Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
8 Декабрь 2023, 14:40

Сәйер ҡунаҡ Повесть (аҙағы) Рәйсә ИҪӘНБАЕВА

Бына шулай ун һигеҙе лә тулмаған ҡыҙҙы әйттерҙе лә үҙе бер айҙан армияға китте, ә яңы институтҡа уҡырға ингән Ғәлиә үҙе лә аңлап бөтмәгән, студент, ғаилә проблемалары менән яңғыҙ ҡалды. Ни эшләргә? Әсәһенә лә әйтмәгән, шатлығын тәүләп Талип менән уртаҡлашҡыһы килгәйне, ә ул бына ниндәй сюрприз яһаны уға...

Сәйер ҡунаҡ Повесть (аҙағы) Рәйсә ИҪӘНБАЕВАСәйер ҡунаҡ Повесть (аҙағы) Рәйсә ИҪӘНБАЕВА
Сәйер ҡунаҡ Повесть (аҙағы) Рәйсә ИҪӘНБАЕВА

Хатты ҡулында тотоп ней иларға, ней көлөргә белмәй күпме торғандыр, тик әсәһенең тауыш уны ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы.
   -Ғәлиә, ниңә ҡағыҙ тотоп ҡатып ҡалдың? Хатмы? Кемдән, әллә кейәүҙәнме?
   Бына шулай ун һигеҙе лә тулмаған ҡыҙҙы әйттерҙе лә үҙе бер айҙан армияға китте, ә яңы институтҡа уҡырға ингән Ғәлиә үҙе лә аңлап бөтмәгән, студент, ғаилә проблемалары менән яңғыҙ ҡалды. Ни эшләргә? Әсәһенә лә әйтмәгән, шатлығын тәүләп Талип менән уртаҡлашҡыһы килгәйне, ә ул бына ниндәй сюрприз яһаны уға... Нимә эшләргә... Әсәһенең тауышына тертләп китеп, үҙен тиҙ генә ҡулға алды ла:
   –Эйе, – тине.
   – Ниңә бик йөҙөң ағарып киткән, әллә сирләп тораһыңмы? Кейәү нимә яҙа? Үткәндә ҡоҙағыйҙы күргәйнем, хаты һирәк килә, әле ай булып килә, килгәне юҡ, шуға военкоматҡа барғайным, – тип һөйләп торҙо.
   – Әсәй, уны икенсе урынға ебәрәләр,– тип яҙған.
   Көслөк менән әйтелгән һүҙҙең артынан үҙендә ниндәйҙер хәлһеҙлек тойоп, ҡоҫҡоһо килгән кешеләй, йүгереп сығып китте. Байтаҡ тороп ингәндән һуң, әсәһе уның йөҙөнә ҡараны ла:
   – Нимә, әллә һин... Әллә мин ысынлап та өләсәй буламмы? – тип ҡыҙының яуырынына башын терәп ҡосаҡланы ла, – атайың иҫән булһа һөйөнөр ине, –  тип, йәштәрен һөртөп алды.
   – Әсәй, түҙ инде, үлгән артынан үлеп булмай бит, йәшәргә кәрәк, әлбиттә ҡыуаныр ине, уны мин дә аңлайым. Инде нисә йыл үтте.
   – Ҡасанғараҡ мине өләсәй итәһегеҙ һуң?
   – Күп әле, күп.
   Тимәк, Ғәлиә тыуасаҡ бәпесе менән икеһе генә йәшәйәсәк, бына нисек уға яҙмыш кире яғы менән әйләнде. Ошо ҡайтыуында Ғәлиә үҙен ташланған ҡатын булыу тойғоһон иңенә йөкмәп, Талипҡа бик тырышлыҡ менән ҡыҫҡа ғына хат яҙҙы.
   “ Һаумы класташ! Хатыңды алдым, рәхмәт, бөтәһен дә аңланым. Һиңә минең туйҙа булырға тура килмәҫ. Мин туй үткәрмәй генә кейәүгә сығырға булдым, сөнки әсәй беҙҙең ( һинең менән минең) аралағы хәлде белмәй. Мин ирем яғына йәшәргә китәм, әсәйгә эшкә китәм, тиеп әйтергә тура килде. Бына шулай хәлдәр. Осрашһаҡ – беҙ дуҫтар, насип булмаһа- хәл юҡ. Класташың. РS. Эҙләмә.”
   Ҡапыл ғына тыуған был алдағынан үҙе лә бер аҙ ҡәнәғәт ине, шикелле.

