Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
9 Декабрь 2023, 04:50

Һарығолаҡ Хикәйә (2) Рамаҙан ӨМӨТБАЕВ

Ә Һарығолаҡ Һиммәт кеүек ҡаты бәғерле түгел, уға эттәрсә бирелеп хеҙмәт итә, уға ауыл кешеләренән башҡа бер кемде лә яҡын ебәрмәй, абалап өрә. Ә Ҡушый ауылы кешеләренең барыһын да тиерлек танып белә, тик исемдәрен генә әйтә алмай.

Һарығолаҡ Хикәйә (2) Рамаҙан ӨМӨТБАЕВҺарығолаҡ Хикәйә (2) Рамаҙан ӨМӨТБАЕВ
Һарығолаҡ Хикәйә (2) Рамаҙан ӨМӨТБАЕВ

Стенаға элеп ҡуйған сәғәт сылт-сылт итеп һуға. Бына төш тә килеп етте. Һарығолаҡ, Һиммәт шығырлап урынынан тора башлағас та, дегәнәк йәбешеп килегә оҡшаған ҡойроғон һөйрәп йәһәт кенә сыға ла сыйылдап кирелә, һелкенеп ала, хужаның сыҡҡанын көтә. Бына ишектә Һиммәт күренә, Һарығолаҡ шатлығының иге-сиге юҡ, Һиммәт силсәүиттән оло урам юлына төшкәнсе, Һарығолаҡ ҡыуанысынан хужаһының метрлы аяҡтары араһынан әллә нисә урап алырға өлгөрә. Уға Һиммәт бер ваҡытта ла асыуланмай, йүнләп ҡарамай ҙа, яратмай ҙа. Уны, ғөмүмән, бар тип тә белмәй. Ә ҡайһы ваҡыт, бигерәк тә Һиммәттең кәйеф-сафаһы шытып сыҡҡан саҡтарҙа, аяҡ араһына килеп уралған, дүрт аяғын күтәреп, иркәләнеп ятҡан йөнтәҫ Һарығолаҡтың ас эсенә алаптай аяҡтары менән баҫа ла, тыны ҡыҫылып, уның ауыр аяҡтары аҫтында бишкә бөгәрләнеп ятҡан этенән көлә: «Ә, шилма, ҡотолоп булмаймы ағаң аяҡтары аҫтынан, шулай ул ағаң – баҫһа, өҙә баҫа ла ҡуя». Эсе өҙгөләнгән Һарығолаҡ бер яҡ ситкә барып ултыра ла, Һиммәткә үҙенең һоро күҙҙәре менән тура ҡарап, үпкә һүҙҙәрен әйтер төҫлө тойола. Шунан һылтыҡлай-һылтыҡлай, иҙелгән кәүҙәһен һөйрәп, уның артынан китергә мәжбүр була. Ә Һиммәткә ҡалһа, был инде үҙ этен яратыуҙың бер билгеһе тип хисаплай. Ә Һарығолаҡ Һиммәт кеүек ҡаты бәғерле түгел, уға эттәрсә бирелеп хеҙмәт итә, уға ауыл кешеләренән башҡа бер кемде лә яҡын ебәрмәй, абалап өрә. Ә Ҡушый ауылы кешеләренең барыһын да тиерлек танып белә, тик исемдәрен генә әйтә алмай.

Хәйерниса еңгәй Һиммәттең төшкө сәйгә ҡайтып килеүен тыҡрыҡтан йылдам йүгереп ҡайтып килгән Һарығолаҡты күреп белә. Һиммәт күтәрмәгә менгәс, тартылып бөткән тәмәке төпсөгөн тағы ла алыҫҡараҡ төкөрөп ырғыта ла өйгә сәй эсергә инеп китә. Ә Һарығолаҡ бесәнлектәге ояһына инеп ята ла тағы көтөргә керешә, сөнки уны төшкә бер кем дә ашатмаясағын ул яҡшы белә. Ә кис инде ҡалған йылы йыуынты һыуға әсе ҡатыҡ ҡушып бирһәләр, ул шуға ла риза. Әгәр инде өйҙә ит бешкән көн булһа, Һарығолаҡ өсөн оло байрам. Уға ҡалған һөйәк-һаяҡты сығарып бирәләр. Һарығолаҡ бәхетенән өйҙә һөйәк, елек кимерерлек кеше юҡ. Хужаларҙың, бигерәк тә Һиммәттең ҙур йыйындарҙа яңаҡ ҡыҫып көрәшеү сәбәпле, тештәре ҡаҡшаған, аҫты ла, өҫтө лә һирәгәйгән, күп тештәре оҙонайып бөткән. Һарығолаҡ шатырлатып һөйәк кимереп бөтөүгә, уның ялғашына бер-ике алдыр һурпа ла ҡойһалар, ул шатлығынан артҡы аяҡтарына тороп, Хәйерниса еңгәйҙе өйөнә инеп киткәнсе оҙатып ҡала.

