Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
8 Декабрь 2023, 06:10

Һарығолаҡ Хикәйә (1) Рамаҙан ӨМӨТБАЕВ

Бына тулы битле, шеш ҡабаҡлы, ҡаштарын ҡара ҡәләм менән көйәнтә кеүек итеп һыҙып ебәргән, былай ҙа дөм-ҡара сәсен ниндәйҙер май менән таҙа дегет кеүек йылтыратып тараған ауыл Советы секретары Рәйсә лә эшкә килеп етте... Ул терһәктәре йылтырай башлаған зәңгәр бостон тышлы пальтоһын ишек ҡырындағы сөйгә элде лә, тулы балтырҙарын ҡыҫып торған хром итеген шығырлата баҫып, үҙ урынына барып ултырҙы.

Һарығолаҡ   Хикәйә (1)   Рамаҙан ӨМӨТБАЕВҺарығолаҡ   Хикәйә (1)   Рамаҙан ӨМӨТБАЕВ
Һарығолаҡ Хикәйә (1) Рамаҙан ӨМӨТБАЕВ

Һарыҡолаҡ

Ауылда ул бик абруйлы кеше. Осраған берәү уға сәләм бирмәй китмәй, хәл-әхүәл һораша. Ул бик оҙаҡ йылдар инде Ирәндек ҡуйынына һыйынып ултырған Ҡушый ауылында Ауыл советы  председателе булып эшләй. Уның “Көрәшсе Һиммәт” тигән ҡушаматы ла бар ине, сөнки ауылда, районда үткәрелә торған йыйындарҙа ул бер кемгә лә бил бирмәне. Бейек кәүҙәле, текә яурынлы, Урал шыршыһы кеүек һомғол, ауыл халҡы әйткәнсә, силсәүит кәнсәһенә уның көн дә эшкә барыуын ауылдың бер осонан икенсеһендә тороп та күрергә була. Кәүҙәһенең бер сажин булыуына күрәлер инде ауылдаштары уны «Һөңгө Һиммәт» тип тә йөрөтәләр. Үҙ ауылында ғына түгел, күрше тирә-яҡта унан да мыҡтыраҡ, ғәйрәтле кеше юҡ. Ҡулдары оҙон, һалыулы, сөгөн киле һымаҡ ауыр, бармаҡтары имән ботағына оҡшаған, һәр йоҙроғо берәр ботло гер кеүек, көсәнеп ауыр күтәреү арҡаһында хәҙер уның яурындары һалпая төшкән.

Силсәүит кәнсәһе Ҡушый ауылының ҡап уртаһында, урыҫ сиркәүе кеүек, иң бейек урында урынлашҡан. Иртәнге сәйҙе эсә лә, өйөнән сығып китер алдынан, Һиммәт һике ситенә ултырып, ашыҡмай ғына тәмәкеһен төрә. Ялпылдаҡлы күлдәген ыштан бөрмәһенә ҡыҫтырып, түр баш яғына ҡашығаяҡ йыуып маташҡан Хәйерниса еңгәйгә күкрәгенән гөрөлдәп сыҡҡан тауыш менән бер нисә күрһәтмәһен бирә лә, урта бармаҡ оҙонлоғо тәмәкеһен ауыҙына ҡабып, көн дә бер үк ваҡытта бер үк һуҡмаҡтан Ауыл советына эшкә китә. Һил көндәрҙә уның тәмәке төтөнө, ауыҙынан сығып, ҡулса-ҡулса булып өҫкә күтәрелә лә, паровоз төтөнө кеүек, артынан һуҙыла. Силсәүит өйөнә килеп текәлеүе була, күтәрмәгә менеп, тәмәке төпсөгөн теле менән алыҫҡа ырғытып ебәрә. Уның өйөнән сельсоветҡа тап бер тәмәке тартырлыҡ ара.

Хәйер, уның өйөнән сығып, эшкә килеүен үҙен күрмәйенсә лә белеп була, уның айырылмаҫ юлдашы – Һарығолаҡ, һәр ҡасан ул ҡайҙа ғына бармаһын: ҡышын­мы, йәйенме, атлымы, йәйәүлеме – Һиммәттең алдынан йөрөр булыр. Күрше-тирәләре араһында: «ғәжәп был йән эйәһе Һиммәт менән һөйләшә лә белә икән» тигән һүҙҙәр йөрөй, имеш. Берәр аршын аяҡ табандарын болдорҙа ятҡан балаҫҡа ҡат-ҡат һөртөп ала ла Һиммәт кәнсәгә инеп юғала.

