

... Әсәй үлде, бөгөн уның ҡырҡын уҡыттыҡ та, атай( мөмкин булһа, шулай тейем), әсәйҙең хатын дауам итеп, мин һиңә хат яҙам. Миңә инде ун дүрт йәш тулды. Етенсене тамаланым. Әлегә өләсәй менән торам, тик ул олатайҙы яңғыҙ ҡалдырғыһы килмәй ҡайтам, тип тартҡылаша. Әсәй миңә үлмәҫтән бер өс көн алда һеҙгә йәшәргә барырға тәҡдим иткәйне. Зәбирә ( ҡатынығыҙ) бик һәйбәт кеше тигәйне. Әсәй һине шул тиклем яратҡан. Көндәлектәренә лә шул турала яҙған. Уның сумкаһында гел генә һеҙҙең һәм әсәйегеҙҙе фотоһы йөрөнө. Тик миңә кемдәр икәнен әйтмәне. Мин паспорт алғанда ғына тыуыу тураһында таныҡлығымды күрҙем, хатта шул документты ла минән йәшергән. Үҙе үлгәс, әйберҙәрен аҡтарғанда бөтә документтар араһында һеҙҙең һәм әсәйегеҙҙең фотоһы бар ине. Миңә тик етенсе класты бөткәндә генә күрһәтте. Унда ла үҙенең төҙәлмәҫлек ауырыуға юлығыуы ғына сәбәп булды. Үҙе шулай тине. Ул үҙе үлгәнсе, һеҙҙең турала белдермәҫкә һүҙ биргән. Шулай булғас һеҙ миңә таныш булмаған кеше булып ҡалдығыҙ. Шулай ҙа әсәй үлгәндән һуң мин күп уйланым...
Мин һеҙҙең менән танышырға хаҡым барҙыр, тигән уйҙан ошо хатты дауам итеп тамамларға булдым.
Минең өләсәй, олатайымдан башҡа туғандарым юҡ. Тик улар ҡарт инде, туҡһан йәшкә етәләр инде. Уларҙы әсәйҙең апаһы ҡарай. Мине детдомға тапшырырға теләйҙәр....
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?.. Бәлки беренсе тапҡыр, миңә атай булараҡ, яуап яҙырһығыҙ. Былай һеҙҙе мин көтмәйем. Һеҙ инде әсәйҙе онотҡанһығыҙҙыр ҙа инде... Улай һорағанға ғәфү итегеҙ. Әсәйҙең һөйләүе буйынса, һеҙ минең атай. Әсәйем ике балағыҙ өсөн һеҙҙән баш тартҡан. Унан килеп ул һеҙҙе шул ике бала менән ҡатынығыҙ алдында ғәйепле тип иҫәпләй. Шуға күрә мин һеҙҙән ҙурҙы өмөт итергә лә ҡурҡам. Шулай ҙа әсәй һеҙҙе ярата ине. Мине шуның өсөн дә саф башҡортса өйрәтте, үҙе лә таҙа һөйләшә. Әсәйҙән бер һорағайным. Ниңә беҙ олатай, өләсәй кеүек русса йә татарса ғына һөйләшмәйбеҙ, тип. Ул атайыңдың телендә һөйләшәбеҙ, тине.Тимәк, әсәй һеҙҙе үлгәнсе хыянатһыҙ яратҡан. Кейәүгә лә сыҡманы.Уға саҡ ҡырҡ ике йәш булыр ине. Теге ваҡытта һеҙҙән баш тартҡанда ул бигерәк йәш булған. Өләсәй әйткәнсә, “ исключительно умно поступила”. Мин дә һоҡланам., ләкин ул минең етемлекте һиҙҙермәне. Мин үҙемде хәтерләй башлағандан алып һеҙҙең фото менән әсәйегеҙҙең фотоһын ҡарап үҫтем. Үҙемде етем тойманым. Ҡайҙалыр мин белмәгән ерҙә атай, өләсәй бар тип йыуандым...
