

Ҡайҙа бармай,
Ниҙәр күрмәй,
Ир-егеткәй менән ат башы.
Башҡорт халыҡ йыры “Азамат”.
Үҙ-үҙемде белгәндән алып аттарға йән атам. Уларҙың сабыр ҡарашы, оҙон йә ҡыҫҡа ялы, түҙем холҡо, һиңә мөлдөрәп баҡҡан күҙҙәре гелән үҙенә тарта. Әле лә кескәй улым менән парк буйлап китеп барғанда, балаларҙы ҡыуандырған, матур итеп биҙәлгән аттарҙы, пониларҙы күреп туҡтап ҡалдым. Күҙҙәремә ирекһеҙҙән йәш эркелде. Бала саҡтың иң ауыр хәтирәһе тотошлайы күҙ алдына килеп баҫты.
Беҙҙең күгелйем-аҡһыл төҫтә иҫ киткес матур һәм сабыр, аҡыллы атыбыҙ бар ине. Аҡморон ине уның исеме. Дүрт-биш йәшемдә атайым мине уға һыбай ултыртып көтөү көткәнем дә иҫемдә. Атайым Аҡморонға үҙенә ышанғандай ышанды, уны әңгәмәсеһеләй күреп һөйләшер ине, бәлки эс серҙәрен дә бушатыр булғандыр. Бына мине лә тәүләп һыбай атҡа ултыртты. Их, ҡайһылай рәхәт икән ат өҫтөндә: бөтә тирә-яҡ күренә, аттың һәлмәк кенә атлауынан үҙемде бәүелсәктә кеүек хис итәм. Малдарҙы йылға буйына ҡыуғас, атайым атты үлән ашарға үҙ иркенә ебәрҙе. Мин өҫтән сәскәле яланды, йәмле Ыҡ буйын күҙәтәм. Сиңерткәләр күңелле сыңлай, ара-тирә ҡоштар һайрауы ишетелеп ҡала, тәбиғәттең тантаналы матур мәле. Ат тыныс ҡына үҙ яйына тәмләп үлән ашай, тирә-яҡҡа башын күтәреп ҡараштырып ала. Ә мин уның өҫтөндә тын ғына барам, ҡурҡмайым да. Ана атайым да алыҫта ҡалды, күренмәй ҙә инде. Атты күгәүендәр маҙаһыҙлай башланы ахыры, ҡойроғо менән уңлы-һуңлы үҙен һуҡҡылап ала. Мин һаман тауыш бирмәйем, йә өркөп сабып китер тип ҡурҡа башланым. Өҫтөндә еңел генә бәләкәй бала ултырғанын бәлки тоймайҙыр ҙа, бәлки онотҡандыр ҙа. Әммә шул ваҡыт ҡапыл ат ашауынан туҡтап, яңғыҙ ҡайын янына килеп, яйлап ҡына эйәлә башланы. Ул алғы аяҡтарын бөккәс, мин эйәр өҫтөндә алғараҡ шылып киттем. Ат тулыһынса артҡы аяҡтарын да бөктө. “Ҡайһылай аҡыллы икән беҙҙең Аҡморон, ахыры мине төшөрөргә уйлайҙыр”,- тип аяғымды күтәреп төшөргә ынтылдым. Ҡапыл бер аяғым өҙәңге бауына ураланып китте, тартам-тартам, ысҡындыра алмайым. Мин сәбәләнә башланым. Йә, исмаһам, атайым яҡында түгел. Ни эшләргә инде, ә ат ҡапыл кире тора башлаһа, мин аяғым менән эләгеп торасаҡмын бит, тип уйлап борсола башланым. Ат һиҙемле йәнлек, барыһын да аңлағандай, башын миңә бороп ҡараны ла, сабыр ғына минең төшкәнемде көтә башланы. Мин әҙерәк тынысланып, ҡулым менән аяғыма ураланған бауҙы саҡ-саҡ ысҡындырып ебәрҙем. Йәшел үлән буйлап дүрт тағанлап ситкә китеүем генә булды, атым көтмәгәндә тулай ҙа башланы. “Ярай әле Аҡморон мин төшкәнсе түҙеп торҙо, улай ҙа йырағыраҡ киткәнмен”,- тип еңел тын алып ҡуйҙым. Атым, күрәһең, эҫе көндә күгәүен-серәкәй талауына сыҙай алмай, арҡаһына ҡаҙалған ҡан эскестәрҙән шулай ҡотолорға уйлағандыр.
***
Аҡморондоң тиҙҙән ҡолоно буласағын мин ҡышын ғына белеп ҡалдым. Ҡыуанысымдың сиге булманы!
***
Бер көн киске сәйгә ултырышҡайныҡ ҡына, кемдер берәү ишекте шаҡып килеп инде.
Атайым ҡаштарын йыйырып, көрһөнөп ҡуйҙы.
- Нимәгә?
- Ней, миңә бына бөгөн үк Ғүмәр ауылына барып килергә кәрәк ине. Һинең атыңдан да шәберәк дан ат юҡ бит ауылда. Ә ундай ат менән барып төшһәмме, их, күҙҙәре янасаҡ.- тип үҙ-үҙенә хыялланып йылмайып ебәрҙе Айрат ағай.
- Атты бирә алмайым, үҙебеҙгә кәрәк, ҡунаҡҡа саҡырғайнылар.- атайымдың биргеһе килмәүе көн кеүек асыҡ.
- Эх, Тимерйән ағай, ну урыҫтар әйтмешләй “вопрос жизни и смерти”, тигәндәй.- Айрат ағай атайыма яҡын уҡ килеп, ҡолағына ниҙер шыбырланы.
