

. Кеше ҡайғыһы ла, үҙенеке лә бер үк тәьҫир итә уға, тауышы ҡалтырап,күҙҙәре йәшкәҙәп тә бара
– Һиңә килергә ваҡыт булманы, атай. Былай ҙа, - атай ҡайтмағас, сыҡмайым, төрмәгә китәм дә барам, тип эй ныҡ ҡарышты... Саҡ ыңғайлаттыҡ. Бына бер-ике аҙнанан килеп китерҙәр, атай. Тик һин уларға ул-был һөйләп ултырма инде... Зариф Әхтәм ағаһы менән дә,ҡоҙалар менән дә үҙе һөйләшкән.
– Ярай, ярай.
– Мин остом , атай, былай ҙа эш ҡалып бөттө
– Бар, бар, улым. Һәр көн ҡәҙерле ваҡыт.
Атаһы менән хушлашып ишектән сығып барған еренән Нуретдин әйләнеп ҡарап, тағы ла атаһына йылмайҙы:
–Һай, Хәкимә! Күпме ҡыҙҙарҙың танауына сиртте! Зарифҡа ҡыҙҙар үҙҙәре эйәрә ине.
–Шардыуанһың да инде, - тине Ғылмитдин, асыулана биреп –ҡарындашыңдың һинең кеуек яҡлаусыһы бар саҡта кем Зарифҡа яҡынлаһын инде? Бар, бар, торма юҡ-бар һөйләп.
Эйе, күрәҙәлек итеүе дөрөҫ булды Ғылмитдиндең.
Хәкимә менән Зариф тәүҙә 4-5 көн Зарифтың ата-әсәләрендә йөрөнөләр ҙә Хәкимәнең атаһы янына барып, күреп, ризалыҡ алып ҡайтырға булдылар. Зарифтың әсәһе ҡоҙаһына күлдәк, заманына күрә мул ғына күстәнәс һалды. Икәүләп юлға сыҡтылар.
Шундай матур көн, күк йөҙө зәп-зәңгәр, бер болот әҫәре күренмәй. Улар арба юлынан китмәй туранан, һуҡмаҡтан атланылар. Тәүҙә бер талай, һәр береһе үҙ уйына бирелеп, шым ғына барҙылар. Тынлыҡты Хәкимә боҙҙо:
– Атайым әрләрме икән инде? – аптырап та, борсолоп та Зарифынан һорай ҡуйҙы ул, күрәһең уйҙары шул тирәлә өрөлгәндер инде
– Ниңә әрләһен, кейәүгә сығыу төрмәгә китеүҙән яҡшыраҡ түгелме һуң? Әллә һиңә оҡшаманымы? – Зариф әллә кәләш алыу ҡыуанысынан, әллә йәшлегенә барып та балҡып тора. Ул да шардыуан Нуретдин кеүек һүҙ эҙләп кеҫәгә керә торғандарҙан түгел.
–Эй, ошоно, - яндарында кеше булмаһа ла Хәкимә ҡып-ҡыҙыл булды.
–Йә, йә, мин яратып ҡына әйтәм бит, - Зариф алға йүгергән Хәкимәне ҡыуа төштө. Шаяра-көлә йәйләүгә барып еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Улар барып еткәндә Ғылмитдин ағай эшкә китеп өлгөргән ине инде.
Хәкимә йүгереп йөрөп атаһының аласығын таҙалап алды, атаһы ҡайтыуға ашарға бешерергә булды.Зариф та утын йүнәтте, индереп усаҡҡа ут тоҡандырҙы ла тышҡа кире сыҡты. Эштән ҡайтып килеүсе ҡайныһын күреп ҡалды ла йөрәкһеп эскә кире инеп китте. Йөрәккенәһе дөп-дөп типте, ана-бына күкрәген ярып сыҡҡандай тойолдо.Тамаҡ ялғарға ла кире эшкә китергә тип уйлап килеүсе Ғылмитдин атын тышҡа ғына ҡуйып, алдына бесән һалды ла кәртәне асып эскә инде. Ташылған һайғауҙарҙы, ярылған утынды күреп, бер аҙ ғына туҡталып ҡалды ла аласыҡҡа ашыҡты.Инде лә ҡыҙы янында Зарифты күреп тағы ни тип әйтергә белмәй туҡтап ҡалды. Хәкимә элеккесә атаһы янына ашыҡманы, киреһенсә арты менән боролдо ла күҙҙәрен ҡулдары менән ҡапланы. Уңайһыҙ тынлыҡты Зариф боҙҙо. Ул, бар батырлығын туплап, Ғылмитдин ағайға ҡаршы килде һәм :
–Һаумы, ҡайным, - тип күрешергә ҡулын һуҙҙы.
