Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Әҙәбиәт һәм ижад
4 Декабря 2023, 04:00

Кәкүк Повесть (4) Әлиә САМАТОВА

-Нинтәй инәйең? Ул бит һине һатҡан! Мынау балаһыҙ Сайра менән Ғиндуллаға һатҡан! Инәйем шулай тине.

Кәкүк Повесть (4) Әлиә САМАТОВАКәкүк Повесть (4) Әлиә САМАТОВА
Кәкүк Повесть (4) Әлиә САМАТОВА

******

-Кәкүк!

-Ун! Ун тапҡыр ҡысҡырҙы! Ур-р-ра!!! Инәйем мине килеп аласаҡ!

Ағас ботағынан һикереп төшкән Моталлап, йомғаҡ кеүек тәгәрләп, йән-фарман өйөнә ҡарай йүгерҙе. Талпынып типкән йөрәге, күкрәгенән бына сығам, бына сығам тип ярһыны. Ул күҙ алдынан бөтә буласаҡ ваҡиғаны үткәрҙе... Бына инәһе киләсәк тә йомшаҡ ҡулдары менән башынан һыйпап, арҡаһынан тупылдатып һөйәсәк. Ә Аҡтырнаҡ дуҫы, шатлығынан үрә һикереп, Моталлапты ҡаршылаясаҡ. Нисек һағынды ул тыуған йортон... әйтеп аңлатҡыһыҙ.

-Ун тапҡыр күкүлдәне, ун... Их, үҙ өйөмә ҡайтасаҡмын!

Уҡтай осоп ихатаға килеп ингән Моталлап, ялбыр-йолбор солан аҫтына тәгәрләне. Үҙҙәренә алып ҡайтҡан көндөң иртәгәһенә Сайра, Моталлаптың әйберҙәрен алмаштырып, уның күлдәк-ыштандарын сүп-сар араһына һалып яндырырға уйлағанда, малай күлдәген алып ҡасып, солан аҫтындағы бер мөйөшкә йәшереп ҡуйғайны. Әсәһе килеүгә шул күлдәген кейгеһе килде уның. Йәшерткән урындан хазинаны алғандай, һаҡлыҡ менән генә күлдәген тартып сығарҙы ла, өҫтөндәгеһен сисеп, уны кейергә тотондо. “Инәйем бешергән ҡоймаҡ еҫе килә...” Был уйынан уның йөрәге урынынан һикереп сығырҙай типте. Тик, был ни хикмәт!? Күлдәкте бик ҡыйынлыҡ менән кейҙе малай, ең остары ла таржыҡ Нәҡиптең саҡ тубығына етеп торған ҡыҫҡа ыштанына оҡшап, терһәгенә генә етерлек. Ә төймәләрен элермен дә тимә. Ҡултыҡ аҫтындағы йөйҙөң ептәре, усаҡта сытырлап янған шыршы йәйеге кеүек, шытыр-шытыр килде. Ҡорһағы асыҡ ҡалһа ла, күлдәкте кейеү уйынан Моталлап кире ҡайтманы. Солан аҫтынан сығып йылғыр ғына урам яғына юлланды. “Ҡайһы яҡтан килер икән инәйем? Әһә, ана алыҫ түгел ҡалҡыулыҡ бар. Шунан ауылға илткән бөтә юлдар ҙа асыҡ күренә...” Шатлығынан һикерәнләй-һикерәнләй, малай ауылдың ситендә урынлашҡан ҡалҡыулыҡҡа осто. Уның иң түбәһенә менеп еткәс, иғтибар менән тирә-яҡты күҙәтә башланы.