 

                                               3

   Ысынлап та ул академик ял алды ла ҡайҙалыр китеп юғалды. Ауылда төрлө хәбәрҙәр булды, ауылдаш – бергә уҡыған иптәш ҡыҙы Гөлшат та бер нимә лә белмәй ҡалды, шуға күрә унан һораһалар ҙа, ул әйтә алманы. Бына шулай Ғәлиә институттан да, ауылдан да сығып китте. Ҡайҙа китте, тәүҙә үҙе лә белмәне. Уҡыуҙы ситтән тороп уҡыр өсөн эшкә урынлашырға кәрәк бит әле. Бына шул уйҙар менән ул автовокзалға төштө, төрлө маршруттарҙы ҡараны. Хәҙер ул, ҡалала йылға яҡын йәшәгәнгә күрә, байтаҡ ҡына тәжрибәһе лә бар ине. Ҡайҙа билет алырға? Үҙен борсоған һорауға ул яуапты тиҙ тапты. Янында торған ҡатын:
   – Сеңлем, миңә лә билет алып бир әле, билем өзөлөп төшөп ауырта, мин утырып торыйм, бына аҡча, - тип, татарса башҡортса һүҙҙәр ҡушып, аҡса бирҙе.
   – Ҡайҙа?
   – Теге, ней машиналар чығара торған яңы ҡала, ничек әле исеме. Хәтер генәмне, тауыҡ төкөргөрө,– тине.
    – Ә аңланым, миңә лә шунда ине, – тип, үҙе лә аңламаҫтан шулай тип ысҡындырҙы.
   Унда уның бер кеме лә юҡ, хатта таныштары ла, тик уға нисек булһа ла Башҡортостандан ситкә китергә ине. Әйҙә булһын Татарстан. Унда ла башҡорттар барҙыр әле. Илдә сыпсыҡ үлмәй, үлмәҫ әле. Урыҫтар әйтмешләй   “ Мир не без добрых людей”, әле килеп минут эсендә ошо башынан үтте. Теге апай менән икеһенең урыны йәнәш тура килде. Автобус та ҙур, яйлап ултырырға ла, кәрәкһә ултырған урындың арҡаһын ҡолата биреп серем итеп алырға ла була. Ғәлиә билетте алғас та барып етеү ваҡытын ҡараны. “О-һо, байтаҡ барырға икән, кискә генә етеләһе юл” тип уйлап алды. Ярай вокзалда таң аттырыр ҙа иртәгеһенә эш эҙләп сығыр. Юлда теге апай үҙенең бик теремек, һүҙгә әүәҫ кеше булыуын күрһәтте. Бөтә туғандары ғаиләһе менә таныштырып бөтә яҙҙы. Һүҙ араһында:
   – Мин Зөфәр исемле оло улыма ҡунаҡҡа барам. Килендең яңыраҡ икенсегә улы тыуғайны, бына шуға бүләктәр алып барам. Өлкәне ҡыҙ ине, улым “Әсәй, атай риза булһа, беҙ Зилә, тип исем ҡушырға булдыҡ,”– тине. Ул исем иремдең апаһыныҡы ине, уныһы һуғыш ваҡытында өшөнөп үлгөн. Риза инде, ҡайҙа барһын, балалар теләгәс, былай мин үлгән кешенең( әгәр үҙең белһәң инде)исемен ҡушырға ҡаршымын. Быны еткереп торманым инде, ә бына улына исемде, “сүприз” тип кенә ебәрәләр – әйтмәйҙәр. Ярай, әйтмәһәләр ҙә, берәй матур исем булһа булды. Мин бына үҙемдең исемемде оҡшатам. Киленем әйтмешләй: заманға яраҡлашҡан инде. Зәйтүнә – мин. Һеңле, апай, инәй , хатта атайым исеме менән ҡушып әйтһәң дә оҡшай кеүек. Әсҡәт минең атайымдың исеме, – Ғәлиәнең һынына үтә ҡарап алғас, – Һин, туғаным, ҡайҙа бараһың, ҡунаҡҡамы, әллә ҡайтыпмы, тигәндәй? – тип һорап ҡуйҙы.
    – Эшкә.
         – Улай икән. Кем булып эшләргә инде?
         – Әле уйламаным, ниндәй тура килер.
         – Унда кемдәргә бараһың һуң? Барам, тигәнгә һорайым, знашит, үҙең икенсе яҡтан, дөрөҫ әйттемме? – тип күҙҙәренә ҡараны.
         – Эйе, – тип, башын һелкте лә тәҙрәгә ҡарап бара башланы.
   Ирекһеҙҙән күҙенән йәштәр тамды, әсәһен хәтеренә төшөрҙө, хатты алғас, көйөнөр инде, тип уйлап ҡуйҙы. Уның өсөн артыҡ борсолған башҡа кеше булмаҫ инде. Ҡәйнәһе лә артыҡ өҙгөләнмәҫ, ул улай кеше түгел, ире менән тиң генә ғүмер итеп, хәлле генә йәшәгәнгә күрә, кешеләргә өҫтән ҡарап өйрәнгән кеүек тойола ул. Апайының үҙ донъяһы. Өс бала, уйлап, ҡайғырырлыҡ ваҡыты ла булмаҫ. Бына шуларҙың барыһы бергә хәтеренә уйылды ла, үҙен бер йәлләмес кеше итеп, тойғоларға бирелеп, күҙ йәшенә юл ҡуйҙы. Эргәләге апай уның был хәлен бер ҡауым өнһөҙ күҙәтеп килде лә, әллә һүҙһеҙ барыуҙан ялҡыпмы, әллә был йәш кешенең хәлен тағы ла нығыраҡ аңларға, күңеленә үтеп инергә теләпме, әллә ғәҙәте шулай булғанғамы:
   – Ә бәпесте ҡасанғараҡ көтәһең һуң, бала менән эшләүе ауыр булмаҫмы һуң? Ауырлы икәнеңде белһәләр эшкә лә алмай ыҙалатырҙар әле, – тип, хәленә ингәндәй һорап ҡуйҙы.    
