

Ҡыҙҙары өсөн борсолоп, үҙҙәренә урын тапмаған Әсмә апай менән Бирғәле ағай, ҡапҡа алдына машина килеп туҡтауын күргәс тә, урамға атылдылар. Лысма һыу ҡыҙҙарының өҫтөнә йылы кейем ҡаплап, Әсмә апай уларҙы өйгә алып инеп китте. Бирғәле ағай Ғәфүр менән ҡала егетен оҙатып ҡалды.
Ҡойма ямғыр нисек тиҙ килһә, артынан йәйғорон күккә элеп, үтеп тә китте . Тын алыуҙары иркенәйеп, ҡоштарҙың һайрауы йәнләнеп, ауыл халҡы өйҙәренән сығып, мал-тыуар мөңөрәп, ҡош-ҡорт сырҡылдап тормош та үҙ юлынан барыуын дауам итте.
Ауыл яғына боролғас , иҫ китмәле хозур тауҙарына, ағастарына һоҡланып килгән Йыһангир, ауылдың үҙен күреп хушын юйғайны. Иҫе китере алдараҡ булған икән: машинаһына инеп ултырған Сәғирәне Йыһангир онота алманы. Асһа ла, йомһа ла күҙ алдында ошо һылыу торҙо. Ҡала ҡыҙҙары Сәғирәнең тырнаҡ осона ла тормайҙар, уларҙа яһалма матурлыҡ, ә Сәғирә... Унан шундай сафлыҡ, илаһилыҡ, әйтеп аңлатҡыһыҙ тойғолар уятыусы көс бөркөлә.
Буйға оҙон, тулҡынланып торған ҡуңыр сәсле булыуына ҡарамаҫтан, асыҡ йәшел күҙле, аҡ йөҙлө Йыһангир күп ҡыҙҙарҙың хушын алып, ғашиҡ итеп өйрәнгән. Бер ҡасан да ҡатын-ҡыҙҙар иғтибарынан ситтә ҡалмаған егет, үҙен һәр ваҡыт ышаныслы тотто. Йыһангир Сәғирәгә бер күреүҙән ғашиҡ булды ла ҡуйҙы. Дуҫына аҙна-ун көнгә генә ҡунаҡҡа килгән егет, ҡайтырға ашыҡманы ла. Эш яратып етмәһә лә, бесән сабырға ла йөрөнө, хатта башҡаларҙан ҡалышмаҫҡа тырышып, кәбән һалырға ла булышты. Ғәфүрҙәрҙең сабынлығы Сәғирәләрҙеке менән йәнәш урынлашҡан. Сабынлыҡҡа барғас, Йыһангир бөтөнләй ултырманы, барыһын да аптыратып бесән сапты, күтәремдәрҙе һәнәк осона элеп кәбән башына ырғытты. Ҡайҙан килгәндер уға шул тиклем көс?Бирғәле ағай менән Әсмә апай ҙа быға иғтибар итмәй ҡалманы:
-Ҡалай мынау Ғәфүрҙең дуҫы сос, эшкә шәп, бер ҙә ҡалала үҫкән тимәҫһең.
Бер ҡырҡымды сабып бөткәс, ата-әсәһе ял иткәнсе, Сәғирә шишмәнән һыу алырға китте. Сылтыр-сылтыр аҡҡан тау шишмәһен ярата ул, һыуы теште һындырырҙай һалҡын. Йырлай-йырлай Сәғирә иң тәүҙә шишмәлә битен йыуып ала, бесән эшләп арығандан һуң көс ингәндәй була, шунан рәхәтләнеп йәнгә-тәнгә сихәт булған һыуын эсә. Ҡыҙҙың тәбиғәт менән ҡушылып, бер бөтөндө хасил итеүен ағас артынан Йыһангир күҙәтеп тора. Уның һәр хәрәкәте ымһындырғыс, тауышы моңло, ә ҡояшта янған бит алмалары, әйтерһең дә, һурып үбер өсөн генә яралтылған. Өркөтөп ҡуймайым тигәндәй, һаҡ ҡына күҙәтеп тора ла, ҡыҙ ҡуҙғала башлағас ҡына, ул ағас артынан сыға.
