

Ошо урында Зәбирә көндәлекте артабан уҡымайынса япты ла, алдына ҡуйып әллә күпме уйланып ултырҙы. Зарифа өләсәһе әйткән бер һүҙе хәтеренә төштө.
– Балам, ерҙә йәшәү, иң мөһиме кеше булып йәшәү бик ауыр һынауҙар һала. Бына миңә юҡ ғәйепте тағып ике йыллап төрмәлә булыу утыҙ биш йәшемә тиклем бер тапҡыр башыма ла инеп сыҡмаған ауырлыҡты үтеү, мине йөҙ йыл йәшәп, мең төрлө аҡыл йыйған әүлигә әйләндергәндәй итте. Нахаҡҡа ыҙа сиккәндәр, ғәҙел язаһын күргәндәр – барыһы бер төрлә мөғәләмәгә дусар булдыҡ. Ерҙә кеше донъяға килер алдынан уҡ, әсә ҡарынында уға был донъяла күрере тәҡдир булып теркәлә бара. Быныһы – беренсе әйтерем. Икенсеһе, бала әсә ҡаны менән әсә аҡылын алып тыуа, шуға күрә кейәүгә сыҡһаң, аҡыллы бул, сабырлыҡтың төбө алтын, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Сабыр бул, сарғаҡ булма. Итәғәтле бул, уҫал булма. Көнсөл булма, көнләшмә. Һәр кемдең яҡшы яғын үҙеңдекендәй итеп ҡабул ҡыл. Шул ваҡытта һинең бар ҡылығыңды балаң үҙе менән яҡты донъяға ҡан васыяты итеп алып тыуыр. Ауыр сир менән төрмә минең өсөн түгел, тип ант итмә. Уйламағанда, улар ҙа теләмәһән дә, алдыңа килеп, яҙмышыңды ботарлауы бар. Шуны онотма. Мин семьяла бер бөртөк бала булдым. Өләсәйҙең балалары күп булған, тик империалистик һуғышта, батша хеҙмәтендә үлә торғандар. Бер әсәй менән уның ҡустыһы ғына ҡалған. Әсәйҙең өс улы ике ҡыҙы үлгән, бына мин генә ҡалғанмын. Мин– ҡартатайың бәхетенә, ул минең бәхетемә тап килдек. Барыһына һуғыш ғәйепле. Яҙмыштарҙы кәйлә менән таш онтағандай онтаны. Ҡартатайың ҡайтыр тип көтәм, тик һаулыҡ яғы ныҡ түгел, өлгөрмәй ҡуйырмы икән...
Зәбирә шуларҙы уйлай- уйлай, һандығынан сығарған әйберҙәрен йыймай ғына урынына барып ятты. Йоҡланымы- йоҡламанымы, үҙе лә белә алманы. Төнө буйы өнө менән төшө буталып таң аттырҙы.
3
Бала атай өсөн яуап тотмай
Кисә шулай көндәлек уҡып оҙаҡ ултырғанғамы, иртәнсәк тәне ауыр эш эшләгән кешенекендәй булып, талып килеп торҙо. Ниңәлер хатта бөтә ере лә ауыртҡан кеүек тиреһенә лә ҡул тигеҙеп булмай. “Таушалдым, ҡартлыҡ, әжәле лә килеп бер өҙә һуғыр инде – тип уйлап ҡуйҙы,– Ярай, һуҡһа, һуғыр инде әсәйҙәрем иртә китте, өләсәйем дә йәшәй бирмәне. Аллаға шөкөр, инде етмеште тултырҙым, ҡәҙимге генә һаулыҡ бар, тик ҡайһы берҙә аяҡ ҡына майы бөткән тәгәрмәстәй шығырлап ала. Әлдә генә өләсәйҙән әсәһенән ҡалған әмәлдәрен өйрәнеп ҡалғанмын. Ана бит нисек ярҙам итте һеркә менән ҡырҡ энә. Ғәжәп инде. Бына нисә йыл аяғымды һыҙланыуҙан ҡотҡарҙы,”– тип уйлап алды.
