

Үлгәндәрҙе хөкөм итмәйҙәр
Теге ваҡытта Вәлимә әсәһе килеп ҡайтҡандан һуң улар байтаҡ осрашмай йөрөнөләр. Бер көнө ул үҙемә практика булыр тип, 21- се больницаға барып эш белешеп һуңлатып ҡына ятаҡҡа ҡайтып инде. Иптәш ҡыҙҙары уға Ишбулаттың уны көтөүен хәбәр иттеләр. Ул Карл Маркс урамындағы универмаг янында көтәсәген еткерҙеләр. Зәбирә ашыҡ- бошоҡ ҡына сәй эсте лә, иптәш ҡыҙҙары әйткән урынға китте. Унда ысынлап та Ишбулат көтөп тора ине. Шул минутта Зәбирәгә, улар бер- береһенә яҡынайған һайын, икеһен дә күренмәҫ көс бер- береһенән этәргән төҫлө тойҙо. Өс- дүрт аҙымлыҡ араны ла бик ауырлыҡ менән уҙғанын һиҙҙе. Нисектер Ишбулат та элекке кеүек уның янына көлөп- йылмайып ашыҡмай кеүек. Улар икеһе лә яҙмыш хөкөмөнә дусар булып, шул язаны ҡабул итергә барған язаланыусы хәлендә ине, шикелле. Күпме йылдар үтһә лә, Зәбирә ошо күренеште онота алманы. Иҫенә төшкән һайын, үҙен йәлләд балтаһы аҫтына барған хөкөм ителеүсе хәлендә тойҙо.
Барып етеү менән, башлап Зәбирә һүҙ ҡушты.
– Бына, ҡасҡалаҡ, осраштыҡ бит. Нимәләр уйлап йөрөүөң? Ниңә хәбәр итмәйһең? Килмәйһең?– тағы ниндәйҙер бәйләнешһеҙ һорауҙар бирҙе, тик береһен дә аҙаҡ үҙе хәтерләй алманы.
Ишбулат Зәбирәнең ҡулдарынан етәкләп алды ла:
– Әйҙә Ағиҙел ярына төшәйек. Мин һине шул тиклем һағындым, тик осрашырға килә алмай оҙаҡланым. Ауыл яғына ҡайттым. Бер ай практика үтергә тура килде, – тине.
Тик уның һөйләгәндәренең бары һүҙһеҙ тормауҙан ғына килеп сыҡҡан хәбәре икәнен икеһе лә аңлай ине. Ағиҙел ярында оҙаҡ ҡына етәкләшкән көйө тын ҡалдылар.
Тынлыҡ шаршауын башлап Ишбулат асты. Башта һөйгәненән ҡулдарын ысҡындырҙы, оҙаҡ ҡына ярҙан түбән ҡарап, ниҙер күҙәткән кеше кеүек торҙо, аҙаҡ ауыр итеп көрһөндө лә:
–– Зәбирә, нисек кенә ауыр булмаһын, был беҙҙең һуңғы осрашыуыбыҙ булыр. Мин ташлашайыҡ тип әйтә алмайым. Быға минең көсөм етмәй. Был һүҙҙе әйтеү минең өсөн- үлемгә тиң, ләкин һуңғы тапҡыр осрашыу, бәлки хушлашыу тиһәм дөрөҫөрәк булыр. Элеккесә йөрөһәк, бер- беребеҙҙе һөйөүҙән тилерһәк, өйләнешеп ҡуйып, аҙаҡ белһәк, беҙгә тағы ла ауырыраҡҡа тура килер ине. Мин һине яратыуҙан туҡтаманым, быны Вәлимә апай нисек кенә ҡаршы торһа ла, әсәйем нисек кенә кире ҡаҡһа ла, булдыра алмайым. Икебеҙҙе мин бер бөтөн итеп хис итәм, был айырылышыу икебеҙ өсөн дә ауыр булыр, тик ул һиңә ҡайһылай булһа ла икеләтә ауыр буласаҡ. Беҙҙең арала атайым тыуҙырған упҡын ята. Бер ата балалары, тик беҙ упҡындың ике яғында тыуғанбыҙ. Уны үтеү мөмкин түгел. Һин уны аңлап тораһың. Әсәйҙең ир ҡатыны булып күңеле теләмәһә лә, йола, ир ҡатыны булып йәшәүҙән мин тыуһам, аҙғынлыҡ менән йыртҡыслыҡ ҡомарынан һин тыуғанһың. Мин яҙмышыма күнергә бурыслымын, бизмәндең ул башында әсәйем тора. Мин унан баш тарта алмайым, тимәк, атайҙан да. Бында ҡан ҡомары ҡоршауы– мин. Икенсе башында һинең әсәйең тора, һин унан да баш тарта алмайһың, сөнки унда әсәйең – әреуахтың көслөк менән кәмһетелгән үс ҡомары менән мыҫҡылланған йәне тора. Уның ваҡытынан алда киҫелгән ғүмере һәм рәнйеүе тора. Иң юғары яза – Алла язаһы, тиҙәр. Дөрөҫтөрмө, юҡмы, ләкин мин уға ышанам. Атайым ул язаны алды, тик әле ул яза башлап ырыуға – миңә, балаһына төшөүен дауам итә. Аңлағанһыңдыр. Мин һөйләйем, тик минең йәнем быға ҡаршы, йөрәгем аҡылға бойһонмай. Ул типкән һайын мейемә “Ашыҡма, ашыҡма, ашыҡма!”– тип тибә.
