

******
“Балам, сыҡ, ниңә улай оҙаҡ инәһең һыуҙы, сыҡ. Моталлап, тәрәнгә китмә, йә, сыҡ инде...” Һаташып уянып китте Сәғирә. Ошо көндәрҙә төштәре боларҙы уның. “Моталлап, улым ”-тип ҡулын һуҙһа, уныһы төргәккә әүерелә лә ҡуя. Төргәкте тағатһа, үле себеш хасил була...
Моталлапты биреп ебәргән көн иҫенә төшкәс, тамағына төйөр тығылды, йөрәге алҡымынан алды. “Инәй, мин һинең улың булғым килә...” Ошо һүҙҙәр бына ике йыл инде туҡтамай, ҡолағында сыңлай. Йыһангирҙән үс алдымы, әллә атаһы менән әсәһенең үлемендә ғәйепләнеме баланы, бәлки ҡәйнәһенең өнө тығылыр тип өмөтләнгәндер... Ауылдаштырының имеш-мимештәре кәмер тип уйланымы? Бала йөрәк аҫтында булғанда тыуған нәфрәт ҡамасауланымы? Улай булғас, ниңә шул тиклем ауыр икән?.. Сайра тоттороп киткән төргәк таш булып йөрәген ҡыҫты, тынын ҡурҙы. Ғәфүр?.. Батып барғанда йәбешергә алдатҡыс һалам ғына булды бит ул. Яратмаһа ла, егәрле, изгелекле булғаны өсөн хөрмәт итте уны Сәғирә. Ҡойоп ҡуйған бәләкәй Йыһангир-Моталлапты күргәндә моңһоуланып киткән күҙҙәрен, күкрәк төбөнән сыҡҡан ауыр һулауын һиҙмәнеме ни ҡатыны?.. Яраларын уңалдырырҙай дауа ла табылманы- уртаҡ балалары ла тыуманы бит, исмаһам. Береһен үҙ иткәндә, икенсеһен дә ят итмәҫ, ҡыр типмәҫ ине. “Игәү” әсәһен тыңлап Ғәфүрҙең көн дә ғауға ҡуптарыуын да аңлай Сәғирә. Тик нисек итеп йөрәкте ҡыҫҡан “ ташты” алып ташларға? Нисек?
Ояһын таба алмай сәбәләнгән ҡош кеүек, яуапһыҙ һорау ҡатындың мейеһен ҡайнатты. Имеш, бер туҡтауһыҙ ҡысҡырған тартай, уның мейеһен тишеп һорауҙарға өндәү билдәһе ҡуйғас ҡына тартылдауынан туҡтаны. Таң һыҙылғас ҡына, башҡа ҡоштарға һүҙ бирелде. Тегеләре шуны ғына көткәндәй, кем уҙарҙан һайрай башланылар.
Боларған төштәренән, йоҡоһоҙ үткән төндән ҡотҡарған ҡоштарға рәхмәт уҡып, Сәғирә тышҡа сыҡты. Саф һауа башын әйләндереп, саф уйҙар бүләк итте уға. “Моталлапты алып ҡайтырға кәрәк...”
Аҙна буйы юлға әҙерләнде әсә. Ғәфүргә белдермәйенсә генә барып алырға ҡарар итте. Әгәр ҙә ҡаршы булһа, айырылыр ҙа китер, бала хаҡына. Иренең баҫыу кәртәһен тоторға сығып китеүе булды, Сәғирә лә юлға сыҡты. Уның сәғәт-сәғәт ярымлыҡ ҡына юлды үткәндә лә кисереп өлгөргән уйҙары бер ғүмерлек. Уларға яуап табып бөтөү мөмкин түгел. Үҫте микән улы? Танырмы? Ғәфү итерме? Әгәр ҡасып китһә, ҡайтмайым тиһә? Ике йыл күрешмәүен, күрәләтә ят кешеләргә биреп ебәреүен нисек аңлатыр уға? Әллә кире боролорғамы? Уйҙарының осона сыға алманы йәш ҡатын. Ошо мәлдә бер туҡтап, бер яйлап, бер шәбәйеп, сайҡала-сайҡала барыусы Сәғирәне берәйһе күрһә, иҫәрләнгән икән был, тип уйлар ине һис шикһеҙ.
Алда ауыл күренде. Нимә көтә унда? Сәғирәнең йөрәге иҙәнгә ҡуша һуҡҡан туп кеүек ҡаҡлығып, бына-бына күкрәген ярырҙай булып һикерә башланы. Ул ҡапыл кире боролоп, ҡайтыу яғына йүгерҙе. Шәп йүгереүҙән тыны ҡыҫылып туҡтағанда ауылдан байтаҡ йырағайғайны инде. Йылға буйына төшөп ташҡа ултырҙы. Шаян ел йылға өҫтөндә яһап уйнаған тулҡындарҙы күҙәтте ул. Ел ни тиклем генә көслө иҫмәһен, йылғаның ағышына ҡаршы тора алмай. Асыуланып, көслө итеп тә өрөп ҡарай, әммә һыу таштан ташҡа һикереп сылтырап ағыуын дауам итә. Битен йыуырға төшкән Сәғирәнең дә бармаҡ араларынан тамсы-тамсы һикерешеп ҡасып бөттөләр. Аҡҡан һыуҙар кире ҡайтмай, ваҡыт та шулай икән, тип уйланы Сәғирә.. Бына шулай ике ауыл араһындамы, әллә буйһонмаҫ яҙмыш ҡосағындамы аҙашҡан Сәғирә лә төш еткәнен һиҙмәй ҡалды.
