

Пролог
Пенсия көткәндә
Инде нисәнсе көн Зәбирә әбей уй йомғағының осона етә алмай маҙалана. Нисәнсе көн үҙенең яҙмышының ниндәй юлдан үткәнен, ниндәй биткә хәтер ебен теҙгәнен асыҡларға тырышҡандай уйлана. Еңел булманы шул уның яҙмышы. Еңел булманы... Уның тормошон белеп етмәгәндәр, йәки ҡаға- һуға ғына белгәндәр “ Үәт бәхет, әй. Берәүҙәргә бер әсәй ҙә юҡ. Берәүҙәргә ике әсәй. Аңламаҫһың был тормошто...” тип ебәрәләр. Эйе, аңламаҫһың шул... Аңламаған саҡтар әкиәттәгеләй, юл сатында торған кеүек хис иткән минуттарың да булғаны була шул. Була...
Тик бөгөн ул йөн мәшәҡәттәре менән уй йомғағына йоҙаҡ һалмаҡсы булып, күптән йыйып тетеп әҙерләгән йөнөн ҡолғаһына килтереп ҡағыҙға урап бәйләп ҡуйҙы. Намаҙын уҡып, тағы өҫтәп белгән доғаларын уҡып, күршеһендә генә ауырып ятҡан тиңдәше Сәрбиямалға бағышлап ҡуйҙы. Әллә ниңә бына шул күршеһе ауырығаны бирле йәне үрһәләнә. Тормошоноң толҡаһы бөткәндәй, йүне киткән кеүек тойола башланы. Бер сумаҙанын асып, үлемдегемә тип әҙерләгән теге донъя бирнәһен байҡаштырҙы, елләтеп алды ла еҫле һабындарын яңылары менән алмаштырып араларына һалды. Энә-ептәрен яңы сепрәккә урап шыптыр менән бәйләп ҡуйҙы. Әле бына шул мәшәҡәттәрҙе башҡарғас, бер аҙ күңеле күтәрелгәндәй булып, йөн иләргә ултырҙы. Бер ниндәй уйһыҙ байтаҡ иләне ул. Уның шулай сәғәттәр буйына ҡуҙғалмай, һөйләшмәй, ара- тирә һүҙһеҙ генә көйләп ултырған саҡтарын күптәр белә. Хатта, “Китап уҡыһа ла кеше улай ултырмаҫ,” – тип аптырайҙар.
Бына ул эшенән туҡтаны, ниҙер уйланды ла. стеналағы кәкүкле сәғәтенә ҡараны. Уның кәкүге күптән ҡысҡырмай инде. Кеше һораһа, “Ҡартайҙы, тауышы бөткән, “ – тип кенә ебәрә. Ысынында ул уны алғас та тип әйтерлек ире Ғәлиҙән кәкүген ҡысҡыртыуҙан туҡтатып ҡуйҙыртҡайны. “Яратмайым кәкүкте, “кәкүк атай”, “кәкүк әсәй” тип һөйләп бөтөнләй күңелемде шул ҡоштан төңөлдөрҙөләр,” – тигәйне.
Әле лә шул сәғәтенә ҡарап алды, тәҙрәгә ҡараны ла, урындыҡта иләп ултырған орсоғон тубығына һалып уйға ҡалды. Тонйорап ҡына байып барған ҡояштың һүрән генә йылыһына йылынырға теләгәндәй, ул тәҙрә өлгөһөнән ҡояшҡа урелеберәк ҡараны. Көҙ көҙ инде. Ҡояшы ла артыҡ йылытмай, тиҙҙән ныҡлап һыуыта башлар. Көн менән төн дә тигеҙләште. Ошо арала ҡар күҙе лә төшөп алһа, арыу булыр ине, тиҙәр бит ололар. Шул уйҙарынан һуң үҙе лә һаран ғына итеп йылмайып ҡуйҙы.
– Эй хәстерүш, әйтерһең үҙе йәш, ололар тип тороп уйлап ултырамсы. Етмеште һепереп түктем. Ай Алла, билем ҡатып киткән икән, ҡана йөрөп, аяҡты яҙып инәйем әле. Арыу ғына ултырып ташланды. Анау килендең балдарының аяғын йылытам тип...– тип, һөйләнә- һөйләнә урынынан ҡуҙғалып, урындығынан төштө лә, тәһәрәт ҡомғанын тотоп тышҡа сығып китте.