Зәбирә нимә әйтергә белмәгән төҫлө, уйынлы- ысынлы:
– Ә аҡылың ни ти?– тине.
– Ашыҡ, һуңлауың бар, төҙәтерлек һуңғы аҙым алдында тораһың. Бөгөн эшләмәһәң, төҙәтә алмаҫлыҡ хәл ҡылыуығыҙ бар, –– ти.
Ҡапыл ғына Зәбирә тертләгән кеүек һағайып ҡалды. Уның һөйгәне ниндәйҙер Зәбирә аңламаған көстө яҙыусылар теле менән һөйләгәндәй тойолдо. Быға уның иманы камил. Ул Ишбулат күрһәткән урамға атлағанда уҡ,”Бөтәһенә үс итеп, иң беренсе ауыр һынауға үс итеп, бөгөн мин Ишбулаттың бүлмәһенә барасаҡмын һәм унда ғүмерлек иш булып ҡаласаҡмын. Мин ышанмайым.”– тип, ҡәһәтләнеп, осрашыуҙарына шатланып, атлығып барған ине. Бына бөтәһе лә селпәрәмә килде. Селпәрәмә...
– Ә мин? Мин нимә эшләргә тейеш. Миңә?.. – тип, аңлайышһыҙ ҡарашы менән Ишбулатҡа ҡараны.
– Ә мин һине, – ҡапыл туҡтап ҡалды һәм йомшаҡ ҡына итеп ҡулынан алып, үҙенә тартты, унан яурындарына ҡулын һалып, ипләп кенә,– ағайҙарса һине ҡосағыма алам, – тине лә маңлайынан үбеп алды, – Беҙ тилерербеҙ ҙә, кем белә, ләкин аҡыллы булып ҡалайыҡ. Әсәйҙәребеҙ хаҡына аҡыллы булып ҡалайыҡ. Әсәйем һинең турала белә, беҙ яратыша башлағандан уҡ ул хәбәрҙар. Тик ул һине килен итеп күрергә хыялланмай ине. Был юлы ул миңә төплө аҡыл бирҙе. Ул һине үҙ ҡыҙындай яҡын күрәсәген әйтте. Атайымдың ҡыҙы булғанға түгел, ә мин һине яратҡанға күрә ул шулай ҡабул итте, – тине лә ситкәрәк китеп баҫты.
Байтаҡ тын торҙолар. Тағы ла Ишбулат был йөктөң ауырлығын үҙ иңенә бушатты.
– Әйҙә, Зәбирә һеңлекәш, ятағыңа оҙатып ҡуяйым, йә аҙашырһың, йә егеттәр ҡармаҡ һалыр, – тип, уйынлы – ысынлы хәбәр ҡушып, ҡыҙҙың ҡулын үҙенә алды.
Был уларҙың һуңғы осрашыуҙары, алда уларҙы хәтәр һынау көткәнен икеһе лә белмәй ине. Ятаҡ янында айырылышҡанда, улар ныҡ ҡына тынысланғайнылар, ләкин бүлмәһенә инеү менән, Зәбирә илап карауатына ауҙы. Саҡ тынысландырҙылар. Ул тик бер генә һүҙҙе ҡабатлап иланы.
– Һуңғы тапҡыр... Һуңғы тапҡыр... Имеш, һуңғы тапҡыр...
Дуҫтары бер ни аңламаны. Ятаҡтың бер бүлмәһендә медсестра балаһы менән йәшәй ине. Уны саҡыртып, укол һалдырҙылар. Ул таңға тиклем һаташа- һаташа йоҡланы, һаташҡан һайын” “Китмә,китмәәә!” тип һуҙып ҡысҡырҙы. Иптәштәре яуырынына төртһә әйләнеп ята ла йоҡлап китә. Шулай саҡ таң аттырҙылар.
