Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
13 Ноябрь 2023, 04:00

Яралы бәхет Хикәйәт (4) Зәйтүнә Айытбаева

Шулай ҙа түҙмәне әбей, сеңләп илап киленен ҡосаҡлап һамаҡланы: –Иҫән генә булһын инде, балаҡайым... Барыбыҙҙың да бәхетенән иҫән генә булһын инде...18-ҙе лә тулмаған бит ҡолонсаҡҡайымдың...

Яралы бәхет Хикәйәт (4) Зәйтүнә АйытбаеваЯралы бәхет Хикәйәт (4) Зәйтүнә Айытбаева
Яралы бәхет Хикәйәт (4) Зәйтүнә Айытбаева

Күп көттөрмәй Зарифынан хат килде. Һүҙгә маһир, ҡурайсы, йырсы Зариф хаттарҙы ла гел таҡмаҡ, йыр, шиғыр юлдары менән генә яҙған ине. Һүҙҙәре генә ниндәйерәк бит әле:
...Һауаларҙа осҡан аҡҡоштарҙың
Береһе яңғыҙ ҙа береһе ҡуш,
Төндә төштәремә керһәң, күңелгә хуш,
Ҡосаҡлайым тиһәм...ҡуйыным буш...
Ҡыуанысынан илай-көлә хатты үҙе 3-4 мәртәбә уҡып сыҡты ла Хәкимә ҡәйнәһенә йүгерҙе.Ҡәйнәһенең дә улынан хат килеп ,ҡыуанып ултырған сағына тура килде ул. 2 хатты ла ҡабат-ҡабат уҡытып, бергәләп сәй эсеп, күңеле булып оҙатып ҡалды әбей киленен. Хатты үҙе менән генә йөрөттө Хәкимә. Ҡыҙҙарға ҡысҡырып уҡыны, саҡ ҡына бушаһа сығарыр ҙа уҡыр ине. Һүҙҙәрен дә ятлап бөттө инде, таҡмаҡтарын, йырҙарын көйләп йөрөй башланы. Йырлай башлаһа, ҡыҙҙар ҡушылып китер ине, һағышланып уйға сумһа, ҡыҙҙар ҙа шымыр ине. Шундай ныҡ дуҫлашты һауынсы ҡыҙҙар. Бер-береһенән бер нәмә лә йәшермәнеләр, ризыҡтары ла уртаҡ ине, ҡайғы-һағыштары ла... Шуға ла Хәкимә һис икеләнеүһеҙ уларға бригадирҙың йомошон еткерҙе.
–Ҡыҙҙар, – тине ул, – һыйырҙарҙы һауып бөткәс, таралышмай тороғоҙ, һөйләшәһе һүҙҙәр бар.
Киске һауындан һуң, ҡыҙҙар менән ил, фронт, ауыл яңылыҡтары тураһында һөйләшеп алғандан һуң:
–Ҡыҙҙар, иртәнге һауынға йылыраҡ кейенеп килегеҙ, һәр беребеҙ белеп тора, бесән наҡыҫ. Ошо араларҙа бер аҙ йәйек, уҫаҡ ташып алыр кәрәк. Ҡыш бауыры оҙон, малдың имен ҡышлауы үҙебеҙҙән тора.
–Ат булабыҙ инде, – тине Сәбилә мыҫҡыллы көлөп. Бер уның менән генә үтә борсағы бешмәй Хәкимәнең. Зарифының артынан үҙе йүгергән ҡыҙҙарҙың береһе шул ул.
–Хәл юҡ, ҡыҙҙар. Кәрәк икән ат, кәрәк икән һыйыр булырбыҙ. Тик малды теүәл ҡыш сығарыр кәрәк. Бөгөнгө көндән өҫтәмә аҙыҡ бирә башламаһаҡ, яҙға һыйырҙар күтәртәсәк, сөнки фураж да юҡ кимәлендә. Тылы ныҡтың – биле ныҡ, фронт беҙгә таянып тора. Аттар юҡ бит ҡыҙҙар, ирҙәр ҙә...
