

Афған һуғыш фажиғәһен кисереүсләргә
Ауыл зыяраты янында туҡтап ҡалған аттар, еңел машиналар, йәйәүлеләрҙең бик күп булыуы бихисап туғанлы, йә бик абруйлы кешене ерләүҙәренә ишара ине. Яҡшы кешеләр фани тормош менән араны өҙгән саҡта үҙенән һуң ней булырын уйлап еткермәйҙәр, бары күңелдәрендәге бөтмәҫ үкенестәрҙе генә күңел кәштәһенә һалып үҙҙәре менән алып китәләр. Бында ҡалған кешеләр баҡыйлыҡҡа күскән яҡынына күрһәтеп бөтөрмәгән ихтирамы, биреп өлгөрмәгән наҙы, һөйөп туймаған күңеле, тағы әллә күпме үкенесле тойғолары менән уны һуңғы юлға оҙаталар. Оҙатырға килгәндәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күп күренә. Һәр береһенең башы түбән эйелгән, ә ҡайһылары хатта иңдәренә күҙгә күренмәгән ауыр йөктө һалған да аяҡтарын саҡ-саҡ һөйрәп барған кеүек.
Шундайҙарҙың араһында ике яҡтан ҡултыҡлап, уға атларға еңеллек килтерергә теләгәндәй барыусыларға башын түбән эйеп, илай- илай, хатта урыны менән йәшенә һығылып ипләп кенә ниҙер һөйләгән, йәшлегенең һуңғы сибәрлек һыҙаттарын ташлап бөтөрмәгән, оло йәштәрҙәге, ләкин йәш сырайлы ҡатын иғтибарҙы үҙенә тарта ине.
– Сәй эсеп алайыҡ та мин ятып торайым, – тигәс, самауырымды яңыртҡайным, өҫтәлгә сәй әҙерләп йөрөп аңғармай ҡалғанмын, моғайын, берәй нәмә тип тә әйткәндер инде, – тәрән итеп тын алған кешене хәтерләтеп йәшенә быуылып, һөйләүҙән туҡтап ҡала.
Эргәһендәгеләр уны хәҙер был хәбәрҙе нисәнсегә ҡабатлауын да онотоп баралар, сөнки ул ҡайғынан илереп, үҙенең нимә һөйләгәнен дә белешмәй ине.
– Ила, апай, ила, һығылма, тағы йөрәгең ауыртыр, – тип, эргәһендә ҡултыҡлап барған йәш ҡатын арҡаһынан һыйпап ала.
Улар ауыл зыяратына килеп етеүгә, оло юлдан саң борҡотоп, шәп тиҙлек менән еңел машина килеп туҡтаны. Машина нисек тиҙ туҡтаһа, шундай уҡ тиҙлек менән машинанан урта йәштәрҙәге, әле йәшлек матурлығын донъя мәшәҡәттәре тип ҡойоп өлгөрмәгән, үтә һағышлы йөҙлө, йөҙөнән бигерәк мәңге һағышлы ҡарағанға оҡшаған ҡап-ҡара күҙле, нәҙек оҙон буйлы ҡап-ҡаранан кейенгән ҡатын менән бер йәш, ни яғы менәндер ҡатынға оҡшаған, ләкин иғтибарлап ҡараған кеше булһа, тағы ла таныш һыҙаттарҙы шәйләй алырға мөмкин булған ир килеп төштө. Ир кеше ҡатын кеүек оҙон кәүҙәле булмаһа ла, олпат кәүҙәле, тип әйтергә була ине. Тик уның тағы күҙгә бәрелеп торған бер билдәһе лә бар ине. Асыҡ йөҙөн хоҙай яратҡанда, бит өлөшөнөң эйәгенең аҫҡы өлөшөн фәрештәләргә тапшырған да, улары һәр икеһе тартып, икегә бүлеңкерәп яһап ҡуйғандар Тулы ғына йөҙөн бына ошо эйәк башҡа кешеләрҙән айырып тора ине.
