

Ауыр уйҙар менән барып инде Кинйәбай ағаһының ҡапҡаһына Кәшфулла. Ағаһы ла эштән ҡайтып, атын туғарып ҡына тора ине. Ҡустыһын күргәс:
–Бар өйгә инә тор, мин малға бесән ташлап инәм, - тип һыйырҙары торған кәртә яғына ыңғайланы.
«Бик йәтеш, бәлки еңгәм менән һөйләшеп өлгөрөрмөн» - тип уйлап, Кәшфулла йәһәтләп өйгә ашыҡты.
Еңгәһе, урындыҡҡа ашъяулыҡ түшәп, сәй ултыртып ҡына йөрөй ине. Элек Кәшфулла ҡәйнешен күрһә шаяртып зыҡ ҡупҡан еңгәһе был юлы уның һаулығын ғына алды ла артыҡ өндәшмәне.
“Тимәк,беҙҙең хәлдәрҙе белә... Ғәзимә аңғартып өлгөргәндер инде, тимәк тура ярып әйтергә лә була» -тип уйланы ла Кәшфулла һүҙен башланы:
–Еңгәй, минең ни өсөн килгәнде һиҙәһеңдер, моғайын...
Йәмилә көрһөнөп ҡуйҙы:
–Беләм дә ул... Аҙыраҡ Ғәзимәне йәлләһәң ни була.
–Еңгәй...
Тыңлап тормай, ҡул ғына һелтәне еңгәһе.
-Үҙем ғәйепле, үҙем димләнем шул... Йәшәр ҙә китерһегеҙ, моғайын, уаҡсылланып көнөн шутлап тормаҫһың, тип кенә уйлағайным.
- Бүтәндеке булһа көтөр инем, әммә мин Әптештең балаһын көтә алмайым.
- Барыбер айырырһың инде Ғәзимәне, йәшәһә лә ғүмер буйы йөҙөнән алырһың...
Монасип яғында бар бер ҡатын, ошо арала беҙ ағайың менән туйға барабыҙ, шуға барып һөйләшеп ҡара. Тик ата-әсәһе юҡ, һыу һөлөгө кеүек ҡатын. Һин уны ала алһаң уңырһың, донъя көтөргә шәпһең. Ғәзимә лә насар түгел дә бит... Ғүмер буйы һинән битәрләү һүҙе ишеткәнсе, ваҡытында сараһын күрер кәрәк
Ул арала ағаһы Кинйәбай килеп инде .лә бер юлы ҡулын йыуып, түргә уҙҙы.
-Шунан, хәлдәрегеҙ нисек, Балдыҙ ни хәлдә, бәпәй үҫәме? – тип Кәшфулланы һорауҙарға күмеп ташланы. Яуап бирмәй, шымып ҡалған ҡустыһына текләп ҡараны ла:
-Аңлашылды- ы... - тип һуҙҙы, - еңгәң болғаған – үҙе төҙәтһен, һөйләштеңме? – тине ул, ҡатынына уҫал ҡарап.
- Эйе, - тине Йәмилә,күңелһеҙ генә.
- Кеше яҙмышын боҙоп... – ағаһы, йөҙө боҙолоп, уларға борсолоп ҡарап тороусы ҡустыһына боролдо, - әҙерлән, беҙҙән ҡалма, 2 көндән китәбеҙ.
Ике көндән, Кәшфулла ағалары менән Монасипҡа сығып китте.
-Ағайымдар менән йөрөп киләм, - тине аҡланырға теләгәндәй әсәһенә.
Әсәһе көрһөнөп кенә ҡуйҙы, бар ҙа барма ла тимәне.
