+21 °С
Болотло


Аҡ төтөндәр, бер-бер артлы,
Бәйләнеп болоттарға,
Аҡ арҡандай теҙелгәндәр,
Ҡар яуып һыуытҡанға.
Думбыраның ҡылдарындай
Теҙелешкән арҡандар.
Моңло көйөн һуҙалармы,
Сиртһәң әгәр, ал таңда?!
Көй ишетеп, төтөн-ҡыҙҙар,
Аҡ күлдәктәрен кейеп,
Аҡ кейеҙҙәй ҡар өҫтөндә
Йөрөйҙәр микән бейеп?!
Шыршылағы уйынсыҡтай
Ялтырап тора йорттар,
Ап-аҡ мейестәр эсендә
Дөрләп янғанға уттар.
Ҡарағайҙар теҙелешеп
Яңы йыл таңын көтә!
Дуҫтар, иҫән-һау булайыҡ,
Тиҙҙән яңы йыл етә!