– Һаумы, кейәү! Мин кемдәр килде икән, тип уйлап инеп киләм дә... Хәкимә, һаумы, ҡыҙым, – тип , ҡыҙын ҡосағына алып арҡаһынан тупылдатып яратып алды Ғылмитдин
– Атай, ғәйепләмә зинһар...
– Ҡуй, ҡыҙым, юҡҡа илама, нимә тип кенә ғәйепләйем инде мин һеҙҙе? Заманы шулай, етмәһә бынауы фызыуыһы тура килде... Бик ауыр заман замандарҙа йәшәйбеҙ бит.
–Тимәк, атай, һин әрләмәйһең? Тимәк, фатихаңды бирәһең? – Хәкимә оялып ҡына атаһына ҡалҡып ҡараны.
– Эй, балам, йәшерәкһегеҙ инде, ни хәл итәһең? - атаһы ҡыҙының арҡаһынан тағы ла тыпылдатып һөйҙө лә кейәүен дә арҡаһынан тапап яратып алды, - тик кейәүҙе һуғышҡа алып китеп бармаһалар? – бабайҙың , улының - кейәүе менән ҡыҙы килһә, ул-был һөйләмә, тигән һүҙҙәре бөтөнләй иҫенән сыҡҡайны инде.
–Әхтәм ағайым да шулай, ти... Һуғыш әле бөтөргә уйламай бит, 8 ай өҫтәттем, унан һуғышҡа ебәреүҙәрен һорап яҙған ғаризам да бар.
Ауыр көрһөнөп ҡуйҙы Ғылмитдин, былай ҙа йөрәге улдары өсөн борсола, бөгөн – иртән һуғышҡа аласаҡтар үҙҙәрен, етмәһә хәҙер кейәүе... Нуретдин әйтмешләй 3-сө улын да йәше тулған тип алып ҡуйһалар?...Ҡайҙан килеп сыҡты был мимес, ҡәһәрең? Нимә ишетмә, үлем хәбәре, йә хәбәрһеҙ юғалғандар... Өй бөрөнсә тигәндәй алып бөтөп баралар бит инде бындай яман хәбәрҙәрҙе...
Ҡоҙағыйының күстәнәсен алып, ебәргән бүләгенә ҡыуанып йөҙө асылып китте Ғылмитдиндең. Тағы ла күҙҙәре йәшкәҙәп китте, ултырып доға ҡылды. – Яҡшы араға килен булып төштө, балаҡайым, бәхет кенәһе булһын инде. Хоҙайым, үҙең ташлама инде ярҙамыңдан балаҡайҙарымды.
Атаһы янында сәй эсеп, ауыл янылыҡтарын, белгән тиклем район, ил яңылыҡтарын һөйләшеп ултырҙылар ҙа Хәкимә менән Зариф ҡайтырға булдылар. Ҡапҡа тышына сығып, икеһен дә тупылдатып яратып, иламһырап оҙатып ҡалды Ғылмитдин.” Эй, яҙмыш, ағайҙары кәләш алмаҫ элек кейәүгә сығып китте инде ҡыҙы, мынауы фызыуыһы килеп сыҡты бит...йөрөй бирер ине әле.” Күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалды балаҡайҙарын ҡарт, унан инеп тағы ла бер көрөшкә сәй яһап һемерҙе лә атын бороп кире эшенә ашыҡты.
Хәкимәләр ҡайтыуға уларҙы яңы яңылыҡ көтә ине: Сәйфетдинде хеҙмәт армияһына алғандар. Ул да ауылға хушлашып китеү өсөн ҡайтҡан ине.
–Һуғышҡа алмауҙары ғына ҡыйыныраҡ, - тине ул кейәүе менән һеңлеһенә, – былай ни заводта эшләйһең дә йөрөйһөң инде, эштән берәүҙең дә үлгәне юҡ әле. Күпме тапаным военкамат юлын, булманы...
– Үҙенде һаҡла инде, улым, – үгәй булһа ла Шәмсийыһан әбей ҙә күҙҙәренә йәш алды, – ней атайыңа хәбәр итеп өлгөрөп булманы
–Атай яйлап ишетер әле, былай ҙа ауыр уға,Нуретдин, һин атайҙан ҡала өйҙә иң ҙур хужа, ҡара уны, атайҙы һаҡла. Һеңлеләреңде ҡара.
–Хәкимәне ҡарарға кейәү бар, – тип йылмайҙы Нуретдин,–өндәшмәй торһам да мин дә бит китәм, ғариза күптән военкоматта ята, кисә 3-4 көндән, тинеләр.
–Уй,Алла, – Шәмсийыһан әбей бот сапты, – һин дә китеп барһаң беҙ ни эшләрбеҙ икән?
–Ярай, маңлайға ни яҙылған шуны күрәбеҙ инде, миңә ваҡыт,– тип хушлашып Сәйфетдин сығып китте.