Ул сығып китеү менән, яуырынына почта сумкаһы аҫҡан, мөләйем ҡарашлы бер ҡыҙ инеп, ишек төбөнә ултырғыс тартып ултырҙы. Хат ташыусы ҡыҙ арыу ғына ултырып, йыбандымы, арынымы сығырға ынтылғайны, ишек асылып китеп, Зәбирә әбей килеп инде.
– Ай әттә, оҙаҡ көттөрҙөммө?. Белмәнем бит әле. Урамда йөрөйөм тип сыҡһам, Садиҡа осраны ла хәбәр тоғон систе. Беләң бит инде уны. Шулай тора торғас, Шәрифъямал тәҙрә асып ҡысҡыра.
– Зәбирә апай, нимә тораһың, почтальон һиңә инде бит. Беҙ көтөп ултырабыҙ, – ти, – шунан индем әле. Әлдә генә әйткән бит.
– Ярай, ярай, борсолмағыҙ. Шәрифъямал инәйгә бирһәм, бөгөнгө эшем бөттө. Отчет төҙөмәйем, бөгөнгөһөн тапшырып өлгөрмәйем. Иртәгә эшләйем, – тине лә,сумкаһынан ҡағыҙҙар сығарып, аҡсаһын сығарып һанап, Зәбирә әбейҙән ҡул ҡуйҙырып алды ла:
– Инәй һин был урамда иң күп пенсия алаһың эш хаҡың арыу булғандыр ул?
– Былай зарланырлыҡ түгел. Яңғыҙыма ней күп тә кәрәкмәй. Мин гел генә алдынғы булып эшләнем инде. Шуға “Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ” ордены биргәндә, хужа:
– Апай пенсияң да юғары булыр.тигәйне. Былай апайымдың юғарыраҡ ине.
– Инәй, ниңә әсәйегеҙҙе апай тинегеҙ ҙә ҡуйҙығыҙ ул. Мин иҫ белгәндә һеҙ уны әсәй тей торғайнығыҙ бит.
– Әлләә... Ҡапыл ғына шулай әйттем дә ҡуйҙым шул, – тип, кеткелдәп көлөп ауыҙын ҡапланы.
– Барыбер бер сәбәбе булғандыр ул. Белгем киләсе.
– Уны белеп нимитәң? Ҡыҙығы юғинде.
–Барыбер берәй сере барҙыр,тип уйлайымсы. Әсәйегеҙ ҙә йәш кенә ине. Сағыштырып ҡараһаң, былай апай кеүек инде.
– Ай эт ҡайыш. Ул бит мине ун дүрт йәшендә генә тапҡан. Шул ғына инде.Бар- бар, ана Шәрифъямал үҙе лә сыҙамай килә ята әле. Ярай мин сәй ҡояйым. Пенсияһын алһа, ул ашығыуҙан туҡтай ул. Сәй эсеп ҡайтыр. Ашыҡмаһаң, һин дә ҡал.
Сәғиҙәгә шул һүҙ генә кәрәккәндәй, костюмын сисеп ултырғыс артына элеп тә ҡуйҙы. Шәрифъямал ишекте асыу менән, үҙенән алда хәбәре ашығып килеп инеп, һәр беренең ҡолағына яғылды.
– Бына ғәжәп. Сәғиҙә инде батты. Зәбирә әбейҙе ҡайтарҙым, Сәғиҙә һаман сыҡмай. Мына үҙем килдем әле. Ошо пенсия ала торған көндө ашамай- эсмәй һине көтәбеҙ бит, Сәғиҙә. Мин уҫал кеше ул. Йә әрләп ташлармын, йә хужаңа ялыуға барһам, нимә була?
–Эй Шәрифъямал инәй, һин бит, уҫал күренһәң дә добрый кешеһең ул. Улай эшләмәҫеңде беләәәм. Ҡурҡытаһың ғына. Бына инәй менән гәпкә керештек тә киттек.