Ҡатын уң ҡулына ҡәбер өсөн эшләнгән яһалма гөлләмә тотҡан да, һул ҡулы менән иргә таяныңҡырап иңен терәп, оҙатыусылар артынан зыяратҡа ыңғайланы. Эскә инергә ярамай, тигәнде белдереп, бер оло ғына ир ҡатын-ҡыҙҙарға ымланы. Улар зыярат кәртәһе буйында тороп ҡалдылар. Кемдәрҙер бик ныҡ ҡысҡырып, ҡайһыһылыр сеңләп илай башланы. Олораҡ ҡатындар тыя башланы:
–Иламағыҙ улай мәрйәләр кеүек. Уның үҙенә тегендә ҡыйын була. Ятыр урын һыу була, тиҙәр. Сабыр итегеҙ, әҙ генә булһа ла.
Кемеһелер:
– Сулпан, һин һығылма инде, тағы йөрәгең ауыртыр, иларға тырыш, бына йөрәк дарыуы, телең аҫтына һалып тор, – тип кәңәш биреп алды.
Бындай ваҡытта кем дә булһа ҡайғы кисергән кешегә үҙенең хәстәр һүҙен әйтергә, уртаҡлашырға тырыша. Янына барып торорға ынтылыусылар ҙа юҡ түгел. Яңы килгән кешеләрҙе йыйылғандар тиҙ күрҙеләр, тик берәү ҙә “кем ул” тигән һорау менән бер-береһенә мөрәжәғәт итмәне, тик эстән генә “тағы бер һуңлаған туғаны ҡәбергә булһа ла килеп өлгөрҙө”, тип уйланы. Улар йыйылған халыҡтан саҡ ҡына ситкәрәк барып баҫтылар. Бер яҡ ситтә баҫып торған Әминә яҡын килеп:
– Ниңә килергә булдың? Тағы бер иҫәрлек сығарырғамы?
– Һин бер нәмә лә белмәйһең, шуға күрә мине хөкөм итергә ашыҡма, ул саҡта үҙең дә ундай хәлдән азат булырһың. Иҫәрлекте ул үҙе яһаны, – тип ҡәбер яғына төртөп күрһәтте.
– Ғәлиә, һин мине өйрәтмәҫкә тырыш.
– Әминә, Талиптың рухын рәнйетмәйек, йәме. Кешеләр беҙгә ҡарай. Сулпан үҙе хәл итер, минең менән ундай тонда һөйләшергә һиңә хоҡуҡ бирелмәгән, тип уйлайым, тыныслан.
-Талип ағайым..- тип башлағайны теге ҡатын ир менән икенсе яҡҡа шылып торҙолар. Һуңғы юлға оҙатыу йолаһы ахырына яҡынланы. Ҡатын -ҡыҙҙар ҙа, яҡындары ла ҡәбергә тупраҡ һалырға тип эскә инделәр. Ғәлиә лә ирҙе эйәртеп ҡәбергә инде. Услап тупраҡ алғанда күҙе Сулпандың күҙҙәре менән осрашты: бер мәлгә икеһе лә юғалғандай булды, тик Сулпандың күҙҙәрендә асыу ҡатыш үтенес сағылғандай булды. Ғәлиәнең эргәһендә торған ир быны тиҙ үк аңғарҙы ла ипләп кенә:
- Әсәй, алдараҡ сығырға тырышайыҡ йәме, тауыш сыҡмаһын, ярамай бит,- тип әйтеп өлгөрҙө. Әсә, улын аңлап, наҙлы ҡарашын ташланы. Ҡәберҙән сығып машинаға яҡынлашҡас, берәү тауыш бирҙе:
- Ғәлиә!? Ҡайҙан ишеттең?