Киске аштан һуң Һиммәт усаҡ алдына сүкәйеп ултыра ла ҙур ләззәт менән тәмәке тарта. Шунан эленеүле торған ҡынынан ҡурай сығарып, уны өлкән малайына һуғарырға ҡуша. Ашыҡмай ғына ҡурай тишектәрен төкөрөкләй.

 – Ҡайҙа, Хәйерниса, сей икмәк бир әле, – тип сеүәтә менән ҡуйылған ҡамырҙан бер ус йолҡоп ала ла уны әүәләргә тотона. Ауыҙын арандай асып, өҫтәлдә торған ҡоршаулы көҙгөгә ҡарап, һирәгәйгән теш араларын, өргәндә ел сыҡмаһын тип, ҡамыр менән йәбештереп ҡуя. Уҡлау йыуанлығы ҡурайын, бармаҡтары менән киреп, ауыҙына тыға ла, ҡойма кеүек кәүҙәһен артҡа ҡайҡайта биреп, уң күҙен йома, шунан ҡурайын бер нисә мәртәбә һыҙғыртып ала, төрлө тауыштар сығарып, көй самалай. Шунан, ултыра торғас, бер боронғо көй эҙләп таба ла һажлата өрөп уйнап ебәрә. Иң һуңынан дәртләнеп “Байыҡ”ҡа төшөп китә. «Йә, кәләш, әллә берәр тапап алаһыңмы?» – тигән булып, бисәһенә күҙ ҡыҫа.

Һарығолаҡ хатта Һиммәтте уның йоҡоһонда ла һаҡлай. Төндә уның стена аша йүткергәнен ишетеп, үҙенең барлығын белдереп, тауыш биреп ала.

Һиммәт районға йәки башҡа берәй яҡҡа китергә йыйынһа, Һарығолаҡты һарайға бикләп ҡуялар. Ләкин бер аҙ ваҡыт үтеү менән уның бикле торғанын оноталар ҙа һарай ҡапҡаһын асып ебәрәләр. Шуны ғына зарығып көтөп торған Һарығолаҡ уҡ һымаҡ атылып сығып юғала. Көнмө-төнмө, аяҙмы-буранмы, уның өсөн барыбер, Һиммәтте эҙләп китә. Әгәр инде ул районға китһә, Һарығолаҡ оҙон юл буйындағы ауылдарҙы ситләтеп үтеп, Ирәндек ашаһында 50–60 саҡрымда ятҡан район үҙәгенә барып етә һәм Һиммәт төшөп йөрөй торған фатирҙы эҙләп таба. Ләкин ҡыҙмаса булып алған Һиммәттең: «Эх, шилма, килеп тә еттеңме ни?» – тигән һүҙенән башҡа ҡара тиргә батҡан, ас, ялбыр йөнлө Һарығолаҡ бүтән йүнле хәбәр ишетмәй. Быны ла ул хужаның рәхмәт билдәһе тип ҡабул итә.

Һарығолаҡтың хужаһы Һиммәт менән төрлө ваҡиғалар, шул иҫәптән ярайһы ғына ҡыҙғаныстары ла булғаны бар.