– Ярай ана газ киленемдең һыуы ҡайнай, самауырыма өҫтәйем әле. Бая ғына Зөлҡағизә менән сәй эсәйек тип ҡайнатҡайным, улы килеп алып сығып китте. Ҡайҙа торған Баймаҡҡа нәмә алырға баралар икән. Ҡана яҡыныраҡ та инде. Сәй эсә алманыҡ. Яңғыҙ эске килмәй. Әйҙә Шәрифъямал, түрҙән үт. Ана ҡайнап та килә. Сәйгүнемә сәй һалғансы борҡоп та сығыр әле. Бына Ринат улым яратҡанса картуф ашы бешергәйнем. Тәмле була ул ҡаймаҡ һалып тороп ашаһаң . Кисә Миңдинур индергән эсвижей ҡаймағым да бар, – тип, үҙе һөйләй, үҙе табын әҙерләй.
Шәрифъямал күршеһе Зәбирә әбейҙе, эшләгәндә шул тиклем урын еренә еткереп таҙа һөйләшә ине, хәҙер нәҡ ауыл һөйләшенә күскән, тип уйлап ҡуйҙы.
Сәлимә урындыҡ ситенә йөгөнөкләне, Шәрифъямал итәген бер аҙ күтәреп, урындыҡ түренә үк менеп китте.
– Мин дауна урындығымды алдым, Зәбирә апай, кеше вис кенә кухонный гарнитур тигән нмәне алып ултыртып бөттө, һин һаман ташламайың.
– Аһ- аһ. Минең урындыҡ һиңә ҡамасауламай ҙа инде.Бабайым уны һандыҡ кеүек өҫтөн асмалы, аҫтын асмалы итеп тороп эшләне. Уның иҫтәлеге бит ул. Бына үлһәм, әйтәм әле, бабайым өсөн ошонда музей итеп ҡуйһындар. Уның шикелде оҫта бер кем дә буманы
– АҺ- аһ, үлһәм әйтәм әле тип, үлгән кеше әйтә алмай бит .
– һәр һүҙемдең йөйөн эҙләмә әле. Нимә тип әйтергә теләгәнде аңланың да инде.
– Шаяртаам, Зәбирә апай. Һин минең шаяртҡанды аңлайһың бит.
– Һеҙ уҡытыусы халҡының шаяртыуы тупаҫыраҡ була шул. Ярай, һүҙҙән бутҡа бешермәйек. Сәй яһаным, Бисмиллаһиррахманиррахим, – тине лә Зәбирә әбей, ҡулындағы ҡултаҫтамалын уң тубығының өҫтөнә ҡуйып, сынаяҡтарын алдарына таратып сыҡты,– Сәйләш кеше менән сәй эсһәң, сәй, башҡа тәм- том булмаһа ла тәмле була, ти торғайны әсәйем..
– Инәй, һеҙ был яҡҡа ҡайҙан килгәнһегеҙ ул. Мин бала саҡтай атайым гел генә әсәйегеҙҙе “килмешәк” тип әйтә торғайны. Өләсәйем гел ҡартатайҙы “бөгөн дә килмешеңә барҙыңмы?” , йә булмаһа , “ Ана килмешәгеңдең ҡыҙы китеп бара. Бер генә үҙенә оҡшамаған һылыу бит әле.” – тип, тәҙрәнән ҡартатайға күрһәтеп ултыра торғайны. Әрләйме, үсекләйме, аңламаным. Шунан атай һалған өйгә талашынып күсеп, теге урамға сыҡтылар, ә беҙ һеҙҙең ҡаршыла тороп ҡалдыҡ. Хәҙер бына атай теге өйҙө ремонтлаһа, шунда күсенәләр инде. Быныһын ҡутарып, урынына Риязға өй һалалар.
– Атаҡ. Ул бит әле әрмегә бармаған, иныститутын бөтмәгән, өйләнмәгән. Бына һиңә май- ҡалас.
– Зәбирә апай, хәҙер ана бөтә атай- әсәйҙәр балаһына шулай өй төҙөйҙәр. Беҙ бит үҙебеҙ үлемесле булып төҙөнөк бит. Илдәр тыныс, балалар иркенерәк йәшәһен тиҙәр. Ана беҙҙең малай ҙа улына өй төҙөйөм тип ынтылып йөрөй.Улы әле мәктәптә генә уҡый. Шулай заман үҙгәрә инде.
