

Балаларҙы етем итмә
Зәбирә өйгә ҡайтып ингәндә, көн кискә ауышҡайны. Хөснә әбей менән ике бәләкәсе бик шатландылар, Тик Ғәлимә бер ситтәрәк тороп уларҙы күҙәткән кеше кеүек ҡыланды. Зәбирә лә бер аҙна ҡырҙа йөрөп өйөн, балаларын да, ирен дә һағынғайны. Ул юл буйынса ире менән ныҡлап һөйләшмәй сығып киткәненә үкенеп ҡайтты. Нимә генә уйлағандыр инде, тип асырғанды. Ғәлиә иртәгә ҡайтырға тейеш. Ул өйҙә булһа ла еңел булыр ине, тип уйланы. Ниңәлер күңеле менән, ҡайтып еткәнсе, күңелһеҙ ваҡиғаларҙы күрергә әҙерләнгәндәй булды. Өйҙә ҡот юғалғандай, әйберҙәр ҙә тырым- тырағай ята. Ҡатын- ҡыҙ ҡулы етмәгәндәй тойолдо. Ғәлимә л өндәшмәй генә ситтә тора, ул йыйыштыра алмаймы ни? Аптырап ҡалды. Ҡәйнәһе аш һалған икән, уның еҫе таралып, өйгә йәм индерергә теләгәндәй булды.
– Ғәлим эштән ҡайтманымы әле?.
– Килен, малды ҡараштыр әле. Башым сатнап ауырта, мин ятып торайым. Хәҙер теге ике бәпес тә мәктәптән ҡайтырҙар. Улар түңәрәктәрендә оҙаҡ йөрөйҙәр. Ғәлимә ҡыҙым менән икебеҙ донъя көтәбеҙ, – тине лә төпкө бүлмәгә инеп ятты.
– Ғәлимә, атайың ҡайҙа һуң? һеҙ ниңә икегеҙ мал ҡарайһығыҙ? Әллә командировкаламы?
– Атай һуң ҡайта.
Шул ваҡыт ишектән тыш һыуығы өйгә атылды. Атылып ҡына ҡалманы, яйлап бөтә урынды биләп алды. Түбәләргә менеп, тағы инәләрме, тигән шикелле өйөрөлөп иҙәнгә шыуып төштө. Шулай һыуыҡ менән бергә яйлап ҡына ап- аҡ ҡар булып Ғәлим килеп инде.
– Ғәлиим.
– Ҡайттыңмы? Мин һине ҡайтмаҫ тигәйнем. Һөйгәнеңдең донъяһына барҙың бит. Ҡалырһың тигән инем. Минең менән кәңәш итә алманыңмы? Ғәлиәне хәҙер үҙеңә серҙәш итеп алдыңмы?– тигән тауышҡа ҡәйнәһе Хөснә әбей килеп сыҡты ла улын күреп:
– Тағы ла эсеп ҡайттыңмы? Ғөмөрҙә ҡыланмағаныңды. Ат аҙғыны тайға эйәрә тип, шул үҙеңдән йәштәр менән эсә башланыңмы? Кисә ништәп Мағазды өйгә апҡайттың. Шуның менән өйҙә эсмәксеһеңме?
– Әсәй, өндәшмә, ярамай. Мине ҡыҙҙырма. Хуже булыр. Ғәлимә менән сыҡтыҡ та киттек, булыр, шулаймы, ҡыҙым.
– Әәә, һүҙҙәрегеҙ беректеме?
– Ниңә? Ана бит Ғәлиә менән киленең дә бер ауыҙлы - бер һүҙле булып алғандар. Миңә нимәгә ярамай?
– Етте! Һинең ней етте һүҙеңде тыңдағым кимәй. Былай ҙа башым ауырта. Һин мине бөтөрәң инде. Уф, йәрәгем ауырта, килен,– тине лә лып итеп ултырғысҡа ултырҙы.
Зәбирә бер ни аңламаған килеш, аптыранып, бер ҡәйнәһенә, бер иренә, бер Ғәлимәгә ҡараны ла ашығып шкафтағы дарыуҙарын аҡтара башланы. Ҡәйнәһенә пустырник менән валериан тамыҙып эсереп, төпкө бүлмәгә сығарып һалды.
– Ә һин нимә өндәшмәйһең? Молодис. Һөйгәнеңдең семьяһын хәстәрләйһеңме? Ҡәйнәңде барып күрҙеңме? Шунан, ҡартайғанмы? Ҡал тиҙәрме? Әйтәм ике көнлөк ерҙә ун көн булдың, – тип, тағы әллә нимәләр әйтергә йыйынғайны, йәшле күҙҙәре менән Ғәлимә атаһының беләгенән тотоп, күҙҙәренә ҡараны.
Ғәлим, нимәлер уйланымы, ҡапыл ғына тын ҡалды. Шул ваҡыт ишек асылып китте лә, һыуыҡтан алда, тигән шикелле, улы менән ҡыҙы атылып килеп инде.