-Сәғирә, китмәй тор, бик һыуһатты, бәлки шишмәнән һыу алып эсергә көрөшкәңде биреп торорһоң.
-Мә, йәл түгел,- тыйнаҡ ҡына килеп өндәшкәс, Сәғирә лә ҡаршылашмай.
Һауытты ҡыҙҙың ҡулынан алғанда Йыһангир эҫе устары менән уның бармаҡтарын һыйпап ала. Ток һуҡҡандай, ҡыҙҙың тәне зымбырлап китә. Яҡындан күҙҙәре тағы ла матурыраҡ икән, ҡап-ҡара муйылдай , ә бүлтәйгән ирендәре бешкән сейәләй, өҙөп кенә ал да ҡап. Юҡ, был һылыу мотлаҡ Йыһангир өсөн үҫкән, уны бер кемгә лә бирмәйәсәк. Тик бына Сәғирә бер ҙә уға иғтибар итмәгән кеүек. Урамда осраһа, боролоп өйөнә ҡаса, киске уйынға сыҡмай, усаҡ яғып саҡыралар,төрлө һылтауҙар табып, унда ла килмәй. Сәғирәнең Йыһангирға иғтибар итмәүенә Ғәфүр һөйөнә генә,сөнки уға булған мөхәббәте йөрәген тултырып аша.
Бына әле лә шишмә яғына киткән Сәғирәнең яңғыҙ ҡайтып килеүен күргәс, күңеле тынысланды, танауы төшөп кенә атлаған Йыһангирға төрттөрҙө:
-Нимә, тотоп булманымы һандуғасты?
-Ул барыбер минеке буласаҡ, бына мин әйтте тип әйтерһең!- Йыһангирҙың тауышында үпкәләү ҡатыш асыу ишетелде.
Эҫе көндәрен артта ҡалдырып йәй аҙағына яҡынлашты. Ауыл егетенә әйләнде Йыһангир, ҡалаға бер-ике көнгә генә ҡайтып, ата-әсәһен күреп килде лә, тағы ауылға һеңде. Кәримәнең өгөтләүҙәренә ҡаршы төшмәй, Сәғирә лә бер нисә тапҡыр киске уйынға сығып ҡайтты.
-Сәғирә, аптырайым та ул һиңә, нәмәһе оҡшамай Йыһангирҙың, шул тиклеп шәп егет, ҡалала йәшәй. Их, миңә булһа ине ул, ҡалаҡҡа ғына һалып йота торған егет бит, ә?
Кәримәнең сираттағы өгөт-нәсихәтенә Сәғирә йылмая ла ҡуя. Шулай ҙа был егеткә ниндәйҙер хистәре уяна башлағанын тоя, аңлап етмәй әлегә.
Ул кисте усаҡ яҡтылар, Сәғирә менән Кәримә лә барҙылар. Йәйҙең һуңғы көндәре булғанғамы, йәштәр күп йыйылғайны. Усаҡ тирәләй түңәрәккә ултырып төрлө йырҙар йырланылар, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һөйләп көлөштөләр. Йыһангир Сәғирәнән күҙен алманы. Ул көндө Ғәфүр ҙә Сәғирәгә генә ҡарап ултырҙы, ҡарамаҫлыҡ та түгел шул. Үҙенә килешле итеп тегелгән алһыу күлдәк кейгән, гел үреп йөрөткән сәстәрен һүтеп арҡаһына тулҡынландырған. Шағир әйтмешләй: “Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай, шундай ҡыҙҙар, ят та үл инде...”Ауыл егеттәренең күҙҙәре, башҡа ҡыҙҙарҙы көнләштереп, Сәғирәнең һылыулығын күҙәтте.
...Август айының кистәре һалҡын, Сәғирә өшөгәндәй булды. Шуны ғына көткән Йыһангир тиҙ генә курткаһын уның яурынына япты һәм эргәһенә үк килеп ултырҙы.