– Һин Зәбирә инәй, һүҙҙе кирегә борма әле. Мин тиккә сәйгә туҡтаманым. Бына белгем килә. Әсәйегеҙ һеҙҙе ун дүрттә тапҡан, үҙенең бында туғандары юҡ. Һеҙҙе кейәүгә биргәс оҙаҡ та тормаған, ҡапыл ғына сирләгән бит әле. Ҡартатай ҡартәсәй әрләй башлаһа гел: “ Шаҙыра йөрәк яндыра, аҡылды ла алдыра, әбей. Ништәйең. Оҡшатам шул,тик әле һиңә хыянат иткән юғул. Ҡарыштырһаң сыҡтым киттем. Уның да бәхетле булғыһы кимәй тейеңме? – тиһә, шыма ине.
– Юююҡ, балам, әсәйемә бер ир ҙә килеп йөҙәтмәне. Бер кемде лә үҙ итмәне. Атай ҡайҙа, тип һораһам, һуғыштағалды, тип кенә яуап бирә лә, артабан һүҙ был турала ялғанмай ине. Бер нәмә лә белмәйем шул. Атайымдың исеме Ильяс. Ҡартатайҙың исеме лә шулай ине. Мин әсәйҙең атайын күрмәнем, һуғышта ине, әсәйен дә күрмәнем тиергә була, миңә йәш тә тулмағанда ғына бында күсеп килгән апайымды алып. Улар Ҡыуалатта торғандар. Был яҡ шул атайҙың яғы инде. Былай ауыл яҡын булһа ла, мин иҫ белеп, улар тураһында тәү тапҡыр һорағайным. Әсәй уларҙың күптән үлгән булыуын әйтте, – тине лә, күҙҙәре йәшкәҙеп, уйға ҡалды.
Шәрифъямал әбей шул ваҡыт матур ғына итеп “Төйәләҫте “ йырлап ебәрҙе. Уның был ғәҙәте уҡыта башлағанда уҡ бар халыҡҡа билдәле ине. Үҙе дәртле, үҙе йырға оҫта булды. Сәғиҙәне лә ул бер йыл уҡытты, ла шул йылы пенсияға китте. Биш бала менән илле йәшенән сыға тигән указ сыҡҡандың икенсе йылына сыҡты. Ауылдағы барлыҡ сараларҙа ҡатнаша ине, хәҙер аяғым һыҙлай тип ҡатнашмай. Бына шул Зәбирә апай менән ныҡ аралашалар. Ике сәйҙең берһен бергә үткәрәләр. Береһе кесе йомала саҡырһа, икенсеһе йома көнө саҡыра. Балалары килеп ҡайтһа, яңғыҙ сәй эсеп булмай, ти ҙә бер- береһен саҡырып сәйләшеп, Шәрифъямал әбей әйткәнсә сәйнәшеп тә алалар.Тик улар нимә тураһында һөйләшәләр, берәү белмәне.
Сәғиҙә шулай үҙенең һорауҙарына асыҡлыҡ ала алмайынса, береһе етмеште тултырған, икенсеһе алмышты үткән ике әбейҙе теләр- теләмәҫ кенә ташлап, хушлашып сыҡҡанда, ҡояш күптән офоҡто ҡыҙартып байыған ине. Офоҡ та шомло ҡарағусҡыл төҫкә инә башлаған. Ҡапҡанан сығыу менән, уның ҡаршыһына велосипед менән Мөрит килеп сыҡты.
– Сәғиҙә, һине әсәйеңдәр эҙләй ине. Ниндәйҙер важный йомоштары бар микән. Әәй, онотоп торам, бөгөн йома бит. Йәшең утыҙға етеп килә, тип кейәүгә биреп ҡуймаһындар. Мин бит әле иң мөһим һүҙемде әйтеп һинән яуап алманым
Эй Сәғиҙә,Сәғиҙә,
Сыҡ һин миңә кейәүгә.