Ярай хатты тамамлайым. Был хатты мин әсәй ҡушыуы буйынса, уның яҙа башлаған хатын тамамлап үҙем яҙҙым. Әсәйҙең һуңғы көндәрендә бөтөнләй хәле булманы. Врачтар уны комаға китеп берәй аҙна, бәлки унан да күберәк ятыуы ихтимал, тигәйнеләр. Тик әсәйем оҙаҡ комала ятманы, өс кенә көн ятты. Ул үлгәс, әсәй биргән адрес буйынса ебәрәм. Яуап көтә алмайым, сөнки һеҙҙең үҙ ҡарашығыҙ. Хат яҙығыҙ, тип әйтергә баҙнат итмәйем. 1986 йыл 20 май.”
Зәбирә хатты уҡығас, бер килке урынынан ҡыбырҙамай ултырҙы, унан ҡапыл торҙо ла:
– Ғәлим, председателеңдән һора ла юлға сыҡ, алып ҡайт Галинаны. Детдомға биреп ҡуйырҙар. Аняның теге ваҡытта изгелеген минең оноторға хаҡым юҡ. Һиңә лә шулай булырға тейеш. Башҡаса булыуы мөмкин түгел.
Зәбирәнең ошолай ҡабалан эш итеүе бынан һуң да бер нисә тапҡыр ҡабатланасағын әле ул был минутта белмәй ине әле. Иртәгеһенә ул Ғәлимде Себергә оҙатты һәм өйөндә тағы ла үҙе өлөш индереп тәрбиәләйәсәк ҡыҙ балаға бүлмә йүнәтергә тотондо. Был инде Армиянан һуң институтҡа уҡырға ингән улы Зәбирҙең бүлмәһе ине. Зәбир хәҙер тик ҡышҡы каникулында ғына ҡайта, ҡалған ваҡытын практика булыр тип, эш булған больницаларҙа эшләп үткәрә. Инде өс курсын тамамланы, әле генә хәбәр итеүенә ҡарағанда, ул яман шештәрҙе дауалау буйынса практика булыр тип Тимер юл туҡталышы янындағы больницаға эшкә урынлашҡанлығы тураһында хатҡа яҙған ине.
Аняның ҡыҙын алып килеүен ҡәйнәһе башта өндәшмәйерәк , ризаһыҙлыҡ ғәләмәттәре сағылдырып ҡабул иткәйне, әле бына кисәнән бирле йөҙө асылды. Ваҡыт- ваҡыт Аняны йәлләп тә ала. “ Әрәм булған икән йәшләй генә,”– тип ҡуя башланы. Баҡтиһәң, ул һаман да шул бала, уның әсәһе тураһында уйланып йөрөгән икән. Бөгән дә ишеткән хәбәренән һуң:
– Ҡәйнәм, тағы бер ейәнсәреңә бүлмә әҙерләнек, – тине, шатлығын йәшерә алмайынса.
Ул һаман да ҡәйнәһенең ошо көндәрҙә асыҡ йөҙ күрһәтмәй йөрөгәненә ҡайғыра ине. Нисек итеп Галинаны бер ғаилә кешеһе итеп тәрбиәләргә?.. Өйҙәге ике төрлө мөнәсәбәтте күреп, күңеле туңмаҫмы?.. Балалар үҙҙәрен нисек тотор, тиеберәк уйлана ине.
– Күп уйландым әле, килен, күүп. Барыһы ла минең шул тупаҫлығым, улымды ҡыҙғанып ғәләмәтләнеүем, үҙ туҡһаным туҡһан була, тип йөрөүем генә ошо хәлгә килтерҙе, тиеберәк уйлайым. Арымдан бирем яҡын минең. Кәртәле ергә мин дә сиратҡа ҡуйылғанмын. Кем белә – ҡасан килерен ул сираттың – бөгөнмө иртәгәме, тигәндәй... Тере кеше тереклеген итә, тигәндәй, яйы сыҡҡанда, килен, Ғәлим ҡайтмаҫтан алда һөйләшеп алайыҡ.
Зәбирә нимә тиергә белмәй баҙап ҡалды. Ярай әле, шулай уйланып торғанда ғына, көтмәгәндә, уйламағанда ғына Ғәлиә өйгә атылып килеп инде. Улар икеһе лә аптырап Ғәлиәгә ҡаранылар, ә уның уларҙа эше юҡ кешеләй һөйләнеүе туҡтаманы.
