

Сәғиҙә
Һәр бала донъяны ниндәйҙер үҙе күргән хәл-ваҡиғалар аша өйрәнә, баһалай, үҙенсә һығымта яһап ҡуя. Әле һөйләнәсәк ваҡиғаларҙың геройы Сәғиҙә лә шулар араһында. Уның үҙенә генә хас бер ҡылығы ла бар: башҡаларҙы тыңлай, ләкин үҙенә оҡшағанса ғына эшләргә ярата. Ул ғына ла түгел, хатта еңмешләнеп, дөрөҫ булмаһа ла, үҙенекен дөрөҫкә сығарырға тырыша, шуға күрә уға:
– Үҙ туҡһаны туҡһан инде, уныҡы ғына дөрөҫ, – тип ыңғайына ла булалар, сөнки ул ғаиләлә иң кесеһе.
Ағайы, апайы шулай еңмешләнә башлаһа, тиҙ тыялар, ә бына Сәғиҙәгә талаптар йомшағыраҡ. Әллә бәләкәй сағында бик ныҡ ауырып, бөтәһен ҡурҡытып алыуы сәбәпме, әллә кинйә бала булыуымы – белмәҫһең. Былай үҙен артыҡ ауыр холоҡло бала тип тә әйтеп булмай. Булмаһа, әйҙәгеҙ уның янындараҡ булайыҡ та уның эштәрен, ҡыланыштарын күҙәтәйек, һүҙҙәрен тыңлайыҡ, бәлки, шунда Сәғиҙә тураһында һеҙҙең дә аныҡ ҡына фекерегеҙ тыуыр.
Ер ниңә артҡа китә?
Сәғиҙәгә дүрт йәш тирәһе булғандыр, бер ваҡыт атаһы эштән бик арып ҡына ҡайтты, оҙаҡ ҡына берәү менән дә һөйләшмәй, ултырғысы менән мейес янынараҡ барып ултырҙы ла, эңер ҡараңғылығы тулып килгән өйгә яҡтылыҡ таратып, мейестә янып ятҡан утҡа ҡарап тын ҡалды. Атаһы Вәлит ағай һүҙгә әүәҫ кеше, өй эсендә ул хәбәр башлаһа, ҡалғандары тиҙ генә һүҙгә ҡушылып китер мәлде һағалап, уның һәр һүҙен бик ныҡ тыңлайҙар, ләкин ҡайһы саҡта береһенә лә ул бәхет тәтемәй ҡуя. Әсәләре Сәмиғә апай, башына артҡа тарттырып бәйләгән яулығының осо менән ауыҙын ҡаплап, һиҙҙермәй генә йылмая, йә көлөп ала, ул белә: балалар күпме ынтылһалар ҙа, үҙҙәренең хәбәрҙәрен һөйләй алмаясаҡ, ә инде әсәләренә – күптән.
Был юлы ла шулай булды: өй эсендәге эңер ҡараңғылығы менән мейестәге уттың бер-береһе менән көрәшен шәм нурҙары еңеп алыуы булды, аталары телгә килде:
– Әйҙәгеҙ әле киске ашты ашап алайыҡ, беҙгә әсәй нимә әҙерләне икән. Унан һуң донъя хәлдәре тураһында һөйләшербеҙ, – тине.
Берәү ҙә өндәшмәне, тик Сәғиҙә генә һорамай булдыра алманы.
– Ниндәй донъя хәлдәре?
– Ошо донъя тураһында, – тип атаһы ике ҡулын алға һуҙып торҙо ла, аңламайһыңмы, тигән шикелле, Сәғиҙәгә ҡарап ҡуйҙы.
Сәмиға апай, һағайып ҡына, Вәлит ағайға ҡарап алды. Өндәшмәй генә киске аш ашалды, телдәр Сәғиҙә лә өндәшмәне. Бөтәһе лә атаһының холҡон яҡшы беләләр: ул эште ашығып эшләргә, хәбәрҙе уйламай, ҡабаландырып һөйләргә яратмай, үҙенең алдына сыҡҡанды ла оҡшатмай. Үҙе лә был тәртипте һаҡларға, ололар алдына сығырға тырышмай, ләкин бөгөн Сәғиҙә был тәртипкә буйһонмаҫҡа тырышты:
– Атай, донъя хәлен әйт әле, – тағы ныҡышты.