Ул кисте Йыһангир Сәғирәне оҙатып барҙы. Шулай улар осраша башланы, егет үҙен шатлығынан түбәһе күккә тейгәндәй тойҙо. Ғәфүрҙең, киреһенсә, балтаһы һыуға төшкәндәй йөрөнө. Киләһе осрашыуға Йыһангир машинаһы менән килде. Сәғирә ҡаршы төшһә лә, юха телләнеп,уны машинаһына ултыртты. Оло юл буйлап ауылдан алыҫыраҡ китте улар. Урман яғынараҡ барып туҡтанылар ҙа , машинанан сығып, яр буйына төштөләр. Йыһангир Сәғирәне наҙлап ҡына ҡосағына алды. Егеттең киң күкрәгенә һыйынып торғас, ҡыҙ үҙен шундай нескә, бәләкәс итеп тойҙо, иркәләнеп уға арҡаһын терәне. Шулай тын ғына йылға ағышын күҙәттеләр.
-Сәғирә, мин һине яратам. Был һүҙҙәрҙе мин әле бер кемгә лә әйткәнем юҡ. Мин һине яратам, йәнем!
Йыһангир Сәғирәнең күҙҙәренә ҡараны.
-Ә һин? Һин мине яратаһыңмы, Сәғирә?
Йылға тулҡындары ярға бәрелде, алыҫта “һаҡ-һаҡ” тип бер ҡош ҡысҡырҙы. Сәғирә Йыһангирҙың йәшел күҙҙәренә батҡан, уның йылы ҡосағына сумған, мөхәббәтенән иҫергән.
- Эйе, Йыһангир, яратам!
Шуны ғына көткәндәй, Йыһангир Сәғирәнең ирендәренә үрелә, ниндәй йылы, наҙлы, татлы улар. Күпме ирендәрҙе үпкәне булды егеттең, ләкин бындай ҙа татлы, бешкән сейә һымаҡтары осраманы. Ирендәрен һурып үбеүҙән Сәғирәнең быуындары йомшарҙы, ул беренсе тапҡыр үҙе лә аңлай алмаҫлыҡ татлы тойғолар кисерҙе. Ҡыҙҙарҙың хушын алыуҙа тәжрибәле Йыһангир ҡулдары менән уның нескә биленән ҡосто, эҫе тыны менән яндырып муйындарын, яурындарынан иркәләп утте. Бөтөнләй иҫен юғалтҡан Сәғирә, быуынһыҙ ҡалып, егеттең ҡулдарында ирене. Иҫенә килеп күҙен асҡас, ул баш осондағы йондоҙло күкте күрҙе лә, алыҫтағы бер ҡоштоң “һаҡ-һаҡ” тигән киҫәтеүен генә ишетте. Әммә ҡыҙ ләззәт даръяһына сумып өлгөргәйне инде.
Бер аҙнанан Йыһангир ҡалаға ҡайтып китте. Сәғирә менән хат яҙышырбыҙ тип вәғәҙәләшеп айырылыштылар. Ләкин бер аҙнанан да, бер айҙан да хат килмәне. Үҙе килер тип көтһә лә, өмөтө бушҡа булды ҡыҙҙың.
Бер тапҡыр шулай ни эшләргә белмәй, уйға батып ултыра ине, ата бесәй Мыраубай өйгә сысҡан тотоп индергән дә эй уйната тегене. Бахыр ҡасам ғына тиһә, һикереп тотоп ала ла уны туп һымаҡ һикертеп уйнай. Бисара сысҡан хәлһеҙләнгәнсе уйнап, ҡыҙығын бөтөргәс, Мыраубай уны тырнаҡ осона эләктереп ситкә быраҡтырҙы ла ,бер ни булмағандай, сираттағы ҡорбанын эҙләп сығып та китте... Үҙен сысҡан хәлендә тойған Сәғирәнең күҙҙәренә йәш төйөлдө. Бисараның әжәленә ҡамасаулай алмағанына үкенеп, Сәғирә ҡойроҡ осонан ғына тотоп, уны тышҡа алып сыҡты. Урамға сығып аҙбар яғына атлап та өлгөрмәне, әллә әлеге үлем күренешенән, әллә ҡулдағы үле сысҡандан, уның йөрәге болғанып ҡоҫҡоһо килеп китте, башы әйләнеп эргәлә ултырған түмәргә сүкте. Көҙҙөң һалҡын еле уның уҡшыуҙан тирләгән арҡаһын зымбырлатып үтте.