Иртәгеһенә тағы ла хәтәрерәк хәл уларҙы көтөп тора ине. Ишбулаттың дуҫы ятаҡтың вахтерына яҙыу ҡалдырып киткән “ Ишбулат китте. Уны экспертизаға алып киттеләр. Һиңә килмәҫкә ҡушып хат ҡалдырған. Хатта нимә икәне билдәһеҙ. Тышында “Зәбирә килмә! Мин китәм,”–тигән. Шул ҡағыҙҙы Зәбирәгә алып килделәр. Зәбирә уҡып, тәүҙә ағарынды, аңламаған кеше кеүек торҙо, аҙаҡ әсе итеп ҡысҡырып, иҫен юйып йығылды. Уны дауаханаға һалыу менән, был аңлайшһыҙ хәл бер аҙ асыҡланды. Зәбирә булған ваҡиға һөҙөмтәһенән депрессия хәлендә айға яҡын дауаханала ятып сыҡты. Әсәһе Вәлимә ошо арала ҡыҙы янына аҙна һайын яйын табып килеп торҙо. Бер һыйырын тотоноп, колхоздың еңел машинаһына түләп, председателдән рөхсәт алып, шуның менән йөрөнө. Шоферын да аҡса түләп ризалатты. Бер тапҡыр Тәғлимә лә килеп китте. Зәбирә уның менән асылып һөйләшә алманы, бары тик иланы ғына.
– Ярар, балаҡайым, сабыр итәйеҡ, киләһе ҡаза ошоноң менән бөтһөн. Мин һине ҡыҙымдай күреп яратып өлгөргәйнем, хәҙер һине улымдың яратҡаны миңә лә яҡын, тип яратырмын, риза булһаң. Ун биш көндән ҡырҡы була, тик һиңә, кил, тип әйтә алмайым, нығынырға кәрәк. Йылы тулыуға килерһең. Ул ваҡытта һин инде дипломлы белгес тә буласаҡһың. Мин һиңә рәнйемәйем. Һин ғәйепле түгел, мин дә аңлайым, һин дә. Кем икәнен дә беләбеҙ. Үлгәндәрҙе хөкөм итмәйҙәр. Уларға Алла биргән яҙа. Тегендә лә яза алаларҙыр, әйтә алмайым. Бәхетле бул, – тип хушлашты
2
Һандыҡтағы көндәлек
Зәбирә әбей хәл белергә ингән күршеһен оҙатып, тауыҡ һарайын ябып өйгә инде лә ишек келәһен элеп урындыҡҡа ултырып бер аҙ уйға бирелде, дөрөҫөрәге, уй уны атларға ирек бирмәйенсә ултырғысҡа ҡаҙаҡлағандай булды. Бер нөктәгә төбәлеп, шаҡтай ваҡыт тын ҡалды. Хәҙер әбейҙең уйы, күренеп тора, бөтөнләй икенсе йүнәлештә ине. Ҡапыл ғына янбаштарына таянып урынынан торҙо. Ипләп кенә атлап һандығына яҡынланы. Түшелдерегенең кеҫәһендә йөрөткән асҡысын алды. Уныһы түшелдерегенең иҫкереп, ептәре туҙып күренә башлаған урынға уралып, бер ҙә генә сығырға теләмәне.
– Ах шайтаның. Нисә уйлайым, ошо түшелдеректең кеҫәһен йүнәтергә тип, әллә нимә менән көн үтә, – тип, һөйләнә- һөйләнә асҡысын алып, шылтыратып һандыҡ йоҙағын асып ебәрҙе.
Һандыҡ ҡапҡасын асыу менән, өйгә еҫле һабын еҫтәре таралып китте. Бында Зәбирә әбейҙең ғүмере буйы йыйған ҡәҙерле әйберҙәре ята бит. Йәшерәк сағында ул уны бикләп йөрөмәне, тик бына ҡыҙҙары кейәүгә сығып, улдары өйләнеп үҙ донъялары менән йәшәй башлағас, бикләргә булып, йоҙаҡ һатып алды. Уға ла шул кинйә ҡыҙы килеп, балалары менән уның донъяһын таҙалай башлап, һандыҡ эсендәге уның байтаҡ әйберҙәрен иҫке тип утҡа яғыуы сәбәп булды. Унда Зәлифә әсәйенең көмөш балдағын ул кейеп йөрөгән халатының кеҫәһенә һалып ҡуйған ине. Халаты халат инде, сепрәк. Уны ул Һыйыр һауғанда кейә торған булған, ә бына көмөш балдағы әрәм булды тип һыҙланды. Вәлимә әсәһенең тик байрам көндәрендә генә ябына торған эре ҡыҙыл биҙәк төшкән һары ерлекле яулығы бар ине. Ул да ут тамағына киткән. Өләсәйенең кейемдәрен дә шунда һалған ине. Өләсәйе уның оҫта тегенсе ине. Үҙенең һөйләүенсә, ул Ҡаналағы танышына барып аҙналап ятып шундағы мәрйәләрҙең дә, башҡорттарҙың да балаларына күлдәктәр тегеп, байтаҡ аҡса, ашарға нәмәләр алып ҡайтып, атайы менән әсәйен шатландыра торған булған. Бына шул өләсәйенең теккән күлдәктәре. Үҙенең дә йәш саҡтағы өләсәйенән тектергән күлдәктәре сығарып ташланған ине. Байтағын кире индереп һалып ҡыҙына ла ҡаты ғына иҫкәртте лә һандығына йоҙаҡ элеп тә ҡуйҙы. Ярай әле ул ваҡытында ҡайтып инде. Ундағы ҡағыҙҙары, дәфтәрҙәр ҙә китер ине. Әле бына шуларҙы уйлай- уйлай. Һандығының төбөнә тиклем әйберҙәрен сығарып һалды ла өс башҡа аҡ сепрәккә урап һалынған дәфтәрҙәрҙе урындығына сығарып ҡуйҙы. Дәфтәрҙәрҙе ҡоршауынан сығарғанда, был иҫке сепрәккә әйләнеп бөткән аҡ тауарҙы алмаштырырға кәрәк, берәй метр ярым аҡ тауар ҡырҡып алайым әле кәфенлегемдән тип уйлап ҡуйҙы. Ысынлап та аҡ тауар бик таушалып, буҙарып алама сепрәккә әйләнеп бөткән ине инде.Сепрәктәрҙең өсөһө лә елпелдәп барып иҙәнгә ятты. Һеҙҙең ғүмер аҙағы– ут тамағы, тип уйланы Зәбирә әбей.