  Хәҙер Зәйтүнә апай тулыһынса башҡортса һөйләшеүгә күскәйне.
   – Үҙебеҙҙең кеше икәнһең. Уатып-емереп, белер- белмәҫ татарсаны ҡушып тормайым инде тип кенә ебәрҙе.
   Ғәлиәнең башҡорт икәнен белгәс,алдағы һөйләшенә аңлатма яһағандай. Һорауын ҡәнәғәтләндерерлек яуап алды ла, туҡтарға уйламай, артабан дауам итте.
    – Һинең унда төбәп барған кешең бармы һуң?
    – Юҡ.
    – Улайһа минең менән барырһың Минең килен былай мәрйә булһа ла, арыу кеше ул, ихлас. Өйҙәре лә иркен – өс бүлмә. Шуларҙың йәшәр урыны булһын тип, бабай менән тырыштырҙыҡ инде. Икебеҙҙең йыйынтыҡ та, баҡсалағы уңыш та, ярты пенсия ла шуларға китте. Былай үҙҙәре лә буш ятманылар. Икеһенең дә белеме бар, улым әле командировкала, килен бер үҙе ике бала менән йонсой бит, шуға бабайҙы ҡалдырып, әле уларҙың янына китеп барам. Мин ҡайтҡас, ҡоҙағый килеп торор. Ике ай торғас, эшкә сығырғы тейеш ине, әле бер айға түләүһеҙ отпуск алған. Эшкә сыҡҡансы балаһына өс ай була инде. Тәүгеһен дә шулай алмашлап ҡарашҡайныҡ. Уныһы хәҙер балалар баҡсаһында йөрөй. Уға биш йәш булды. Мин әле һиңә ҡарап шуны уйлап ҡуйҙым: һин әллә баланы атайһыҙ ҡарарға иҫәп тотаһыңһыңмы? – тип. һорауы булды, Ғәлиә түгелеп илай башланы.
   Зәйтүнә нисек йыуатырға белмәне: оҙон юлдарҙа йөрөп- йөрөп ул беренсе тапҡыр юғалып ҡалды.
   – Ярар инде илама, ана балаңа зыян килер, йә сирләрһең. Ярай мине бер әрһеҙ әбей ялҡытты тип уйлама. Мин үҙем һуғыштың ауырлығын иңемдә татыған кеше. Ике һеңлемде мин бер үҙем ҡараным. Әсәй сплавта батып үлде, миңә туғыҙ ғына йәш ине. Беҙҙе етемдәр йортона бирергә тигән ҡағыҙ килгәйне, ике туғанымды алып ауылдан ҡасып сығып киттек. Мин үҙем Силәбе яғы башҡортомон. Ҡасып Ырымбур яғындағы алыҫ туғаныбыҙ тейешле Мәликә апайымдарға бер айҙан ашыу барҙыҡ. Ауыр саҡ булһа ла, кешеләр ярҙамынан ҡалдырманы. Мәликә апайым атайымдың ағаһының үгәй ҡыҙы ине. Үгәй апай булһа ла, беҙҙе ситкә ҡаҡманы. Еҙнәй тейеш кеше сулаҡ ине, шулай ҙа улар күпләп һарыҡ, ике ат тотоп йәшәнеләр. Һыйырҙары булманы. Бына шунда Ҡыуандыҡ ауылында үҫтек, дөрөҫөрәге бына шул еҙнәйҙең һарыҡтарын ҡарап, өй эштәрендә апайға ярҙам итеп йәшәнек. Өс йылдан миңә ун өс йәш тулғанда, шул еҙнәй ниндәй юл менәндер инде, мине тыуыуым тураһында, ике йәш өҫтәтеп, справка алып бирҙе. Мине хәҙер колхоҙға эшкә ҡуша башланылар, шулай тағы ике йылдан һуң, шул уҡ еҙнәй әлеге минең бабайға, минең кеүек бер етем малайға кейәүгә бирҙе. Ике һеңлемде алып, әлеге үҙебеҙҙең яҡҡа ҡайттыҡ. Тик ауылда минең йәшемде белгән әлеге ауыл сәүите персиҙәтеле тағы миңә бәйләнә башланы. Дүкәменттәргә ышанмай. Шунан беҙ тағын күтәренеп бер төн эсендә бер нәмә алмай, өйҙө бикләп, әлеге улым Зөфәрҙе күтәреп сыҡтыҡ та киттек. Ирем Динисламдың Өфөгә яҡын Яҡуп ауылында бер танышы йәшәй ине. Шуларға килеп йығылдыҡ. Ҡыуманы ла, төпсөнмәне лә бары ярҙам итте. Ике һеңлем дә үҙ ояларын ҡорҙолар тик бәлкәй һеңлемдең ире генә авариянан имгәнеп, бер аяғынан яҙҙы. Былай яҙмышымды мәрхәмәтһеҙ яғына ҡарағанда мәрхәмәтле яҡтары күберәк булды, тиһәм дә була. Тик бына атай менән әсәй генә ҡыҙғаныс. Бынан шунан бирле утыҙ йылдан ашыу ваҡыт үтте. Зөфәргә хәҙер утыҙ ике йәш. Мин уны ун туғыҙ йәшемдә таптым Шулай ҡыҙым, гел генә юлда кешегә юлдаш осрап юл ҡыҫҡарта. Яҡшы юлдаш – юл өсөн, яман юлдаш – ҡаза өсөн, тиҙәр. Әйҙә ҡыҙым, һин минең менән бар, килен дә берәй төрлө кәңәш бирер әле, – тип, күңелен тынысландырып ҡуйҙы.