– Оһо! Беҙ һыуыҡтан алда индек, үәт. Әсәй ҡайтҡан. Беҙ һине һағындыҡ. Атай ҙа көнө буйы ҡайтмай. Уны ла һағынабыҙ. Ҡайтһа ла беҙҙе күрмәй ҙә, ята ла хырылдап йоҡлай ҙа китә. Әлек көн дә “ Ҡана, кем икеһенә көсө етмәй, кем бишенә көсө етмәй?” – тип беҙҙең сумкаларҙы тикшерә ине. Беҙҙе күрмәй ҙә. Әллә нимәштәгән. Үҙе ауырымай. Ныу, әсәй, теге, ней, – әйтергәме юҡмы тигән шикелле Зәлиәһе ағаһы Зарифҡа ҡ ҡараны, уныһы бармаҡ янағас, туҡтаны.
–Әйт, балам, әйт, башлағас.
– Ней, атайҙан анау, теге, араҡы еҫе сыға. Ул ятҡан бүлмәлә лә шулай.
– Ярай балам, тауышланма. Ана өләсәңдең йөрәге ауырта. Атайың да иртәгә һөйләр, бөгөнгә бына аш әҙерләйем дә, дәрес ҡарарһығыҙ, ана Ғәлимә апайығыҙ өйрәтер, – тип. һүҙҙе йоморға тырышты.
Аш ашап, арыу ғына ваҡыт үтеүгә, Ғәлим дә бер аҙ айныҡты, тик бер нәмә лә өндәшмәне. Яҫтыҡ менән юрғанын алып, диванға күсеп ятты. Зәбирә лә ҡыйып һүҙ әйтеүҙе урынлы тапманы. Эскән кеше менән нимәнелер аңлатып, килешеү ауыр икәнен ул аңлай ине. Бөтә әйтер һүҙен иртәнгә ҡалдырҙы. Шулай уйланып, ниҙер аңларға тырышып ятып, йоҡоға талды, шулай ҙа бик иртә уянды. Төнө буйы ҡапылдан сыҡҡан буран һыҙғыра – һыҙғыра мейес торбаһы буйлап өйгә инергә ынтылды, тышта стеналарҙы ҡар менән һылап сыҡты. Уның тауышына Зәбирә лә бик иртә уянды, ла Ғәлиәһе нисек ҡайтыр икән, тип уйлап ҡуйҙы. Ул ҡайтаһы яҡта буран булһа, былай дүрт йыллап уҡығас, юлға сыҡмаҫҡа өйрәнгәйне инде. Бар күңеленән ҡайтырға сыҡмаһын ине тип теләне. Уяу килеш урындан тормай оҙаҡ ятып өйрәнмәгән Зәбирә тороп, мейескә ут яғырға булды. Тауыш-тын сығармай, мейес артына әҙерләп ҡуйған утынды алды ла ут яғып ебәрҙе. Мейестәге ут яҡтыһына ҡулындағы сәғәтенә ҡараны. Бик иртә ине шул.
Бына буран баҫылып, көн асылғандай булдымы, тәҙрәнән таңғы зәңгәрлек өйгә салынды. Зәбирә урта ишекте япты ла светты яндырырға булды. Свет яндырыусы Әхмәт ағай сәғәт- минутын һуңлатмай, кис булһа – ун икелә, иртән булһа, алтыла дизелен эшләтеп, светты яндырып ебәрә. Шуға уны ауыл халҡы, бигерәк тә һуғыш уты кискәндәр “Точно нимес инде ул Әхмәт. Бер минут та һуң да түгел, иртә лә түгел”– тип әйтергә өйрәнеп алдылар. Ысынлап та ул шулай бик теүәл, ваҡыт менән иҫәпләшкән кеше ине. Хатта бер мәлде үҙенең ҡыҙының туйында ла:
– Иптәштәр, байрам бөттө, ярты сәғәттән эсвит һүнә, Әхмәт бабай ваҡытты күҙәтә. Байрам теләһәгеҙ, ана торбалы шәмдәр менән дауам итегеҙ!– тигән.
Ҡоҙалар аңламай ҙа ҡалған. Ул ишек төбөнә еткәс:
– Ун биш минуттан ун ике, – тигән дә сығып киткән.
Ҡабаланышып ҡоҙалар йыйыналар икән, һыйлаусылар шул арала әлеге торбалы шәмдәрҙе өҫтәлдәргә тоҡандырып ултыртып та бөткәндәр. Туй шәм яҡтыһында тағы бер- ике сәғәт янған. Ҡоҙалар ҙа төп ҡоҙаның исеменә иғтибар итмәгәндәрме, әллә уның шул эштә булғанын белмәгәндәрме, береһе:
– Анау өҫтәлдәге ялтыр башты алып барып, һөйләшеп булмаймы һуң. Беҙҙең ауылдағыға шулай итһәң, араҡыны алып мөйөшкә һала ла, тағы берәй сәғәт яндыра, ҡайһы берҙә ике ярты алып, ике сәғәт тә яндыра, – тип ысҡындырған.
