

Таныш булмаған таныш
Аняның ҡыҙын алып ҡайтып мәктәпкә туғыҙынсы класҡа ултыртып уҡыта башлауҙарына ла байтаҡ ваҡыт үтеп китте. Өйҙә өс уҡыусы, ҡырҙа ике студентты кейем менән дә ризыҡ менән дә тәьмин итергә кәрәк. Хәҙер Галина менән ҡәйнәһе пенсияһының 90 һумға етеүенә ҡыуанып йөрөй, береһе- әсәһеҙ ҡалыуына, икенсеһе ҡартлығына пенсия ала ине. Галина килеп йәшәй башлағас, ҡәйнәһе бөтөнләй үҙгәрҙе. Элекке асыулы ҡарашы юғалды, уның урынына килененә ярарға тырышыу ҡылығы күренде. Зәбирә үҙе лә был хәлдән уйңайһыҙланып китә. Элек бар эшен ҡәйнәһенә ярарға, һүҙ ишетмәҫкә тырышып эшләй ине, хәҙер киреһенсә. Өйҙә уйламағанса тыныслыҡ урынлашты. Хәҙер Зәбирә үҙен өйҙә иркенерәк ҡыланып. хужаларса йөрөргә күнегә башланы. Ғәлиә кеүек Галина ла уның да, өләсәһенең дә бар эшен тип әйтерлек ҡулынан алып эшләргә тырыша. Теге ике бәләкәсе лә уға ныҡ эҫенделәр. Ялдарында ҡайтып ураған Ғәлиә лә тиҙ генә өйрәнде, тик ниңәлер исеме менән әйтмәй йә “Себер ҡыҙы”, йә “Сибирячка “ тип өндәшә. Бәләкстәр ҙә шулай өндәшергә булғайны, Зәбирә уларҙы ныҡ тыйҙы. Шулай арыу ғына йәшәгән мәлдә, Ғәлиә ялға ҡайтты ла:
– Әйҙәгеҙ Галинаға мулланан яңынан исем ҡуштырайыҡ та , документында ла төҙәттерергә судҡа бирәйек. Шулай мөмкин, тиҙәр бит. Мин бер юристан шуны һораным. Артыҡ ҡатмарлы итмәй генә уға Ғәлимә тип исем ҡуштырайыҡ.Беҙҙекенә лә оҡшаш. Галина Ғәлимовна булмай, Ғәлимә Ғәлимована була.
Барыһы ла тын ҡалды, дөрөҫөрәге һәр кем үҙенсә уйланғандыр, хатта ике бәләкәс тә өндәшмәй ҡалдылар.
Иң алда Хөснә әбей телгә килде.
– Әлбиттә шулай итәйек. Минең телем әйтә алмай ыҙалай ине, әйтеүгә хатта хут булыр.
– Шулай эшләйек. Исемдәр төрлө телдә булғас, ят кешеләр әллә нимә уйлар. Мин риза.
– Әсәй бит һинең исемгә, Ғәлиә апайҙың исеменә оҡшашыраҡ булһын, ҡартатайҙар ҙа риза булһын, тип ҡуштырған бит ул, – тип, бәләкәсе ҡулдарын сәпәкәйләп ҡуйҙы, тик уны аңламай, ҡарашып алдылар.
Ғәлимә исеменә туҡтап ҡалғастар:
– Әһә, беҙ күптән биргән исемде һеҙ яңы алдығыҙ, – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.
Зәбирә барыһынан ҡәнәғәт булып, күңелле генә итеп йылмайып ҡуйҙы. Шул ваҡыт, уны күҙәтеп торған Ғәлим:
– Зәбирә Ильясовна ла риза. Иртәгә үк эшләрбеҙ, – тине, – тик исемде әсәй ҡуша, ул һиҙҙермәй генә хәҙер доғалар уҡый, ураҙа тота, намаҙ уҡый, кешегә йәүкәләп тормаҫбыҙ. Уҡыуы ла икенсе урында, – тине лә, – Тамаҡ ялғап алыр өсөн семейный совет ябылды, тип ҡуяйыҡ, – тине.