Дәфтәрҙәрҙе алдына теҙеп һалды ла тышындағы яҙыуҙарҙы уҡырға булып, ҡулына үҙенә яҡын ятҡан дәфтәрҙе алды. Уның тышына
“ Илай- илай ғүмер ебен һүтәм,
Ауыр икән йәшәү донъяла.”–
тип бик үк матур булмаған хәрефтәр теҙелгән яҙыуҙы уҡыны ла, күҙҙәренә йәш алды. Эйе, Валентина- Вәлимә әсәһе өсөн ысынлап та йәшәүе ауыр булған шул тип уйлап, тәүге битен асты.Тәүге битендә уңып, һарғайып бөткән фотолар ята. Балаларына нисә тапҡыр әйтте. Ҙур ергә, ҡалаға йөрөгәндә, шуларҙы яңынан эшләтеп алып бирегеҙ тип. Тыңламанылар. Уларға был нәмәләрҙең ҡәҙере юҡ шул. Зәбирә өсөн... Эйе, Зәбирә өсөн былар бик ҡәҙерле ине. Был фотолағы кешеләр миңә йәшәү бүләк итеп, үҙҙәрен ауыр тормош хәлдәренә дусар иткәндәр. Кеше көсө мөмкинлектәренең сикле икәнлеген аңлаһалар ҙа, минең өсөн барыһын күтәргәндәр бит. Бында уның өсөн тағы бер ҙур изгелек эшләгән Ефросинья әбейҙең дә фоторәсеме бар. Бына кемгә ул үҙ яҙмышы менән бурыслы булып ҡалды. Бына шул әбейгә ҙур бүләктәр әҙерләп барырға йыйынғанда ғына уның үлеүе тураһында хәбәр алды. Әллә ун йыллап инде ишеткән көнөнән алып йыл да мәктәпкә барып уҡыусыларға бүләктәр таратып ҡайтыр булды. Күңеленән генә үҙенсә уның әхирәт донъяһында иманы юлдаш булһын тип теләне. Ул бит Вәлимә әсәйҙе лә ғәйбәттән, мине лә тыумалыҡтан ҡотҡарған. Эйе, уға бындай кәмһетелеүҙе кисермәй, кешеләр араһында ата- әсәле бала булып иҫәпләнеп йәшәне. Ауылда уны атаһы һуғышта үлгән тип белделәр. Эйе, тыуыу тураһында тәүге документта яҙылған кеше ысынлап та һуғышта үлгән булған. Тик Зәбирә унда әле тыумаған да булған. Валентина- Вәлимә әсәйҙең әсәһе үлгәндән һуң түшәп ятҡан матрасының аҫтында ҡайғылы хәбәр хаты ятҡан. Ул уны бер кемгә лә күрһәтмәгән. Етмәһә, улар бында бөтөнләй икенсе яҡтан, егерме биш меңселәр исемлеге буйынса ебәрелгән булғандар. Ире Илья 1941 йылдың аҙағында киткән дә, 42- нең йәйендә ошо ҡағыҙ ҙа килгән. Әсәһе уны балаларына күрһәтмәгән, белмәһендәр тигәндер инде. Үҙе көҙгөлөгөнә бик ҡаты һалҡын тигеҙеп ауырып ятҡан да ҡуйған икән.Бына шул ваҡытта ғына уларға Зәлифә килгән. Ҡайғылы ҡатын ҡайғылы баланы йәлләгән, ахырыһы, йәшәргә ҡалдырған. Шул балаға ҡарап, бер аҙ ҡайғыһын онота алғандыр, ул бит ауырып торһа ла, бар хәленсә Зәбирәнең Зәлифә әсәйенә бик ныҡ ярҙам иткән бит, хатта бала тыуғас, кәрәк кейемдәрҙе лә, йүргәктәрҙе лә ҡул менән ситен ҡайып, тегеп әҙерләгән. Бына Зәлифәнең генә нимә уйлап йөрөүен белә алмаған. Булған ғына серен ул Валентина менән уртаҡлашҡан, тик уныһынан да һүҙ алып ҡына. Валентина әсәһенә әйтмәҫкә тейешле булған. Валентина әсәһенең һөйләгәндәрен әле хәтеренә алды ла дәфтәрҙең икенсе битен асты.