Әсә йөрәге һиҙгер була шул. Әсмә апай ҡыҙының көндән-көн һарғайып, күҙҙәре эскә бата барыуын күрҙе. Ашауы ла бер-ике ҡалаҡ ризыҡ ҡабыу ғына булғас, борсоуға ҡалды. Ни булды берҙән-берҙәренә? Бала ҡайғыһын күп күргән атаһы ла Сәғирәнең хәлен күреп уғата ныҡ бошондо.
Әсәһенең шомланыуы тиккә булманы, ҡурҡытҡан уйҙары раҫҡа сыҡты- Сәғирә ауырлы ине. “Йәй аҙағында бик осоноп йөрөнө шул, ниңә тыйманым икән. Аҡыллы ғына күренә, егәрле лә тип,теге “тәтәй”енә ышанып, ҡаршы төшмәнем шул...Пар килеп торалар, ошоға тиклем бер егет менән дә осрашҡаны булмағас, яҙмышылыр тип уйлағайным. Хәҙер ни эшләргә? Нисек итеп Бирғәлегә әйтергә? Ҡайҙа барһа ла, минең ҡыҙым, тип маҡтанып, ғорурланып йөрөгән атай кеше был хәбәрҙе күтәрә алырмы? Ә ауылдаштар? Дуҫы бар, дошманы... “Ҡырҡ йылдан һуң да беленер ҡырын эште” йәшереп буламы ни... Йыһангирын саҡыртып никах уҡытырға ла ҡалаға оҙатырға кәрәк.”
Ошо юлды иң дөрөҫө тип тапты Әсмә апай. Йыһангирҙы Ғәфүр аша эҙләттеләр, хат та яҙҙылар, әммә яуап булманы.
Бирғәле ағай был хәбәрҙе ишеткәс, үҙ -үҙенә йомолдо, һөйләшмәҫ булды, урамға ла һирәк сыҡты. Һуңғы сәстәре лә ағарып, ҡартайҙы ла ҡуйҙы.
Тышта йән өшөткөс көҙгө көндәр. Урам буйлап килгән Сәғирәнең күҙ йәштәрен көҙгө һалҡын ямғыр йыуа, итектәренә батҡаҡ йәбешә, әсе ел битен, ҡулдарын семетә. Быларына түҙер ҙә ине, йәнен өшөтөүсе йөрәк аҫтындағы сабый булмаһа. Үҙенән бигерәк атаһы менән әсәһен йәлләй Сәғирә. Ғүмерҙәрен уны үҫтереүгә бағышлаған ғәзиздәренә нисек яуап бирҙе ул... Бөтә халыҡ алдында йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтерҙе. “Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа ул”, “Маҡтаулы ҡыҙ туйҙа эш боҙа ти”, “Машинаға ғына ултырып кататься иткәс ни...” тигән һүҙҙәр ауыҙҙан ауыҙға, ҡолаҡтан ҡолаҡҡа йөрөнө. Уның һылыулығынан көнләшеп йөрөүсе ҡыҙҙарға шул ғына кәрәк ине, улар үҙҙәренә ҡарамаған егеттәрҙән мыҫҡыл иттеләр : “Йә, ауыҙ һыуығыҙҙы ҡоротоп маҡтай инегеҙ, күрһәттеме алиһәгеҙ!” Егеттәрҙең Сәғирәне теге елғыуарҙан ҡурсалап ҡала алмауҙарына асыуҙары килде. Ғәфүр ҙә үҙенә урын тапманы, дуҫ тип йөрөгән кешеһенең, һөйгән ҡыҙын мәсхәрәләп китеүен кисерә алманы. Өйҙәренә барҙы, ата-әсәһе уның сит ҡалаға сығып китеүе тураһында ғына хәбәр иттеләр. Шунан һуң Ғәфүр күп уйлап тормай, тәүәккәлләп, ҡайтҡас та Сәғирәне һоратты. Әсәһе, туғандары ҡаршылашһа ла, ул үҙ һүҙендә торҙо.
