Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
2 Декабрь 2023, 13:55

Кәкүк Повесть (2) Әлиә САМАТОВА

-Инәй, миңә бер нинтәй ҙә мәмәй кәрәкмәй. Инәй, миңә һин кәрәк. Әйт уларға. Минең һинең улың булғым килә. Инәй, мин себештәрҙе лә ҡарайым, тауыҡтан соҡотмайым.

Кәкүк Повесть (2) Әлиә САМАТОВАКәкүк Повесть (2) Әлиә САМАТОВА
Кәкүк Повесть (2) Әлиә САМАТОВА

     Сәғирә улының себеште ҡуйынына алып өйгә ингәнен күргәс, хәлде шунда уҡ аңланы. Себештәр йомортҡанан сыҡҡас та һалып ҡуя торған иҫке бүректе улына бирҙе. Моталлап себеште шул бүреккә һалып карауатына ҡуйҙы.

-Инәй, себеш үлмәй бит ,ивет?

-Тыныслан, йүнәлер ул. Һин бит уны ҡотҡарғанһың, үлмәҫ ул, йәшәр.

     Урамда Аҡтырнаҡтың ауалауы, ҡапҡаның асылып ябылғаны ишетелде. Ниңәлер малайҙың йөрәге жыуланы, Сәғирә лә ят кешеләрҙең урамға инеп килгәнен күргәс, үҙенә урын тапманы. Ул соланға сығып та өлгөрмәне, теге кешеләр ишекте шаҡылдаттылар.

-Инегеҙ.

-Һаумыһығыҙ.

     Ишектән ирле-ҡатынлы ике кеше күренде. Моталлаптың был кешеләрҙе бер ҡасан да күргәне юҡ. Вата-емерә башҡортса һөйләшкән ошо кешеләрҙе көттө микән ни инәһе? Кем улар? Ниңә килгәндәр? Малайҙың башын ошо һорауҙар биләне. Мәмәй алып килделәр микән исмаһам?

Себештең үҙәк өҙгөс сипылдауы,Моталлапты уйҙарынан айырып, себеш эргәһенә йүгертте. Ҡараҡай себеш, бар көсөн йыйып, торорға маташа ине.

-Һыуһаныңмы әллә?-Моталлап уның суҡышын ауыҙына килтереп уға төкөрөгөн эсерергә уйланы. Ул гел шулай “һыйлап” өйрәнгән уларҙы, яңы ғына йомортҡанан сыҡҡан себештәр, суҡыштарын ҡыймылдатып, һыуһын ҡандыралар. Ә ҡара себеш ниңәлер төкөрөк менән һыйланғыһы килмәне, суҡышын нисек йомған, шулай ҡалдырҙы. Моталлап уны урынына һалды ла шым ғына мейес араһынан аш бүлмәһенә күҙ һалды. Теге ят кешеләр әсәһе бешергән ҡоймаҡты ҡомһоҙланып һыпыра-һыпыра сәй эсәләр. Үҙҙәре Моталлапҡа аңлашылмаған телдә әллә нәмә һөйләйҙәр, ҡәнәғәт ҡиәфәттә бер-береһенә ҡарашып алалар. Ә бына инәһенең төҫө ниңә  ҡасҡан икән? Ниңә уның бите ап-аҡ ҡағыҙ кеүек булған, ниңә күҙҙәре төпкә батҡан, илап ебәрерҙәй булып ирендәре йәмшәйгән? Эх, шул саҡта Моталлапҡа биш кенә йәш булмаһа, ул ошо һорауҙарына яуапты тиҙ табыр ине ул. Бәләкәс шул әле....Бәләкәс...

     Оҙаҡ ҡына һөйләшкәндән һуң, теге кешеләр өҫтәл артынан тороп оло яҡҡа сыҡтылар, диуарҙағы сәғәткә күҙ һалғандан һуң, ир кеше:

-Ваҡыт! Һуңға ҡалмайыҡ, ҡайтырға кәрәк, малайканы килтерһен Сәғирә ханым,-тине.