– Эй иҫәркәйем, нимә аңларһың икән һуң. Былай, Сәмиғә, ни бит әле. Беҙгә күсенергә кәрәк булыр .
– Ни эшләп?
– Эшкә йөрөүе алыҫ, Таһирға бишенсегә барыбер сит ауылға барырға кәрәк. Ятаҡ юҡ, кешегә квартирға һалырға тура киләсәк.Үҙебеҙ унда күсһәк, был мәшәҡәт булмаясаҡ – үҙ өйөбөҙ.
– Был бит беҙҙең тыуған, торған еребеҙ. Беҙ уҡыныҡ та инде. Ошо ер тартмаймы һуң, уны нисек ҡалдырырбыҙ?
– Уҡыныҡ, имеш, һин – ете айлыҡ һатыусылар курсы, ә мин дүрт айлыҡ тракторист курсын тамамланыҡ. Хәҙер ул заман түгел. Ҙур мәктәптә уҡырға, ҙурыраҡ ауылда торорға кәрәк. Берсиҙәтел менән һөйләштем, ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. Бер йәйҙә эшләп инербеҙ, ошо өйҙө күсерәбеҙ бит, – тип, башҡаса юл юҡ, тигән шикелле, йән-яғына ҡарап алды.
Таһир, әлбиттә, ҡыуанды, Сәмиғә апай уйға ҡалды. Ҡалғандары өндәшмәне, тик бер аҙҙан Сәғиҙә генә:
– Ер нисек тарта һуң, мине лә тартамы?
– Эйе, – тине Зилә апаһы.
– Ҡайһы ерҙән тотоп тарта?
– Белерһең әле, ашыҡма, һәр нәмәнең үҙ сираты бар.
Ошо һөйләшеүҙән һуң, сәсеү эштәре тамамланыуға, улар, ысынлап та, Ташлы ауылындағы Рәхимә исемле, улы армияла булған, әлегә яңғыҙ йәшәгән ҡарсыҡҡа өйҙәш булып күсеп барырға хәл иттеләр. Ҡарсыҡ ихлас риза булды. Бригадирҙан ике ат һорап алып, береһенә өйҙөң кәрәк –яраҡтарын тейәнеләр, икенсеһенә үҙҙәре ултырырға әҙерләнде, шул ваҡыт Сәғиҙә:
– Мин ятып барам, ерҙе ҡарайым, мине тартырмы икән.
Берәү ҙә өндәшмәне, сөнки ул әле аңламай, ә тегеләренең был ерҙән киткеләре килмәй. Әсәләре илай.
– Нисек кенә өйрәнербеҙ икән .Ул әбей арыу ғына булһа ярар ине, – тип һөйләнде.
– Йә, ярар , бал һыҡма, өйрәнербеҙ әле. Яҡшы әбей, тиҙәр уны. Улы менән йәшәй. Улы – армияла, өйө иркен, – тип йыуатты ул ҡатынын.
Бына улар ҡуҙғалдылар, балаларҙың бөтәһе лә артҡа ҡарап ултырҙы, ә Сәғиҙә әсәһенең алдына ятып, ергә ҡарап барҙы. Байтаҡ барғас, ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе.
–Ер беҙҙең менән бармай, ат йүгерһә, ул артҡа, ауылыбыҙға ҡарай йүгерә. Мине үҙе менән тартмай ҙа. Әйҙә ,атай, уны үҙебеҙ менән атҡа һалып алайыҡ, – тип илай башланы.
Береһе лә өндәшмәне, атай менән бәхәскә инеп булмағандай, Сәғиҙә менән һүҙ көрәштереү файҙаһыҙ. Атай һәр саҡ дөрөҫ һәм аҡыллы һүҙ һөйләй, ә һеңлеләре…
– Ярай, улай булғас, һин төшөп ҡал, ерең менән бергә бул, – тине лә Сәғиҙәне арбанан күтәреп төшөрә башланы, шул ваҡыт кинйәкәү ниҙер уйлап, илауынан ҡапыл туҡтаны.
– Мин хәҙер һеҙҙең менән барам, ә аҙаҡ, атай, һинең менән ошо атта ерҙе килеп алырбыҙ. Мин хәҙер белдем инде ерҙең тартҡанын. Уны бында ҡалдырһаҡ, беҙҙе һағынып илар. Әсәйем менән беҙ ҙә һағынабыҙ, эйе бит. Таһир ағай, Зилә апай.