    Яр Саллыға килеп еткәс, вокзалдан такси алып, Ғәлиә менән юлдаш апаһының улының квартираһына киттеләр. Эшкә урынлашыу, Зәйтүнә апаһы әйткәнсә бик үк еңелдән булманы, шулай ҙа үҙен Мәрйәм тип таныштырған Маша(Мария Николаевна) уға бик ныҡ ярҙам итте. Тәүҙә бала булып уны балалар баҡсаһына йөрөткәнсе, бер йыллап китәсәген иҫкә алып, уға медицина тирәһендә эште уйлау ҙа мөмкин түгел ине, шуға күрә тәүҙә йәшәйәсәк квартираны, йәшәр урынды хәстәрләргә һәм шул урынға яҡын эш эҙләргә иҫәп тоттолар. Улар икеһе ике яҡтан эш һәм квартира, берәй йәшәргә яраҡлы бүлмә ҡаранылар. Был эш тә уларҙың айға яҡын ваҡытын алды. Ниһайәт Мәрйәм бер көнө ҡояштай балҡып ҡайтып инде.
  – Беләһеңме, Ғәлиә, Энтузиастар урамының башында бер яңғыҙ әбей йәшәй, уның туғандары ҡырҙа, һәм уны ҡара алмайҙар. Уны ҡарау өсөн кеше эҙләйҙәр. Әгәр уны ҡарарға риза булған кеше булһа, бер бүлмәһен биреп торалар. Әбейҙең үҙен дә күрҙем, уның ауырыуының диагнозы – склерозмы амнезиямы, бына шундайыраҡ ауырыу. Аңлайһыңдыр. Был һиңә практика ла буласаҡ. Унан медицинала ситтән тороп уҡыу юҡ, ә бына академ отпуск алғанһың. Унан инде Казанда уҡып та бөтөрә алаһың. Тағы бер нәмәһе бар. Ул әбей йәшәгән йортта подъездарҙы йыуырға, тағы алдын таҙалау өсөн урам һепереүсе лә кәрәк. Риза бул, күп уйлама. Һиңә эшкә теркәлеп ҡалыу кәрәк. Ҡыуа тимә. Минең ҡәйнәм мировой кеше булһа ла, мам улай түгел Ул кеше менән от силу ун көн торорға может, ә унан, уныңса әйткәндә, поминай как звали. Насарламайым, тик бына шулай инде. Үҙе былай әрләшеп бармай, но һүҙ күтәрмәй, короче, һеҙҙеңсә әйткәндә йомортҡанан йөй эҙләргә ярата. Ул яңы пенсияға сыҡҡан, ҡала кешеһе инде. Бына шул, – тип, бөтәһен дә әйтеп бөтөрҙөммө икән, онотманыммы, тигән кеше кеүек уйланып ҡулдарын ыуып алды.
   Ғәлиәгә барыбер ине, нисек тә эшкә урынлашыу. Ул урам һепереүсе булып эшкә урынлашып, әбейҙең үҙен дә ҡарарға булды. Ул алдамаған булып сыҡты, бер бүлмәһенә уны индерҙе, улай ҙа түгел, яҙҙырып та ҡуйҙы.
         – Ана домовая книга, миңә заявление бланкыһын тултырып килтерһәң, риза булып подпись итермен, пропискаға тор, былай һин ниндәй кеше булаһың. Между небом и землей – минең адрес, тип йәшәй алмайһың бит. Унан тағы бер нәмәһен, балалар өсөн инде, яҙып нотариустан раҫлатыр кәрәк. Һин бында мин үлгәнсе генә йәшәй алаһың. Бына шул турала. Минең онота торған ғәҙәтем бар, врачтарҙың үҙҙәренең теле менән әйткәндә склерозмы или нимә. Бына шуға ла кеше эҙләйем: бәлә-ҡаза сығып ҡуймаһын, балалар менән килешелгән. Мин үҙем уҡытыусы булып эшләп пенсияға сыҡтым, бына утыҙ йыл була көҙгөлөккә, хөкүмәт мине ашата, – тип, иҫтә саҡта типме, нимә уйлағандыр, бер юлы барыһын да һөйләп ташланы.