Ауырлыҡ менән урынынан тороп йыуынып, намаҙлығын йәйеп намаҙ уҡып алды ла, самауыр ҡуйып, ар- тирә эшләп йөрөй башлағайны, еңеләйеп киткәндәй булды. Самауыры ҡайнап та сыҡты. Хәҙерге электр самауырҙары бер рәхәт нәмә инде тип уйлап, урындығына сәй табыны әҙерләргә тотондо. Шул ваҡыт бик иртәләп өҫкө урамдағы ҡәйнәһенең һеңлеһенең Вәли улы килеп инде. Инде лә ишек төбөндәге ултырғысҡа ултырҙы. Уның атаһы Ташбулаттың ағаһының улы ине. Шуға күрә ул улар менән артыҡ сөсөләнеп ҡатнашып барманы. Дөрөҫөрәге, күңеле тартманы
– Зәбирә еңгә, ней бит әле, теге, әбей китеп барҙы, шуға кигәйнем. Ней әллә хәлең етһә көтөшөргә бараңмы тием. Районға алып барырға ҡушалар. Бер ҙә генә ярҙыртҡы килмәй ҙә бит. Шулай кәрәк, тиҙәр.
– Ҡасан?
– Кисә киске ун тирәһендә. Үҙебеҙ балалар менән янында ултырҙыҡ. Инде ике көн комала ятҡайны. Һин килеп йөрөмәгәс, белмәйең инде. Хәҙер мин ваҡ – төйәк йомош менән булышһам, балалар кәрәк- ярағын хәстәрләй. Сәмиғә апай менән ағайҙың ҡатынына әйттем, – тине лә сығырға ашыҡты.
Ул шул хәбәре менән кисәге хәтирәләрҙе яңыртты ла китте. Тәсбихен алып, сәйгә ултырҙы. Тәсбихте ситкәрәк һалып, уй ҡоршауын асып инеп тә китте.
...Теге йылда Вәлимә әсәһе һөйләгән хәбәрҙән һуң ул Ташбулаттың улынан ситләште. Бер осрашҡанында барыһын да һөйләне лә бирҙе. Егет тыңлап бөтөп, таш шикелле ҡатып ҡалды. Бынан һуң ул бер генә һәм һуңғы тапҡыр осрашты.
– Үпкәләмә, беҙ ата- әсәй ҡылыҡтары өсөн бер ерҙә лә яуап тотмайбыҙ. Һиңә минең бер ниндәй ҙә рәнйеүем юҡ. Дөрөҫ, мин һине хәҙер ҙә яратам, тик өләсәйемә, Вәлимә әсәйемә биргән һүҙем бар. Ант түгел, тик әреүәхтарҙың рухын имгәтмәйем. Мин әсәйһеҙ үҫкәнмен. Мине Зәлифә әсәйем үлемгә дусар итергә тейеш булған. Ул шулай ант иткән, тик Вәлимә- Валентина әсәй килеп мине күмелгән ерҙән бына ошо ҡулдары менән соҡоп алған. Мине алған һәм ғүмерлеккә үҙенә ант биргән: бер ирҙе лә ҡосағына һыйындырмаясаҡ. Мине үҙ балаһындай күреп үҫтергән. Үҙең күрҙең ниндәй бороу юлдар аша килә ул миңә. Нисек ауыр булмаһын, мине ошонда уҡырға алып килде. Мин уның күңелен рәнйетмәйем. Һин дә миңә рәнйемә. Мин һине, бәлки, күҙем йомолғансы йөрәгемдә һаҡлармын. Барыһы ла әреүахтар нисек теләгән шулай ҡалһын. Һинең атайың да ҡасандыр кире ҡағылған мөхәббәте өсөн үс алған. Һиңә быны ҡабатларға кәңәш итмәйем. Мөхәббәтте нәфрәткә әйләндермәйек. Беҙ һинең менән тормош тәгәрмәсе араһында имгәнмәй генә юлыбыҙҙы айырым, ләкин йөрәктәребеҙ менән бер кешеләй дауам итәйек. Һин бик тә яҡшы егетһең. Аңла, башҡа урында, башҡа ваҡытта, икенсе төрлө хәлдәр булғанда, мин һинең һөйөүеңде һаҡлар өсөн көрәшер инем. Яратҡандар үҙе һөйгәндәрҙең тик бәхетле булыуын ғына теләй. Аңла. Дуҫтар булып ҡалайыҡ, тип әйтер инем, бының да мөмкин булмауын һин дә мин дә аңлайым, беҙҙе бер кешенең ҡаны,– тине лә илап юл ситенә сүгәләне.