Был хәлдән арыу ғына ваҡыт үтте. Ике бәләкәс тә нимә тип әйтергә белмәй йөрөйҙәр ине, апай тип әйтергә лә өйрәнделәр. Бына шулай көтмәгәндә ул биш бала әсәһе булып ҡуйҙы. Уны үҙҙәренә ҡыҙлыҡҡа алып документ йүнәттеләр.Тик бына паспортын ғына Ғәлимәнең үҙенең ҡарамағына ҡалдырҙылар. Унда әсәһенең фамилияһы тора.
Ғәлиәһе Сибайҙан ике аҙнаға бер ҡайтып тора. Ул уҡытыусылыҡҡа уҡый, быйыл тамамларға тейеш. Бер сессияһы ҡала инде.Ошо арала практикаға ҡайтырға тейеш тип көтә. Үҙенең янында, ауылда практика үтһә арыу булыр ине, ләкин ҡайҙа практикаға ебәреүҙәре билгеһеҙ. Үҙе бер ҡайтҡанында:
– Мин Йылайыр, йә Юлдыбайға барып практика үтәм. Бер иптәш ҡыҙымдың әсәһе уҡытыусы. Исем дә биргәндәр эш һөҙөмтәһе буйынса, ярҙам алырға тура килһә, тәжрибәле уҡытыусы бит, – тигәйне.
Шуға үҙҙәренең ауылына артыҡ көтмәйҙәр.
Шулай барыһы тураһында уйлана- уйлана эшләп йөрөгәндә, өйҙә телефон шылтыраны ла Зәбирәне тертелдәтеп алды:
– Әсәй!. Был мин Йылайырҙан шылтыратам. Бында һиңә бер апай барам, тей. Бик күргем килә, тине. Мин әле Йылайыр мәктәбендәмен. Иптәш ҡыҙымдың әсәһе менән һөйләшергә килдем. Үҙем Юлдыбайға барам практикаға. Шунда ҡағыҙ бирҙеләр. Ҡыҫҡаһы, эшкә лә шунда барасаҡмын. Ә теге апай менән һеҙ, моғайын, таныштарһығыҙҙыр. Шуға һиңә алдан хәбәр итеп торам.Ул һинән йәш ул, тик минән бер ун йәштән ашыу өлкәнерәк.булырға тейеш. Барһынмы?. Беҙ таныштар тине, – тип телефондан Ғәлиә шылтыратты.
Эйе, таныштарҙыр инде. Рөхсәт һорап килгәс, тик шул ғына. Ташбулаттың кинйәһе генә. Теге йылдарҙа ул ҡабат осрашмаҫҡа вәғәҙә биргәйне бит. Тағы ниңә икән,тип уйға ҡалды.
... Ҡапыл теге йылдағы бер көн “ҡып” итеп иҫенә килеп төштө. Ул, эш ваҡыты тамаланып, ҡайтырға йыйына ине. Бүлмәгә ят бер ҡыҙ килеп инде. Йөҙөнә ҡараны ла, ниндәйҙер таныш һыҙат күргәндәй булды, шулай ҙа ситтән килгән ҡунаҡ- фәлән булмаһа, тип уйлап ҡуйҙы. Ул хәҙер байтаҡтан бирле ауыл халҡын фельдшер булараҡ хеҙмәтләндергәнгә күрә, барыһын да таный ине. Тик был йәш кенә мөләйем йөҙлө ҡатын, ҡайһы яғы менәндер таныш һыҙатты хәтергә төшөрөп тора. Кемде? Ул үҙе лә шулай уйлап ҡуйыуына аптырап ҡуйҙы.Ҡайһы яғы?. Йөрәген оҙаҡ ваҡыт йоҡлаған шеш ҡапыл шартлағандай ауырттырып алды. Күңеленән генә, мин Ишбулатты һаман онота алмайым шул. Был минең йөрәк ярам ҡуҙғалды, тип уйларға мәжбүр булды. Был йәш ҡыҙ, ул нимәлер уйлап өлгөргәнсе, хәбәрен дә башланы:
– Мин һеҙҙе йөҙөгөҙгә ҡарап улай ҡаты кеше тип уйламаҫ инем, тик һеҙ минең ағайыма ҡарата бик ҡаты яғығыҙҙы күрһәткәнһегеҙ. Әле мин ун йылға яҡын уның һуңғы хатын үҙем менә йөрөтәм, һәм ул ағайымдың һуңғы сәләме. Ул сәләм беҙҙең ғаиләнең барыһына ла ҡағыла .шуға күрә мин уны бер кемгә лә күрһәтмәй (ул ағайымдың үтенесе), үҙем менән йөрөтәм. Тик был юлы мин ул хаттан ҡотолорға булдым, көсөм етмәй. Унда ағайым Ишбулаттың йөрәге ятҡан кеүек, ә мин уны күтәреп йөрөйөм һымаҡ. Хәлегеҙҙән килһә, һеҙ уны алығыҙ. Утҡа яғағыҙмы, йыртып ташлайһығыҙмы,һаҡлайһығыҙмы, тик мин уны һеҙгә ҡалдырам, – тине лә, өҫтәлгә таушалып һәм һарғайып бөткән конвертты һалды, – Мин уны әллә нисә тапҡыр уҡып ятлап бөттөм, тик туғандарҙың береһе лә белмәй. Алығыҙ һеҙ уны. Минең ул хатты юҡ итергә лә көсөм етмәй. Аңлата ла алмайым. Уны йөрөтһәм, минең ағайым тере кеүек, тип хис итә инем элегерәк. Хәҙер уны юҡ итһәм, уны үлтерермен кеүек. Көсөмдән килмәй. Аңлайһығыҙмы?. Миңә хәҙер егерме алтынсы йәш. Ике балам бар. Иремә һөйләр инем, тик ул берәй ҡыҙмаса сағында ысҡыныр, тип уйлайым. Ағайымдың үтенесен һанламау булыр. Ул миңә ышанып яҙған бит.
Зәбирә бер һүҙ ҙә өндәшә алманы. Ҡапыл ғына тамағы кипте, аптырап өҫтәлдәге графиндан һыу һалып эсте.
– Бына һеҙ ҙә ҡаушап киттегеҙ, тимәк, яратҡанһығыҙ. Тик һеҙ икегеҙ ҙә бер нәмәне күҙ алдында тотоп, ағайым менән аҡыллы һүҙ алып бармағанһығыҙ, аңлатмағанһығыҙ, ышандыра алмағанһығыҙ. Һеҙ бит бер туғандар – бер ата балалары. Ағайым да сабырһыҙланған. Донъяла күпме шундай яҙмыш. Бик күп. Был турала мин шул хатты алғандан ҡыҙыҡһынам. Бына иптәшемдең ауылынан бер туған малай менән ҡыҙ һуғыштан һуң икеһе ике детдомға бирелеп, бер интернатта аҙаҡ белем алғандар. Береһе етене бөткәс, дорожный техникумға ингән, ҡыҙыҡай университетҡа уҡырға ингән. Аҙаҡ өйләнешкәндәр.Тик иң аяныслыһы улар үҙҙәренең бер туған булыуҙарын ике бала булғас, уларҙың ата- әсәһен белгән кеше менән осрашҡандан һуң ғына беләләр. Тик инде улар балаларҙың береһе зәғиф булһа ла, яҙмыштарын үҙгәртмәйҙәр. Бер туғандар, бер бөтөн булып йәшәйҙәр. Улар тыуған яҡтарына ҡайтмайҙар. Мин был турала иремә кейәүгә сыҡҡас белдем. Уларҙы белгән кешеләрҙең береһе ҡәйнәмдең бер танышының ҡоҙағыйы булып сыҡты. Уйлай башлаһаң аңларлыҡ түгел, бик сырмалсыҡ. Йәшермәйем,ҡыҙыҡһынып, Ырымбур яҡтарына барып, уларҙы ла күрҙем. Юҡ улар трагедия яһамағандар. Матур итеп донъя көтәләр. Мин бына шунда һеҙҙең икегеҙҙе лә ғәйепләп, хатта әсәйҙе ҡайғыға һалған ағайҙы күралмаҫ сиккә еттем. Бына ул мин аңларға, ҡабул итергә теләмәган ваҡиға һәм артабан һаҡларға теләмәгән хат. Барыһына ла кеше үҙе ғәйепле. Атай язаһын алған... Был хәлдән һуң тыныс ҡына йәшәп китеп булмаймы? Атай төрмәлә йөрөп ҡайтҡан. Аңламайым, – тине лә тынып ҡалды.