-Сулпан, оноттоңмо әллә, беҙ бит һинең әхирәтең менән бергә эшләйбеҙ. Ул килмәне, бына мин килдем, өҫтәп, “улын да алып килдем”,- тип әйтергә уйлағайны, телен тешләп туҡтап ҡалды.
-Яҡшы булған, мин барыбер баш-күҙ алып, бер аҙ баҫылғас, үҙеңә үҙем барыр инем. Был – Талиптың үтенесе. Уның һиңә тапшыраһы әйберҙәре лә бар
– Ярай, бәлки миңә Ринатты район үҙәгенә ебәреп тороға кәрәктер.
– Бошонма, һине Әминәнән башҡа кеше белмәй. Өсөн уҡытҡас, Талиптың үтенесен үтәрмен. Аңла, был – үтә ауыр, ләкин күпме йыл үткән, күпме һыу ағып, күпме уйҙар мүкләнгән, тик беҙҙең уйҙар мүкләнмәгәндер,– тине лә йөрәген тотоп балалары янына табан атланы.
Улар уны машина менән көтөп торалар ине, ә Ғәлиә янына Әминә килде лә:
– Мин һеҙгә ултырайым әле, – тип әйткәнде лә көтмәй машинаның ишеген асып инеп тә ултырҙы.
Ғәлиә менән улына ла килешеп, машинаға ултырыуҙан башҡа сара ҡалманы. Инеп ултырғас, һүҙҙе тағы Әминә алды, әйтерһең дә аттың хужаһы ул, һәм ул ғына, дилбегәне алып, үҙе теләгәнсә йөрөтә ала.
– Сулпан еңгәй менән һөйләштегеҙ инде, тимәк өсөнә лә бараһығыҙ.
– Эйе, – тип әйтеүҙән башҡа сара ҡалманы.
– Унда бөтә тарихығыҙҙы һөйләп ултырмағыҙ.
– Һин мине кем тип уйлайһың, Әминә, минең тырнаҡ ҡараһындай ҙа ғәйебем юҡ. Бөтә дөрөҫлөк ағайың менән китте. Инде хәҙер кем дә кем тип асыҡлар нәмә юҡ.
– Белгең килһә, әсәй һине бик ныҡ яратҡайны, хатта үҙ ҡыҙы кеүек күрҙе. Ә бер тапҡыр миңә “Әйҙә, Ғәлиәне байрамға ҡайтһа, саҡырып алайыҡ. Шул ҡыҙҙы күрһәм, ағайыңды күргән кеүек булам, бына башҡа класташ егеттәре лә бар. Ниңәлер уларҙы улай яҡын күрмәйем” тигәйне, мин тыңламаным. Белмәгәнмен, ул ағайҙы ҡабат күрмәне шул. Афғандан, яраланып госпиталдә ятам” тигән хаты килгәйне, әсәй шиңде лә ҡуйҙы, мин кейәүгә сыҡҡас, бөтөнләй ятты, ҡабат торманы.
Шулай ҡапыл ғына алмаштырып ҡуйҙылармы ни, Әминә бер һүҙ ҡыҫтырырға ирек бирмәй үҙе һөйләне лә һөйләне. Ул, бүлдереп ҡуймаһындар тигән һымаҡ, бынан утыҙ йылдан артыҡ элек булған хәлдәрҙе теҙергә ашыҡты.
– Ағай ауырып оҙаҡ йөрөнө, тик оҙаҡ ятманы, шулай бер хәл белергә килһәм, еңгәйҙе сығарып ебәрҙе лә миңә: “Мин әсәй алдында ла, Ғәлиә алдында ла ғәйеплемен, әгәр Ғәлиә мин киткәс, килһә – асыуланышмағыҙ. Әгәр көс тапһа, ул үҙе аңлатыр,”– тигәйне. Минең асыуым шул – һин ул ауырыған саҡта килмәнең, – тип үҙенең әлеге асыуланыу сәбәбен аңлатырға маташты, хатта Ғәлиәнең ҡулынан да тоторға тырышып, үҙенең уға яҡшы мөнәсәбәтен күрһәтергә ынтылды.
