

Ишекте асыу менән иң беренсе Кәшфулланың күҙенә Ғәзимә салынды, ул түрбашта, мейес янында киске аш йүнәтә ине булһа кәрәк. Ир йылп итеп әйләнеп Хәкимәгә күҙ һалды, тик уның борсолмауын күреп тынысланды. Ул арала тыштан әсәһе килеп инде:
–Ҡайҙа йөрөйһөң ул уттай эш ваҡытында? – әбей бик асыулы ине, - быныһы кем тағы? – тип Хәкимәгә төбәлде ул.
Бығаса Ғәзимәне һеңлеләренең береһелер, тип уйлап тороусы ҡатын тертләп китте.
Кәләше, тигән уй йүгерҙе башына. Ул ишеккә ынтылды, тик Кәшфулла уны сығып йүгермәҫ элек эләктереп өлгөрҙө һәм әсәһенә:
–Әсәй, был киленең була, - тине
–Ә был киленде ҡайҙа ҡуяһың? –әсәһе асыуынан Ғәзимә киленен уға этә биреп ҡуйҙы.
–Ярай, ҡәйнәм, мин ҡайтам. Минең өсөн тәмһеҙләшмәгеҙ, үҙем ғәйепле, – тип әйтергә көс тапты үҙендә меҫкен ҡатын һәм сәңгелдәктән балаһын алды.
–Һин түгел, һуғыш ғәйепле , килен, ай, ҡалайтайым һуң инде, үпкәләмәй, рәнйемәй генә ҡайт инде, киленкәйем, – Мөғлифә Ғәзимә килененә шул тиклем өйрәнгән ине, ирекһеҙҙән күҙенән йәштәр бәреп сыҡты.
Баш ҡалҡытып та ҡарамай, бер ҡулына балаһын, икенсеһенә төйөнсөгөн тотоп сығып китте Ғәзимә
Өйҙө бер аҙға уңайһыҙ тынлыҡ баҫты. Тик зирәк әбей хәлде ҡуйыртып торманы:
–Әйҙә, килен, төклө аяғың менән, - тип киленен түргә саҡырҙы һәм - йә, оҫталығыңды күрһәт әйҙә, киске ашты йүнәт, - тип бойороҡ биреп тә ҡуйҙы. Кәшфулла иркен тын алып,йылмайып ебәрҙе.
Күрер әле әсәһе килененең нисек аш-һыуға оҫта икәнен, яратыр уны, барыбер яратыр, сөнки уны бит улы ярата.
Яратты әсәһе киленен, бик яратты, бөтөн эшкә лә өлгөр,шул тиклем тилбер булып сыҡты килене.
Бына бит улы ла йылмайып ҡына йөрөй, килендең детдомдағы һеңлеһен дә барып алып ҡайтты.
Эй, ул детдом тигән нәмәләрен хоҙай күрһәтмәһен, һөйәк тә тире инде бахыр бала. Ярай, апайы шәп , ана фермаға эшкә лә төштө, терелтеп алыр әле. Әбей балалары һөйләмәһә лә кеше аша баланың улыныҡы түгеллеген дә ишеткәйне инде, Анауы Әптерәйҙеке икәнен белгәс, үҙе лә йәшәй алмаҫтар, имен сағында ҡайтҡаны яҡшы тиеп уйланы, тик һуң ишетте. Кисәге һаман улы ҡайтмағас, Йәмилә килененә барып сәй эсеп ҡайтты, шунда ул һөйләп һалды әле ул.
–Ҡыҫылып йөрөмә, – тип әбейҙе ҡаты ғына киҫәтеп тә ҡуйҙы. Белһә ни, ҡыҫылмаҫ та ине бит...
Ярай, хәйерлеһе шулдыр.
Өсәү ара бик татыу йәшәп китте улар. Сәлимә лә тилбер булып сыҡты. Апаһы менән еҙнәһе ферманан эштән ҡатыуға уаҡ-төйәк эште бөтөрөп ҡуя, иҙәнен дә йыуа һалып сыға, әбейгә утын индереп бирә, һөйөнөп бөтә алмай Мөғлифә әбей.