– Беҙҙең дизелшик улай түгел шул, иптәштәр, ул аҡылға теүәл кеше, – ти икән.
Бына шул туйҙан һуң уға тағы бер ҡушамат та өҫтәлде “ Аҡылға теүәл кеше”
Зәбирә шуларҙы иҫкә алып, күңеле күтәрелеп киттеме, ҡапыл йылмайып алды ла самауырына һыу һалып, һүнгән күмер һалып туҙ төшөргәс, төтөн сығыр өсөн генә самауыр торбаһына ҡулайлаштырылған төтөнлөккә торбаны ҡуйҙы. Туҙҙың тауышланып янғанына ҡарап, һыуына был тип уйланы ла, ҡыҙы Ғәлиәнең өшөнмәй генә ҡайтыуын теләне. Ни тиһәң дә март бит әле. Ул айҙа көндөң уйламаған мәлендә буран сығыуын көт тә тор инде. Шулай булыша торғас, арыу ғына ваҡыт үткәндер инде, ире Ғәлим килеп сыҡты ла сүмес алып тултырып тигәндәй һыу эсеп алды.
– Бына кәләш тиһәң дә кәләш. Әйтеү– юҡ. Кәңәшләшеү – юҡ. Ирҙе һанлау – юҡ. Нимә мин баҡсалағы пугалымы әллә? – асыулы ҡарашын Зәбирәгә төбөне.
Зәбирә нисә йыл йәшәп, уның бындай ҡәтғи тауышын Ғәлиәгә ауырға ҡалғандан башҡа ишетмәгәнгә күрә, бер аҙ ҡурҡып та киткәндәй булды.
– Шулай килеп сыҡты шул, Ғәлим. Мин барыһын да ҡайтҡас һөйләрмен тигән инем. Ғәлиәнең эргәһендә лә тотҡарларға тура килде. Сессиянан һуң тура барған машина булғас, сыҡтым да киттем шул. Һин барыбер аңларһың, тип ышандым.
– Ышандым, имеш, Нимә мин етәктәге быҙаумы, гел һинең көйөңдө генә көйләргә? – тип, хатта тауышын күтәреп үк ебәрҙе.
– Сеү, ҡысҡырма, ҡәйнәмдең башы ауыртып, йөрәге сәнсеп тора, уятырһың. Борсолор.
– Әәә, ҡәйнәң яңы ҡәҙерләндеме? Тағы ниндәй пландар менән йәшәйһең, иптәш депутат?..
– Ғәлим, ней һәйләйһең. Һин дә ауыл советы депутатыһың бит.
– Ниндәй депутат икәнемде әйтеп, үҙеңдең минән өҫтөнлөгөңдө белдергең килдеме?. Не выйдет. Мин был донъяға хужа. Бер бөртөк бағана ла минең көсөм.
– Әлбиттә донъя һинеке, мин уға дәғүә итмәйем, тик зинһар, ҡәйнәм ишетмәһен. Аңла, башҡа урында аулаҡта һөйләшербеҙ, – тине лә ишекте шарт ябып сығып китте.
Сыҡҡас, бер ни тиклем нимә эшләргә, нимә уйларға ла белмәй аптырап тупһала тора бирҙе. Яйлап ҡына яҡтылыҡ ерҙе баҫып ала башланы. Биҙрәләр эленгән ерҙән бер биҙрәне алды ла һарайға сығып, һыйыр һауырға ултырҙы. Шул ваҡыт ул үҙенең бер аҙ өшөй башлағанын тойоп, һыйырҙың ҡорһағынараҡ яуырыны менән ныҡ терәлеп сүгәләне. Яңыраҡ быҙаулаған һыйыр һауыуҙы түгел, ә быҙауын көтә ине шикелле. Зәбирәгә боролоп ҡараны ла башын сайҡаны. Зәбирә еленен тартҡылап эйҙертеп алды ла, тороп быҙауын бер яҡҡтан ҡушып үҙе, уң яғынан яртылаш тороп тарта башланы. Һөтө лә байтаҡ сыҡты, күрәһең , кискеһен Ғәлимә һаумағандыр,йә бала кешегә эйеп тә бөтөрмәгәндер. Артынан сыҡҡан Ғалим уның ҡайҙа киткәнен самаламанымы, әллә белһә лә үҙен туҡтаттымы, тупһанан ары китмәне. Зәбирә биҙрәһен күтәреп килгәндә, ул һаман шунда тора ине. Зәбирә ҡалҡып ҡараны ла, аптырап китте. Бик ныҡ көйгәндә генә тәмәке тартҡан Ғалим, төтөнөнә сәсәй- сәсәй тәмәке тарта ине. Зәбирә уның тапҡырына күтәрелгәс, ҡулынан биҙрәһен тартып алып, өйгә инеп китте. Зәбирә тағы нимә уйларға белмәй аптырап ҡалды ла, яйлап ҡына өй ишеген асты. Ғалим ситке бүлмәлә күренмәй ине. Уның менән ярышып ингән һыуыҡ иртәнге рәттәге кеүек өйҙө тотошлайы менән биләп ала алмай, иҙәнгә түшәлде. Өй шартлап тауыш сығарып янған ут йылыһына байтаҡ йылынған ине, ипләп кенә баҫып Ғәлимә килеп сыҡты. Ул үҙенең ниндәй ҙур хата яһағанын аңлағанмы, әллә атаһы менән Зәбирәнең әрепләшеүенә бошонамы, тик башын баҫып, ҡайнаған самауырҙы өҫтәл ситенә ултыртып, сәй әҙерләй башланы. Уғансы булмай ике баланы етәкләп Хөснә әбей ҙә килеп сыҡты.