   Йәшәргә мөйөш табыу еңел булһа ла, эш табыуы еңелдән булманы, ниңәлер, Зәйтүнә апайҙың килене әйткән эштәргә барғыһы килмәне, үҙе лә аңламай, әллә урам һепереү, иҙән, тупһа йыуыуҙы ғәрлек иҫәпләнеме, бына быныһын әйтә алмай. Ҡайҙа ғына барһа ла, уның инде ҡәҙимге беленә башлаған эсенә ҡарайҙар ҙа:
    – Нисә айҙан сығырға,– тип һорайҙар, унан эш булыуы билдәле булһа ла, кире яуап менән бороп сығаралар.
   Шул ваҡыт өй хужаһы әбей бының көн дә донъянан биҙгән ҡиәфәтле йөҙөнә ҡарарға йыбаныпмы, әллә берәй күңел йыуатырлыҡ булһын типме:
    –Һин был кәпәйеп килгән ҡорһағың менән эш эҙләмә инде, бына ошо домдың урамын таҙалаусы булып урынлаш, домоуправлениела минең элекке коллеганың улы эшләй, шуның аша үҙем һөйләшермен, – тине.
    – Мин унда ла булдым.
    – Нимә тинеләр?
    – Юҡ, булһа ла һине алмайым, миңә ир кеше кәрәк , – тине.
    – Ә-ә, – тип күп мәғәнәле итеп һуҙып туҡтап ҡалды, арыуыҡ шулай ултыра торғас,– һин әле өйҙәһеңме ни? – тип, аптыраған кеше кеүек һорап ҡуйҙы.   Тимәк, инәй менән бөгөн бер ниндәй ҙә төплө һөйләшеү булмаясаҡ. Ашарға әҙерләп, инәһен ашатып алғас, телевизор ҡарау уйы менән инәһенән залдағы телевизорҙы тоҡандырырға рөхсәт һораны. Уныһы рөхсәт итте лә ятырға әҙерләнә генә башлағайны, ишектә ҡыңғырау тауышы ишетелде. Ғәлиә ишеккә барып кемлеген һорағас, инәһенә кире килеп, коллегаһы, ти, тигәс ишекте асып индерҙеләр ҙә, инәһе менән теге апай ҡосаҡлашып күрешеп алдылар.
    – Мин апай һиңә йоҡларға килдем. Мараттар кеше саҡырғандар, туй тураһында һөйләшергә уйлайҙар, ә мин артыҡ таяҡ башы булмайым, тип һиңә килдем. Принимай гостей,– тип, йәш сырайлы ҡатын ишек төбөнән үк хәбәрҙәрен һөйләп килеп инде.
   Ғәлиәгә иғтибар итмәй байтаҡ ултырғандан һуң, уны яңы күргән кешеләй:
   – Һиңә, апай, внучкаң ҡунаҡҡа килдеме? – тип, *ырыя ғына һорап ҡуйҙы.      Ғәлиәгә баштан аяғына тиклем **һынамсыл ҡараш ташланы.
   Ҡылығына ҡарағанда, был апай ҙа уҡытысы булғандыр, тик ул йә завуч, йә шунда мәктәп тирәһендә, йә берәй ҙурыраҡ урында эшләгәндер, тип уйлап алды. Эшләмәһә лә ҡайһы бер кешеләр үҙҙәрен шулай тейешле юғарылыҡта тота беләләр бит. Ғәлиә хәҙер эш эҙләп йөрөй торғас, байтаҡ кешеләрҙе күргәс, бына шулай, үҙе лә аңғармаҫтан кеше тураһында билдәле бер һығымта яһарға өйрәнеп килә.
    – Ғәлиә! Ғәлиә! Әллә йоҡланыңмы, ниңә өндәшмәйһең? Беҙ бит һинең турала һөйләшәбеҙ.
    – Ә... ғәфү итегеҙ, ишетмәй ҡалғанмын.
    – Бына апайыңа әйтеп ултырам, Марат улына әйтеп, бына ошо домдың алдын, подъездарын таҙаларға эшкә урынлашырға ярҙам итһен, тип, ә һин уйың менән ҡайҙа порхаешь?