Шәмбе көн кис Һиммәт һике ситенә ултырған да, ауыҙ эсенән ниҙер мөңрәй-мөңрәй, мылтығын таҙарта, майлай. Күҙ ҡабаҡтарына тиклем аҫылынып төшкән йөнтәҫ ҡаштарын йыйырып, иртәгәге һунарға яһауҙар әҙерләй. Мыш-мыш килеп буш гильза төбөнә капсюль ҡуя ла ҡырҡылған патрондың төбөнән эшләнгән үлсәм менән шул гильзаға дары ҡоя, уның өҫтөнә тығыҙлап ҡағыҙ тултыра, шул уҡ үлсәм менән йәҙрә һалып, яңынан ҡағыҙ тыға. Әҙер патрондарҙы уң яғына теҙеп һала бара. Унлап патрон эшләгәс: «Ярар, етте, ул тиклем ҡомһоҙланмайыҡ әле», – тип эшенән туҡтай. Иртәгә уның һунарға китерен Һарығолаҡ та һиҙә, сөнки уны кистән ашатманылар. Уға бөгөн тик күрше бала-сағаларҙың ҡулынан ҡалған ҡаты-ҡото икмәк һыныҡтары ғына эләкте. Төндә һунарсылар бәхетенә ҡалын ғына ҡар ҙа төштө. «Тимәк, йәнлектең эҙе лә, үҙе лә була», – тип ҡуйҙы эстән генә Һиммәт. Ни эшләптер, күңеле йомшарыпмы, ул, ҡараңғы төшөп, күҙ бәйләнер алдынан: «Туҡта әле, ошо йән эйәһен аҙыраҡ таҙалап алайым», – тип һунарға йөрөү өсөн махсус тегелгән ҡыҫҡа тунын яурынына һалды ла тышҡа сыҡты.

Сәңкелдәп аяҡ араһына килеп һарылған Һарығолаҡҡа: «Туҡта әле, тороп тор, мин һине әҙерәк әҙәм рәтле итәйем», – тип өндәште лә, сүкәйеп ултырып, уны ҡойроғона уҡмашҡан дегәнәктәрҙән, сәнселгән ҡылған баштарынан таҙартты. Ҡулы менән ала алмаған, ҡойроҡ тирәһенә ҡатҡан бысраҡтарҙы бәкеһен сығарып, юнып ташланы. Ҡайсы алып, Һарығолаҡтың күҙен ҡаплай башлаған оҙон йөндәрҙе ҡыҫҡартты. «Бына, исмаһам, мунса төшөп сыҡҡан кеше һымаҡ еңеләйеп, ысынлап та эткә оҡшап ҡалдың», – тип һөйләнде үҙ-үҙе менән Һиммәт. Һарығолаҡ та, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ күрһәтмәй, тик кенә торҙо. Һиммәт аяҡ үрә баҫҡас, эт ныҡ ҡына һелкенеп, ҡағынып алды.

Ауыл халҡы иртә менән тороп, малын тәрбиәләп, мейес-усағын яҡҡылағансы, Һиммәт менән Һарығолаҡ Ҡушый ауылының ҡаршыһында көнсығыштан бөтә донъяны ҡаплап ятҡан Йомғаҡтау итәгендәге һаҙлыҡҡа килеп еткәйнеләр инде. Бына улар сысҡансылап, ул яҡҡа ла, был яҡҡа ла юл ялтарып һикергеләгән төлкө эҙенә төштөләр. Һиҙгер Һарығолаҡ, шып туҡтап, муйынын һуҙҙы, ялбыр ҡолаҡтарын ҡайсылатып, башын юғары күтәреп, нимәлер еҫкәнеп алды ла, ара-тирә төлкө эҙенә моронон тығып, алға сапты. Һиммәт тә, мылтығын уң ҡулына тотоп, йүгерә-атлай, эт артынан йүнәлде. Сасҡау һыуыҡ булһа ла, кейгән кейеме лә еңелсә генә булыуына ҡарамаҫтан, Һиммәт тиргә батты. Төлкө эҙе тау итәгендәге ҡайын һаҙлығынан Һарығолаҡты ҡуйы селеклек араһына алып инеп китте лә ҡапыл юғалып ҡалды. Һарығолаҡ уң яҡтағы бәләкәй генә  ҡалҡыулыҡҡа менеп, яҡ-яғына алан-йолан ҡаранып алды, төлкөнөң үҙен күргеһе килде. Ләкин йәнлек күренмәгәс, уның эҙе юғалған ерҙә әйләнеп сабып, башҡа һунар эттәре кеүек: «төлкө сыға алмаһын», тип үҙ юлынан түңәрәк ҡулса эшләне.