-Эйе, Сәғирә аппағым, юл аҙабы-гүр ғазабы, тигәндәй, юлдағыларҙың юлда булыуы яҡшы, Муталлапчикты алайыҡ та,- быныһы теге ҡатындың тауышы булды. Ул  Сәғирәнең ҡулына бер ҙур ғына төргәк  тотторҙо. Был сәйер һөйләшкән ҡатындың һүҙҙәренән үҙенең исеме яңғырауын ғына аңлай алды малай.

     Йоҡо бүлмәһенә килеп ингән әсәһен таныманы Моталлап. Әйтерһең дә уны  туңдырып, боҙға әйләндереп баҫтырып ҡуйғандар. Күҙҙәре көҙ көнө ялтырап туңған йылға боҙо кеүек үтә күренмәле, йөҙө ап-аҡ, ә ҡулдары ҡышҡы сатлама һыуыҡта бейәләйһеҙ өшөгән ҡулдар кеүек һалҡын. Ә тауышы?! Тауышы шундай ят һәм һалҡын, тәндәр зымбырлап китә.

-Әйҙә, кейен, һин китәһең, улым!

-Ҡайҙа, инәй? Беҙ ҡайҙа барабыҙ? Һин мине өләсәйгә ҡунаҡҡа апараңмы?

-Юҡ, һин генә китәһең! Бына был ағай һәм апай һине үҙҙәренә алып ҡайталар.Улар һинең ғаиләң була.

     Моталлап ҡатып ҡалды. Әсәһенең уға сит кешегә әйткән кеүек һалҡын тауышы, әллә ниндәй яңы ғаилә тураһындағы һүҙҙәре уға шаярыу кеүек тойолдо. “Сип” тигән тауышҡа әйләнеп ҡарағайны, бүрек эсендә ятҡан себеш ниңәлер бер яҡ яғына ятҡан да аяҡтарын оҙон итеп һоноп ебәргән, күҙҙәре йомолған,ул  саҡ ҡына ҡыбырлағандай итте лә ҡатып ҡалды. Моталлап уны барып тотҡайны, тертләп китте, себештең тәне ҡатып та өлгөргән, һыуынған.

-Үлгән ул, һал урынына, әйҙә,- тине лә әсәһе, себеште Моталлаптың ҡулынан тартып алып бүреккә ырғытты. Малайҙы етәкләп оло яҡҡа сыҡты. Шунан бер нәмә лә аңламаған Моталлаптың ҡулын теге ят ҡатындың ҡужырмаҡ ҡулына алып барып тотторҙо.

-Бына Моталлап, ул хәҙер һеҙҙең улығыҙ,- тигәс, ҡырҡа боролоп йоҡо бүлмәһенә сығып китте.

-Ну, Муталлапчик, айда кайтайык.

     Ҡапыл ҡужырмаҡтан ысҡынып, малай әсәһе яғына йүгерҙе.

-Мин бер ҡайҙа ла ҡайтмайым, инәй,әйт уларға, мин бит өйҙә. Инәй, мин һинең менән ҡалам.

     Әсәһенең муйынына сат йәбешкән малайҙы теге ир килеп айыра башланы.

-Инәй, миңә бер нинтәй ҙә мәмәй кәрәкмәй. Инәй, миңә һин кәрәк. Әйт уларға. Минең һинең улың булғым килә. Инәй, мин себештәрҙе лә ҡарайым, тауыҡтан соҡотмайым.

     Таш кеүек ҡатҡан әсәһенең муйынынан Моталлапты айырып алған ир, уны күтәреп өйҙән алып сығып китте.

-Инәй, инәкәйем...Бирмә  мине уларға, инә-ә-әй!!!

