Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
2 Декабрь 2023, 10:00

Ҡотлайбыҙ, Айзилә!

 Айзилә Мортаева Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән "Шоңҡар", "Тулпар" журналдары үткәргән "Асыш" йәш яҙыусылар бәйгеһендә 1-се урынға лайыҡ булды! Лайыҡлы еңеүең менән, Айзилә!

Ҡотлайбыҙ, Айзилә!Ҡотлайбыҙ, Айзилә!
Ҡотлайбыҙ, Айзилә!

Түңәрәк кенә бәхет
Ошо Ер шары.
Шуны аңлаған күңелем
Шундай юғары!
Шуны аңлаған аҡылым
Ниндәйен бейек!
Һис йоҡмай уға ваҡлыҡтар,
Йәберҙәр тейеп.
Ҡояшы ла көләс уның,
Айы ла яҡты.
Күргәнегеҙ бармы минең
Моңайған саҡты?!
Моңайһам да яҡты моңом,
Сағыу күҙ нурым.
Түңәрәк бәхет - Ер шары
Унда үҙ йырым!

 

Донъя йәме

Их, был донъяның йәмдәре!

Йәшәп кенә туйғыһыҙ!

Йәшәһәң ине ҡайғыһыҙ,

Йәшәһәң ине уйһыҙ...

Их, был донъяның йәмдәре!

Миҙгел-мәлдәре – сыуаҡ.

Йәшәһәң ине бәхетле,

Үлемһеҙ бер йыр һымаҡ!

Их, был донъяның йәмдәре,

Һөйөлөп-һөйөлмәле!

Күҙҙәрҙән йәш тамғанда ла

Донъя – ул һөйөү мәле...

Күңел ярһыуы

Булһын ине күңел ҡаты,

Булмаһын ине нескә.

Шул сағында йөрәккәйем

Әрнемәҫ ине һис тә.

Кеше өсөн янмаҫ ине,

Һис кенә көймәҫ ине.

Нахаҡ һүҙҙәр күңелемә

Бер ҙә өйөлмәҫ ине.

Тормош! Һинең ҡатылыҡҡа

Нисек өйрәнергә һуң?

Их, күңелем, булма нескә,

Их, күңелем, булсы туң!!!

Сер

Аһ, Ҡатын-ҡыҙ!

Һин –

Ҡабатланмаҫ биҙәк!

Бер ҡараһаң – ҡамыш,

Бер ҡараһаң – тирәк.

Кемгәлер – үкенес,

Ә кемгәлер – табыш.

Берсә – һөйөү-шатлыҡ,

Берсә – көйөү-һағыш.

Аһ, Ҡатын – ҡыҙ!

Һин –

Асылмаҫы серҙең!

Һуты, йәме, йәне –

Күктең, Ерҙең, Ирҙең!

Әсәй янында

Иң матур миҙгелдәр –

Әсәйем янымда.

Рәхмәттәр уҡыйым

Һәр аҙым һайын да.

Төнөн дә, таңын да

Аллама, Тәңремә.

Әсәйем иҫән-һау.

Ул янымда булғас,

Убылмай ер һәм тау.

Әсәйем булғанға

Мин һаман иркә лә.

Тормоштоң аһ-зары

Сүп кенә эргәлә!

Әсәйем булғанға,

Мин иң бай кешемен!

Донъяға, тормошҡа

Мин шундай бешемен!

Урам буйлап яҙ йүгерә

Урам буйлап яҙ йүгерә,

Үҙе шат, көләс.

Күҙҙәрендә йондоҙ-нурҙар,

Башы – алтынсәс.

Урам буйлап яҙ йүгерә,

Тамсылар йырлай.

Гөрләүектә буҙтурғайҙар

Һыу менән уйнай.

Урам буйлап яҙ йүгерә,

Наҙын таратып.

Ошо яҙҙа бар донъяны

Ҡосам яратып!

Ҡырҡ бер сыраҡ

Аҡман-тоҡмандары менән

Уҫал Ҡыш Яҙҙы һынай.

Һынаһа ла, һынмай ул Яҙ,

Яҙ бит ул – ҡатын-ҡыҙҙай!

Илаһа ла, шатланһа ла,

Үҙ яҙмышҡайын яҙа.

Яҙмыш бурандары ҡай саҡ

Баҫтырһа уны яҙа,

Бирешмәй ул. Хыянатҡа,

Өмөтһөҙлөк, яңғыҙлыҡҡа.

Белә бит ул, ҡыштарҙан һуң

Яҙ килеүгә, наҙ барлыҡҡа.

Үҙ-үҙенән йәмдәр таба,

Ҡолағына алҡа таға.

Ҡырҡ сырағы янып бөтһә,

Ҡырҡ беренсеһен яға...


Айзилә Рәмил ҡыҙы Мортаева Белорет районы Шығай ауылы ҡыҙы. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлағас, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында әҙәбиәт бүлеге етәксеһе булып эшләгәндән һуң, бөгөнгө көндә “Башҡортостан ҡыҙы” редакцияһында хеҙмәт итә. Тормош иптәше Ришат менән Айгүзәл, Данияр, Шамил исемле балалар үҫтерәләр. Ижад емештәре республика баҫмаларында баҫылып тора.

 

Автор:
Читайте нас