Был йәш ҡатын өҫтәлгә һалған хатты алып, күңеленән генә тағы миңә ошо кеүек хат килмәһен ине, тип уйлап ҡуйҙы ла уҡый башланы. Йәш ҡатын ишек төбөндәге ултырғыста уны көтә, ҡалҡып- ҡалҡып йөҙөнә ҡарай. Зәбирә хатты яйлап һәм эске тулҡынланыу менән уҡығаны сағыла. Ул берсә ҡыҙарынып, берсә ағарынып китә ине.
“Әсәй, минең был аҙымым һиңә ҙур ҡайғы килтереүен аңлайым, тик мин башҡаса булдыра алмайым. Атайым йылдар үткәс булһа ла минең яҙмышымды зәғифләне. Мин ундай яҙмыш менән ғүмер буйы һөйгәнемдән айырылып, ун һағыныуҙан, уны яратып та бергә була алмауымдан һарғайып үлер сиккә етеп йәшәй алмайым. Ундай йәшәү булмай.
Әсәй, мине ғәфү ит! Һин бер тапҡыр ҙа атай тураһында һөйләмәнең, һуғышта булған, тик уның бер генә миҙалы ла булманымы, беҙ күрмәнек. Беҙ барыбыҙ ҙа ауылыбыҙҙан ситтә йәшәп белем алдыҡ. Беҙ атайлы, әсәйле булып, тере етем кеүек үҫтек. Шулай ҙа миңә һеңлем дә, ағай, апай туғандарым яҡын. Уларҙы, һине яратып был тормош менән хушлашам. Ғәфү итегеҙ.
Зәбирә һеңлем( шулай яҙырға булдым), мин һине ташлап киткәнгә ғәфү ит. Мин һинең әсәйеңдең, өләсәйеңдең, Вәлимә апайҙың аяныслы яҙмышын йөрәгемә һыйҙыра алмайым. Барыһына үс итеп, бергә ҡалайыҡ, тиһең. Быны эшләргә көсөм етмәй. Мин атайымдың ҡылығы өсөн ғәрләнәм. Ул һеҙҙе генә түгел, беҙҙе лә бәхетһеҙ иткән бит. Хуш бул, һөйөклөм. Мин кешеләр ҡайтмаҫ ергә китәм. Бәхил бул!..
... Башҡа кеше менән яҙмышымды күҙ алдына килтерә лә алмайым. Кемделер үҙем менән бергә бәхетһеҙ итә алмайым...”
Зәбирә уны үҙе менән өйөнә алып ҡайтты. Киске офоҡ ҡыҙарыуға Ғәлим эштән ҡайтты, бергәләп сәй эстеләр һәм был йәш ҡатынды улар Ишберҙегә әсәләренә алып барырға тип, колхоз машинаһы менән юлға сыҡтылар. Шулай ҙа был юл улар өсөн хәйерһеҙ булып сыҡты.
– Айһыҙ ҡараңғы төн. Машинаның бер фары эшләмәй тиһең. Булмаһа, үҙем дә барайым. Берәй ярҙамым тейер – тип, Зәбирә лә уларға ҡушылды.
– Кәләш, әллә ҡыҙғанаһыңмы? Минең күңел йылынып китте. Ҡыҙғана, значит ярата, тигән һүҙ бит ул, – тип, һәр ваҡыттағыса һүҙҙәе менән шаяртып алды.
