Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
4 Декабрь 2023, 14:25

Серле ҡурайға Рәмзин ӘБСӘЛӘМОВ

Оҫтаһының әгәр ҡулы тейһә, Әйләнә ул серле ҡурайға.

Серле ҡурайға       Рәмзин ӘБСӘЛӘМОВСерле ҡурайға       Рәмзин ӘБСӘЛӘМОВ
Серле ҡурайға Рәмзин ӘБСӘЛӘМОВ

Ябай ғына көпшә, ҡарап торһаң,
Һыныр кеүек алһаң ҡулдарға.
Оҫтаһының әгәр ҡулы тейһә,
Әйләнә ул серле ҡурайға.

Ел-ямғырҙа, ҡояш нурҙарында
Үҫкәнгәме, серле ҡурайым,
Моң-зар менән һуғарылған үлән
Данлап йырлай күкһел Уралын!

Алып китә тарих төпкөлөнә,
Күҙ алдынан үтә алыштар,
Сал бөркөттәр оса һауаларҙа,
Ҡанаттарын ҡағып алыҫта!

Шаңдау булып Урал ҡаяһынан
Ишетелә торна тауышы.
Сылтырап аҡҡан Һаҡмар, Ағиҙелдең
Һиҙҙереп тә сылтыр ағышын.

Һандуғастар, һабан турғайҙары
Хайран ҡала уның моңона.
Серле үлән шулай моңланалыр
Ысын оҫтаһының ҡулында.

 

Фото: Бәйләнештә

Автор:
Читайте нас