

Талип та мин дә бәхетле бәхетһеҙ диуаналар хәлендә ғүмеребеҙҙең ошо көнөнө килеп еттек. Ҡәберлектә һине күргәс, йөрәгем тағы нығыраҡ сәнсте, әйтерһең, һин уның үле булһа ла кәүҙәһен алырға килгәнһең, шуға ла табутҡа йәбешеп, ысҡындырмай ҡыландым. Кеше шулай, бәхеттә бер илерһә, ҡайғыла күп тапҡырҙарға илерә икән. Ниңә әле мин быларҙы һиңә һөйләйем. Һин Талиптың рухын булһа ла ғәфү итһен тигән теләктәмен. Ғәфү ит һин уны. Уның бер ғәйебе юҡ, ул үтә йомшаҡ күңелле ине. Кешеләрҙе рәнйетмәй йәшәргә тырышты. Һине лә эҙләгән, ә мин юлында осраҡлы осрап, уның яралы күңеленә дауа булдым. Бына шулай хоҙай беҙҙе яңылыштан осраштырып, ихтыярһыҙҙан ҡауыштырҙы. Ул да күңелен эш менән баҫты. Аяғы протез менән булһа ла, зарланманы. Бер ҡулының бармаҡтары теүәл булмаһа ла, үҙен кәм тойманы. Кешеләр араһына ҡунаҡ- фәлән, осрашыуға махсус бирсәткә кейер ине. Былай шул көйөнсә йөрөнө. Инвалид пенсияһын гел генә балалар баҡсаһына, ауыр хәлдә йәшәгән ғаиләләргә бирә килде, алманы. Мин үкенмәйем: йән һөйгән менән ғүмер кисерҙем, шул һөйгәнемдән балаларҙы табып, атайлы үҫтерҙем дә, һинең үтер юлыңда хәл итә алмаҫлыҡ ҡаршылыҡ булдым. Көсөң етһә, мин дә һинән ғәфү һорайым. Әле бына Талиптың һиңә яҙып та ебәрергә өлгөрмәгән, йә ебәреү өсөн үҙендә көс таба алмаған хаттары, һиңә тип алған алтын балдағы, Улым өйләнһә, бирермен тигән тағы бер ирҙәр өсөн алтын балдағы, һәм килене өсөн тәғәйенләнгән бүләктәре. Бына улы барлығын нисек белгән, әйтә алмайым. Былар араһында башҡа ниҙәр бар, әйтә алмайым. Талип быларҙы миңә тик үлеренән бер ай алда ғына бирҙе. Береһенә лә теймәнем. Ул нисек урап һалһа шул килеш ята, ә тышына ошо шиғырҙы ла яҙған. Уныһын әлбиттә уҡыным, уҡыным ғына түгел, йөрәгемә бәреп инде. Мин уны нисек бәхетһеҙ иткәнмен. Эйе, мин был донъяға бик тә сәйер ҡунаҡ булып килгәнмен. Сәйерлегемде матур һүҙҙәр, эштәр, ҡыланыштар менән үҙем дә һиҙмәйенсә, оҫталарса йәшерә алғанмын... Бына ошоларҙы аңлау минең йөрәгемде тере ҡуҙ менән көйҙөргәндәй булды. Һин уйларһың: улай мөмкинме, тип, мөмкин икән шул. Ошо осрашыуҙың нисек буларын, ниндәй һүҙҙәр әйтеремде күп тапҡырҙар уйланым, нисек итеп тотормон да ҡайһылай тапшырырмын. Хас та имтиханға әҙерләнгәндәй әҙерләндем. Тормош үҙе бер режиссер бит ул. Үҙенең һуңғы штрихтарын бөгөн килеп ҡуйҙы ла, минең әҙерлегемде селпәрәмә килтерҙе. Талиптың үлеменә илауым да, үҙемдең яратҡан кешемдең күңеленә үтеп инә алмағанмын, уны бәхетле лә итмәгәнмен, сәйер тормош эсендә йәшәткәнмен. Бер шатлығым, ысын мәғәнәһендәге бәхетем – ул, уның балалары – уларҙы атайлы итеп , арҡа терәкле итеп, донъяла ныҡлы итеп баҫып йөрөй алырҙай үҫтерә алыуым, – тип, арыған кеше ҡиәфәтендә, ике ҡулдарын тубығына һалып, тәрән итеп көрһөндө.