Шулай ҙа Зәбирәне бергә алды, аҙаҡ әлдә генә алғанмын, тип ҡыуанды. Ағасҡа төкөгән машинала улар өсөһө лә яра алды. Зәбирәнең һул ҡулы яуырынан ауырта, аяғы һыҙырылған, бына саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡабырғаһы, ҡулы ла һынған ине. Ярай машина төкөгән ағас ҡороп ултырған ағас булып, төкөү менән ҡолаған, һәм еңел булғас артыҡ ныҡ ҡурҡыныс түгел һымаҡ ине. Ғәлимдең уң ҡулы яуырынынан сыҡҡан ине. Ағас Зәбирә яғынан ауғанға күрә, УАЗ-иктың тәҙрәләрен онтап. Йоҡаҡ тимер кабинаның уртаһынан артҡараҡ теге йәш ҡатын яғынараҡ ауған. Зәбирә нисек итһә итеп, Ғәлим яғынан шыуышып сығып, үҙенә һәм юлдаштарына тәүге ярҙамды күрһәтә алды, ләкин уларға колхоз машинаһын ремонтлау өсөн аҡса табырға ла тура килде. Ошондай сирҙең эш урынында булмағанын асыҡлап протокол, акт төҙөп, өсәр эш көнөнә больничный аҡса ла түләмәнеләр, етмәһә,эш ваҡыты ла түгел. Зәбирә ун биш көнләп, ә теге ҡатын ике айға яҡын эшкә һәләтен юғалтты.
Әле ҡыҙының ашығыс ҡына шылтыратыуынан уның күҙ алдынан шул ваҡыттағы ваҡиғалар йүгереп үтте. Ни эшләргә? Сәғәт икелә район үҙәгенә сессияға барырға, колхоз председателе менән ауыл советы председателе лә саҡырылған. Уны килеп алырға тейештәр. Шуларҙы уйланы ла, ҡыҙы әйткән номерға яңынан шылтыратты.
– Бөгөнгә килмәй торһон, мин сессияла булам, кис һуңлап ҡайтырға тура килер, – тине.
– Ул апай ҙа сессияла була, улай булғас, шунда һөйләшерһегеҙ. Ул ауыл советы председателе урынына бара. Уныһы ауырып киткән.
– Ярай улай булғас, бик яҡшы, – тине лә телефон трубкаһын урынына һалғас, бер ни тиклем тулҡынланыуы баҫыла алмауын тойҙо.
Яңы уйҙар уны биләп алды. Ни өсөн осрашырға теләй, нимә булған. Ниңә кәрәк булдым икән, тигән уйҙар мейеһен кимерҙе.
Сесия башланырға һанаулы ғына минуттар ҡалғас, берәү уның терһәгенә ҡағылды. Ул эргәһендәге ханыма ҡалҡып ҡараны ла, алдына Ишбулат килеп баҫҡандай булды, башы әйләнгәндәй булып, сайҡалып китте. Шул ваҡыт икенсе берәү уның биленән тотоп алды.
– Ярҙам кәрәкме?– тип һораны.
– Юҡ, юҡ. Юл һуҡҡандыр.
– Әйҙәгеҙ инәйек, хәҙер башланыр. Ваҡыт тулды бит. Өфөнән дә кеше килгән, тиҙәр ине, – тине, Ҡыуалаттан килгән депутат.
Зәбирә уны күберәк шул фамилия менән өндәшкәстәр, фамилияһы хәтерендә ҡалдырған. Быға тиклем уның тураһында ул ишеткәне булһа ла. күргәне юҡ ине, шулай инде. Ауылдар яҡын булһа ла, халҡы бер – береһе менән аралашып бармай, бер- береһен артыҡ белмәй шул. Был яҡтан Зәбирәнең ауылында ла, өләсәһенең ауылында ла кешеләр бер- береһен яҡшы белә. Хатта бөгөн нимә эшләгәнен, иртәгә нимә эшләргә йыйыныуҙары тураһында ла белә. Ауыл бәләкәй булғанғамы, ҙур бер ғаилә кеүек йәшәйҙәр. Зәбирә сессияның яртыһында нимә турһында һүҙ барғанын да ныҡлап хәтеренә һеңдерә алманы. Ҡулында сығыш яһаусы район советы председателенең докладын тотоп, бер нөктәгә текәлеп тик ултырҙы. Тәнәфестә лә урынынан ҡуҙғалманы. Сессия тамамланғас, ауыл советы председателе берәй сәғәт көтөрһөгөҙ, тип ваҡыт бирҙе лә, кире райсовет бинаһына инеп китте.
