

... Уйлап ҡына уйылам уйҙарға...
1942 йыл, ғинуар.
..Тышта шундай ҡаты буран сыҡҡан, тәҙрә аша уның тауышы, бер илаған, берсә ниндәйҙер йыртҡыс үкергән тауыш сығарып, йә алыҫтан шомло ухылдаған ауаз ишеттереп, үҙ ғәмәлен эшләй. Зарифа бәләкәй генә өйөнөң һәр тәҙрәһенең күптән инде һабын хәстәре күрмәгән, буҙарып бөткән ҡорғанын аса ла тышҡа ҡарай.
–Тағы һуңланы, һыйырҙарҙы һауып бөтөп бушҡа ғына ашығып ҡайттым. Үҙем менән генә алып ҡайтһамсы балаҡайымды, – тип, өҙгөләнеп, үҙ алды һөйләнеп алды.
Усағының һүнеп бөтмәгән күмерен терелтергә тип, ҡайҙалыр һауыт- һаба кәштәһенең артына ҡуйған ҡағыҙының бер әҙ генә мөйөшөн йыртты ла күмер янына һалып өрөргә кереште. Күмерҙәре терелеү менән, баҙлап ятҡан улар өҫтөнә ҡарайып янған тимер сәйнүген ултырытып, ҡәнәғәтлек алғандай бер аҙ тынысланып, һыйыр һауғанда ҡулланған ултырғысына ултырып, сәйнүгенең яйлап ҡына шыжлап көйләгән тауышын тыңланы. Үҙе йыш- йыш ишеккә ҡараны. Әйтерһең, ҡыҙы ҡайтыр ҙа инмәй китер кеүек, йөҙөнө борсолоу сыҡҡайны. Шәменең торбаһы ла тамам ҡарайҙы. Күмер ҙә хәленән килгәнсе сәйнүген йылытты ла, көсөм бөттө тигән шикелле, яҡтыһы бөтөп көлгә әйләнеп, йәйрәп ятты.
Зарифа аптырағандан ни эшләргә белмәй уйланып ултыра бирҙе лә, ҡапыл ырғып тороп, кәштәлә ятҡан хатын, инде нисәнсе ҡат уҡылғандыр инде, һарғайып бөткән ҡағыҙ киҫәген ҡулына алды:
“ Ҡәҙерлем, Зарифа! Иҫән генә тораһығыҙҙыр... Һеҙгә лә унда ҡыйындыр инде. Мин дә еңел тип һине шатландыра алмайым, тик зарланырға урын юҡ. Үҙем теләп ауылдан тәүге кеше булып, коммунист булараҡ, башҡаларҙы әйҙәргә тип ынтылдым. Үкенмәйем. Минән һуң ана йөҙләгән кеше китте бит ауылдан. Беҙҙең урамдан ғына егерме кеше. Ил төкөрһә, көл була бит. Район хужалары миңә китер сәғәттә лә, бронь бирәбеҙ тиһә лә, баш тарттым. Әсәйемдең бер һөйләгәне гел ҡолағымда яңғырап торған кеүек. “Кем дошмандыр инде, аңламаған саҡ күп булды. Тик бөтә ауылды талаған түгел, ә ҡатын- ҡыҙҙарҙы мәсхәрәләүгә барып еткәндәр дошман булды. Улар ауыл талап, ошо хәшәрәтлектәрен ҡылып, аҙналап тороп ауылды тулы шомға һалған саҡтары булды. Мин шуға уларҙы аҡтар тип әйтәм. Улар араһында гел байҙар ине. Ана беҙҙең ауылдан да бай балалары шуларға ҡушылды, ҡушылмағандарын көслөк менән алып киттеләр, ләғнәт төшкөрө” – тип һөйләнә ине. Шуға күрә, шул көн килмәһен өсөн ынтылдым. Насип итһә, еңеп ҡайтырбыҙ, мин шуға ышанам. Шунда байрам булыр. Ҡыҙым Зәлифәне һаҡла. Мин бында командир ишараты булып, һуғыш серҙәрен өйрәтә – өйрәтә һуғышабыҙ. Һуғыш бәлки оҙаҡ барыр. Шуның өсөн йәйгә сыҡҡас, бик күп төрлө ашарға яраҡлы үләндәрҙе йыйып һаҡлап ҡалдырығыҙ. Йән- яҡ урман бит. Сәсеүлек ерҙәре алыҫта. Бөтә ирҙәр эше һеҙгә