Ғәлиә ҡымшанмай ҙа тыңланы, бары уйында: “ Бына ниндәй – үҙен, донъяһын, хатта балаларын онотоп ярата алған, Талипты ғына бәхетле итә алмаған, ләкин ошо бәхетенән кинәнес, мәғәнә табып, күңеленең кителергә торған бер мөйөшөн эше менән ямап, ҡылдан нәҙек күңел ебен ныҡлы итеп тота алған көслө ҡатын менән йәшәргә насип булған уның һөйгәненә. Тик үҙе генә быны аңламаған. Мин уға шундай бәхет бирә алыр инемме икән?”- тип уйланы.
Матурлап урап ҡуйылған ҡатырға йәшниктең тышына яҙылған шиғырҙы уҡый башланы, ә күҙҙәрендә ирекһеҙҙән йәш күренде, тик ул керфектәр араһынан атылып килеп сыҡты ла, хәлеңдән килһә тый мине, тигәндәй ҡатындың матур йөҙөндә эҙен ҡалдырып, бер- бер артлы бите буйлап тәгәрәне лә тәгәрәне.
Ғәфү һорамайым, бик һуңланым, Тормош ыҙанында барғанда. Яҙмышыбыҙ беҙҙең абынғанын Һуң аңланым ошо ыҙанда.
Беҙ бит яралғанбыҙ бәхет менән, Ғүмер юлдарынан уҙырға. Аңламаным, күңел ниҙер теләп, Тырыштым яҙмышым борорға.
Ғәфү һорамайым әле һеҙҙән, Китер юлым минең һыҙылған. Тамуғы ла һорау алыр минән, Маңлайыма шулай яҙылған.
Ғәфү...Ғәлиәм... Улым...
Ғәлиә Сулпан биргән төргәкте ниндәйҙер эске тулҡынланыу менән ҡулына алды ла, күҙ менән ҡаш араһында тип әйтерлек үҙгәреп, төҫө бурҙаттай ҡыҙарҙы, артынса ниндәйҙер ҡыҙыл тимгелдәр пәйҙә булды. Уны күҙәткән кеше, моғайын, был ҡатҡандыр, тип уйлар ине, тик улай булмай сыҡты, күҙ асып йомғансы әсе генә итеп “Их мин!” тип ҡысҡырҙы ла өҫтәлгә, киҫкән ағас кеүек ауҙы. Сулпан ни эшләргә лә белмәне, бары:
– Ғәфү ит, мин теләмәгәйнем, ғәфү ит. Мин һөйөүҙән тома һуҡырға әйләнеп, уның ғазаптарын да, башҡаны ла белмәгәнмен. Ғәфү ит, – тип эргәһендә йүгергеләй, стакан менән һыу килтерә, – бына эсеп ал, еңеләйтер ул.
Әле генә рыя ғына итеп һөйләп ултырған, эстән, үлгән булһа ла ирен ҡыҙғанып ултырған Сулпанды алмаштырҙылармы ни?... Үҙенең яҡын туғаны ауыр хәлдә ҡалдымы ни, уны йыуатып, эргәһендә йүгереп мәж килә. Ғәлиә бер аҙ тынысланғас, күҙҙәрен һөртөштөрөп, битенә тональ крем һөртөп алды. Әлеге һығылып илауҙың эҙе лә ҡалманы, бары:
– Мин уның ошо һүҙен утыҙ йылдан ашыу көттөм, улым менән беҙгә таныш булмаған кешеләр яғына сығып киттем. Бер килеп тапһын да, ғәфү һораһын, тип теләнем. Килмәне. Мин әле лә көттөм, тик һин Санияға шылтыратҡанда, мин унда инем. Ул бөтәһен дә белгәнгә күрә миңә әйтеп бирҙе. Ул һинең бала саҡ әхирәтең булһа, ул минең бик яҡын дуҫыма әйләнде. Татарҙар араһында беҙ ике башҡорт шулай бер- беребеҙгә терәк булып йәшәнек. Уның ире урыҫ булһа ла, бик яҡшы башҡортса белә ине, башҡорттар, татарҙар араһында йәшәгән, татарса уҡыған. Бына шул Николай Иванович мине бик өгөтләне.
– Үҙеңә, улыңа ғүмерлек үкенес яһама. Тау менән тау ғына осрашмай. Ул, бәлки, һине һаман да эҙләйҙер, кем белә. Һеҙ ҡатын- ҡыҙҙар, ҡайһы ваҡыт беҙҙең заттар менән аяуһыҙ була беләһегеҙ. Бер тапҡыр йөҙгә ҡарап аңлашырға көсөгөҙҙән килмәгән, – тип гел генә һеҙҙең яҡҡа барырға өгөтләй ине, әле килеп, Сания менән икеһе бик өтәләнеп мине юлға оҙаттылар. Сания ла килергә бик теләгәйне, Николай командировкаға китергә булғас, үлгән ҡыҙының ҡыҙын ҡалдырырға кеше тапманы. Мин бына Талиптың улын алып килдем,– тип, тынысланғандай булып тынып ҡалды.