-Кеше балаһын үҫтерәңме инте хәҙер? Миңә үҙ ейәнем кәрәк, зина ҡылып яралған тыума түгел!-тип әрләшкән әсәһенә:
-Мин Сәғирәне яратам, инәй!-тип яуапланы ла кәләшен өйөнә алып ҡайтты.
Ул ҡыш бигерәк оҙон тойолдо Сәғирәгә. Ғәфүргә күңеле ятмаһа ла, яҙмышына буйһондо, әсе һүҙҙәр менән әленән-әле төрттөрөп торған ҡәйнәһенең ҡылығына ла түҙҙе. Һығылып илаған саҡтарында йоморайып килгән ҡорһағын туҡмап иланы. Бөтә күңеле менән баланың тыумауын теләй ине ул. Ҡыҙыу мунсаға йөрөнө, сөнки оло инәйҙәрҙән бала төшөрөүҙең бер сараһы эҫе мунса икәнен ишетеп белә ине. Әхирәтенең ошондай хәлгә ҡалыуында үҙен дә ғәйепле һанаған Кәримәнең :“ Еҙтөймә төнәтмәһен эсеп бала төшөрәләр икән,”-тигән һүҙҙәренә ышанып, һары сәскәле үләнде лә ҡайнатып эсте. . Әммә Сәғирә нисек кенә тырышмаһын, йөрәк аҫтындағы бала йәшәүгә сат йәбеште.
Бирғәле ағайҙың ғына йөрәге быны күтәрә алманы. Ҡапыл ғына, аяҡтан йығылды. Төнө буйы ҡоторған буран үтә һуғып һыуынған өйҙө йылытайым тип, иртәрәк тороп мейескә ут яҡты ла ҡабат барып ятҡан урынынан торалманы ла ҡуйҙы.
Мәрхүмде оҙатырға бөтә ауыл килде. Түгелеп илаған Сәғирәне берәүҙәр йәлләне, икенселәре “Атаһының башына етте”, тип, йөҙ борҙолар.
Әсмә апай яңғыҙы ҡалғас, ҡыш үткәнсе генә, тип Сәғирә әсәһе эргәһенә йәшәргә ҡайтты. Ғәфүр ҙә арымай-талмай ике йорт араһында йүгерекләне. Утын- бесәне лә, ирҙәр ҡулын ғына талап иткән башҡа эше лә эт тубығынан ул ауылда.
Кеше һүҙе кеше үлтерә тигәндәй, һәр ерҙә лә ағыу сәсеүселәр табылып тора. Ғәфүрҙең ҡәйнә йортонда йышыраҡ булыуын күреп, “Ғәфүр килен булып төшкән икән дә”, тип мыҫҡыл итеүселәр ҙә табылды. Әлбиттә, Ғәфүр быға бик иғтибар итмәне, ул һөйгәненә терәк булыу маҡсаты менән йәшәне. Ә шулай ҙа, тамсы тама-тама ташты тишә, тиме...
Шаулап-гөрләп яҙ килде. Сәғирә яҙҙы ярата. Тәбиғәт уяна, яңыра, ҡояш нығыраҡ йылыта. Яҙғы сәскәләрҙең сыҡҡанын көтөп ала алмай зарыҡты ул. Шунан һыуға ултыртам тип, һарай башына менеп, бесән араһынан кипкән сәскәләрҙе йыйып алып төштө. Уларҙың, барыбер терелмәҫен белһә лә. Бер өҙөлгән сәскәгә һулып кибеүҙән башҡа юл юҡ. Ниндәй бер ҡатлы, ғәмһеҙ булған икән ул ошоға тиклем...
-Боҙ ҡуҙғалды!
-Боҙ китә!!!