ҡалды инде. Һыйыр һауырға сығығыҙ. Зәлифәне лә үҙең менән алып йөрөп өйрәт, тамағығыҙ туҡ булыр, бер ҡалаҡ булһа ла һөт эсеп,туҡланырһығыҙ. Мин урлағыҙ тимәйем. Башығыҙ төрмәгә китер. Уны может ФЗО-ға, может тракторға уҡырға ебәрергә теләрҙәр. Алып ҡалырға тырыш. Трудармияға ла ебәреүҙәре лә, ихтимал. Уға ла хәҙер ун дүрт тула бит. Минән хаттар һирәк килә, тип аптырама, һөйөклөм. Беҙҙең ял итергә түгел, ҡайһы бер көндә ашауға ла ваҡыт наҡыҫ ҡала. Йылғалы урынға етһәк, һалдаттар бер булып һыу инеп таҙарынып, кейемдәрен ут яғып йыуып, ут йылыһына киптереп алалар. Ауыр булһа ла, Тыуған ил азатлығы, һинең менән ҡыҙым өсөн барыһын да күтәрергә әҙермен. Һинең Талип атлы яратҡан ирең. 1941 йыл. 2 декабрь.”
Хатты уҡып бөтөп, шәм торбаһын тағы ла яйлап һыуытып, ипләп кенә ҡоромонан таҙалап, урынына ҡуйҙы. Етеле шәм, шатланған кеүек, оҙон- оҙон ялҡын телен өҫкә һуҙып яна бушланы. Зарифа тағы ҡорғанын асып тышҡа ҡараны.
Яйлап, иренгән ҡатын эшләгеһе килмәгән кеүек кенә булып, таң беленә башланы. Зарифаның йөрәген хәҙер тулыһынса шом биләне. Йөрәге ярһып, ситлегенән ысҡынырға теләгән ҡошсоҡтай булып типте. Зарифа инде үҙен - үҙе тыя алмай сеңләп илап ебәрҙе. Тышта таңға ҡаршы буран баҫыла төштө. Тик көндөң бик шомло булырына оҡшаған тынлыҡты вәғәҙә иткән таң ерҙе яйлап яҡтылығына сорнаны. Шул ваҡыт ишек яйлап ҡына асылды ла, өйгә ашығып, ҡайғылы хәбәрҙе үҙем еткерәм тигән шикелле, селләләге буран һыуығы илап торған ҡатындың һынын аҡ томан булып урап алды. Артынан йыртылған күлдәк итәктәрен йомарлап ҡулына тотҡан, һарыҡ йөнөнән бәйләнгән шәле иңенә һарылып төшкән, пәлтә ишаратының ең төптәре йөйөнән йыртылып сыҡҡан хәлдә Зәлифә атлап түгел һөйрәлеп килеп инде лә, иҙәнгә йығылып, илай башланы.
Был ваҡытта Зарифа барыһын да аңлағайны инде. Күңеленән генә “ Ах, Талип, Һаҡлай алманым,”– тип иңрәне. Иҙәндә илап ятҡан ҡыҙының янына сүгәләп, башын алдына һалды.
– Ила, балам, ила, тик тымма. Йөрәгең ауыртыр. Күҙ йәше менән сығар бөтөн ғазабыңды. Ул үҙ язаһын алыр, барыбер Хоҙайым барын да һиҙеп тора, бирер, балам, язаһын, бирер,– тип, ҡушылып иланы.
Был юлы ул сеңләмәне, ә үкереп, ер тырнағандай, иҙән буйлап ҡулдарын йөрөтөп, бер ҡулы менән балаһының башын ҡыҫып иланы. Байтаҡ илап баҫылғас, яйлап ҡына иҙәндән тороп, ҡыҙын ҡалҡытып алып, сисендереп, ҡанлы кейемдәрен систереп, үҙен йыуындырып. таҙа кейемдәр кейҙереүгә, көн тамам яҡтырып, яҡтылығы менән ҡорғандар аша үтеп инеп, өйҙәге хәлдең шаһиты булырға теләгәндәй булып биләп алды. Зарифа тәҙрә ҡорғандарын тартты. Шул ваҡыт көслө генә ишек шаҡынылар, артынса яуап биргәнде лә көтмәй өйгә ферма мөдире “Раҡай биреһе” ҡушаматлы Ташбулат килеп инде.