Ҡулындағы төргәкте тағы бер күкрәгенә ҡыҫты, әйтерһең Талипты шулай ҡосаҡлай, ауыҙ эсенән ниҙер мөңгөрләне лә:
– Мин бер тапҡыр Саниянан адресығыҙҙы алып килгәйнем, тик һеҙ теге өйөгөҙҙө һатып был яҡтан өй алып күсеп сыҡҡан булғанһығыҙ, минең ҡыйыулығым шул урында асыу менән алмашынды ла, һеҙҙе һорашҡан теге ҡатынға бер нәмә лә тип әйтмәҫкә ҡушып, аҡса биреп кире боролдом. Уға ла хәҙер егерме өс йыл үтте.
– Беҙгә икебеҙгә бергә әйтмәһә лә, һәр беребеҙгә айырым, байтаҡ ваҡыт үткәс әйткәйне. Талип ныҡ үҙгәрҙе, гел генә уйланып йөрөй башланы, ниңәлер командировкалар йышайҙы. Миңә был турала үҙе ауырый башлағас ҡына әйтеп биреп, ғәфү үтенде. Ипле кеше ине шул. Һине таба алмауын белдереп бына ошоларҙы бирҙе лә инде. Мин һинең алда шуның өсөн дә ғәйеплемен: белһәм дә һине уға әйтмәнем. Китер, тип гел генә ҡурҡып йәшәнем. Барыбер ҡалдырҙы, – тип ауыр көрһөнөп тынып ҡалды.
Шулай байтаҡ ултырғас, Ғәлиә ҡуҙғалды ла:
– Ярай, юл оҙон, беҙ ҡуҙғалайыҡ. Үкенесле юлдарымдың һуңғыһы ошо булһын. Беҙҙең машинала ҡәбергә тигән сәскәнән тыш гранит ҡәбер ташын әҙерләп килтергәйнек, шуны ҡуйырға улың барһа, арыу булыр ине, шунан беҙ юлды дауам итербеҙ.
– Ярай, килен шунда киткәйне улым менән, улар ярҙам итер, шылтыратам, – тип тороп ҡалды.
Улар зыярат яғына юл алдылар.
2
Машиналағылар ҡәберҙә эштәрен бөткәс, оло юлда саң борҡотоп, үҙҙәре килгән яҡҡа ыңғайланылар. Ҡәбер янында таштағы яҙыуҙы уҡып “Атайыбыҙға балаларынан” тигән ике һүҙгә текләп, һәр икеһе, ниндәйерәк туған икән, хатта һораманыҡ та бит әле, сәйерерәк килеп сыҡты бит әле,” –тип, бер үк уйҙа баҫып торалар ине. Ир кеше, “ эйе, кеше яҙмышы ҡатмарлы, тағы беҙ белмәгән ниндәй туғандары бар икән. Атай был яҡ кешеһе түгел бит әле, әсәйҙән һорашырға кәрәк әле,”- тип, уйын тамамлап, ҡатынын әйҙүкләп сығып, ауылға ҡарай атланылар.
Ә был аҡытта машинала барған сәйер ҡунаҡтың икеһе лә үҙ уйына сумған ине. Ринат үҙенең бала сағын, көн дә кискеһен тәҙрәнән улар йәшәгән яҡҡа ыңғайлаған машинанан атаһы төшөр ҙә, уларға килеп инер, тип көткән сағын иҫләне лә әсәһенә ҡарап алды. Ул бер нөктәгә текләгән дә күҙҙәренән бите буйлап тәгәрәгән йәштәрен тыймай ҙа, һөртмәй ҙә барыуын дауам итте.
...Ғәлиә Хәтер йомғағын һүтә ине.
Ғәлиә менән Талип икеһе бергә баҡсаға йөрөмәһәләр ҙә, беренсе класҡа килгәндә, Талип уны:
– Мин һине анаау ерҙән үк күрҙем дә, мин һинең менән бер партала ултырам, тип хәл иттем. Минең өсөнсөлә уҡыған ағайым да ҡыҙҙар менән ултыра, Уҡытыусы шулай ҡуша, шуға мин алдан уҡ әҙерләнәм. Бергә ултырырбыҙ йәме, Мин – Талип, ә һин? – тип һорау менән ҡаршы алды.