Дәфтәр битенең башына күккә буяп, ҡыңғырау сәскәһе эшләнгән. Эйе, уның әсәһе Валентина ошо сәскәләрҙе бик ярата ине. Еләк йыйыр мәл етһә, мотлаҡ күмәкләп барырҙар ине. Иң беренсе шул сәскәне эҙләп алыр ҙа Дәриғә менән Зәбирәгә күрһәтеп ошо сәскәнең эсенә ике- өс бөртөк еләк һала ла:
– Бына шулай итеп,теләк теләп ошо сәскәне еләге менән ҡуша ашайһың. Үҙе тәмле, үҙе имле, – тип, ҡыҙҙарҙы ла ашата ине.
– Нимә тип теләнең, әсәй? – тип һораһаң, әйтмәй.
– Әйтергә ярамай, бөтә теләк тә сер булып ҡалһын, – ти торғайны.
Әле шуларҙы уйлап, шул саҡтағы Валентина- Вәлимә әсәйҙең бала кеүек ҡыланғанына көлөмһөрәп ҡуйҙы. Бер уйлаһаң, ул нәҡ бала холҡо менән айырылмай олоғайҙы инде. Ул саҡта еләккә йөрәгән мәлдәрҙә уға күп булһа егерме биш йәштәр тирәһе булғандыр. Өләсәйе Зарифа ҡайтҡайны. Шулай ауыл тын ғына йәшәп ятҡан мәлдә, Ташбулат та ҡайтып, ҡатын –ҡыҙҙар гөр килешеп, ир- аттар хатта үҙ хөкөмдәрен ҡылырға ла ҡыр талашып йөрөгән мәлдәре булған бит. Өләсәһенән бер һорағанында, ул:
– Эй балам, эткә эт үлеме тиһәң дә, барыһын да улай эшләп булмай шул. Закун бар. Ундай ташҡа яҙылған ҡанундарҙы үҙеңсә бороп булмай. Ҙурайғас аңларһың әле, аңламаһаң – аңлатырмын, – ти ҙә һүҙҙе тамамға иҫәпләп, альяпҡысын күтәреп, итәгенә күҙен һөртә.
Зәбирә үҫә төшкәс, тағы бер нәмәне аңланы: өләсәһе, ҡыҙы Зәлифәгә ҡағылышлы нәмәләр килеп сыҡһа, шул ыңғайы күҙе йәшкәҙей, йә илай ине. Был юлы ла шулай булғанын Зәбирә аңлай ине. Шул ваҡытта уның тик бер генә әйткәне хәтерҙә ҡалған : “Баланың ғәйебе юҡ, ата- әсә өсөн бала яуап тотмай”. Башта уны ул бер нисек тә аңлай алманы, тик йылдар үтеү менән, фельдшер булып эшләй башлағас ҡына, барыһын да аңларға тура килде. Аңлау өсөн сәбәптәр етерлек булды инде. Хәҙер ҙә уларҙы уйлаһаң, бер китапҡа һыймаҫ, тип туҡтарға ашыға ине.
Был юлы уның һандығы асыҡ ҡалды, ябырға ла уйламаны, дәфтәрҙе ҡулына алған көйөнсә, тубыҡланып ултырып, күҙлеген эләктереп алды ла дәфтәргә текләп, бик оҙаҡ тын ҡалды. Шулай артабанғы битен асып уҡыуын дауам итергә көс тапмағандай, уйланып ултыра бирҙе.
“ Әсәйемдең әйткәндәрен тыңлап, кәңәштәрен үтәп, өйрәткәндәрен ошо дәфтәргә яҙып барыр өсөн тотам был дәфтәрҙе” тип яҙылған һөйләмде уҡыны ла, тағы уйға ҡалды. Аҫтараҡ көндәр яҙылған һәм Валентина- Вәлимәнең яҙғандары теркәлә барған. Ҡапыл арҡаһы буйлап йылы ғына булып нимәлер һыйпап үткәндәй булды. Зәбирә, элекке ҡурҡыу йәшен үткән кеше булараҡ, ҡысҡырып бер доғаһын уҡыны ла “ Әсәй, рәнйемә, һинең рухыңды имгәтмәм. Һағындым. Бына шул ғына” – тип битен һыпырҙы.
1941 йыл 28 июнь.
Кешеләр илаша, көн дә кемде булһа ла район үҙәгенә оҙаталар. Атай өйгә лә ҡайтып ингәне юҡ. Ҡайҙа ашап йөрөйҙөр. Өс көн шулай йөрөй торғас, әсәй атайға ваҡ бәлештәр урап сумкаһына һалып ебәрә башланы.