Шул ваҡыт уның янына Ишбулаттың һеңлеһе килеп баҫты.
– Һеҙ мине ғәфү итегеҙ инде. Тертелдәттем, ахырыһы. Шулай ҡапыл килеп сыҡты шул. Мин ауыл советында эштәр идарасыһы булып эшләйем. Әле председатель урынына килдем. Ул ауырый. Был миңә хатта ҡулай килеп сыҡты. Ауылға барғас, бәләкәй ауылда һәр ят кешегә кеше ҡыҙыҡһынып ҡарай. Унан, иптәшегеҙ, ҡәйнәгеҙ алдында ла уңайһыҙ. Үҙемдең кем булыуымды әйтергә кәрәк. Быныһы иң кәрәкмәгәне. Шулай ҙа әйтәйем әле. Һеҙҙең ошо үҫеүегеҙгә мин бик шатланам, ә ағайым...
– Юҡ, кәрәкмәй. Үткән эшкә салауат, тиҙәр.
– Шулай шул. Тик Әсәйем һеҙҙе бик күргеһе килә. Ул хәҙер ауырып ята. “Арымдан бирем яҡын. Шул баланы күргем килә. Ишбулатым да уны ярат, әсәй, тип китте бит. Китмәҫтән алда бер күрәйем инде. Көнөм өсөн түгел, динем өсөн һорайым, әйт әле. Кеше белмәҫ. Ишберҙеләге апайыңа мине алып барһаң, унан яҡын. Берәй машина яллап алып килерһегеҙ” – тине.
Зәбирә уйға ҡалды. Ул хәҙер өй эсендәге барыһын күҙ алдына килтерҙе. Әгәр барһа, берәү ҙә уны хупламаҫ, тип уйланы. Шунан уйы ҡыҙы Ғәлиәгә барып еткәс, йөрәгенә йылы йүгерҙе.
Күп тә уйламаны:
– Ярай, Ғәлиә менән һөйләшермен, ул хәбәр итер, – тине.
Ишбулаттың һеңлеһе Гөлназ ҡапыл ғына:
– Уй, апай, Рәхмәт! Әсәйемде ҡыуандырам. Ул һине генә көтә. Бөтә туғандарҙы ла күреп бөттө, – тине лә Зәбирәне яҡын туғанындай ҡосаҡлап алды.
Зәбирә район үҙәгенән ҡайтҡанда, Ғәлиә лә ялға ҡайтҡан ине. Ғәлиә әсәһен күргәс тә беренсе һорауы әлеге Ишбулаттың әсәһен барып күреү хаҡында ине. Шуға оҙаҡ уйлап тормай:
– Йә, нисек хәл иттең, әсәй. Барһаң иртәгә минең менән бар, һинең отпуск түгелме?. Көндәр әлегә йылы тора. Мин дә практиканы бөтәм. Бер аҙна ғына ҡалды. Һигеҙенсе мартҡа өс көнгә ҡайтам. Әле минең менән бар ҙа, минең менән әйберҙәремде күтәрешеп ҡайтырһың.
Зәбирә ниңәлер уйлап та тормай, Ғәлим менән дә кәңәшләшмәйенсә:
– Ярай һуң, – тип әйтергә ашыҡты.
Ашыҡҡан ашҡа бешкән, тиҙәр бит. Ысынлап та шулай булып сыҡты. Иртәгеһенә иртәнге сәйҙә генә иренә:
– Мин Ғәлиә менән барып киләм, уның практикаһы йома көнө бөтәме, әллә бер көн алдамы. Шунда бергә ҡайтырмын, – тине.
Уныһы ла һүҙ ҡуйыртып һорашманы, ләкин алдағы бер- ике ай ғүмерен ул шул минутта тамуҡҡа әйләндереүҙә үҙе сәбәпсе булыуын уйлап, әле лә үкенеп - үкенеп ала ине.