Уның бәләкәй генә матур итеп йыйыштырылған бүлмәһендә нәҡ уның кендегенә тап килеп торған ҡыҙыл буҫтау менән ябылған өҫтәле, талдан бөгөп эшләнгән ултырғысы бар. Уларҙың икеһе лә Һиммәт килеп ултырғас та, иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡан кеүек, нәҙек кенә тауыш сығарып шығырлап ҡуя. Үрелгән тар ултырғыста аршын йотҡан волость старшинаһы һымаҡ турая ла ул бүләмәгә күҙ йүгертеп сыға. Бына һул яҡта – Сталин портреты, уң яҡта – Ленин бабай: «Бөгөн ни эшләрһең икән?» тигәндәй, күҙҙәрен ҡыҫыбыраҡ ҡарап тора.

Бүлмәһенең ике яҡ стенаһы буйлап өҫтө шымарып бөткән ике эскәмйә ҡуйылған. Һиммәткә ҡул һуҙырлыҡ ҡына урында – өҫтөнә ҡара тамып, алаланып бөткән ҡыҙыл буҫтау ябылған өҫтәл. Уныһы инде сельсовет секретары өҫтәле була. Уң мөйөштә ингән һәр кеше арҡаһын терәп ала-ҡола итеп бөткән голландка мейес артына ваҡ ҡына итеп ҡырҡылған, аҡ туҙлы ҡайын утын тултырылған. Быларға хан заманынан ҡалған ике асмалы тотҡаһыҙ шкафты, уның башында ҡыуығы төтөнгә ҡарайып бөткән утыҙлы шәмде лә ҡушһаң, Һиммәт бүлмәһенең ниндәй икәнлеген күҙ алдына килтереп була.

Бына тулы битле, шеш ҡабаҡлы, ҡаштарын ҡара ҡәләм менән көйәнтә кеүек итеп һыҙып ебәргән, былай ҙа дөм-ҡара сәсен ниндәйҙер май менән таҙа дегет кеүек йылтыратып тараған ауыл Советы секретары Рәйсә лә эшкә килеп етте... Ул терһәктәре йылтырай башлаған зәңгәр бостон тышлы пальтоһын ишек ҡырындағы сөйгә элде лә, тулы балтырҙарын ҡыҫып торған хром итеген шығырлата баҫып, үҙ урынына барып ултырҙы. Һиммәт ағаһы менән иҫәнләште лә шкафтан әллә ниндәй ҡалын папкаларын сығарып өҫтәлгә һалды. Өҫтәл тумбаһына терәп иҙәнгә ултыртҡан ныҡ ҡына таушалған сумкаһынан ус төбөнә генә һыйырлыҡ түңәрәк көҙгөһөн сығарып ҡарап, осһоҙло хушбуй аңҡып торған ҡулъяулығы менән ауыҙ ситтәрен һөрттө. Бармаҡ остары менән әлеге ҡарлуғас ҡанатылай ҡаштарын төҙәткеләп алды ла тәпәшәк өҫтәленә эйелеп, тулы ирендәрен ҡыймылдата-ҡыймылдата, ниҙер яҙырға тотондо. Ситтән ҡарауға ул үҙ-үҙе менән ауыҙ эсенән генә һөй­ләшә кеүек ине.

Шулай итеп, ауыл кәнсәһендә иртәнге эш башланып китә. Бына кәнсәгә аҡрынлап халыҡ килә.

Иң беренсе булып һарыҡ тиреһенән тегелеп, ике урындан ямалған ҡара тышлы кәпәс, өҫтөнә аҡ тиртун, аяҡтарына ҡуңыстары эске яғынан кейеҙ менән ямаулы төпләнгән быйма кейгән, биленә уңа башлаған ҡыҙыл билбау быуған Ғиниәтулла ҡарт килеп инде. Ул ҡулына тотҡан таяғын алғараҡ сығарып, һул ҡулына кәпәсен йомарлап тотто ла һүҙ башланы:

 – Һиммәт мырҙа, оятыраҡ булһа ла, һиңә тағы ла килдем әле, – тине ул, томалана башлаған күҙҙәренән аҡҡан йәште кәпәсенең һырты менән һөртә-һөртә, һүҙен дауам итте. – Минең өлкән малайымды, Мырҙағәлене әйтәм, Мәғниткә анау ФЗО-һына ебәреп, бик йәтеш иткәйнең. Хәҙер уртансы малайым, шуның уҡыуын уҡыйым, тип теңкәгә тейҙе. Нишләмәк кәрәк? Бына һиңә кәңәшкә килеүем, ни әйтерһең? – тине лә, таяғын Һиммәттең өҫтәленә терәп, ерән кәзә һаҡалын кәкре бармаҡтары менән тарап алды. Былай ҙа сирыш ҡаҡса битен тағы ла нығыраҡ сирыштыра биреп, төпкә кереп батҡан көрән күҙҙәрен Һиммәткә төбәне.