Бер көн урамда Ниғмәт ҡарт:
–Дә, ҡатындың кәттәһен эләктергән Кәшфулла, – тип торғас, етмәһә Ситдығы ҡушылып:
–Эйе, шәп ҡатын эләктергән, - тип Ниғмәт ҡартты йөптәп торғас, әллә ни эшләне лә китте: эстәре көтөрҙәшеп ни, ҡарт аҙғындар, бисәләрен һанға һуҡмай, туҡмап йәшәттеләр, хәҙер кеше бисәһенә һеләгәйҙәрен ағыҙалар, нишаналар, - тип эй һуҡранды үҙ алдына, эй һуҡранды. Былай ҙа биш ваҡыт намаҙын теүәл генә үтәп йөрөгән әбей бөтөнләй урын төбөнән төшмәҫ булып китте. Һәр намаҙының артынан Аллаһтан улы менән килененә һаулыҡ, татыулыҡ, бала- сағалы булып китеүҙәрен һораны.
Оҙаҡ йөрөнө килене бәпәй алмай. Өс йыл... Әллә Ғәзимәнең үпкәһе ебәрмәйме икән? – тип тә уйлап бөттө Мөғлифә әбей. Улай тиһәң , үҙе ғәйепле... Уны ла ғәйепләп булмай инде... Һуғыш ғәйепле барыһына, һуғыш...
3 йыл үтеүгә килененең матур ғына булып йомороланып китеүе күҙенә салынды уның.
“Эй, Раббым, теләктәремде ишеттең бит, эй, Раббым, шөкөр инде, мең-мең шөкөр”.
Ә Хәкимә, кешегә бик бәхетле булып күренһә лә,һаман тәүге ирен көтә ине. Белмәйҙәр шул уның хәлгенәләрен, эскәйендә ниндәй ут янғанын... Эшкә, һеңлеһенә генә баҫып йәшәй ул күңелен.
Ул ғынаһы тыуғас, килененең:” И-и, улғынамды минең, яралы бәхеткенәмде, - тип яратыуын ишеткәс әбей бик аптыраны, төрлөсә уйлап, үҙенсә юрап ҡуйҙы һәм килененең барып арҡаһынан яратып:
–Имен йәшә, балаҡайым, яралы булһа ла бәхетең бар. Ә һин булғанға, ейәнем тыуғанға иреңдең бәхете бөтөн. Яйлап- яйлап һинеке лә бөтәйер, киленем, - тине. Килене әйләнеп уның күкрәгенә башын һалды һәм тәүге тапҡыр ҡәйнәһе алдында күҙ йәштәренә ирек бирҙе.
–Илаһын әйҙә, күңелендәге һағыштары бөтөр, бөтмәһә лә кәмер, - тип уйланы Мөғллифә әбей, килененең сәстәрен һыйпап, арҡаһынан һөйөп.
Йылдар үтте. Мөғлифә әбейгә улының бәхете теүәлләнгән төҫлө тойолоп, ул инде килененең һуғыштан алда никахлы ире булғанлығы тураһында онотоп та ҡуйғайны инде, хәҙер инде дүртенсе балалары тыуҙы, ейәндәрен ҡарашып, улына, килененә матур кәңәштәрен биреп, тормошонан шул тиклем риза булып йәшәп ята ине ул. Тик... барыбер күп нәмәне белеп етмәгән икән әле ул. Бер көндө түр бүлмәлә ауырыҡһынып йоҡомһорап ята ине, аш бүлмәһендә улы менән килененең әрепләшкәнен ишетеп ҡолаҡ һала ҡуйҙы:
–Юҡ, ЗАГС-ҡа торабыҙ,юғиһә мин балаларға фамилиямды бирҙермәйем, атаһы тигән графа ла буш торһон әйҙә.
–Атайыбыҙ булмаған, тип уйламаҫтар, моғайын... Аңларҙар үҫә килә.
-Дүртенсегә минән бала табаһың, нисә йыл бергә йәшәйбеҙ. Хәҙер барыбер үткәндәргә кире ҡайтып булмай. Юҡ кешене лә көтә икән кеше...
– Үлде, тимәгәндәр бит, хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа һирәкләп табыла тора...
–Ну, ҡара еңмешһең дә инде... Әҙәмдән оят.
–Уның нимәһе оят, асығын белмәйенсә, Зариф тураһында берәй хәбәр ишетмәйенсә мин барыбер ЗАГС-ҡа тормайым. Мин һиңә баштан әйттем,үҙең риза булдың бит.