   Ҡунаҡтар сығып китеүгә генә,  йөрәген ваҡ өлөштәргә телгеләп, кәүҙәһен таш һынға әйләндергән Моталлаптың һуңғы һүҙҙәре Сәғирәнең аңына барып етте. Өйҙә ике мәйет кенә ҡалды: береһе-әле генә донъя менән хушлашҡан үле себеш, икенсеһе-“тере мәйет” булып ҡатҡан Сәғирә. Урамдағы Аҡтырнаҡтың үҙәк өҙөп олоуын, сеңләп илауын Сәғирә ишетмәне. Ҡайҙалыр, тауҙар артында зарығып кәкүк саҡырҙы. Кә-күк, кә-күк....

 

 

                                                 ******

     Ҡояш нурына сорналған, ҡоштар моңона мансылған йәйге иртә. Һауала бейәләй ҙурлыҡ та болот  юҡ, ә иртәнге ысыҡта ҡойонған  үләндәр тирә-яҡҡа хуш еҫ тарата, күбәләктәр сәскәләрҙән-сәскәләргә баҫтырышып уйнай, бал ҡорттары йүкә  сәскәһенән кем уҙарҙан бал ташый. Бындай йәйге иртәне йоҡлап үткәреүе яҙыҡ. Сәғирә лә ҡояштың тәүге нуры тәҙрә аша танауын ҡытыҡлау менән уянды ла, ҡоштарҙың  һайрауын тыңлап, хыялдарға сумды. Бөгөн ул әхирәте Кәримә менән еләккә барырға һөйләшкәйне, оҙаҡ көттөрмәҫ, һә тигәнсе ул да килеп етер. Кәримә бит атлап түгел, осоп йөрөй. Сәғирә шулай ҙа торорға ашыҡманы, иркәләнеп ятыуын дауам итте. Йәй көнө соланда йоҡлау бигерәк тә рәхәт. Ул тирә-яҡтан ишетелгән  тауыштарҙы тыңларға ярата, бигерәк тә әсәһенең гөбөрләтеп һыйыр һауыуы, атаһының “һәш-һәш”ләп һыйыр ҡыуыуы ошо йәйге иртәгә ниндәйҙер йәнлелек өҫтәй. Һыйыр имсәгенән аҡ нур булып биҙрәгә һауылған һөт гөбөрләүе  иртәнге моңға ауаздаш. Һыйыр ихатанан сығып, баҡыра-баҡыра  башҡа малдарға ҡушылғас,  урман яғына ыңғайлаған көтөү тауышы иртәнге симфонияны тамамлау партияһы булып яңғырай.

     Соланға инеп,әсәһенең һөт һарҡытыуын,  шым ғына баҫып бәләкәй өйгә атлағанын тыңлап ятты Сәғирә, уның  һөт еҫе аңҡып торған наҙлы ҡулдары менән ҡап-ҡара сәстәренән һыйпап уятыуын түҙемһеҙләнеп көттө. Ниһайәт, ғүмеренең иң татлы мәле етте: Сәғирәнең әсәһе карауатҡа ултырҙы.

-Хоҙайым, бәхетле, оҙон ғүмерле, һау-сәләмәт, тәүфиҡлы булып үҫһен балаҡайым. Ошо берҙән-беребеҙҙең киләсәктә шатлығын күрергә беҙгә лә ғүмер бир, һаулыҡ бир.

     Сәғирә әсәһенең йылы ҡулдарын күкрәгенә ҡыҫты.

-Рәхмәт, инәй.

