

******
Моталлап ауырығанда эргәһенә барып хәлен белешеүҙе батырлыҡҡа һананы Фәттәх.
-Әйҙәгеҙ, хәлен белергә барайыҡ, ғәфү үтенәйек,- тигәс, дуҫтары аптырап та, ғорурланып та ҡуйғайнылар. Әллә ҡасандан Моталлап менән дуҫлашырға йән атҡан Саҙрый уғата шатланды:
-Эйе ҫул, барайыҡ, йыуаҫа апарайыҡ. Инәйем гел ҫулайта, ҫауап була тей.
Фәттәхкә үҙе генә дуҫ булып өйрәнгән Нәҡип ҡаршы төшкәйне лә:
-Сайра менән Ғиндулла ағай туҡмап сығарһа? Уның ауырыуы беҙҙең арҡала икәнте бөтә ауыл белә бит.
-Мына шуның өсөн мотлаҡ бармаға кәрәк! Кем ҡаршы, ул дуҫ түгел!- тип Фәттәх һүҙҙе ҡыҫҡа тотто.
Хәҙер улар бергә уйнайҙар. Моталлап бик сос дуҫ булды. Йүгереүҙә Нәҡипте уҙа, Инйәр буйында таш кәлейләткәндә иң оҫта Саҙрыйҙан ҡалышмай. Ә мәргәнлектә инде Фәттәхкә еткерә яҙып ҡуя. Ни тиһәң дә, рогатка шәп бит!
Бала күңеле уйын менән дауаланды. Ошо ауылға, урамға, кешеләргә, өйгә, Сайра менән Ғиндуллаға яйлап өйрәнде малай. Иң мөһиме - кәкүк тауышын онотто. Ғөмүмән, уға иғтибарламаны: һыуындымы, үпкәләнеме, асыуы килдеме...
Маһиҙә апайҙың һәм башҡа кешеләрҙең ҡәһәрләп ҡыуыуы ғына уны аптырата ине, ул һорауына ла яуап тапты малай. Көҙ еткәс, Нәзифәнең олатаһы Нуриман бабай менән өсәүләп Өкө тауына туйра (имән сәтләүеге) йыйырға сыҡтылар. Шунда Моталлап:
-Нуриман олатай, ә ниңә ауыл халҡы кәкүкте ҡәһәрләй ул?-тип һорағас, алтмышты уҙҙырған аҡһаҡал ауыр һулап:
-Эй-й-й, балаҡайҙар,ундай көндәрҙе башҡа бер кемгә лә күрһәтмәһен инде. Теүәл егерме бер йыл элек шул тиклем матур йәй килде. Зифа буйлы ҡайындар йәшел шәлдәренең суғын йылғала сайҡаны, тауҙарыбыҙҙа ер еләге, тупар түшәлеп уңды, эңер йондоҙҙары күҙ ҡыҫышып йәштәрҙе күҙәтте, уларҙың мөхәббәте бөрөләнеүенең шаһиты булды. Һәр йылдағыса ҡоштарҙың һайрауы атҡан таңдарыбыҙға йәм өҫтәне, уларға ҡушылып ҡысҡырған кәкүктән оло йәштәгеләр ғүмерен һынатты, йәштәр хыялдарын бүлеште, ҡыҙҙар төштәрен юратты. Ә ул көндө бер аҙашҡан кәкүк ауылыбыҙҙың ана теге ҡарт ҡайынына ҡунып өҙлөкһөҙ ҡысҡырҙы. Өй ҡыйыҡтарына ҡунып та зарыҡты меҫкен. Таң атыуға һуғыш тигән һүҙ бөтә йәнлелекте йылан кеүек быуҙы ла ташланы. Бәләкәс кенә төйәгебеҙҙән ярты ауыл ир-егет әсәләрен зар илатып, ҡатындарын ҡалдырып, балаларына һағыш өҫтәп, бер ҡосаҡлап үбеп тә өлгөрмәгән һөйгәндәребеҙҙе һарғайтып ил һаҡларға яуға киттек. Яртыбыҙ әйләнеп ҡайтманы. Бына шуға ла ауылға кәкүк килеп ҡысҡырһа, халыҡ ҡазаға юрай.
-Фашист кем у, олатай? Ул берәй йәннекме? Әллә теге әкиәттәге кеүек аждаһамы?- Нәзифә һорауҙар яуҙырҙы.
-Бына быйыл мәктәпкә барағыҙ, шунда уҡытыусығыҙ барыһын да аңлатыр.- Нуриман олатай һуғыш тураһында күп һөйләргә яратмай. Үҙҙәрен бөтәһенән дә өҫтөн ҡуйған, ике аяҡлы йыртҡыстарҙың ҡулында тотҡонда булып, кәмһетелеп, контузия алып ҡайтҡан ветеранға уңалмаған яраларын ҡутарыу еңелдән булмағандыр, күрәһең.