Ҡурҡыу тойғоһон балаһына булған һағышы еңде. Ул ҡабат йылға үренә атланы. Ауыл осонда осраған кешенән Сайраларҙың өйөн һорашып, туп-тура шунда ыңғайланы. Ҡапҡа эргәһендә шау-гөр уйнап йөрөгән бала-саға тауышын ишетеп туҡтаны. Быуындары бушап, ҡайҙа барырға белмәй, йыуан тирәк артына сығып сүгәләне.
-Аҡ тирәк, күк тирәк,
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
-Аҡ тирәк, күк тирәк
Беҙгә Нәзифә кәрәк!
-Нәзифә, ҫәп йүгер, өҙ тегеләрҙе йәме.
-Ур-р-ра! Маратты ал, ул көслө.
-Аҡ тирәк, күк тирәк,
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
Сәғирәнең йөрәге ярылырҙай булды. “Кем кәрәк? Моталлап кәрәк! Миңә улым кәрәк!”
-Аҡ тирәк, күк тирәк,
Беҙгә Моталлап кәрәк!
Күҙ алды ҡараңғыланды ҡатындың, быуындары тотмай сүгәләгән урынынан да тора алманы.
“Ана уның ҡолонсағы... Нисек буйсанланып үҫеп киткән улыҡайы...”
-Балам...- Сәғирәнең тауышы сыҡманы.
-Ур-р-ра, Моталлап маладис! Шәп малай, өҙҙөң әй! Маратты кире алып ҡайт!
“Кире алып ҡайт...” Имеш, уйында ғына шулай булалыр инде. Бар көсөн йыйып, күҙ йәштәрен һөртөп, әсә ултырған еренән торҙо. “Хәҙер барам да “Һаумы, улым. Мин һине алып ҡайтырға килдем,әйҙә”- тип әйтәм”.
-Әйҙәгеҙ йәшенмәк уйнайыҡ!
-Әйҙә. Саҙрый гөргөлдәй!
-Гөр-гөр-гөр, гөр-гөр-гөр
Мин утыҙға һанағанҫы
Һин йәҫенеп өлгөр!
Күҙ асып йомғансы, ҡапҡа төбөндә күҙҙәрен ҡаплап һамаҡлаған Саҙрый ғына ҡалды. Шәп-шәп атлап килгән Сәғирә, бәпкәләре йөҙөп киткәс, яр ситендә ҡалған тауыҡ кеүек, ҡайҙа барырға белмәй, баҙап ҡалды. Бүрәнә артына, кесерткән араһына, яр аҫтына, баҡса мөйөшөнә ҡасып боҫҡан балалар араһында уның улы. Тик ҡайҙа? Уйынға мөкиббән киткән балалар , төрлө яҡҡа өҙгөләнеп талпынған ҡатынға иғтибар ҙа итмәнеләр.
-Муталлапчик, айда ашарга кайт!- тип килеп сыҡҡан Сайраны күргәс, Сәғирә йүгереп тирәк артына йәшенде. Ҡото осоп, күҙ йәшенә быуылған ҡатындың дер ҡалтырауына шунда йәшенеп ултырған Нәзифә генә шаһит булды. Әммә дуҫтары тарала башлағас, ул да өйөнә ҡарай йүгерҙе. Йәшенгән урынынан сыҡҡан Моталлап, дуҫтары менән һаубуллашты ла, Сайра менән урамдарына инеп китте. Артынса ел дә үткәрмәҫ урыҫ ҡапҡаһы шартлап ябылды.
*****
Йөҙө ағарған, бер нөктәгә ҡарап өнһөҙ ятҡан ҡатынын күргәс, Ғәфүрҙең ҡото осто:
-Сәғирә, ни булды? Берәй ерең ауыртамы әллә?
“Ауырта, Ғәфүр... Тик ҡайһы ерем икәнен үҙем дә белмәйем...”-тип әйткеһе килһә лә, шымып ҡалды йәш ҡатын. Шунан ҡапыл нимәнелер иҫенә төшөрөп, итәгенә ут ҡапҡандай, тышҡа атылды. Солан бүрәнәләренә баҫҡыс итеп ҡағылған тимер тотҡаларға йәбешеп йылғыр ғына ҡыйыҡ башына менеп китте лә төргәк төшөрөп, урамға йүгерҙе. Уны тағатып та тормай йәйгелеккә урамға ҡуйылған тимер мейес ауыҙына алып барып тыҡты. Ҡуҙланып ятҡан торомбашҡа етә генә ҡалды: төргәкте тирә-яҡтан төтәтеп быҫҡытты ла дөрләтеп яндырып та ебәрҙе. Мөрйәһенән ҡуйы ҡара төтөн сығарған мейес быны-бына ҡысҡыртып китеп барыр паровозға оҡшап ҡалды. Бер-нисә минут эсендә көлө күккә осто төргәктең.
