кем белә теге ҡатындар тураһында ла ишеткәндер. Юҡтыр, үҙе һәйбәттер, үҙенең дә балалары бар, уларын да , быларҙы ла ҡарап өлгөрә былай. Үҙе яҡшы күңелле, шикелле.
–Йоҡла, Ғылмитдин, иртәгә бит байрам түгел, - тип үҙ-үҙенә бойороҡ бирҙе Ғылмитдин һәм ята торғас ойоп йоҡоға китте. Таң һыҙылыу менән, көтөүгә сығыр алдынан ферма мөдиренә һуғылды, тик ул сығып китеп өлгөргән ине. Эштең бик тығыҙ мәле. Колхоздың да, булһа үҙеңдең дә малдарыңа бесән әҙерләр кәрәк, ә аттар фронтҡа китеп бөткән, 2-3 ат, улары ла бригадирҙан, ферма мөдиренән үтмәй. Көтөүселәргә лә бер ҡарт ҡына ат биреп ҡуйҙылар, шуға уны ла һаҡлап ҡына, ҡәҙерләп кенә тоталар.Йәйләүҙә, һыуыҡтар төшөп, малға ашарға үлән бөткәнсе йөрөйҙәр. Сентябрь бөтөп бара инде..
Ғылмитдиндең уйында ҡыҙы Хәкимә генә:
...Сәйфетдин, исмаһам, хужаһы менән һөйләшеп ҡаранымы икән? Бик яҡшы кеше күренә. Райком йомошо менән ауылға килеп сыҡһа ла, өйгә инеп, күрешеп, хәл-әхүәл һорашып, сәй эсеп сығыуҙан баш тартмай, моғайын, ярҙам итеп ебәрер ине әле ...
... Ней ауыл үтә алыҫ, ней бынауы Нуретдин улы килә һалып урамай, бына ауырымаған башҡа тимер таяҡ, тигәндәй, был Фызыуыһы ҡайҙан килеп сыҡты һуң әле, колхозда ла эш етәһе ҡыҙҙарға. Ҡыҙҙар бит ауыл йәме...
Мең төрлө уйҙарының осона сыға алмай көтөүҙән ҡайтып килеүсе Ғылмитдин аласығының мөрйәһенән сыҡҡан төтөндө күреп, атын ашыҡтырҙы. Килеп етеп, атының йүгәнен һалдырып, тышап ебәрҙе лә аласығына ашыҡты.
Нуретдине килгән икән, сәй ҡайнатып ҡуйған, аласыҡты таҙалаған. Эшһеҙ тора алмай шул улар.
- Йә, – тине ул улына, курешкәндән һуң, ниндәй яңылыҡтар килтерҙең? Һөйләп ебәр
- Кейәүле булдың, атай, һөйөнсө! Хәзер өс улың була инде, - Нуретдиндең шулай уйламай һөйләй торған ғәҙәте бар.
Ғылмитдин улының яңылығынан саҡ ултыра төшмәне, бары тик бер аҙҙан, күҙҙәрен селт-селт йомғолап:
- Кемгә? –тип һорай алды.
- Кемгә булһын,Зарифҡа инде, Зарифҡа! Һуң, атай, үҙең дә аңлап тораһың инде, моғайын,-Нуретдиндең был эштән бик ҡәнәғәт булыуы йөзөнә сыҡҡан, ул шатлығын йәшермәй ҙә.
-Ишкәнһегеҙ икән ишәк сумарын, - тине ҡарт асыулана биреп, - уның бит 17 йәше тулып уҙыуына ла 3-4 ай ғына үтте түгелме һуң? Һеңлеңдең дә әле 17-һе лә тулмаған...
- Ярай, атай, - атаһының һүҙҙәрен ҡолағына ла элергә уйламаны шардыуан Нуретдин, - үҙе һөйләшеп, үҙе әйттерҙе. Һөйләшкәндәренә ҡасан, Хәкимәне төрмәгә ебәреп тормай инде ул, ҡыҙың нисек булһа ла төрмәнән ҡалғас, ҡыуан да ҡуй.
- Унан түгел, улым, никах менән генә эш бөтмәй бит әле ул...Загысҡа тораһылары бар...
–Йәштәре етмәгәс, теркәмәйәсәктәр бит.
Нуретдин, көлөп, ҡулын ғына һелтәп ебәрҙе:
–Сәйфетдин ағайым таң менән районға ЗАГС ҡағыҙын әпкитте. Бер пагунлы кеше ЗАГС ҡағыҙын таң менән өҫтәлгә һалырға ҡушҡан, шунһыҙ Хәкимәне алып ҡалып булмай, тей. Әхтәм ҡоҙа(улы силсәүит Әхтәмде лә ҡоҙанан ғына һалдырып ебәрҙе) йәштәрен үҙгәртеп яҙған.
–Эй, балалар, балалар... Исмаһам, килеп кәңәш итһәгеҙ ни була? Кәңәшле эш тарҡалмаҫ тигән. Алай булғас Зариф улымды һуғышҡа әпкитеп тә барырҙар инде, - сәй һемереп ултырған Ғылмитдин ҡарт сәсәп китә яҙҙы, бигерәк йомшаҡ күңелле шул ул, Кинйәбикәһе лә шуға әрләп-әрләп ала торған ине. Кеше ҡайғыһы ла, үҙенеке лә бер үк тәьҫир итә уға, тауышы ҡалтырап,күҙҙәре йәшкәҙәп тә бара