Ерҙә тулып ятҡан туйраларҙы йыйып тоҡҡа тултырыуы күңелле шөғөл булһа, уларҙы тауҙан аҫҡа төшөрөп алып ҡайтыу- бигерәк тә мәрәкә. Нуриман олатай ҙур кесерткән тоҡтарҙың (кесерткән сүсенән иләнгән тоҡ) ауыҙын йүкә менән ныҡлап бәйләй ҙә ҡалған эште балаларға ҡуша:
-Әйҙә, кемдең тоғо алғараҡ?
Нәзифә менән Моталлап тау түбәненә тоҡто тәгәрләтеп ебәрәләр, тегеләре тәүҙә үсеккән кеүек яй ғына тәгәрләп баралар ҙа, тауҙың текәрәк еренә еткәс кем уҙарҙан сабыша башлайҙар. Ҡаршыларына осраған соҡорҙарҙа һикереп-һикереп китәләр. Ҡыҙ менән малай фашист-аждаһаларҙы онотоп тоҡтарының артынан саба. Ә Нуриман бабай әллә шатлығынан, әллә һуғыш яланында ятып ҡалған ауылдаштарының ошо гүзәл тормошто күрә алмауына әсенеүенән күҙҙәренә йәш алып, һәлмәк кенә тау түбәненә атлай. Күкрәк ярып сыҡҡан тауыш менән әкрен генә көйләй:
Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды,
Еҙ ҡурайҡай итеп тартайым.
Ялан ғына ерҙең кәкүге юҡ,
Үҙ Уралҡайыма ҡайтайым...
Тау аҫтында әҙерләп ҡалдырған ҡул арбаһы эргәһенә төшөп еткәс тоҡтарын ҡыуып әлһерәгән балалар ергә лыпын ултырып олаталарын көттө.
-Күрҙеңме, Моталлап, минең олатайым батыр ҙа, көслө лә булған. Ул әле лә шулай. Мына ошо тоҡтарҙы ул һә тигәнсе арбаға тейәйәсәк.
Моталлап тоҡто күтәреп ҡараны, тик урынынан да ҡуҙғата алмағас:
-Һинең олатайың имән кеүек ивет,- тип телен сыртлатып ҡуйҙы.
-Эйе-е-е...Кеше үҙ ерендә көслө һәм кәрәкле була ти ул. Ул вит ошо ауылда тыуған, ошонда үҫкән, ошонда үлһәм ине, ти. Йырлап та ҡуя, етмәһә.
Сит ерҙәрҙә ҡәберемде
Ҡаҙҙырмаһын хоҙайым, ти.
-Уның теләге ҡабул булған бит, Нәзифә. Яраланһа ла, һуғыштан тыуған еренә ҡайтҡан.
-Йә, хәбәр тоҡсайҙары, елдереп килеп тә еттегеҙме?
Һәлмәк кенә һеңдерә баҫып атлап килгән олпат кәүҙәле олатаһы ысынлап та имәнгә оҡшаған икән дә.
-Был тиклем туйра өсөн рәхмәт әйтер инде малҡайҙар. Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын, үҫкәндәрем. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара ул. Эшләгән эшегеҙ миңә булһа, өйрәнгәнегеҙ үҙегеҙгә. Гел шулай изгелекле булығыҙ яраймы, изгелек бер ҡасан да ерҙә ятып ҡалмай,-тип балаларҙың арҡаһынан һөйөп алды ҡарт. Шунан ике тоҡто ике ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып арбаға килтереп һалды ла, өсәүләп сөкөрләшә-сөкөрләшә ауылға табан атланылар. Ике быуын осрашҡас, һис шикһеҙ, һөйләшәһе һүҙҙәр күп булғандыр. Тәгәрмәс шығырлауы ғына уларҙың серен йотоп барҙы.
Ваҡыт арбаһы ла шулай үҙ ыңғайына бер туҡтауһыҙ тәгәрләне. Моталлаптың был ауылға килеүенә тиҫтә йыл үтеп киткән. Күпме күҙ йәше, ихласлыҡ, дыуамаллыҡ, тәүге хис-тойғолар, икеләнеүҙәр, юғалтыуҙар-барыһы ла бала саҡ арбаһында тороп ҡалған. Ҡайһылары тиҙ арала онотолған, бәғзеләре йөрәккә, күңелгә, хәтергә уйылып һеңеп ҡалған. Һәр баланың хыял елкәнендә йөҙә торған мәлдәре ғүмерлеккә онотолмаҫ була. Кемдәрҙелер шул елкәндәр сикһеҙ даръяларға сығарып йә аҙаштырып, йә батырып та ҡуя шул...