Атай ҡайта ла:
– Кәләш, һин миңә улай бешереп әйбер һалма. Сумкаға еҫе сыға, асһаң– тарала. Ашау ҡайғыһымы, ҡайтҡас ашармын. Ана күпме кеше мөлдөрәп илап ирҙәрен, балаларын һуғышҡа оҙата. Күпме бала әсәләренә ҡушылып илай. Ашау ҡайғыһы юҡ, кәләш. Ыҙалатма үҙеңде,– ти.
– Атай, мин дә оҙатырға йыйылғанды ҡарарға барайыммы?
– Ул концерт түгел ҡарарға барырға, оҙатырға бар. Ана әсәйең бешергән ваҡ бәлештәрҙе сумкаңа һал да бар. Таратып бирерһең. Иртәгә алты кешене оҙатабыҙ. Һәр береһенә бишәрҙе бешерегеҙ, – тине.
Мин барып ҡараным, беренсе тапҡыр мин китеүселәрҙән бигерәк ҡалыусыларҙың илауҙарына ҡушылып, шуларҙы йәлләп иланым. Шул тиклем ҡыйын булды.
16 июль.
Бөгөн ауылдан баба Зоя тигән инәйҙең врач ҡыҙын ире менән оҙаттылар. Ире лә врач ине. хәҙер беҙҙе кем ҡарар икән.
23 июль.
Атай ике тапҡыр һуғышҡа барам тип районға барған. Әсәй менән шул турала һөйләшәләр. Мин йоҡо аралаш ишетеп ҡалдым.
– Минең һымаҡтар унда күп ул. Һәр ауылдың берәй етәксеһе ғариза яҙҙыҡ. Мин ятып ҡала алмайым бит инде. Мин бит коммунист.
– Ниңә оялаһың? Кәрәк булһа, һин заявление бирмәһәң дә алырҙар.
– Һин шулай тиһең. Тик минең намыҫым боҫоп ятырға ҡушмай. Ана Скуратов та Илья Ильич, пока жди, у тебя бронь. И здесь нужны командиры, – тип сығарҙы.
6 сентябрь .
Бөгөн колхоздың картуфын алырға 5- 7 класс уҡыусыларын да сығарҙылар. Барыбыҙ ҙа сыҡтыҡ Уҡытыусы апай яңы ине. Исемдәребеҙҙе белмәй, үҙебеҙҙе яңы таный башланы . Малайҙар алдашып бер булалар. Мин тыйып маташҡайным, миңә исем тағып ябырылдылар.
“Шаҙыра ла шаҙыра,” – тиҙәр. Мин илай башлағайным, Дима яҡлаша башланы.
– Ул бит үҙе теләп улай булмаған. Ул ауырыу шулай эшләй. Ана баба Ефросинья әйтә, даже һуҡыр ҡалғандар ҙә, үлгәндәр ҙә булды ти. Эх, вы, дураки.
Барыһы ла туҡтанылар, хатта шаярып тауышланыу ҙа баҫылды. Ҡайтырға ваҡыт еткәс, апайыбыҙ Маргарита Маратовн беҙҙе маҡтап ҡайтарҙы. Иртәгә тағы шулай сығабыҙ, – тип әйтеп ҡалды.
Агроном уның янына килде лә:
– Маргарита Маратовна, һеҙгә председатель бер нәмә лә әйтмәнеме? Һеҙ колхоздағы ҡырсылыҡҡа иҫәп алып барырға тейеш, тигәйне
–Эйе, әйтте. Бына шуға балаларҙы ҡайтарҙым, кискә тиклем эшләйем инде, тик иртәнсәк ни эшләрбеҙ икән?
– Төшкә тиклем иҫәпте фермалағы иҫәпсе ике ҡыҙҙың береһе алмашлап киләсәктәр. Һеҙ уларҙың яҙғанын да ҡушып иҫәп алып бара, тигәйне. Шулай еңелерәк тә булыр ул. Һөттө һөт йыйыу урынына алмашлап ташыйҙар. Уларға тәғәйен ат бар, кәрәк булһа,алыҫтағы точкаларға һеҙ бара алаһығыҙ.
– Точкалар? Улары ҡайҙа?
– Бесән өйгән ерҙә.
Маргарита Маратовна миңә көтөргә ҡушһа ла, уларҙың һөйләшеп торғанын күргәс, ҡайтырға сыҡтым.
27 октябрь.
Атайымды кисә һуғышҡа оҙаттыҡ. Эй әсәй иланы. Туҡтай алмай иланы.
– Мине көт, Марина, балаларҙы һаҡла, – тигәйне атай, мин дә иланым.
– Илья, Илюшенка, әгәр һине көтә алмаһам, көсөм бөтһә, ғәфү ит. Был һуғыш оҙаҡ барыр бит. Минең сабырлығым менән сыҙамлығым ахырына еткермәһә, мине ғәфү ит, – тигәйне, оҙатырға килгән барыһы иланы.
Тик атай ғына күҙ йәшәтренә төйөлһә лә, танау остары ҡыҙарып китһә лә, йәшен күрһәтмәне.