Ҡояш, таңдан сәфәргә сыҡҡан юлсылай, арып, күктең ҡап уртаһына килеп туҡтап ҡыҙҙырғанда ла Моталлаптың күҙҙәре ауылға ингән юлдарҙа булды. Ошо ҡояш кеүек уның әсәһе лә ана теге тау артынан, йәки ана теге урман яғынан килеп сығыр ҙа улын алып ҡайтыр. Һис шикһеҙ алып ҡайтыр...Аяуһыҙ ҡыҙҙырған июнь ҡояшы малайҙың тәнен, битен көйҙөрҙө. Тамағы кибеп, эҫегә әлһерәһә лә, Моталлап урынынан ҡуҙғалманы. Ул әсәһен күрмәй ҡалыуҙан ҡурҡты. Торған ерендә бешкән бер-нисә еләк өҙөп ҡапҡас, тонған күҙҙәре асылып, кәйефләнеп китте. Ул ауылда күренгән бер хәрәкәтте лә күҙ уңынан ысҡындырманы.

Ана, Нәзифәләрҙең ҡаҙҙары, һап-һары йомғаҡтай бәпкәләрен эйәртеп, үлән йолҡалар. Ғорурлығы саманан ашҡан ата ҡаҙ, үҙенең көсөн күрһәтер өсөн, яҡын йүгереп үткән бесәйҙе лә ыҫылдап баҫтырып ҡала. Шунан, күрҙегеҙме мине , тигәндәй, муйынын һуҙып, ҡаңғылдап, инә ҡаҙҙар менән бәпкәләренә маҡтанырға килә. Тегеләре лә, ғаилә башлығының батырлығын хуплап, яуап бирәләр. Ҡыуанысын нисек күрһәтергә белмәгән “ғаилә башлығы” шатлығынан ырғып-ырғып бейеп ала.

Алыҫтан тауыш сыҡҡан яҡҡа күҙ һалды малай. Өмәгә сыҡҡан ир-егеттәр бура бурай. Оҫталарҙың ҡулдарындағы балта сыңы йырға оҡшап ҡуя, туҡылдатып ҡыҙыуыраҡ сапһалар, шуның ыңғайына (тактына)бейеп китергә лә була. Ә инде бүрәнә әрсегән тауыш та өҫтәлһә, торғаны бер оркестр инде.

Яҡындан ғына, иңдәренә биҙәкле көйәнтәләрен һалып, шырҡылдығын сығып, ҡыҙҙар Ҡаран һыуына китеп баралар. Бындай селләлә тешеңде һындырырҙай Ҡаран һыуы иң тәмлеһе бит ул... “Эх, әле бер генә ижау булһа ла эсеп ебәр ине, шуны...” Моталлап тамшанып, кипкән ирендәрен ялап ҡуйҙы.

Тирә-яҡтан күҙен алмаған малай, үҙенә табан килгән өсәүҙе танып ҡалды. Шулар. Моталлапты күреп ҡалғандар, ахыры. Шәп-шәп баҫып, ашығып туп-тура киләләр. Дүртенсеһе кем икән? Ҡыҙ кешегә лә оҡшаған. Малай быларҙы таныһа ла борсолманы. Киреһенсә, шатлығын һөйләргә тип ултырған урынынан һикереп торҙо.

-Нәмәңте ҡарап беҙҙең ҡалҡыулыҡта ятаң? Һиңә башҡа урын бөткәнме?- тип сәрелдәне Нәҡип.

-Ҡояҫта ҡыҙынып беҙҙең еләкләрҙе аҫап ята инте,- тип ҡыҫылды Саҙрый.

Фәттәх, эттәрен һөсләтеп, табыш көткән һунарсы кеүек, ситтән генә күҙәтте.

-Бөгөн минең инәйем килә. Ул мине алып ҡайта.- Моталлаптың тыныс, ғорур яңғыраған тауышына Фәттәхтең йәне көйҙө. Ул, һеләүһен кеүек, күҙ асып йомғансы, табышына йәбеште:

- Һинән кемең килә тип һорамайлар, килмешәк! Нәмәңте ҡарап беҙҙең ҡалҡыулыҡҡа хужа булып ятаң?

Моталлаптың күлдәк ептәре бына-бына өҙөлөрҙәй булып шытырланы.

-Нинтәй инәйең? Ул бит һине һатҡан! Мынау балаһыҙ Сайра менән Ғиндуллаға һатҡан! Инәйем шулай тине.