Был һөйләшеүҙән һуң Зәбирә айҙан ашыу Ишбулатты күрмәне. Ғәлимдән һорағайны, ул да бер нәмә лә әйтә алманы. Шулай йөрәк ярһыуын баҫа алмай, күңел һағышына сик ҡуя алмай, һағыныуҙың сигенә сыҡҡанда ғына, Ишбулат ятаҡҡа килеп , ҡыҙҙар аша Зәбирәне осрашыуға саҡырып киткән ине... Ағиҙел ярындағы ауыр һөйләшеү икеһен дә һеңгәҙәтте.
Улар Өфө урамдарында артабан ни эшләргә белмәй, бер- береһен йыуатып, төнө буйы йөрөнөләр. Етәкләштеләр, тик ҡосаҡлашманылар, таңға бер – береһен етәкләгән ҡулдар ҙа мәңгелеккә айырылды. Зәбирә икенсе көнө кискә уның аҫылынып үлеүе тураһында хәбәр алды. Атаһы Ташбулат үҙенең таштай ҡаты ҡылығы менән улының ғүмерен өҙҙө. Зәбирә кешеләргә күренмәй генә илап, ҡайғырып, ашау- эсеүҙән яҙып больницала ятҡан көйө шиңде. Уның дуҫтарынан береһе лә ни өсөн шулай булғанын белмәне. Бары һөйгәненең дуҫы ғына больницаға килеп хәлен белеп йөрөнө. Аҙна һайын Вәлимә әсәһе килде. Һуңғы килгәнендә ни өсөн шулай булғанын аңлап ҡыҙынан:
– Балаҡайым, ғәфү ит мине, тилене. Мин һине рәнйетергә теләмәнем. Аңла. Мин Зәлифә менән өләсәйеңдең кисергәндәрен генә еткерҙем. Нимә эшләйем һуң? Нимә?.. Теләйһеңме, Тәғлимәнең алдына барып теҙләнәм, ғәфү үтенәм, тик һауығып ҡына сыҡ. Ниңә улай үҙеңде язалайһың. Һин бит мине үлтерәһең Һин бит минең – бер бөртөгөм, яҡты донъялағы берҙән бер ҡыуанысым да, йыуанысым да. Мин һине тыуҙырманым, тик мин һине ошо бармаҡтарым менән ерҙән алдым.. Әсәйем Маринаға ла биргән һүҙем бар. Зәбирәне аяҡҡа баҫтыр, тине ул. Ә һин... – тип Зәбирәнең күкрәгенә ятып иланы, – мин ул хәлде һөйләмәй ҙә булдыра алманым– аңла, һеҙ бер ата балалары. Тик һеҙ туған түгелһегеҙ. Быны әсәйең үҙ үлеме менән аңлатты. Әсәйем булмаһа, ул һине лә үҙе менән төрмәнән ҡайтҡас та алып китә ине. Тик әсәйем : “Донъяға тыуыр һәр йән эйәһе, башҡаларҙа үҙенә ҡарата шәфҡәтлелек һорап тыуа, ләкин ул үҙ ризығы менән ярала. Күрәсәген кеше түгел, яралмышта уҡ тәҡдир итеп маңлайына яҙыла бара. Быныһы Хоҙайҙың эше. Беҙ тик уға буйһонабыҙ.Ул теләгән был баланың тыуыуын. Уға ҡаршы берәү ҙә бара алмай. Уның алдында беҙ—көсһөҙбөҙ”, –тигәйне.
– Бала атаһының ҡылған хаталары өсөн яуап тотамы? Әсәй, аңла, беҙ һин һөйләгәндән, бәлки, хата аҙым яһамаҫ инек, тик беҙҙең йөрәктәр бер йөрәк булып тибә ине, аңлайһыңмы? Мин нисек уны онота алам? Көсөмдән килмәй. Һәр һүҙе, һәр ҡарашы минең йөрәгемдә, күҙ алдымда. Ниңә? Мин аңламайым, әсәәәй... – тип илап яҫтығына ҡапланды.
Ауыр ине уға, ауыр ине... Аҡылы ысынбарлыҡты ҡабул итергә теләһә лә, йөрәге ҡабул итә алмай интекте. Вәлимә был килеүендә ҡайтырға ашыҡманы, ике көн булып, ҡыҙын дауахана ихатаһына алып сығып, байтаҡ һөйләшеп, тынысландырырға тырышты. Зәбирә лә аңлағандай тойолдо.