Ошо тау битенең төньяҡ-көнсығышында үткән быуат аҙағында, яңы быуат башында татар промышленниктары – миллионерҙар Шакир, Закир-Дәрдмәнд Рәмиевтәр, башҡорт ауылдарының байҙарын, муллаларын һыйлап, уларға елән-сапан тектереп, мәғдән табылған ерҙәрҙе биләп ятҡан башҡорт ауылдары халҡына берәр әсмүхә сәй, 40–50-шәр мыҫҡал шәкәр таратып, ә ҡайһы бер ҡатыраҡ торған ауылдарға ағастан мәсеттәр һалдырып, шул ерҙәрҙе оҙаҡ йылдар бушлай тигәндәй файҙаланыу өсөн «купчий» төҙөгәндәр, ә ошо һатып алынған ерҙәрҙә бөртөклө алтын йыйыуҙы башлап ебәргәндәр, приискылар асҡандар. Ә эшсе көсө итеп шул мутлыҡтары арҡаһында ерһеҙ ҡалған башҡорттарҙы яллағандар.

Ана, Дарыуҙы һыуын урталай быуған урында, ярҙың ике яғында үҫкән ҙур тирәклектәр араһында, онотҡанда бер килеп, кәйеф-сафа ҡороп китә торған сарҙаҡлы, ике флигелле ҙур йорт – ул управляющийының контораһы. Бына ниндәй урындарға төшөрөп алып китте Һиммәтте Һарығолаҡ. Бында һәр аҙым һайын алтын ҡаҙылған, күмелмәй ҡалған соҡорҙар, алтын юлағы киткән шурфтар. Күҙ күреме ер, әйтерһең дә, меңәрләгән снаряд төшөп шартлағандан һуң, эреле-ваҡлы соҡорҙар яһап быжырланған. Был шурфтар тирәһен хәҙер ҡуйы ҡара селек, әлморон кеүек әҙәм үткеһеҙ ҡыуаҡлыҡтар ҡаплаған. Бына шулар араһына инеп юғалды ла инде Һарығолаҡ. Этенең эҙе артынан Һиммәт тә селеклектәр араһына инеп китте. «Ай-һай, был эт ятыулы соҡор-саҡыр араһында кабы берәй ергә төшөп кителмәгәйе», – тип уйлап та өлгөрмәне Һиммәт, селеклекте ҡаплап киткән ҡаты ҡар өҫтөнә, эт һәм төлкө үткән эҙгә баҫыуы булды, үҙе ябылмаған шурф эсенә ҡапыл дөмбөрләп төшөп тә китте. Шурф стенаһына йәбешәм тип, ослайып сығып торған таштарға бәрелә-һуғыла, битен-ҡулын ныҡ ҡына һыҙырып алды. Шурфтың ташлы, туң төбөнә ауыр кәүҙәле Һиммәт аяҡтарын бәреп имгәтте. Бер нисә минут үтеүгә, уның бөтә тәне, бигерәк тә умыртҡа һөйәге, тәҡәт бирмәй ауыртырға тотондо. Әҙерәк иҫенә килгәс, шурфҡа осоп төшкәндә ҡулынан ысҡынып киткән мылтығын һәрмәп тапты. «Бер ете-һигеҙ метр, бәлки, артығыраҡ та булыр соҡорҙоң тәрәнлеге, бөтә ышаныс хәҙер шул Һарығолаҡта инде, ҡотҡарһа ла, үлтерһә лә, ул ғына», – тип йәһәт кенә уйлап алды Һиммәт.

«Әгәр ҙә мәгәр инде ошо ҡазанан имен-аман ҡотолһам, Һарығолағыма йылы оя эшләп, үҙем ни ашаһам, шуны ғына ашатыр инем», – тип ҡат-ҡат тәүбә ҡылды. Көс-хәл менән ҡып-ҡыҙыл ҡанға батҡан, ҡалтыранған ҡулдары менән мылтығын яһаны ла өҫкә, үҙе төшөп киткән тишеккә, тоҫҡап, атып ебәрҙе. Соҡор төбөнән яңғырап сыҡҡан мылтыҡ тауышы Йомғатауҙың ташта­рына бәрелеп шаңғыраны ла тоноҡ ҡына булып кире шурфҡа әйләнеп ҡайтты. Тауыш биреүсе лә, килеүсе лә булманы. Сөнки бындай һунар осорон­да был тирәлә мылтыҡ атыусылар бер Һиммәт кенә түгел.