Ғәлиә Әминәнең үҙҙәре уҡыған саҡта, беренсе класҡа уҡырға килгән бәләкәс кенә сағын әҙерәк хәтерләй. Ул ваҡытта ул бик ҙур итеп суҡлап бәйләнгән таҫманы сәсенә беркетеп үреп йөрөй ине. Буйға ла ул бәләкәй генә булһа ла, теремек, әсе тауышлы ҡыҙыҡай була торғайны. Бәләкәй мәктәптә балалар бер-береһен бик яҡшы таный, ә бына Әминәнең ағаһы менән бергә уҡығас, был бәләкәс ҡыҙ көн дә уларҙың класына инмәй ҡалмай. Ҡайһы берҙә көлдөрөп тә ала:
– Әсәй һиңә шаярма тигәйне, ә һин шаяраһың, – тип иҫкәртергә ярата.
Хәҙер ул килеп инеп ишек ябып өлгөрмәй, малайҙар уның һүҙен алдан әйтеп тә ҡуялар. Бына шул ҡыҙыҡай ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙенең уҫал да, аҡыллы ла итеп күрһәтә алды. Ғәлиә уның был ҡылығын, ағайын юғалтыу ҡайғыһы менән аңлатып, уны аҡлап та ҡуйҙы.
Талиптың өсөн үткәреү өсөн әҙерләнгән аят табыны тауыш-тынһыҙ ғына үтте. Уның рухына бағышлап аяттар уҡынылар, уның яҡшы яҡтарын хәтергә алып бик оҙаҡ ултырҙылар. Тышта ла шундай ҡояшлы тыныс көн хасил булды, ә Талипты ерләгәндә, бер аҙ ваҡ ҡына ямғыр һибәләп, әйтерһең, тәбиғәттең дә яҡшы кеше өсөн ҡайғырыуын белдергәндәй тойолғайны.
Ниһайәт, өй эсе бушап ҡалғандай булды, бөтәһе лә тип әйтерлек таралышты. Балалары барыһы ла йәйге өйгә сығып ултырҙылар, дөрөҫөрәге, атаһының альбомдарҙан фотоларын эҙләп хәтирәләре менән алышалар ине. Өйҙә Сулпан менән Ғәлиә генә ҡалды, улы машинаға сығып ултырҙы. Сулпан:
– Ринат сыҡмаһа ла ярар ине, – тине.
– Ул бөтәһен дә белә, белмәгәнен үҙем һөйләрмен.
– Талип һуңғы көнөнә тиклем һине иҫенән сығарманы, тиһәм хата булмаҫ. Беҙҙең түшәктәр бер булһа ла бер бөтөн була алманыҡ, һинең урыныңды күңелендә минең өсөн бушатманы. Тик шуныһына рәхмәтлемен: һинең исемең менән миңә өндәшмәне, мине кәмһетеп балалар алдында мөнәсәбәтен һиҙҙермәне. Кешеләр араһында беҙ бәхетле, һөйөү менән тулы ғаилә булып ҡала алдыҡ. Мин уның шул тиклем тыныс та, ғәҙел дә, талапсан да булыуын оҡшаттым, улай ҙа кәмерәк булыр, ихтирам иттем. Балаларҙы атайлы, әсәйле итеп тәрбиәләргә тырыштыҡ. Хоҙай ерҙә һәр береһен бәхет өсөн инселәп ярата, насип булһа бәхет теләп ҡауыштыра, ти торғайны әсәйем. Бәхет теләп тә ҡауыша алмағандарының ғүмерҙәрен фәрештәләр һаҡлап, Хызыр Ильяс юлдаш булһын тип теләгән, ти торғайны атайым әсәйҙе ирештереп. Был шаяртыуҙа ла дөрөҫлөк барҙыр, бәлки. Бына Талиптың шундай юлдарында мин осраным да инде. Осрашыу ҙа осраҡлы булды. Силәбе вокзалында билет кассаһында торғанда берәү килде лә:
– Ғәлиәкәйем! – тине лә арттан килеп ҡосаҡлап, үҙенә әйләндерҙе.