Ошо һөйләшеүҙән һуң, Зәбирәне үҫтергән Вәлимә әсәһенең һүҙен тотоп, терелергә ынтылды...
Эсемә һыйған бала тышыма ла һыя...
Эйе, уңышлы ғына ҡулына ҡыҙыл диплом алғас, уға Ишбулаттың дуҫы Ғәлим тәҡдим яһаны.
– Зәбирә, мин һине күптән, училищела тәү күргән көндән яртам. Тик дуҫымдың алдына төшөргә минең намыҫым ҡушманы. Сыҡ миңә кейәүгә. Мин һине рәнйетмәм. Икебеҙ өсөн дә яратырмын. Әйҙә ул беҙҙең йөрәктә, күңелдә йәшәһен. Уның да рухын рәнйетмәйек. Ул һинең хәҙер ҡан туғаның икәнен аңланың. Мин уның менән һуңғы кистә ошо турала оҙаҡ һөйләштем, тик ул һине туған итеп түгел, һөйгәне итеп күргеһе килде. “ Аңла, миңә ундай туғанлыҡ кәрәкмәй. Мин атайымдан күптән баш тарттым. Ул мәлдә миңә ун дүрт йәш ине.Тик мин Зәбирәнең, уның ҡыҙы булыуын ғына белмәнем.Әсәйем дә әйтәмәне. Ул да белмәгәндер. Мин хәҙер бер нисек тә хәл итә алмайым. Беҙҙең арала хәҙер атай булған кешенең ҡурҡыныс рухы йәшәйәсәк. Нисек булмаһын, ул беҙгә ҡамасаулаясаҡ. Ул кеше менән, ул тойғо менән йәшәү яҡты донъяла мөмкин түгел, аңлайһыңмы?”, – тип иланы. Уның һөйөүен беҙ икебеҙ генә аңлайбыҙ. Риза бул, – тип үтенде.
Зәбирә был турала бик оҙаҡ уйланы. Улар икеһе күрше генә ауылдан булғас, бергә ҡайтып, бергә китеп йөрөйҙәр ине. Шуға уны күптән белгәнгә күрә, артыҡ ҡаршылыҡ та кисермәне. Күңеленән генә, мине ул Ишбулаттан ҡыҙғанмаясаҡ, тип кенә уйланы. Хәҙер үҙе лә аңламай. Ниңә улай уйлағандыр, аңлата ла алмай. Ризалыҡ бирҙе.
Ауылға ҡайтҡас, әсәһе бик матур итеп никах мәжлесе, туй йыйыны үткәреп, өләсәһе Зарифаның, үҙенең әҙерләгән бирнәләрен биреп, күрше генә ауылға оҙатып та ҡуйҙы. Ләкин оҙатылыу шартлы ғына булды. Зәбирә ауылында пенсияға сыҡҡан фельдшер урынына эшкә урынлашты. Ғәлимдәрҙең ауылында медпункт юҡ ине. Ул аҙнаның ике көнөндә, шунда барып эшләргә тейеш булды. Мәктәптән бер бүлмәне ҡулайлаштырып алды, сөнки унда башланғыс мәктәп, балалар ике класында уҡый. Бер бүлмә буш, төпкөл ауылға уҡытыусылар килергә бик үк теләмәйҙәр. Шуға күрә урындағы кешене уҡытыусы итеп алғандар.
Иң ҡыйыны өс йыл буйы ире Ғалимды армиянан көтөп алыу булды, йөрөп эшләүе лә ауырлығын күрһәтмәне. Аҙнаның дүрт көнөн үҙ ауылында йәшәһә, өс көнөн ҡәйнәһе менән йәшәне. Йөрөп эшләү ауыр булыр, тип Ғәлим шуға риза булғайны. Шулай ҙа иң ҡыйын мәлдәр байтаҡ булды. Ҡаты һүҙле ҡәйнәһенең ураған һайын “уйнаш балаһы” тигәне лә екһендерҙе. Уның уйлауынса, Вәлимә уны ҡайҙалыр йөрөп тапҡан булып сыға. Бына шуның өсөн бик ныҡ ғәрләнә торғайны. Үҙе өсөн түгел, ә Вәлимә әсәһе өсөн йөрәге әрнене. Ваҡыты менән ташлап сығып киткәндәй булған саҡтары ла булды. Тик әсәһе генә тыя килде.