     Әсәһенең “берҙән-беребеҙ” тигәндә тауышы ҡалтырап китеүен тойоп, илап ҡуймаһын тигәндәй, ул тиҙ генә күҙҙәрен асты. Әсмә апай менән Бирғәле ағайҙың Сәғирәгә тиклем тыуған балалары ниңәлер йәшәмсәк булманы. Йә үле, йә тыуғас та үлеп торҙолар.  Ауыл ҡарттары уларға боронғо йола буйынса киләһе тыуасаҡ балаларын “һатып алырға” кәңәш итте. Сәғирә тыуғас, кендек әбейе уны өйҙән алып сығып, тәҙрә аша Бирғәле ағайға бер яулыҡ хаҡына “һатып бирҙе”. Шулай Хоҙайҙан үтенеп кенә һорап алған балалары уларҙы һөйөндөрөп үҫеп китте, уны күҙ ҡараһылай һаҡлап ҡына үҫтерҙеләр Әсмә апай менән Бирғәле ағай. Олоғайған көндәрендә уларға таяныс та, ышаныс та, күңел йыуанысы ла булһын тип.

- Һине көтөп бешкән еләктәр өҙөлөп  төшәм тип түҙмәй ултыраларҙыр, ҡыҙым, әйҙә тор, сәй эсеп алайыҡ. Атайың да ҡайтып етер. Кәримә әхирәтең дә ҡоралай кеүек һикерәңләп бында булыр.

     Атаһы менән әсәһенең урталарында ғына ултырып , ҡаймаҡлап сәй эсеп бөтөүгә Кәримәнең тауышы ишетелде.

-Сәғирәү, әйҙә, киттек еләккә.

     Әҙер төйөнсөгөн алып, еләккә йөрөтә  торған матур биҙрәһен эләктереп, Сәғирә лә әхирәте артынан сығып  йүгерҙе.

- Алыҫ китмәгеҙ, аҙашырһығыҙ.  Итегеңте кей, йылан-фәләнгә баҫып ҡуйырһың. Ярай, ипләп кенә йөрөгөҙ.

     Ҡыҙҙарҙың  урамға сығып киткәнен  хәсрәтләнеп  ҡарап ҡалдылар атай менән әсәй. Ә тегеләре, осрашып алғас, хәбәрҙәрен һөйләй-һөйләй, тау яғына атланылар. Уларҙы бер ни ҙә ҡурҡытмай. Күп һөйләүсе шаталаҡ  Кәримә Сәғирәнең уң яғына ла, һул яғына ла сығып әллә нәмәләр һөйләне, әхирәтенең алдына ла сығып өйөрөлөп  китә, артта ла тороп ҡалып, тағын ҡыуып  етә, хәс тә хужаһына эйәреп барған көсөктәй.  Тау артынан бәләкәй генә бер  болот ҡалҡып килеүен дә күрмәне ҡыҙҙар. Еләкле тауына менеп еткәс, хәл йыйырға ултырҙылар. Эх, ошо тауҙан уларҙың ауылы бигерәк матур күренә бит ул, әйтерһең дә бишектә бәүелгән сабый. Шул тиклем  йәмле төбәкте табып урынлашҡан бит уларҙың ата-бабалары. Тирә-яҡта ҡалҡандай тауҙар, ә ауылдың уртаһынан  йәмле Инйәр аға.

-Мин  ауылымтан бер ҡайҙа ла китмәйем, ошонта йәшәйем,- ти Кәримә.- Ә һин, Сәғирә, ҡалала йәшәрһең ул, һин бит шунтай матур, актрисалар һымаҡ.

     Әхирәтенең гел шулай тип әйтеүенә  өйрәнеп бөткән Сәғирә, төйөнсөгөн ағас төбөнә ҡуйҙы ла еләк йыя башланы.

-Әйҙә, Хыялбикә, еләк йыяйыҡ, юғиһә һиңә ҡалдырмайым.

-Ә мин бына ошолай итеп йыям, теге әкиәттәге ҡыҙыҡай һымаҡ.

Бер еләкте алам,

Икенсеһен ҡарайым,

Өсөнсөһөн ҡабам,

   Дүртенсеһе үҙе һикерә,

- тип көйләй ҙә, Сәғирәнең биҙрәһенән шаярып бер еләкте  сәлдереп тә ҡуя.