Һиммәт уңайһыҙланыпмы, нишләптер, ултырғысын шығырлатып, урынынан ҡуҙғалып ҡуйҙы. Оҙаҡ ҡына уйланды ла:

 – Ғиниәтулла ағай, мәсьәлә былайыраҡ тора бит әле, – тип аңлатырға кереште. – Беҙҙең колхозыбыҙға РИК-тың, йәштәрҙе Мәғниткә түгел, ә Биләриткә ебәрергә, тигән ҡағыҙы бар. Мәғнит ул сит облыс, Биләрит беҙҙеке, шуның өсөн дә беҙ Мәғниткә справка бирә алмайбыҙ. Райондан һүҙ тейеүе бар.

 – Унда ла шул уҡ сәүит власылыр бит, һуғыш заманында бөтә аяғына баҫҡан бала-саға шул Мәғнит тип ағылғайны бит. Хәҙер ни булып китте һуң?

 – Бер ни ҙә булманы, һуғыш бөтөүгә 4–5 йыл үтеп китте бит инде. Хәҙер икенсе тәртип: һәр бер облыс үҙ ФЗО-ларында үҙ балаларын уҡытырға тейеш.

– Ә, улай икән... – Бабай төпсөнөүен дауам итте. – Һуң анауы төймәһе ике рәт ялтырап торған ҡара буҫтау шинелде, кокардалы картузды, күн бәтинкәне Биләриттә лә бирәләрме икән һуң?

 – Бирәләр, барыһын да бирәләр. Ашау-эсеү бөтәһе бында хөкүмәт елкәһендә.

 – Ниндәйен һөнәргә өйрәтәләр һуң унда?

 – Ундамы? Унда, Ғиниәтулла ағай, сөгөн ҡойоу һөнәренә өйрәтәләр. Биләриттә шул сөгөндән башҡа кәсеп тә юҡ инде ул.

 – Миңә сөгөн кәрәкмәй, – тине, уйланып тора-торғас, Ғиниәтулла ҡарт.

 – Бына бер ҡыҙыҡ, бесталкауай әҙәм, һиңә кәрәкмәһә, хөкүмәткә кәрәк. Ҡорос-сөгөндән ҡойған туп булмаһа, танкылар, ярапландар булмаһа, беҙ нисек Гитлерҙы еңер инек? Уның баштан-аяҡ ҡоралланған ғәскәрен ағас күҫәк менән генә еңеп булмай бит, ағай. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: мин малайыңа справка бирә алмайым, – тине Һиммәт тәрилкәләй усының ҡыры менән өҫтәл ситенә һуғып.

 – Һә-ә-л-л-ә-ә. Шулай тиһең инде. Ярай, ни хәл итәһең инде, булмайҙыр инде булмағас, хөкүмәт эше һеҙҙең үҙегеҙгә мәғлүм. Өйөбөҙҙөң тәҙрә аҫтындағы бүрәнәләре серей башлаған, үҙемдең дә һуңғы ваҡытта ҡарыу бик ҡайтты. Күҙҙең дә рәте китеп тора. Шуны яңынан күтәреп, рәткә килтереп булмаҫмы, тип уйлашҡайныҡ та еңгәң менән. Шуға уртансы ҡустыңды балта оҫтаһына уҡытырға тигәйнек. Ярай инде, хөкүмәткә сөгөн кәрәк икән, әйҙә сөгөн ҡойорға өйрәнһен. Ике йыл буйына хөкүмәт үҙ елкәһендә уҡытҡас, бер йүнле һөнәрҙер әле, – тине лә бабай урынынан ҡуҙғала башланы. Ләкин бабайҙың тауышында Һиммәт ниндәйҙер үпкә тойғолары һиҙеп ҡалғандай булды һәм һүҙҙе әҙерәк яйға һалып, шымартырға тырышты.

 – Һуң, Ғиниәтулла ағай, Мырҙағәле ҡәйнештең Мәғниттә уҡыуы нисек бара? – тип һораған булды.