Барып еткәнсе, ауыҙҙарына йөҙөк ҡапҡандай, береһе бер ни өндәшмәне. Шаян еңгәһенә лә ниҙер булды, шым ғына бара, ара-тирә көрһөнгөләп ҡуя. Ғәзимәне уйлайҙыр инде. Ә Монасип халҡын белеп етмәгән Кәшфулла йөрәкһеп ни уйларға ла белмәй. Кемгә төбәп алып бараларҙыр инде, әммә Кинйәбай ағай ҡуҙғалғас, насар ҡатын түгелдер... Монасипҡа барып етеп, атты саҡырыусының ҡапҡаһына индергәс, ул,ҡустыһы менән ҡатынын «Атты үҙем туғарам, өйгә инә тороғоҙ» - тип өйгә индереп ебәрҙе лә үҙе ҡаршы алырға сыҡҡан өй хужаһы менән икәү генә ҡалды. Кәшфулла өйгә ингәс аш-һыу йүнәтешеп йөрөүсе, аҡ йөҙлө, ҡара ҡашлы һылыу ҡатынды күреп, их, шул ғына булһа ярар ине, тип уйлап та ҡуйҙы үҙе лә һиҙмәҫтән. Һылыу ҙа, таҙа ла ине ҡатын. Кинйәбай хужа менән һөйләшә-һөйләшә килеп инде. Йөҙө яҡтырып киткән, көлөмһөрәп Кәшфуллаға күҙен ҡыҫты, эш беште, тиеүе булды, күрәһең. Барып, еңгәһенең ҡолағына ниҙер шыбырланы ла түргә уҙҙы. Ҡунаҡ башланды, теге йәш ҡатына ситтән генә урын алды. Кәшфулла, кешегә һиҙҙермәй генә уға ҡарап-ҡарап алды.
Ҡунаҡ барған арала, Кинйәбай Кәшфуллаға килеп, йәш ҡатынды күрһәтеп:
-Яҡшы көтөр булһаң ғына һөйләш,атаһы ла, әсәһе лә юҡ. 2 ағаһы, бер һеңлеһе бар. Ағаһының береһе һуғыштан ҡайтып етмәгән әле, олоһо төрмәлә. Стәрлетамаҡҡа ылау менән бойҙай алып барған саҡта юлдаш иптәштәре ныҡ асыҡҡас , ике урында туҡталып бойҙай ҡыҙҙырып ашатҡан, 2 кило бойҙайы тулмаған шуның өсөн 2 йылға хөкөм иткәндәр. Бәләкәй һеңлеһен көткән ошоғаса, тик уның күҙ йәштәренә ҡарамай, приютҡа алып киткәндәр. Шул һеңлеһен алыу өсөн сыға кейәүгә. Иренең «хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡағыҙы килгән... тип - теҙҙе, - ҡулыңа эләкһәме – уңасаҡһың ҡустым.
–Рәхмәт, ағай!
–Һай әттәгенәһе, - тип – көлдө ағаһы, - һөйләшкәс, әйтерһең рәхмәтеңде.
Ни эшләһә лә эшләне еңгәһе, осраштырып ҡунаҡ араһында һөйләштерҙе уларҙы. Артыҡ һүҙ һөйләмәй генә баш ҡағып ҡына ризалығын бирҙе ҡатын. Исеме Хәкимә икән.
–2 аҙнанан киләм, - тип өҙә һуҡты Кәшфулла. Хәкимә уға күтәрелеп тә ҡараманы. Хужабикәгә һауыт-һаба йыуышты ла... әллә ҡайһы арала юҡҡа сыҡты. Йөрәкһегән Кәшфулла ла, ағаларын көтөп тормай, йәһәтләп йәйәү ҡайтып китте.
« Ну-у шәп ҡатын, бер килеп эләкһә. ебәрмәҫ инем инде мин уны... Йәһәтләп Ғәзимәне ҡайтарыр кәрәк... уныһы ла инде, аңламай микән инде, көсләп асҡан күҙҙең яҡтыһы булмай ҙа һуң... Эй, бахыр, ул да яҡшы ҡатын да бит...”
Бүтәне бүтән,әсәһенә нисек әйтер икән? Әсәһенә һис ҡаршы әйтеп өйрәнмәгән ул. Әүлиә кеүек күрә ул уны. Кеше аңламай: «әсәй балаһы” тип тә ҡуялар ҡайһы саҡта, тик уларға Кәшфулла өндәшмәй, ниңә өндәшһен – уның алдында ғына түгел бөтә ауыл алдында әсәһенең абруйы ҙур икәнен белә бит ул.
Ҡайтҡас әсәһенә лә, ҡатыны ла бер ни ҙә өндәшмәй йөрөнө ул. Быны әсәһе тик яҡшыға юраны, улы йылмайып, көлөп һөйләшә, киленгә лә артыҡ өндәшмәй.
Ике аҙна ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Ғәзимәгә генә:
-Мин яңынан ҡатын алып ҡайтам. Иртәгәгә бында булмайһың, - тине лә Кәшфулла әсәһенә лә әйтеп тормай юлға сыҡты, әсәһенең кире ҡайырып ҡуйырын уйланы.