–Нимә көпә- көндөҙ өй бикләп ултырағыҙ. Зарифа, ниңә эшкә барманың? Һыйырҙарың тора ана баҡырып. Ә һин ниңә әпсәң иркәһе булып һуҙылып ятаһың?– тип аҡырына башланы, ҡулында етенән үрелгән сыбыртҡыны урап тотҡан да сыбыртҡы һабын һелккеләй башланы.
Шул ваҡыт, балаһын яҡлаған яралы бүре кеүек, Зарифа Ташбулаттың сыбыртҡыһынан матҡып тотоп алды ла:
– Етәр, “Раҡай биреһе”, мин һине бай ҡалдығы тип тормам, эт. Тейешле ергә етермен, ләкин исемеңде дошман, тип фаш итермен, онотма! Нисә ата- әсә һиңә ҡыҙын бирмәне. Хәҙер шуның үсен ала башланыңмы? Ярты йыл эсендә фермала нисәнсе ҡыҙҙың башына еттең. Иҫеңдә тот, беҙҙең ирҙәр ҡан ҡоя, аҡса биреп персиҙәтелдән бронь алманы. Минеке тәүге булып китте. Нимә, Гитлер, мәлғүн. еңһә, мин кире Раҡай алтыны менән михнәт күрмәй йәшәрмен тиһеңме. Булмаҫ. Беҙҙең ирҙәрҙең ҡаны алҡымыңдан алыр, онотма, – тиеү менән, Ташбулат сыбыртҡыһын йән- көс менән тартып алып, артҡа сигенде, – һин шулай итеп, яралаған януарың ояһына килеп, йә бөтөрөргә, йә үҙеңде ғәйепһеҙ итеп күрһәтмәксеһеңме?
– Мин нимә эштәргә үҙем беләм, һин влас кешеһенә ҡаршы кимәксеһеңме, ни выйдет. Мине хужалар үҙҙәре шул власты яҡлаһын тип утыртҡан. Һин власҡа дошмансылыҡ ҡылаһың.
– Яп ауыҙыңды. Нимәгә үстәшкәнеңде лә беләм. Тик бына балаларға үрелеп, үҙ башыңа шашынаң
Ташбулат сыбыртҡыһын күтәреп Зарифаға ҡаршы килә башлағайны, ул түрбашта ятҡан, инде күптән инде үткерләү күрмәгән бысаҡты ҡулына алды ла, бүрегә ҡаршы ынтылған януар көсө менән уға ҡаршы бара башланы.
– Үтерәәм мин һине, үтерәм. Һин минең баламды үтерҙең. Үтерәәәм, – тип, Ташбулатҡа ҡаршы ынтылды.
Бындай ҡаршылыҡҡа әҙер булмаған Ташбулат арты менән сигенеп ишеккә барып, ҡапыл асып сығырға ынтылды. Шул ыңғай Зарифа бысаҡты уның артынан ташланы. Бысаҡ ишеккә етеп ҡаҡлығып, кире артына сигенгәндәй иҙәнгә осоп төштө, әйтерһең, минең көсөм етмәй тигән шикелле, бер ике үкенесле тауыш та сығарҙы.
Зарифа үҙенең яҡлаусыһыҙ һәм көсһөҙ булыуынан ғәрләнеп, ҡыҙы янына барып, уны ҡосаҡлап илай башланы. Шулай күпме ултырғандарҙыр, көн кисләй башлағанда ғына тағы көслө итеп ишек шаҡынылар, артынса уҡ ике ят кеше артынан Ташбулат килеп инде.
– Бына инде сабатажниктар. Эшкә сыҡмайҙар,– тип, тегеләрҙең алдына сығып ярамһаҡланды.
Олорағы. Уға боролоп та ҡарамай:
– Күрәбеҙ, нимәгә прагул яһап ятаһығыҙ. Һеҙ һыйыр һауағыҙмы? Бына бөгөнгө көн юғалған һөттө елкәгеҙгә һалғанды көтәһегеҙме?– тине, бик асыулы тауыш менән.