Ни өсөн ерҙең артҡа ҡарай йүгергәнен, йылдар үтеү менән, ул аңлап, был ҡылығын иҫенә төшөрәсәк әле ул, хатта олоғайғас та хәтерләп көлөр,моғайын.
Йөрәккәйем
Был ауылға күсеп килгәс, Сәғиҙә, бер көнгә яҡын, берәү менән дә һөйләшмәне, уйынсыҡтарын да уйнатманы, яңы күскән кешеләр менән танышырға, әйберҙәрен урынлаштырып, ярҙам итергә килгән кешеләргә лә иғтибар итмәне. Әсәләренә эйәреп килгән балалар менән дә һөйләшергә теләмәне. Өй әйберҙәрен бушатып бөтөүгә, әсәһе атаһы менән нимәлер тураһында шыбырлап ҡына һөйләшеп алдылар ҙа әсәһе тышҡа сығып китте. Рәхимә әбей сәй йүнәтте лә бөтәһе лә сәйгә ултырырға әҙерләнде. Вәлит ағай:
– Сәй эсергә кәрәк, һыуһап та кителде, унан атты алып барып ат ҡараусыға тапшырырмын, – тине
Шул ваҡыт Сәғиҙә:
– Ә ерҙе ҡасан барып алабыҙ һуң, атай, – тип ҡысҡырып илап ебәрҙе.
Шул ваҡыт ишектән ашығып әсәһе килеп инде лә:
– Бына, балам, онотҡанбыҙ, беҙ ерҙе һалып алғайныҡ, – тип, алдына яулыҡ ҙурлығы сепрәккә һалынған тупраҡты һалды.
– Ер улай булмай, ул тупраҡ, алдамағыҙ. Ерҙең үләне, сәскәһе бар, үҙе ҡаты, бының кеүек ҡойолоп тормай, – тип, һаман еңмешләнде.
Уны берәү ҙә әүрәтә алманы, үҙе тымғансы иланы, атаһы менән әсәһе әрләп тә, әпәүләп тә ҡаранылар ҙа, ҡул һелтәнеләр. Тымыр әле, тигәндәрҙер инде. Шәмгә ут алғас ҡына туҡтаны ул. Ҡарсыҡтың өйөнә электр уты төшмәгән ине, Вәлит ағай иртәгәнән ошо мәсьәлә буйынса йөрөргә булды, шунан ғына өйгә тотонор. Һәр әйҙә электр уты тик ун икегә йә ун бергә тиклем яна, бында уныһы ла юҡ.
Мөйөштәргә шәмдән ут яҡтыһы барып етмәй, Сәғиҙә мөйөш ҡараңғылығынан ҡурҡып тағы илай башланы. Был юлы ҡарсыҡтың ейәне ярҙамға килде. Өй иркен булһа ла, тәпәш ине, етмәһә мейескә яҡҡас, янып күмергә ҡалғанын көтәләр ҙә уның башын тыштан ябалар. Шуғамы икән, әҙ генә ел сыҡҡайны төрлө тауыштар сығара башланы. Әбейҙең интернатта уҡыған ейәне, уҡыу башланғансы, тип каникулға килгән Марат тышҡа сығып, мейес торбаһынан ҡалын тауыш менән ҡысҡырып ебәргәйне, Сәғиҙә йүгереп барып өй хужаһы – ҡарсыҡтың муйынынан ҡосаҡлап алды ла:
– Йөрәккәйем, ҡотҡар мине, айыу килә. Мине, иламай, тип әйт .Мин ҡабат иламайым, – тип һаҡаулап, бытылдай башланы.
Ошонан һуң гел генә, Сәғиҙәне, илауынан торба аша ҡысҡырып туҡтата башланылар, ә бына Рәхимә ҡарсыҡты балалар исеме менән әйтмәй, бары “Йөрәккәйем,” тип кенә йөрөттөләр. Эшкә ҡушырға килгән бригадир ҙа, күрше- күләндәр ҙә:
– Йөрәккәйе өйҙәме, – йә булмаһа, Йөрәккәйем, эшкә барырға кәрәк ине, – тиҙәр.
Ҡарсыҡ та был ҡушаматҡа еңел күнекте:
– Күңелгә ятып ҡына тора, рәхмәт инде Сәғиҙәмә,– тип ебәрә ине.