Шулай тантана башланғансы, улар танышып, етәкләшеп тә алдылар. Бына шунан алып улар ун йыл бергә уҡынылар, бер партала ултырҙылар. Уҡыу бөткәс, Талип көҙгөлөккә армияға алынды, сөнки ул мәктәпкә бер йыл һуң барғайны. Армияға китерен белгән көндө үк атаһы менән әсәһе Ғәлиәне яусылап үҙҙәре килде. Әсәһе лә, атаһы ла Талиптың теләгенә ҡаршы сығырлыҡ көс тапманылар. Ниндәйҙер, үҙҙәре лә белмәгән тойғо уларҙы шулай йөрөргә мәжбүр итә ине. Ағаһы һаулығы буйынса армияға бармаған ине, ә бына Талиптың барыуын улар ниндәйҙер бер ҙур ваҡиға, улай ғына ла түгел, бер мөһим ваҡиға кеүек ҡабул иттеләр. Армияға тиклем Ғәлиәнең әсәһенең ризалығы менән уны бер аҙнаға ҡунаҡҡа ла алып ҡайттылар. Ғәлиәнең – атаһы, Талиптың ағаһы үлгән ине. Талиптың һеңлеһе уларҙың аралашсыһы булып алды. Шуғамылыр улар балаларының теләктәренә ҡаршы килмәнеләр. Унан һуң күп тә тормай, Талип армияға китте. Бөтәһе лә шартына килтереп эшләнде. Талип поезд ҡуҙғалғанға тиклем:
– Ғәлиәм, ҡайғырма, ике йыл тиҙ үтә ул, өс йыл түгел бит ул, минең бер аҙналыҡ кәләшкәйем, – тип, бер туҡтауһыҙ, хатта әсәһе, атаһы, һеңлеһе, еңгәһенән дә тартынмай, уны ҡосаҡлап үбә ине, – Тик һин мине көт, шул тиклем көт. Йырҙағыса, һин көтһәң – мин ҡайтырмын.
Китте, башта вәғәҙә иткәнсә, аҙна һайын хаттар килеп торҙо, Ғәлиә лә яҙҙы, тик бер аҙҙан хаттар һирәгәйҙе, ә бер көнө ...
Хәтирәләрҙең шул ерендә Ғәлиә ҡапыл ҡысҡырып, “Ни эшләнек беҙ?..”– тип ҡуйҙы.
Улы аңламай
– Ни булды , әсәй? – тип, әсәһенә боролдо.
Әсәһе ҡулъяулығы менән күҙҙәрен баҫҡан да илай- илай:
– Улым, зинһар беҙҙе ғәфү ит. Беҙ бары һинең алда ғына ғәйеплебеҙ. Минең атайың алдында ла, атайыңдың минең алдымда ла ғәйебе юҡ. Бына шул ғына.
– Әсәй, тыныслан, мин берәүҙән дә ғәйеп эҙләмәйем. Яҙмыш бит был, ә унан уҙыу мөмкин түгеллеген мин күптән аңлағанмын. Хәтерләйһеңме, өләсәйем нимә тип әйтергә ярата ине?
– Маңлайға яҙылғанды ҡара гүргә кергәнсе күрәһең инде, ти торғайны.
– Тимәк, унда шулай яҙылған. Әсәй бер нәмә һөйләйем әле. Бер мулланың ике ҡыҙы булған, ти. Олоһо бик уңған, эшлекле, ихтирамлы, ә икенсеһе уның киреһе булған. Олоһо ваҡыты еткәс, кейәүгә лә бик шәп егеткә сығып киткән, ә кесеһе кейәүгә сыға ла кире ҡайта, сыға ла ҡайта. Әсәһе гел генә: “Эсемә һыйған бала тышыма ла һыйыр әле,” – тип, күңелен йыуатҡан. Атаһы “Һинең арҡала мин мулла түгел, ер өҫтөндә йөрөгән тере мәйетмен”- тип битәрләгән. Ҡыҙы ла буш ҡалмаған. Һүҙ әйтеш-ыҙғышта кеше “бисмилланы” Әйтмәй бит. “Мин үлгәс, маңлайымды ярып ҡарарһың”, - тигән ти. Васыяты шул, тип, үҙе үлгәс маңлайын асып ҡарағандар. Унда “ Унға барыр, уңғансы барыр, рәнйетмәгеҙ” –тип яҙылған, ти, - тип, улы һүҙен тамамлаған.
Икеһе лә тынып ҡалдылар, Ғәлиә тағы уйҙарына сумды.