–Һуң... әй, теләһә ни эшлә, әммә минең фамилияны ҡуймайһың – ныҡ асыуланды, шикелле, Кәшфулла, ишекте шартлата ябып сығып китте һәм кискә тиклем ҡайтманы. Иҫерек ине ул, бығаса ла эсештереп алһа ла иҫергәнен күргәндәре юҡ ине әле. Эсһә лә әсәһе, ҡатыны алдында аҡланып, көлөп кенә.- бөгөн нарком нормаһы эләкте,- тип кенә ҡуя торған ине, ә бөгөн инде лә аш бүлмәһенә инеп ултырҙы. Аш ҡойоп бирергә уйлаған ҡатынын екереп янынан ҡыуып сығарҙы. Кеҫәһенән бөтмәй ҡалған шешәһен сығарҙы ла стаканға һалып эсергә уйланы. Мөғлифә әбей түҙмәне,улы янына сыҡты:
–Ҡуй, балаҡайым, юҡ менән булма, түбәнгә төшкәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалырһың, - тине әбей улының арҡаһынан һөйөп, - әйҙә урыныңа сығып ят, ыҙғышмағыҙ, балаларың үҫеп килә.
–Их, әсәй, һин дә аңламайһың... Немецте еңгән кеше бит мин... ә үҙ бисәмә һүҙем үтмәй...
–Ярай, ярай, - әжеүәләне улын Мөғлифә, тик үҙенең дә килененә шул тиклем асыуы килә, ана бит улын нимә эшләткән,хәҙер нығынды шул... – үҙем һөйләшеп ҡарармын килен менән, мине тыңлар ул...
– Ю-у-ҡ! Ауыҙыңды ла асма, әсәй, - Кәшфулла һикереп торҙо, - әйҙә, ниндәй фамилия ҡуйһа ла ҡуйһын, бала барыбер минеке бит, унан ҡыҙҙарға фамилия ла үтә мөһим түгел инде...
–Аһ-аһ, шулай булғас ниңә эсәһең? Юҡ ҡайғыңды бар итеп? – әбей улының ҡулынан шешәһен алды, –ятып йоҡла ла эш менән булыш, эш эшләһәң ҡайғы-хәсрәт һәйбәтерәк баҫыла ул.
Иртән тороуына Кәшфуллаға йәһәтләп , май , борос һалып, ҡорот иҙеп эсерҙе лә, – бар,тышҡа сыҡ, эштән күп нәмә юҡ, яҙылып китерһең, – тип улын тышҡа ҡыуаланы Мөғлифә.
Әсәһе менән һүҙләшеп торманы Кәшфулла, кейенде лә тышҡа сығып китте, тупһаға баҫыуы булды, бөтә эштәре иҫенә төштө. «Әсәйем дөрөҫ әйтә, бесәндән алда мал өйөн дә өлгөртөр кәрәк, түбәлектең башын яңыртырға ваҡыт, бер бесәнгә төшһәң...көҙ еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалына торған.
Барыбер еңмешләнде Кәшфулла, фамилияһын баланың тыуыу таныҡлығына яҙҙыртма
– Баланың ни ғәйебе һуң? – тигән әсәһенә хатта яуап та бирмәне.
– Килен, мин китәм, - тине бер көн килененә, - Кәшфулланың һөмһөрө ҡойолоп йөрөүе иҙә мине...
–Ҡуй, ҡәйнәм, Кәшфулла ни баҫылыр әле, ЗАГС-ҡа тормағанға миңә үпкәләп кенә йөрөй бит ул.
–Нисәмә йыл шул нәмәңде һөйләйһең, әллә миместә плендә лә йөрөп яталыр, кем белә, ҡайтһа ни, балларыңды һөйрәп китер ҙә барырһың, етмәһә, шәп булып, ике бәләкәйгә шул нәмәңдең фамилияһын ҡуйғанһың, мыҡты нәмә,– һис кемгә тауышын күтәрмәгән әбейҙең асыуы тышҡа сыҡҡан ине. Ул ҡабатлап килененең һүҙен дә тыңлап торманы, төйөнсөгөн тотоп тышҡа атланы, ҡыҙында һыйыр әле, моғайын.
–Йә инде, нисәмә йыл шул ире менән ҡаңғыра. Уныһы, иҫән булып, мимес бисәһе алып ҡайтып төшһә инде, йә үлгәндер, йә пилендәлер, – тип һөйләнә-һөйләнә барып инде Мөғлифә Фәйрүзә ҡыҙына. Ҡыҙы, уның төйөнсөгөн күрҙе лә:
– Тағы ни булды, әсәй?, - тип килеп ҡулындағы әйберҙәрен алды.
– Ни булһын, килен менән ағайың һаман Загысҡа тормағандар икән, еңгәң бәпәй алғаны бирле шуның өсөн талашалар, ағайың тота ла шешәгә йәбешә,эсеп алып китмәгәйе, тип борсолам.