Күпме ваҡыт үткәндер, Һиммәт мылтығынан тағы бер атып, тауыш сығарып ҡараны. Төлкө эҙен юллап, камил ҡыҙыҡҡан Һарығолаҡ та мылтыҡ тауышына иғтибар бирмәне. Тик элекке «Суртан приискыһы»н үтеп, түбәнге һаҙлыҡҡа, боҙо туңған тар ғына йылғаға килеп терәлгәс кенә, хужаһының юҡлығын һиҙеп ҡалды. Тиҙ генә ян-яғына ҡаранып алды ла килгән юлынан кире артҡа сапты. Бер 200-250 таяҡ самаһы үткәс, ер бауырлап сабып килгән Һарығолаҡ, Һиммәт уйылып төшөп киткән шурфты табып алды. Хәйер, хужаһын эҙләп табыу уның менән тире һеңешеп бөткән эткә бер ни тормай. Уның тәмәке төтөнөнә ыҫланып бөткән еҫенән дә үҙ хужаһын ул мең кеше араһынан, күҙен бәйләгән көйөнсә лә, таба алыр ине.

 – Ә, килдеңме, таптыңмы мине, шилма, бына мин бында шурф төбөндә ятам, ныҡ ҡына тәнде имгәтеп тә ҡуйғанмын, – тип һөйләнде үҙ этенә, шатлығынан күҙ йәштәре сығарып, ҡалтыранған тауыш менән Һиммәт. Ә Һарығолаҡ, уның ялбарыуын аңлаған һымаҡ, шурф ауыҙынан соҡор төбөндә ятҡан Һиммәткә ҡарап, бер аҙ торҙо ла, алғы аяҡтары менән ерҙе ҡаҙып, соҡор тирәләй йүгереп йөрөй башланы.

 – Бар инде, ауылға ҡайтып Хәйерниса еңгәңде күреп әйт: бер нисә ир алып килһен, мине шурфтан арҡан менән тартып сығарып алһындар, – тип үтенде Һиммәт. Ә Һарығолаҡ, шурф ауыҙын тирәләп йүгереп йөрөп, камил хәлдән тайғас, башын соҡорға һоноп, ҡар өҫтөнә ятты. Төптә ятҡан Һиммәткә Һарығолаҡтың ҡараңғы төндә алыҫтан яҡтырып күренгән ике фонарь кеүек ике күҙе генә күренә ине. Үкенескә күрә, Һарығолаҡ уның һүҙен дә, ялбарған үтенесен дә аңлай алманы. Бер ҡасан да хужаһын аҙым да ташлап китә алмаған Һарығолаҡ, был осраҡта ла шурфты ташлап китмәне, ҙур сабырлыҡ менән көттө, уны кешенән, эт-ҡоштан һаҡларға уйланы. Көн ауыуға байтаҡ ваҡыт үткәйне инде. Кискә табан тиреҫтән ҡаты ел өрөп, яңы яуған ҡарҙы ойоҡһотоп, көслө буран сыҡты.

Һиммәт тә Һарығолаҡтың ауылға ҡайтып хәбәр итеү мөмкинлегенән төңөлә төштө. «Был собака мине ташлап китмәй инде ул, ҡыйын булһа ла таң атҡанын ошонда көтөргә тура килер, ахыры», ‑ тип күңелһеҙ уйға сумды Һиммәт һәм, күҙен йомоп, йоҡларға тырышып ҡараны. Ләкин соҡорҙа оҙаҡ ятыу арҡаһында ҡатып барған кәүҙәһен төрлөсә ҡуҙғатып, ул яҡҡа ла, был яҡҡа ла әйләнеп, ҡайҙалыр юғалып ҡалған бейәләйен эҙләне. Табалмағас, кәкрәйеп ҡатҡан ҡулдарын ышҡып, аяҡтарын ҡыбырлатты, нисек тә йоҡла­маҫҡа ҡарар итте. «Йә Закир Рәмиев ҡаҙҙырған әҙер ҡәбер төбөндә таң сыҡҡансы туңып, йәһәннәмгә ҡойроҡ сәнсеп ҡалыуың бар», – тип уйланы.

Ҡараңғы төштө. Һарығолаҡты һырты менән ҡуша ҡалын ҡар баҫты, ләкин ул шурф ауыҙына тыҡҡан башын алмай ҡарап ятыуын дауам итте. Хәйер, ул теләгән хәлдә лә башын тиҙ генә кире тартып ала алмаған булыр ине, сөнки уның көн буйы сабып тирләгән муйыны бөгөлмәй шаҡрайып туңғандай ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Һарығолаҡ үҙенең терелеген бел­дереп, әленән-әле шыңшып, хужаһына дәрт өҫтәгәндәй итте.

Дауамы бар.

 

Автор:
Читайте нас