Шул ваҡыт Зарифа, үҙендә ниндәй көс тапҡандыр, урынынан йән асыуы менән ырғып торҙо ла, мейес артынан ҡанға буялып йыртылып бөткән ҡыҙының кейемдәрен теге кешеләрҙең алдына берәм- берәм ташланы.
– Эшкә сыҡманыҡмы, ә бына быны нимә тип уйҙайығыҙ. Ташбулат бын ҡыҙымды көсләгән, таң алдынан ғына ҡайтып ҡоланы. Бына ҡарағыҙ, бөтөн кейеме йыртылған. Ана, үҙе ята. Ишеү эшкә барырғамы, ул торһон мыҫҡыл итеп көлөп. Беҙ уның ҡолдарымы, ялсыһымы. Нисәмә ҡыҙҙың башына етте? Һеҙ нимә беләгеҙ. Шылтыратты, килтертте, алдығыҙ, бығау һалдығыҙ алып киттегеҙме?.Эшем эйәләре..
– Һин ҡатын башың менән хөкөмәт кешеләре менән ипләп һөйләш, – тине йәшерәге.
Алдарына ташланған кейемдәр шул көйө ятып ҡалды, улар уның өҫтөнөн йөрөп икеһен дә ҡулға алдылар. Зәлифә яҙ кейә торған йоҡа көртөйө менән башына яулыҡ өҫтөнөн, иҙәндә ятҡан бер аҙ йыртылған шәлде урап, килгән кешеләрҙең алдынан сығып, икеһе лә машинаға ултырҙылар. Зарифа машинаға ултырыр алдынан ҡарап торған күршенең Зәлифә кеүек ҡыҙына:
–Әсәйең өйҙө йыйыштырып, асҡысты алһын. Нимәләрҙе таштамаһын, мейес артына һалһын, – тип, әйтеп өлгөрҙө.
Ташбулат ҡәнәғәт ҡиәфәттә урам осондағы фермаға ҡарай йүнәлде. Уның бик тә райондан килгән кешеләр менән һөйләшергә теләге бар ине, тик уға иғтибар итеүсе кеше булманы. Ауылда уларҙың ҡулға алыныуын да, машинаға тейәп алып китеүҙәрен дә, ошо үҫмерҙән башҡа берәү күрмәне. Ташбулаттың ауыҙы ете йоҙаҡта булғандыр, ә бына был баланың әсәһе балаһын да тыйып ҡуйҙы, үҙе лә бер ауыҙ һүҙ ҡатып һөйләмәне. Шулай был өйҙән, Зарифа менән Зәлифәнең ҡайҙа булыуы ауылға билдәле булманы. Кемдәрҙер “Туғандарына киткән, “– тип, кемеһелер “Улар һоранып сығып киткәндәрҙер” тип бер аҙ ҡаға- һуға һөйләнеләр ҙә, көн дә ауылға килгән ҡайғылы хаттар менән оноттолар. Өйө генә етемһерәп тора бирҙе. Уның эргәһенән үткәндә генә хәтерҙәренә төшөргәндәрҙер. Уларҙы иҫләүсе булманы, һуғыш аҙағына инде бөтөнләй хатта оноттолар ҙа шикелле.
Тереләй күмелгән бала
Ошо китеүҙән Зәлифәне ярты йылдан ғына, ҡәҙимге булып балаға етешкән ҡорһағы менән ҡайтарҙылар, Тик Зәлифә ауыл күҙенә күренмәҫ өсөн, алыҫтараҡ ятҡан ауылға юлланды. Был ауылда атаһының яҡшы ғына таныштары бар ине. Уларҙың ике ҡыҙы, – береһе Зәлифәнән бер аҙға ғына кесе, икенсеһе биш- алты йәшкә кесе булыр. Әсәһе Зарифа тағы ла бер йылдан ашыу йөрөгәс, тулыһынса ҡаҡ һөлдәгә әйләнеп ҡайтып йығылды. Әсә менән ҡыҙ бер- береһенән бер йылдан ашыу айырым булдылар. Зарифа ҡыҙының бала табыуын, уны йылға ярына тере килеш күмеүен белмәне. Тик ҡыҙының ҡәбере менән генә күреште. Шунда ғына ҡыҙы менән һөйләште. Әсәһенең фронт өсөн ҡорал әҙерләгән ерҙә кейем йыуыусы булып йөрөгәнен ҡыҙы Зәлифә лә белмәй яҡты донъя менән хушлашты. Уның һуңғы һүҙҙәре сит милләт балаһына ғына мәғлүм булды. Рәнйеү тулы күҙҙәре күккә бағып, йомолмайынса һуңғы һулышын алды. Был уларҙың яҙмышының иң аяныслыһы булғандыр.