Уның китеүенә 3 көн үтеүгә Нуретдин дә китте. Уны ауылда кем бар, бөтәһе лә оҙатырға килде. Ауылдаштарын күрһә, сәләм әйтергә, кемде осратҡан тәфсилләп яҙырға ҡуштылар уға. Әйтерһең, ул һуғышҡа китмәй, ә ауылдаштары менән осрашыуға бара.
–Ярай,улым, имен-һау йөрө, балам. Ил күргәнде күрәбеҙ инде, – тип улының арҡаһынан һөйөп, мөлдөрәмә тулы йәшле күҙҙәрен йәшерергә тырышып, ҡыҙы, кейәүе менән ауыл осона тиклем оҙатты Нуретдинен Ғылмитдин. Сәйфетдинен оҙата алмай ҡалған бабай, был юлы алданыраҡ улының китәсәге тураһында хәбәрҙар булып, эшенән һорап ҡайтҡайны.
–Шулай, атай, бынауындай ваҡытта өйҙә ятыу ир-егет эше түгел. Һиңә ауырға төшөр инде, үҙеңде һаҡла, олоғайҙың бит инде.
–Беҙ ни тиһәң дә ут эсендә түгелбеҙ, бирешмәбеҙ ҙә ул... Һине беләм бит, гел алда йөрөргә яратаһың, ут эсенә бараһың, үтә алға ынтылма.
Өй эсендә шардыуан Нуретдиндең юҡлығы шунда уҡ һиҙелде, хатта Шәмсийыһан апай ҙа күңелһеҙләнде. Китеүенә күп тә үтмәне унан хат та килеп төштө. Бөтәһенә лә теҙеп сәләм
күндергәндән һуң, ул үҙенең хәлдәренең яҡшы булыуы, осратҡан ауылдаштары, таныштары тураһында тәфсилләп яҙған. Үҙенең башҡорт атлы дивизияһына эләгеүе, бының менән сикһеҙ ғорурланыуы хаҡында яҙған ине.
–Пуляга ҡаршы ат менән барамы икән?– тип аптыраны Шәмсийыһан әбей бот сабып, – уға ла ҡыуаныр икән кеше...
–Юҡ, пуляға ҡаршы ат менән барыуына түгел, башҡорттар араһына эләгеүенә ҡыуанған инде ул. Бик яҡшы дивизияға эләккән, башҡорт дивизияһына. Генералы шәп, тиҙәр,Шайморатов – тип улы менән ғорурланып ҡуйҙы Ғылмитдин.
–Һуғыш ҡыуаныс түгел инде ул, иҫән-һау йөрөүен телә, – тип асыуланды әбей.
Теләй Ғылмитдин, ятһа ла торһа ла, өндә лә, төштә лә уйында тик малайҙары ғына...
***
Хәкимәне Зариф тура үҙҙәренә алып ҡайтҡан ине.Тик Сәлимәне Шәмсийыһан әбей ебәрмәне:
–Үҙең өйрәнә төш әле, ҡыҙым, унан тағы һиңә эшкә йөрөргә, ә мин өйҙә ултырам, ҡараулыраҡ булыр. Атайың рөхсәт итһә, алып ҡайтырһың. Унан тағы былай ҙа барып китеп йөрөр әле. – тине зирәк әбей.
Шатлыҡтары оҙаҡҡа барманы Зариф менән Хәкимәнең. Хәйер, шулай булырын һәр береһе белә ине. Әхтәм ағаһы ла ҡустыһын ҡырҡ ҡабат киҫәткәйне:
–Киленде төрмәнән алып ҡалһаҡ та һине һуғыштан алып ҡалып булмаясаҡ, – тигәйне.
–Һуғыш ир-егеттәр эше, нисек күрәләтә Хәкимәне төрмәгә ебәрәйем, ти мин, – тип өҙмәне лә ҡуйманы Зариф, – күп түгел, 8 ай ғына өҫтәргә. Ата-әсәһе өндәшмәне, ыңғайына ҡуйҙылар. Кем белә, икәү ара һөйләшкәндәрҙер ҙә һәр хәлдә кеше араһында өн тындары сыҡманы.
Зарифты һәм уның менән Ырғыҙлыға ағас йығырға эшкә барған 6 егетте шул эш еренән тура һуғышҡа оҙаттылар. 4 егет Монасиптыҡы ине.
Шулай ҙа хәбәр ебәреп өлгөрҙө ул. Ырғыҙлыға эшкә барған Шәйәхмәт егеттәрҙең һорауы буйынса эштән төнгөлөккә туҡтаған саҡта, ат менән елә һалып килеп, китеүҙәре хаҡында хәбәр еткереп, таңға кире киткән ине.
Зарифтың хәбәрен алыу менән Хәкимә бергә эшләгән Шәмсихаятҡа йүгерҙе. Ҡалғандарҙың барырға мөмкинселеге булмай сыҡты. Ә Шәмсихаяттың ҡустыһы китә ине.
