+21 °С
Болотло


Ауыр саҡта наҙлы нурым минең,
Ҡайғырғанда тәүге яҙғы тамсым.
Ҡыуанғанда тәмле еҫле сәскәм,
Балҡығанда яҡты ҡояшым!
Абынғанда таяныр ҡулдар ҙа һин,
Өшөгәндә йылы усағым.
Йырлағанда моңом минең,
Иркәләткән ҡарлы бөртөгөм.
Һағышымда тыныс тауыш та һин,
Илағанда еләҫ сәңгелдәк.
Дәртләнгәндә янған күҙҙәр ҙә һин!
Йоҡлағанда тәмле төштәрем.
Хаталанған саҡта ҡамсым минең,
Аҙашҡанда иман юлдарым.
Донъялағы тиңгә етмәҫ алтын да һин,
Ожмах баҡсам — ерҙә әсәйем!
Айгөл Хафизова