– Көтмәнегеҙме, ә мин шулай көтмәгәндә ҡайтырға яратам. Нимәгә тейегеҙме? Потому что шул ваҡытта мин тәңре ҡунаҡ булам, тимәк, миңә һеҙ ҡырын күҙ менән дә ҡарай алмайһығыҙ. Йүгереп йөрөп икегеҙ бер юлы уҙышырға сыҡҡан ярыш кешеһендәй хөрмәт күрһәтәһегеҙ. Ә мин һеҙҙең шулай сағығыҙҙы яратам. Яраай. Шаяртам бит. Йә инде, ҡосаҡлашып һағыныуҙы баҫайыҡ әле, – тип, ҡоласын йәйеп Хөснә әбей менән, унан әсәһе менән күрешеп алды ла, шунан ғына өҫ кейемдәрен сисеп элде.
– Ниңә улай хәбәр- хәтерһеҙ генә ҡайтырға булдың әле, әллә берәй ҡабалан эш сыҡтымы?
– Во- первых, һағындырҙы, во- торых бер эш килеп сыҡты. Иртәгә мин уҡыған ерҙән уҡытыусылар осрашыуға киләләр.
– Ниндәй маҡсат?
– Әсәй, өйҙә шул чиновник кеүек һорау алма әле. Өйҙәгесә һөйләшәйек. Һин өйҙә депутат түгел, ивет.
Зәбирә ҡәйнәһе алдында уңайһыҙланып, уға ҡалҡып ҡараны. Уныһы бая өҙөлгән хәбәр тураһында уйланамы, иғтибар итмәгәнгә оҡшай, газ янына килеп, сәй улытыртырға әҙерләнә. Боролоп ҡараны ла:
– Әләй ҙә генә ҡайттың. Бына өй яҡтырып ҡалды, – тине.
– Элек ҡараңғы булған. Значит, тағы ауыҙығыҙ йоҙаҡта, йә һыу уртлағанһығыҙ. Атай ҡайҙа? Һөйләшергә ул да юҡмы? Икегеҙ ике бүлмәлә тик ултырағыҙмы әллә?
– Шулайыраҡ, балам. Ошо арала шулайыраҡ булып китте. Бына әлдә һин ҡайттың, – тине өләсәһе.
Был юлы ул ейәнсәренең урыҫса ҡушып һөйләүенә лә иғтибар итмәне, былай ҡайтҡан һайын шул урыҫ һүҙҙәренә бәйләнеп бер була ине. Сибай Сибай инде, ҡала бит тип кенә уйланы.
Ул Зәбирәләр бында күсеп килгәне бирле үҙен Зәбирә алдында түгел, ә Ғәлиә алдында ғәйепле тойғандай, уның йылы ҡарашын алырға тырышҡандай ҡылана. Үҙенең ауылдағы серҙәш- әхирәтенә лә ошо турала һөйләгән ул.
– Мин бит килендән бигерәк, Ғәлиә менән Зәбир алдында үҙемде ғәйепле тоям. Уларҙы етем итә яҙҙым бит. Аталы бала – өлөшлө бала, мин уларҙы атай өлөшөнән мәхрүм итә яҙҙым. Был ғәйеп мине ғүмер аҙағына тиклем оҙатыр инде, – тип тә һөйләгән.
Зәбирәнең ҡәйнәһе бер яҡтан ҡарағанда бик халыҡ йолаһын үтәп йәшәгән кеше ул. Уның белмәгән мәҡәл әйтеме юҡтыр. Уйламағанда ғына боронғо һүҙҙәрҙе лә ҡуллана. Һораһаң – ихлас итеп аңлатып та бирә. Хатта бер тапҡыр үҙҙәренән күпкә алыҫ булған Көнтөшмәҫ ере тураһында ла ҡыҙыҡлы ғына һөйләшеү булып алды. Зәбирә ул алыҫ ерҙәге урынды ҡайҙан белеүен һорағас:
– Минең әсәйем шул Көнтөшмәҫтә бесән сабып, Бейек ҡырҙағы йәшәгән ырыу тоҡомонан бит.
Ә ул былайыраҡ килеп сыҡты. Ул көнө көн бик болотло ине. Зәбирә депутаттар сесияһынан һуң ғына ҡайтып инде, өйҙә ҡәйнәһе ҡоймаҡ бешерә, үҙе:
Бер әйләнһәм, Көнтөшмәҫкә барып
Һағыныуҙарым минең бөтә лә.
Белгән булһам, бынан ҡайталмаҫым
Килмәҫ инем аҫам тиһә лә, –
тип моңло ғына итеп йыр һуҙа.