–Ирең ҡайтһын, һөйләшерһегеҙ, сабыр булырға тырыш. Эшең менән йыуанып, оноторға тырыш. Күңелеңдән ғәфү итергә ынтыл. Тормош бит ул. Аҙағы үҙеңә еңел булыр. Ул һине ныҡлап белмәй бит. Берәй ваҡыт, бәлки...– уйланып тора ла – һөйләрбеҙ. Ул ваҡыт тиҙҙән килер. Көт, – тип Зәбирәне йыуата.
Әсәһе Зәбирәнең имен генә бала табыуын теләй ине. Ире армияға китеп алты айҙан саҡ ҡына ашыуға улы тыуҙы. Хат аша хәбәрләшеп торғас, улар исемде лә алдан һайлағайнылар. Уға матур итеп Зәбир исемен ҡуштылар. Вәлимәнән ныҡ ҡыуанған кеше булмағандыр. Һөйгән һайын “Балам, балам бал ғынам, күрмәй торһам– һағынам” тип көйләп һөйә ине. Унан:
– Ҡоҙағый, ҡасан ғына беҙҙе аңлай башлар икән, әкиәттәр һөйләр инек. Ике өләсәйле бала. Бәхет тәүфиҡлы ғына булһын инде, ивет, – тип, ҡоҙағыйына ҡарай.
Уныһы ҡоҙағыйын баштан үҙенә тик тоймағанғамы, һалҡын ғына яуап бирә.
– Үҫер, үҫер, тоҡҡа һалып тегеп ҡуйылмаған бит, – ти ҙә башҡаса өндәшмәй.
Зәбирә эшкә сыҡҡансы, ике айға яҡын Вәлимә шулай ҡоҙағыйына һыйыр ағын эш итеп, эремсектәр әҙерләп, бүләктәр тотоп йыш ҡына килә ине.Ҡоҙағыйы уны ла яратмағандыр инде, ләкин Вәлимә тешен ҡыҫып, ҡыҙы хаҡына уның тын алышын, һалҡын ҡарашын һиҙһә лә күнде.
Ире ҡайтҡас, әлбиттә икенсе төрлө ҡыйынлыҡтар ҙа килеп өҫтәлерен белмәһә лә, әсәһенең әйткәндәрен тыңланы. Күңелен эш менән баҫты, кешегә күҙ йәшен күрһәтмәне, ә уның күҙ йәшен түккән саҡтары күп булды. Анһатмы, үҙ ауылыңда, үҙ нигеҙеңдә “килмешәк балаһы,” үҙ кеше булырҙай ғаиләлә “уйнаш балаһы” булып йәшәүе. Сәбәп- сәбәпһеҙгә ошо һүҙҙәрҙе ишетеп йәшәүе еңелдән булманы. Ҡайһы берҙә халыҡты йыйып, бар дөрөҫлөктө һөйләгәндәй булып китә, тик ниңәлер өләсәһенең, әсәһе Вәлимәнең яҙмыштарын уйлап, телен дә, асыулы тойғоларын да тыя килде.
Тора- бара был хәлгә лә күнегә төштөмө, әллә икенсе хәлдәр баҫып алдымы, әйтә алмай. Ул бер аҙ тынысланып, дәрт менән эшләй башланы. Зәбиренең дә матур ғына итеп теле асыла башланы. Әллә ошо балаға күңелен баҫтымы, үҙе лә аңлата алмай.
Ире армиянан ҡайтыр саҡ яҡынлағанда ғына, ауылға ситтән клуб төҙөргә килгән төҙөүселәрҙең береһе ҡаты ауырып, шуны төнө менән район больницаһына алып барғайны. Теге егет төҙәлеп сыҡҡас, уға рәхмәт йөҙөнән әсәһе ебәргән күстәнәстәрҙе лә өйөнә килтергәйне. Ул ваҡытта Зәбирә был хәлгә артыҡ иғтибар бирмәне, ҡәйнәһе лә асыҡ сырай менән ҡабул иткәндәй булғайны. Шулай ҙа Ғәлим армиянан ҡайтып ике -өс айлап ваҡыт үтеүгә, Зәбирәнең бәхетле көндәре ҡара борлотҡа урана башланы.