Күңелһеҙ генә төшкө сәй ултыртып йөрөгән килененә һынамсыл ҡарап:
-Тағы ни булды икән? – тип борсолдо әбей, - күрмәй ҡалдым бит тегеһен, әллә берәй насар һүҙ ташлап сығып киттеме икән, һәйбәт кенә йөрөй ине бит әле?... Түҙмәне, сәй янында килененән:
-Ҡайҙа һуң Кәшфулла? – тип һорай ҡуйҙы.
–Эй, ҡәйнәм... Ни эшләргә лә белмәйем инде... Ҡатын алып ҡайтам, өйҙө бушат! - тип сығып китте улың... – һөйләп тә бөттө, сеңләп тә ебәрҙе килене.
–Аһ –аһ, - тип бот сапты әбей, – нишана( бар әрләү һүҙе ошо ине уның), ҡайтһын ғына әле, мин уны... - тип улына янап та ҡуйҙы һәм килененә – бер ҡайҙа ла йөрөмәйһең, тыпырсыныр-тыпырсыныр ҙа тыныр әле, - тине, сөнки улының үҙенең һүҙенән сыҡмаҫын ул яҡшы белә ине.
Ә Кәшфулла был ваҡытта Бөрйән юлында ине инде. Монасипҡа килеп төшкәйне иртә менән 3-4 көн инде Хәкимәнең өйҙә булмауын әйттеләр, кемдер берәү Бөрйән юлына осратыуын да әйткән булып сыҡты. Юҡ, Кәшфулла кеше араһында көлкөгә ҡала торған әҙәм түгел, барыбер эҙләп табып алып ҡайтыр!.. Сәмсел, ғәрсел Кәшфулла ла Бөрйәнгә китте. «Ер тишегенән булһа ла эҙләп алып ҡайтам» тип уйланы ул. Тик... Хәкимә Бөрйәндә булмай сыҡты, аңҡы-тиңке булып , ҡайҙа һуғылырға белмәй йөрөнө лә Кәшфулла кире Монасипҡа килде. «Нисек ауылға ҡайтһын ул, ҡатынына бит өйҙө бушатырға ҡушты, әлдә генә әсәһе белмәй әле» Монасипта үҙе Хәкимә менән танышҡан өйгә килде. Әмәлгә ҡалғандай, уларҙа бер һалдат ултыра ине.
–Әйҙүк-әйҙүк, - тип түргә саҡырҙы уны хужа, - маҡтап ҡына йөрөйһөң икән, хәҙер ҡоҙағыйың аш өлгөртә.
Кәшфулла, ҡулдарын йыуып , улар янына уҙып улар менән күрешеп, ашъяулыҡ янынан урын алды.
–Бына, мин һөйләгән егет ошо инде, - тип һалдатҡа боролдо Сәйфулла, - ә Хәкимә ҡайҙа һуң,ниңә инмәй?
Күрәһең, улар уны Хәкимә менән бергә ҡайта тип уйлап, аш һалып көтөп торғандарҙыр инде.
– Бөрйәндә юҡ ул, - тине Кәшфулла, - мин кире ҡайтҡандыр тиһәм...
– Әй, мин һеҙҙе таныштырманым да бит әле, бына Хәкимә һеңлекәштең бер туған ағаһы, бөгөн генә ҡайтып төштө. Хәкимә, хаты юҡ тип борсола ине.
– Бирәйем тигән ҡолона, сығарып ҡуййған юлына, тип эстән генә, эскерһеҙ ҡыуанды Кәшфулла, бына бит, рәхмәт Аллаһҡа, юлыма ағаһын сығарып ҡуйҙы.
Улар гәпләшә-гәпләшә аш ашанылар, сәй эстеләр. Унан һуң өсәүләп тышҡа сыҡтылар.
- Ух, ниндәй сафлыҡ, һауаһы һуң, һауаһы, - тип күкрәк тултырып һуланы киске һауаны өй хужаһы – Сәйфулла. Үҙе кеҫәһенән тәмәке сығарҙы.
-Һин нимә, әллә тегендә төтөндө аҙ еҫкәнеңме, бынауындай матур кисте боҙоп? – тип көлдө Хәкимәнең ағаһы Нуретдин.
-Өйрәнелде инде, берәй нисек ташлар кәрәк ине лә ул, - Сәйфулла шулай һөйләнә-һөйләнә тәмәкеһен ауыҙына ҡапты ла ҡабын Кәшфуллаға һуҙҙы.