Оло, тип тормайҙар, гел генә ниндәйҙер эшкә ҡушып ҡына торалар, ә ул баш тартмай – тиҙ генә эшләргә әҙер.
– Күнемле ат күтәремле була, тиҙәр бит, апай, һине артыҡ күтәремле, тип, үҙеңде күтәртеп ҡуймаһындар, – тип Вәлит ағай уны ҡайғыртһа, ул гел генә:
– Бирешмәм, алла бирһә. Эштән кеше үлмәй бит, минең йөҙөм ҡартайһа ла, үҙем ҡартайманым әле. Һинән бер ун биш йәшкә генәлер оломон, – тип яуаплай торған булды.
Сәғиҙә бында күсеп килгәне бирле, үҙгәрҙе: еңмешләнмәй башланы. Үҙе лә гел Рәхимә инәһе эргәһендә ураланды, уны һорай, быныһын боҙа, икенсеһен үҙенсә төҙәтә, ә тегенеһенә ҡыҙыҡай танһыҡ ине шикелле, сөнки үҙенең ике улы булған, береһе – һуғышта , килене аслыҡтан шешенеп үлгән. Дүрт йәшлек улы ҡалған, балалар йортона бирҙермәй, үҙенә алып ҡалған. Икенсе улы армияла, Шуғалыр ҙа инде , уға Вәлит ағайҙың ҡыҙҙары танһыҡ, ә Сәғиҙәһе – бигерәк тә. Уны гел генә инәһе “Телгә бөткәнемде,” – тип, яратып ала.
Сәғиҙәнең үҙен дә ауылда, Йөрәккәйем, тип йөрөтәләр. Балалар уйнарға килһә лә:
– Йөрәккәйем өйҙәме икән, – тип, һорайҙар, үсегешһәләр ҙә шул һүҙ ярҙамға килә.
– Йөрәк, йөрәк, – тип, үсекләйҙәр.
Сәғиҙә лә инәһен бик яратты, сөнки ул уны тыймай, ыңғайына була, һүҙен гел тыңлап тора. Бына шулай үҫте ул. Мәҙәк теле менән бөтәһен дә иретә алды, яраттырҙы. Үҙе лә әбей ыңғайына йөрөнө, әбейҙәр менән аралашты, уларҙы оҙаҡ күрмәһә, үҙенсә һағынды. Уның исеме ауылда бик кәрәктә генә әйтелә, бына шулай яңы ауылда уға яңы исем беректе. Уҡырға барғас та үҙен уҡытыусыға:
– Минең исемем –Йөрәккәй, әсәйем менән атайым Сәғиҙә, тиҙәр,– тип таныштырҙы, – Йөрәккәйе миңә оҡшай, – тип өҫтәргә лә онотманы.
Шулай, Сәғиҙә исемдәрҙең мәғәнәһе менән дә айырырға өйрәнде, ә бына торбалағы тауышҡа ул, уҡырға барғансы, күнегә алманы.
Өйҙө лә, атаһы әйткәнсә, бер йәйҙә һалып инә алманылар. Атаһының аяғына бүрәнә төшөп, йәй буйы ауырыны ла ҡуйҙы, шуға күрә, уларға ҡышты өйҙәш йәшәп үткәрергә тура килде.
Уртаға бүләйек
Яңы урында, Рәхимә инәһе арҡаһында, Сәғиҙә бөтәһе менән дә тиҙ генә аралашырға өйрәнде, ә апайҙары кешеләргә әллә ни ылыҡманылар: Зилә өләсәһе кеүек өндәшмәҫ булһа, Таһир ниңәлер өйҙәгеләр менән дә аралашмаҫ булып китте. Сәғиҙә көн дә йоҡонан тора ла:
– Йөрәккәйем, бөгөн ҡайҙа бараһың? – тип һорашып ала.