Урамдағы шау-шыуҙы ишетеп, Сәғирә тәҙрә янына килде. Йыл да ауыл өсөн ҙур ваҡиға булған Инйәр боҙоноң китеүен бөтә ауыл тамаша ҡыла. Тәүҙә тығын тығыла, шунан яйлап ҡына боҙ ҡуҙғала, эре-эре боҙҙар “мин алдан да мин алдан” тигәндәй, бер-береһен этешеп алға ынтыла, яр баштарына ла сығып, тауҙай өйөлөшөп китә хатта. Боҙ киткәндә иң ҡурҡынысы шул: ҡалын боҙҙар бөгөлдәге шаршыла тығылып, ҡайҙа ағырға белмәгән һыу урамдарға сыға, баҙға төшә. Быйылғы дәррәү ирегән ҡар һыуына йылға ярҙары тулы булғас, боҙ ҡаршылыҡһыҙ ғына китте лә барҙы. “Аллаға шөкөр, быйыл тыныс булты,”-тип ололар эскәмйәләрҙә ултырып доға уҡыһа, йәш-елкенсәк, бала-саға “Эй-й-й, ҡыҙығы булманы-ы-ы”,-тип ҡәнәғәтһеҙлек белдереп ҡул һелтәнеләр.
Урамдағы халыҡ таралышҡас, Сәғирә тышҡа сығып, аҫмалы күпер яғына ыңғайланы. Тау-тау булып өйөлөп ятҡан боҙҙарҙың ҡалынлығына аптырап бара торғас, күпер эргәһенә еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған. Даръялай йәйелгән Инйәргә һоҡланып та, шомланып та ҡарап торҙо ул. Тулҡындар: “Әйҙә, Сәғирә, беҙҙең менән, уйнай-уйнай алыҫҡа ағырһың. Бына күрәһеңме беҙ ниндәй көслө,хатта дөбөр-шатыр килтереп боҙ батшалығын емереп ташланыҡ”,-тигәндәй. Инйәр: “ Ҡыш буйына кешеләр ташлап бысратҡан ярҙарымдан сүп-сарҙы мин һә тигәнсе тулҡындарым менән йыуып алам, әйҙә, Сәғирә, һин дә ҡушыл миңә. Күңелеңдәге ауыр уйҙарҙы, күңел бошонҡолоҡтарыңды алыҫ-алыҫтарға алып барып ташларбыҙ. Әйҙә...”
Сәғирә, үҙ- үҙен белештермәйенсә, бәүелеп торған, таҡтанан ғына эшләнгән аҫмалы күпергә атланы. Бер, ике аҙым... Бына ул күпер уртаһында.
“Ниндәй шат аға тулҡындар, әйтерһең дә һалҡын боҙ аҫтынан иреккә сығыуҙарына шатланып ҡайнашалар. Минең дә гонаһтарымды, ҡайғыларымды алып китһәләрсе... Ана, тирә-яҡ нисек таҙара! Өйөлөп ятҡан бысҡы ваҡтары, ватыҡ һауыт-һаба, сепрәк-сапраҡ, мал тиҙәге-барыһы ла тулҡындар араһына инеп юғала. Алып китегеҙ миндә йыйылған бысраҡлыҡтарҙы ла! Алып китегеҙ, зинһар, мине лә!..”
Сәғирә алға ынтылдым ғына тигәндә, ҡапыл эсенең аҫ яғы бысаҡ менән телгән кеүек ауыртып, ул күпер өҫтөнә бөгөлөп төштө. Шашып аҡҡан тулҡындар шауын түҙеп торғоһоҙ ауыртыу томаланы. Ҡайһы арала килеп еткән Ғәфүрҙең көслө ҡулдары уны күтәреп алды. Күп тә үтмәй, донъялағы хоҡуҡтарын даулап, яңы тыуған бала ауаз һалды.