Сәбилә генә ниҙер әйтергә уйлап, мыҫҡыллы йылмайып ҡуйҙы. Тик күпселектең ҡыҫымынан ҡурҡтымы, өндәшмәне.
Ҡыҙҙарҙың барыһы ла килде. Шулай улар көн аша йәйек, уҫаҡ ташынылар, берәү ҙә зарланманы.Бригадир килһә, уны шаяртып, үҙ-ара көлөшөп, һөйләшеп ихлас эшләне һауынсылар.
Икенсе хаты килде Зарифтың. Тағы ҡәйнәһенә йүгерҙе Хәкимә. Ҡәйнәһе киленен бик яратты. Ураған һайын: - Эй матур парҙарһығыҙ бит тә һуң... Ҡуй инде, тыныс заманга тура килмәнегеҙ бит, гөрләтеп йәшәр инегеҙ. Был һуғышы ҡасан бөтә инде? Уй, балаҡайым ғына, улыҡайым ғына иҫән-һау йөрөһөн инде,- тиер ине. Килене килһә, бергәләп сәй эсеп, танһығы ҡанғансы һөйләшеп ҡалыр булды.
Тик...
Һәр өйгә тигәндәй килгән яман хәбәр, ҡара ҡайғы уларҙы ла ситләп үтмәне...
Ҡәҙерле кешеһенең икенсе хатын алып, уның яҙған йырҙарын, таҡмаҡтарын көйгә һалып , уларҙы ҡыҙҙарға өйрәтеп оса-ҡуна йөрөгән Хәкимәгә бер көн бригадир эштән һуң ҡалырға ҡушты. Ҡыҙҙар эштәрен бөтөп, ҡайтырға сығып бөткәс, байтаҡ ҡына фронт яңылыҡтарын һөйләп ултырғандан һуң:
–Бына, ҡыҙым, Маһруй бирергә көсөм етмәй, тип еңмешләнгәс, аптырап, һиңә алама хәбәрҙе үҙем килтерергә мәжбүр булдым, ғәйеп итмә инде ,- тип уға ҡағыҙ тапшырҙы. Уҡыны ла иҫәнгерәп шаҡ ҡатты Хәкимә. Нисек инде ул ... Хәбәрһеҙ юғалған??? Шундай кеше эҙһеҙ юғала буламы? Унан башына барып етте һәм бөгөлөп төштө...
Берәүгә лә күҙ йәшен күрһәтмәгән, ҡаты тигән даны сыҡҡан Шәрәфетдиндең дә күҙҙәренән суптырлап йәш ҡойола ине. Шулай ҙа йәш ҡатынды йыуатырлыҡ көс тапты ул үҙендә.
– Ила, ҡыҙым, ила. Илап алһаң еңелерәк була ул... Тик ҡайғырып та ни хәл итәһең...
Кем белә, яңылыш та хәбәрҙер, үлде, тимәгәндәр бит..
Ферманан саҡ ҡайтып йығылды Хәкимә... Ҡайтты ла урынға йығылды. Өйҙә лә, күрәһең, был хаҡта ишеткәндәр ине, Сәлимә уның янына менеп ятып, ҡушылып илай башланы.
Әйләнеп һеңлеһен ҡосаҡлап алды ла:
–Мин генә ғәйепле бит, Сәлимә, ауыр булһа ла төрмәгә китһәм ни була инде, 18 йәше лә тулмай ҡалды бит, - тағы күҙ йәштәренә быуылды Хәкимә.