–Ул нәмәне ауыҙға ла алған юҡ, ҡоҙа, - Кәшфулла ҡыйынһынып китте, - өйрәнеп булманы инде, һуғышта ла тартманым.
–Яҡшы, яҡшы. ҡоҙа. Мин тарттым инде. Нисауа, яҙған булһа ташлармын әле. Шунан, Хәкимә тураһында ни әйтерһең?
Кәшфулла оҡшаны Нуретдингә, ипле һөйләшә, тартмай, һуғышта гел командир булған. Бисәһе барлығын да, ниңә айырырға уйлағанын да хужа аңғартып ҡуйғайны инде.
–Ни тип әйтәһең инде, иртәгә үҙен барып күрербеҙ инде. Ҡунағыңды миңә ебәр, һеҙ үҙегеҙ ҙә күмәк бит.
Улар икәүләп Нуретдингә киттеләр. Һүҙҙәре килеште уларҙың, икеһе лә ҡайһындай мәхшәр, ут эсендә йөрөп, имен ҡайтҡан кешеләр бит. Таң атыуға Кәшфулла Хәкимә һәм уның ағайҙары, һеңлеһе тураһында, ата-әсәләренең нисек вафат булыуҙары хаҡында бөтәһен дә белә ине инде. Таң һыҙылыуға ғына йоҡлап китте ике утты-һыуҙы кискән һалдат.
–Әйҙә, - тине Нуретдин, иртәнге сәйҙе эсеп алғас, - мин кисә уның ҡайҙалығын ишеткәйнем дә, үҙеңде күреп һөйләшермен, - тип уйлағайным. Күңелгә яттың былай, әҙ ултырыр – күп һынар, тигәндәй, барып һөйләшеп ҡарайыҡ, яҙған булһа, бәлки, кейәү ҙә булырһың.
– Ә ҡайҙа һуң ул?
– Эй, бесәнселәр янында, иптәш ҡыҙҙары янында икән. Кем белә, кире уйлап та ҡуйғандыр, кейәү бик яҡшы кеше ине...
– Мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел – тип ҡуйҙы, Кәшфулла үпкәләгәндәй итеп.
–Шулай ҙа бит, кейәү уны 16 ғына йәшендә ФЗО-нан алып ҡалды, үҙе лә шуның арҡаһында һуғышҡа ла иртәрәк китте... Ярай, барайыҡ әле,күҙ күрер, Сәлимәне лә приюттан алыр кәрәк, апайына ғына баш баҫып үҫеп килә ине...
Кәшфулла өндәшмәне, ни әйтһен инде ул, Кинйәбай ағаһы ла ҡатындың яҙмышын уға һөйләп, яҡшы көт, тип тыҡып-тыҡып ебәргәйне лә бит.. (ред). «Тыумаған ҡолондоң ботон һындырған» кеүек булып ҡуймаһаҡ ярай ҙа бит – тип кенә уйланды борсолоп .
Колхоздың сабындары йыраҡ ҡына булып сыҡты. Бесәнселәрҙең төшкө ялға туҡтаған мәле, туғай гөрләп тора. Ҡаҙан аҫып ебәргәндәр, тирә-яҡҡа тәмле һурпа еҫе таралған. Бына бер осло күҙе Нуретдинде күреп тә ҡалды һәм туғай яңғыратып:
-Хәкимә, ағайың ҡайтҡан, - тип һөрәнләп тә ебәрҙе. Сыр-сыу килгән ҡатын-ҡыҙҙар араһынан берәү айырылып сыҡты ла бер аҙ өнһөҙ торғандан һуң:
-Ағайым!... – тип быларға ҡаршы йүгерҙе.
Йүгереп килеп ағаһының ҡосағына һыйынып, күҙ йәштәренә күмелде Хәкимә. Ул да уны йыуатманы, өнһөҙ генә сәстәренән һыйпаны, маңлайынан үпте. Эйе, әсе яҙмыш төштө уларҙың өлөшөнә, бигерәк тә һеңлеһенең өлөшөнә. Бер аҙҙан Хәкимә Кәшфуллаға күтәрелеп ҡараны. Уның күҙ ҡарашы, һин дә йөрөйһөң тағылып, тигәнде аңлата кеүек тойолдо иргә. Тик Хәкимә улай уйламаны, үҙен эҙләп килгәнен аңлап ниндәйҙер аңлашылмаған кинәнес кисерҙе ул. Ағаһынан кискә тиклем бөтөнләй айырылманы. Нуретдинде һырып алдылар, күккә сөйҙөләр, ул барыһы менән дә ҡосаҡлашып күреште, бәләкәйерәк малайҙарҙы күтәреп-күтәреп алды.Эйе, үҙ кеше ине ул ауылында. Олораҡтар Кәшфулла янына ла килеп һөйләшеп өлгөрҙөләр. Ҡайһыһы атаһын, ҡайһыһы әсәһен белә булып сыҡты, туған тейешле кешеләре лә табылды.