- Йә, ярай. Тик ҡара уны, атты ныҡ ҡыума, ике айҙан ҡолонларға тора. Ипләп кенә йөрөт. Һыртҡал, арҡалыҡ бауын ныҡ күтәреп бәйләмә. Шәп ҡыума, минең дуға тар, сананың тәртәнәһе һуғылып барасаҡ әтеү.
- Булды, булды, ағай, борсолма бер нимәгә лә, - тип Айрат ағай ҡыуанысынан һикерә-һикерә тигәндәй, ишектән юғалды. Атайым да артынан кейенеп сығып китте.
Киләһе көнөнә атайым менән әсәйемде ысынлап та, ҡунаҡҡа саҡырған булғандар икән. Улар йыйынып, арғы остағы туғандар менән бер санаға ултырып, күрше ауылға ҡунаҡҡа сығып киттеләр. Ҡышҡы көндәрҙә ҡунаҡҡа гел ҡуна саҡырыуҙар була торғайны. Был юлы ла ата-әсәйем бер-ике көнгә тип мине өләсәйем менән ҡалдырып юлға сыҡтылар. Ә миңә һис тә күңелһеҙ түгел. Үҙемде ҙур итеп тойоп, йорт-ҡура эштәрен эшләнем. Өләсәйемдең ҡалын, майлы ҡоймаҡтарын рәхәтләнеп ашаным, кискә ҡарай ғына күңел болоҡһоулана башланы. Моғайын, әсәйемде һағынғанмындыр, тип уйлап ҡуйҙым. Ҡапыл ҡапҡа асылған тауышҡа һиҫкәнеп киттем. Тәҙрәнән Аҡморон күренде. Өләсәй менән ашығып сығып ҡаршы алдыҡ Айрат ағайҙы.
Эш бөткәс, тәмләп һөт эсеп, йоҡларға яттым. Күҙҙе йомоу менән ҡояшта ялтырап күҙҙең яуын алып торған, һомғол, матур, ҡанатлы аттарҙың күлдән кешнәй-кешнәй сығыуын күреп әүен баҙарына инеп киттем.
***
Таң атып килә. Ап-аҡ ҡар өҫтөндә ҡып-ҡыҙыл рауза таждары ҡойолғандай, тимгел-тимгел таптар ята. Аҙбарға атылып индем. Үҙ күҙемә үҙем ышанманым: аҙбар, һарай ишектәренә лә ҡан атылған, аҙбар эсе ҡан менән тулған. Ҡот осҡос, йә Хоҙай, нимә ул? Эскәрәк үттем. Үҙем ҡалтырай башланым. Ерҙә бәләкәй генә бер йән эйәһе ята. Юҡ, юҡ булыуы мөмкин түгел! Шаҡарып туңған йән эйәһенең оҙон керпектәренә ҡағылдым. Кескәй генә йөрәгем шартлар сиккә етте. Быуындарым йомшарып ергә сүгәләнем. Күҙҙәремдән йәштәр йылға булып аға башланы. Бөгәрләнеп кенә ятҡан йән эйәһе – минең осор хыялым, минең ҡанатлы толпарым, Аҡбуҙатым ине ул... Әсә йылыһын тойоп та өлгөрмәй, яҡты донъяны күрмәй, минең мәңге тоғро дуҫым булырын да, үҙенең ҡанатлы Аҡбуҙат булмышлы икәнен дә белмәйенсә һауаға, бейек күктәргә осҡан, мәңгелеккә күҙен йомған. Их, Аҡбуҙатҡайым минең...
Мин хушымды юйғандай булдым. Тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып яна. Үҙем һауаға осам. Ҡапыл күҙ алдына Аҡморон килеп баҫты. Уның янында аҡһыл-күгелйем төҫтә иҫ киткес матур күҙле, ҡанатлы ҡолоҡай уйнаҡлай. Мин уға ҡулымды һуҙам. Ҡолонҡай өркмәй генә яныма яҡынланы ла, йомшаҡ ҡанаты менән битемә ҡағылды. Мин ҡапыл күҙҙәремде астым. Ҡышҡы зәңгәр күктән ап-аҡ йомшаҡ мамыҡтар яуа. Аҡморон, Аҡморон ҡайҙа икән? Ҡапыл үҙемдә көс табып һикереп килеп торҙом. Аҙбар эсенә тағы күҙ йүгерттем. Артҡы ҡапҡаның асылыбыраҡ торғанын шәйләп ҡалдым. Ҡан таптары һуҙылып шул яҡҡа киткән. Яҡыныраҡ килеп ҡараһам, эскерт янында, ауыртыныуына түҙә алмай, күҙҙәренән тәгәрәп туңып ҡалған эре йәштәре менән күккә баҡҡан Аҡморонҡай ята ине...
Ҡайҙандыр алыҫтан өләсәйҙең илаулы ҡысҡырыуы, йүгереп килгән күрше ағайҙарҙың тауыштары ҡолағыма салынды. Улар мине Аҡморондо муйынынан ҡосаҡлап ятҡан килеш таптылар...
Ауылда хәбәр йәшен тиҙлегендәй тиҙ, етмәһә, арттырылып тарала. Әле генә ҡайтырға тейеш булмаған атай-әсәйем дә тиҙ арала ҡайтып еттеләр. Теге Айрат ағай ҙа йүгереп килеп етә һалған:
Ҡолонҡай менән Аҡморондо атайым менән көтөү көткән ерҙәге яңғыҙ ҡайын төбөнә ерләнек. Атайым был ваҡиғанан һуң башҡаса бер ҡасан да ат көтмәне...
***