Бер көн эшкә сыҡмаған өсөн күпме ыҙа һәм ҡорбан, тип уйлар, йылдар үткәс, тереләй күмелеп, Валентина тарафынан ҡотҡарылған ҡыҙы Зәбирә лә. Тик ул ваҡыттағы ваҡиғаларҙы хәтерләргә тырышыуы берәүгә лә мәғлүм түгел ине..
Бына әле Зәбирә әбей һандығын асып ҡулындағы ҡағыҙҙар һалынған моҡсайҙы, уға кейәүгә сығыр алдынан ғына килеп юлыҡҡан монаятты ҡулына тотоп ултыра. Унда ла әсәһе унан бик ҡаты ант алды. Асмаҫҡа, уҡымаҫҡа.
– Мин уны шундай ант биреп алдым. Зәлифә апай алдында миң йөҙөм яҡты. Һин дә шулай эшлә. Был уҡып, һорау– яуаптар алып биреү өсөн түгел. Хәҙергә һалып ҡуй, аҙаҡ, үҙең генә ҡалғанда, йылдар үткәс, үҙең кейәүгә сыҡҡас уҡырһың, – тине уға Валентина ––Вәлимә әсәһе...
...Зәбирә эсендәге һарғайып бөткән, урыны менән хәрефтәре юйыла башлаған яҙыуҙарҙы кейәүгә сыҡҡан йылы бик матурлап өҫтөнән йөрөтөп яҙған ине. Шуғамы икән яҙыуҙар ныҡ уңмаған. Ҡулына алған ҡағыҙҙарҙы тағы бер тапҡыр ҡарап сыҡты ла инде утыҙ йыллап тотмаған ике әсәһенең бер блокнот эсенә яҙған көндәлектәрен иртәгә уҡырмын тип, өҫтәлдә ятҡан гәзиткә урап һалып ҡуйҙы. Зәбирә әбей берсә алыҫ үткәндәге Вәлимә әсәһен, уның игелектәрен уйланы, берсә яҡты донъяға ҡайғы-хәсрәт өсөн тыуып, ун биш йыл ғына йәшәп, фани донъя менән хушлашҡан үҙ әсәһен уйлап, аңҡы- тиңке булып йоҡоға талды.
... Зәлифә ҡорһағындағы алты айлыҡ балаһын ауылдаштарына күрһәтмәҫ өсөн, ауылдан байтаҡ ситтә урынлашҡан ҡалмаҡтар менән башҡорттар йәшәгән ауылға барып, атаһының знакумдарында йәшәне. Унда ла ире – һуғышта, хужабикә ауырып ята, ике баланың береһе – колхоз эшендә, икенсеһе беренсене генә тамамлаған. Хужа ҡатындың оло ҡыҙына ун дүрт йәш, Зәлифәнән алты айға яҡын бәләкәй ине. Үҙе шаҙыра ғына, бәләкәй сағында сәсәк ауырыуынан шулай ҡалған булған. Балалары ла үҙе лә бик матур итеп башҡортса һөйләшәләр, мәктәптә лә башҡортса уҡыйҙар, етмәһә, мәрйәгә бик оҡшамағандар, ҡап- ҡара сәслеләр, йөҙҙәре лә мәрйәләрҙеке кеүек һары түгел. Оло ҡыҙы Валентина, Зәлифә бөтә хәлде һөйләп аңлатҡас, уның хәленә инеп, әсәһен дә күндерҙе.Тик Зәлифәне урам араһына сығырға ҡушманылар. Ул ауылда халыҡ элек- электән бер- береһенә инеп, аралашып йәшәмәйҙәр. Һуғыштың тамам ҡыҙған осоро булғанғамы, Зәлифәгә иғтибар итеүсе кеше лә булманы.