Моталлаптың өҫтөнә боҙло һыу ҡойҙолармы ни. Ул Фәттәхтең көслө ҡулдарынан ысҡынып, Нәҡипкә килеп йәбеште. Шуны ғына көткән таржыҡ танау, Моталлаптың биленән матҡып тотто. Улар көрмәкләшеп ергә ауҙылар.

-Юҡ, килә минең инәйем! Ул мине һатмаған!

-Килмәй! Һатҡан!

-Нәҡип, биреҫмә! Ҫәҫенә йәбеҫ, типкеҫлә үҙен!-тип утҡа май һипте тешһеҙ Саҙрый.

-Һатмаған! Ул бөгөн килә!

-Әһә, килде тей, һатлыҡ!!!

Ике малайҙың өҙгөләшеүен Фәттәх кинәнес менән күҙәтте. Был ситтә торған Нәзифәгә генә оҡшаманы. Ул, Моталлапты йәлләп, ирендәрен бүлтәйтеп, иларға ла әҙерләнгәйне. Моталлаптың ике еңенә йәбешкән Нәҡип, уларҙың һүтелеп китерен уйламаны ла. Бөтә көсөн йыйып дошманын ергә ҡуша һуғырға уйлағайны, ҡулына тотҡан еңдәр шытырлап өҙөлөп китмәһенме!.. Шул ыңғайға Нәҡип ултыра төшөп тәкмәсләп китте. Ике ҡулына ике ең тотоп тәгәрләп киткән Нәҡип тә, өҫтөндә ялбырап ҡалған сепрәк киҫәктәренә төрөнөргә тырышҡан Моталлап та ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та ине был мәлдә.

Тешһеҙ Саҙрый төкөрөктәрен сәсеп көлөргә тотондо. Дуҫының көлөүенә йәне көйгән, көлкөгә ҡалған һәм ергә ҡаты ғына төшөп ауыртынып ғәрләнгән Нәҡип, йүгереп килеп бөтә көсөнә Саҙрыйға тондорҙо. Күҙ төбөнә елле генә эләккән малай сәрелдәп иларға тотондо.

-Әлем-м-м, күҙемде ҫығарҙы. Инәйемә әйтәм мин һине, таржыҡ!

-Нәмә тинең!? Саҙрый-маҙрый, тешһеҙ һантый!

Фәттәх ҡыҫылмаһа, был икәү үҙ-ара өҙгөләшерҙәр ине, биллаһи.

-Йә, етте! Һеҙ мынта нимәгә килгәнегеҙҙе оноттоғоҙ түгелме? Мишка беҙҙең ҡалҡыулыҡҡа хужа булып ята, ә был мөртәттәр икәү-ара үлешәләр!

Күлдәгенең имен өлөштәрен ипләп маташҡан Моталлапҡа, асыуҙан ҡанһыраған күҙҙәрен алартып, өс ас бүреләй, яҡынлашты улар. Фәттәх Моталлапты йыға һуҡты, тегеләре бер ниндәй аяуһыҙ уны типкесләргә тотондо.

-Һатлыҡ!

-Килмешәк!

-Ҫайраның көҫөгө!

Моталлаптың ҡояшҡа янған тәне тегеләр типкән һайын әрнеп ауыртты. Ул башын ҡулы менән ҡаплап, ыңғырашып ятты. Нимә булыр ине икән, әгәр ҙә Нәзифә йәнасыҡҡа ҡысҡырып теге өсәүҙе туҡтатмаһа:

-Туҡтағыҙ! Үлтерәгеҙ бит!

Ярһыған малайҙар ерҙә хәрәкәтһеҙ ятҡан ҡорбандарын күреп, ҡурҡыштарынан тирә-яҡҡа саптылар.

Ыңғырашҡан Моталлапты йәлләп, Нәзифә илай-илай уның эргәһенә килде. Йыртылған күлдәк ярпылары сей яраларына йәбешкән. Ҡояшҡа янған тәне ҡып-ҡыҙыл булып бүртенгән. Күп уйлап тормай, ҡыҙыҡай ярҙам саҡырырға йүгерҙе.