Ошо һорауға, бигерәк тә уның «ҡәйнеш» тип өндәшеүенә күңеле асылып киткән бабай, ошо һорауҙы көткән кеүек:

 – Уҡыуын бик маҡтайҙар. Нисәнсе төркөмөндә уҡыуын ғына ныҡлап белмәйем, әммә ләкин хужалары барған һайын: «Бабай, ваш сын хорошо учится, хороший списәлис будет», – тип маҡтай. Шулай булғас, нисауалыр инде. – Эскәмйәгә барып ултырҙы ла Һиммәт ауыҙынан тағы һорау көттө.

Силсәүит ише силсәүиттең улының уҡыуы, тормошо тураһында ҡыҙыҡһыныуы бабай күңеленә бигерәк тә хуш килде. Ә силсәүит, бабайҙың нығынып ултырыуын көтөп, «бер тин биреп йырлатҡайным, мең тин биреп туҡтата алманым» – булды инде был, тип уйлап ҡуйҙы.

 – Ә былай таҙалығы нисек, бик ябығып китмәгәнме? Элек тә бик арыҡ ҡына була торғайны ҡәйнеш, – тип һораған булды Һиммәт.

 – Ятып тороуы шул дөйөм ятаҡта инде, былай хәҙер элекке кеүек асҡаҡ түгел, ыжламай ҙа. Йыуан папирос тартып һимереп тик йөрөй ул, – тип маҡтанып ҡуйҙы бабай.

Кәнсәләге кешеләр, бигерәк тә эшен ташлап, ысын күңелдән тыңлап ултырған Рәйсә, шырҡ-шырҡ көлөп алды. Һиммәт тә ҙур ауыҙын асып, хахылдап көлөп ҡуйҙы. Бер нәмә аңламаған бабай ҙа кеше ыңғайына кеткелдәп ҡуйған булды.

 – Мәғниттең ҡайһы ерендә һуң уларҙың ФЗО-лары? Берәр юл төшкәндә инеп, хәлен белеп сығырға кәрәк әле, как не говори, мин алыҫыраҡ булһам да, уның еҙнәһе тейеш кеше лә баһа.

Бөтөнләй күңеле йомшарған бабай:

– Уларҙың уҡыған, ятҡан урындары шул питый усастыкта инде, урамдарының исеме Мәмин Сеперәк. Ул тирәлә унан башҡа ҙур йорт юҡ.

Кәнсәләгеләр тағы ла көлөшөргә керештеләр. Һиммәт тә, аҙыраҡ йылмая биреп:

 – Мәғниттә ниндәй сеперәк урамы булһын, ти, һин, бабай, бутайһың, – тигәс:

 – Сеперәк, сеперәк инде, мин ҡушҡанмы ни ул урамға ошо сеперәк исемен? – тип ҡылтая биреп ҡуйҙы Ғиниәтулла ҡарт.

Үҙ өҫтәленә ятып уҡ көлгән Рәйсә:

 – Мамин-Сибиряк урамын Ғиниәтулла олатай шулайтып йөрөтә ул, – тигәс кенә  аңлаштылар. Ғөмүмән, бабайҙың күңеле иреп, риза ғына булып сығып китте.

Бына күрше Үтәғол ауылынан колхоз эшен төпкә егелеп тартҡан Усман да справка һорай.

 – Берәр һарыҡ һатайым тигәйнем. Бала-сағаның өҫ-башы бик туҙынды. Йылдар ауыр, күреп тораһың, үҙем дә шул һуғыштан кейеп ҡайтҡан шинелде һаман һалған юҡ әле.

 – Һарығыңдың налогы түләнгәнме һуң? Атыу тәүлә һарыҡ-кәзәһен силсәүит рөхсәтенән ғәйре һуйып ашап бөтәләр ҙә шунан, минең кәртәмдә бер ниндәй ҙә малым юҡ, ти ҙә торалар, – тип кемгәлер адресһыҙ ғына зарланып һөйләп алды силсәүит.

 – Түләнгән, түләнгән, бына кәпитәнсәһе, – тип Рәйсәгә бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәге һуҙҙы Усман.

 – Төп кенәгәнән ҡара, Рәйсә, йәмғеһе нисә баш һарыҡ-кәзәһе хисаплана, налогы түләнгәнме?

Рәйсә шкафтан оҙонса ҡалын кенәгә алып, тиҙ кенә уның фамилияһын тапты ла малын һанарға тотондо:

 – Һыйыры берәү, ҡасҡан танаһы бар, дүрт баш оло һарығы һәм биш баш кәзәһе яҙылған.