– Аллаға шөкөр, имен генә таң аттырҙыҡ. Ғәлим был аҙнаны мине борсолдороуҙан бушаманы, ярай, килен, ҡайттың. Донъяһы кителә яҙҙы бит. Көн дә ҡотом алынып көттөм Ғәлимде. Әллә нимә булды. Бына әйт әле, килен барҙа. Һин хәҙер нисә йыл ауыҙыңа алғаның юҡ. Кисә мин әйттем. Ат аҙғыны тип. Бына әле лә әйтәм: илағыһы килгән бала атаһының һаҡалы менән уйнай, тип. Мин ир урынында ла, ҡатын урынында ла. Килен ҡайтҡанын көттөм. Кеше күҙе тейҙеме? Белмәйем. Булыр. Бөтәһе лә һоҡланып бер булалар ине. Кеше көнләшерлек донъяңды рисуай итергә булдыңмы. Нисәмә кеше аптыратып аҙна эстең. Ыстырам. Бынағайыш. Ғөмөрө ҡыланмағанды ҡылана. Минең йөрәк ҡорос түгел, бер килеп шартлар. Әле мин һеҙҙең менән йәшәгем, балаларҙың эйәле- башлы буғанын күргем килә..
Өйҙә оҙайлы тынлыҡ урынлашты. Берәү ҙә алдындағы сынаяғына үрелмәне. Ғәлимә ҡулына алған сынаяғын ултыртырғамы, юҡмы тигән шикелле, башҡаларға ҡараны, ниһайәт, Ғәлим телгә килде.
– Баш ауырта, ҡана баш дарыуы булһа ла бир әле.
– Мин “а” тием, ул “б” ти. Мин һинән яуап көтәм.
– Әсәй, беҙҙең эшкә тығылма, йәме.
– Был һеҙҙең генә түгел, тотош симиә эше. Нимә, дуҫ бар, дошман бар, тигәнде оноттоңмо? Дошман күңелен үрсетәңме?. Ана Илья әйтмештәй, не выйдит, ни палушитса, кукиш. Бөгөн эшкә сыҡмай ғына өйҙә утыр, хәҙер бырғаҙирға барам, атгул ала, ауырый тейем, – тине лә, шәп- шәп кейенеп, ишектән сығып та китте.
Ғәлим:
– Әсәй! – тип ҡысҡырырға ғына өлгөрҙө.
Әсәһе сығып киткәс, артынан тороп сыҡмаҡсы булдымы, ниҙер уйлап ишек төбөнә барҙы, тик башын тотоп ултырғысҡа ултырҙы. Зәбирә тиҙ генә аптечкаһынан баш дарыуы алып өҫтәлгә һалды ла һыу килтереп ултыртты. Ғәлим дарыуҙы эсте лә йоҡо бүлмәһенә сығып ятты. Балалар ҙа мәктәпкә китте. Өйҙә шомло тынлыҡ урынлашты. Зәбирә нимә эшләргә тигән шикелле уйланып һауыт- һаба йыуып алды ла икмәк баҫырға уйлап табағын өҫтәлгә ултыртыуға, тыны бөтөп Ғәлимә ҡайтып инде. Йүгереүҙән уның йөҙө алһыуланып, битен ҡарлы бәҫ шәле тирәләп уратҡайны.
– Зәбирә апай, өләсәй кәнсә алдында йығылған, тип, һине алырға ҡайтарҙылар. Ул иҫһеҙ, тей. Теге медсестра апай һине алып килергә ҡушҡан, –тине лә, нимә икәнен аңламаған көйөнсә кире сығып йүгерҙе.
Уның артынан еңелсә генә кейенеп сығырға ашыҡҡан Зәбирә, онотолоған нәмәһе иҫенә төшкәндәй булып, ишек төбөнә еткәс, йоҡо бүлмәһенең ишеген асып:
– Ғәлим, тор, ана ҡәйнәм иҫһеҙ йығылған, кәнсә алдында, тиҙ бул, – тине лә сығып йүгерҙе.