Бына шул егетте дауаханаға алып барған көндө ҡәйнәһе лә, башҡа белгән кешеләр ҙә уның иренә икенсе төрлөрәк итеп һөйләп еткереп, уларҙың ғаилә тыныслығын юғалтырға өлгәштеләр. Зәбирә был арала икенсегә ауырлы икәнен белеп иренә ошо турала һөйөнсөләне, тик уға ире менән бергә шатланаһы урынға иларға, ҡайғылы көндәр күрергә тура килде.
– Ниңә миңә һөйөнсөлөйһең?
– Кемгә әйтәйем, әсәйем белә, ул ҡыуанды.
– Ҡыуана инде, үҙ өйөндә ҡыҙын икенсе иргә ҡушып һал да, шуның балаһы булыуын бел дә нисек ҡыуанма.
– Һин нимә һөйләһең, Ғәлим? Уны мин тик больницаға алып барғанда күрҙем, икенсегә әсәһе ебәргән күстәнәстәрҙе өйгә килтереп китте. Ҡәйнәм үҙе алды. Ниндәй нахаҡ һүҙ һөйләйһең? Мин уның исемен дә белмәйем,– тип, асырғанып ҡысҡырҙы.
– Һин ниңә миңә ҡысҡыраһың? Мин уйнаш итмәгәнмен, һин. Исемен белмәйем,имеш, – тине лә тышҡа сығып китте.
Ингәс тә Зәбирәгә:
– Анауында ят, яныма килмә. Иртәгә бында духың булмаһын, – тип, диванға барып ятты.
Төнө буйы керфек ҡаҡмай уйланып ятып, ҡайтырға тигән уй менән, таң беленеүгә, бер сумаҙан әйбере менән Вәлимә әсәйенә ҡайтып инде. Ауыл бер- береһенә яҡын булғас, уның өйөндәге ҡауға ла, уның әсәһе янына ҡайтыуы ла артыҡ һиҙелмәне. Тик бына әсәһе ҡайтып ингәнендә, сумаҙанды күреп, аптырауҙан ултыра төштө. Бына шунан алып, һәр көнөн уйҙар менән үткәреп, төндәрен яҫтығына күҙ йәшен түгеп, тыуасаҡ балаһы хаҡына Хоҙайынан сабырлыҡ теләп, ете айға яҡын әсәһе янында йәшәне, эшләне. Кеше менән артыҡ аралашманы.Тик беҙ ҡапсыҡта ятмағанын һәр кем белә. Ире Ғәлимдең ауылда килеп күренмәгәнен, төрлө кеше төрлөсә һөйләне. Кемдер. “үтә ҡыҙыл тиҙ уңа” – тип, ләззәтләнеп һөйләһә, кемдер “көсләп асҡан күҙҙең яҡтыһы булмай, теләйме-юҡмы, тигән шикелле, уҡыуын бөтөү менән, әйттергәйнеләр, күрәһең араларында һөйөү булмағандыр инде,” – тип көйөндөләр. Әсәһенә ҡайтыуына һигеҙенсе ай тигәндә, балаһы ла тыуҙы, ләкин Ғәлим бала табыу йортона ла барманы, бармау ғына түгел, ауылдан уҡ сығып китте.. Әсәһе ошо осорҙа, улын яҡлап, килене тураһында һәр төрлө уйҙырмалар һөйләй торҙо, ул хәбәрҙәр ипләп кенә Вәлимә ҡолағына төшөү юлын тапты, тик ул ҡыҙын был ғәйбәттәрҙән һаҡларға тырышты. Нисек тә ул кейәүе менән ҡыҙының бергә йәшәүен бик теләй ҙә, күңеленә лә улар бергә булырҙар төҫлө тойола ине. Больницала ун биш көнләп ятты. Гинеколог, уның баланы ауыр табыуын иҫәпкә алып, баланан һуңғы бирелә торған көндө лә егерме дүрт көнгә оҙайтып бирҙе. Балаға өс ай тигәндә, ул эшкә сыҡты. Ауыл халҡының берәүҙәре баланың үҫеүе, кем тип исемләнеүе тураһында ҡыҙыҡһынһа, икенселәре ҡәйнәһе, ире тураһында һорашты. Барыһына ла уның да, әсәһенең дә бер төрлө яуап ине.
– Бала үҫә, ауырымай. Ирем дә килеп тора, Ҡәйнәм дә шат, – тип әйтер булды.