– Мин дә ҡаушап ҡалдым, ә ул ҡыҙҙар кеүек ҡыҙарып китте.
– Ғәфү итегеҙ! Мин һеҙҙе икенсе кеше менән бутаным.
–Ғәлиә менәнме? Түгел шул, үкенес ивет! Мин – Сулпан,– тип, мин шаярыу аша хәлде үҙемсә ҡорҙом да ҡуйҙым.
Ул һине эҙләгән, мин ошо урында уның уй-хыялын селпәрәмә килтерҙем.
Ул мине арттан ҡарап һиңә оҡшатҡан, ә мин уға бер һирпелеп ҡарауҙа ғашиҡ булдым да ҡуйҙым, унан килеп, уның ата- әсәһе лә үлгән булған,ағаһы өйләнгән. Әминәне лә кейәүгә биргәндәр, тик туйҙары ғына булмаған.Ул да бәлки миңә ғашиҡ булғандыр, кем белә инде. Беҙ юлдаштар булып ҡына түгел бер купе ла барыу бәхете лә тәтене. Мин инде ҡалала дүрт йыллап уҡыған студент ғашиҡ булып та юғалып ҡалмау юлдарын белә инем инде. Ни булһа ла егеттәр алдында ҡаушамай инем. Быны миңә иптәш ҡыҙҙарым дә әйтә килә ине.
–Һин хәтәр бәхетле булырһың ул, әйкәйем, бигерәк ҡыйыуһың, әйтерһең, мөхәббәт һунарсыһыһың инде, – тип, ҡайһылары шаштырып та ебәрәләр.
Минең арттан егеттәр былай күп йөрөнө, бәлки шуға ла әйткәндәреҙер.
Мин үҙем һөйөп, мине лә яратҡандай кешене әле осратмағайным. Бына дүртенсе курстың һуңғы сессияһын уңышлы тапшырып ҡайтырға билет алғанда таптым инде. Табыштыҡ, тип әйтә алмайым, сөнки ул мине осраҡлы ғына күреп, һиңә оҡшатып, минең ҡылығыма күнеп, дуҫлашып киттек. Диплом яҡлар алдынан ғына өйләнештек тә миңә бирелгән йүнәлтмә буйынса ошо яҡтарға киттек тә барҙыҡ. Ул уҡыуын ситтән тороп тамамланы. Совхозда инженер булып, ә мин экономист булып эшләнем. Ике бала үҫтерҙек. Икенсеһе лә малай булғас, Талип миңә әйҙә миңә ҡыҙ табып бир, өрмәгән ергә ултыртмам, тине. Мин өсөнсөгә лә риза булдым, тик насип булманы. Талип хатта исемде лә үҙем һайланым, тип йөрөй ине. Беҙ район үҙәгенән уҡытыусылар конференцияһынан уҡытыусыларҙы алып ҡайтҡан автобусҡа улырғайныҡ, ул боҙолоп, бик күп араны йәйәүләп ҡайттыҡ. Бына шунан һуң минең ауырым төштө. ҡыҙ бала булған ине. Башҡаса бала булманы. Бер ваҡыт Талип миңә:
– Беҙ инде балаларҙы үҫтерҙек, эйәле башлы иттек, Сулпан, һин мине ебәр. Өндәшмәй-нитмәй ташлап китеүҙе мин хуп күрмәйем, тик зинһар, рөхсәт бир. Мин Ғәлиәне эҙләп табайым, алдына теҙләнеп ғәфүҙәр һорайым, улымды, минһеҙ үҫкән улымды бер булһа ла ҡосағыма алырға рөхсәт һорайым. Уның менән өйләнешеүҙе күҙ алдына ла килтермәйем. Унан килеп Ғәлиә уҡыған саҡта ла бик ғәҙел, талапсан кеше ине. Ул, һис шикһеҙ, ҡабул итмәйәсәк. Һиңә ҡайтырға ҡушасаҡ, – тигәйне, ә мин тоттом да:
– Ғәлиә һине ҡабул имәй генә түгел күрергә лә теләмәй, ул минең әхирәтем менән бергә эшләй, дуҫтар ҙа. Ул миңә һөйләне, – тип алданым.