     Шулай донъяларын онотоп, еләк йыя-йыя, ҡыҙҙар тауға үрмәләнеләр. Төйөнсөктәре лә, шаян ҡуян кеүек, улар артынан бер-береһен уҙышып,  ағас төбөнән ағас төбөнә “һикерҙе”, “һикергән” һайын еңеләйҙе. Түтәлдән яңы ғына  өҙөлгән ҡыярҙар, араһына ҡаймаҡ һөртөлгән күмәс телемдәре әйтерһең дә ҡыҙҙарға тауға менеүгә көс биреп торҙо.

     Биҙрәләре лә ҡып-ҡыҙыл булып бешкән еләк менән тула башланы. Әллә арыуҙары етте, әллә ваҡ себендәрҙең ай-вайға ҡуймай күҙгә, ауыҙға, танауға инергә маташыуҙары ҡыҙҙарҙы шөғөлдәренән туҡтарға мәжбүр итте, улар биҙрәләрен ергә ҡуйып, төйөнсөктәге һуңғы ике ҡыярҙы ашарға ултырҙылар.

-Инәйем әйтә, ваҡ себен күҙгә, танауға керә башлаһа, ямҡыр яуа, тей. Әллә ямҡыр яумаҡсы микән, Сәғирә?

-Атайым та миңә, ҡара ҡырмыҫҡа ҡанатланһа,  ямҡыр яуа, ти.

     Эргәлә бер-нисә ҡанатлы ҡырмыҫҡа күргән Кәримә һикереп торҙо:

-Ҡарале, ысынлап ҡырмыҫҡаның ҡанаты бар.Көн ҡояшлы бит, ямҡыр ҡайҙан яуһын инте.

     Ҡыҙҙар баштарын  күтәреп ҡаранылар ҙа, ағастар үтә  ысынлап та  болоттар ҡарайып  төйөрөлгәнен күреп, шымып ҡалдылар. Бына  ямғыр еле лә килеп етте, тау артынан күк тауышы ишетелде. Еләккә әүрәп, улар бик бейеккә күтәрелгәндәр икән дәһә, ауыл әллә ҡайҙа түбәндә ҡалған, аҫҡа ҡараһаң, баштар әйләнерлек. Йә, ултырмағыҙ, тигәндәй, ел тағы ла көслөрәк иҫеп ағас баштарын шаулатты. Бар ҡайтығыҙ, тигәндәй, яҡында ғына ер һелкетеп тағы күк күкрәне. Ҡурҡышҡан ҡыҙҙар тора һалып,биҙрәләрен  эләктереп, тау аҫтына шылдылар. Тулы биҙрәләр менән текә тауҙан төшөүе анһат түгел икән. Етмәһә, көслө ел ҡоро ботаҡтарҙы һындырып төшөрә башланы, күк күкрәүенә шарт та шорт ҡамсыһын һелтәп ялағай ҙа ҡушылды.  Ҡыҙҙар “тфү-тфү-тфү, бисмиллаһи рахмани рахим” тип, яурын аша төкөрөп, ергә сүгәләйҙәр. Тауҙың яртыһына төшөп еткәс, ауыл яҡынайғандай булды, әхирәттәргә йән керҙе. Ҡурҡышынан шымып ҡалған  Кәримә тағы тәтелдәй башланы:

-У-у-у, ауыл күренте, Сәғирә, хәҙер ҡайтып етәбеҙ.

     Ошо һүҙҙәре менән ул әхирәтенән бигерәк үҙен йыуатты шикелле. Шул ваҡыт  тып-тып килеп эре күҙле тамсылар  төшә башланы. Тынысланмай тороғоҙ әле, тигәндәй, бер-икеһе Сәғирә менән Кәримәнең битенә лә килеп тейҙе. Ҡыҙҙар аҙымдарын йышайтты, әммә шыйғалаҡ үләндән атлауы ауыр, ашығып еләкте түгеүең дә ихтимал. Күкте болот баҫҡансы мыжғып торған бөжәктәр ҙә әллә ҡайҙа булып юҡҡа сыҡты. “Тауҙы ғына төшһәк, тигеҙлектән ҡайтып етеүе ауыр ҙа булмаҫ ул, тауҙы ғына...”