   Инәһе шулай ҡайһы ваҡытта бик тупаҫ итеп тә һөйләшеп китә, тик бер ярҙам итергә ынтылып торған ҡылығы уның быныһын һиҙҙермәй, тиергә лә була. Унан, ул оло булыуына ҡарамаҫтан, бик килешле итеп һөйләшергә тырыша.  Ғәлиә инәһенең һөйләшеүҙе онотоп ҡуйыуынан ҡурҡҡан ғына мәлдә әлеге коллегаһы килеп, мәсьәләгә еңел хәл ителеренә сәбәп булды. Марат ағаһы уны эшкә лә алды, унан ҡайһы берҙә өй эсендә ярҙам кәрәккәндә лә саҡырғылап ҡуйҙы. Улар ҡыҙҙарын кейәүгә бирәләр ине, шуға туйға әҙерләнеү мәшәҡәттәрендә Ғәлиәнән ярҙам һораштырғыланылар. Ғәлиә, әлбиттә, баш тартманы, күңеленән ул был ҡалала тап булған яңы таныңштарынан бик ҡәнәғәт ине. Юлда осраған Зәйтүнә инәһен дә онотманы. Ул үҙе лә бик теремек әбей ине. Алтмышты тултырып үткән булһа ла, урынында ултырып тора торған ғәҙәте юҡ. Бында ла Энтузиастар урамын да, улар торған йортто ла тиҙ табып, ҡунаҡҡа килдем, тигән булып Ғәлиәнең балаһы булғансы, әллә нисә килде. Бер килгәнендә:
    – Әсәйеңә хат яҙҙыңмы, беләме, һинең был яҡҡа килеп сығыуыңды?–тине.
  Кире яуап алғас, бик ныҡ әрләп тә алды.
    – Һин кемдән ҡасаһың? Әсәйеңдең ниндәй ғәйебе бар. Ул әле ана төн йоҡламай ут йоталыр әле. Ныу был балаларҙы. Бет асыуы һеркәгәме, әйт әле.

*Ырыя– теләр- теләмәҫ.
**Һынамсыл– һынаулы ҡараш

 Һин ғәйептән бала тапмайһың бит, әллә ғәйептәнме? Мулла һеҙгә бата уҡынымы? Шулай булғас, ул бала хоҙайҙың хәләл балаһы. Берәйһе тыума бала тотаһың тимәгәндер бит. Улай булған хәлдә лә баланың ғәйебе юҡ. Аңланыңмы. Үҙең яҙмаһаң киленгә әйтеп үҙем яҙҙырам. Һин кемдән ҡасып килдең? Яҙмыштанмы? Унан уҙып булмай. Ғәйбәттәнме? Уныһы – һүҙ һөйләргә иренмәгәндерҙең эше. Уларҙың эшенә ҡарағанда һүҙе күп була. Иреңдән ҡасып киттеңме? Быныһы ла дөрөҫ түгел. Һин балаңды атаһынан мәхрүм итергә уйланыңмы. Тағы ла әйтәм – баланың ғәйебе юҡ.
   Бына ошо һөйләшеүҙән һуң Ғәлиә әсәһенә хат яҙҙы ла, үҙе тураһында берәүгә лә әйтмәҫкә ҡушып, нығытып ҡуйҙы. Арыу ғына ыҙалар менән эшкә урынлашып, ярҙам иткән инәһен дә ҡарап, улы менән ныҡлы аяҡҡа баҫтылар. Урам һепереү эшенең бер файҙалы яғы ла булды: уға улы менән икеһенә бер бүлмәле йәшәргә мөйөш тә бирҙеләр. Биргән булмәгә ул тиҙ генә сыға алманы, уны инәһенең сығарғыһы килмәй тартҡылашты. Шулай ҙа үҙенең бер танышы аша бик ипле генә ауыл ҡыҙы эҙләп таптылар. Ул ҡыҙ әбейҙе лә ҡараны, үҙе теген фабрикаһының проходныйында ла эшләне. Эшкә бик өлгөр ҡыҙ булып сыҡты. Ял көндәрендә Ғәлиә лә уларҙы ташламаны, барып теге ҡыҙға эштәрендә ярҙам итеп, йә булмаһа ул ауылға ҡайтҡанда, уны алмаштырып торҙо. Инәһе лә уның улын гел “внучок мой!” тип кенә яратып торҙо. Ауыр тупрағы еңел булһын инде! Зәйтүнә апаһы, уның улы Зөфәр, Мәрйәмдәр менән туғандар кеүек аралаштылар, ә бына уны эшкә алып, ярҙам иткән Марат ағай менән коллега апай( хатта исемен дә белә алмай ҡалды) туйҙан һуң ғаиләләре менән ял итергә китеп барғанда, аварияға осрап үлеп ҡалды, ҡыҙы, ҡатыны, кейәүе бик ауырлыҡ менән аяҡҡа баҫтылар.