Был – минең өсөн күтәрә алмаҫлыҡ хәл ине. Был турала әхирәтем менән ундай һөйләшеү булмаһа ла, алдарға тура килде.
– Кем ул?
– Сания.
– Миңә лә Сания һөйләне.
Был турала ҡабат һөйләшеү булманы, тик мин Санияға хат яҙып өлгөрҙөм. Ул да минең һүҙҙе раҫларға тейеш ине. Күпмелер ваҡыт үткәс, ул командировкаға тип сығып китте, өс көндән ҡара көйөп ҡайтып килде, ә унан ҡапыл ғына ауырый башланы. Дауаланманы ла шул көйөнсә эшләп тик йөрөнө. Дауахана тураһында һүҙ әйтә башлаһаң.
– Минең өсөн барыбер, ти ҙә ҡуя.
Бына шулай итеп, мин уның һуңғы өмөтөнә барыр күперҙе лә яндырҙым. Санияға барған, ә ул минең хатта әйткән буйынса яуап биргән. Ул төнләп кенә барһа ла, сәй генә эскән дә кире ҡуҙғалған . Ике көн ҡайҙа булғандыр, белмәйем. Мин күңелем менән һәр саҡ Талиптың һине эҙләренә, осрашырға теләк беледереренә, хатта мине ташлап китеренә лә әҙер инем. Минең хәлде әсәйем менән Сания ғына белә ине. Сания аңлағандырмы – юҡмы, ә бына әсәйем мине аңлай ине: Ир бирмәк – йән бирмәк, ти торғайны, икебеҙ генә ҡалған саҡта. –Хоҙайыма бер бөртөк ҡыҙыма сабырлыҡтар насип ит, бәхетле генә булһын өсөн инселәнем, тип инәлдем. Теләктәрем ҡабул булманы, – тип тәүҙәрәк күҙ йәштәре менән илап ала ине, аҙаҡ, күҙ йәштәре күренмәне, ул да, ахыры, кибәлер. Мин барыбер бәхетле булдым: яратҡан кешем янымда, ҡатын кешегә бәхет өсөн күп тә кәрәкмәй, тип уйлай инем, ә кәрәк икән, йән һөйгәнең һине яратмағас, бәхет буламы ул. Юҡ шул, ул күңелгә йылылыҡ бирмәй. Һин ике кеше өсөн бер үҙең яныуҙан ғына һәтеүә лә юҡ. Быларын инде бер хоҙай ғына белә. Мин үҙемде эш менән баҫып, ошо хаҡта уйларға ирек бирмәнем. Талип та мин дә бәхетле бәхетһеҙ диуаналар хәлендә ғүмеребеҙҙең ошо көнөнө килеп еттек. Ҡәберлектә һине күргәс, йөрәгем тағы нығыраҡ сәнсте, әйтерһең, һин уның үле булһа ла кәүҙәһен алырға килгәнһең, шуға ла табутҡа йәбешеп, ысҡындырмай ҡыландым. Кеше шулай, бәхеттә бер илерһә, ҡайғыла күп тапҡырҙарға илерә икән. Ниңә әле мин быларҙы һиңә һөйләйем.
Дауамы бар