Ҡәйнәһенең моңло йырын ул аҙағына тиклем ишек янындағы ултырғысҡа ултырып тыңланы. Йыр тамамланғас, ул ҡәйнәһенән һорай ҡуйҙы.
– Ҡайһылай моңло йыр. Көнтөшмәҫе ул беҙҙән алыҫ ятҡан Нуғай ауылындағы бесәнлек түгелме һуң?
– Эйе. Ул ер минең әсәйемдең тыуған яғы бит. Уны атайы көсләп бына шул минең атайға биргән. Уныһы шул граждандар һуғышы осоронда ауылдан аша үткәндә күреп ҡалған да, өйҙәрен билдәләгән. Һуғыштан имен һайтһам аласаҡмын, тип үҙенә һүҙ биргән, имеш. Минең атай бик ҡыҙыу холоҡло ине ул. Егерме бишенсе йыл башында, әсәйемә ун ете йәш кенә булғанда, барған да үҙенең ҡыҙыу холҡон күрһәткәндер инде. Әсәйҙең атаһы ҡурҡышынан ҡыҙын илата- илата биреп ебәргән. Хатта туғандары ла белмәй ҡалған. Утыҙ беренсе йылда атайҙы халыҡ дошманымы, кулакмы, белмәйем нимәгәлер ҡулға алғандар. Мин тыуып ҡына ҡалғанмын. Минән алда ике балаһы булыр ине. Әсәй һөйләүе буйынса. Атай ҡыҙыу тинем бит. Бына шул әсәйҙе йәлләп тормаған. Ауыр эш менән ике улын да юғалтҡан. Мин бәлки ҡыҙ булғанға тороп ҡалғанмындыр, кем белә инде. Ҡатын- ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы араһында береһе гел уға йәнен һаҡлап ярҙам итә, тей ине әсәйем. Атай шул китеүҙән ҡайтманы, ә бына миңә ҡылығын биреп ҡалдырған, әсәй әйтеүе буйынса шулайыраҡ. Әсәйемде лә ул теге Көнтөшмәҫ яғына ҡайтармаған. Һуғыш бөткән йылы әсәйем ауырый башлағас, минән шул яҡҡа алып барыуҙы һораны.
– Алып барҙығыҙмы?
–Эйе. Беҙ йәйәү барҙыҡ. Әсәйҙең ныҡ ҡына хәле бөттө. Мин дә председателдән һорамағайным. Улай алыҫ булыр тип тә уйламаным. Ә ул ана егерме биш километрҙан ашыу булды. Беҙгә Баймаҡ районының Юлыҡ, Ишберҙе, Йылым яҡтары ғына яҡын икән.
– Ҡайтҡас, председатель нимә тине?
– Нимә эшләһен, өҫтәп һыйырҙар бирҙе, егерме урынына мин утыҙҙы һауырға мәжбүр булдым. Уны өлгөртөү өсөн башҡаларҙан алдараҡ бара инем. Ҡайның да өндәшмәне.Шулай ҙа председателде кемеһелер һуғыш йылындағы кешегә күрһәткәндәрен яҙып районға ялыу биргән. Исеме билдәһеҙ. Тик илленсе йылдар ине, шикелле, ҡулға алдылар. Бер уйлаһаң артыҡ зыяны ла булманы инде. Шул ҡайһы бер балаларға йәш өҫтәп яҙып кемеһен ФЗО- ға, кемеһен трударме тип ебәрҙеләр. Шуны ғына тапҡандар шикелле. Сәүит рәйесен дә алғайнылар, уныһы илле алтынсы йылда ғына ҡайтты. Тегенеһе шул бер йыл йөрөнө шикелде. Үлгәнсе кеше менән аралашмай йәшәп көн иттеләр икеһе лә. Уларҙың хәлен белеүсе лә булмағандыр, кем белә инде. Минең әсәйҙе ҡараған мәл, етмәһә, Ғәлимдән һуң бала таба алмай ыҙаланым. Аҙаҡ ҡайның да мин дә күндек инде. Тик ҡайныңдың икенсе бисәнән ике балаһы бар. Уны ла ауырый башлағас ҡына әйтте. Теге ҡатын да оҫта йәшерә белгән. Ул ана шул Яфанкиндан ине. Балаларын да белмәнек, нимә эшләгәндәрҙер. Былай Сәлим ҡайның утын, бесән менән ярҙам итеп, ваҡыты менән аҡсалата ла ярҙам итте, шикелде. Ҡайның үлгәс, балалары ерләшергә килделәр. Ике ул ине. Тик Ғәлим улар менән аралашырға теләмәне, минең өсөн барыбер, тип уйланым. Хәҙер ҙә уларҙың яҙмышын белмәйбеҙ. Икеһе лә Ғәлимдән кеселәр. Үлер алдынан ҡайның бик аҙарынып үтенде, шул балаларҙы туған ит, тип. Тик бына Ғәлим уны тыңламаны. Шул инде. Әсәләре үлгәндә былай барҙы. Ҡайтҡас, “ Әсәй, ул атайҙан ун йәшкә өлкән,кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ булған,” – тине лә, хат бирҙе. Мин ул хатты шул көйө һалып ҡуйҙым.Уҡыманым. Ул әле лә шул көйө ята. Мин Сәлимде ғәфү итә алманым. Әсәйем әйтмешләй, атайымдың холҡо өҫтөнлөк итте. Ғәлимдә лә ул холоҡ сарпылған ул.