-Әйҙә, туған, ҡараңғы төшмәҫ элек ҡуҙғалайыҡ. Эш кешеләрен бимазалап йөрөмәйек, юл кешеһенең юлда булғаны яҡшы, – тип Кәшфуллаға өндәште Нуретдин
Кәшфулла, был ни эшләр икән, тип Хәкимәгә күҙ һалды. Ә уның ағаһының ҡулдарын тотоп, күҙҙәренә ҡарап йылмайып торғанын күргәс, еңел тын алып, улар яғына ыңғайланы.
– Беҙҙе тере ҡул ҡалдыраһың бит әле, Нуретдин ҡустым, - тине бесән эшләүселәрҙең етәксеһе Әшрәф, – бесән йыйышыуға ла шәп, тамаҡ бешереүгә лә оҫта бит әле Хәкимә.
– Ярай, ярай, һуңыраҡ килер әле, - тигән булды Нуретдин дә. Әшрәф ҡабат өндәшмәне, ни генә тиһен инде, тик бесәнселәрҙең бөтәһенең дә тигәндәй күҙе Кәшфуллала икәнен күреп, йәһәтләп уларҙы эшкә ҡуҙғалтты. Бесәнселәр, хушлашып, теләр-теләмәҫ кенә ҡуҙғалдылар.
– Олораҡ икән, - тине береһе.
–“Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар, ҡаласынан ҡан тамыр” – тине уны йөпләгәндәй икенсеһе.
– Етер һеҙгә, - тип екерҙе Әшрәф, - хәлен белмәһәгеҙ бер асыу.
–Шулай шул, бәхетле генә була күрһен инде, балаҡай, - тип күҙ йәштәрен һөрттө Бибикамал исемле ҡатын, уға башҡалар ҙа ҡушылды. Әле генә шаулап торған туғай тынып ҡалды, шул тыныуҙан кешеләр кискә тиклем тигәндәй шым ғына, баш баҫып эшләнеләр. Эй. был һуғыш... ниҙәр генә күрмәтмәне әҙәм балаһына...
Теге өсәү ҙә ҡуҙғалды.
–Шунан, ҡарындашым, ни уйланың?
Ни тиергә лә белмәй баш баҫты Хәкимә.
–Мин һиңә көсләшмәйем, тик ризалығыңды ла уйлабыраҡ бирер кәрәк ине, хәҙер бына Кәшфулла ҡустыны ла яйһыҙ хәлгә ҡалдыраһың бит инде...
–Минең шарттарыма риза булһа... мин риза.
–Ниндәй шарттар? – тине ағаһы аптырап.
–Иң беренсе детдомдан Сәлимәне алышһын, унан тағы... мин ЗАГС-ҡа тормайым, бәлки кейәүең иҫәндер, - Хәкимәнең тауыштары ҡалтырап китте, – ул ҡайтһа, Сәлимәне алып мин кире ҡайтасаҡмын... Мин һеңлемде алыу өсөн генә һайлайым был юлды. Уны көтөргә ризаһыңмы һуң?
–Уға нисә йәш һуң?
–10 йәш тула инде...
–Ҡул араһына инә башлаған бит, үҙеңә ярҙамсы ла булыр. Мин риза, һеңлеңде иртәгәнән юллай башлаясаҡмын, - Кәшфулла ла Хәкимә ни әйтһә шуны үтәр сиккә еткәйне инде. Эстән генә, – «ҡайтмай инде ул, кем белә үлгәндер ҙә, йә плендәлер, йә дезертирҙер» – тип үҙенсә генә ҡыуанып ҡуйҙы ул.
Ә Нуретдин Кәшфулланы күҙәтеп, «аҡыллы күренә, моғайын, Сәлимәне һыйҙырыр, аҡыллылыр, һуғышта ла гел командир булған бит» - тип уйланы.
Монасипҡа барып етеп, ул-был иткәс, йәһәтләп Кәшфулланың ауылына ҡайтырға сыҡты улар.