–Уға ниңә борсолаһың, талашырҙар ҙа туҡтарҙар әле.
–Эйәреп килмәһә, Ғәзимә лә бик һәйбәт килен ине әле. Ана хәҙер иргә барып, нисәмә балаға әсәй булып китте.
–Юҡты һөйләмә, Хәкимә еңгәм килмәһә башҡаһы булыр ине, ағайым барыбер Ғәзимә еңгәйҙе айырыр ине. Еңгәмдең күңелен китеп буш-бар әйтеп бөткәнһеңдер инде.
–Артыҡ әйтмәнем, төйөнсөгөмдө генә алдым да сығып киттем.
– Бында ла үҙең артыҡ йөрөргә яратмайһың, Ней апайымда оҙаҡ тора алмайһың, ней Фәрзәнә килен менән борсағың бешмәй китә, улай ярамай инде, әсәй, үҙеңә лә сабырлыҡ кәрәк. Бында күпме торорһоң икән, барыбер ағайыма кире китәһең бит. Кәшфулла ағайымһыҙ сыҙайһыңмы ни һин? – Фәрзәнә һөйләнә-һөйләнә самауырын яңыртып ебәрҙе. Икәүләп шым ғына ултырып сәй эстеләр. Хәсрәте күп шул Фәрзәнәнең дә. Берҙән ире ауырый, икенсенән береһенән-береһе ваҡ балалар... Әсәһе бында йөрөһә һәйбәт тә бит, эштә сағында исмаһам балалары ҡараулы. Тик әлегә тиклем әсәһе берҙә оҙаҡҡа килгәне юҡ, уҙа барһа аҙна-ун көн...
Тик Мөғлифә әбей ҡайтырға уйламаны ла. Аҙна түгел, ай үтте, йыл үтте – ҡыҙынан китмәне ул.
Ара-тирә аҙналап барып ҡалған балаларында йөрөнө лә кире ҡыҙына килде. Кейәүе үлеп ҡалғас, бөтөнләйгә ҡыҙында ҡалды. Үҙе кеүек үк йомшаҡ күңелле, алсаҡ ҡыҙында уға еңел ине йәшәүе.
Талашыр кешеһе лә юҡ, балалары ла өләсәйҙән өҙөлөп торалар. Ары-бире барып киткән арала Кәшфуллаһы ғына һуҡранып үҙенә йәшәргә саҡырып ыҙаланы, һуңынан ул да төңөлдө.
Эргә-тирәләге балаларҙы еләк-емешкә алып йөрөнө әбей, эйәреп йөрөгәндәйҙәрҙең бөтәһен дә эйәртер ине. Муйыл тирергә, оҫҡон, ҡуҙғалаҡ йыйырға алып сыҡты. Ата-әсәләре эштә, ә ул ошо балаларға ҡарауыл ине.
Шулай балаларҙы йыйып еләккә алып сыҡты бер йәйҙә. Байтаҡ ҡына йөрөп ҡайтыу яғына ыңғайланылар. Бер тау башына килеп сыҡтылар. Мөғлифә әбей аҫҡа ,күренеп ятҡан ауыл яғына ҡарағайны...йөрәге жыу итеп ҡалды – аҫта йәйрәп уның тыуған ауылы – Ҡолғанаһы ята ине.
Ул сеңләп илап ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Балалар шымып ҡалды.
–Өләсәй, ниңә илайһың? Ҡайтып еттек бит. – ейәнсәре Фәриҙә аптырап өләсәһенең ҡулдарынан тотоп алып, күҙҙәренә ҡараны.
–Эй, балаҡайҙарым, һеҙҙе аҙаштырғанмын бит, ана яңылыш минең тыуған ауылыма килеп сыҡҡанбыҙ. Нисек кенә кире ҡайтып етербеҙ инде?
Балалар ҙа аптырап ауыл яғына төбәлделәр, бәләкәйерәктәре сеңләп илай ҙа башланы.
–Өләсәй, - тине өлкәнерәк малайҙарҙың береһе, - Был Ҡолғана түгел, был беҙҙең ауыл.
–Ә-ә? Мин ни Ҡолғанамдың Түгәрмәһендә торам икән, тип уйлайым бит әле. Унда ла тап ошо Түгәрмә кеүек кенә ике Түгәрмә тауы бар. Эй, һағындым шул ауылымды, күрә алмай ғына үлеп китермен инде...
Ҡартайҙы шул Мөғлифә, ҡартайҙы... Зар-интизар булып ауылын һағынды...