Эйе, Хөснә әбей ошо йығылыуҙан айға яҡын Йылайырҙа дауаханала ятты. Зәбирә башта инсульт булғандыр, тип бик хафаланғайны, өс көндән уны дөйөм палатаға сығарҙылар ҙа уға ҡайтырға ҡуштылар. Ғәлимгә лә был хәл ныҡ ҡына тәьҫир иттеме, әллә үҙенең ҡылығынан оялдымы, элекке кеүек асылып китмәһә лә, өйҙә элекке тыныс тормош дауам итте. Шулай ике аҙналап ваҡыт үткән бер көндө, балалар мәктәптә саҡта Ғәлим иртәләп эштән ҡайтып, ҡапҡылап алды ла Зәбирәгә бер килке ҡарап ултыра бирҙе, унан:
– Кәләш, ултыр әле. Һөйләшәйек. Теге ваҡыттағы һүҙ башының осона сығайыҡ, мин бит һинән бер нәмә лә йәшермәйем. Тик һин улай түгелһең. Мин һине яратам, ә һин мине һаман ғәфү итә алмайһыңмы, әллә һаман беҙҙең арала Ишбулат ҡамасаумы? Беҙ һинең менән көндөҙ икәүбеҙ, төнөн өсәү булып уҙғарабыҙ түгелме?– тине.
Зәбирә был хәбәрҙе күптән көтә ине, шуға уның яуабы ла әҙер ине, тик былай ҡатыраҡ һөйләшеү булыр, тип уйламағайны.
– Ғәлим, ҡәйнәм әйткәнсә, үле малы үрттеке, бәйләһәң дә тормай тигән шикелле, үлгән кешенең рухын ҡуҙғатмайыҡ. Мин уны яратып йәшәмәйем, әсәйемдең ваҡытһыҙ өҙөлгән ғүмере өсөн үртәлеп йәшәйем. Был юлы мин Ишбулаттың үлем түшәгендә ятҡан әсәһенең үтенесе менән сығып киттем. Ғәлимәгә аңлатырмын тигәйнем, тик ҡәйнәм күршеләрҙән ҡайтҡас, уға әйттем. Ул барын да белә ине. Тик һиңә ҡәйнәм әйтмәгән бит, кем әйтте. Мин Ишбулаттың әсәһенең, оло йәштәге әбейҙең, үлем түшәгендәге үтенесе менән, шул яҡҡа машина булғас ултырҙым да киттем. Мин унда ярты көнгә яҡын ғына булдым. Уның һанаулы көндәре генә ҡалған ине, бәлки, – был көндәрҙә киткәндер ҙә. Ҡалған көндәрҙе үҙең беләһең, Ғәлиә янында булдым. Буран сыҡты бит, урап ҡайтырға тура килде.
– Мин һин ҡайтҡансы уҡ сығып китергә уйлағайным. Ҡайҙа ла эш табырмын, тип, бына Ғәлимә генә йәл булды.Ул сәпсим етем ҡала.
– Ә теге балалар? Улар етем ҡалмаймы? Мин Зәбир менән Ғәлиәне етемлеген күрҙем инде. Вәлимә әсәй: “Ир балаһы менән иргә һыймайһың, кейәүгә сығып ҡуйма, бөтөнләй етем итерһең балаларыңды, Ир көҫәһәң йөрө, тик кеше ғаиләһен бутама. Балаларҙың атаһы барлығын белдереп үҫтер,– тип өйрәтеп кенә торҙо. Мин, әлбиттә һине артыҡ ихтирам иттемме, әллә һин минең теге ваҡыттағы ауыр сағымды еңеләйтеүсем булдыңмы, әйтә алмайым, тик бер генә минутҡа ла башҡа кешене һинең урыныңа ҡуйырға ынтылғаным булманы. Әгәр һин бөгөндән сығып китәһең икән, уны балалар белергә тейеш түгел. Был нисек, тип уйлайһыңмы. Яп- ябай. Һин ҡырға эшкә китәһең, өйләнһәң дә өйгә ваҡыт- ваҡыт ҡайтаһың, балалар атайҙарын эштән ҡайтырын көтөп үҫһендәр. Мин уларҙы етем итә алмайым. Үҙем гел генә минең атайым кем икән, тип үҫтем. Беҙҙең атай ҡайҙа йөрөй икән, тигән уй менән уҫмәһендәр балалар. Улар һинең балаларың. Ике өлкәне белер, тик улар ҙа йәшерә белер. Китһәң был районда ҡалма. Шул ғына. Мин йәшәрмен, тик һинһеҙ миңә лә ҡыйын булыр. Һин минең иң яҡын кешем, башҡа туғаным да, яҡыным да юҡ минең. Һөйәремдең арҡаһында һөймәҫемде һөйәмен тип, ана ҡәйнәм менән дә татыу йәшәргә тырышам, Ғәлимәне лә үҙ итәм,– тине лә илап өҫтәлгә ҡапланды, – Мин һиңә инәлеп иламайым, тик мин быны күтәрә алырлыҡ көс табырмынмы, үҙемде йәлләп илайым, – тип, тағы нығыраҡ үкһене.