Ул йылды ҡыш оҙаҡ килде. Сатлама һыуыҡтары ҡара көҙҙә үк башланһа ла, ҡары яуырға ашыҡманы. Ер шыҡрайып туңды, ә йылғалағы боҙ “көҙгө”гә әйләнеп бөтә балаларҙың уйын майҙансығы булды. Саналар, саңғылар, быймаға кейҙерелгән конькиҙар, хатта иң шылғаҡ итектәр ҙә боҙ өҫтөндә эшкә егелде.
Бер төркөм үҫмерҙәр, ул заманда модаға ингән клеш салбарҙар кейеп майҙанға йыйылды. Ел көслө генә иҫкәндә был салбарҙар уларға елкән булып хеҙмәт итә. Моталлаптар бер һыҙыҡҡа теҙелешеп баҫып “елкән”ле ярыш үткәрергә ҡарар итте. Салбарҙың ҡыя клешын ике ҡул менән тотоп теҙелеп баҫҡан ярышсылар Моталлаптың “Марш!” тигән тауышы ишетелеү менән, конькиҙарын тормоздан ысҡындырып уҙышты башлап та ебәрҙе. Китте уҙыш, китте ярыш... Әлеге лә баяғы Фәттәх алға төштө, уның артынан бер тотам да ҡалышмай Моталлап бара. Ағаһының оло салбарын кейеп алған Саҙрыйҙың балаҡ-елкәндәре киң булғанлыҡтан, артыҡ эйелмәй генә елдерә, тик конькийын үткерләмәгәнлектән, тегеләрҙе ҡыуып етеүе ауырыраҡ. Нәҡип тә танауын мыш-мыш тартып быларҙың артынан шыуыша, үҙе бер туҡтауһыҙ:
-Әй, көтөгөҙ әле, малайлар, минең конькиҙы нығытып алырға кәрәк.
Шул тиклем көсөргәнешле ярыш мәлендә Нәҡиптең конкийында бер кемдең дә ҡайғыһы булманы. Атаһының үҙе тиклем ҙур быймаларын кейеп сыҡмаһын бүтән.
Шулай елкән-балаҡтарын йәйеп апаруҡ ара үтелгәне һиҙелмәгән дә. Моталлап алға төшкән, әйтерһең дә, уның хыял ҡанаттары үҫеп сыҡҡан.
-Их, ошолай ҙур елкәндәр элеп оло диңгеҙҙәрҙә йөҙһәң ине ул!
-Моталлап, әйҙә үҫкәс моряк булайыҡ та , караптарҙа йөҙөрбөҙ,-тип хыялдарҙы ҡуйырта Фәттәх.
-Әй, мине лә ҡалдырмағыҙ, мин тә һеҙҙең менән йәме,-арттағы тауыш Саҙрыйҙыҡы. Бер төркөм малайҙарҙан былар өсәү генә ҡалғайны.
Бына алда өйҙәр күренде. Бәй, күрше ауылға тиклем шыуып килгән дә ҡуйған, дыуамалдар. Малайҙар батырланып китеп үҙ-ара ярыша башланы. “Елкәндәрен” йәйеп, хыялланып килгән Моталлап ҡапыл боҙ уртаһында туҡтаны. Фәттәх уның эргәһенән выжт итеп үтеп тә китте. Конькийын туҡтата алмай маташҡан Саҙрый, боҙға ултыра төшөп, арты менән бер-нисә метр шыуып барғас ҡына туҡтаны.
Ярыш тураһында онотоп туҡтаған Моталлаптың хәтер ебе тағатылды. “Бына ошо ярҙа Аҡтырнаҡ менән баҫтырышып уйнай торғайныҡ. Ҡыш көнө уны санама ат итеп егеп йөрөнөм. Яҙ етһә, ошо урамдан яр аҫтына йырғанаҡтар йырып ағас караптар ағыҙҙым, йәй көнө ошо баҫма эргәһендә ташҡа тотоноп һыу индем, ә көҙөн...” Шул саҡ үҫмерҙең ҡарашы мәкенән һыу алған ҡатынға төштө. “Инәйем?..Эйе, ул. Шул уҡ ҡара толом, шул уҡ буй-һын...”
Аяҡтарын боҙҙан саҡ айырып утлы ҡарҙан атланы үҫмер. Әсәһенә өс-дүрт аҙым ҡалғас, ҡатын башын ҡалҡытты...