...Хаттар бөтөнләй туҡтаны, Ғәлиә шулай шомло уйҙарға бирелеп йөрөгәндә генә ваҡыт үтһен әле, өйҙө таҙалап алайым да Талиптың әсәһенең барып хәлен белермен, күптән барған юҡ, тиҙҙән уҡырға китергә мәл етә, тип кер йыуа башлағайны ғына, уң яҡтан кендегенән ситтәрәк, бер нәмә йыбырҙаған кеүек булды, иғтибарлап ҡараны ла, нимә тип уйларға ла белмәй, эшен тағы дауам итте. Баяғыса эстәге йыбырлау тағы, тағы ҡабатланды. Нимә тип уйларға ла белмәне, каникул да бөтөп килә, әллә әсәйгә әйтеп ҡарайыммы икән, тип ашығып, керен йыуып тамамланы ла, әсәһенең янына килде. Уныһы ниңәлер бөгөн иртәнән бирле баш ауырта тип ятып тора ине.
– Әсәй, минең менән ниндәй үҙгәреш бар, һиҙәһеңме. Бынан бер ай элек гел генә ҡоҫҡо килә, баш әйләнә ине, әле ошо ерҙә бер нәмә йыбырлаған һымаҡ, – тип. баяғы урынды күрһәтте.
– Бәпесең булыр.
– Ә Талиптан хат килгәне лә юҡ әле, – тине.
– Әсәһе уны ҡайҙалыр сит илгә ебәргәндәр, тип һөйләп тора ине, тик ҡабатлап һораманым, әллә оҡшата, әллә юҡ.
Шул ерҙә һүҙ өҙөлдө. Кискә ҡарай Ғәлиәгә Өфөлә эшкә ҡалған иптәш ҡыҙынан ҡалын ғына хат килде.
“Ғәлиә , һау ғына йөрөйһөңмө? Минең әсәйҙе күргәнең бармы?
Әгәр күрһәң, әсәйеңдән булһа ла берәй утыҙ һум биреп тор әле, ә үҙең әсәйеңдән китереңә алма. Мин эш хаҡы алмағанмын. Алғас, һиңә килеүеңә шуны ҡайтарырмын. Әсәй ауырығас быйыл һыйыр һауырға ныҡлап йөрөй алманы, шуға аҡсаға мохтажлыҡ кисерәбеҙ инде. Маликты санаторийға ебәрергә кәрәк, ти ине.. Тағы һиңә Талиптан хат килде, уны ла һиңә ебәрәм. Ярай , ҡабалан, сменаға китеп барам, алтынсы троллейбуста кондуктор булып эшләйем, арыта, но, әхирәткәйем, аҡсаһы арыу, миңә лә әсәйҙәргә лә етәсәк. Начальник: “Һинең кеүәк иҫәпкә оҫталар беҙгә бик кәрәк, теләһәң икенсе сменаға алмаш кондуктор итеп эшкә алам “–тине. Мин ней риза булдым. Аҡса эсте тишмәй бит, ямауға бик бара. Шулай Ғәлиә, каникул бөтөүгә аҙна ваҡыт ҡалды. Хуш. Хат яҙма Барыбер үҙең алдараҡ киләсәкһең” 2 .02.79.
Ғәлиә ашығып Талиптың хатын уҡый башланы.
“Һаумы, Ғәлиә класташ!
Һиңә күп сәләмдәр менән хат яҙа класташың Талип. Мин был хатты яҙырҙан алда бик оҙаҡ уйланып йөрөнөм, шуға ла һиңә “класташ” тип яҙырға булдым. Беҙҙең арала бөтәһе лә бөткән, тип иҫәплә. Мин икенсе кешене яратам, ул минең менән бергә хеҙмәт итә. Беҙ уның менән бергә булырға хәл ҡылдыҡ. Әсәйемдәргә барып нимәлер һорап төпсөнөп йөрөмәүеңде үтенәм, сөнки улар әлегә белмәйҙәр. Бергә ҡайтҡас, күрерҙәр әле. Бында хаттар оҙаҡ йөрөй, һинең дә хаттарыңды алғаным юҡ, тип әйтерлек. Әле беҙҙе билдәһеҙ срокка икенсе урынға ебәрәләр. Миңә асыу һаҡламаҫҡа тырыш, үҙең яратҡан, һине һөйгән кешегә кейәүгә лә сығырһың. Бәлки... мин дә туйыңда кәләш менән булырмын.
Хуш! Беҙҙең үткәндәр онотолмаҫ иҫтәлек булып ҡалһын. “