Ғәлим нимә эшләргә белмәй, урынынан тороп бер килке тапанып торҙо ла, ниндәйҙер ҡәтғи ҡарарға килгәндәй, ҡапыл ғына Зәбирәнең ҡураныс ҡына кәүҙәһен үҙенә тартып ҡосаҡланы, унан шашып биттәренән үбә башланы, йәштәрен һөрттә, бер аҙ тынысланғандай булдымы, ни ҙә булһа булды, Зәбирәһен күкрәгенә ҡыҫты.
– Мин бит һинән шул “һинән башҡа кешем юҡ” тигәнде нисә йыл көттөм. Тимәк, мине яратаһың, эйеме?– тын ҡалып торҙо ла, – эйеме?– тип ҡабтлап һораны.
Эйе тигәнде белдереп Зәбирә башын һелкте. Шул ваҡыт һауыт һаба шкафы янындағы кәкүк сәғәте икене ҡысҡырып ебәрҙе. Икеһе лә сәғәткә ҡараны. Зәбирә Ғәлимдең ҡуйынынан сығып ашарға әҙерләй башланы. Ул үҙендә ниндәйҙер дәртлелек, тән еңеллеге кисергәндәй тойҙо. Ғәлим эстән генә көй һуҙып мал ҡарарға сығып китте.
Уларҙың тормошо ошонан һуң үҙҙәре теләгәнсә, яр ситендәге ҡырсынға килеп һуғыла –һуғыла, ап-аҡ таштарҙы шул ҡырсынға ҡалдыра- ҡалдыра матур йырын йырлап, күркәмлеге менән кешеләрҙе үҙенә тартып торған йылға шикеле йәшәүен дауам итте, тип әйтергә була.Тик ул хәл уларҙың икеһен дә тормошта бер ни тиклем бәхеттәренә,– гөрләп күркәм сәскә атҡан сәскәгә үҙ ҡырауын һалған тәбиғәт күренешендәй генә булып уҙһа ла, күңелдәрендә онотолмаҫ уйлы юшҡын ҡалды. Ошо хәлдән һуң Ғәлимәгә лә өй эсендә аңламаған нәмәләрен, белмәгәндәрен башта Зәбирә апаһы менән һөйләшеп аңлашырға кәрәклеген тойҙо. Зәбирә апайы тормош ауырлығын сабыр һәм уйлап күтәрә белгән оло кеше булып баҫты күҙ алдына. Ғәлимә әле башланып ҡына торған тормошонда бик күп хәл- ваҡиғаларҙы тик Зәбирә апайы менән генә бергә кисерәсәктәре алда ине әле.
4
Һынауҙар дауам итә
Илле йәшен билдәләргә әҙерләнеп йөрөгәндә генә Хөснә әбей был мәшәҡәттәрҙә ҡатнаша алмаҫмын тигән шикелле бер көнө:
– Килен, һин тыуған көнөңдө билдәләргә йыйынаһың инде. Минең самалауым буйынса һин картуф алған мәлдә тыуғанһың бит әле. Бына әле мин дә байтаҡ йәште һанап ултырам. Былай күңелем менән йылдарымды иҫәпләп, улар араһындағы хәлдәрҙе хәтерләп бөттөм шикелле. Шуны уйлайым килен, олоғаябыҙ инде шулай, һин теләмәгәнсә ҡыланһам, миңә рәйнемә инде. Мин олораҡ кеше. Тегендә миңә алда бараһы. Ике донъя өсөн дә яуап бирәһе вазифа миндә инде.Һәр икегеҙ өсөн дә яуап минән булырға тейеш. Шуға күрә һиңә бер әйтер һүҙ бар ине.
– Ҡәйнәм, улай хушлашҡан кеше кеүек һөйләмә әле. Ана Бәҙеғол инәй туҡһан өс йәшендә.” Беҙ алабута, балтырғанды аш иткән кешеләрбеҙ. Шуға оҙаҡ йәшәйбеҙ” – тип ултыра. Һин бит унан егерме йәшләп кесеһең.
– Унда сиратты йәшкә ҡарап ҡуймайҙар, ҡана ла һуң йәшкә ҡараһы. Ана Вәлимә ҡоҙағый йәшәр ине. Саҡ алтмыш дүрт йәшен тултырыр ине бит. Киткәненә нисә йыл бит. Нисә йыл...