Эйе, ул ҡыҙы менән иртәгәһенә юлға сыҡты, ләкин шул көндө үк Галина- Ғәлимә уларҙың бер көн алда һөйләшкәндәрен ишетеп торған икән. Шуларҙың барыһын атаһына һөйләп биргән. Ғәлим башта бик оҙаҡ уйланып йөрөнө, тик аҙаҡ барыһын да араҡыға бәйләп, үҙен харап итергә ниәтләне. Ауылда бер аҙна эсендә Хөснә әбей аңламаған хәлдәр башланды.
Был ваҡытта Зәбирә Баймаҡтан Ишберҙегә барып, Ишбулаттың һуңғы көндәрен иҫләп ятҡан әсәһе менән осрашты. Улар икеһе лә Ишбулатты бик яратыуҙарын, ситтән күҙәткән кеше булһа, ыңғайы аңлар ине.
– Эээй, килдеңме, балам. Килмәҫ инде, тип ҡайғырғайным. Рәхмәт, балам. Һинән миңә бер ни кәрәкмәй. Һиңә рәнйемәйем дә. Улым ғына мине уйламаны. Әле, моғайын, рухы шат ҡылып яталыр әле. Тиҙҙән үҙем дә барам, ыһ, – тине лә йүтәлләй башланы.
Уның өлкән ҡыҙы тиҙ генә йылы сәй менән бер дарыу килтереп бирҙе. Шуны эскәс,бер аҙ өндәшмәй ятты, ә Зәбирә урынынан ҡуҙғалырға баҙнат итмәй, Ишбулат менән һуңғы осрашыуын хәтерләп, йөрәге һулҡылдап һыҙлауын, күңел әсенеүен баҫып ултыра бирҙе.
Ул гел генә, Өфөгә барып Ағиҙелде күргән һайын, шул һуңғы осрашҡан урынды хәтерләй ине. Әле тағы ла шул яр күҙ алдына килеп, Ишбулаттың бойоҡ йөҙө салынып киткәндәй булды.
– Һине аптыраттым инде. Ярай, үпкәләмә миңә, минең тоҡомома, Ташбулат балалары булған өсөн генә рәнйемә инде.Уларҙың ғәйебе юҡ. Аңла балам. Ҡабул итәңме, итмәйһеңме, һеҙ бер ата балалары. Хоҙай алдында һеҙ шулай баҫҡанһығыҙ. Минең дә ғәйебем юҡ. Ана бар ғәйеп уның ҡәбер өҫтөндә. Ауыл халҡы уны хатта һуңғы юлға ла үҙҙәре сыҡмай, рәнйеүҙәрен уға оҙатҡандарҙыр. Көн дә ул үлгәндә, сасҡау һыуыҡ ине бит. Хоҙай ҡәҙерле кешеләренә көндө йылы тота, ерҙән бөртөк саң да ҡуҙғалтмаҫ итә, ти торғайны әсәйем. Миңә ниндәй көн әҙерләгәндер инде.
Бына үҙеңде күргәс, улымды күргәндәй булдым, рәнйемә, балаҡайым, рәнйемә. Бәхил бул. Һиңә фатихамды бирәм. Имен- аман ғына ҡайта күр. Мин бит уны нисә йыл инде онота алмайым. Һине күрер өсөн барырға баҙнат итмәнем. Ярай хушлашайыҡ. Бына һиңә минең бер иҫтәлегем булып ошо көмөш беләҙегем ҡалһын. Кейһәң – кейерһең, кеймәһәң ятыр, тик ташлама. Уны миңә атайым эшләп биргәйне. Унда миңә ун ете генә йәш ине. Бына һиңә уны ҡырҡ биш йәшең тулыуға бирәм. Һиңә көҙгә ҡырҡ биш була бит, – тине лә, тынып ҡалды.
Зәбирә аяҡ остарына баҫып ҡына ҡулына эҫе әйбер тотоп алған кешеләй булып, ашығып сығып китте. Үҙе “Бына ҡайҙа ул яҙмыш әселеге. Уны бер ниндәй әселек менән дә сағыштырып та, улсәп тә булмай. Юҡ уның әселек ауырлығын билдәләүсе үлсәүҙәр ҙә...” тип уйлап ҡуйҙы.
3
Дауамы бар