     Тау  итәгенә төшөп еткән ҡыҙҙар бер-береһенә ҡарап йылмайҙы, хатта аҙымдарын яйлаттылар. Әммә тәбиғәттең дә  кешегә әҙерләгән һынауы күп.  Береһен үтеүгә, икенсеһе әҙер тора. Шул арала ер һелкенгәндәй булды, күҙҙе сағылдырып ялағай ялтыраны ла артынса  көслө  күкрәү ишетелде. Шул тауышҡа ҡушылып, эргәләге ҡарт имәндең гөрһөлдәп ауыуы ҡыҙҙарҙың йөрәген “табандарына төшөрҙө”. Кәримә менән Сәғирә ни эшләргә  белмәй, ҡурҡыштан бер-береһенә тотоношоп, ҡатып ҡалды. Ҡойоп ямғыр яуа башлағас ҡына, улар аңдарына килеп, ауылға ҡарай атланы. Уларҙың күңеленән ашығыу ҙа, ҡурҡыу ҙа үткәйне  инде. Биҙрәләрендәге һеңеп кәмегән еләккә лә иғтибар итмәнеләр. Юлға төшөп күп тә үтмәнеләр, күләүектәге һыуҙы сәсрәтеп, эргәләренә машина килеп туҡтаны. Кабинанан  Ғәфүрҙең тауышы ишетелде:

-Ҡыҙҙар,  һикерегеҙ тиҙ генә!

     Ҡурҡыуҙан да, өшөүҙән дә ҡалтыранған ҡыҙҙар, иларға ла, шатланырға ла белмәй, машина эсенә инеп ултырҙылар. Йәйге еңел күлдәктәр  һыуланып   тәндәренә йәбешкән, яңы тиртеп килгән күкрәк остары беленеп, ҡыҙҙарҙың һомғол кәүҙәһенә тағы ла зифалыҡ өҫтәгән. Матур толомдары еүешләнеп биленә төшөп торған Сәғирә лә, бөҙрә сәстәре таралып маңлайына һылашҡан Кәримә лә шундай һылыуҙар. Ғәфүрҙең, ҡыҙҙарҙы оялтмаҫ өсөн  артҡа боролоп ҡарамай ғына ултырыуы тынысландырһа, көҙгө аша ялағай һымаҡ өткән  утлы  ҡараш Сәғирәне уңайыҙландырҙы. Был ҡараштан уның һыуыҡ тәне менән янған йәне көрәшкәндәй, дер ҡалтыраны, ул ирекһеҙҙән  әсәһенең ризыҡ төйнәгән яулығын алып  күкрәгенә ҡапланы. Руль артында ултырыусы ят егет көҙгө аша Сәғирәнең һылыулығына һоҡланды. Күҙ ҡырыйы менән Йыһангирҙың көҙгө аша тишерҙәй булып Сәғирәне күҙәтеп барыуын күргән Ғәфүр:

-Йыһангир, алтыңа ҡара, мынта һиңә ҡала юлдары түгел,-тине , уның тауышында асыу ҡатыш көнләшеү тойолдо. Ауылдағы иң һылыу  ҡыҙға Ғәфүр ҙә, бөтә ауыл егеттәре лә ғашиҡ. Сәғирә улар өсөн буй етмәҫлек гүзәллек  алиһәһе  ине.  Шуға күрә , дуҫы булһа ла,бер килмешәктең Сәғирәгә  йоторҙай булып ҡарап килеүенә йәне көйҙө Ғәфүрҙең.

-Эйе, юғиһә, ике күҙең беҙҙең яҡта бит, ҡылыйланып ҡуйма,- тип өҫтәне йылынып өлгөргән шаян Кәримә.

Дауамы бар

Автор:
Читайте нас