Зәбирә аптырап ҡәйнәһенә ҡараны ла сәғәтенә ҡарап, иренең ҡайтыр ваҡыты еткәнен самалап,тышҡа сығып китте. Ире бесән алып ҡайтыуға ҡапҡалар асыҡ торһон. Өйгә ингәс, иренә ҡапҡылап алырға ашарға әҙерләне лә эшенә сығып китте. Ире Ғәлим дә шул Туғыҙбайҙағы бесәнен мал йолҡҡолап бөтмәҫ элек күбәләрҙә көйөнсә ташып алырға тип, председателдән өс көн һорап алғайны. Бөгөн бына ул көнө лә бөтә, Бесән дә ташылып, мал ҡураға ингәнсе, ялан кәртәгә килеп ултыра. Икенсе йөгөн алып килгәндә лә, өсөнсө йөгөн алып килгәндә лә әсәһе күренмәне. Былай һәр йөктө алып килгән һайын, гел үҙе яңғыҙ донъя көтөп өйрәнгән әсәһе улы янына сығып, йән - яғын ҡараштырмайынса, эшенә берәй кәңәш бирмәйенсә ҡалмай ине. Был юлы ул тәүге йөгөн килтергәндә генә сыҡты. Әсәһенең ғәҙәтен үҙһенеп бөткән Ғәлим, әсәһе сыҡмағас, берәй әбей янына киткәндер, тип уйлап та ҡуйҙы. Зәбирә лә бер сирлене район үҙәгенә оҙатып һуң ғына ҡайтты. Балаларҙың өсөһө лә Сибайға ятаҡҡа урынлашырға киткәндәр. Иртәгә генә ҡайталар. Ғәлиә апайында ҡунаҡ булалар, йәнәһе. Зәбир күптән Өфөлә эшләй. Баймаҡтан ике терапевт егет менән үҙҙәренең шәхси клиникаһын асыу буйынса йүгергеләйҙәр. Йәй буйына бер ҙә ҡайта алманы. Машинаһы булһа ла, ваҡыты юҡ. “Әсәй, тыуған көнөңә ҡайтам, өләсәйгә сәләм әйт!” тип шылтырата ла тағы шым була. Ғәлим шуларҙы уйлап өйгә инһә, өйҙә тыштағыға ҡарағанда ла шомлораҡ кеүек тойолдо. Ҡулын йыуып, газ плитәһенә сәй ултыртты ла, төш ашағандан ҡалған картуфты ит менән ҡурырға табаға тураған арала Зәбирә ҡайтып инде.
– Ҡәйнәм өйҙә юҡмы әллә?
– Ул ҡайҙа китте һуң? Мин уны бөгөн һин барҙа күргәндән күрмәнем.
Икеһе лә аптырашып бер- береһенә ҡараштылар, Зәбирәнең ниҙер иҫенә төшкәндәй, атылып ҡәйнәһенең бүлмәһенә инеп китте лә, йөҙө боҙолоп, иларға әҙерләнгән бала кеүек сирылып килеп сыҡты ла ишек яҡтауына һөйәлде.
– Ғәлииим, Ҡәйнәм киткәәән, – тип, илай башланы.
Ғәлим ҡайҙа тип һорарға уҡталды ла, ҡапыл ғына аңына барып еттеме, атылып әсәһенең янына инеп китте. Тик ул унан сыҡманы. Береһе әсәһе янында, икенсеһе ишек яҡтауында илап кис еткерҙеләр.Икеһе лә уның менән бергә үткән ғүмерҙәрен иҫләнеләрме, үкенес кисереп, ҡайғырҙылармы, башлап Ғәлим үҙен ҡулға алды. Тиҙ генә кейенеп, күршеләге Таибә инәйгә, уның апһыны Ғәрифә инәйгә, Ғәлиәнең ҡәйнәһенә хәбәр итеп, өйгә инмәйенсә мал араһында булды. Шунан һуң ғына инеп, ҡоҙаһы Сәмиғулла, уның ҡустыһы Солтанморат менән әсәйен иҙәнгә төшөрөп һалдылар. Йола буйынса ишеткәндәр килеп, Хөснә әбейҙе көтөштөләр. Белгәндәре, иртәгә башҡарыласаҡ йоланы өйрәтеп, кәңәш бирҙеләр. Морат мулла ла килеп күрһәтмәләрен биреп, ни эшләргә кәрәклегенә асыҡлыҡ индереп китте.
Зәбирә менән Ғәлим донъяның мәжбүри булған һынауын шулай ауыл менән туғандары, балалары менән бергә күтәрҙеләр. Иң ныҡ илағаны уларҙың ике бәләкәсе булғандыр. Кеше тыйыуына ла ҡарамай, һөйләнә- һөйләнә иланылар. Хөснә әбейҙе оҙатып ҡайтҡас, икеһе лә –“ыпы” кеүек, аҙнаға яҡын берәү менән һөйләшмәне. Көн дә зыяратҡа барып йөҙәнеләр. Тик Морат мулла күреп ҡалып, уларҙы әҙерәк “быжғыртҡас” ҡына, ике көн һуңлап, уҡыуҙарына киттеләр. Шулай ҙа улар, береһе кейәүгә сығып, икенсеһе өйләнгәнсе, Хөснә әбейҙең ҡәберенә йөрөүҙән туҡтаманылар. Әсәһе тыя башлаһа, “Ана урыҫтар аҙна һайын йөрөйҙәр. Бер ни ҙә юҡ. Өләсәй ҙә риза булып ята” тип яуапланылар. Зәбирә уларҙың ҡылығынан хатта ҡурҡа төшә башланы: кеше ней әйтер, булмаған хәл бит инде, тип уйланды.