“Һатҡан...ул һине һатҡан...һатлыҡ...” Был һүҙҙәр Моталлаптың яралы тәненә, ҡанһыраған йәненә бысаҡ булып ҡаҙалды. “Төргәк...” Шул саҡ, теге ваҡытта Сайраның әсәһенә биргән ҙур ғына төргәге иҫенә төштө. Нимә булды икән унда? “Һатҡан...төргәк...һатлыҡ...” Башына сүкеш менән һуҡҡан кеүек был һүҙҙәр. “Һатҡан... һатҡан...” Малай иҫен юғалтты.

******

 

...Оҙаҡ ауырыны Моталлап. Аҙна буйы тәне ут кеүек янды, шыбыр тиргә батып уянды, теше тешкә теймәй дер ҡалтыраны.  Ике һүҙҙе ҡабатлап һаташты: “Төргәк...һатҡан...”

Хәле арыуланырҙай булмағас, ырымсы Барый мулланы саҡырҙы Сайра. Ул башта артыш төтәтеп өйҙө ыҫланы. Шунан малайҙы өшкөргәс, кейемен систереп бер төйөнсөккә бәйләп, уҡынып, һыуға ағыҙҙы. Малай өсөн бөтә ауыл борсолдо. Әбейҙәр йомғаҡлы май, ҡатыҡ, йомортҡа тотоп хәл-әхүәл белешергә килеп, баланың һауығыуын теләп доға уҡынылар. Нәзифәнең әсәһе андыҙ тамыры килтереп кистәрен өйҙә уны төтәтергә кәңәш итте. “Күмәкләгән-яу ҡайтарған”. Ике аҙна тигәндә Моталлап күҙҙәрен асты. Ул беренсе булып күҙенә салынған, уның һауығыуына шатланышып карауаты янында  торған Фәттәх менән Саҙрый һәм Нәҡипкә ҡарап йылмайҙы. Был  йылмайыуҙың тылсымы, болот араһынан күҙ ҡыҫҡан ҡояш кеүек, баштарын аҫҡа эйеп ғәйептәренән нисек ҡотолорға белмәй торған малайҙарға йән керетте. Һаҡау күп һөйләр тигәнде раҫлап, Саҙрый түҙмәне:

-Моталлап, мына һиңә еләк әпкилдем. Һауыҡ йәме, тыҫта рәхәт, бергә һыу инербеҙ.

Тотлоға-тотлоға Нәҡип тә ҡыҫылды:

-Ней, ней...теге ҡ-ҡ-ҡалҡыулыҡта бергә уйнарбыҙ. Мә.- ул әсәһе бешергән күмәсте Моталлапҡа һондо.

“Ҡалҡыулыҡ” тураһында иҫтәренә төшөргән  Нәҡипкә шелтәле ҡарап, Фәттәх карауат эргәһенә яҡынлашты:

-Ғәфү ит, Моталлап. Һин, теге ней, ауырыма йәме. Бына.-кеҫәһенән  рогаткаһын сығарып бирҙе.

Мәргәнлектә бер сәпте лә имен ҡалдырмаған, һәр ваҡыт урам малайҙарының күҙен ҡыҙҙырған рогаткаһын Моталлапҡа һонғас, Саҙрый менән Нәҡиптең күҙҙәре таҫырайҙы. Шул мөғжизәле ҡоралды тотоп ҡарар өсөн генә лә Фәттәхкә күпме инәлергә тура килә торғайны. Ә бында, мә, һиңә!!!

-Рәхмәт,- тип көс-хәлгә  әйткән Моталлаптың шатлығы эсенә һыйманы. Малайҙарҙың ауыҙынан үҙ исеменең  дөрөҫ  яңғырауы уның йөрәгенә майҙай яғылды.

 

                                                           ******

 

Автор:
Читайте нас