Бер нужа ла күрһәтмәм,
Мәхәббәтһеҙ йәшәтмәм, – тип, үҙе сығарған таҡмағын да йырлап ебәрҙе, – Сматри, минең әллә нисә ҡат йырлап яһаған тәҡдимде онотоп, кейәүгә сығып ҡуйма, мине ҡайғыртырһың, ҡараҡай. Беҙ бит әле һине Рәсүл менән бүлешеп алманыҡ бит әле. Еңгәм әйткәнсә бүлешһәк теге мәлдә, бөгөн улайтып һиңә икәүләп ымһынышып йөрөмәҫ инек, ивет әй.
Утыҙға етеп килгән Мөрит шулай бала саҡтағы үҙҙәренең мәҙәктәре менән гел шаяртырға ярата инде. Рәсүле лә шулай һөйләшә . Улар күрше генә тороп бала саҡта, бер- береһенән айырылмай уйнағанғамы, үҙҙәрен иркен тотоп, оҙон - оҙаҡ серләшергә , йә шаяртышырға яраталар ине. Сәғиҙә лә яуапһыҙ ҡалмай.
– Дөрөҫ әйтәң, Мөрит. Шулай итһәгеҙ, исмаһам, хәҙер ике Сәғиҙә икегеҙгә тигеҙ булыр ине. Шул исемдәге ике почтальон да булыр ине, эйеме? Әтеү бер үҙем ике кеше өсөн эшләйем, аҡсаһы әҙ тип, берәү килмәй. Етмәһә, почтаны күрше ауылдан ташырға кәрәк бит инде. Бына ысынталап бүлһәгеҙ, был проблемаһы булмаҫ ине.
– Правильно.
– Правильно,тоҙо юҡ, Садиҡ олатай әйткәнсә, –тине лә, үҙе сыҡҡан өйгә боролоп ҡараны, әйтерһең унда, әлеге һорауына яуапты, ул юҡта, Зәбирә әбей һөйләп ултыра.
Был мәлдә ысынлап та Зәбирә әбей бынан 60 йыл булған хәлдәргә уйы менән күскәйне инде. Табынды ла, өндәшмәй генә йыйыштырып алды, ә Шәрифъямал уның был ғәҙтен үҙен тыңлау билгеһе тип уйлап, икенсе йырын, Зәбирәнең һуңғы егерме йыл тирәһендә бер ҙә ишетмәгән йырын башлағайны. Ишетеү менән тәндәре зымбырлап китте. Был бит уның әсәй- апайының йыры... Быны нисек отоп алған икән. Әсәйе матур йырлаһа ла, был йырын сәхнәлә йырламаны бит. Бына нисә йылдар йырҙың һүҙҙәре генә уның күңелендә йәшәй, ә көйө онотолған ине.
Был тормоштоң нисек ауырлығын
Үлсәгәндәр ерҙә бар микән.
Уның һағыштарын, ҡайғыларын
Күтәреүсеһе лә күп микән.
Ай һай ҙа ғына, ай һай ауыр,
Күтәреүселәре бар микән.
Иңдәремә төштө ауырлығы,
Күтәрергә етмәй көстәрем.
Эй яҙмышым, ниңә шулай ҡаты
Булып китте йәшәр көндәрем.
Ай һай ҙа ғына, ай һай ауыр
Булып китте йәшәр көндәрем.
Шәрифъямал был йырҙы йырлағанда, Зәбирә әбей аҙағына ҡарай һулҡылдап, сеңләәп илай ине.
– Зәбирә апай, илама, мин һине шатландырырға йырлағайным. Был йырҙы миңә Вәлимә апай өйрәткәйне бит. Ул ныҡлап ауырығас ҡына өйрәтте. Көйө лә бигүк дөрөҫ түгелдер. Тик минән һүҙ алды. Ул йырҙы һиңә генә йырларға. Мин һүҙ бирҙем. Әле бына Сәғиҙә әсәйегеҙҙе иҫкә алып һорағас, мин дә хәтергә төшөрөргә булдым. Ул миңә:
– Шәрифъямал ҡыҙым, һин бик матур йырлайһың, ошо йырымды отоп ал әле. Үҙем сығарҙым көйөн. Зәбирәм мине һағынғанды һиҙһәң, йырлап ишеттер. Минең өсөн артыҡ йәш түкмәһен, тигәйне.
– Эйе, мин ике әсәй менән бәхетлемен, береһе мине тыуҙырған, хатта... , – тик шул ерҙә ниҙер уйлап туҡтап ҡалды.