 – Сельхозналогы, страхованиеһы түләнгәнме?

 – Барыһы ла түләнгән, – тине Рәйсә кенәгәһен ябып.

 – Түлкә, Усман, һуйып һатҡан һарыҡ тиреһен үҙебеҙҙең тире йыйыусыға тапшырырһың, сөнки беҙҙең агенттың хөкүмәт тарафынан тәғәйенләнгән тире йыйыуға үҙ планы бар.

 – Ярай инде, улай булғас, юҡһа үҙем иләп, бер-ике тире ҡушып, малайға тиртун тегергә, тигән уйым бар ине лә... Планы булғас, уға ҡаршы килеп булмай инде.

Рәйсә яҙып, ҡул ҡуйырға тотторған справканы Һиммәт һулаҡай ҡулының усына һалды. Салбар кеҫәһенән нағышлап сигелгән янсығын сығарып, мисәтен алды ла уны өҫтәлдә ултырған штемпелгә бер нисә мәртәбә һуҡты, ҙур ауыҙын янсыҡ бөрмәһендәй генә итеп түңәрәкләне лә, тимерсе күреге кеүек, бер нисә тапҡыр мисәткә өрҙө. Өҫтәле өҫтөндә ятҡан бер нисә бит ҡағыҙ уның өргән еленә өйрөлөп осоп китте. Шунан уң ҡулының эсендә юғалып ҡалған мисәтте шап иттереп ҡағыҙға баҫты ла бөтә көсө менән бер нисә тапҡыр төрлө яҡҡа ҡуҙғатып ҡуйҙы. Әйтерһең дә, мисәттәге хәрефтәрҙе справкаға ул үҙенең бар көсө менән теҙеп сыға. Справкаға мисәт баҫҡан өсөн утыҙ тин аҡсаһын Усман секретарь өҫтәленә һалды.

Шулай итеп кәнсәгә берәү килә, икенсеһе сыға тора. Кемдер саманан тыш төшөрөп, ғаиләһе менән боларған, Ҡушый ауылында бер кеше артҡан – бала тыуған, кемдер ҡап-ҡапыл үлеп киткән – быларҙың барыһында ла Һиммәттең ҡыҫылышы бар, ул бөтә эште ентекләп, еренә еткереп, ашыҡмай ғына тикшерә, ара-тирә бер нисә һүҙ әйтә, һорау ҙа бирә. Рәйсә уға райондан килгән төрлө бойороҡ ҡағыҙҙарын, күрһәтмәләрҙе папкаға һалып әҙерләп ҡуя. Ә райондан килгән телефонограммалар менән танышыу өсөн секретарҙың хәжәте юҡ, хәйер, улар тәҙрә яҡтауына ҡағып ҡуйылған сөйгә тишеп эленә баралар, һурып ал да уҡы!

Эш бара. Ә Һарығолаҡ?

Һарығолаҡ тышта, тупһа аҫтында башын алғы аяҡтары араһына тыҡҡан да йоҡоға талған. Ул Һиммәттең төшкө тамаҡҡа ҡайтырға сығыуын ҙур сабырлыҡ менән көтә. Ләкин йоҡо аралаш барыһын да һиҙеп ята. Силсәүит алдына килеп туҡтаған кешеләр толоптарын сисеп санаға ырғыталар ҙа, ат теҙгендәрен арҡыры бүрәнәгә бәйләп, кәнсәгә инеп юғалалар. Шуны ғына көтөп торған күрше һыйырҙары, кәзә-һарыҡ саналағы бесәнгә йомола. Уларҙы абалап урам буйлап баҫтыра ла Һарығолаҡ тағы үҙ урынына кире инеп ята.

Стенаға элеп ҡуйған сәғәт сылт-сылт итеп һуға. Бына төш тә килеп етте. Һарығолаҡ, Һиммәт шығырлап урынынан тора башлағас та, дегәнәк йәбешеп килегә оҡшаған ҡойроғон һөйрәп йәһәт кенә сыға ла сыйылдап кирелә, һелкенеп ала, хужаның сыҡҡанын көтә. Бына ишектә Һиммәт күренә, Һарығолаҡ шатлығының иге-сиге юҡ, Һиммәт силсәүиттән оло урам юлына төшкәнсе, Һарығолаҡ ҡыуанысынан хужаһының метрлы аяҡтары араһынан әллә нисә урап алырға өлгөрә.

Фото: ferret-pet.ru

Автор:
Читайте нас