Шул ваҡытта ер менән күк тоташып Ер күсәренән ысҡынғандай булды. Йыһандағы барлыҡ ел-бурандар, дауылдар бергә тупландымы ни?
Донъялағы иң ғәзиз кешеһен осратыу, күпме көтөп тә көтөп ала алмайынса һағынып зарыҡҡан әсәһен күреү Моталлапты әйтеп аңлатҡыһыҙ тойғолар ҡойононда өйрөлттө.
Ҡаршыһында баҫып торған улын күргән әсәнең зиһенен ут ялманы. Утта ҡыҙҙырған кеүек ниңәлер ҡапыл эҫегән ҡылысы менән уның ҡулдарын өтөп, биҙрәләре лә ысҡынып төшөп киттеләр. Береһе мәкегә төшөп, һыңар ҡолағын күрһәтеп әҙ генә ятты ла, һыу йотоп тонсоҡҡандай бөтөнләй күҙҙән юғалды. Йәнһеҙ биҙрә лә был осрашыу мәлен күрергә теләмәйенсә шым ғына һыу төбөнә йәшенде. Сәғирә лә уйылып шул мәкегә сумыр хәлдә ине, биллаһи, тик аяҡтары боҙға ҡуша туңдымы ни, ә ҡаршыһында мең һораулы күҙҙәр менән тишерҙәй ҡарап улы тора. Нисек ҡурҡты ул ошо күҙҙәрҙән, нисек оялды... Күпме тапҡыр улы эргәһенә барып та ошо күҙҙәрҙән ҡасып кире әйләнде бит.
Өрккән ҡоралайҙай баҫып торған әсәһен күргән Моталлап уның йәш тулы күҙҙәренән ҡарашын айырманы. Ниндәй матур уның күҙҙәре, ниндәй нурлы, йылы һәм ғәзиз. Ошо күҙҙәргә мәңге ҡарап торорға риза булыр ине малай. Бер ҡасан да уларҙан йәш тамыҙмаҫ ине. Әсәһенең ҡып-ҡыҙыл булып өшөгән ҡулдарын йылытҡыһы килде. Ҡайһылай яҡын йәшәгән икән дә ул... Килеп күрер өсөн бары тик салбар елкәндәрен генә ҡорорға кәрәк булған да бит...Ә хәҙер? Хәҙер ни эшләргә? Ауыр тынлыҡ...
-Инәй, мин өшөнөм, әйҙә ҡайтайыҡ!- тигән тауыш ишетелде.
Сәғирә һиҫкәнеп яр башына йүгерҙе, ялан баш торған бот буйы ғына малайҙы күтәреп алды. Артына әйләнеп, бер һирпелеп ҡараны ла, абына-һөрөнә атлап, күҙҙән юғалды.
-Инәй, мин дә өшөнөм...- тип Моталлаптың да ирендәре өнһөҙ генә шыбырлашты.
*****
...“Инәй, өшөнөм...” Бәләкәс кенә шыҡһыҙ өйҙөң ҡаҡ иҙәнендә өшөп уянды Моталлап. Һуңғы аҙнала ул бөтә ғүмерен күҙ алдынан үткәрҙе. Ғүмер буйы кеше фамилияһы, Ғиндулла улы тигән танытма менән йәшәгән, сәстәре салланып ир уртаһына еткән кешенең яҙмышына һорауҙары сикһеҙ күп ине. Яҙмышты төҙәтеп, яңылышты йүнәтеп йәшәп булһа икән дә бит...Улайһа, бер кешегә бер нисә ғүмер кәрәк булыр ине. Күңелен ҡатырып барлыҡ ҡатын-ҡыҙға ҡарата яралған нәфрәт таяғының йыуан башы яратҡан Нәзифәһенә төштө бит. Яратышып донъя ҡороп, мөхәббәт емеше булып ҡыҙҙары тыуғас нисек шатланғайны улар. Ниндәй шайтан ҡотҡоһо инде араға? Иң яратҡан кешеләренән айырылыу һағышы тынғы бирмәне Моталлапҡа. Үкенеүҙәр...Бәлки әле һуң түгелдер... Секундтары, минуттары ҡыҫҡа булһа ла, башланмаған көнө, аҙна, айҙары, йылдары бар бит әле... Һынған икмәкте бөтәштереп булһа икән дә... Шул саҡ өҫтәлдә ултырған иҫке генә радионан йыр ишетелде:
Кәкүк, кәкүк, әйтсе миңә,
Күпме минең ғүмерем?
Күпме минең был донъяла
Шатлыҡтарым, күререм?
Кәкүк, кәкүк, ниңә улай
Һүҙең һаран: бер, ике, өс?
Оҙағыраҡ ҡысҡырырға
Тапмайһыңмы берәй көс...