Тик бар өмөт селпәрәмә килде, Ғәлим ҡайҙалыр Себер яғына комсомол путевкаһы менән эшкә киткән тигән хәбәр килде. Вәлимә бер көнө кисләтеп кенә ҡоҙағыйының ауылына барҙы. Барып артыҡ сөсөләнеп тә торманы, һүҙен уратмай, туранан – тура, тейәме, юҡмы, тип таш атҡандай, бик оҙаҡ һөйләне. Бәхеткә ҡаршы, Ғәлим әле китеп өлгөрмәгән,төркөм йыйылғансы, ауылда көтә икән
– Ғәлим кейәү, һин нисек шул тиклем ҡаты күңелле булдың, әллә ҡоҙағый шулай кешеме?. Мин икенсе ауылдан булғас, һеҙҙе артыҡ белмәйем. Тик һине, Ғәлим, Өфөгә Зәбирә янына барғанда күргәнемсә, бик яҡшы егеткә оҡшата инем. Хәҙер ике баланы бер юлы етем итергә булдыңмы? Ярай, өлкәне теле асылғанда, атай тигән кешене күрмәгәс, бик ук белеп тә өлгәрмәне. Белһә, мин баланы килеп алғанда, бер тапҡыр “атай” тип боролоп ҡарар ине. Хәҙер ана дүртенсе йәш менән бара. Хәҙер ул: “Минең атай ҡайҙа?. Ниңә килмәй. Уның кәртешкәһе,ҡайҙа? Мин уның кәртешкәһенә һүҙемде әйтәм. Мин һине яратам, кил, тип әйтәм,” – тей. Мин нимә әйтергә тейеш. Зәбирә күңелен эш менән баҫа. Бәләкәсең дә хәҙер алдаштыра башлар, ә һин шул ғәйепһеҙ балаларҙан ҡасып китеп бараһыңмы?. Ҡоҙағый нимә уйлап тыймайһың.
– Улар араһына ҡыҫылмайым. Ана ҡыҙың артын тыйһын.
–Быны нисек аңларға?
– Ана строитель һөйәренән барып һора.
– Бына ҡайҙа икән уның әтнәкәһе. Зәбирә бер нәмә өндәшмәй бит әле. Кеше һүҙенә ышанмаған булам. Тимәк, бала минеке түгел тимәксеһең. Хәтереңдә тот. Һин ҡайтҡанда, улар ауылдан киткәйнеләр, бер, тиген. Бала туғыҙ ай тулыуға тыуҙы, был ике, тиген. Бала ҡарында туғыҙ айҙан артыҡ ятмай, белмәһәң белеп ҡуй. Кәм ятырға мөмкин. Был- өс. Дүртенсеһе лә булыр. Мин һине судҡа бирәм. Зәбирәң белмәй ҙә ҡалыр. Ныу мин һине ул магистралыңды төҙөргә ебәртмәйем. Унда хөкөмдә булғандарҙы алмайҙар. Шуны онотма, – тине лә, ҡырт боролоп сығып та китте.
Үҙе юл буйына уйланып ҡайтты. Кеше менән ошо йәшенә етеп, бер генә тауыш күтәреп һөйләшеп өйрәнмәгән Вәлимә ҡоҙағыйының өйөндә ҡаты һөйләшә алыуына, берсә аптырап, берсә Зәбирәһе хаҡына барыһын эшләргә әҙер булыуына һөйөнөп алды.
Ғәлимде Зәбирә судҡа бирҙертмәне.
– Әсәй, йөрөмә. Минең рәнйеүем уны алыҫ ебәрмәҫ. Балалар хаҡын Хоҙай үҙе белә. Өләсәй шулай тей торғайны. Йөрөһөн.
– Унда өйләнеп ҡуйһа.
– Өйләнһен. Мин алиментҡа бирмәйем. Алимент түләп, бер хәл килеп сыҡһа, баларыма алимент тип дәғеүә итер. Йәшәрбеҙ әле.
Шулай Ғәлим Себергә китте. Бер нисә йылдан, өйләнеп, кәләше менән ҡайтҡан тигән хәбәр ҙә ишетелде. Был ваҡытта бәләкәй ҡыҙына алты йәш ине. Улы икенсе класты тамамланы. Ул хәҙер атайын һорамай, өндәшмәҫ, йомоҡ балаға әйләнде. Бына шулай яҙмышҡа күнеп, нимәлер өмөт итеп йәшәгәндә генә, урамда уйнап йөрөгән ҡыҙын бер иҫерек егет мотоцикл менән бәреп китте. Больницала уға оҙаҡ ятырға тур килде. Өфө больницаһында баланы дауалаған врач Айҙар Ғиләжевич :
– Зәбирә Ильясовна, балаға ҡан кәрәк, атаһының ҡаны тап килергә тейеш. Һеҙҙеке тап килмәй. Һеҙҙең ҡан дүртенсе төркөм, – тип шылтыратты.