Әллә ауыр таш-төргәктән ҡотолғанғамы, әллә бына инде бер-ике көн йөрәк аҫтында нимәлер ҡыбырлап ҡуйғанғамы, еңел һулап, Сәғирә өйөнә инде. Өҫтәлдәге яңы ғына йыйылған бер кәсә еләк менән боҫорап ултырған самауырҙы күргәс, яраларына шифа һалғандай булды. Күҙ төптәре күгәреп, йөҙө ағарып, һурығып киткән ҡатынының һаран ғына булһа ла йылмайыуын күреп, Ғәфүр ҙә дәртләнде.
-Әйҙә, кәләш, ултыр, һиңә тип еләк йыйҙым. Икәүләп кенә сәй эсеп алайыҡ.
Бер ҡасан өсәүләп тә булыры, ике ятып бер төшөнә лә инмәй ине әле ирҙең.
...Атай булыу шатлығы тормошона йәм, ғүмеренә мәғәнә өҫтәне Ғәфүрҙең. Аяғы ергә теймәй, осоп йөрөнө улы тыуғас. Бар донъяға яр һалып ҡысҡырғыһы килде. “Мин атай. Улым тыуҙы!” Утыҙға ингән ир-егеттең нәҫелен дауам итеүсеһе тыуғас, бигерәк тә ҡыуанысы, ғорурлығы әйтеп бөткөһөҙ. Бына улы үҫер, “атай” тип әйтер, үҙе белгән барлыҡ һөнәрҙәргә өйрәтер уны Ғәфүр. Атанан күргән-уҡ юнған бит, уның да ҡолонсағы атаһынан ҡалышмаҫ, уҙҙырып та ебәрер әле. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, атаһы белмәгән һөнәрҙәргә лә эйә булыр. Ир-егеттәр яуламаҫ үрҙәр бармыни? Ана, әҙәм балаһы яңы ғына йыһанға осто. Уның да улы бәлки космонавт булыр әле. Йә булмаһа офицер, йәки инженер... Иң мөһиме, ысын кеше булһын.
Атай... Ошоға тиклем дә уға был һүҙҙе әйтеүсе бар ине бит. Ниңә шуны ишетеүҙең кинәнесе булманы? Ғорурлығы һөйгәненә булған мөхәббәтенән көслөрәк булдымы? Сәғирәһен Йыһангирҙән көнләшеү. Шул көнсөллөк Моталлаптың, атай, тип өндәшеүен ишеттермәҫ өсөн уның ҡолаҡтарын томаланымы? Һөйөп танһығы ҡанмаған Ғәфүргә Сәғирәһен ҡосаҡлатмай, туп кеүек тәгәрләп араларына инеп ятҡан малайҙы ят бауыр итеп күреүҙәнме? Кәләше лә бит, мөмкинселеге булһа ла, төрлө сәбәптәр табып, улын үҙ янында тотто. Йәнәһе, бәләкәс әле, ҡурҡыр, өшөр,.. Сәғирәнең бөтә мөхәббәтен, иғтибарын, наҙын шул малай һурып торҙо бит. Йылдар үткәс, бәлки үҙгәрештәр ҙә булыр ине лә? Тик ҡалала Йыһангирҙы осратыуы түҙемлегенең һуңғы тамсыһы булды Ғәфүргә. Үҙе кеүек йәшел күҙле “ҡурсаҡты” ҡосаҡлап үтеп барғанда дуҫын күреп туҡтап ҡалды ул. Ғәфү үтенер, үкенер, Сәғирәне һорашыр тип өмөтләнгән Ғәфүргә бысраҡ һыу ҡойҙолармы ни.
-Шунан, папаша, хәлдәр нисек? Минең малай үҫәме? Һин ысын дуҫ!-тип уның ҡултыҡлап алған һары сәсе менән көлөшә-көлөшә китеп барыуы арттан килеп бысаҡ ҡаҙағандай булды Ғәфүргә.
Әле уйлай ҙа Ғәфүр: күпме бәхеттән мәхрүм уның “дуҫы”. Улыңдың тәүге аҙымдарын күреү-үҙе бер ғүмер бит. Әйтерһең дә, һинең ғүмерең яңынан башлана. Кескәй генә тәпәйҙәре менән ул һинең эҙеңдән атлаясаҡ, бейеклектәргә үрмәләйәсәк, дала киңлектәрен күрәсәк, төпһөҙ диңгеҙҙәрҙе гиҙәсәк. Һинең көслө ҡулдарыңа тотоноп, бер нәмәнән ҡурҡмай алға барасаҡ. Ә инде тәтелдәк теле ғүмереңдең һәр минутын шатлыҡ менән тултырасаҡ. Әй, Йыһангир, буш бит һинең йыһаның. Йөрө инде хәҙер, шул бушлыҡты гиҙеп. Сәскәнән сәскәгә ҡунып йөрөп ғүмереңдең көҙө еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалырһың әле, сиңерткә!