Балаларҙың тауыштары ла кәмене, улар һөҙәгерәк ер һайлап тау түбәненә атланылар. Шым ғына алмашлашып, өләсәһен етәкләп ҡайтты улар, әйтерһең, уның үҙҙәре менән бүтәнсә емешкә йөрөй алмаҫын һиҙҙеләр. Ошо йәйҙән һуң Мөғлифә әбей ысынлап та бүтәнсә емешкә йөрөй алманы, ҡарыуы ҡайтты уның...Ҡапҡа төбөндәге эскәмйәгә сығып оҙаҡ ғ (ред.)ына ултырыр, янына йыйылған бала-сағаға уҙған ғүмер юлын һөйләр булып китте. Тик балалар уның һөйләгәндәрен әкиәт кеүегерәк ҡабул иттеләр. Сөнки 10 йәшлек кенә ҡыҙ балаға ҡайны тейеш кешеһенең ауыл аша килеп, ата-әсәһе менән килешеп, килен итергә һөйләшеп, килен буласаҡ балаға һырға һабағы ҡалдырып китеүе, кейәүе буласаҡ кешенең тау-таш аша һуҡмаҡ һалып, кәләшен күрергә килеп йөрөүе, 13 йәше тулып уҙыуға әйттереп алыуҙары уларҙың мейеһенә һыйып етмәй ине...
Әммә уның һөйләгәндәре әкиәт түгел ине. Иренең кейәүләп килеп йөрөгән һуҡмағын да иренең исеме менән “Исрафил һуҡмағы” тип атанылар. Үҙе лә, балалыҡтан сығып өлгөрмәгән, уйнап та туймаған ҡыҙ бала, килен булып төшкәс тә уйнап ыҙаланы. Ҡәйнәһе һыуға ебәрһә, донъяһын онотоп ҡырсын-таш менән уйнарға керешер ине, урамға саҡ ҡына сыҡһа ҡыҙҙар менән йүгерешер булды. Һәм ҡәйнәһе аптырап һыуҙы унан күҙ бәйләнер алдынан ташытып ыҙаланы. Юҡ, уҫал булманы ҡәйнәһе, тик киленен бала-саға итеп күргеһе килмәне, Әҙәм һүҙенән оялды, кеше күҙенән биҙрәне...
Әсәһен ерләгәндән һуң, былай ҙа әсәһенең һеңлеһендә йәшәүенә, ней үҙенең, ней ҡустыһының түрендә ултырмауына йәне көйөп йөрөгән Кәшфулла сығырынан сыҡты:
–Һин еттең, әсәйемдең башына, ЗАГС-ҡа торған булһаң ул беҙҙе ташлап китмәҫ ине. Шулай, ЗАГС-ты иҫенә төшөрөп, әҙме - күпме, ҡайғыһы онотола төшкәнсе ҡатынына һүҙ ташлап, усегә биреп йөрөнө һәм яҙылып китте. Ә бер көндө, ҡайҙа йөрөгәндер, һуң ғына ҡайтты һәм аш йүнәтеп йөрөүсе ҡатыны янына сығып, ишекте япты. Әсәһенә нимә тигәндер, әсәһе уға нимә әйткәндер – балалар белмәне, тик шул көндән һуң Кәшфулла Хәкимәгә һүҙ ташлауын ҡырҡа ташланы.
Ҡатынын бик яратты ул. Бик егәрле кеше ул үҙе. Утын-бесәне һәр саҡ әҙер, кәртә-ҡураһы төҙөк, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ә кәбән ҡойһа ине, ҡәләм ослаймы ни, шундай оҫта ҡоя. Берәү ҙә уның кеүек ҡоя алмай.
Һуғышта булыу, алған яралар үҙенекен итте. Уның бер аяғы һиҙелер-һиҙелмәҫ икенсеһенән ҡыҫҡа ине, яранан һуң шулай ҡалған. Маңлайын һыҙып үткән пуля эҙе ҡаштарына тура килгәнлектән, ҡаштары ялбырап үҫеп китер ине. Илай-көлә, көҙгөгә ҡарап уларын тигеҙләп алыр булды. Орден-миҙалдарын күкрәк киреп тағып та йөрөмәне. «Ҡый бит улар, ана ятып ҡалғандар күпме, тере ҡайтыуым үҙе бәхет» – тип кенә ҡуйыр ине. Тып- тыныс китте ул был донъянан. Ята-тора бер-ике ай ауырыҡһынып йөрөнө лә ... китеп тә барҙы.