Шоңҡар
-4 °С
Облачно
Әҙәбиәт һәм ижад
9 Декабря 2023, 05:35

Ҡыш Минира БИКӘНӘСОВА

Ел йырлаһа инәлтмәйсә Төшөп китә бейергә!

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыш       Минира БИКӘНӘСОВАҠыш       Минира БИКӘНӘСОВА
Ҡыш Минира БИКӘНӘСОВА



Аяҡ баҫтыҡ аҡ ҡыштарға

Сафлыҡ бөркә һауаһы,

Ынйы ҡарҙың ғүмере алда

Яуаһы ла яуаһы.

Керһеҙ күңеле ерҙе паҡлай

Уның шат, шаян сағы!

Аяҡ аҫтында шыңғырҙап

Ихлас көлөүе тағы...

Ел йырлаһа инәлтмәйсә

Төшөп китә бейергә!

Һалҡын ҡыштар етте, тиеп

Уйламағыҙ көйөргә! 

 

Фото: proprikol.ru

Автор:
Читайте нас