–Бер һиңә генә түгел, бөтөн миргә килгән бәлә, ҡағыҙ алған һәр кем бөгөлөп төшһә, ишерһегеҙ ишәк сумарын... Әйҙә, ултырып сәй эсеп алайыҡ, тынысланып алырһың,– ни аралалыр янына килгән Шәмсийыһан апай үтә ҡупшылап торманы. Был хәбәрҙе кисә үк ишеткән әбей, Сәлимәне лә тыйып, нығытып ҡуйғайны инде, тик еҙнәһе һуғышҡа киткәнсе ул өйҙә саҡта уның елкәһенән төшмәгән, әсәһен юғалтып, сабый көйө генә ҡайғының ни икәнен елкәһендә татыған ҡыҙ бала апайына килгән ҡайғыны үҙ йөрәге аша үткәрҙе. Улар шул ҡосаҡлашҡан килеш буҫығышып иланы ла иланылар. Илап арып йоҡлап киттеләр. Бер аҙ ғына йоҡлап алғас, Хәкимә,терт итеп уянып китте: иртәнге һауынға ваҡыт та еткән икән... Ипләп кенә тороп, һеңлеһенә йүнәтеп юрған япты ла эшенә йүгерҙе. Яҡшы хәбәр тиҙ таралмаһа ла яман хәбәр тиҙ тарала бит ул. Уның ҡайғыһын еңеләйтергә уйлаптыр инде, ҡыҙҙар, үҙҙәренекенән алда уның һыйырҙарын һауышып, тәрбиәләштеләр ҙә уны ҡайтарып ебәрҙеләр. Ул ҡайтҡанда һеңлеһе йоҡлай ине әле. Хәкимә уға ҡарап, бер уфтанды ла тағы ла илап ебәрмәҫ өсөн тышҡа сыҡты. Байтаҡ ҡына һыуыҡ һауа һулап торғандан һуң, ҡәйнәһенә барып килергә булды.
Улдарының “хәбәрһеҙ юғалды” тигән хәбәрен алып, ҡайғыларынан арына алмай ултырған ҡайныһы менән ҡәйнәһе уны барыбер яҡты йөҙ менән ҡаршы алдылар. Бигерәк тә һәйбәт кеше шул уның ҡәйнәһе. Уның холҡон да белә Хәкимә. Үтә лә сабыр, тештәнмә, һыр бирмәҫ, кеше алдында һис ебеп төшмәҫ, күҙ йәшен күрһәтмәҫ ҡатын ул ҡәйнәһе. Әле лә, һүҙҙе икенсе юҫыҡҡараҡ ебәреп, ипле генә итеп:
–Ҡуй,балам, зарлап илашып ултырмайыҡ... «Хәбәрһеҙ югалды» тигән бит, анауы ғәрәсәт эсендә юғалып та китерһең, сабыр итәйек, яҡшы хәбәр ҙә килер, кем белә...– тип киленен йыуатҡан булды. Ә ҡайныһы бер ни ҙә өндәшмәне, ара-тирә көрһөнгөләп тик ултырҙы, ҡайғы бөккән ине уны, яурындары төшөп, кесерәйеп ҡалған ине ҡайныһы.
Шулай ҙа түҙмәне әбей, сеңләп илап киленен ҡосаҡлап һамаҡланы:
–Иҫән генә булһын инде, балаҡайым... Барыбыҙҙың да бәхетенән иҫән генә булһын инде...18-ҙе лә тулмаған бит ҡолонсаҡҡайымдың...
Шулай илашып ултырғандан һуң Хәкимә хушлашып ҡайтып китте. Сәйгә ҡыҫтаған ҡәйнәһенә һеңлеһен һылтаһа ла тәғәм ризыҡ ҡабырлыҡ хәле юҡ ине уның.
Килене сығып ҡайтып киткәс бабай сыҙаманы:
–Килен өсөн китте инде, исмаһам 18-е тулғас китер ине – тип өҙгөләнеп әйтеп ҡуйҙы.