Марина ятҡан еренән Зәлифәгә:
– Һин минән ҡурҡма, йоғошло ауырыу менән ауырымайым. Кеше ышанмай, шуға беҙгә инеүсе юҡ. Ни эшләйһең, ауыр ваҡыт бит. Һин балаңды икеләнмәй тап. Бала ғәйебе юҡ. Һәр баланың яҙмышы тегендә яҙыла бит, шуға һеҙҙеке лә, беҙҙеке лә уға уҙ ризығын инселәй, – тип, бармағын өҫкә төртөп күрһәтеп, уны йыуата.
Тик Зәлифә нисек булһа ла, был баланы йә үлтерәм, йә ҡырға ташлап китәм тигән уй менән йәшәне. Шулай ҙа уға туғыҙ айҙы тултырып йөрөргә яҙманы, Туғыҙынсы айға ҡарағанда, сентябрь аҙағының йылы ғына бер көнөндә, эсе бик ауыртһа ла кер йыуҙы, сирыла- сирыла керен күтәреп, саҡ тын алып һыу буйына төштө. Бәхеткә ҡаршы, йылға картуф баҡсаһы осонда ғына. Шуны ғына көткәндәй, уның тулғағы башланды, ләкин сабый хәлендәге Зәлифә бала тапҡандағы ауырыуҙың ни икәнен дә белмәй ине шул. Бер ярһып аҡырҙы, бер иланы, тағы кеше ишетмәһен тип, эсенең аҫ яғы ауыртыуға сыҙай алмай, эсен ҡосаҡлап, йомарланып ятты. Аҙаҡ ныҡлап көсәнә башланы. Йылға буйында донъяға килтергән әсәһен тертләтеп, сабый көслө лә нәҙек тауышы менән илап ебәрҙе. Зәлифә йырсы булыр ине, әгәр ҡалдырһам, тип уйланы ла иҫтән яҙҙы. Күпмелер ятҡас,ер һыуығына иҫенә килеп, сабыйҙы үҙенән айырҙы, Маринаның күлдәгенә урап, балаһы алдында ғәфү үтенде.
– Балаҡайым, яҡты донъя менән исемһеҙ хушлашма, минең исемем һиңә булһын. Юҡ-юҡ...Тегендә минең гонаһым һиңә яғылыр. Һин Зәбирә бул! Зәбирә бул! Мин һине яратҡан кешемдең балаһы булһаң, бик алып ҡалыр инем. Мин һине тәүге тулап хәбәр биргән көнөңдә үк үлемгә дусар итәм, тип ант иттем. Хәшәрәт кешенең балаһы ла йәшәргә тейеш түгел. Ғәфү ит, балам, илама, кеше ишетер. Кешеләр һине белмәһен дә, күрмәһен дә. Был донъяла һине ауыр яҙмыш юлын күтәрһен өсөн дә ҡалдыра алмайым. Илап тыуып, илап йәшәргә яҙмаһын. Минең һиңә ҡылған гонаһым өсөн Хоҙай барыбер берәй ғәмәлен эшләр. Бының тиклем гонаһҡа минең дә йәшәргә хаҡым юҡ, балаҡайыым, – тип, илап ебәрҙе.
Был уның йылға буйында беренсе һәм һуңғы тапҡыр бала табыуы, енәйәт ҡылыуы һәм фани донъя менән хушлашыу сәғәттәре булыуы бер Хоҙайға ғына мәғлүм ине.
Бик оҙаҡ ҡайтмай торғас, Марина ҡыҙы Валентинаны артынан ебәрҙе. Ул барыуға, Зәлифә хәл өҫтөндә ярҙа ята ине, тик эргәһендә бала юҡ, үҙе ҡанһыраған, ҡулдары тупраҡҡа бысранып бөткән.
– Валентина, минең балам анауында ята, ҡыҙ бала, үлде ул. Шунда ерләнем. Мин дә үләм. Әсәйемде генә күрә алманым, –тине лә күҙен йомдо.