“Кәкүк йомортҡаһының себеше сыҡҡан”,-тиеште халыҡ, “Теге кәнтәй көсөгөн тыуҙырған икән”, “Ғәфүр, ул гонаһ шомлоғоңто дывурыма ла интереп йөрөйһө булма!”- тип ҡаршыланы был гонаһыҙ баланы Сәғирәнең ҡәйнәһе. Баланың балаһы балдан татлы тиһәләр ҙә, ейәненең тыуыуын битараф ҡабул итте Әсмә апай. Башҡа ваҡыт булһа, шатлығынан түбәһе күккә тейеп йөрөр, улым тыуҙы тип бөтә донъяға яр һалыр Ғәфүр ҙә баланы ҡулға алып, йәп-йәшел күҙле, аҡ йөҙлө бәләкәсте күреп, уны кире урынына һалды ла әйләнеп сығып китте. Ә Сәғирә, кендек әбейе сабыйҙы күкрәгенә килтереп һалғас, аңлашылмаған тойғолар кисерҙе. Тиҙ арала мыҫҡыллы йылмайған алдаҡсы Йыһангир ҙа, донъянан төңөлөп шымып ҡалған әсәһе лә, сал сәсле моңһоу атаһы ла, төкөрөк сәсеп әрләп торған ҡәйнәһе лә күҙ алдынан үтте уның. Ә сабый әсәһенең күкрәгенә ятҡас, һәр йән эйәһенә хас инстинкт буйынса, йәшәүгә сат йәбеште: әсәһенең имсәген табып, шуп та шуп килтереп имергә тотондо.
Моталлап шулай теремек, мыҡты булып үҫеп тә китте. Үҫкән һайын, атаһына нығыраҡ оҡшап,әсәһенең яраларына тоҙ һалды. Ғәфүр бер тапҡыр ҙа “улым” тип әйтмәне уға, исеме менән генә өндәште. Уның ҡарауы, йыш ҡына эсеп ҡайтып, ҡатыраҡ бәрелгән саҡтары йышайҙы. Ауылдаштары, дуҫ-иштәре лә яйын сығарып төрттөрөп кенә торҙолар. “Аҫыраған быҙау артҡа тибә ти”, “Был малайың үҫеп еткәс ни эшләр инте. Дуҫыңа рәхмәт әйтерең микән”,- тиештеләр. Сәғирә менән бергә йәшәүҙәренә дүрт йыл булып килә, ниңәлер уртаҡ балалары тыуманы.
Бер көн әсәһенә бесән ташыған Ғәфүр сығырынан сығып ҡайтып инде., Уныһы киленен яманлап, улын эсереп ҡотҡо һалып ҡайтарҙы. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй ҡайтып ингән Ғәфүр Сәғирәне һуғып осорҙо ла, атай тип ҡаршыһына йүгереп килгән Моталлапты елкәһенән тотоп һалҡын соланға сығарып быраҡтырғас, ишекте шартлатҡансы ябып ҡуйҙы. Шунан мөйөшкә боҫҡан Сәғирәне беләгенән елтерәтеп ултырғысҡа ултыртты:
- Күрше ауылға балаһыҙ бер ғаилә күсеп килгән, ти инәйем. Уллыҡҡа бала эҙләйҙәр икән, көсөгөңтө шуларға бирәһең, юғиһә...
Ул башлаған һүҙен дә әйтеп бөтөрмәйенсә, торған еренән салҡан ауып, хырлап йоҡлап китте. Сәғирә, туңып шыңшыған улын тыштан индереп, тиҙ генә шымырға ҡушты. Әсәһе иҫән саҡта Ғәфүр былай уҡ шашынмай ине әле, ҡәйнәһенә ихтирамлы ине ул. Әсмә апайҙың үлеүенә ике йыл тигәндә, әйтерһең дә Ғәфүрҙе ен алыштырҙы.
Ул иртәгәһенә баш баҫып, бер ни ҙә өндәшмәй йөрөнө, тик был дауыл алдынан була торған тынлыҡты ғына хәтерләтте. Тағы ла ярһыулыраҡ талашыу ваҡыттары яҡынайғандан яҡынайҙы.
Ниһайәт,түҙемлеге юйылған Сәғирә тәүәккәлләне: теге балаһыҙ ғаиләгә хәбәр ебәрҙе.