Әгәр берәй эшкә барыу тураһында әйтһә, үҙен дә бергә алып барыуҙы һорай башлай, шуға күрә, әбей уны берәй нисек алдаштырыу яғын ҡарай башланы, былай күпселеген үҙе менән алып йөрөй. Атаһы:
– Апай, үҙегеҙҙе улай ыҙалатмағыҙ, ана апайҙары менән йөрөһөн, – тип ҡараһа ла,
– Бер ниндәй ыҙа юҡ, хатта күңелле әле, Йөрәккәйем менән көндөң үткәне лә тойолмай, – тип яуап бирә. – Бына уны ауыл балалары менән таныштырам. Кисә ике малай менән таныштырҙым: береһе – Булат, икенсеһе – Фәнил. Икеһе лә Сәғиҙә кеүек кенәләр, шундай килешеп уйнанылар. Булаттың әсәһе ҡәйнәһен балнисҡа алып китте – терһәгенән түбән ҡулын һындырған, ә Фәнил тигәнен үгәй әсәһе һыйҙырмай, атаһы бында, ҡәйнәһенә килтергәйне былтыр, ҡабат килеп алманылар. Шулай инде, әсәй үлһә, атай еҙнәгә әйләнә, тигәне лә дөрөҫ инде,- тип, ҡабат һүҙгә урын ҡалдырмай тамамлап ҡуйҙы.
Сәғиҙә хәҙер үҙе генә лә ҡапҡа тышына сығып уйнарға өйрәнеп алды, Булат менән Фәнил, тәҙрәнән уны күреү менән, йүгереп тышҡа сығалар. Ололар ҙа уларға ҡарап ҡыуаналар:
– Бына нисек татыу уйнайҙар, – тип, үҙ -ара һөйләшеп алалар ине.
Улар бер-береһенән һис кенә лә айырылмайҙар – гел бергә, тик, ҡараңғы төшкәс кенә , әсәләрен инәлтә-инәлтә, үсегешеп, илашып, саҡ ҡайталар. Ул саҡта ла уларға. йә Рәхимә әбей, йә уның ейәне – Марат ярҙамға килә. Улар ниндәй тылсымлы көскә эйәлер инде, аңлаусы булманы.
Бер ваҡыт ауылға, ололарҙың һаулығын тикшереү буйынса, табиптар килде. Балаларҙың өсөһөн бергә Фәнилдәрҙең өләсәһенең өйөнә ҡалдырҙылар ҙа, Сәғиҙәнең әсәһе алған уйынсыҡтарҙы бирҙеләр. Улар тәүҙә бик татыу уйнанылар: кемгә сынаяҡтар эләгә, шул ҡалғандарын ҡунаҡҡа саҡыра. Уйын күңелле барҙы, тик ниңәлер, ҡапыл ғына Фәнил үсегеп китте лә, ыңғайы бер илай башланы. Булат менән Сәғиҙә икәүләшеп уны йыуаталар:
– Ниңә илайһың, бер ерең ауыртамы? Тешең ауыртамы, – тип, бер- бер артлы һорау яуҙыралар.
– Тешем ауыртмай. Әсәйемде һағындым, уйынсыҡтарҙы гел үҙең башлап уйнатаһың, Булат менән миңә аҙаҡ бирәһең.Әсәйем килһә, миңә лә уйынсыҡтар алып бирә, мин дә шулай уйнатам, һиңә аҙаҡ бирәм, – тине, илауынан туҡтай алмай.
Шул ваҡыт ишектән яйлап ҡына, Рәхимә әбей килеп инде лә, Фәнилдең һүҙен тыңлап, яулыҡ осо менән йәшереп кенә күҙ йәштәрен һөртөп алды. Сәғиҙә Рәхимә әбей эргәһенә килеп һыйынды ла:
– Йөрәккәйем, әйҙә Фәнил менән Булатҡа ла минеке кеүек тәсәйҙәр алайыҡ! – тине лә, – һин атайға әйтһәң, ул алып бирә бит, – тип өҫтәп ҡуйҙы.
Рәхимә әбей көлөп ҡуйҙы, ләкин бер ни ҙә өндәшмәне, ә Сәғиҙә унан, ”Ярай,” тигән һүҙҙе ишеткеһе килә ине.
– Фәнил әсәһен һағынған, ә ул килмәй ҙә, килмәй, Булаттың әсәһенең аҡсаһы юҡ, беҙҙең атайҙың аҡсаһы бар, – тип һаман ныҡышыуын белде.
Аптырағас, Рәхимә әбей:
– Уйынсыҡтарығыҙҙы тигеҙ итеп бүлешеп уйнағыҙ, – тине.
Ошоно ғына көткән кеүек, Фәнил уйынсыҡ сынаяҡтарҙы бүлә башланы, ә Булат:
- Беҙ, инәй, Сәғиҙәне уртаға бүләйек, икебеҙгә лә ул тигеҙ була. Мин үҙебеҙҙең – өйҙә, Фәнил үҙҙәренең өйөндә уйнай. Һеҙгә көн һайын килеп тә йөрөмәйбеҙ,– тине, оло кешеләр һымаҡ.