– Марина, ярамай, һин бит коммунист ҡатыны, ана һиңә ҡарайҙар, – тип йыуатты.
Мин дә илауҙан шунда туҡтаным, эстән генә мин бит коммунист ҡыҙы, тип уйланым, ә өйгә ҡайтҡас, мунсаға инеп бикләнеп оҙаҡ итеп иланым. Атайым ҡайтһын, тип ҡысҡырып Хоҙайымдан һорап иланым.
Шул ерҙә Зәбирә көндәлекте алдына ҡуйҙы ла, теге йылдарҙағы илаған баланы күҙ алдына килтерҙеме, күҙҙәренән йәше йыйырсыҡтар менән биҙәлә башлаған яңаҡтары буйлап ағып төштө. Ул күҙ йәштәренә лә иғтибар итмәй доға уҡып алды ла, битен һыйпап, яңынан көндәлекте ҡулына алды.”Эй ошо көндәлектәр кеше яҙмышын һөйләгән бер китап бит ул,” –тип уйлап ҡуйҙы.
1942 йыл, 26 июнь.
Көндәлегемә бер хәреф тә төшөрөрөгә ваҡыт юҡ. Мин, атай киткәс, уҡыуҙы ташланым. Атай урынында ҡалған председатель әсәйҙе ауыр эштәргә ебәрә. Даръя менән мин өйҙәбеҙ. Әсәй ҡайтмаһа төнөн өйгә килеп, индерегеҙ, асығыҙ тип, уның ярҙамсыһы сатан Мишка ҡаҡшата. Шулай саҡ йәйгә сыҡтыҡ,тик бына әсәй яҙғыһын бик ныҡ һалҡын тейҙереп ҡайтты ла эшкә сыға алмай ятты ла ҡуйҙы. Бер сыуаш ҡатыны килеп үләндәр менән дауалай ине, уны ниңәлер ҡулға алғандар. Хәҙер беҙ әсәйгә ярҙам итә белмәйбеҙ. Күршеләге Ефросинья әбей инеп, арҡаларына май һөртөп, йылыға урап һалып сыға, тик барыбер әсәйҙең йүткереүе бөтмәй. Мине уның урынына фермаға һыйыр һауырға сығарҙылар. Йәйгеһен уларға бесән дә әҙерләргә кәрәк тейҙәр.Нисек итермен,белмәйем.
29 июнь
Кисә беҙгә атайҙың танышы, “знаком” тип йөрөгән ағайҙың ҡыҙы килде. Әсәй уны ҡараны ла:
– Кейәүгә сыҡтыңмы? – тип һораны.
– Юҡ, – тине лә илап ебәрҙе.
– Аңлашылды, илама, слезами горю не поможешь, – тине, бер аҙ уйланып ултырҙы ла, – ладно, үҙебеҙҙә йәшәрһең, беҙгә хәҙер кеше инеп йөрөмәй. Минең ауырыуҙы йоға тип ҡурҡалар. Был инде обычный ауырыу, тик бына йөрөй башлаһам, сәсәп йығылам, йәшә, ҡурҡма. Балаңды ла табышырбыҙ имен итеп, – тип йыуатты.
Икенсе көнөнә иртәнсәк әсәй уның буласаҡ балаһына бәйле серен һөйләтеп алды. Шунда мин күңелем тулып китеп хатта илағым килде. Мәсхәрәләгән, еще төрмәгә ебәрткән... Уйлаһаң ҡот осмалы бит. Әсәһенең ҡайҙа икәнен дә белмәй. Үҙе минең кеүек кенә, только бик һылыу башҡорт ҡыҙы. Уның да атаһы коммунист. Председатель булған икән.
– Түрә була алмай көнләшеп йөрөгән ҡайһы бер һуғышҡа китмәгәндәр үҙҙәренең насар уйҙарын тормошҡа ашыра башланы инде. Ярай һуғыш гел бармаҫ, туҡтар ул. Төшөмә лә шулай инде. Тик Илья, – тип башлағайны, йүткерә башланы.
30 июль.
Барыһы ла бер көйгә бара, миңә әҙерәк еңелләште. Өйҙә Зәлифә бөтә эште эшләй, әсәйҙе лә тәрбиәләй. Ефросинья әбей инеп өйрәтеп сыҡҡылай. Зәлифә уны күрһә, тиҙ генә йәшенергә тырыша. Улай күпме булдырыр икән, белмәйем...
6 сентябрь.
Тағы оҙаҡ ҡына ваҡыт булмай китте. Атайҙан хат бөтөнләй килмәй. Почтальондан көн дә һорайым. Бер үк яуап. Һуңғы арала йөҙөн ситкә бороп, мине күрмәмеш булып үтергә тырыша. Әсәй ҙә хәҙер аҙна тирәһе һөйләшмәй, тик өйҙә шыуышлап тигәндәй йөрөй. Бер ҙә генә алға бармай. Ҡурҡып китәм.