–Улай тимә, бабай...Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиҙәр бит...Киленебеҙ төрмәгә китһә лә үҙебеҙҙе ғәйепле һанар инек... Маңлайға яҙылғанды күрәбеҙ инде... Һау ғына булһын инде, балаҡайым.
Бабайы башҡаса өндәшмәне, тәрән итеп көрһөндө лә сүкешен тотоп тышҡа сығып китте. Гөлйыһан әбей ҙә ауыр итеп уфтанып, тағы ла өй эштәренә кереште.
... Хәбәрһеҙ юғалды... Ҡайныһы военкомат аша ла эҙләтеп ҡараны улын, булманы.
Хәкимә баш баҫып тағы эшкә кереште. Әммә Зарифының йырҙарын онотманы. Һәр ваҡыт көйләп йөрөр булды. Йөрәгенең һағышын һеңлеһенә, эшенә баҫты, яйлап-яйлап асыла төштө, киске уйындарға, аулаҡ өйҙәргә лә йөрөнө. Фронтҡа, тип төнөн ултырып, ҡыҙҙар менән әллә күпме ойоҡ-бейәләй, бирсәткәләр бәйләнеләр.
Бер көн һауындан ҡайтып ҡына тора ине, уны кәнсәгә саҡырттылар.
Бригадир уның хәл әхүәлдәрен һорашып, үҙе лә ил, һуғыш яңылыҡтарын һөйләп ултырҙы ла:
–Ҡыҙым, шуның өсөн саҡырттым әле, Өфөгә райондан делегация барасаҡ, колхоздан һине тәҡдим иткәндәр.
–Уй, мин бара алмам ул Шәрәфетдин ағай, Сәлимәне кем ҡарай?
–1-2 көнгә Шәмсийыһан да ҡарап торор, фермала һыйырҙарыңды бүлешеп һауырҙар, Ҡасан ундай форсат эләгә әле, йөрөп, донъя күреп ҡайтырһың.
Ҡыуанысынан оса-ҡуна ҡайтты өйгә Хәкимә.
Шәмсийыһан да ул яңылыҡты ҡыуанып ҡаршы алды:
–Бар, ҡыҙым, бар. Беҙ ни Сәлимә менән былай ҙа күберәк икебеҙ булабыҙ. Шартлатып көтөрбөҙ донъяны, өйрәнгән баш, ибет Сәлимә ҡыҙым, – тип Сәлимәнең арҡаһынан тупылдатып яратып ҡуйҙы. Эйе шул, Сәлимә өсөн әллә ни борсолорға ла кәрәкмәй, ул наҙлы ғына, матур ғына булып үҫеп килә. Шәмсийыһан апай ҙа маҡтай үҙен, ҡул араһына керҙе ҡыҙым, тип. Шәмсийыһан ул арала ҡайҙандыр сәтин туҡыма килтереп сығарҙы:
–Бына, ҡулың белә, матур итеп тегеп ал.Кеше араһында кәм күренеп йөрөмә.
–Ҡайһылай матур, рәхмәт апай, – тауар ысынлап та бик матур ине, ҡара ерлеккә аҡ сәскәләр һибелгән, – түләрмен апай, эш хаҡымдан.
–Бушты һөйләмә, бер өй эсендә йәшәп шул ғынаға хаҡ һорап ултырмаһам –Шәмсийыһан
ҡул ғына һелтәне. Бик матур итеп күлдәк тегеп алды Хәкимә үҙенә ул тауарҙан, Сәлимә һеңлеһенә итәк тегергә лә етте.
Тик... Шундай ымһындырып, хыялында ғына ҡалды Өфө Хәкимәнең. Хатта бара алмағас кешегә күрһәтмәй генә балауыҙ һығып та алды. “Барыбер күрермен» тип хыялын күңел төбөнә йәшереп бикләп ҡуйҙы ул. Әммә хыялының тормошҡа ашмаҫын ул был мәлдәрҙә белмәй ине әле...

***
Дауамы бар. 

Автор:
Читайте нас