– Әсәйегеҙ тыуған яғына барғас ни эшләне?
– Әсәйемде бик ауырлыҡ менән ауылына алып барҙым. Атаһын ул да ғәфү итә алманымы, әйтә алмайым, тик әсәһе менән бик оҙаҡ, илай- илай һөйләштеләр. Өләсәй миңә бер һөргөнгә ебәрелгән килененән ҡалған һырғаһын, шуның килен булып төшмәҫ элек яратып йөрөгән егетенең бүләге- көмөш беләҙекте бирҙе. Мин уны әле лә әсәйемдең әсәһе- өләсәйҙең, инәйҙең иҫтәлеге итеп һаҡлайым. Һуғыш йылы уны йыйғандар бит, өләсәй уны баҙға күмеп алып ҡалған.
– Унда оҙаҡ булдығыҙмы?
– Беҙ унда бер аҙна булдыҡ. Әсәйем эй ҡыуанды. Атаһы менән артыҡ һөйләшмәһә лә, әсәһе, башҡа туғандары менән һөйләшеп һүҙе бөтмәне. Атаһы ныҡ ҡына ҡарт ине. Әсәйем, бәлки иң кесеһе лә булғандыр. Әйтә алмайым. Улар үҙ ара һөйләшһен тип, мин һүҙгә ҡушылманым. Өләсәйҙең эштәрен эшләнем. Аҡланым, йыуҙым, һеперҙем тигән шикелде.
– Ана бит, тыуған яҡтың һауаһы ла башҡасараҡ, йәнгә шифа бирә. Ризыҡ тәме лә тыуған яҡта тәмлерәк, балам. Элегерәк ҡайтып йөрөгән булһаҡ, ауырымаҫ та инем, – тине.
Уны ат менән бер инәһенең улы алып килде. Ҡайтҡас, беҙ уларҙы барыһын бергә саҡырып алдыҡ. Улар ҙа беҙҙең тәбиғәткә һоҡланып “ Һеҙҙә тәбиғәт башҡасараҡ, йәнлерәк, тәнгә йылы биргән кеүек” , – тинеләр. Ҡайның “Ҡышҡыһын бынан башҡа яҡҡа сығып китеүе ҡыйын инде. Юл ябыла ла ҡуя,–” тиһә лә , барыбер маҡтанылар. Бына шулай, килен, әсәй, үлһәм дә бер күреп үләйем тип, егерме алты йылдан һуң ҡайтып күрҙе шул. Кем белә инде. Әллә – йүкә, әллә ҡайыш өҙөлә. Былай әсәйем ҡайтҡас, шул дәрте менән тағы бер йыл эй күңелләнеп йәшәне. Шул тиклем йәшәгеһе килеп китте ул. Уға бит ҡырҡ дүрт кенә йәш ине бит. Бына мин хәҙер алтмышты үттем, етмешкә етеп киләм, – тип, тынып ҡалды.
Бына шунан һуң улар артыҡ асылып һөйләшмәһәләр ҙә, бер- береһенә рәнйетерҙәй ҡылыҡтарын күрһәтмәнеләр.
Дауамы бар