Бына шулай һынауҙың быныһын да ул ире Ғәлим менән хатта еңелерәк тә үткәргәндәй тойолдо, тик бына иренең фажиғәһе уны ер ҡуйынына алып китә яҙҙы. Ҡәйнәһе үлеп уның ун йыллығына аят уҡытырға әҙерләнгәндә генә көҙгөһөн ҡыҙы Ғәлиәгә Иҫке Сибайҙан өй алғайнылар. Кәбир кейәүе Хөснә әбейҙең аятынан алда төкөтмә төкөтөргә Шанскийҙан бер урыҫ менән һөйләшеп ҡарағай алды, шуны ташырға булдылар. Бер рейс имен генә алып барып, икенсеһен тейәп юлға сығалар. Уғансы булмай көн дә эңергә яҡынлай. Улар бер тәрән үҙәкте яҡтыраҡта үтмәксе булып ашығалар. Бына шунда ашыҡҡан ашҡа бешкән тигән хәл килеп тыуа. Алда барған КРАЗ машинаһы үҙәккә үрҙән төшкәндә, тағылмаға тейәлгән бүрәнәләр тағылма ситкә янтайған ыңғайы тартылып, сынйырҙы өҙөп ауа башлай һәм машинаны ла үҙе менән тарта. Артынан килгән машина тормозға баҫып өлгөргәнсе, еңел машина менән артта килгән Ғалим әллә албырғаймы, нимә булғандыр инде, алдындағы машина аҫтына инеп китә яҙа. Шулай ҙа ул машинанан да нығытылған сынйырҙы бушаҡ урынынан сайҡалған бүрәнәнең береһе төкөп, ҡабырғаға ҡуйылған ҡайын нығытманы һындыра һәм бер нәҙегерәк бүрәнә юл ситенә төшә. Ике машина ла яйлап, нисек тә авария яһамаҫҡа тырышып, йөктө алып сығалар, тик тағылмалағы бүрәнәләр юлдан ситкә ауа. Ғәлимдең машинаһы теге юлдың эсенәрәк төшкән бүрәнәгә менеп китеп, юлдан ситкә түбәнгә әйләнеп төшә. Ғәлимды алып ҡайталар, машинаһы шунда ҡала, тик уны район үҙәгендә лә, Өфөлә лә ҡотҡарырға бик тырышһалар ҙа, ҡотҡара алмайҙар. Зәбирә бына шул ваҡытта үҙен ерҙә йәшәгән күләгә кеүек тоя башланы. Кеше менән һөйләшмәҫ, аралашмаҫ булып, хатта өйөнән дә сыҡмаҫҡа әйләнде. Зәбирәнең был хәлен күреп, Ғәлимә уҡыуын ситтән тороп уҡыуға күсереп, эргәһенә ҡайтты. Зәбирә оҙаҡ ҡына дауаханала ла ятып сыҡты. Балалар үҙҙәре йыйылып Хөснә әбейҙең дә, аталарының да аяттарын уҡыттылар. Әсәһен нисек тә терелтергә тырышып, Ғәлиә уны “Йәшел сауҡалыҡҡа” санаторийға ебәрҙе. Унан үҙенә алып ҡайтты. Ғәлиәйнән һуң Зәбир уны тағы Өфөгә алып барып дауаханаға һалды. Бына шунда неврология бүлегендә айҙан ашыу ятып, ҡәҙимге аяҡҡа баҫып, яҡты донъяны күрҙем, тип балаларын һөйөндөрөп, ауылына ҡайтты. Ҡайтыу менән ҡорбан салып, бар үҙе белгән әреүахтарына аят уҡытты. Икенсе ҡорбанын салып үҙен кешеләр араһына Валентинаның ҡыҙы булһын, тип ауыл советында уға исем фамилия биреүсе Ефросинья, уның туғандарына ла аш ашатты. Тик аят уҡытырға шикләнде, ней тиһәң дә икенсе милләт кешеһе бит әле, тип уйланы.
Бына шулай ул илле йәшендә ҡәйнәһенең үлемен кисереп, уның ун йылллығын уҡытырға әҙерләнгәндә, алтмышын тултырып, яңы пенсия ала башлаған ирен юғалтыуын нисек итеп кешегә һөйләп бирһен инде. Һәр кемдең үҙ ҡайғыһы –үҙәктә, кеше ҡайғыһы –кештәктә, ти ине бит ҡәйнәһе лә....
Әле шуларҙы пенсия алғаны бирле ятһа ла, торһа ла уйлап йөрөй торғас, бер көнө Сәғиҙәнең үҙен саҡырып алырға булды.
Дауамы бар