– Эйе шууул, – тине, Сәғиҙә, иларға етешеп, – мин үләм дә инде. Мин һеҙгә уйынсыҡ булмайым. Юҡ, әйҙәгеҙ, Йөрәккәйем әйткәнсә, тәсәйҙәрҙә тигеҙ итеп, миңә, Булатҡа, Фәнилгә бүләйек, – тип өҫтәне.
Ситтән ҡарағанда, был күренеш үтә ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та, сөнки балаларҙың уйынсыҡ алдырырға тигеҙ мөмкинселектәре лә юҡ – өҫтәүенә уларҙың бына шулай үҙҙәренең хәлен бик етди уйлап, хәл итергә тырышыуҙары ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра ине.
– Сәйнүген нисек бүләбеҙ, уныһы берәү генә бит, – тине Булат.
– Беҙ уны ярайыҡ, – тине Фәнил, үҙҙәрен иларға, үсегешергә мәжбүр иткән хәлдең, шулай ҡапыл ғына сиселеүенә ҡыуанғандай, иптәштәренә еңеүле ҡараш ташлап.
– Ярайыҡ та, тағы бүлешәйек, – тине Булат.
Шулай итеп, уйын үсегешеп илашыуҙан тыныс юлға күсте: һәр береһе, тауҙай эш башҡарғандай, донъя мәсьәләһен хәл иткәндәй тойоп, үҙҙәрен бик ҙур кешеләй тотто. Күҙ алдында был сабыйҙар үҙгәрҙе, ә Рәхимә әбей: “Бына бит, балалар ҙа үҙҙәренсә, кескәй уйын донъяларын ололарға оҡшатып ҡорорға өйрәнә,” – тип уйлап ҡуйҙы.
Шул ваҡыт Фәнил ҡапыл ғына сығып йүгерҙе, балалар нимә икәнен дә аңламай ҡалдылар, тик ишек ябылған ыңғайға:-
– Мин хәҙер… – тигән тауышы ғына ишетелеп ҡалды.
Бер аҙҙан, ҡулына сүкеш тотоп, кире килеп инде. Уның ҡарашы был юлы баяғынан да һауалыраҡ тойолдо, йәнәһе, ул ғына бөтәһен хәл итә. Ни булһа ла булды, теге ике бала аптырап ҡарап торған арала, Фәнил ҡулындағы сүкеш үҙ эшен башланы.Сәғиҙә иларға әҙерләнеп ауыҙын ғына бүлтәйткәйне, Рәхимә әбей:
– Бына хәҙер ул ярсыҡтарҙы ла бүлешегеҙ ҙә, сәйнүк, ҡалаҡ итеп уйнатығыҙ. Һин, Сәғиҙәкәй, илама, йәме. Атайың менән әсәйең дә һине: “Бына беҙҙең ҡыҙыбыҙ үҫкән, үсегешмәй, матур ғына уйнай, уйынсыҡтарын иптәштәре менән тигеҙ бүлешә белгән, үҫкән – ә беҙ һиҙмәгәнбеҙ ҙә,” – тип эштән ҡайтҡас, маҡтап та алырҙар әле, – тине.
Шул ваҡытта һүҙгә Фәнил ҡушылды:
– Мин ул тәсәйҙе бүлешер өсөн генә ярҙым, үсекмә, Сәғиҙә, мин һине яратам да инде.
– Мин дә, – тип һүҙгә ҡушылды Булат.
– Ә мин икегеҙҙе лә, – тине Сәғиҙә усегеүенән яҙылып.
Шулай уйынсыҡтарҙы өскә булеү Сәғиҙәне уртаға бүлеү ҡауғаһына сик ҡуйҙы. Был балалар ғүмер ағышында бик күп йылдар дуҫ булып ҡала аласаҡтары шикһеҙ ине, сөнки улар тәүлектең бары төнгө йоҡо өсөн генә бүленгән өлөшөндә айырым булдылар. Уларҙың был дуҫлығы бөтәһенә лә хуш килде. Үҙҙәренең араһына башҡа балаларҙы ла ҡыҫтырманылар. Вәлит ағай уларҙы : “Ике муйыл , бер тал,” – тип, ә Рәхимә әбей: “Өс таған” – тип йөрөтә ине.