– Ниңә ике әсәй?
– Береһе мине тыуҙырған да үлгән, һуғыш ваҡыты бит, аңлайһың, икенсеһе шунда уҡ алып ҡуйынына ҡыҫҡан, ҡосаҡлаған, үҫтергән.
– Улар апалы һеңлеле булғандармы?
– Эйе. Минең Вәлимә әсәй бик моңло кеше ине. Ул йырлағанда тауышы үҙенә тартып тора торғайны. Тик бына йырҙарының һүҙҙәрен яҙып алһам да, көйҙәрен онотоп бөтөп барам, күршеһен сығарырға теләмәгәндәй һүҙгә әүрәтте.
– Улай тимә әле, Зәбирә апай, һин бик матур йырлайһың, ана Фәриҙә апай һине тыңлағас, тауышың хаҡында нимә тине.
– Эээй, улай ғына кеше күңеле булһын тип, мин дә әйтер инем ул, Шәрифьямал.
– Туҡта, туҡта. Ул нисә кешене саҡырып, йырлатып тауышын тыңланы. Һинең менән Сәмәрәнең тауышын уникаль тауыш тимәне. Үҙе саҡырҙы, тура филармонияға килеп, мин саҡыртты, тип әйтергә ҡушты бит. Бер ҙә миңә әйтмәне. Мин дә йырлап күрһәттем бит. Балам бар тигән булып баш тарттың бит, ә Сәмәрә барҙы. Ана йөрөй әртис булып.
Унда мин икенсегә ауырлы инем. Унда мине кем ебәрә? Ҡәйнәмме? Иремме? Ҡәйнәм былай ҙа “уйнаш балаһы” тип, юҡ ерҙән йөй табып ашап апара... Барайым тей, шунан минең артымдан ирем барамы? Юҡ! Мин үҙем етем булғас, балалар ҙа атайһыҙ үҫмәһен тип, ант иткәнмен. Берәү булһа ла, бишәү булһа ла... Туҡмалһам да, балаларымды атайлы итеп йәшәтергә тырышырмын, тигәнһүҙем бар.
– Шунан?
– Бына күрһең бит атайлы булып үҫтеләр.Атайҙарының төрлө сағы булды. Иғтибар итмәгән сағы ла булды.Тик барыбер зарланырлыҡ атай булманы, кәңәштәренән мәхрүм итмәне. Арала ныҡ йылы тойғо булмағанда ла, татыу булдыҡ.
– Зәбирә апай, атай бергә торһа ғына атай була бит ул.
– Шәрифьямал, һин атайлы үҫкәнһең, мин атайһыҙ. Атай туғандарын күргем дә килмәй. Һин бер нәмә лә белмәйһең, – тине лә тауышы ҡапыл ҡалтыранып китте.
– Ай әттәгенәһе, әллә нимә һөйләп ташланым. Әллә, Зәбирә апай, иларға итәһең инде. Уй ошо телемде. Шеш булмаған ерҙә эрен таба торған телгә әйләнә лә китә. Зәбирә апай, илама инде, – тип, Зәбирә әбейҙе йыуатырға тотондо.
– Юҡ, юҡ. Һинең хәбәрең өсөн түгел, былай ғына... Бала сағым иҫемә төшөп китте. Шундағы баланы ҡыҙғанып илайым. Шул бала шул тиклем аяныс ине, шуны йәлләйем
– Зәбирә апай,ҡалай ҙа матур итеп үҙегеҙ тураһында икенсе кеше булып әйттегеҙ. Мин дә йәлләп ҡуйҙым ул баланы. Ярай инде, артыҡ борсолоп сирләп ҡуймағыҙ. Ярай, мин ҡайтайым инде, өйҙәгеләр мине юғалттылар инде, – тип, ишек яғына ыңғайланы ла, тағы кире барып урындыҡҡа ултырҙы.
Улар тағы байтаҡ һөйләшеп ултырҙылар, тик Шәрифъямал Зәбирә әбейҙең әсәләре тураһына һөйләгеһе килмәгәнен аңлап һүҙҙе икенсе яҡҡа борҙо. Тамам ҡараңғы төшкәс кенән Зәбирә әбейҙең фонарен алып, ҡайтырға була, хушлашып сығып китте..