    Тормош яйлап булһа ла ыңғайланы. Ғәлиә лә медицина институтын Ҡазанда тамамлап, институтта эшкә ҡалды. Был тәңгәлдә уның әсәһе менән Рәлиә апаһы бик ярҙам иттеләр. Еҙнәһе лә Ринат улы әйткәнсә, супер кеше булып сыҡты. Әсәһе Ғәлиә эргәһенә йәшәргә килгәс, ауыл тураһында, Талиптың әсәләре тураһында бер нәмә лә ишетелмәне. Тик бына Талиптың ҡатынының дуҫ ҡыҙы институтҡа эшкә килгәс, ҡайһы бер нәмәләр ишетелгеләне. Унда ла Ғәлиә үҙен ҡайһы яҡтан булыуын белдермәне. Сания дуҫы тураһында һөйләгәндән ул тик шуны ғына аңланы: Талип армиянан инвалид булып ҡайтҡан. Бары тик биш-алты йыл элек кенә уның ҡатыны тураһында дөрөҫөн белергә насип булды. Уның тыуған көнөнә барғанда, башҡалар ҡарап ултырған ғаилә альбомына күҙ һалды ла, туй кейемендәге парҙы күреп шаҡ ҡатты, унан:
  – Былар кем? – тип һораны.
  –Бына шул инде минең әхирәт, ә егетен ул вокзалда бер күреүҙә ғашиҡ булып табып алған. Шулай өйләнештеләр ҙә ҡуйҙылар. Ул минең әхирәткә Ғәлиә, тип өндәшкән, арттан килеп ҡосаҡлаған. Бына шулай ул үҙенең бәхетен юлда тапты, әй. Әйткәндәй, һин дә Ғәлиә бит әле. Ниңә ағарып киткәнһең? Әллә ҡан баҫымың түбәнме? Кофе эсәһеңме әллә.
  – Юҡ. Юҡ, бер ни ҙә юҡ. Былай ғына, – тип, альбомды өҫтәлгә һалып ситкә китергә ашыҡты.
  Был хәлдән һуң ул үҙен ҡулға алып, бик оҙаҡ уйланғандан һуң Санияға бөтә дөрөҫлөгөн һөйләргә булды, тик бер шарты бар ине: нисек булһа ла әхирәтенә әйтмәҫкә үтенде. Ул һөйгәненең ғаиләһен тарҡатыуҙан бик ҡурҡты. Ләкин бер аҙ ваҡыттан һуң Сания уға уның үтенесен боҙоуы, был турала Талипҡа әйтеүе, тик ҡатынына белдермәүен үтенеүе тураһында хәбәрен әйтеп, Ғәлиәне тағы ла бер хафаға һалды. Сания:
    – Мин уны улың Ринат хаҡына әйттем. Һеҙ ике тиле нимә ҡыланғанығыҙҙы белмәйһегеҙ, ә Ринаттың ғәйебе нимәлә, бына шуны аңлат әле миңә. Минең әхирәттең дә, уның балаларының да, һинең улыңдың да ҡауырһын мамыҡ ҡәҙәре лә ғәйептәре юҡ. Мин әле әхирәтемә әйтергә ҡушманым. Уның күңелен ҡурҡыуға дусар иткем килмәне. Талип былай аҡыллы ир. Һине лә әхирәтемде лә утҡа ҡайтанан һалмаҫ. Ринатҡа килгәндә, уға атай кәрәк,– тине.     
  Уйҙарының шул урынына еткәс, улы Ринаттың:
   – Әсәй может өләсәйҙең дә ҡәберен тәртипкә килтереп ҡайтырбыҙ, алыҫ түгел бит, өс сәғәтлек юл ҡала, Рәлиә инәйемдең дә хәлен белербеҙ. Бөгөнгө көндө туғандар менән үткәрәйек,– тигән тауышына тертләп китте.
   – Эйе лә, күптән булған юҡ, мин былай ике көн һорағайным, унан һуң– ял,– тип ҡуйҙы.
   – Әллә серем итеп киткәйнеңме, юлға ҡарап, мин дә аңғармай ҡалғанмын, уяттыммы әллә.
   – Юҡ, юҡ, уйланып барып , онотолоп киткәнмен, – тип, һүҙен тамамларға ашыҡты.