Бына шунда ул беренсе тапҡыр Ғәлимгә баш эйҙе, ҡәйнәһенә килде. Ул ваҡытта Ғалимдың ялы бөтмәгәйне әле. Хәлде һөйләп бирҙе. Ғәлим риза булмағас, кәләше Аня:
– Бар, ҡан бир, тап килмәһә, значит, бала һинеке түгел. Һин үҙең шулай тейең бит, – тигәс, риза булды.
Зәбирә юл буйына күҙ йәштәре менән битен йыуып, таныш булмаған көндәшенә рәхмәтле булып, оло өмөттәр менән өйөнә ҡайтты. Юлға әҙерләнеү һәм Өфөгә юлға сығыу мәшәҡәттәре төнгө йоҡонан азат итте. Таңға улар Ғәлим менән Сибай аэропортында инеләр. Уларҙы килтергән колхоз УАЗ-игы боролоп ҡайтып та китте. Ике сәғәттән улар такси менән килеп, республика больницаһының тупһаһында баҫып торалар ине. Юл еңел үтелде, ләкин бөтә ауырлығы –- улар юл буйына, ошо тупһаға килеп еткәнсе, бер береһенә һүҙ ҡушыу түгел, ҡалҡып та ҡараманылар. Ярай Зәбирә, ә бына яратам, икебеҙ өсөн дә һөйөүем етәсәк тигән Ғәлимгә хатта иң иманһыҙ, кешелекһеҙ кеше лә шаҡ ҡатыр ине. Был юл улар өсөн ер өҫтөндәге тамуҡты үтеү менән бер булды. Зәбирә был тамуҡты ла үтергә, ҡыҙы Ғәлиә өсөн барын кисерергә әҙер булды..
Зәбирә, юлға сығыр алдынан улы Зәбирҙең борсолоуын хәтеренә төшөрөп алды. Ул да өләсәйе, әсәһе ыңғайына йоҡламағайны. Юлға сығыр алдынан ишектән инеп килгән Ғәлимде күреп:
– Һеҙ ҙә әсәй менән бергә бараһығыҙмы? Атыу әсәйемә ярҙам итегеҙ инде, сумкаһы ауыр, –тип әсәһе тураһында балаларса хәстәрлек күрһәтте, әҙерәк уйланып торҙо ла, – Минең өләсәйем биргән аҡсаларым бар, йыйғайным. Шуны һеҙгә бирәм. Әсәйемдең аҡсаһы бөтһә, уға бирерһегеҙ. Минән алманы. Биргәйнем. Өләсәй әйтә “ҡала аҡсаны ашай ғына ,“ – тей,– Шуға һеҙгә бирәм. Ипләп кенә үҙегеҙҙеке тип бирерһегеҙ. Атыу алмаҫ ул, мине һатмағыҙ, йәмегеҙ. Һеңлемде лә, әсәйемде лә йәлләйем. Һеҙ ҙә шул балнисҡа барағыҙмы? – тип, күңелһеҙ генә итеп туҡтап ҡалды.
– Ярай һуң, – тине, нимә тип әйтергә белмәй.
Улы менән биш йылдан һуң беренсе тапҡыр шулай осрашты. Зәбир уны бөтөнләйгә танымай ине. Алғы бүлмәлә йөрөгән Вәлимә өләсәһе:
– Балаҡайым, ярай инде, юлға сығыр кешеләрҙе йөҙәтмә. Ана машина килде. Ултырышайыҡ. Мин һеҙҙең өсөн доға ла бағышланым. Хызыр Ильяс юлдаш булһын. Алла насип итһә, көлөп- йылмайып, шатлыҡ менән ҡайтығыҙ, – тине.
Улар юлға шулай сығып киткәйнеләр. Зәбирәнең бер ауыҙ һүҙе сыҡманы. Улы менән дә башынан һыйпап, күҙ йәштәрен саҡ тыйып һаубуллашты.