Монасиптан район үҙәгенә йәйәү, туранан тура йүгергән Хәкимә менән Шәмсихаят килеп еткәндә һуғышҡа китеүселәр ҡуҙғалырға ғына торалар ине.
Зариф, уларзы күреп, өймәкләшеп торған һуғышҡа китеүселәр араһынан айырылып сыҡты ла ҡаршыларына йүгерҙе.
–Мин генә ғәйепле, – тип иланы Хәкимә Зарифтың күҙҙәренә ҡарап, – мин булмаһам, йә төрмәгә булһа ла китһәм, һин, исмаһам, йәшең тулғас китер инең...
–Кит әле, үҙеңде юҡ-барға ғәйепләп, – тине Зариф, кәләшенең сәстәренән һыйпап, күҙ йәштәрен һөртөп,– ғаризам күптән военкаматта ята ине бит, беләһең. Унан... һуғыштың осо-ҡырыйы юҡ бит, 5-6 айҙан киттең ни, хәҙер киттең ни. Тик... мине илап оҙатма, юғиһә мине лә илатаһың.
Ысынлап та, тирә-яҡ гөр килеп торһа ла артыҡ илаған кеше тойолмай. Китеүселәр араһында ла илаған 2-3 кеше күренә, башҡалары бер-береһенең кәйефтәрен күтәреп, шаян һүҙҙәр әйтәләр, таҡмаҡлап ебәрәләр. Илаусыларҙың береһе Монасип ауылыныҡы, Сәйфелмөлөк исемле егет, ерҙә тәгәрәп йөрөп иланы ул. Ул арала машиналарға тейәлергә фарман бирелде. Китеүселәр оҙатыусыларҙан көскә айырылып, машиналарға йүгерҙеләр...
Зарифы киткәнсе сыҙаны Хәкимә, иламай, ә унан ...күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Ҡайтып еткәнсе иланы ул, ә йәнәшәһенән атлаған Шәмсихаят уны йыуатманы ла, өндәшмәне лә янынан һүҙһеҙ генә атланы ла атланы.
Ҡыштың һыуыҡ килеүе ниңәлер күңелгә ҡыйынлыҡ тыуҙыра ине.
Йәйләү ҙә ҡырҙан һыуыҡтар төшкәс кенә кайтты. Йонсоп, ябығып киткән атаһын ҡыҙғанып, Хәкимә атаһы янына күсеп ҡайтты.
Ҡайҙа ла эшсе ҡулдар етешмәй.
–Фермаға эшкә сығаһың, – тине бригадир, Хәкимәгә кәнсәгә саҡыртып, йәйләү ҡайтҡандың икенсе көнө үк,– һауынсылар етешмәй, сепаратсы юҡ. Ауырыраҡ булһа ла һауынсы булып сығаһың инде, ҡыҙым.
Өйҙә лә эш күп булһа ла, һеңлеһен йәлләһә лә ризалығын бирҙе Хәкимә. Фермала эштең шундай ауыр мәле, сыҙап эшләүселәр аҙ, сөнки ҡул көсө менән генә, ҡарт-ҡоролар, бала-саға, ҡатын-ҡыҙ көсө менән әҙерләнгән бесән наҡыҫ, малды ҡышлатыу өсөн бар мөмкинселекте файҙаланыр кәрәк: урмандан билбыуарҙан ҡар йырып, уҫағын, йәйеген һөйрәр кәрәк...
Кемгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә белә ине Шәрәфетдин. Иптәшенең ҡыҙының сослоғона, булдыҡлылығына һәр саҡ һоҡланды. Шуға ла уны фермаға ҡуйҙы. Тағы ла Хәкимәгә мөрәжәғәт итте Шәрәфетдин:
–Ҡыҙым, ауыр булһа ла ҡыҙҙарҙы ойоштор, Мин ышанам, моғайын, тыңлата алырһың, урмандан йәйек ташыр кәрәк .
–Ҡыҙҙар, арыйбыҙ, тиҙәр бит әле...
–Нисек кенә булһа ла ойоштор, минә ҡарағанда һинең менән һөйләшеү уларға еңелерәк буласаҡ. Мин бит бойора ғына беләм.–Шәрәфетдин һүрән генә йылмайып ҡуйҙы, – ә һиңә ышанам, тыңлата алырһың, ҡыҙым.
–Һуғыш ваҡыты бит, тыңларҙар... Тик төнөн фронтҡа ойоҡ-бейәләйҙәр, бирсәткәләр бәйләйбеҙ. Йоҡо күргәндәре юҡ инде былай
–Һуғыш бөткәс, йоҡларҙар, – тине бригадир, ҡаты ғына итеп, һүҙ тамам тигәндәй.
Дауамы бар.