   – Мин дә... Әсәй, мин һиңә бер нәмәне әйтергә тейешмен, тик үпкәләмә. Бынан биш – алты йыл элек тип әйтәйемме, мин эшләгән ергә бер ағай килгәйне, эш менән – бер ҡулы юҡ, но не помню: уңымы, һулымы. Былай үҙенең һөйләүе буйынса, ул Афғанстан еренә бер ҡулын яралаған, ә бер аяғын тубыҡтан түбән яғын бүләк иттем, тип шаяртҡан була. Ҡулына бирсәткә кейгән ине. Бына шул ағай бер нисә тапҡыр мин эшләгән цехта эш буйынса, тип булып китте. Һуңғы килгәнендә, үҙе тураһында, һинең турала һөйләне. Фотолар күрһәтте. Ҡыҫҡаһы, минең атай ине ул. Тик ул һиңә әйтергә ҡушманы. “Хәҙер үткән яраларҙы ҡуҙғатырға ярамай, мин полный алйот булғанмын, һине, әсәйеңде генә яратып йәшәүҙән үҙемде мәхрүм иткәнмен. Ә хәҙер әсәйеңдең күңел яраларын ҡуҙғатҡым килмәй. Мин хәҙер, йылдар үткәс, яҙмыш бизмәнен сағыштырырға көсөм етмәй, намыҫым ҡушмай. Ул бизмәндең бер яғында тормош һынауҙарында үҙен һәм һине, һөйөүҙе юғалтмай алып сыҡҡан әсәйең, икенсе яғында ҡурҡаҡлығым, ялған ғорурлығым, аңһыҙ ҡыланыш– үкенестәрем менән ике балам һәм минең күңел яраларымды бөтәштерергә теләп, икебеҙ өсөн бер үҙе һөйөүҙең татлы һәм ғазаплы мәлдәрен иңенә һалған ҡатыным,”–тине. Ул бер нисә тапҡыр килде, тик бына һуңғы килгәнендә ошо һөйләшеү булды. Шунан ҡабат килмәне. Беҙ бынан һуң гел телефондан һөйләшеп торҙоҡ. Киленең дә белә. Ә бына һиңә атайым үҙе әйтергә ҡушманы. “ Әсәйең алдында һатлыҡ йән менән бермен. Мин уның хистәрен тулыһынса аңламағанмын, мин зәғиф менән торорға теләмәҫ, тип алдап хат яҙғайным,”- тине.
  – Шунан һуң ул биш йыл сирләгән.
Һөйләшеү шул урында өҙөлдө. Улы атаһының һуңғы хатын, һәр нөктәһенә тиклем, һыҙып төҙәтелеп яҙылмышына тиклем ятлап бөткән һуңғы хатын хәтерләп алды ла, ҡапыл машинаны туҡтатып, әсәһенең күҙенә ҡарарға тырышып:
   – Әсәй, ул үҙенең тән яралары менән һинең янына ҡайтып, һине тотҡон итергә теләмәгән. Һине үҙенең тиңен табып йәшәһен, тигән. Һин мине, ул үлеп ҡалды, иптәштәре уның кәүҙәһен тапмаған, тип алдап ун биш йәшемә еткерҙең, ә күңелеңдән уны икенсе йән һөйгәне менән бәхетле йәшәүенә ҡамасау булмайым, тигән уйҙар менән йәшәгәнһең . Әгәр мин уның хатын, үҙемдең тыуыу тураһындағы таныҡлыҡты эҙләгәндә тапмаһам, бәлки, белмәҫ тә инем. Бына шул хаттан һуң мин уны һиңә белдермәй эҙләнем, тик ул мине алдан тапты. Быныһына ла рәхмәт. Мин тапһам, бәлки эш хөртөрәк булыр ине. Ә былай, мин уға асыу ҙа һаҡламайым, атай тигән хис тә юҡ, ғәжәп.
   – Атайыңды хөкөм итеү һинең менән минең ҡөҙрәттән тормай. Заман һынауы, тик ул хөкөм ителеүҙән алда язаһын алған. Хөкөм ителеүҙән алда намыҫын һаҡлаған. Уның кисерештәре алдында –беҙ нөктә ҡәҙәрле генәбеҙ. Ул үҙенең намыҫ тойғоһона, һөйөү хисенә тап төшөрмәгән. Айырма тик шунда: ул минең өсөн дә үҙе хәл иткән, – тине лә тәҙрәгә ҡарап бара башланы.
Оло юлдан иңдәренә ҡайғы тейәгән, мөхәббәттең изге көндәренән килгән сәләм хатын йән һөйгәнендәй итеп ҡосаҡлаған һәм янында ултырған кешенең һәр һыҙатын хәтеренә мәңге ҡалдырырҙай итеп текләп ҡарап барған ҡатын һәм йәшәүҙән бәхет икәненә тағы бер ҡат инанған йәш егетте тейәгән тимер ат күктәге йөҙгән ҡара болотто артта ҡалдырырға теләгәндәй артынан ҡара болоттан да ҡара саң ҡойоно туҙҙырып алға елә. Машина тәҙрәһенән үтә ҡарарға теләп, хатта күҙҙе сағылдырырға ынтылған ҡояш нурҙарынан һаҡланып ҡара күҙлектәрен ҡулына алған егет ирекһеҙҙән йылмайып ҡуйҙы: “Кешегә ай ҙа, ҡояш та оҡшап бөтмәй, ә бына уларҙан һаҡланыу юлдары бар. Тормош ғазаптарынан ҡотолоу мөмкинлеге юҡтыр. Ул кешенең маңлайындағы хаҡ тәҡдире булып, бер абындырып, бер күтәреп, еңеү таждарын башына сөйөп, көрһөндөрөп, йә шатлыҡ ауаздарына ҡойондороп йәшәтә икән. Уны сабыр күтәрә белергә генә кәрәк, әсәйем кеүек.”Егет әсәһенә ҡарап алды. Эйе, уның әсәһе бик сабыр кеше инде...

Аҙағы.

 

 

Автор:
Читайте нас