Валентина ул күрһәткән ерҙе барып ҡараны, унда бер аҙ тупраҡ һелкенгәндәй тойолдо. Ҡыҙ күп уйлап торманы, ҡулдары менән тырнап тупраҡ өйөмөн ҡалҡытып ебәргәйне, Маринаның күлдәгенә уралған бала илай ине. Ҡыҙ баланы ҡосаҡлап Зәлифә эргәһенә килде.
– Юҡ- юҡ. Валентина! Ул хәшәрәт кешенең балаһы. Ыһ, ыһ. Ул үлергә тейеш, Валентина, теймә һин уға, ятһын, кире ерлә, – тине лә бик оҙаҡ күҙен йомоп ятты.
Валентина бер ни аңламаны. Зәлифә тереме, әллә үлгәнме. Эргәһендә илауҙан тымған баланы күтәреп, Зәлифәгә текләп ҡатып ҡалды. Валентинаны ошо күренеш йылдар дауамында ғүмеренең аҙағынаса оҙатасағын аңламай ине әле. Ҡапыл ғына Зәлифә иҫенә килдеме, өҙөп өҙөп, ауыр тын алып һөйләй башланы.
– Валя, һин ниндәй ҡыйыуһың. Баланы ҡулыңа алдың, үлеренә юл ҡуйманың Минең гонаһымдың бер өлөшөнән ярлыҡаның. Мин барыбер тегендә яуап бирермен инде. Ә һин ҡурҡма, беҙҙең ауылға бар. Унда кешеләр һәйбәт ул. Бөтәһе лә Ташбулаттар һымаҡ түгел Өйҙөң асҡысын тупһа аҫтына һалдым. Сепрәк менән урап, өҫтөнә тупраҡ ҡойҙом, – нимә һөйләгәнен онотҡан кеше төҫлө, ыһылдығы сығып тын алып бер аҙ ятты ла, – Баланы ниңә алдың? Ул үлһен ине. Һөйләнем бит, иң насар кешенең балаһы тип. Уның заты йәшәргә тейеш түгел, ә хәҙер алғас, нисек тә үҙеңә яҙҙыртырға тырыш.Тик атаһы урынына ла үҙ атайыңдың исемен яҙҙыр инде. Ерҙә ул әҙәмдең зат тамыры юғалһын, – тине лә күҙҙәрен йомдо.
– Мин һине хәҙер килеп алам, бына баланы ғына өйгә илтәм дә, – тип, сайҡалған керҙәрҙе алды ла ауылға йүгерҙе.
Әсәһенә инеп хәлде һөйләне лә кире йылға буйына ашыҡты. Ул барғанда, Зәлифә, йәшәп тә өлгөрмәгән бала, зәңгәр күк, ҡайнар ҡояш, ер йылыһы менән күҙҙәрен дә йоммаған килеш хушлашҡайны инде.
Ҡайтып әсәһе менән кәңәш итте:
– Балам, былай эшлә, ауыл советына бар ҙа, председателенә генә әйт. Шулай тиген, йылға буйында, беҙҙең картуфлыҡ осонда бер ҡыҙ үлеп ята, тиген, аръяғын ул үҙе бер нимә эштәтер, – тине.
Валентина бар көсөнә ауыл советына йүгерҙе. Шулай итеп, уның ҡайҙан килеүен, ниңә үлеп ятыуын һәм тыуған бала тураһында бер ниндәй һүҙ сыҡманы. Был ҡыҙ бала ҡайҙан килгән, кем күргән башлап, шул турала килеп һораштылар ҙа, тамамлап та ҡуйҙылар. Валентина, әсәһенең кәңәше менән өйҙән дә сыҡманы. Килеп һораусыларға ишек алдына сығып ҡына яуап бирҙе. Кем белә, бәлки, эште оҙағыраҡ тикшерергә булдылармы, шул ваҡыт күрше Ефросенья әбей килеп инде лә:
– Нимә баланы ыҙалатаһығыҙ, былай ҙа быуыны ҡатмай ҙа һыйыр һауып, ана ҡарағыҙ, ҡаҡ һөйәккә ҡалған, әсәһе ята. Ладно скажите спасибо, что барып һеҙгә әйткән, атыу ана ас эттәр талап бөтөр ине. Была, исмаһам, ергә тапшырыла, – тигәс, ҡабат килеп йөҙәтмәнеләр.