14 сентябрь
Бөгөн нисек тә ваҡыт табырға тырыштым инде. Көнө буйы йөрөп, Зәлифәне, Ефросинья әбейҙең өйөндә ятып уҡыған племяннигы менән, яр буйынан таптыҡ тип ерләнек. Шулай уйламағанда ғына үлеп ҡалды. Көн йылы булды. Ул да бер ике үҙе тиҫтер малайҙар алып килеп, Ефросинья әбей ниҙер уҡып, беҙгә ярҙам итеп оҙаттыҡ. Председатель килеп ҡыҙыҡһынып йөрөнө, тик бер нәмә өндәшмәне. Зәлифәнең кейемен ҡараны ла, “Башҡорт булған икән, аслыҡтан үлгәндер” – тине лә китте. Мин был юлы хатта шатланып ҡуйҙым: еңел ҡотолдоҡ.
12 октябрь.
Бына бөгөн ваҡыт иркенерәк, тик Зәлифәнең ҡыҙы ғына көйһөҙләнә. Мин яҙышып ултырам, Даръя менән әсәй бәпәй менән булыша. Әсәй уға иртәгә исем ҡушам үҙем , ти. Исем һайланыҡ. Зәлифә үҙе әйткән исемдә туҡтаныҡ. Әйҙә, булһын Зәбирә. Әсәһе үҙе теләне. Үлтерергә лә теләгәйне, тик мин ул күмгән тупраҡ араһынан тырнап алғас, хәлһеҙ генә көйөнсә, минән ант алып, белгән хәлде ҡыҙыма тик ун һигеҙе тулғас ҡына һөйләрһең, Ташбулат әҡрәбәләре белмәһен, тигән шарт өҫтәне. Мин шул көндән алып шундай матур ҡыҙҙы михнәт сиктеререргә дусар иткән Ташбулат кеүек ирҙәргә асыуым килде. Миңә бөтә ир- егеттәр ҡиәфәтендә Ташбулат йәне йөрөгән кеүек тойолдо. Мин һуғыш башланыр алдынан ғына Ҡананан өләсәләренә күсеп килгән Гәрәйгә бер төрлө һоҡланып ҡарай инем, ул да миңә шулай күренә башланы.
Март.( нисәһе икәне асыҡ түгел, күрәһең, ҡабалан яҙғандыр)
Бөгөн Зәбирәгә алты ай булды. Мин уны шул тиклем яратам да ул. Бөгөн уның менән һөйләшеп ултырыр мөмкинлек юҡ. Әсәйем китеп барған. Кискеһен ятҡанда ниңәлер бойоҡ ҡына итеп:
– Атайың ҡайтһа, әсәй һинән ғәфү үтенде, тиген. Даръяны рәнйетмә. Зәбирә хәҙер үҙ балаң кеүек инде. Яҡшы кешегә кейәүгә сығырға яҙһа ярар ине һиңә. Хоҙайымдан, – тине лә, ҡулын өҫкә төртөп күрһәтте, – Яңғыҙлыҡ ана уға ғына килешә. Әҙәм балаһы яңғыҙ булырға тейеш түгел. Йылға яры ла парлы бит.
Әсәй стенаға боролоп ятты ла ҡапыл кире әйләнеп ятып, башын ҡалҡыта биреп, баяғынан да хәлһеҙ тауышы менән, ҡалҡынырға тырышып:
– Минең нәмәләремде, өҫтөмдәген утҡа яҡ, ҡалған нәмәләремде, – тине лә ҡапыл башы яҫтығынан аҫҡараҡ ҡулдан ысҡынған әйбер кеүек төшөп китте.
Эргәһенә йүгереп барҙым. Ул иҫтән яҙҙымы, әллә былай ғына ятып йоҡларға булдымы аңламаным. Хәле лә бөткән кеүек ине. Ипләп кенә башын яҫтыҡҡа һалдым. Иртәнсәк тә ул күҙен асманы. Ҡурҡышымдан Ефросинья әбейгә йүгерҙем. Ул килеп эштең хөрт икәнен үҙенсә миңә аңлатты.Тик мин бер нәмә лә белмәҫ хәлдә” Үлде” тигән бер һүҙҙең эсенән сығай алмай ҡатҡан кеше кеүек инем. Даръя уянып әсәйҙең шулай киткәнен белгәс, илай башланы. Уның тауышына Зәбирә уянды. Ефросинья әбей миңә аптырап ҡараны ла:
– Вроде живота не было, ты что- ли родила?– тип, аптырап миңә һораулы ҡараны.
Миңә барыһын да һөйләргә тура килде.
– Значит, та незнакомка, которую осенью хоронили, была она?– тип, тағы нығыраҡ аптырап, ә балаға йәлләп ҡараны.
Ул беҙгә әсәйҙе ерләшергә лә, баланы кешегә күрһәтмәй ҡарап тороп та ярҙам итте. Бер аҙҙан баланың законлы балаға әйләнеүенә лә ул һүҙ ярҙамы күрһәтте.